Һауа торошо Погода
26 Сентября , 03:37

Сыуаҡ көндәр оҙаҡҡа һуҙыламы?

Һауа торошо прогнозы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндөрҙө башлыса аяҙ һәм яуым-төшөмһөҙ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 26 сентябрҙә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +18, төндә +5 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 27 сентябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +19 төндә +7 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан, талғын.

Киләһе аҙна башында, 28 сентябрҙә, аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +20 градус тәшкил итһә, төндә +8-гә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас