Һауа торошо Погода
29 Сентября , 05:54

Көнөгөҙ матур үтһен, дуҫтар!

 

Иҫтәлекле көндәр

👂 Отоларингологтар көнө

❤️Бөтә донъя йөрәк көнө

🌍 Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек юғалтыуҙары һәм ҡалдыҡтары тураһында мәғлүмәт таратыу көнө

Халыҡ һынамыштары

Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр.

Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә.

Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә.

Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә.

Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.

Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа - һуң килер.

Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.

29 сентябрҙә йылы яҡҡа китмәгән сыйырсыҡтарҙы күрһәгеҙ – октябрь йылы килер.

Автор:С. Булатова