

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында октябрь башында һалҡынайта, бер аҙ ямғыр яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 30 сентябрҙә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +20, төндә +8 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 1 октябрҙә, аяҙ булыуы, кисен болотлап, төндә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +20 төндә +10 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Йома көндө, 2 октябрҙә, болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +9 градус тәшкил итһә, төндә +3-кә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.