Һауа торошо Погода
4 Октября , 04:40

Ейәнсурала тәүге ҡар яуҙы

Һауа торошо прогнозы

Добавить в предпочтительные источники Google
Ейәнсурала тәүге ҡар яуҙыЕйәнсурала тәүге ҡар яуҙы
Ейәнсурала тәүге ҡар яуҙы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе аҙна башында йылыраҡ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 4 октябрҙә, болотло була, ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +4, төндә +2 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 5 октябрҙә, шулай уҡ болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ +6 төндә +3 градус күрһәтә. Ел көнбайыштан, секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.

Шишәмбелә, 6 октябрҙә, башлыса аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +13 градус тәшкил итһә, төндә +9-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.