Октябрҙең тәүге биш көнө Башҡортостанда арктик һауа массалары тәьҫирендә һалҡын булды. Һауа температураһы төндә –3...+3, көндөҙ 0...+6, урыны менән +11 градусҡа тиклем тиклем түбәнәйҙе, тип белдерҙеләр Башгидрометта.
Башлыса республиканың көнсығышында 4-6 октябрҙән 1-8 сантиметр ҡалынлыҡта ваҡытлыса ҡар ятты.
«Аҙнаның икенсе яртыһында төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш атмосфера ағымдары көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайышҡа алмашынасаҡ. Һауа температураһы күтәрелә башлай, айырыуса көндөҙ болоттар тарлағанда +10...+15 градусҡаса тиклем йылыта. Төндә һауа температураһы 0... +5 градус, урыны менән –5-кә тиклем түбәнәйеүе көтөлә», – тип хәбәр итте синоптиктар.
Ял һәм байрам көндәренә көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа +13...+18 градусҡаса йылына. 9 октябрҙән башлап яуым-төшөм көтөлмәй. Республика көнөндә генә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа.
«Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 8 октябрҙән 12-һенә тиклем уртаса һауа температураһының норманан 2-3° юғарыраҡ булыуы көтөлә», – тип өҫтәнеләр Башгидрометта.