Башҡортостанда ҡыштың ғәҙәттәгенән йылыраҡ булыуы ихтимал❄️.
Башҡортостанда көҙ йылы булды, синоптиктар ноябрҙең дә шундай уҡ ғәҙәти булмауын фаразлай. Һауа температураһы ай дауамында тиерлек нулдән юғары буласаҡ.
Ҡыштан нимә көтөргә? Синоптиктар күҙаллауына ярашлы, ғинуар һәм февраль айҙарында ғәҙәттәгенән йылыраҡ булһа, декабрҙә, киреһенсә, һалҡын буласаҡ.
Ҡыштың тәүге айында һауа температураһы нормаға яҡын һаҡланасаҡ. Декабрь өсөн был -10,8 градус тирәһе. Шулай уҡ +1 градусҡа тиклем аномалия булыуы мөмкин.
Ғинуарҙа һауа торошо нормаға яҡын буласаҡ — -12,5 градус тирәһе, +1 градусҡа тиклем аномалия булыуы ихтимал. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ғәҙәттәгенән йылыраҡ булыуы мөмкин.
Февраль йылы булыуы күҙаллана. Һауаның уртаса температураһы норманан юғарыраҡ, -11,7 градус.
Был фараздарҙың дөрөҫлөгөн ваҡыт күрһәтер.