Һауа торошо Погода
23 Октября , 12:55

Киләһе ял көндәрендә Башҡортостанда ҡоро һәм ҡояшлы һауа торошо көтөлә. ☀️  «Башгидромет» метеорология хеҙмәте билдәләүенсә, шәмбе, 24 октябрҙә, һиҙелерлек яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә -2-нән -7°С-ҡа тиклем (ҡайһы бер райондарҙа +3°С-ҡа тиклем), көндөҙ +8-ҙән +13°С-ҡа тиклем тәшкил итәсәк. Ел төньяҡтан уртаса тиҙлектә иҫәсәк. Йәкшәмбе, 25 октябрҙә, һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. 🌤️

Автор:С. Булатова