Бөтә яңылыҡтар

ҠУЛАСА (хикәйә)

Исеме яҙ булһа ла, әсе еле менән елеккә үткән көнгә әллә ҡарышып, курткаһы түшен дә эләктермәй, ҡулына шапкаһын тотоп , ҡайҙа баҫҡанын да белмәй дарҫ- дорҫ Хәтмулла атлай урам буйлап. Силсәүиттән сыҡты ул шулай. Ярһыуы йөҙөнә үк яғылған. Ауыҙы эсенән кемделер мөңгөрләп әрләй- әрләй килә. Юлына яңылыш ҡына яҙа сыҡҡанды ла тапап китмәҫ тимә.

ҠУЛАСА (хикәйә)
ҠУЛАСА (хикәйә)

Мәктәтәптән ҡайтҡан бала-сағаның һаулыҡ һорашыуына ла иғтибар итмәй, туҙғыған аҡ сәстәрен дә шапка менән йәшермәй, һаман шулай бара бирә. Хәтмулланы силсәүиттә Миһран ҡорҙашы шулай ҡуҙғытып сығарҙы. Өй өҫтөнә өй өйгәндәргә ҡарап ҡыҙыға торғас, Хәтмулла ла яңы ер үлсәтеп өй күтәрергә уйлағайны. Ер һорап барғайны силсәүиткә, ғариза яҙырға ҡушты белгесе, барыһы ла ыңғай ғына бара ине әле, әллә ҡайҙан Миһраны килеп сығып ҡойроғон ҡыҫтырҙы. Ғәҙәттәгесә теле әсе: "һиңә нимәгә ер, йәштәргә ер етешмәгәндә ҡыҫтырылып йөрөмәһәң!, фәлән дә фәсмәтән! ҡыҙҙарыңды ҡырҡ тарафҡа һатып эстең, минең ише биш ул имей әле! Вәт ер мына миңә тейеш! ",-тип ғорур күкрәген һуҡты. Ҡулына тотҡан ручкаһы, ғариза тултырған ҡағыҙы ла ярһыуҙан ҡуша ҡалтыранып ҡуйғандай булды . Тешен шығырлатып , йоҙроғон төйнәп үрә баҫты ла Хәтмулла, кире ултырҙы. Кеше араһында бит -йөҙ йыртып торғоһо килмәне. Илллә мәгәр үсен аласаҡ! Тел шартлатып торор әле Миһран Хәтмулланың улдарын күреп. Ошоғаса гел ҡыҙҙар атаһы тип белһәләр Хәтмулланы, танытыр әле үҙе улдары менән!Биш ул көттөм тиһә лә, исмаһам береһен әрмегә оҙатып ҡаршы алманы. Түрәлегенең файҙаһы инде. Торғаны менән дезиртир ояһы. Белмәй, эх, белмәй Миһран Хәтмулланың улдары барын. Алты ҡыҙ атаһы ғына түгел әле Хәтмулла, бынамын тигән өрҙөктәй ике ул атаһы ла әле. Тик күптәр өсөн был сер булды шул. Эш хаҡына аванс алһа расчет алманы, шулай өҙә -йырта алимент түләне тәүге никахтан булған улдарына. Мәүсиләһе лә серҙе ныҡ тотто, кеше араһына сығып бөтөрөнөп -бөлөнөп һөйләнмәне. Исмаһам берәү булһа ла малай табып бирә алманы Мәүсилә, малай тип көттөләр ҡыҙ тыуҙы, малай тип көттөләр һаман ҡыҙ тыуҙы,эсе бошто бошоуға уның да. Ҡыҙ булһалар ҙа әллә малай тип көткәнгәме эшкә әрһеҙ ни тотһалар шуны емереп эшләп ҡуйыр ут ҡыҙҙар булдылар былай. Ул яҡҡа Хәтмулла ныҡ ҡыуанды ул. Бесән тиһәң бесәндәләр, утын бысһа түмәрен ҡыҙҙары өйөр ине, хатта балта тотоп ярышырға ла оялып йә йыбанышып торманылар.

Бына, уйламаған ерҙән малайың юҡ әле тип ут һалды бит Миһран Хәтмулланың йөрәгенә. Саҡ ҡысҡырып ебәрмәне "минең дә ике улым бар ул белгең килһә",- тип. Түҙ, түҙ Хәтмулла. Ошоғаса йәшереп килеп, һүҙ менән генә әйтмә әле улым бар тип. Күрһәт әле һин уларға улдарыңды! Вәт үҙҙәре танып әйтһендәр ыста, һуйып ҡаплаған Хәтмулла бит бынау ике егет, тип.

Аяҡ аҫтындағы сурайып ятҡан оло таштарҙы ботинка осо менән осора тибә юл саңын борҡотоп килгән Хәтмулла уйы менән улдарын алып урам буйын гиҙә. Ауыл урамы буйлап, бер кемдә лә бығаса булмаған ят машина үтеп барыр. Уның артынса тағы ла бер ят текә тәгәрмәсле эйәрер. Ауыҙ асып бала- саға, ҡарт- ҡоро тексәйер. Ә алда барған машинаның асыҡ тәҙрәһенән Хәтмулла эре генә тышҡа ҡарай - ҡарай уҙып барыр. Магазин тирәһендәге бисә -сәсә үҙен танып ҡалып быш- быш килер, танымағаны бер- береһенән һорашып белешер. Кейәүҙәре микән тип һүҙ ҡуйыртмаҫтар ул, таныйҙар бит кейәүҙәрен. Шундуҡ " аһ, әллә Хәтмулланың улдары ла булған инде!", -тиерҙәр. Ҡырсын юлды тәгәрмәс шырт- шырт тапап өйрөлөп ҡапҡалары төбөнә барып туҡтағансы ҡараштары менән оҙатырҙар әле тегеләр. Шунан китер йүкә телефон аша Хәтмулланы сәйнәүҙәр...

Арыуыҡ тыныслана алманы Хәтмулла. Мәүсилә бындай саҡтарҙа һүҙ ҡушмаҫҡа тырыша. Күптән күнегеп бөткән холҡона иренең. Шым ғына сәйен ҡуйып, бесәй шикелде йөрөп өҫтәл әҙерләп ҡуйҙы. Сәйләгәндә лә бер ауыҙ һүҙ сыҡманы. Мәүсилә эстән генә Хәтмулланың юлы уңмағандыр тип уйланы. Ятып торор өйҙәре бер ҙә сереп ыҡмаған, ер бирмәһәләр ҙә бер ҙә иҫе китмәҫ Мәүсиләнең. Әллә нимәһенә яңы нигеҙгә ҡыҙыҡты бит ҡартайған көнөндә ошо Хәтмулла. Хәҙерге бабайҙар пенсияға сыҡҡас донья көтөргә дәртләнә лә китәләр, тигән хәбәр буш түгелдер ахрыһы. Әллә ваҡыты күп, әллә ҡулына ай һайын ингән аҡса ҡытыҡлай. Белмәҫһең. Алдына алғанды ҡуймаҫ холҡо бар ҡартының, силсәүит ер бирмәһә , берәйһенән һатып алып ҡуймаҫ тимә әле.

Сәй артынан һуң Хәтмуллаһы тағын ҡайҙалыр сығып китте. Бөтмәҫ өй эштренә бирелгән Мәүсилә, бер аҙҙан ғына ҡартының бер ҡайҙа ла китмәгәнен, ә кәртә буйындағы оло түмәрҙә башын һалындырып ултырғанын күрҙе. Ай, Алла! Әллә ауырып фәлән китте микән? Бығаса баш баҫа белмәҫ Хәтмулла ғорур һыны былай бушҡа һәленмәҫ. Йүгереп сығып хәл белешергә уҡталһа ла Мәүсилә кире боролдо. Йә әсе итеп "һоғондорор " үҙенә, йә бөтөнләй иғтибар ҙа итмәҫ һүҙенә. Лутсы көтөргә. Йөрөй йөрөй үҙ яйына барыбер асып һала ул күңелен. Сабыр рахман, Мәүсилә, сабыр сабыр.

Ысынлап та кискә табан Хәтмулла һораулы ҡарашын ҡатынына төбәп килеп тә инде.

- Мәүсилә...

Шуны ғына көткән ҡатын йылп итеп килеп тә сыҡты аш бүлмәһенән

- Әү, ништәй?

- Һөйләшәһе бер һүҙ бар ине бит әле. Ҡайһы осонан тартып сығарырға белмәйем. Ултыр әле.

Мәүсилә хәлең шулай уҡ хөртмө ни тип, ҡурҡыу ҡатыш ҡараны сирыш йөҙөнә иренең.

- Бит йөҙөмдө йыртып ҡайтарҙы анау Миһран, улың юҡ һиңә ер нимәгә ти. Әллә мәйтәм шуның ауыҙын яптырырға инде. Бер бөгөн генә түгел бит әсе теленең тейеүе. Малайҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырып алайым микән әллә, вәт күрерҙәр ине.

Хәлдең бөтөнләй пүстәк кенә икәненә эстән генә ҡыуанды Мәүсилә. Йылы булып китте хатта. Йылмайып ҡуйҙы.

- Һуң саҡыр, ништәп аны минән һорап ней. Яҡты йөҙөм күрһәтеп, ҡайнар ашым ҡуйырмын. Саҡыр әйҙә, һис тә ҡаршы түгелмен.

- Шулай тиһәң дә, эстән генә һыҙып ултыраһыңдыр әле.

- Йүгәнһеҙ тай сағың үткән, малайҙарыңдың әсәләре лә күптән үлгән белеүемсә. Шул малайҙарға көнләшер тиһеңме әллә? Кит инде!

- Ярай атыу Мәүсилә, һин риза булғасың бер саҡырып алайым әле улдарымды. Ҡыҙҙарым менән таныштырырмын яйлап. Урынды ерҙә эшләйҙәр тип ишеткәйнем, берәй ярҙамдары тейер бәлким кейәүҙәргә, ивет.

- Эйе шул. Самат кейәү эш табалмай йонсой, ҡаналаһуң берәй ергә башын тығышһа, бик һәйбәт булыр ине.

- Бөгөндән үк әҙерләнәйек әләйһәң бисәкәй, улай былай ғына саҡырыу килешмәҫ. Ҡыҫыр һарыҡты һыҙырайым бөгөн, һурпаһы татлы була оло малдың. Йәштәр бит, йә шешлеккә сығабыҙ тиерҙәр.

-Бәрән генә тотһаң да булыр ине инде, туңдырғыста ла ит күп ул.

- Туңған итеңде үҙең аша, яңы эсвижый иткә етмәй, доньяңды убып ҡайтмаҫтар, гел саҡырып та торалмаҫмын, күпһенмә!

- Атағ -атаҡ! Күпһенгәндән әйтмәйем, теләһәң биш һарыҡ йығып һыҙыр!

Мәүсилә ҡырт баҫып инеп китте аш бүлмәһенә. Уның айҙаҡай холҡона күнегеп бөткән Хәтмулла, ишек башынан мал сала торған бысағын, ҡайрағын алып урамға сыҡты. Ҡояш байымаҫ борон эшен бөтөрөп ҡуйырға тип ашыҡты.

Сумаҙан шикелде күсеп йөрөгән һарығы ысынлап та бик һимеҙ булып сыҡты. Ҡыуанды ғына Хәтмулла эштәренең уң башланыуына. Алда көткән йылы осрашыуҙарҙы уйлап эстән генә осоноп йөрөнө. Бар эштәрен теүәлләп, ҡараңғы төшкәс кенә ҡыҙҙары өйрәткән интернет доньяһына инде Хәтмулла. Бына улдарының сәхифәһе. Фотолары ғына ни тиклем! Текә бейек машина янында тороп, затлы йыһазлы өй эсендә төшкәне лә бар. Бынауһы килен балалыр инде...

Бармаҡ йөҙө менән тырнап эш итер телефонды һыпырып-һыйпап балаларын яратып алды Хәтмулла. Хас та үҙенең йәш сағымы ни!

Әлегә өндәшмәйерәк торор, әҙерлек бөткәс ошонан хат яҙып һалыр үҙҙәренә. Ҡыуанып килеп етерҙәр әле. Алмаш-тилмәш ҡосаҡлап алырҙар микән?

Хәтмулла тәне буйлап йүгергән йылылыҡты кемдеңдер һиҙеп торор һымаҡ күреп ян -яғына ҡарап ҡуйҙы. Бер кем юҡ. Мәүсиләһе түрбашта әллә һалма йәйә, әллә ниҙер эшләй. Әҙерләнеүҙең ауыр башы уның өҫтөндә бит, һыр бирмәҫтән өтәләнәлер инде.

***

Иртән иртүк торғас та Хәтмулла өй ҡура тирәһен һеперештереп ҡуйҙы. Түмәр өҫтөнә перекурға ултырғас ҡына, магазиндан фильтрлы тәмәке алып ҡуйырға кәрәклеген иҫләне. Оялмай малайҙары алдында осһоҙлоно һурып тормаҫ инде. Һатыусы булып торған сыбыҡ осо балдыҙы шаяртып та ҡуйҙы

- Әл- лә -лә, еҙнә! Бигерәк егеттәрский генә тарта башланың түгелме?! Әллә мәйтәм, йәшәреүме?

- Һин балдыҙ еҙнәң менән улай уҫал шаярма әле, еҙнәңдең йәш сағын бик теләһәң күрерһең дә . Тиҙҙән, бик тиҙҙән. Аһ , итерһең әле!

- Шулаймы? Яраай!,-күҙҙәрен шаян уйнаҡлатып тороп ҡалды һатыусы балдыҙы.

Урам буйлап кирә баҫып ҡайтып килгәнендә, шешлек ҡыҙҙырһалар белән шампурҙары юҡлығы иҫкә төштө. Нурғәленең малайҙары ураған һайын ҡырға сыға , моғайын үҙҙәренеке барҙыр шул нәмәләре, биреп торор, тип Нурғәлеләрҙең ҡапҡаһына боролдо. Был юлы ла эше беште. Кеҫәһенә өс пачка фильтрлы тәмәке, ҡулына шампурҙар тотоп ҡайтып инде ҡәнәғәт йөҙлө Хәтмулла. Был юлы яҡындата күрше ауылдағы уртансы ҡыҙын ғына саҡырып торор, аҙаҡ яйлап алыҫтағыларына ҡушып йыйыр малайҙарын. Урам уртаһына ултырып Хәтмулла ҡыҙы менән һөйләште телефон аша. Яҡын арала саҡырырын да иҫкәртте. Ҡыуанды ғына ул. Ағалары барлығын беләләр ине белеүгә, күргеләре лә килгән икән.

Рулдә килгәстәре эске фәлән ойоштороп тормаҫтар бәлким, шулай ҙа һаҡлыҡҡа ултырһын әле тип "литр" алдырырға заказ биреп ҡуйҙы шул телефоны аша берәүгә.

Сәй янына кәнфит ваҡ төйәк алырға сығып барған Мәүсиләне күреп, тәмлекәстәрҙе йәлләмәй мул ал, тип кеҫәһенән аҡса сығарып һондо. Бала -саға менән килһәләр күстәнәскә лә кәрәгер.

Бар әҙерлек теүәлләнде тигәндә, Хәтмулла улдары килгәндә бергәләп әҙерәк ҡул ярҙамдарын тойоп ҡалырға самаланы. Ҡасандан бирле яңы мунсаһы башының эстәрәпеләләре ерҙә ята ҡуйылмай. Әҙерәк тотошоп күтәрешеп торһалар, шул еткән инде. Бәлким бер ынтылғанда эшләшеп тә ҡуйырҙар. Яңғыҙ ҡул ней бер ни ҡыйратып булмай. Бер яғын төҙәтһәң икенсе яғы ҡыйшая. "Балталарҙы һипләп үткерләп ҡуйыр кәрәк. Һаптары ла сереп ҡурап яталар икән".

Эш юҡта эш булды — Хәтмулла балталарын һипләй башланы. Арыуыҡ ваҡыттан бая үҙе тәмәке көйрәткән түмәрҙә өс өр яңы һаплы балта сабыулы тора ине эш көтөп. Картуфлыҡҡа сығыр ҡапҡа ишегенең бағаналары ыға башлаған, бәлким шуларҙы ла алмаштырышырҙар малайҙары. Көрәктәрҙе лә эҙләп ҡуйыр кәрәк. Ныу үткән сүткән күреп ҡалһа Хәтмулла урамындағы эштәрҙең гөрләгәнен, ауыҙ һыуҙары ҡороп онотҡансы һөйләрҙәр инде! "Эш айырмай ,ҡырып- юнып төҙөп ҡайтты бынау Хәтмулланың малайҙары. Һәләк әрһеҙҙәр икән үҙҙәре, машиналары ниндәй текә! Һай, егәрле уландар атаһы икән был Хәтмулла!"- тиерҙәр инде.

Хыялдарға бирелеп "һә" тигәнсе эш ҡоралдарын йүнләп бөттө һәр ҡунағына. Ҡул аҫтында ғына торһон тип сөйҙәрен ҡараны, сөй һурғысын һөйәне. Сүкештәрҙе лә шешендерергә һыуға тыҡты. Нәкәнис бар әҙерлек тамам буғай. Инде ҡунаҡтарҙы саҡырһа ла булыр. Айырыуса тулҡынланыу менән ҡулына алды "һыйпағыс" телефонын Хәтмулла. Таныш фото торған сәхифәне эҙләп табып, бар оҫталығын һалып хат яҙҙы. Улы ла онлайн тора әле ул. Ҡыуанды ғына Хәтмулла. Ҡыҫҡаҡ ҡына бер -ике юл саҡырыу хатына шундуҡ яуап килеп төштө. "Ярай, барырбыҙ "

Көнөн сәғәтен дә әйтеп, ағай булараҡ оло улына ҡустыһын да бергә алып килеүен һораны. Уныһы шундуҡ телефон һандарын яҙып Хәтмуллаға рәхмәт ташланы. Күрһәгеҙ һеҙ Хәтмулланың ҡыуанғанын шул саҡ! Саҡ тороп бейеп китмәне! Шауҡымдан оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай төн ауҙарҙы...

Тәғәйен көн килеп етте. Иртүк ҡаҙан тултырып аш һалынды. Өлкән өҫтәл өй түренә һонолдо. Хәтмулла ҡунаҡҡа — ҡәҙергә кейер кәстүмен кейеп, ҡырынып- яһанып ҡунаҡтарын көтә башланы. Күрше ауылдан ҡыҙы килеп етте өҫтәл яраштырышырға.

Хәтмулла ултырып сыҙамай әле урамға әле кәртә артына сығып ураны. Теге кистәрен генә асып ҡарар интернет доньяһын да инеп ҡарап сыҡты. Шылт иткән тауыш та юҡ әлегә. Кесе улы биргән телефон номерын һөйләшәһе телефонына күсереп яҙып алды. Ауылға килеп етеп, йә өйҙө таба алмаһалар шылтыратырҙар бәлким тип уйланы. Үҙ номерын дауна биргәйне малайҙарына, нишләптер бер ҙә һөйләшеп ҡарағандары булманы. Кәүҙәләре мыҡты улдарының. Хас та Хәтмулланың йәш сағы. Тауыштары ла көр, ҡалындыр инде. Килһәләр ишетер әле. Күп ҡалманы бит.

Ауылға төшкән берҙән-бер оло юлды күҙҙәре талғансы күҙәтте Хәтмулла. Машиналары аҡ төҫтә ине теге фотоларҙа, моғайын күрер ине. Килмәйҙәрҙер әле, ахры. Яҡын ара түгел, һуңлаңҡырап килһәләр ҙә орошмаҫ. Эш кешеһе бит улар.

Асығып киткәндәй булды. Иртән йөрәкһеп бер сынаяҡ сәй генә һемереп сыҡҡайны, ашаңҡырар кәрәк булған икән. Инеп ашанып ултырып улдары килеп инһә, ҡуй, уңайһыҙ булыр. Түҙгәс түҙәйем әле!

Саҡырыуға яҙған сәғәт ваҡыты уҙып китте. Ҡунаҡтар һаман юҡ. Күңелен төшөрмәй ҡапҡа асып инер улдарын дүрт күҙ булып көттө Хәтмулла. Ултырҙы, торҙо, уңлы - һуллы йөрөп алды. Ҡапҡа тышына сығып урам ос яғына текләп торҙо. Бер тауыш тын юҡ. Өйҙән тәмле еҫтәр танауға бәрелеп асығыуҙы белгертә. Йөрөй торғас аяҡ табандары һыҙлап китте. Әйләндереп телефонын әллә нисә яндырып ҡараны, бер хәбәр юҡ. Үҙе шылтыратыр ине юлда булһалар белән тип ҡыйманы. Килмәйбеҙ тимәнеләр бит, ярай барырбыҙ тигәс нисек тә килмәҫтәр икән?!

Онотмағандарҙыр бит?!

Көн кисләүгә яҡынланы. Хәтмулла өйгә инеүҙе ғәрлек һынай башланы. Ҡайһынысама әҙерләнде, саҡырыуы бушҡа булдымы икән? Юҡтыр! Эш сәғәттәре бөткәс килергә уйлайҙарҙыр, йә сменщиктары сирләп китһә белән эштән бушамай йөрөйҙәрҙер. Килерҙәр, килерҙәр...

Мәүсилә солан тәҙрәһе аша ғына Хәтмулланы күҙәтһә лә сығып бер һүҙ ҡушырға ҡыймай. Холҡон яҡшы белә. Үҙ яйына инә ул өйгә, саҡырһаң оторо ҡарышыр ғәҙәте бар. Йәл ине Мәүсиләгә Хәтмулла. Ҡыҙҙары ҡунаҡ көтөп арып ҡайтып киттеләр, мал тыуарҙарын ҡарар кешеләре юҡ. Килһәләр әгәр ете төн уртаһында булһа ла килербеҙ тип көлөштөләр. Хәтмулланың көлкө ҡайғыһы юҡ. Киске тын һауала ишетелер тәгәрмәс шыртылдауын, двигатель тауышын тыңланы. Шылт иткән дә тауыш юҡ. Күңеле төштө. Ныҡ төштө. Берҙән ҡараңғы төндә килһәләр уларҙы кем күрһен?

Һиҙмәй ҙә ҡалырҙар әле Миһрандар шунан. Таң атҡас, иртүк килһәләр ярар ине. Әллә шылтыратып ҡарарғамы икән?

Һаман да шул баяғы "һыйпағыс" телефон аша улдарының сәхифәһен буйланы. Сәйер, онлайн тораларсы икәүһе лә. Әллә яҙып ҡарарға инде?!

Был юлы кесе улына һораулы хат яҙып оҙатты. Тиҙ генә уҡыны улы. Яуап та тиҙ: "Бушамайбыҙ"

Ошоғаса бер күңеле тулмаған Хәтмулла ниңәлер илағыһы килде. Ҡысҡырып, үкһеп илағыһы килде. Күҙҙәренә тулған әсе йәш тамсылары тып- тып кәстүменә тама ла башланы. Яҙғы һалҡынса айлы төн, Хәтмулла бүрәнә өҫтөндә шым ғына илап тик ултыра. Дерелдәтеп елегенә үткән һалҡын ер һыуығынан ҡасып тороп баҫты. Кәртә ҡапҡаһының серегән бағанаһы Хәтмулланың таяныуына ҡыйшая биреп шығырлап ҡуйҙы.

Эх, Хәтмулла, Хәтмулла! Алиментыңды һуңлатмай түләп торһаң да, ҡасан һуңғы тапҡыр улдарыңды күргәйнең, ә? Тыуған көнөнә тип өлкән улыңа вилсәпитте лә сатан Сурағолдан ебәрттең түгелме? Ҡала үҙәгендә осраҡлы ғына тап булғанда улдарыңдың әсәһе Нажиә(хәҙер мәрхүмә) әйткән һүҙҙәрҙе иҫләйһеңме әле? Атай тип атлығып ҡапҡа асҡанда һин ебәргән вилсәпитте тотоп сатан Сурағолдо күргәс нисек улың илаған, шул хаҡта әсенеп үпкәләп һөйләгәйне бит әле. Эх, Хәтмулла! Шул саҡ үҙе генә барып сыҡһа ни булған икән?!

"Сип" итеп баяғы "һыйпағыс" телефонға хат килеп төштө. Һиҫкәнде Хәтмулла. Әллә киләләрме икән? Йәш аралаш бергилке хатты аса алмай аҙапланды. Кесе улынан икән. "Аҡса кәрәкһә карта номерыңды яҙ. Ярҙам итербеҙ!"

Бындай сәләмде һис көтмәгән ҡарт түмәренә барып саҡ ултырҙы... Үәт, донъя...

Минзәлә Сирғәлина.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: