Бөтә яңылыҡтар

Бомж (хикәйә)

Мәхмүт төтөнгә сәсәп уянды. Торорға маташты. Ләкин айнығып та етмәгән кәүҙәһе уны тыңламаны. Ауырлыҡ менән асҡан күҙен төтөнгә әсеттерә-әсеттерә тирә-яҡты байҡаны, ундағы мәхшәрҙе күреп, ҡото осто.

Бомж (хикәйә)
Бомж (хикәйә)

Мәхмүт төтөнгә сәсәп уянды. Торорға маташты. Ләкин айнығып та етмәгән кәүҙәһе уны тыңламаны. Ауырлыҡ менән асҡан күҙен төтөнгә әсеттерә-әсеттерә тирә-яҡты байҡаны, ундағы мәхшәрҙе күреп, ҡото осто. Гәрбилдән арлы-бирле әтмәләгән аласығын төтөн баҫҡайны. Ул сәсәй-сәсәй, бар көсөн йыйып, аласыҡ ауыҙына шыуышты. Аласыҡ эсенең ҡайһы бер ерен ялҡын ялмап алғайны. Унан бөрккән эҫелек кейеме аша тәнен өттө. Ошо мәлдә  аласығының бәләкәй булыуына ҡыуанды. Бер-ике ынтылыуҙа  тышта ята ине инде. Әйле-көйлө ҡар өҫтөндә бер аҙ ятҡас, тороп ултырырға маташты. Бая булдыра алмаһа ла, хәҙер үҙендә көс тапты. Хәйер, ҡапыл булған ҡот осҡос хәл уны айнығырға мәжбүр итте. Ут ялмап алған аласығына ҡарап, күңелһеҙ уйҙарға батты. «Ҡыш уртаһында йәшәр урынһыҙ ҡалдым да инде», – тип ҡобараһы осто. «Хәҙер ҡайҙа барам, ҡышты туңмай ҡайҙа үткәрәм инде?» Ошо уй мейеһен телгеләне. Был ауыр уйҙан ҡотолорға теләгәндәй, кисәге «запас» ҡалдымы икән, тип ирекһеҙҙән кеҫәһен һәрмәне. Был ни ғәләмәт?! Бармағы «фанфурик»тың быяла тәнен тойҙо. Күңеленә йылы йүгерҙе, ҡара һөрөмгә буялған йөҙөндә йылмайыу шәүләһе барлыҡҡа килде. Был бәләкәй генә һауыттағы эсемлек тамағын сылатырлыҡ ҡына булһа ла, уны бер аҙ тынысландырҙы. Дөрләп янған аласығының тирә-яғын ҡарап сығырға көс бирҙе. Өҫтөндәге майланып бөткән кейемен барланы, сисенеп ятмауына ҡыуанды. Хәйер, нисек сисенһен инде өшөмәй. Аласығын гәрбилдән генә әтмәләп алғайны. Уныһы тишек тә тошоҡ, тыш күренеп тора. Аласыҡ уртаһында ултырған тимер мейесе генә уны һалҡындарҙан ҡотҡара ине. Әлдә, әмәлгә ҡалғандай, эргәлә генә өс-дүрт пилорама көнө-төнө таҡта быса. Пилорамсыларға әйтеүе генә көс: ҡайҙа һелтәргә белмәгән гәрбилдәрен өйөп китәләр. Ул көслө уттың ҡыҙыулығына ҡып-ҡыҙыл булған тимер мейесен ҡотҡарырға теләгәндәй, утҡа ҡар киҫәктәре бырғатырға маташты. Ҡайҙан инде утты еңерһең, ул ҡыҙыулай ғына бирҙе. «Яңынан аласыҡ әтмәләргә гәрбил-фәләнен табырмын да ул. Мейесем ҡыҙыу утҡа бирешмәһә генә ярар ине» – бар теләге уның шул булды. «Ярай, тере ҡалдым, баш һау булһа, мал табыла ул», – тип үҙен тынысландырырға, кисәге көндө күҙ алдына баҫтырырға маташты. Һәр йәкшәмбе күрше ауылда баҙар була. Ул дуҫ-әшнәләрен күрергә, мөмкинлек булһа, тамаҡ сылатырға өмөтләнеп, таң менән йәйәүләп сығып китте. Оло юл эсе техниканан гөжләп торһа ла, уны ултыртыусы булманы. Һаҫыған кешене кем ултыртһын инде. Ул быға үпкәләмәй ҙә, кешеләрҙең сирҡанып ҡарауын еңел кисерә. Дөрөҫөрәге, иғтибар итмәй. Ошолай йәшәү рәүешенә күнеккән. Әҙәмдәрҙән мыжғып торған баҙарҙа ҡайҙа һуғылырға, кемгә бәйләнергә белмәй оҙаҡ йөрөнө. Һатып алыусыға, һатыусыға көсләп һүҙ ҡушып  маташты, үҙенең аяныслы яҙмышын, ас икәнен белдереп, уларға тилмереп ҡараны. Ҡайһы берәүҙәр йәлләп, икенселәр унан тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡарап, тинлектәр бирҙе. Баҙарҙа ошолай һоранып йөрөй торғас, усында апаруҡ ҡына аҡса йыйылды. Уны ул, магазинда кәштә аҫтынан һатылған «фанфурик»ка алмаштырып, баҙарҙан алыҫ йәшәмәгән хәмерҙәше Мөхтәргә тәнтерәкләне. Иҫкелектән ергә һылашҡан был бәләкәй генә өйҙән ҡауылдаған тауыштар тышҡа уҡ ишетелә ине. Мәхмүт яртылаш асыҡ ишекте асып, һыуыҡ өйгә үткәс, тәмәке төтөнө араһында ике кешенең шәүләһен шәйләне. – Махмай килгән дә инде. Фьют-фьют! – тип һыҙғырып, мыҫҡыллап, уны Самат ҡаршыланы. – Ниңә өңөңдә генә ятмай, темеҫкенеп йөрөйһөң? Пошел вон, собака! – Ҡуй әле, Самат, үҙебеҙҙең братан да инде. Инһен, өҫтәл артына ултырһын, – тип Мөхтәр уға ярҙамға килде, – моғайын, ул ауыҙ һәлберәтеп килмәгәндер. – Посмотрим, – тип Самат йоҙроҡтарын төйнәп-төйнәп алды, – әгәр чистоган булмаһа, ана тора юлың! Мәхмүт ҡалтыранған ҡулдары менән кеҫәһенән ике «фанфурик»ты тартып сығарып ер төҫө ингән бысраҡ өҫтәлгә ултыртты ла, күҙҙәрен серт-серт йомоп, Саматҡа текәлде. Афған һуғышында булған, контузия алған был ирҙән бөтә нәмә лә көтөргә була ине. Шуға ҡапыл йоҙроҡ эләкмәһен, тип Мәхмүт артҡа сигенә бирҙе. – Самопалға ҡарағанда, был нәҫтәкәй күпкә таҙараҡ та инде. Ултырһын беҙҙең менән, – тип Мөхтәр Саматҡа ҡарай-ҡарай, уны өҫтәл янына саҡырҙы. – Твоя воля, ты – здесь хозяин. Только садись подальше, от него пахнет дурно, – тип Самат шыла биреберәк уға урын бирҙе. Шыйыҡса ауыҙҙы яндырып, тамаҡты әсеттереп ҡорһаҡҡа төшкәс тә, бар нәмә үҙ урынына ултырҙы. Ҡурҡыу, үпкәләүҙәр юҡҡа сыҡты, ауыҙҙан һүҙҙәр сыҡты. Тәүҙә ул ғәҙәтенсә хөкүмәтте һүкте. Элекке тормошта араҡының 3 һум да 62 тин, шырпының 1 тин булыуын һағынып иҫкә төшөрҙө. Ғаиләһен дә «яҡшы яҡтан» иҫкә төшөрмәй ҡалдырманы. Өйһөҙ ҡалыуына, ошондай яҙмышҡа дусар булыуына уларҙы ғәйепләне. Был бәләкәй генә өйҙә «контингент» алышынып торҙо. Берәү килә, берәү сыға, өҫтәлдә төрлө дәүмәлдә, төрлө һауытта, төрлө градуста эсемлектәр барлыҡҡа килә лә шунда уҡ өҫтәл артында ултырғандар тарафынан бушатыла торҙо. Мәхмүт шулай бүтәндәр менән ауыҙына ни тура килә, шуны эсеп, нисек иҫергәнен дә, нисек алты саҡрымды ҡайтып етеп аласығына ҡолағанын да хәтерләй алманы. Аласыҡ тирәһе бик эҫе булһа ла, Мәхмүт өшөгәнен һиҙҙе. Бысраҡ, ҡоромло, артына «Сургутнефтегаз» тип яҙылған спецовкаһының замогы муйынына тиклем тартылһа ла, өшөүе кәмемәне, артты ғына. Ул өшөүҙән ҡотолоу өсөн утты һүрәнләтмәне, аласығына тирә-яҡтан гәрбил ташып, йәне көйөп утҡа бырғаны. Барыһы ла янып бөтһөн. Бар донъя түңкәрелһен. Бар донъянан ваз кисеп, эсеүҙән туп урынына әүерелгән башын эшләтергә маташты. Нишләптер мәктәпте тамамлап, ҡыуанып йөрөгәндәрен, әрме сафтарында йөрөүен иҫләне. Бер ҡыҙға ғашиҡ булып, кәләш алыуын, уларҙы ҡыуандырып, балалары тыуыуы... Ошоларҙың төш һымаҡ ҡына үтеп китеүенә үкенде. Үҙе лә һиҙмәҫтән араҡы ҡолона әүерелде лә ҡуйҙы. Бер рюмканан башлаған эш оҙайлы «запойҙар»ға алып килде. Һуңынан ул араҡыһыҙ тора алмай ине. Эшенән ҡыуылды. Ҡатыны күпме уны араҡынан арындырырға тип көрәшмәһен, файҙаһы булманы. Эскән кеше кемгә танһыҡ инде. Ғаиләһенән дә айырылырға тура килде. Өйһөҙ ҡалды. Берәҙәккә әүерелде. Әҙәмгә шул тиклем күп кәрәк, шул уҡ ваҡытта шул тиклем аҙ кәрәк. Уға хәҙер эсте яндырып төшөп, башты әйләндергән шыйыҡса булһа, шул етә ине. Үҙе һымаҡ әшнәләре менән иртәнән кискә тиклем магазин төбөндә ултыралар. Һораныуҙан тинләп булһа ла аҡса йыйыла. Ул шунда уҡ шыйыҡсаға әүерелдерелә. Тора-бара әшнәләре теләһә нәмәнән эсеп үлеп бөттө. Әйтерһең, уның ашҡаҙаны тимерҙән инде. Ул яңғыҙы тороп ҡалды. Ҡарт әсәһе үлеп, барлыҡ донъяла яңғыҙы тороп ҡалғас, хәҙер әрләүсе лә, әпәүләүсе лә юҡ ине. Ул ғына түгел, апайҙары: «Беҙҙе оятҡа ҡалдырып, урам буйлап, урам эте һымаҡ, эсеп тик йөрөйһөң. Кит бынан!» – тине. Ҡайһы берҙә ҡатынын да, балаларын да күреп ҡала. Ул уларға ынтылһа, боролоп китәләр. Мәхмүт баш һуҡҡан яҡҡа сығып китте. Әллә ни ҙурҙан булмаған ҡалаға барып эләкте. Тәүҙә ҡаланың вокзалына күҙ һалды. Алама бүркен тубығына һалып сүкәйеп кенә ултырғайны. Тин алаһы урынына туҡмаҡ алды. Вокзал биләнгәйне. Урамда ҡайҙа башын тығырға белмәй оҙаҡ ҡына йөрөнө. Асыҡҡас, кешеләр ҡый түккән йәшниктәрҙе тикшерҙе. Төн үткәреү өсөн күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын тикшереп сыҡты. Бәхеткә күрә, шундай бер подъезы асыҡ йорт табылды. Йылы булһын тип өҫкө ҡатҡа үк менде. Почта йәшнигенән алған гәзитте түшәп һалды ла һуҙылып ятып йоҡлап та китте. Йоҡоноң иң тәмле мәлендә кемдер аяғына ҡаты итеп типкәнгә тертләп уянды. – Вот, нахал, ай, как барин расположился, – тип ҡып-ҡыҙыл йөҙлө, дәү кәүҙәле мәрйә тормаһынмы?! Был тирәнән һыпыртыуҙан башҡа сара ҡалманы. Һалҡын булһа ла, ошо йорттоң подвалға төшкән ерендә төн уҙғарырға тура килде. Иртәгәһен «торлаҡ» эҙләү менән көнө үтте. Подвалдарҙы тикшерҙе. Подъезы асыҡ торған йорттарға инде. Гараж һымаҡ ерҙәрҙе ҡараны. Боҫрап йылы һауа сығып торған ерҙә ике үҙе һымаҡ берәҙәктең «территорияны» бүлешә алмай һуғышҡанын ҡарап торҙо. «Ҡалала бындай йылылыҡ трассалары етерлек тә инде, миңә лә шундай ерҙә эҙләргә кәрәк», – тигән фекер башына барып етте. Төнгә генә көс-хәл менән шундай урынды тапты. Ҡараңғыла һәрмәнә-һәрмәнә йомшаҡ, йылы урын тапҡас, иҙерәп йоҡлап китте. Ҡурҡыныс төш күрҙе. Күҙе ут кеүек янған һөлдә уның үңәсен һығырға маташты. Тыны ҡыҫылыуҙан сәсәп уянып китте ул. Албырғап, оҙаҡ ҡына ятҡас, һәрмәнеп торорға ынтылды. Шунда бармағы ниндәйҙер ҡаты нәмәне тотоп алды. Уны баштан-аяҡ тикшергәс, сәсе үрә торҙо. Был кеше һөлдәһе ине. Ул шарылдап, ҡото осоп, урынынан тороп сапманы. «Тыныслығыңды боҙған өсөн ғәфү ит инде», – тип һөйләнде лә кеше һөйәктәрен ситкә шылдырҙы. Ошоноң менән ҙур хата эшләне. «Һунарҙан» ҡайтып, әлеге «торлағына» яҡынлашҡас, погонлы кешеләрҙе күрҙе. Яҡшы саҡта был тирәнән һыпыртыуҙан башҡа сара юҡ ине. Ҡалала ошолай төртөлөп, һуғылып, өшөп-туңып бер ун көн тигәндәй яҙмышын һынап йөрөгәс, тере саҡта бынан һыпыртыуҙы хуп күрҙе. Ауылына кире ҡайтҡыһы килмәй ине. Эләгеп-һарҡып, бына әле тереклек иткән ошо төпкөл ауылға килеп төштө. Был ташландыҡ ауылда дүрт йортта дүрт кеше йәшәүе мәғлүм булды... Уның байы ағас бысыусы пилорамалар етерлек ине. Тәүҙә шунда темеҫкенеп йөрөнө. Арлы-бирле эш күрһәткән булып, эшселәр менән аҙыҡ бүлеште, уларҙан эсергә лә арта ине. Йылы будкаларында йоҡлап, ҡарауылсы һымаҡ та йөрөнө. Ләкин бындай матур көндәр, төндәр оҙаҡ барманы. Бысҡы юғалғас, уны бурлыҡта ғәйепләп, ҡыуып ебәрҙеләр. Уға туңып үлмәҫ өсөн аласыҡ әтмәләргә тура килде. Пилорамсылар йәлләп, тимер мейес бирҙе. Аслыҡҡа күптән өйрәнгәйне ул, бына эсмәй бер көн тора алмай. Уның өсөн былай ҙа йәмһеҙ тормошо емерелә лә ҡуя инде. Эсһә, болоттар араһынан ҡояш килеп сыға, донъя түңәрәкләнеп китә. Уға ҡарап әйткән насар һүҙҙәр, ҡараштар кире ҡаҡлыға. Йәшәү рәтләнә, тын алыу еңеләйә. Шуға күрә ас бүре кеүек һәр ваҡыт эҙләнеүҙә. Пилорамсылар ҡыуып торһа ла, теге-был сәбәп тапҡан булып, эргәләрендә урала ла сурала. Уларға ҡырҙан таҡта алырға килгән машиналар килһә,  ҙур байрам. Таҡта тейәшһә, мул ғына өлөш сыға. Йә араҡы, йә аҡса тотторалар. Күрше ауылға йыш бара. Айырыуса аҙнаның бер көнөндә булған баҙар көнөн ярата ул. Табын  йыйып, үҙе һымаҡ әшнәләштәре менән байрам ойошторалар. Мәхмүт янған аласығына күпме утын һелтәһә лә йылына алманы, ҡалтырап өшөй башланы. Етмәһә, көн дә һыуытты, буран сыҡты. «Тыштан ғына түгел, эстән йылытыусы нәмәҫтәкәй кәрәк ине шул», – тип ауылдаштары янына күңелһеҙ генә ҡарап ҡуйҙы. Бер нисәүһенең өйөнөң тәҙрәһендә уттар ҙа күренә. Эсергә һоранып йөрөүҙең файҙаһыҙ икәнен аңлай ине. Бәлки пилорамсылар килгәнсе йылынырға берәй мөйөш һорап торорғалыр? «Һаҫығанһың, тип индермәһәләр», – тип өмөтһөҙләнде. Шулай утҡа йылына алмай, туңып өшөй башлағас, ирекһеҙҙән ауылдаштары яғына тәнтерәкләне. Үҙенең «йортонан» алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан иҫке өйҙөң алдына килеп туҡтаны. Унда йәшәгән ҡатындың йөҙөн күҙ алдына килтерҙе лә, файҙаһыҙ икәнен аңлап, ары атланы. Дөрөҫөрәге, бер һоранып килгәнендә: «Утынымды ярып бирһәңсе», – тигәнгә, «Тәүҙә баш төҙәт тә шунан эшләрмен», – тип эсеп иҫереп, алдап киткәйне түгелме һуң әле. Шлакоблоктан эшләнгән яңы өйҙөң тәҙрәһенән ут күренә ине. Был уның күңеленә йылылыҡ йүгертте. «Моғайын, йоҡламайҙыр, уятып, бимазалап йөрөмәйем дә инде», – тип тимер ҡапҡаның тотҡаһынан тартты. Уныһы келәгә ябылғайны. Уның аяҡ тауышын ишетеп ҡапҡа эсендә эттәр өрөп ҡуйҙы. Бында бер генә эт түгел, йөҙ эт өргәндәй тойолдо уға. – Кем унда? Нимә кәрәк? – тигән ҡатындың эскернә тауышы ишетелде. – Мин ни... Ауылдашың Мәхмүт инде. Донъям янып китте. Өшөнөм, туңдым, пилорамщиктар килгәнсе, соланыңда булһа ла ултырып торһамсы. – Ә теге бомжмы? Эйе, индерермен, индермәй ҙә! Берәй аҙашып килеп сыҡҡан бесәй булһа, пожалуйста, һиңә юҡ! Был һүҙҙәр уны шаңҡыта һуҡты. Был ҡатындың күп бесәй, эт аҫырап, ҡалала күршеләренә ярай алмай, бында килгәнен белә ине. Кеше  ғүмеренә ҡарағанда бесәйҙеке ҡәҙерлерәк икән, тип һүкте лә ары атланы. Шул ҡыҙыулыҡ менән барып, икенсе ауылдашының ишеген шаҡыны. Оҙаҡ ҡына ҡыштырҙауҙан һуң ишектән өҫтөнә күн куртка ябынған аҡ сәсле, олпат кәүҙәле ир күренде. – Нимә кәрәк һиңә? Темеҫкенеп төн уртаһында нимә эҙләнеп йөрөйһөң ул? Мин һиңә теге ваҡытта әйттем бит, бында юлды онот тип, мин һиңә брат, сват түгел ана бара юлың! – тип ишекте ябырға итте. Ләкин Мәхмүт унан етеҙерәк булды, ябылып барған ишеккә аяғын тығып өлгөрҙө. Был ҡыланышына үҙе аптыраны. «Туңып үлеп барһаң, хатта йоҙроҡтарҙан да ҡурҡмайһың икән», – тип уйлап алды. – Зинһар, индерегеҙ инде. Донъям янды ла туңдым, өшөнөм. Әҙ генә йыылынам да сығам мин, – тип ялбарҙы. – Мин дә кеше лә инде. Хәлемә керегеҙ, зинһар! – Хәстрүш, һинең ниндәй донъяң булһын. Бына минең булды ул донъя, – тип ир маҡтанырға итте лә бында урынһыҙ икәнен аңлап, – кит бынан, һине һаҫытып, өйгә индереп тормайым инде, – тип уны этеп ебәреп, ишеген япты. – Бюрократ, бур, һинең дә өйөң янһын. Хәйер, маҡтанған хоромаларың ҡайҙа һинең? Бурлығың өсөн конфисковать иттеләрме? Бахыр булып бында йәшәп ятаһың. Ҡайҙа бисәң, дуҫтарың – барыһы ла ҡасҡан бит, – тип үс алыу өсөн тип кешенең ҙур түрә булып уғрылығы арҡаһында ҡыуылғанын белеп, бөтә әсе һүҙен сәсте. Уның күңеле күптән ташҡа әүерелһә лә йомшарҙы, илағыһы килде. Берҙән-бер өмөтө – шул өсөнсө ауылдашы ҡалды инде. Был өйҙә ул аҡылға зәғиферәк бер һонтор кәүҙәле егет йәшәгәнен белә. Унан файҙа булыр, мине индерер микән, тип икеләнеберәк ишек шаҡыны. – Кто такой? – тип яртылаш асылған ишектән ялбыр баш күренде лә, – Әсәйем берәүгә лә ишек асырға ҡушманы! – тип уның танау осонда ишек «шарт» ябылды. Был ысынбарлыҡҡа шаңҡып оҙаҡ ҡына торҙо. «Өйөм, торлағым булмаһа, мин дә кеше лә инде. Ике ҡулым, аяғым, башым бар. Улар һымаҡ һөйләшә беләм, хайуандың хайуаны бер-береһенә ауыр булһа, ярҙамға килә. Беҙ кешеләр ҙә баһа. Ярай, аҡылға зәғиф егеттән спрос булмаһа ла, теге икәүҙең башы бар түгелме? Әҙ генә йәлләү тойғоһо булырға тейеш түгелме һуң?» Уның хәҙер туңып үлмәҫ өсөн бер сараһы ғына ҡала. Аласығына кире ашығырға кәрәк. Унда ғына туңып үлеүҙән ҡотолоу бар. Алыҫта ятҡан аласыҡтың уты һүрәнәйгәйне. Хәйер унан килгән яҡтылыҡ, бер ҡараһаң, бар донъяны яҡтырта, бер ҡараһаң, бөтөнләй һүнеп ҡалған һымаҡ тойолдо уға. Ул үҙенең хәле бөткәнен һиҙҙе. Өшөүен онотто, хәйер, тәне бер нәмә лә һиҙмәй ине. Бер-ике рәт аяғына буталып ҡолап та алды. Шул бер ҡолауында бөтөнләй торғоһо килмәне. «Кемгә хәҙер  кәрәге бар, ятып туңып үлгәм дә ҡуйғам», – ары йәшәүгә өмөтһөҙләнеп ҡуйҙы. Ул бар донъяға битараф ине. Ята торғас, йылынғандай тойолдо, хатта сисенгеһе килде. Уға рәхәт ине. Ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар, ауырыуҙар, өшөүҙәр, асығыуҙар – барыһы ла юғалды. Үҙе һайлаған яҙмышын күрмәҫ өсөн мәңгегә күҙе йомолдо... Ул ап-аҡ постелдә, ярым шәрә көйө уянып китте. Тирә-яҡ яҡты, йылы ине. Тәмле еҫтәр ҙә таралғайны. Айҙар буйы йыуылмаған тәнендә лә еҫ тойманы. Ожмах тигәнең ошо буламы икән. Ҡалай бында рәхәт! Уға тамуҡҡа эләгәң, тигәнейләр ҙә баһа? Яҡты донъялағы ниндәй хеҙмәтең өсөн бында килеп эләктең һуң әле? Ләззәтлекте оҙонға һуҙырға теләгәндәй, ҡыбырларға ла ҡурҡып оҙаҡ ҡына ятты. Аяҡ-ҡулдарын һәрмәп ҡараны, барыһы ла үҙ урынында, теүәл. Ирекһеҙҙән тәнен семтеп ҡараны. Ауырта. Ундай ергә эләкһәң, тәнеңде һиҙмәҫкә тейешһең түгелме? Аптыранды. Ожмах булғас, хур ҡыҙҙары ла булырға тейештер бит, тип уйлап тирә-яғын ҡарар өсөн башын ҡалҡытты. Өҫтәл эргәһендә уралған таныш йөҙ күренде. Был аласығынан алыҫ йәшәмәгән күрше ҡатын ине. Ҡапыл уға ер түңкәрелгәндәй тойолдо. Ул оятынан башын ҡайҙа тығырға белмәне. Эшләмәгән эш өсөн алдап аҡсаһын алған, ә ул мине үлемдән, туңып үлеүҙән ҡотҡарған. Ул ғына ла түгел, йыуындырылған, таҙартылған көйө уның түшәгендә ятам. Бындай изгелеге уның башына һыйманы. – Ә, уяндыңмы? Туңып үлмәһә генә ярар ине, тип ныҡ ҡурҡҡайным, – тип ҡатын шат йылмайҙы. – «Скорый» саҡырам тип уйлағайным, ҡайҙан был төпкөлгә килһендәр инде. Кире уйланым. Алай ҙа спиртым ултырған, түшеңде шуның менән ыуҙым. Файҙаһы тейгәндер, моғайын. Был ысынбарлыҡта ошолай тормош  ағымы Мәхмүтте тамам аптыратты. Ярым шәрә  ятыуын аңлап, күҙе менән тирә-яҡтан кейемен эҙләне. – Мин уларҙы йыуып элгәйнем, – тип ҡатын уның кейем эҙләгәнен һиҙеп, әйтеп ҡуйҙы. Мәхмүт тағы аптыранды. – Моғайын, һурыҡҡандыр. Тәндә булһа ла кибер ул. Моғайын, пилорамщиктар ҙа эшкә килгәндер, – тип торорға ынтылды. – Бөтәһе өсөн дә һеҙ мине ғәфү итегеҙ инде. – Ятығыҙ әле, ятығыҙ. Пилорамщиктарың эшкә килеп, эштән ҡайтты инде. Хәҙер көн үтеп, тағы кис булды. Хәҙер сәй эсеп алырбыҙ. – Мин һеҙҙе алданым, иң һуңғы кеше булдым, ә һеҙ мин ҡотҡараһығыҙ, изгелек эшләйһегеҙ, – тип Мәхмүт телгә килде. – Ошонда йәшәгән өс кешегә барҙым. Улар өйөнә индереү түгел, һикәлтәһенә лә баҫтырманы. Ә һеҙ.. аңламайым... Уянғас та, һеҙҙе хур ҡыҙы, тип уйлағайным. Әле лә шулай тип уйлап ятам. Минең һымаҡтарға хәҙергә мәлдә ябай кешеләрҙән изгелек көтөрһөң, көтмәй. – Мин дә шул ябай кеше. Ғүмер буйы балниста медсестра булып эшләнем. Кеше һаулығы, ғүмере өсөн көрәштем. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ирем менән улымдың ғүмерен ҡотҡарып ҡала алманым. Аварияла үлде ул бахырҙарың, мине яңғыҙ ҡалдырып киттеләр. Ҡалала йәшәүҙән толҡа тапмай, был төпкөлгә күсеп килдем. Күңел тыныслығы эҙләнем. Бында матур тәбиғәт, кеше әҙ, иркенлек. Ләкин ҡайҙа ғына барһам да, ҡәҙерлеләрем арттан эйәреп йөрөй. Теге донъяла булһалар ҙа, минән ярҙам һорағандай итәләр... Әле лә һинең туңып ятҡаныңды күреп, ярҙам иткәс, күңелемә рәхәт, тыныс булып ҡалды. Мәхмүт ҡотҡарыусыһының өйөнән иртәнсәк кенә сыҡты. Был ҡатынға рәхмәттәре бөтмәне. Үҙен дә, ҡатынды ла аптыратып, мәңге араҡыға оронмаҫҡа һүҙ бирҙе. Шунан урамда өйөлөп ятҡан утынға ҡарап: «Мин хәҙер утынығыҙҙы ярып, өйөп ҡуям», – тип ҡулына балта алды. Флүр ҒАЗИН.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: