Бөтә яңылыҡтар

Атыңа рәхмәт әйт... (Хикәйә)

Йәйләү бал ҡорто иләүеләй геүләп хәрәкәткә килгән ине инде. Ҡыр-ҡаҙаҡтарҙың был яҡҡа яу менән яҡынлашыуы хаҡындағы хәбәр Һаҡмар йылғаһының иң йәмле туғайҙарының береһендә урынлашҡан башҡорт йәйләүенә йәшен тиҙлегендә таралды. Ирҙәр атҡа атланып, ҡулдарына ҡорал алырға ла өлгөрҙө.

Атыңа рәхмәт әйт... (Хикәйә)
Атыңа рәхмәт әйт... (Хикәйә)

– Йәйләүҙәге барлыҡ ир-атты бергә йыйғанда ла ҡырҡ кешенән артмай, ҡалғандары кемеһе ҡайҙа, – тине Ғәле батыр. – Ярҙам һорап, бөрйәндәргә барып еткәнсе, ҡаҙаҡ йәйләүҙе туҙҙырып өлгөрәсәк.

– Шунан, – тип уның һүҙен бүлдерҙе Ҡотой батыр, ҡырыҫ ҡына итеп. – Үҙебеҙ һуң кемдән кәм?..

– Шулай... Уңайлыраҡ урын табырға ла, аңдып ятып, һөжүм итергә кәрәк, башҡаса юл юҡ, – тип һүҙен осланы Ғәле батыр.

Бер аҙҙан улар янына баштан-аяҡ ҡоралланған ир-ат йыйылды. Барыһының да телендә бер генә һүҙ: «Ҡыр-ҡаҙаҡтар яу менән килә, уларға ҡаршы дау булып торорға кәрәк».

– Шаулашып-даулашып торорға ваҡыт та, форсат та юҡ. Мине тыңлағыҙ. Йәйләүҙәгеләргә икенсе урынға күсеп торорға бойороҡ бирҙем. Дошман беҙҙән ике тапҡырға күберәк. Килеп баҫһалар, берәү ҙә ҡотола алмаясаҡ. Шуның өсөн беҙ үҙебеҙ алдан өлгөрөп, уларҙы ҡамап, өҫтәренә уҡ яуҙырып, ҡоттарын алырға, уларҙы ҡасырға мәжбүр итергә тейешбеҙ. Асыҡтан-асыҡ һуғышһаҡ, еңеләсәкбеҙ. Был – беҙҙең ер, беҙҙең йәйләү, беҙҙең ғаиләләр...

Шулай тине лә Ғәле батыр, саптар ерән бейәһенең бөйөрөнә үксәһе менән еңелсә генә ҡағылып алды. Хужаһының ярһыуын тойған малҡай, үрәпсей биреп, Һаҡмар кисеүенә – дошмандар килгән тарафҡа йомолдо. Яу ҡомары ҡуҙғалған егеттәр Ғәле һәм Ҡотой батырҙар артынан елдерҙе. Һаҡмарҙы кисеп сыҡҡас, батырҙар яугирҙарҙы ҡарағайлыҡ менән ҡайынлыҡ урманы ҡушылған тәңгәлдәге киң аҡлан ауыҙына алып килде. Аҡланды ярым ай кеүек ҡамап, урман буйлап таралыштылар.

– Иң башта дошманды уҡтар менән ҡаршылайбыҙ. Беренсе сойорғотҡан уҡтар дошманға барып еткәнсе, икенсе уҡтарығыҙҙы атып өлгөрөгөҙ, ә өсөнсөһөн инде уларға ташланған мәлдә атығыҙ, – тип өйрәтте Ғәле батыр үтәсәк яу яланын күҙ ҡарашы менән байҡап алғас. – Дүртенсе уҡтарығыҙҙы атырға ынтылмағыҙ ҙа, өлгөрмәйһегеҙ, атырға ымды үҙем бирермен. Уларҙың башлығын ошо ҡарағайға ҡуша гөпсөтәм, шунда ата башларһығыҙ. Ҡаҙаҡ тик асыҡ урында ғына һуғышып өйрәнгән, ҡылыс менән алышырға тура килһә, тау-урманды ташламағыҙ... Уларҙың аттары ла урман эсендә ҡыйтыҡҡа әүерелә...

Һуғышсылар һәр береһе үҙенә тәғәйен урынға таралышып бөтөүгә, һайыҫҡан шыҡырҙай башланы. Алан-йолан ҡаранып, аҡлан уртаһына бер ҡоралай килеп сыҡты. Ҡолаҡтарын ҡайсылап тора бирҙе лә, Һаҡмар буйына сабып төшөп китте. Ниһәйәт, аҡланға илбаҫарҙар ағыла башланы. Үҙҙәрен бик иркен тотҡанға оҡшағандар. Ғәле батыр күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, янын киреп, уғының осон ялан уртаһындағы ҡарағайға тоҫҡап, башлыҡтарының яҡынлашыуын көттө.

Ҡыр-ҡаҙаҡтарҙың башлығы, нәҡ ул уйлағанса, мөһабәт ҡарағай төбөнә килеп туҡталды. Батырҙың башағына тиклем тартылған дүрт йәтмәле айыуға ата торған уғы яндың керешен зыңлатып осто. Атаҡлы мәргән ҡулынан атылған уҡ дошманының муйынына тейеп, уны эйәренән йолҡоп алып тигәндәй, ҡарағайға ҡуша ҡаҙаҡланы.

Был хәл шул тиклем көтөлмәгәнсә булды. Башҡорт егеттәре инде өсөнсөгә уҡ яуҙырғанда, ҡаҙаҡтарҙың ярты ғәскәре эйәрҙән осоп төшкәйне инде. Иҫән ҡалғандары ни уҡ яуған урман ситенә ташланырға, ни ҡасып китергә белмәй, һеңгәҙәп торғанында, урман ситенән һөрән һалып килеп сыҡҡан башҡорт егеттәре айбарланып дошман өҫтөнә ташланды. Китте һуғыш, китте ҡырылыш. Ҡапыл ғына ағаслыҡ ситенә сигенгән ҡаҙаҡ аттары, өркөп, хужаларын дошманға ҡаршы һуғышыуҙан айбандырҙы.

Ҡотой батыр алыштың иң уртаһында ҡайнаша. Уның әллә күпме дошмандың башына еткән тимер менән ҡоршалған аяуһыҙ суҡмары һелтәнгән һайын бер дошманды аты-ние менән тәгәрәтә генә. Тора-бара яугирҙарҙың ярһыулығы аттарға ла күсте. Кешеләр нимә? Күҙҙәренә ҡан һауған аттар ҙа, ҡолаҡтарын шымартып, бер-береһен тештәре менән йолҡҡолап, үрәпсеп, алғы тояҡтары менән бер-береһен ярғылай ине.

Ике яҡ та һуғыштың һынылыш мәле етеүен тойоп, йән аямай алышты. Мәгәр ил һаҡлау менән ил баҫыу араһында айырма ҙур шул. Ҡыр-ҡаҙаҡтар алан-йолан ҡарана башланы. Батырҙары үҙҙәренән һан яғынан ике тапҡырға аҙыраҡ булған истәктәрҙән хурлыҡлы еңелә барыуын, тешләнеп булһа ла, танырлыҡ хәлгә етеп килә ине. Ҡаҙаҡтар инде алышмай, ә төркөм-төркөм бүленеп, үҙ баштарын һаҡлай башланы. Ошо мәл Ғәле батыр үҙенең затлы кейеме менән башҡаларҙан айырылып торған ҡаҙаҡ яугирының ике йәнһаҡсыһына ышыҡланып, урман араһына инеп юғалғанын күреп ҡалды.

– Ул – минеке, ана, ҡалғандарының аяҡ-ҡулын сырмағыҙ, – тип урманға инеп юғалған ҡаҙаҡтың артынан төшөүселәрҙе кире бороп, Ғәле батыр ағас араһына йомолдо.

Батыр нисә йылдар буйы яу сапҡан атының йылғырлығына ышанып, саптарын туп-тура ағас-ҡыуаҡтар аша тау түбәненә, Һаҡмар йылғаһының уң яҡтағы туғайына ҡарай ҡыуаланы. Аҡыллы малҡай хужаһының үҙ ихтыярына ҡуйыуын аңлап, күҙҙәрен ҙур асып, тояҡ баҫыр урындарҙы байҡай-байҡай, хәтәр текә ҡая һуҡмағынан аҫҡа ынтылды. Туғайға төшөп етергә уҡ етәр генә самаһы ара ҡалғанда ғына баяғы ҡаҙаҡ һыбайлыһы дөпөлдәтеп сабып үтеп китте. Ҡаршыһына сығып өлгөрмәне. Батыр битенә бәрелгән ботаҡтарҙан ялтана-ялтана, туғайға килеп сыҡты ла, инде алыҫлашып өлгөргән һыбайлы артынан доҡойҙо. Әммә тирә-йүндә дан тотҡан саптары менән ҡаҙаҡтың араһы ҡыҫҡарырға уйламай ҙа, хатта алыҫлаша барған һымаҡ. Тағы ла күпмелер сапҡандан һун, Ғәле батыр бөтөнләй аптырауға ҡалды: дошманы күҙҙән юғала барҙы.

Мамыҡтай ҡаулан ҡаплаған осһоҙ-ҡырыйһыҙ киң туғай күҙ эйәрмәҫ тиҙлек менән ат тояҡтары аҫтына ағыла ла, артҡа табан һуҙылып ятып ҡала. Ана, Һаҡмарҙың оло дуға булып боролоп киткән урыны ла күренде. Әгәр ҡасҡалаҡ ҡаҙаҡ дуғаның теге осондағы кисеүгә етһә, ҡулдан ысҡынасаҡ. Сөнки унан күп тә бармай, ҡаҙаҡ далаларына тура юл асыласаҡ. Ә даланы тойған ҡаҙаҡ атын ҡыуып етермен тимә. Тимәк, ҡаҙаҡтың юлын киҫергә кәрәк. Тик нисек итеп? Ҡапыл йылға ситендәге ҡая башындағы кәзә һуҡмағы батырҙың иҫенә килеп төштө. Былтыр ғына шунда бер айғыр менеп етеп, ни һыуға ырғый алмай, ни кире төшә алмайса, бикләнеп ҡалып, астан үлгәйне. Ҡаяға бикләнеү шунан ғибәрәт: ғәйрәтле мал саҡ-саҡ беленгән ҡая кәрнизе буйлап бара ла, кәзә һуҡмағы юҡҡа сыҡҡан ерҙә туҡталып ҡала...

Ошоларҙы иҫенә төшөрөп тә өлгөрмәне, саптары ҡая янындағы асыҡлыҡҡа елдереп килеп тә инде. «Ә-һә, ана тегендәрәк өйөр айғыры бикләнгән ҡая!..» Малҡай хужаһының ниндәй хәтәр уй ҡорғанын әлегә белмәй. Һуҡмаҡҡа боролған саҡта батыр ҡунысынан ҡамсыһын сығарҙы ла, ҡурҡышынан ылбырап барған атына тамыҙып алды. Ҡамсы күрмәгән саптар был хәлгә тетрәнде, булһа кәрәк... Аңланы мал: хужаһы ошо юл менән ғәҙәттән тыш аҙымға бара. Бына кәзә һуҡмағы, бына кәрниздәр, бына текә ҡая сите. Ужғырып алды ла саптар, сабып барған еренән, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, Һаҡмар ҡосағына ташланды.

Ат һәм кеше, икеһе бер юлы һыу өҫтөнә ҡалҡып килеп сыҡты ла, икенсе ярға табан ынтылды. Әллә кеше атын һөйрәп йөҙәме, әллә ат кешенеме, аңлауы ҡыйын. Бына улар яр ситендәге һай урынды тойоп, ҡоро ергә аяҡ баҫты. Ғәле батыр тантаналы ҡырағай шатлыҡ менән йылғаның дуғаһы осондағы ергә тураға елдерҙе. Ҡуйы муйыллыҡҡа барып еткәс кенә иркен тын алды: муйыл япраҡтарын ҡулдары менән айырып күҙәткән батыр ҡаҙаҡтың кисеүгә төшөп килеүен күреп йылмайҙы. Хатта ул юлбаҫарҙы йәлләй биреп ҡуйҙы. Дошманымдан тамам ҡотолдом тигән саҡта ғына, алданыуыңды аңлау ауырҙыр...

Ҡаҙаҡ һуғышсыһы атын ҡамсылай-ҡамсылай кисеү аша юрттырып сыҡты. Ҡоро ергә аяҡ терәгәс, һыбайлы атының башын шаҡара тарта биреберәк, теге яҡ ярға күҙ һалды. Ул башҡорт ерендә ятып ҡалған, әсир төшкән ырыуҙаштары менән шулай хушлаша ине, гүйә. Байлыҡ, муллыҡ тип ымһынып килделәр ҙә, истәктәр үҙҙәренән хәйләкәрерәк булып сыҡты. Атының бөйөрөнә тибеп, артабан дала яғына сабып китергә ынтылғанында ғына, күк әйләнеп киттеме ни, ер ниндәйҙер көс менән уны үҙ ҡосағына тартып алды. Башы ергә «зыңҡ» итеп бәрелде, әммә ауыртыныу һиҙмәне. Сөнки Ғәле батырҙың ҡылдан үрелгән ҡороғо уға тын алырға ла ирек бирмәне. Ул иҫен йыйып, аяғына баҫҡанда, Ғәле батыр уны сәпкә алғайны инде. Бер аҙ торғас, уҡ-янын ситкә борҙо.

– Айыуҙың тырнағы бар, бүренең тештәре, уларға атһаң да була. Ә һиңә нимә тип уҡ әрәм итергә һун? Ал ҡылысыңды, баҫ алдыма. Исмаһам, һуғышып үл...

Ҡылысын тотоп, ҡапыл һикереп аяғына баҫҡан ҡаҙаҡ ир-уҙаманы башҡортҡа табан ырғып, бары тик бер тапҡыр ғына һелтәнергә өлгөрҙө. Ҡаҙаҡтың өтәләнгән ярһыулығынан ҡапыл тоҡанған Ғәле батыр, ғәйрәтләнеп китеп, булат ҡылысы менән дошманының ҡулындағы ҡоралын бер һелтәнеүҙә һындыра һуҡты. Ҡылысының һыныуы ҡаҙаҡтың да рухын һындырҙы, булһа кәрәк, ул тәҡдиренә буйһонған рәүештә, тубығына сәнселеп, башын түбән эйеп, доға уҡырға кереште.

Ғәле батыр ҡаҙаҡтың башын өҙә сабырға тип икенсе тапҡырға ҡылысын юғары күтәреүе булды, шул килеш ҡатып ҡалды. Күҙен ергә терәгән дошманы һаман да доға уҡыуын белде. Хәҙер-хәҙер батыр ҡулын аҫҡа төшөрөүе булыр, уның ғүмере ҡыйыласаҡ. Юҡ, батыр һаман да ҡылысын юғары күтәргән килеш, һынташтай ҡатып ҡалғайны. Йәлләйме батыр үҙ ерен таларға, малдарын ҡыуып алып китергә, ҡатындарын көсләргә тип килгән ҡыр-ҡаҙаҡты?

Юҡ... Батырҙы туҡталып ҡалырға мәжбүр иткән сәбәп икенселә ине. Улар алышҡан ерҙән бер аҙ ситтәрәк Ғәле батырҙың ерән саптары менән ҡаҙаҡтың ерән дүнәне бер-береһенә морон терәгәндәр ҙә, бер-береһен еҫкәшеп, нәзәкәтле тауыш менән кешнәшеп, ат телендә аралашып-һөйләшеп тик тораларсы. Ул ғына ла түгел, бер-береһенең ҡолаҡтарынан тартҡылашып, бер-береһенең түшенә ҡағылышып алалар...

Һәр секунды йылдай тойолған көсөргәнешле мәлдең бар ауырлығын үҙендә тойған ҡаҙаҡ күҙҙәрен сытырҙатып йомдо. Белә ул Ғәле атлы истәк батырын.

– Ҡара әле, ана, аттарға... Башҡорт батырының был һүҙҙәренән ҡапыл тертләгән ҡаҙаҡ күҙ-ҡарашын аттар торған яҡҡа ташланы. Нимәнелер иҫенә төшөргән кешеләй, башындағы торҡаһын ергә атып бәрҙе лә, батырҙың күҙенә текәлде. Шул саҡта ғына Ғәле батыр ҡаҙаҡ һуғышсыһының үҫмерлеге лә сыҡмаған йәш бала икәнлеген тоҫмалланы.

– Эй, истәк батыры, – тип күҙ йәштәренә мансылды ҡаҙаҡ, башҡорт һәм ҡаҙаҡ телдәрен уҡмаштырған лөғәттә. – Атыңды беләм мен, Ғәле батыр буласын ғуй... менгең ел еткермәҫ саптар...

– Шунан, – тине Ғәле батыр уға сүгәләй биреберәк.

– Анан сон, менем атам Сөйөндөк бей булыр, ғуй, – тине ҡулын түшенә ҡуйған ҡаҙаҡ Ғәле батырҙың күҙҙәрендә уянған мәрхәмәт осҡондарын тойоп. – Өч ел элек атам истәк ҡыҙын урланы, аның затлы бауырдан булыуын төсенеп, кире килеп, ата-анасынан фатихасын сораны. Кыз да аны үз итте. Атам ғәфү сораны, калым түләне...

– Шунан?..

– Анан сон, син, Ғәле батыр, атамды ярлыҡау билгесе итеп йола ҡушҡанча ҡолон биргәнсең...

– Ҡыҫҡараҡ тот, – Ғәле батыр һынын турайтып, ҡылысын йәпләне.

– Ул ҡолон ана тора, анын анасы син менгән саптар биә...

Ҡаҙаҡтың һүҙҙәренән һуң Ғәле батыр баҫҡан урынында ҡолап китә яҙҙы. Ысынлап та, уның саптар бейәһе менән ҡаҙаҡтың менгеһе бер тамсы һыу кеүек оҡшағайны. Бына ниңә улар шулай бер-береһен еҫкәшеп тора? Таныған малҡай үҙенең ҡолоҡасын...

– Атыңа рәхмәт әйт. Башыңды әлегә имен ҡалдырам. Мин һине хәҙер ҡолағыңды киҫеп алып, үҙеңде атыңдың ҡойроғона тағып, далаңа оҙатам, – тине батыр ҡаҙаҡ малайының күҙенә тура ҡарап. – Маңҡа, ниңә ил баҫырға баҙнат иттең? Иҫән ҡайтып етһәң, атаңа әйт: йөҙ егетенең мәйетен килеп йыйып алһын, ҡашыма килеп баш эйһен. Эйелгән башты ҡылыс сапмай, башҡорт ҡаҙаҡҡа баш эймәйәсәк, тип әйт...

– Әйтермен, ғуй, мәрхәмәтле истәк батыры Ғәле аҡа...

– Уҡы доғаңды...

Ҡылысын ҡынына һалып, ҡаҙаҡ егетенең ҡолағын өҙөп алмаҡҡа бысағын ҡулына алған батырҙы саптар бейәһенең йәнәсыҡҡа кешнәүе йәнә туҡтатты. Батыр йәнә аттар торған яҡҡа текәлде.

...Ҡаҙаҡ егете тауыш-тын сығармай, күҙҙәрен сырт йомоп, башын аҫҡа эйеп, доға уҡып, бик оҙаҡ ултырҙы. Ғәле батырҙың язаһын, ҡолаҡтарын ҡырҡып алыуын, үҙен ат ҡойроғона тағыуын көттө. Күпме ултырғандыр, Һаҡмар кисеүендә һыу шаптырлаған тауышҡа башын ҡалҡытып ҡараһа, Ғәле батыр саптары менән үҙ яғына сығып бара ине инде. Үҫмер үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы, аптырауҙан, ҡолаҡтарын тотоп ҡараны. Улар үҙ урынында. Йүгереп барып, үҙ атына атланды ла, далаһына табан елдерҙе.

Һаҡмар ярында уның һыныҡ ҡылысы, тимер торҡаһы һәм башҡорт батырының ҡамсыһы ғына ятып ҡалды. Сикһеҙ даланы һағыш ҡатыш көслө кешнәү тауышы яңғыратты, һаҡмар йылғаһы аръяғынан, бейек-бейек ҡая-урмандар араһынан шундай уҡ кешнәү яуап биргәндәй булды.

Мирсәйет ҠЫЛЫСОВ.

Читайте нас: