Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр Булған хәлдәр
23 Сентябрь 2022, 21:45

Шәжәрә (хикәйә)

Кәлимулла ҡарт үлергә йыйынып бөткәйне инде, күңеленән яҡты донъя менән, яҡындары менән, ауылдаштары, күрше-күләне менән бәхилләшеп түшәгенә менеп ятҡайны, хәлбүки көтмәгәндә әбейе еткергән хәбәр уның йәнен, зиһенен, сәмен ҡуҙғытып ебәрҙе.

Шәжәрә (хикәйә)
Шәжәрә (хикәйә)

Кәре ҡайтышланып, быуынһыҙланып аҙна самаһы түшәгендә аунаған кәгез ҡарт, беренсе көн тыңланғандай, асмандан килер билдәһеҙ илаһи көстән ҡөҙрәт көткәндәй тоҙ төҫөнә ингән нурһыҙ күҙҙәрен түшәмгә төбәп ятты, икенсе көн алға китешен иҫбатлап, төйөрөм генә икмәк һынығына ҡаймаҡ яғып ҡабып, ҡуян ҡанылай ҡаты итеп яһалған сәйҙе түңкәрәһенән эсеп үк ҡуйҙы, өсөнсө көн инде биниһая ваҡыт түшәгендә кәксәйеп, һорау билдәһеләй һерәйеп алды, урам яғына ла ҡыҙыҡһыныусан, теремекләнә төшкән ҡарашын атты, шул ҡылығы менән булмышында тормошҡа дәрте, йәшәүгә ғәме уяныуына ишараланы. Күренеүенсә, ҡарттың фанилыҡта тамамланмаған эше ҡалғандыр ҙа, ул шуны хәтерләп, башҡарып ҡуйырға итеп тороп ултырғандыр, уның үҙен тотошонан, тырышып-тырмашып йәшәргә ынтылыуынан шуны һиҙемләргә мөмкин. Уҙған төндө ыңғырашып уяулы-йоҡоло үткәрһә лә әле уның хәле байтаҡҡа яҡшырғанға оҡшаған, таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан карауатынан ҡалҡҡас уятырғамы быны, әллә юҡмы, тигәндәй, эргәһендә бөршәйеп ятҡан ҡарсығына бер килке икеләнеүле төбәлде. Ошо йәшкә етһәләр ҙә икәүҙән-икәү генә көн иткәнгәмелер улар әлегә түшәк айырмаған. Йәнәш ятып, арҡаны арҡаға биреп төн үткәреүҙәренең тағы ла бер нигеҙле сәбәбе бар - ҡарсығы унан байтаҡҡа йәшерәк булһа ла һуңғы йылдарҙа ишетеүе ҡырҡа насарайҙы, ҡолағына усыңды ҡуйып өндәшмәһәң ҡылъяймай ҙа, ипле мөғәмәләне бар тип тә белмәй. Ныҡлап ятып киткәс ҡарсығы стена эргәһендәге карауатҡа ҡабырғаһы менән терәлгән диванға күскәйне күсеүен, һуңғы ике көндә ҡартының ҡарыуының ҡабаттан терелеүен һиҙеп-тойомлап, кисә кис ҡуштанланып янына килеп һыйынды. Ғүмере буйы һеңер-тарамыштан хасил яурынбашты еҫкәп йоҡлап күнеккәнгә әллә, уның йоҡоһо йоҡо түгел шул ошо арала, әле форсаттан файҙаланып ҡалыуы үҙенсә. Әбейенең уянырға иҫәбе юҡлығына эсе бошҡан яндырайыраҡ холоҡло ҡарт май бөргән төйөрөм билгә ипле ҡағылып сәләмәт саҡтағылай көр лауылданы:

 – Һиңә әйтәм, йоҡо һимертеүеңде ҡуй, көтөү ҡыуыр мәл етте ләһә, тик ятасы! Әле иркенлеккә өйрәнеп етмәгән малды ауыл осона саҡлы оҙатмаһаң ялтаңлап ҡасырға әҙер, шуға бит һыйыр, тана-торпоно башта Баланлы Үҙәк башына өйөрәләр. Нәҡәҫләнеп һуң бызмырҙаһаң, кемдеке - шуныҡы, ояты ни тора, ҡымғырла! - Кәлимулла аҡыл өйрәткәндәй бер тынанан теҙҙе.

 – Нимә тинең, Кәли! - Тегеһе йәлт, итеп ҡалҡынды ла ойпаланған, һиҙелеп йоҡарған сал сәстәрен ҡаҡ һөйәк бармаҡтарын бейетеп рәтләштергәс күрәғара күҙҙәрен ҡартына секрәйтте. – Сарсап киттеңме әллә, сәй ҡайнатып килтерәйем булмаһа? Самауырҙың ҡуҙын ҡаҡмай ғына төнгөлөккә тип баҫып ҡуйғайным, итек ҡуңысы менән елпетһәң һә, тигәнсе ҡабыныр.

 – Таң тишегенән ниндәй сәй ул тағы, Иркәне көтөүгә ҡыу, тим. Тыңланып ятам, һауырға саҡырып әллә нисә тапҡыр тауыш бирҙе. Малды зарыҡтырып баҡыртып ҡуйыу иртәнге йоҡоларына баш була алмаған һәпрә бисәләрҙең ғәҙәте. - Өй эсе ауыл йыйылышындағылай шау-шыуға тулды: ситтән күҙәткәндә әрләшә был икәү, тип уйларға мөмкин. Төптө улай түгел, Кәлимулла әбейенең ишетеү һәләтенә яраҡлаштырып өндәшә, тегеһе унан да арттырып ебәреп яуаплай.

 – Һин әйтмәгәндә как будты белмәйем, мин дә әллә ҡасан уяндым ул, йоҡлай бирһен был, тип яттым инде әүелйегәнгә һалышып. - Шулай ҙа ошоғаса ҡартының өмөтһөҙлөккә бирелеп шымтайыуына эсе бошҡан ҡарсыҡ, бөгөн уның тәү тапҡыр һәүетемсә өндәшеүенә ҡыуанып ҡайтымһаҡланды. - Һин, Кәли, ошолайтып ҡына ятып тор, мин хәҙер, иртәнге мәшәҡәттәрҙе еренә еткерермен дә сәй эсеп алырбыҙ, ауырығаныңда ауыҙыңа тәғәм ризыҡ ҡапманың да. - Сәрби эске күлдәге аша беленгән бушаҡ, һалынҡы түштәренән уңайһыҙланғандай стена яғына боролоп киң итәкле күлдәген кейҙе, яулығын яҙып ябынды ла ауыр ҡуҙғалып карауаттан төшөргә йәтәхәнләнде.

 – Уныһы аҙаҡ, һин, Бытбылдыҡ, яңынан ҡабатла әле кисәге яңылығыңды! - Әйтерен аҙаштырып, мөғжизә-йомаҡҡа төрөп һөйләүгә әүәҫ һүҙсән әбейен аңламаған осраҡта Кәлимулла ҡарт битәрләп түгел, шелтәләп шулай өндәшә. - Яр аҫтынан яу сыҡҡандай килтереп бәргән хәбәрең йоҡо бирмәне төнө буйы, был бола заманда әҙәм рәтле, тыныс ҡына үлергә бирмәйҙәр, тәки.

 – Үләм, тисе, атаҡ, ауыҙыңдан ел алһын! - Ҡурҡыныс нимәне өйҙән ҡыуырға теләгән ҡулдар сәбәләнеп һелтәнгәндән һуң йәненә тейгән ҡушаматты ҡабул иткеһе килмәй ян-яҡҡа яҙылдылар. - Ғүмер буйы шулайтып йәнемә тейҙең әйтәгүр, ярай әле, бытбылдыҡ булһа ла әбейең бар, юғиһә минһеҙ көн итер инең, итмәй ҙә! - Һеркәһе һыу күтәрмәгән Сәрби тороп китте лә, үпкәсел байпаңлап барып ҡорғанды шылдырып тәҙрә төнлөксәһен асты, шөғөл юҡта шөғөл табып урын буйында ятҡан яҫтыҡтарҙы алмаш-тилмәш гөпөлдәтеп ҡабартты, һыртын ҡуйып, ишек төбөндә торған серванттағы һауыт-һабаны унда-бында шылдырып сағыу шауҙырлатырға тотондо, үҙе һаңрауҙарға хас сағыу сәрелдәп бәхәскә тарта барған һөйләшеүҙе тамамларға самаланы. - Әйтһәм әйткәнмендер, әле уны оноттом да, һәр хәбәрҙе хәтерләргә башым дом совет тиһеңме әллә. - Шулай тине лә еле сыҡҡан туптай ауыр уфылдап «көлһыуалла» һын ҡабатлай-ҡабатлай аяҡтарына сөм калуштарын ҡатып сығыу яғына ыңғайланы.

 – Онотмай тор әле, пагаҙи, ҡабаланма, Сәрби, ултыр яныма! - Кәлимулла бойорғандай итеп өндәште лә карауаттан ҡыу, йөнтәҫ сираҡтарын һалындырҙы. - Ҡыҫҡа, аңлайышлы ғына итеп ҡабатла теге хәбәреңде, төшөнмәгәнемде төшөндөр алйыған ҡартҡа!

 – Һине бер кем дә иҫәүәнгә шутламай, ир булһаң бисәкәйләнеп ҡатын-ҡыҙҙар ғәйбәтен ҡыуалатма, йәме.

 – Улайтып урынлы-урынһыҙға зеркәнләмә, ауырып китеп дилбегәне бушаттым, буйлаттым һине!

Ындым, тиҙ кәлейәгә төшөүсән, ҡартының һүҙенән сыҡмаусы Сәрби тиҙ ипкә килде, йөҙөн мөләйемләндереп тыңлаусан ҡайырылды ла ҡартының янына терәлер алдынан карауаттан юрған тартып Кәлимулланың аяҡтарын, бил тирәһен тыҡшырмаланы. - Иртәнге елдең зәхмәте ҡуша йөрөй, ҡағылып, ҡабаттан йығып ҡуймағайы, тим, баш ҡалҡытыуыңа сөбхәналла, зерә ҡыуанам, үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайым әле. - Шунан тыш та быш килеп, йомортҡа һалырға йыйынған тау-ыҡтай янбаштарын уңлы-һуллы ҡуҙғатҡылап ҡартының эргәһенә урынлашҡас әйтерен кәлепләй башланы. - Теге ни, һинең һыңарың Ғәлимулла мәрхүмдең улы Вәлиулла…

 – Имандарын юлдаш итһен, улар икеһе лә яҡты донъяла юҡ бит инде!

– Вәлиулла ҡәйнештең төпсөгө Ғәлиәндең, киленебеҙҙең тиҙҙән ҡырҡы бит!

 – Беләм. - Кәлимулла яҫы, ҡылға әүерелеп сал ҡунған ҡаштарын беркетте, йөҙөндәге йыйырсыҡтары тағы ла тәрәнәйеберәк киттеләр. - Ҡаза инде, балаларын ҡалдырып бер төптән китеп барырҙар, тип кем уйлаған. Ғәлиәнде электән яфалаған йөрәк өйәнәге йыҡты, килен шул юғалтыуҙы күтәрә алманы… Мине ана шул фажиғә аяҡтан яҙҙырҙы ла инде, юғиһә мыштырлаһам да йөрөп ята инем әле. Бер юлы ике ҡайғыны кисереүе анһатмы, знамы матур, татыу ғаилә ине. Хоҙай ҙа шундайҙарҙы һайлап-сүпләүсән, йәнә маңлайға яҙғандан уҙып ҡайҙа бараһың, ни ҡылаһың… - Кәлимулла ҡарт ауырлыҡтан бөгөлгәндәй алға эйелде, тамағы төбөнән ыңғырашыуға тартым өн сығарҙы, Сәрби ҙә ҡартының осло иңбашына сикәһен терәп былай ҙа бысылдаҡ күҙҙәренә яҙып ябынған яулығының осон тигеҙҙе. Бер килке тын ҡалдылар. Ҡаны ҡасҡан ирендәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡыймылдатып белгән доғаларын эстән уҡыған Кәлимулла битен һыпырғас ҡулдарын тубығына һалды - Аятына бара алмаҫымды алдан уҡ тумбыттым бит инде, үҙең генә хәйер-саҙаҡаһын өләшеп, ҡәҙер-хөрмәтен күрһәтеп йоланы еренә еткер-ерһең. Гүр саҙаҡаһына муллаға тәкә әйткәйнек тә инде өстәрен уҡ-ытҡанда, ҡырҡына һуйырһығыҙ, тип алмағайны, шуны Тыңҡыш Әхмәтйәнгә әйтербеҙ, һыҙырып бирер, уның ҡулынан ит тәмле була. Сүтәки малайҙарға көнэлгәре тилиграм һуғырға кәрәгер, өсөн уҡытҡанда ла, етеһенә лә ҡайта алманылар ҡанлы көндә ҡарындаш яҡын, был юлы ятып ҡалмаһындар. Ҡайтырҙар улар, байрамға саҡырып Зилиә килен былай ҙа сәләм еткергәндер, бөтәһе лә бер көнгә тура килә бит. Малайҙарҙың ҡайтыуҙарына ла бер һарыҡты һуйып алырбыҙ, ҡунаҡтар барҙа итһеҙ булмай. Һин теге, уратма әле, Ғәлиәндең балаларына ҡағылышлыны кисә аш өйөндә һөт айыртҡанда күрше Фатимаға бытылдай инең бит, ишетмәй ята был, тип уйлағанһыңдыр.

 – Минең ише кәрәккәнде генә ишетеп көн итмәйһең шул, һаҡҡолаҡһың бигерәк. - Сәрби өҙмәйһең дә ҡуймайһың, тигәндәй шелтәле һирпелеп алды ла теләр-теләмәҫ кенә өҫтәне. - Балаларҙы ҡалаға, балалар йортона урынлаштырмаҡсылар икән, элекке көн Һайыҫҡан Ғәлимә көтөү ҡыуғанда сурытып торҙо, теге ике килен өндәшеү ҡайҙа ул, ләм-мим.

 – Нисек ҡалаға?! - Кәлимулла аңламағандай аңшайҙы - Улар бит икеһе лә Вәлиттәрҙә!

 – Эй, бахырҙар, йөрөнөләр инде күсмә ҡаҙаҡтай ике арала, аҙнаға яҡын Вәлиттәрҙә, шунан әле улар Хәмиттәрҙә. Унда ла ата-әсәләренең ҡырҡы сыҡҡансы сыҙатырҙар инде, ары түгел. Беҙҙә генә булығыҙ тигәйнем дә үткәндә Рәшитенә, аҡыл ултырған бит уға хәҙер, ҡуй, олатай сирләй, тип һеңлеһе Ғәлиәне эйәртеп сыҡты ла китте. Низнай, ҡалайтырға инде уларҙы, шуларға ҡарайым да йөрәгем өҙөлә. Бисаралар, ата ҡурсыуын, инә ҡәҙерен белмәй үҫерҙәр инде. Тегендә, ҡаҙна йортонда кемдең ҡулына барып юлығалар бит әле, бына сур!

 – Ен һуҡҡан ҡарсыҡ, телең телгә йоҡмай нимә юҡ-барҙы лыбырҙайһыңү Нисек кемдең ҡулына, уларҙы кем ҡайҙа ебәрә?! Минән һоранылармы? Ғәлимулла мәрхүмдән, иртә үлеп ҡалған Вәлиулла ҡустынан һуң Ҡалмантаевтар араһында баш ҡалманымы ни? Ниңә Хәмит менән Вәлит килеп кәңәш итмәйҙәр, ул ниткән белекһеҙлек, баш баштаҡлыҡ!

 – Хәҙерге йәштәрҙең кәңәш-төңәш итергә барымһыҙлығы билдәлеү Орҙо-бәрҙе итеп үҙҙәренсә әүәләйҙәр ҙә ҡуялар.

 – Вәлиулла малайҙарының икеһен дә саҡыр хәҙер үк! - Кәлимулла шулай тине лә аяҡтарына тышауланған юрғандан арынып тубыҡтарына терһәкләнеп башын ҡуш усланы. - Штубы кәнкритне итеп әйт, һуҙмаңламаһындар, килеп етһендәр, шунан һуң ҡайт та сәйеңде хәстәрлә

Ҡартының элекке, этеп алып барған тәүәккәллегенә ҡайта барыуын күреп юғала биреп ҡалған ҡарсыҡ мөсһөҙләнгән, төндәрен быуындары һыҙлап йонсотҡан аяҡтарын етеҙ бейетеп сығып йүгерҙе.

Кәлимулла шәп булып ҡыланһа ла әбейе сығып киткәс карауат тимеренә тотоноп ауырлыҡ менән ҡалҡты ла тәнтерәкләп, көслөк менән ҡуҙғалып йыйына башланы: аш өйөндә торған мейес көлдөксәһенән еҙ ҡомғанды алып ишек төбөндәге тасҡа бит-ҡулын сайҙы, һуңғы арала ҡарауһыҙға әүерелгән һаҡал-мыйығын ҡайсыһыҙ ғына, устарын еүешләп һыпырып рәткә килтерҙе, түргә эленгән, ҡунаҡҡа барғанда кейгән пинжәген кейҙе, түшенә күҙ һалғас һандыҡ яғына ынтыла биреп ҡуйҙы ҡуйыуын, мәгәр ҡул ғына һелтәне, ошолай ҙа яраған, йәнәһе. Яҙ йылыһына ирәйеп әкренләп йоҡоһонан арынған бал ҡорто ише Кәлимулла ҡарт та ығыш ҡымғырлап ҡатҡан быуындарын, тәнен яҙҙы, хәрәкәтенән бәрәкәт алды. «Кәүҙәһе бирешмәгән, ағзалары ла тилбер ҡуҙғала ла баһа, булмышын күңел төшөнкөлөгө баҫҡан» Кәлимулла ҡарт үҙен үҙе шулай ҡеүәтләне, дәртләндерҙе.

Әбейенең кире боролоп инеүенә ул түрбаштағы өҫтәл артына ҡунаҡлағайны. Тегеһе уны күргәс ҡыуанып телен шартлатты:

 – Сәхнәгә сығырға йыйынған достоин әртискә оҡшағанһың, ҡарт!

 – Саҡырҙыңмы! - Күтәрмәләүҙе ҡабул итмәгән Кәлимулла ҡырыҫ ҡыланып һораны.

 – Көтөү ҡыуып ҡайтышлай һуғылып әйттем икеһенә лә. Вәлит, тиҫкәренән бөткән нәмә, ыңһарлай ине, кисекмәҫтән килергә ҡушыуыңды әйткәс теләмәй генә, йә, барып сығырмын, тине. Хәмитенә бисәһе эйәрер китәсе, ыстырам. Ирҙәр үҙҙәре генә һөйләшергә, кәңәш тоторға йыйыналар, тигәс баҙнат итә алманы, артыҡлап ныҡышманы. Ҡуштан тауыҡ ише иренә тағылырға, уның алдынан төшөп, уҙҙырып хәбәр һөйләргә әүәҫ бит ул беҙҙең өлкән килен, үҙе саманан ашҡан активиска, әле нисәнсе ай ауылдың шәжәрә байрамын үткәрәм, тип сабыулай.

Вәлит менән Хәмиткә ҡағылышлыһын илтифатһыҙ тыңлаған Кәлимулла шәжәрә, һүҙен ишеткәс әсе ҡапҡандай сирылды:

 – Заман ахырыһы етһә, һүҙ менән эш килешмәҫ, тигәндәре шулдыр, киленде әйтәм, шәжәрә, тип юрғалай, әммә Ғәлиәндең балаларын һыйындырырға теләмәй. - Йомошто еренә еткереп ҡайтҡан ҡарсығын маҡтап алырға ла онотманы. - Тәфсилләп саҡырып иллә дөрөҫ эшләгәнһең.

 – Ғаилә йөгөн ҡушарлап, мисәүләп тартып, һин әйткәнде ҡеүәтләп ғүмер уҙҙы инде.

 – Шулай булды шу. Алай ҙа был донъяла һин барһың, ҡарсыҡ - Был ипле, наҙлы һүҙҙәрҙе әйткәндә Кәлимулла ҡарттың төҫһөҙ күҙҙәре балҡып, нурланып киттеләр.

Уңғансы тыш яҡтан сәләмләү ишетелде:

 – Әссәләмәғәләйкүм, ағай, еңгә, инергә мөмкинме? - Ишек дауыл ҡайырғандай киң асылып китте лә Хәмиттең ҡыҫҡа буйлы тыңҡыш кәүҙәһе пәйҙә булды. Ул ғәҙәтенсә көйәҙ кейенгән, костюм-салбарҙа, ҡыҫҡа муйынын ҡораманы хәтерләткән яҫы галстук быуғанғамы былай ҙа таҫрый күҙҙәр соҡоронан сығып былтайған-дар. Тарбыҡ бармаҡтарҙы ялғаған ҡабарынҡы ус ялтас түбәне ыуҙы - Бына, ағай өндәште, тигәс кисектермәй килеп етелде!

Ҡунаҡ күренгәс Сәрби тырт-мырт баҫып аш өй яғына юрғаланы, үҙе ыңғайы бер ҡырыҫ иҫкәртте:

 – Саҡыртмай ғына, үҙ яйың менән генә килеп хәл белеп булмаймы?! Үткән аҙнала ағайың ныҡлап ятып китте, ер аяғы ер башындағы малайҙарҙы ла ғауғаға һалғыбыҙ килмәне, һеҙ йөрөйһөгөҙ бында ҡасып, күҙ йәшереп!..

Хәмит бәләкәй кәүҙәһен тәгәрәтеп килеп йорт хужаһына ҡуш усын һондо:

 – Ваҡыт яғы наҡыҫ, еңгә, ваҡыт етмәй. Икебеҙ ҙә көнө буйы эштә йөрөгән булабыҙ, кис арып ҡайтһаҡ ҡыл өҙөр әмәл ҡалмай. Ысынү - Ағаһы һүҙ башламаҫ элек Хәмит шулай аҡлана һалды.

 – Вәғәләйкүмәссәләм, Хәмитйән Вәлиуллович, сәләмәтлегем аламаға терәлмәгән, ярауым аҫтымда түгел, үҙем ятып, үҙем тороп йөрөйөм әлегә. Ултыр, - тине Кәлимулла уртына тартылған сикәләрен һыпырып, - Улайтып уҡ ҡарыуың ҡайтҡас көнитмешең минекенән дә хөртөрәк түгелме? - Йылтырап тартышҡан һимеҙ битле, муйынһыҙ тумалаҡ башты, тултырылған тауыҡтай тулы кәүҙәне тағы ла бер тапҡыр күҙҙән үткәрҙе.

 – Улай уҡ түгел түгеллеккә. - Хәмит уңайһыҙланғандай итте. – Эш, ваҡ хәстәрҙәр етерлек, тимәксемен. Мәктәптән ҡайтып инелмәй. Директор булараҡ хужалыҡ мәшәҡәттәре баштан ашҡан, өҫтәүенә дәрес уҡытаһың, ҡырҡ ата балаһы коллективты етәкләү ҙә еңелдән түгел.

 – Күтән һурпаһы эсеп көн иткән бахырҙай һандырама улайтып, йә ышандырып ҡуйырһың, мыжыҡ хужаларҙы йәнем һөймәй. Мәшәҡәт бер ваҡытта ла бөтмәй инде ул, әҙәм балаһы үлгәс тә өс көнлөк эше ҡалыр, ти. Уйлап ятып иҫәпләп сығарҙым, минекен өс көндә генә бөтөрөрлөк түгел икән, шуға үлемде кисектерергә тура килде. Юғиһә йыйына башлалғайны, ни тиһәң дә туҡһанды ҡыуыла, һәр сир-тымауҙы үләм икән, тип ҡабул итәһең. Килен нимәләрҙе хәстәрләй, именме, балалар?

 – Арыу. Өлкән ҡыҙыбыҙ институтты бөтөрә быйыл, кесеһе өсөнсө курста уҡып йөрөй, икеһе лә буласаҡ экономистар. Киленең шул китапханаһынан сығышмай, ауылдың бөтә йәмәғәт эштәре уның өҫтөндә. Унан ҡалһа өй тирәһендәге ваҡ-төйәктәре йонсота. Мал көтөүгә сыҡҡас әҙерәк тын алыр был, тиһәм ҡаҙҙар себеш сығарҙы, хәҙер шулар менән мәш килә.

 – Нисә оя ултырттығыҙ быйыл, сыҡҡандары ишлеме?

 – Өс. Бер сереткеһе булһасы, тип ҡыуана киленең.

– Яраған. - Кәлимулла ишеткәндәренән ҡәнәғәт ҡалды, шулай ҙа әңгәмәне саҡыртыу сәбәбенә яраҡлаштырҙы - Яландай өйөгөҙ һәр ваҡыттағыса ялт, итәлер инде, килен бит эшлеклеү

 – Киленең шәп ағай, өйгә туҙан, сүп-сар ҡундырмай.

 – Ғәлиәндең балалары һиндә, тип ишеткәйнем, улар ҡыйлайҙыр, боларталыр инде?

 – Балалар күргән бар, - тип ыңғайға һыпырҙы Хәмит.

Кәлимулла башҡаса һүҙ ҡуйыртманы, ҡарсығы инеп-сығып, йүгергеләп йөрөп әҙерләгән табынға етеште, сәйен сынаяҡ аҫтына ҡойоп, шаҡмаҡлы шәкәрҙе керт, иттереп тешләп оҙон һөйрәп эсергә кереште лә тамағын йомшартҡас ҡулындағын ҡуйып һораны:

 – Нишләп бығаса Вәлитдин килмәй икән, сатына шеш сыҡмағандыр ҙа? Һин дә ултырма уҡлау йотҡандай, - Хәмиткә һирпелде, - етеш барынан, килереңә ышанып уҡ бөтмәгәс ҡаҙы-ҡалъя бешереп аҙапланманыҡ.

 – Вәлитдинде саҡырҙым, тинем бит. Уның ауырыу-сырхауы миңә мәғлүм түгел. - Сәрби үҙенә ҡағылышлыһын ғына ҡабул итте лә сәй яһауында булды.

Вәлит ярты сәғәт самаһы һуңлап килде. Уның өҫ-башы заманса: затлы салбар күлдәктә, яурындарында килешле күн куртка ята, терпе һымаҡ итеп алдырылған ҡыҫҡа сәстәре, ҡалын ирендәре араһынан аҙау тешенә кейҙерелгән алтын коронканың йылтырап күренеп-күренеп ҡалыуы, бил ҡайышына беркетелгән, ҡара күндән тегелгән замоклы сумкаһы уның яңы, бығаса ауыл халҡы шөғөлләнмәгән һөнәрҙе ҡыуыуына ишаралай. Тупһа аша үткәс тә дәрәжәһен белеп кенә ҡыймылданы, Кәлимулла, Хәмит менән күрешкәс, еңгәһе яғына ҡарап алғас рәсми тонда сәләмләне:

 – Һаумыһығыҙ. Нисек йәшәп ятаһығыҙ?

 – Һинең фатиха менән! - Бөтәһе өсөн Кәлимулла яуапланы. - Әбей, самауырыңды терелт, уның ни һуңлап килгән ҡунаҡты көтөп ала алмай көйләүен ҡуйып күптән өмөтөн һүндерҙе шикелле.

 – Район үҙәгенә йыйынып сыҡтым, тауар артынан бараһы бар. Оҙаҡҡа килмәнем. - Вәлит ҡабаланыуына ишаралап беләгендә йылтыраған затлы сәғәтенә күҙ атты.

 – Колхоз эшендә йөрөмәйһең, тауарың бер ҡайҙа ла ҡасмаҫ! - тиҫкәре Вәлитте урынына ултыртып өйрәнгән Кәлимулла ҡырт киҫте. - Мин һине юҡ-бар өсөн саҡырманым, бәс, шулай икән, сыҙа!

Яңыртылған самауырҙы уратып өндәшешмәй биниһая ваҡыт сәй һөрпөлдәттеләр. Хәмит тә, Вәлит тә һағайып шымтайғандар. Кәлимулла юрамал һуҙа бирҙе, нимәгә саҡыртҡанын алдан асманы, шуға был икәүгә фекер тупларға ла йөй юҡ. Килеүселәргә ҡаш араһынан тексәйҙе; ни тиһәң дә Хәмит уҡыған, белемле кеше, бында саҡыртылыуҙың сәбәбен һиҙемләй булыр, ҡаштарын йыйырып, ирендәрен ҡымтып уйланғандай тыңшайған, Вәлиттең башында бынан тиҙерәк сығып ысҡыныу уйы сыуала булыр, һиҙҙермәй генә һаман сәғәтенә ҡарап-ҡарап ала.

 – Йә, Вәлитдин мырҙа, һатыу барамы?

 – Бүрене аяҡтары туйҙыра, йүгерһәң бара, бот күтәреп ятһаң шып туҡтай.

 – Уныһы шулай, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә. Ауылдың урта төшөндәге буш торған өйҙө аҙыҡ-түлек кибете итмәксеһең икән, тип ишеткәйнем, ысынмы?

 – Планлаштырғайныҡ та ул, пожарниктар, технадзор, санэпидстанция хеҙмәткәрҙәре соҡоноп, төрлө сәбәптәр табып, ризалыҡ бирмәй аптыраталар.

 – Ауыл бөтә, бына нимә йәл! - Кәлимулла һүҙҙе икенсе яҡҡа ҡайырҙы. - Ҡарағыҙ, элек ике йөҙҙән ашыу мөрйә төтөн сығара ине, урамға сығаһың да шуға ҡарап ҡыуанаһың, һәр өйҙә мейес яғалар, шулайтып йорттарына ҡот йүгертәләр, аш еҫе сығаралар, аш бешкәс, йәшәү ҙә бар, тимәк. Ә хәҙер, өй аралаш буш нигеҙ өңрәйә, ауыл теше төшкән йәмһеҙ ауыҙҙы хәтерләтә, китеп бөтөп баралар. - Кәлимулла йәнендә ҡабаттан һүҙ ҡеүәһенең уяныуын һиҙҙе. Телмәрҙе тапҡыр, оҫта ҡороп, тыңлаусыларҙы ышандырып, инандырып ауыҙына ҡаратыу көсөнә эйә ине ул йәш сағында.

 – Ауыл үҫер ине лә, перспективаһы ҡалманы шул. - Быны уҡымышлы Хәмит әйтте. - Йәнә аңғармаҫтан килеп сыҡҡан кризис тигәне бәкәлгә һуға, халыҡ яңы рәхәткә сыҡҡайны, сираттағы бәлә!

 – Пирспиктивмы, пирспиктив түгелме икәнлеге хаҡында заманында Хрущевтан етерлек ишеттек, хужалыҡтарҙы ҙурайтыу һылтауынан алтмышынсы йылдарҙа күпме ауылдарҙы юҡҡа сығарҙылар. Беҙҙең тирәлә генә Шәмсетдин, Һыҙғы, Әлмөхәммәт, Кәрйән ауылдары бар ине. Хәҙер ҡайҙа улар? Юҡ! Көрсөк тигәнең урамда барлыҡҡа килмәй, көтмәгәндә килеп сығырға уғры ла түгел, ул нәмәкәй иң әүәл һыумейе баштарҙа ярала. Эшлекһеҙҙәр һәлкәү ҡуҙғалып аяғөҫтө йоҡлап йөрөгәс, торғонлоҡ килә инде, килмәй нишләһенү Халыҡҡа бит иң әүәл эш, шунан ашарға кәрәк. Ергә эйелеп тир түккәндәрҙе көрсөк-мөрсөк маҙаһыҙламай, һәр саҡ урап үтә. Хисаплағанда-рҙың нигеҙендә дөйөм тәртипһеҙлек, эшләп еткермәү ята, ул һәр беребеҙҙең хатаһы. Ябай ғына миҫал, иртәнсәк бәҙрәф таҙа ине, бына һин Хәмитйән ярауға яҙа барҙың, һиңә эйәреп мин, шунан Вәлитдин ситкә бес иттек. Төшкә ҡарай бәҙрәф ингеһеҙгә әүереләсәк, унда кризис башланасаҡ! Вәлитдин, һин тауар алып ҡайтып һатаһың, беләһеңме, шул нәмәң бында килеп еткәнсе нисә ҡулдан үтеп, нисә тапҡыр әүеш-теүеш ителә? Шул шул, улайтып ҡына мирҙы туйҙырырмын тимә. Сит ил тауыҡтарының тояҡтарын көсләп һоғондороп ауыл халҡын ғарҡ кикертәһең, нимә, бындағы тауыҡтарға ҡырғын тейгәнме, улайға китһә?

 – Шуларҙы һөйләр өсөн саҡырҙыңмы, ағай? - Вәлит урынынан ҡалҡты. - Уларҙы һин әйтмәһәң дә беләбеҙ.

 – Ултыр әҙәпле генә, нимә рәт-сүрәт белмәгән ауыл бисәһе ише күт урыны тапмай сыпраңлайһың! - Шулай ҙа кәрәгенән артыҡ ҡаты бәрелергә теләмәй тауышын йомшартып өҫтәне. - Майлы эремсеккә етеш, тәмле итеп әүәләй әбей шул нәмәне. - Ҡартының лауылдай башлауын ишетеп аш өйҙән был яҡҡа сығып табын яғына хафалы төбәлгән әбейенә өндәште - Ҡунаҡтарыңа тағы ла берәр сынаяҡ ҡыҫтау сәйе эсерерһең дә өҫтәлде йыйыштырырһың. Шунан быҙауҙарҙы болонға ҡыуалап кил.

Күренеп тора, Кәлимулла ҡарт аулаҡта һөйләшергә теләй ине.

Табын йыйыштырылып өс ир ҡалғас, Хәмит Кәлимулланың һалпы яғына һалам ҡыҫтырып күңелен күрергә маташты:

 – Ағай, һин һаман элекке рәйеслегеңде ҡыуаһың бит, ә! Еңгәне йомошсо урынына йүгертәһең генә!

 – Пинсегә теге быуатта уҡ сыҡҡас рәйеслек, түрәлек әллә ҡасан онотолдо. Еңгәгеҙгә килгәндә ул үҙе ирҙе ир итә белә. Һеҙҙе тәрбиәләүгә Вәлиулла ҡусты һаулыҡҡа мандымауы арҡаһында ижтиһад һалманы, йомшаҡ тотто, шуға ир ныҡлығын белмәй үҫтегеҙ, боламыҡһығыҙ, бисәләрегеҙ һүҙенән сыға алмайһығыҙ, улар әйткәнде тылҡыйһығыҙ, улар ҡушҡанды үтәйһегеҙ. Бисә ни тиһәң дә бисә инде ул, уға бер ваҡытта ла идара теҙгенен тотторорға ярамай. Хәмитйән, - Кәлимулла диванды ауыр ыңғыраштырып алға эйелде лә, бил тапҡырына бәләкәй яҫтыҡ ҡыҫтырып ҡулайланы, был әңгәмә башланыуға етди ишара ине, - мәктәбеңдә нисә уҡыусы ҡалды бөгөн?

 – Алтмыш һигеҙ.

 – Урта мәктәптә шул саҡлы ғына бала уҡыймы? Әүәле алты йөҙ ине балаларҙың һаны, ызначит һәр өйҙән кәм тигәндә өс бала мәктәпкә йөрөгән. Яҡын киләсәктә кәмейһеңме, әллә артыуға бараһыңмы?

 – Кәмей шул, ике-өс йылдан илле самаһы ғына ҡаласаҡ.

 – Уҡытыусыларың, шул тирәлә йөрөгәндәрең күпме?

 – Барлығы ҡырҡ кеше.

 – Ана бит нисек, мәктәп бөтөүгә бара, мәктәп бөтһә ауыл бөтә, тигән һүҙ, урамға сыҡһаң тиҙҙән һаулыҡ һорашыусы ҡалмаясаҡ. Рәшит менән Ғәлиәне балалар йортона ебәрһәгеҙ тағы ла икәү кәмей мәктәбеңдә. Хәмитйән, бая ҡаҙ себештәре тураһында әйтеп алдың, мәслихәт, байман көн итәһегеҙ, ҡош-ҡортоғоҙ ишәйә. Ошо ерҙә әүәлге бер ваҡиға иҫкә килеп төштө, шуны еңгәгеҙ менән йыш ҡына хәтерләп алабыҙ. Һуғыштан ҡайтҡан йылдың икенсе йылына булды шикелле, беҙҙең берҙән-бер шешәк ҡаҙ оя баҫырға ятты. Себештәр сығыр мәл етте. Һуңғы көндәр яҡынлашҡан һайын инәлек ҡаҙ ҙа ояһында ултырып сыҙамай; аҫтындағы йомортҡаларҙағы себештәр йомортҡа ҡабын суҡып, моронларға ынтылыуҙарын белдерәләр, йәнә тышта яҙ ҡояшы ҡыҙҙыра, тау битләүҙәрендә йәш үлән тиртә. Шуларҙы күргән-һиҙгән инәлек тышҡа атлығырға ғына тора. Ишек асыҡ булғас беҙ ҙә абайламай ҡалғанбыҙ, аталыҡ та ситтәрәк йөрөп ҡалған, инәлек сыҡҡан да эргәлә генә ағып ятҡан ташҡын йылғаға йүгергән, һыуҙа ҡойонған, шунан сығып онотолоп үлән суҡырға тотонған, һиҙгерлеген, уяулығын юғалтҡан, шул арҡала берәҙәк, ас эттең тештәренә барып та ҡапҡан. Иҫебеҙҙе йыйырға өлгөрөп йүгереп барыуыбыҙға теге эт инәлекте хәлдән тайҙырған, ул әлһерәп бер яҡ ситтә ята, аталыҡ дошманының өҫтөнә осоп-ҡуна ғына. Һөжүмгә сыҙамаған эт ниһайәт сигенеп ҡасып китте. Инәлекте алып ҡайтып тупһа ауыҙына һалдым, ҡайҙа инде, оя баҫыу түгел аяғына баҫырға эшкинмәй. Быны күргән аталыҡ инеп китеп ояға ятмаһынмы! Бер аҙна буйы сыҡмай ултырып сығарҙы себештәрен, уңғансы инәлеккә лә хәл ингәйне. Бына шундайыраҡ тарих. Ҡоштоң ҡошо оя теүәллеген ҡайғырта, әле сыҡмаған себештәрен хәстәрләй.

Килеүселәр хужаның кинәйәһен аңланылар, әммә икеһе ике төрлө ҡиәфәттә ултыра, Вәлит шуның өсөн генә саҡырттыңмы тигәндәй ризаһыҙ ҡарай, Хәмит турайып һынын ҡатырған, ул был һөйләшеүҙе көтөп яуабын әҙерләп тә ҡуйғайны:

 – Беҙ киленең менән һөйләштек тә шундайыраҡ фекергә килдек…

 – Тағы ла шул бисәңде ҡыҫтыраһың, уны хәтергә төшөрмәй генә һөйләп булмаймы?

 – Вәлит ҡусты менән килештек тә…

 – Һе, ҡарасәле, һәммәһен был икәү хәл итә түгелме! Ниңә миңә килмәнегеҙ, әлеге мәлдә Ҡалмантаевтарҙа иң өлкәне кем?

 – Киленең менән кәңәш… Һуң сирләй инең бит ағай, ауырыу кешене борсоғобоҙ килмәне.

 – Мин бит әлегә тере, күреүегеҙсә аңым да инәле-сығалы түгел, һеҙҙең менән дә арыу ғына һөйләшәм, үлергә лә йыйынмайым!

 – Быныһы уйланылмаған…

 – Һеҙҙең был эшегеҙ төбө тамырынан хата, шул хаҡта ике ятып бер төшөгөҙгә индеме, мырҙалар? Был йүнһеҙ хәбәр сыҡҡансы уҡ иң тәүҙә миңә килергә кәрәк ине, ә һеҙ йүнһеҙ ҡарар сығарып тотош ауылды ҡайнатаһығыҙ. Зилләте ни тора, ауылдаштар ни уйлар?

 – Уларҙың күбеһе уйламай хәҙер. - Аҡыллы һүҙ әйттемме, тигәндәй Вәлит аҫтыртын йылмайҙы.

 – Бына быныһын хаҡ әйттең, Вәлитдин. Байтағы уйламай бөгөн, уйламағанына бошонмай ҙа, дөрөҫөн әйткәндә, сөнки һин район үҙәгенән араҡы ташып уларҙы эсерәһең, әле лә шешәләр алып ҡайтып бахмурҙан зарыҡҡандарҙың башын төҙәтә һалайым, тип ашҡынып ултыраһың. Бына һин сауҙагәрлегеңә бараһың, алыпһатарһың, берҙе биш итәһең, ҡулыңдан килһә иген игеп, әпәкәй менән туйындыр ауылдаштарыңды, бына исмаһам ир уҙаманы булырһың. Ҡара, күпме ер мамыҡ осороп сәселмәй ята, шуны күреп йөрәгең һыҙмаймы, һин бит элекке агроном!

 – Сығымдарҙы, ауырлыҡтарҙы иҫәпләмәйһең, ағай, әйтеүе генә анһат. Фермер булып ҡараным башта, хәтереңдәме, нимә ҡырҙым? Йә техника һатып алып булмай, йә яғыулыҡ табырмын тимә. Һәр йомош өсөн кемгәлер кәпәс һалып ялынаһың. Шул да булдымы эш?

 – Алма беш, ауыҙыма төш, тип аяҡ күтәреп ятһаң булмай ул, бер нимә лә буштан килмәй. Беҙгә һуғыштан һуң еңел булған тиһеңме, һыйыр егеп ер һөрҙөк, иген сәстек, ҡул бысҡыһы менән бынан етмеш саҡырымда ятҡан Күркәтауҙан урман йығып апҡайтып мал һарайҙары төҙөнөк, бирешмәнек бит, күтәрҙек илде.

 – Дәүер икенсе ине бит, кешеләр… - Ҡустыһын яҡлағандай Хәмит һүҙ ҡыҫтырҙы.

 – Үҙгәрҙе шул, кешеләр, танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе… - Кәлимулла ҡарт шулай тине лә ҡалғанын әйтеп бөтөрмәй тынып ҡалды, йәшәйештең барлыҡ кире яҡтарына хөкөмдар булғыһы, тәнҡитләп көйәләнгеһе килмәй ине, уның йәнендә икенсе ҡайғы, икенсе ғәм, ҡустыһының улдарын йыйып һүҙ ҡуйыртып ултырһа ла уларҙы аныҡ фекер төйнәргә саҡыртты, шуға тегеләренең күҙҙәренә төбәлеп йөрәген өйкәгән һорауын ҡатты. - Хуш, нимәгә йыйғанымды төшөндөгөҙ, инде әйтегеҙ, мырҙалар, Ғәлиәндең балаларын балалар йортона тәғәйенләгәндәр тигән хәбәр ысынмы?

 – Ысын, тип…

 – Борғоланма, Хәмитйән Вәлиуллович, ете яттарға тоттороп ебәрергә эт көсөктәре түгел бит улар!

 – Ете яттарға ебәрмәйбеҙ, ағай, дәүләт йортона ышанып тапшырабыҙ. Унда тәрбиәләнһәләр өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ булыр, йәнә балалар йортондағыларҙы юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ тиерлек алалар, быныһы әпәт ҙур плюс. Шунан балаларҙың баштан уҡ башҡалаға барып төпләнеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Ауылдан барып ҡалала йәшәп китеүҙәре, ай-һай! Минең ҡыҙҙар уҡырға ингәс тә әле, ҡала тормошона өйрәнеп китә алмай күпме ыҙаландылар…

 – Балалар йорто уғата шәп булғас нишләп ике ҡыҙыңды тыуғас та йүргәктәренә төрөп шунда оҙатманың?

 – Булмаҫтайҙы һөйләмә әле, ағай, улар бит инкубатор себештәре түгел.

 – Ғәлиәндәрҙең етем балалары инкубатор себештәре, әләйгәс. Беҙ игеҙәктәрҙе, Ғәлимулла менән мине, атай менән әсәй береһе икенсеһенән ике йылға ҡалып мәрхүм булғастар беләһеңме кем тәрбиәләп үҫтерҙе? Нәғимә инәй! Ә ул бит беҙгә бер кем дә түгел ине, бары күрше генәү. Бер телем икмәкте өскә бүлеп әҙәм итте, үлергә бирмәне. Ә һин ҡәрҙәшеңде ситкә тибәрәһең!

 – Кем ситнәтә уларҙы, мин прусты плюстарҙы ғына иҫәпләйем.

 – Етте, һинең плюстарың бигерәк күбәйеп китте, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, Рәшит менән Ғәлиәне үҙегеҙгә тәрбиәгә алаһығыҙмы, юҡмы, шуны ғына әйт?

 – Киленең әйтә, ни, ти… - Кәлимулланың үлтергес ҡарашын күргән Хәмит дәресен әҙерләмәй килгән уҡыусы ише буталып, албырғап шулай һөйләнде лә ары дауам итте. - Өлкән ҡыҙ алдағы аҙнала кейәү күрһәтергә алып ҡайта, яҡын булғанға ғына сер итеп әйтәм быны, шәжәрә байрамы бит тиҙҙән. Бер юлы ҡунаҡтар йыйылғанда буласаҡ кейәү беҙҙең нәҫелде күреп, танышып ҡайтһын. Өйөбөҙ тар; зал, минең эш кабинеты, шунан аш, йоҡо бүлмәләре генә, төкәтмә һуғырға нисә йыл йыйыныла, ҡул теймәй.

 – Бигерәк ҡыҫынҡыла көн итәһең икән, Хәмитйән!

 – Улай уҡ түгел түгеллеккә, шулай ҙа ҡыҙ кейәүгә сыҡһа, ейәндәр тыуыр, хәҙер бит уларҙы ҡартатай менән ҡартәсәй үҫтереү муҙыһы сығып китте.

 – Һин минән тау башындағы ҡуянға ҡаҙан аҫтырма, йәме, бында тыуыр балалар тураһында һүҙ алып бармайым, тыуып үкһеҙ етем ҡалған балаларҙың артабанғы яҙмышын ҡайғыртып һорайым!

 – Ағай, йәш-елкенсәк түгелбеҙ, ҡулдан килмәҫтәй, шуға киленең… оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы беҙҙән булмай!

 – Аңлашылды, мәктәп директорының балалар тәрбиәләргә ҡулынан килмәй, һинең нисек, ике баланы аяҡҡа баҫтырырлыҡ ҡына рәтең барҙыр?

Кәлимулланың этеп алып барыуы, күҙгә бәреп әйтеүҙәре Вәлитте лә йомшартҡайны, ул да ҡарашын йәшереп, быуынһыҙланып ҡалған.

 – Билдән бөгөлөүеңә ҡарағанда күрәм һине лә көнө-төнө араҡы ташыуҙар мөҙөрткән - Өй хужаһы һаман да әсе телләнә бирҙе.

 – Киленеңдең сәләмәтлеге шәптән түгел…

 – Беләм, ҡупшылығын һаҡлайым, тип тыуыр балаларығыҙҙы хәстәханаларҙа күп ҡалдырҙы, хәҙер биҙәү, өйөгөҙҙә ҡот-йәм юҡ, сөнки түрегеҙгә бер тапҡыр ҙа сәңгелдәк эленмәгән.

 – Киленеңдең ҡан баҫымы юғары, минең күҙәтеү аҫтында ғына кеше булып йөрөй. Ятып китһә нимә эшләйем, үҙ хәлебеҙ үҙебеҙгә саҡ тигәндәй…

Кәлимулла ҡарт оҙаҡ һүҙһеҙ ултырҙы, уның һыны тораташтай ҡатҡан, ҡан әҫәре ҡасҡан йөҙө бер ниндәй ҙә хис белдермәй, тик сикә мускулдары ғына бейеп-бейеп алалар. Бына ул айнығандай хәрәкәткә килде, яҫы устары менән киң маңлайын, йоҡа сикәләрен ыуҙы. Күңеленән генә сисә алмаған төйөндө систе буғай, теремекләнде:

 – Аңланым, шулай итеп ҡустығыҙ Ғәлиәндең балаларынан баш тартаһығыҙ була, хәл иттем, балаларҙы ҡарарға үҙебеҙгә алабыҙ, бына шул!

Көтөлмәгән хәбәрҙән Хәмит тә, Вәлит тә аптырап, асҡан ауыҙҙарын да йоморға онотҡандар. Беренсе булып Хәмит үҙен ҡулға алды:

 – Ни ағай, һеҙҙең йәштә, мөмкин булыр эшме был. Бер ике йыл үтер, ары…

 – Үлә-нитә ҡалһағыҙ, тимәксеһеңме? Үлмәҫбеҙ, күктәге Тәңре барыһын да күрә, ишетә, балаларҙы әҙәм иткәнсе теймәҫ, быныһына иманым камил.

 – Пенсияғыҙға ике баланы ҡарай алмаҫһығыҙ, ағай. Бөгөнгө хаҡтарҙы беләһең, һуңғы аҙнала ғына аҙыҡ-түлеккә хаҡ биш тапҡыр артты, кейем-һалым тураһында әйтеп тә тормайым. - Быныһын шул өлкәлә хәбәрҙар Вәлит әйтте.

 – Һәр хәлдә һинең кибетең төбөндә аҙыҡ теләнселәп тормаҫбыҙ, йән биргәнгә йүн бирә Хоҙай. Әҙәмгә һанап килеүегеҙгә рәхмәт, әңгәмәне йомғаҡлайыҡ ошо урында, эш кешеләрен ары тотмайым. Әгәр бөгөн ҡаты ҡыланһам, кисерерһегеҙ, аңларһығыҙ, сит-яттарҙы ҡыҙҙырмайым бит, үҙемдекеләргә әйтәм. Барығыҙ… - Кәлимулла ҡарт арыған кешеләй ҡулын һелтәп ҡунаҡтарын сығыу яғына ҡыуҙы. Тегеләре күләгәләй ҡыймылдап күҙҙән юғалды.

Яңғыҙы ҡалғас та оҙаҡ ҡымшанманы. Әбейенең тауышһыҙ ғына инеп ултырғысҡа бөршәйеүе һиҫкәндереп ебәрҙе.

 – Ә-ә-ә, һинме был? Ҡайттыңдамы, әбей? Минең ҡарарҙы ишеткәнһеңдер бит, шәп ҡыланһам да әле, аптыраңҡырап ҡалдым, ни эшләйбеҙ?

 – Ишеттем, ҡарт, был икәүҙең ҡустыларының балаларын яҡынлатыуға рәттәре күренмәй, һүҙ беркеткәндәр, тиерһең.

 – Шулай шул. Әйт уйыңды.

 – Әллә тим, балаларға йәүкәләйекме, Фәрит менән Абдулла ни тейерҙәр…

 – Ул хаҡта ла төндә ятҡанда бер килке уйланылды. Ярай, уларҙың ҡулына ҡаратып балаларҙы ебәрҙек тә икән ти, Фәрит Екәтиринбургта инжинир, Абдулла унан да арыраҡ, Төмән институтында уҡыта. Береһенең бисәһе урыҫ, икенсеһенеке татар. Әйттем инде икеһенә лә ҡатынды ауылдан йәрәшәйек, тип. Имаметдин, Мәжит ҡорҙаштар менән йәшерен генә һүҙ ҙә беркетеп ҡуйғайныҡ, тыңламаның.

 – Балалар теләгенә нисек ҡаршы киләһең, йәне теләгән йылан ите ашаған. Килендәр арыу ҙа баһа, килгәндәрендә папа, мама, тип өрмәгән ергә ултыртмайҙар.

 – Ҡунаҡҡа килеп, һинең ризығыңды ейеп ултырғанда орошмаҫтары билдәле. Папа, мама шул, бына хиҡмәт ниҙәү Фәриттең бер балаһы Марта, икенсеһе Альфред. Ниместәрҙән тыуған тиерһең, бер ауыҙ үҙебеҙсә белмәйҙәр.

 – Екәтиринбургтан килеп башҡортса татылдаһалар, яратыр ине берәү.

 – Эш ундамы ни, ҡарсыҡ, үҙ телдәрен белмәй үҫәләр бит балалар, бына бәлә нимәләү Хәҙер Рәшит менән Ғәлиәне шунда ебәрҙек тә икән ти, уларҙан ни ҡалыр аҙаҡтан, ни теле юҡ, ни рухы, тигәндәй…

 – Улайһа ебәрәйек балалар йортона, үҫһендәр ҡаҙна кешеләре булып…

 – Уныһына юл ҡуймабыҙ, ҡарсыҡ, һин дә минең яҡлы, эйе бит?

 – Ҡасан һинең һүҙеңдән сыҡҡаным бар.

 – Һәр әйткәнемә йәрхәмбикалланан һалдырма, үҙеңдең уйлағаныңды әйт.

 – Мин балаларҙы ебәрмәү яғында, тик бына йәшебеҙ үтеңкерәп бара.

 – Уныһы ауыр эш булмаҫ, йоманан һуң мәсеткә барып, Хоҙай Тәғәләнең үҙе менән ҡул биреп килешәм дә, бөттө-китте.

Сәрби ҡарсыҡ яулыҡ ситен ҡайырып ауыҙын йәшереп көлөп алғас етдиләнеп ҡарарын әйтте:

 – Хәл иттек, ҡарт, бар силсәүиткә, әйт беҙҙең ҡарарҙы!

Тау башында урынлашҡан хаҡимиәт йорто әллә ҡайҙан ағарып күренә. Кәлимулла ҡарт һәлмәк баҫып урам уртаһынан килә, өй тәҙрәләре уны ҡыҙыҡһынып та, сәйерһенеп тә күҙәтә төҫлө. Аптырамаҫлыҡмы ни, уны тормаҫҡа түшәгенә ятҡан тип һөйләүҙәренә ҡасан, гүр эйәһе булыр кеше ныҡ, ышаныслы ҡиәфәттә урам тултырып атлап килһен әле, ҡулынан төшмәгән таяғы ла күренмәй был юлы. Ҡабаланмай атлай ҡартлас, үҙе ыңғайы бер юлында осраған ташты, таяҡ-маҙарҙы ситкәрәк илтеп һала ла ары китә, уны урам таҙартырға, өмәгә сыҡҡан тейерһең. Бына ул, ниһайәт, тау түбәһенә күтәрелде лә кәртә ҡапҡаһы ауыҙына килгәс ҡулын баш осона ҡуйып ус төбөндәгеләй күренгән ауыл өйҙәрен теүәлләне. Бөтәһе лә имен, урынында һымаҡ. Анау оста иҫән ҡалған берҙән-бер ҡорҙашы Мәжит яңғыҙы көн итә. Әбейенән ҡалды, улы-ҡыҙы ла ситтә йәшәйҙәр. Ҡорҙашының хәле шәптән түгел, ята-тора йөрөй ине, хәҙер ала ҡарҙан урамға сығып күре-гәне юҡ, уны яҙ етте ниһә балтырындағы ярсығы ҡуҙғалып аяҡтан йыға. Кәлимулла үҙе сирләп киткәс, барып йөрөй алманы шул. Мәжиттең өйө етемһерәгәндәй күренә. Былай саҡта мал һарайында ҡалған берҙән-бер йән эйәһе ҡарт әтәс тамаҡ ярып ҡысҡыра торғайны, әле уның да өнө тығылған. «Бынау мәшәҡәтте яйға һалғас мотлаҡ инеп хәлен белеп сығырға кәрәк», тип уйланы Кәлимулла. Арыраҡ Фариза әбейҙең тышҡы усаҡлығынан төтөн күтәрелә. «Бирешмәй бит, ә, ҡырталашып көн итеп ятҡан көнө, берәй нәмә бешереп-төшөрөүелер. Өмәләр мәлендә Фариза-кашауар тотошон бер үҙе һыйлай торғайны, эшенә лә өлгөрҙө, өй тирәһен дә ялт, иттереп тотто, мах бирмәй. Афарин…»

 – Олатай, һаумыһығыҙ, әйҙүк. - Уны күреп күтәрмәгә сыҡҡан ҡатын, хаҡимиәт башлығы Гөлзифа Имаметдиновна ихлас йылмайып тора.

Ҡатын-ҡыҙ түрәләрҙе өнәп еткермәгән Кәлимулла «бының менән һөйләшеү килеп сығыр тиһеңме инде», тип эстән йәне көйһә лә йөҙөн боҙмай ирәбе яуапланы:

 – Һаумы, ҡыҙым? Рөхсәт булһа, һиңә тип килә ятыуым.

 – Инегеҙ. Әле күрше ауылға йыйынған инем, алай ҙа килеп өлгөрҙөгөҙ әле.

Кәлимулла ҡарт торған ерендә ауылды тамаша ҡылыуын дауам итте:

 – Ҡыҙым кантурыңды бында күтәртеп бик дөрөҫ эшләнең, элек колхоз идараһы ла ошонда ине бит. Иртән таң менән киләм дә ошо ергә баҫып ауыл өйҙәрен теүәлләйем-барлайым, шунан ғына эш башлай инем. Һин дә шулайт, йәме.

 – Ярар, олатай.

 – Әле ҡарап һиҙеп ҡалдым, Мәжит олатайыңдың йортонан ҡот ҡасҡандай күренә, барып сыҡ әле.

 – Уны кисә генә район дауаханаһына оҙаттыҡ.

«Аңлашылды, етемһерәгән әтәс шуға тауыш бирмәйҙер инде. Барыбер барып әйләнер, әтәскә ем һибер, ул да йән эйәһе бит…»

Кабинетҡа инеп стена ҡырлатып теҙелгән ултырғыстарҙың береһенә ултырғас та Кәлимулла ҡарт һүҙ башларға ашыҡманы. Эшләпәһен сисеп эргәһенә һалғас костюм кеҫәһенән бәрхәт түбәтәйен алып башына кипсәлдереп ҡапланы, шунан үҙһенеп алырға теләгәндәй тирә-яғын иғтибарлап күҙәтте. Хужа ҡатын өҫтәл артынан урын алған да инеүсегә аҡыллы ҡараштарын ҡаҙап сабыр ғына көтә.

Кәлимулла аңына һеңгән ғәҙәттән ситләшә алманы, һүҙен уратып башланы:

 – Эштәрең нисек бара, ҡыҙым? Кейәү ни бөтөрә, балалар ҡайтып йөрөймө?

 – Бөтәһе лә шөкөр әле, олатай. Эштәр бара, тип ауыҙ тултырып әйтер инем, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек, етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел, бармай, тиер инем, ул сағында мине бында ни өсөн ултыртҡандар, эйе бит? Иң мөһиме донъялар имен.

«Ҡайһылай урынлы, килешле яуап бирҙе, кеше аҙ ултыра күп һынай бит ул, торош-килбәтенән эшлекле икәнлеге төҫмөрләнә. Теге саҡ башлыҡҡа һайлау үткәргәндә депутаттар Хәмиткә түгел ошо Имаметдиндең төпсөк ҡыҙына тауыш биреп бик тә дөрөҫ эшләгәндәр. Атаһына оҡшап төпкөр, тырыштыр ҙа әле. Ошо Гөлзифаны Фәриткә алып бирәм, тип килешеп бөткән ерҙән Сәрби кире ҡаҡҡан булды. Оҡшатмағандан түгел. Йәнәһе лә Фәриттең Свердлау яғында һөйләшеп йөрөгән ҡыҙы бар. Булһа һуң, мөхәббәт туйҙа ғына һәйбәт, тормош көтә башлаһаң ғишыҡ-мишыҡ тигәнең тиҙ онотола. Бына Кәлимулла Сәрбиҙе айлы кистәрҙә өйөнә ҡәҙәр оҙатып йөрөмәне, һөйөү һүҙҙәрен әйтмәне. Кәлимулла һуғыштан тура Нәғимә инәһенә ҡайтып төштө. Ғәлимулла һыңары сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле һуғышҡа алынмай ҡалды. Кәлимулла ҡайтҡанда ул өйләнеп, үҙаллы тормош көтә ине инде, Вәлиулла ла тыуғайны. Кәлимулла өйләнергә ашыҡманы. Уны башта ҡырсылыҡ бригадиры итеп тәғәйенләнеләр, шунан колхоз рәйесе итеп үрләттеләр. Шулай эшләп йөрөгәнендә Ырымбур тарафтарынан Нәғимә инәһенең апаһының ҡыҙы Сәрби хәл белергә килеп төштө. Шунда таныш-тылар ҙа оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Башта бәләкәй генә өйҙә өсәүләп йәшәнеләр, шунан бер нисә йылдан алты мөйөшлө өй бөтөрҙө Кәлимулла. Нәғимә ҡарсыҡ үлеп киткәнсе рәхәтлек күреп улар ҡулында йәшәне. Мөхәббәттә аңлашмаһалар ҙа ҡай ғүмер иңгә-иң терәп донъя көтәләр, ике ул үҫтерҙеләр, Кәлимулла бер тап-ҡыр ҙа Сәрбиҙе бисәлеккә алғанына үкенмәне… Их, теге саҡ ошо ҡыҙҙы килен итһә әле үҙҙәренсә һөйләшкән ейәндәренә ҡарап ҡыуанырҙар ине. Дөрөҫ эшләмәне Сәрби, хаталанды, яңылышлыҡ ебәрҙе…»

 – Олатай, тыңлайым, һеҙгә насар булып киттеме әллә, бәлки, һыу эсерһегеҙ?

 – Юҡ, кәрәкмәй ҡыҙым. Һине күргәс атайыңды хәтерләп ултырам әле. Имаметдиндең әхирәткә күсеүенә нисә йыл булып китте инде?

 – Ун йыл тулды олатай, һуғыш яралары алып китте уны.

 – Шунса ғүмер ҙә уҙҙымы, китсе! Икебеҙ ҙә һуғыштың һуңғы йылдарында алынып Белоруссия һаҙлыҡтарында ниместәр менән яғалашып йөрөнөк. Шунан атайың Мәжит ише ярсыҡ тейәп ҡайтып уны һуңғы көндәренә ҡәҙәр йөрәгенең эргәһендә йөрөттө. Багратион операцияһында ҡатнаштыҡ, тик бер-беребеҙҙе күрмәгәнбеҙ. Миллионлаған кешене тамуҡ утында ҡайнатҡан мәхшәрҙә ҡайҙа инде табышыу, күрешеү, мин батарея командиры инем, ул танкист… Бында ҡайтҡас та тракторға ултырҙы ла пинсегә сыҡҡансы шунан төшмәне, тырыш, егәрле булғас бригадир итергә лә тырышып ҡараным, ҡайҙа ул! Ярай инде, ни хәл итәһең, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Бына мине әжәл алмай нишләптер, әллә онотто, әллә яңылыш исемлегенән төшөп ҡалдым.

 – Йәшә олатай, инәй менән бергәләп, тормоштан кем туйған!

 – Хаҡ һүҙ әйтәһең ҡыҙым, беҙ үлеү менән генә ер ҡыуышы тулып китмәҫ. Ғәфү ит, балам, - ул ҡорҙашының ҡыҙы булғанғалыр яҡын итеп, үҙ итеп өндәште, - ваҡытыңды күберәк алдым шикелле, килеүемдең әтнәкәһе шунда…

Хакимиәт башлығы иғтибар менән тыңлағанын белдереп уға текәлде. Кәлимулла ҡарт һүҙҙе нимәнән башларға белмәгәндәй бер аҙға ғына тынып ҡалды, шунан һаҡал осон семетеп тамағын ҡырғас ауыл көткән байрам яғынан һуҡтырҙы:

 – Беҙҙә киләһе аҙнала шәжәрә байрамы була бит әле, мин шуның артынан йөрөүем…

 – Байрамға әҙерләнеп бөттөк тиерлек, былай ҙа бер йыл самаһы шуның менән шөғөлләнәбеҙ, һәр нәҫелдең тамырын юллау еңелдән түгел, унда бер генә кешене төшөрөп ҡалдыр, шәжәрә ағасының ҙур бер ботағы юҡҡа сыҡты тигән һүҙ. Хата ебәрмәҫ өсөн ойоштороусылар архивтарҙа, документтарҙа соҡона, оло йәштәгеләрҙән белешә. Байрамыбыҙҙың түрендә булырһығыҙ олатай, һеҙҙе ҡәҙерле ҡунаҡ итеп саҡырабыҙ.

 – Барырға тырышырмын, тик йомошом икенсерәк, мине беҙҙең шәжәрә яҙмышы борсой…

 – Борсолмағыҙ, һеҙҙең шәжәрәгеҙҙе киленегеҙ Зилиә Нурулловна беренселәр рәтендә тамамлап, еренә еткереп тапшырҙы, ҡунаҡтарығыҙҙы ла саҡырған. Тырыш китапханасы, эшенә лә, башҡаһына ла өлгөрә.

 Килене тураһында маҡтау һүҙен ишетеү Кәлимулланың йөҙөн яҡтырытыу урынына киреһенсә төмһәртеп ебәрҙе, ҡарттың ялбыр ҡаштары ҡабарып маңлай уртаһына өйөлдөләр, тырпайған мыйыҡ остары еүешләнгәндәй түбән һалынды. Шулай ҙа түрә алдында килененең яманатын һатырға теләмәгән ҡарт башланған һүҙҙе күтәрмәләмәй һөйләшеү юҫығын икенсе яҡҡа ҡайырҙы:

 – Беҙҙең шәжәрә ағасының бер ботағы ҡорорға тора, шуға ҡыҙым һиңә кәңәшләшергә тип килдем. Вәлиулланың улы Ғәлиән, киленебеҙ ҡазаланып ҡуйҙылар…

 – Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, олатай, тотош ауылды тетрәтте инде ул юғалтыу. Ҡайһылай итәһең…

 – Эйе, үлгән артынан үлеп булмай, ары беҙгә йәшәргә. Ике баланы ҡайһылай итергә уйлайһығыҙ, шуны асыҡлайым, тип килгәйнем дә. - «Нишләп уларҙы балалар йортона тәғәйенләгәнһегеҙ!», тип күҙгә бәреп әйтмәне, бындай йомош ипле, бер-береңде аңлап хәл ителә. Орҙо-бәрҙе әйтеп ташлап эште харап итеүе бар, хаҡимиәт башлығы аҡыллы, аңлар тел төбөн.

Хакимиәт башлығының да йөҙө хәсрәтләнде, эргәһендә ятҡан ҡәләмен бармаҡтарына ҡыҫтырып өҫтәлде туҡылдатып байтаҡ һүҙһеҙ ултырҙы ла ғәйепле кешеләй теҙҙе:

 – Беҙ бында оҙаҡ баш ваттыҡ инде, төрлөсә хәл итергә тырыштыҡ. Хәмит менән Вәлит ағайҙарға балаларҙы ҡарауға алырға тәҡдим итергә, тип уйлаған инек тә, үҙҙәре теләк белдермәгәс туҡталдыҡ. Көслөк менән башҡарылмай ул эш, балаларҙы кем етте шуға тот тора һалып ебәрергә улар мал бәрәсе түгел. Теләмәгәндәргә көсләп тағырбыҙ ҙа һуңынан яҙмыштары нисек була балаларҙың, бына мәсьәлә нимәлә…

«Ауылдаштар араһында тоҡомобоҙҙо мәсхәрәгә ҡалдырған был икәү!» Ғәрләнеүе Кәлимулла ҡарттың яндырай холҡон ҡуҙғытып ебәрҙе, ул етеҙ хәрәкәт менән мыйыҡ остарын ҡабаттан өтөрәйтте, күҙҙәре хәтәр осҡонланып киттеләр, ул ҡәтғи итеп устарын тубыҡтарына һуҡты:

 – Бына нимә ҡыҙым, беҙ әбей менән кәңәш-төңәш иттек тә шундай ҡарар ҡылдыҡ, балаларҙы беҙгә бирегеҙ!

Бындай тәҡдимде көтмәгән башлыҡтың йөҙөнә ғәжәпләнеү сыҡты, мәгәр үҙен ҡулға алып өлгөрҙө:

 – Әлләсе, был хаҡта уйлап та ҡарамағанбыҙсы…Һеҙ бит…

 – Бер аяғығыҙ түрҙә, икенсеһе гүрҙә тимәксеһеңме? Һүҙ бирәм, балаларҙы әҙәм итмәйенсе үлмәйем бына, әбейҙе лә ҡаты итеп тыйып ҡуйырмын. Шулай булғас беҙгә ышанырға мөмкин!

Башлыҡ бер ҡатлы алабарманлыҡты күреп асылып китте лә килеүсене үпкәләтеп ҡуйыуҙан тартынғандай йылмайыуын йәшереп һораны:

 – Һеҙгә әле һикһән…

 – Тимәк балалар аяҡҡа баҫҡансы йөҙгә етергә тура килер. Мин бер ваҡытта ла һүҙемдән сыҡҡаным, йә уны үтәмәгәнем булманы, атайың Имаметдин быны яҡшы белә ине. Бирегеҙ балаларҙы беҙгә, ҡыҙым, уларҙы әҙәм итергә рөхсәт итегеҙ. Шәжәрә байрамы осоронда уларҙы сит яҡҡа олаҡтырыу байрамға йәм, тантана бирмәҫ бит. Күреп тораһығыҙ, ауыл ҡорой, нәҫел шәжәрәбеҙ һирәгәйә. Бына нимә ҡурҡыныс! Ә беҙ орлоҡтарыбыҙҙы ситкә һибәбеҙ. Уларҙан аҙаҡ нимә үҫеп сығыр? Бирегеҙ, ҡыҙым, ә?! - Кәлимулла өмөт менән башлыҡҡа төбәлеп уға ике ҡулын һондо.

 – Документтар район үҙәгендә, олатай… - Башлыҡ нимәнелер хәл иткәндәй ултырҙы ла ҡапыл йәнләнеп китте. - Бар, олатай, район үҙәгенә, алып ҡайт документтарҙы, балаларҙы ауылдан ебәрмәйек. Мин дә ҡулымдан килгәнде эшләрмен. Ошо юшҡын нисәнсе көн йөрәкте өйкәй ине, рәхмәт, олатай, аҡыллы кәңәшеңә.

Башлыҡтың кире уйлап ҡуйыуынан һипһенгән ҡарт ҡабаланып урынынан ҡалҡты ла елтелдәтә баҫып ишек төбөнә килде, теүәтәйен кеҫәһенә йәшереп ҡалпағын кейҙе лә ихтирамлы төбәлеп ҡайырылды:

 – Ҡыҙым, һүҙемде йыҡманың, изгелегең балаларың, яҡындарың яратыуы, хөрмәте булып һиңә кире ҡайтһын… - Матур һүҙҙәр әйтеп ташлауына уңайһыҙ-ланғандай ҡарашын иҙәнгә ҡаҙап урынында тапанды. - Мин йүгерҙем… Йөрөп ҡайтҡас та тура һиңә инермен. Тик бер нимәне генә беләм - балаларҙы ауылдан ебәреү юҡ. Хөсөтләнеп яман һүҙ йөрөтмәнем ғүмерем буйы, шулай булһа ла әйтәйем инде, Зилиә килен беҙҙең байрамды ойоштормаһын да, алып та бармаһын, минән рөхсәт юҡ, шулай хәл иттем! - Кәлимулла ҡарт туҡтап ҡалды, буласаҡ тантанаға ҡағылышлыһын ул әйтеп бөтөрмәгәйне. - Һуңғыһы, шәжәрә байрамын күңел асыуға, кәйеф-сафа ҡороуға ауҙармағыҙ, юғиһә иң түрҙә һыраһын, араҡыһын һатып Вәлитдин тора торған. Уның эстәлеге, тәғәйенләнеше башҡа. Нәҫел ебен әүәле иң уҡымышлы, зиһенле кеше юллаған, шунан ул быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Уны ир-ат тамырын ҡыуалатып төҙөгәндәр, ҡатын-ҡыҙҙар исемдәре индерелмәгән. Шәжәрәгә тарихи ваҡиғалар теркәлгән, йылдың нисек килеүенә саҡлы яҙғандар, хатта нәҫелгә ҡағылышлы ауырыуҙарҙы ла йәшермәгәндәр. Шул, ете быуынға ҡағылышлы мәғлүмәттәр нигеҙендә ҡоҙалашҡандар борон ата-бабалар. Шуның өсөн дә ҡан да, йән дә таҙа булған. Шәжәрәне сит-яттарға күрһәтеү ҡайҙа, ул йәшереп, сер итеп һаҡланған. Хәҙер ырыу ағастарын төҙөп халыҡҡа тамаша ҡылдыралар, дөрөҫ түгел. Һау бул, ҡыҙым, ҡойолдороп хәбәр һөйләүемде ғәйепкә бөкмә берүк!

Сәрби ҡарсыҡ Кәлимулланы ярты юлға тиклем тиерлек килеп көтә ине. Ул күлдәк итәген елдә елберҙәтеп ярпайып баҫҡан. Өйҙә ултырып сыҙамағандыр. Ҡартын күргәс уға ҡаршы юрғаланы:

 – Нимә тинеләр силсәүиттә! - Һаңрау кешеләргә хас урам яңғыратып хәбәр һалды.

Кәлимулла оло эш атҡарған кешеләй ҡуҡырайып әбейен ҡырлатып үтте лә алға төштө, тегеһенә ике-өс аҙым ҡалып эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Өйгә ингәс тә әле асыла һалып барманы, сәй артына ултырып ике сынаяҡты түңкәргәс кенә тирләгән маңлайын һыпырып күҙҙәрен шуҡ йылтыратты:

 – Әбей, беҙ һинең менән загста торабыҙмы ул, әллә юҡмы?

 – Ниндәй загс тағы, теге саҡ Әбдрәхим мулла ижаб уҡыны ла. Указный мулла фатихаһын биргәс етмәгәнме…

 – Егерме беренсе быуатта һин мине батаң менән әүрәтмә, һорауға кәнкритне яуап бир?

 – Балалар тыуғас митрикә биргәндәре хәтерҙә, тик кемдең балалары икәнлекте яҡшы белгәнгә беҙҙән дөкәминт һораманылар түгелме?

 – Һораманылар шул, бөгөн шул дөкәминт кәрәк икән. Шунһыҙ балаларҙы беҙгә яҙмайҙар! Бөттө китте!

 – Нимә эшләйбеҙ ҡарт? - Сәрби ысынлап хафаға ҡалды. - Ҡағыҙһыҙ ғына булмаймы?

 – Булмай! Бөгөн ҡағыҙ алдан йөрөй, артынан кеше, замана шуға китте…

 – Һуң әйт һүҙеңде? Башлыҡ нимә ти? Ул бит ҡорҙашыңдың ҡыҙы, саҡ ҡына ла шул ерҙә ярҙам итмәгәс.

 – Итте ти, ул беҙгә бер кем дә түгел, ят бауыр, саҡ ҡына һиңә үпкәле лә. Теге саҡ әйттем бит, уны килен итәйек тип, ҡаршы төшкән булдың, хәҙер ултырыр инең түшәмгә төкөрөп, бар ауылға хужа булып.

 – Ул саҡ кем уйлаған…

 – Уйларға кәрәк ине, донъя ҡуласа ул, баҫмаһа әйләндереп бер баҫа.

 – Бир кәңәшеңде?

 – Беҙгә ниҡахты яңыртырға кәрәк, бына шул.

 – Ҡайһылайтып?

 – Силсәүиткә ҡултыҡлашып барып загс ҡағыҙы алырға тейешбеҙ.

 – Эйәртенешеп кенә барып булмаймы?

 – Булмай, һәр нимәнең рәте бар, тигәндәй. Һин аҡтан яңы күлдәк тектерәһең, мин көмөштән балдаҡ һуҡтырам, шунан беҙ силсәүит ишегенән инеү менән теге туй көйө уйнай башлай, йыйылыусылар ҡайта-ҡайта «күркә»не ҡысҡыра. «Күркә»не ҡысҡырғанда ни эшләргә кәрәклекте беләһеңме?

Ҡартының мәрәкәләүен әле генә төшөнгән Сәрби кеткелдәп көлөп ебәрҙе:

 – Кит, биғәләш, ғүмерең буйы шулай лыҡы булдың инде, ысының да, уйының да бергә!

Әбейен һемәйтә алыуына кинәнгән Кәлимулла ҡарт әбейенә ҡушылды. Йылы мөнәсәбәттән, эскерһеҙ шаяртыуҙан дарыу еҫе һеңгән өй эсе яҡтырып сафланып китте. Сөкөрҙәшеп табын ҡороп алдылар. Сәрби ҙә сабырлыҡ һаҡлап тынғылыҡ бирмәгән һорауы менән башҡаса борсоманы. Күренеп тора, ҡартының кәйефе шәп, тимәк өмөтлө хәбәр алып ҡайтҡан.

Сәрби ҡыҙ сағын һағынғандай ҡарашын моңһоуландырҙы:

 – Ҡарт, әүәле күҙебеҙ төшөп йөрөгәндәр, күңелгә яҡындар булһа ла бөгөнгө ише үк ҡыланманыҡ бер ҙә. Хәҙер радионы асһаң да ғишыҡ йырын һуҙалар, телевизорҙы ҡабыҙһаң шул нимәне күрһәтәләр ғибрәт, ә файҙаһы юҡ, йәштәр бөгөн аҡ күлдәктә балдаҡтар кейҙерешеп өйләнәләр, иртәгеһен айырылалар, аңламаҫһың уларҙы. Бына мин һиңә сыҡҡанда аяғымда алмашҡа кейер ойоғом, матурлыҡҡа тотонор күлдәгем юҡ ине. Әйттергән мәлдә лә апайым үҙе матурлыҡҡа кейгән күлдәген биреп торҙо. Һәммәһен хәләл көсөбөҙ менә таптыҡ, юҡты бар иттек, шу-ға тапҡаныбыҙ үтә лә ҡәҙерле миңә. Хәҙер туй табынында уҡ фатир, машина бүл-әк итеп бер-береһен уҙҙырырға тырышалар. Тир түгеп тапмаған малдың ҡәҙере, бәрәкәте булмай. Кәли, һин ҡасан миңә ныҡ яҡын булып киттең, беләһеңме?

 – Бына, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, әйтеп бөтөр бер башлағас.

 – Баш балабыҙ, Абдуллабыҙ тыуғас. Аҡ биләүгә биләп улымды кендек әбейе эргәмә килтереп һалғайны, аптыраным да ҡалдым, бәләкәй генә йомарсаҡ һуйған да ҡаплаған һин ине бит. Ошо яралғыны туғыҙ ай буйы йөрәгем аҫтында йөрөткәнмен, һәм ул йәнемде ярып донъяға килгән, ошо балала икебеҙҙең ҡан аға. Йән берегеүе шул баланан башлана, көйҙөргән дә, һөйҙөргән дә ул.

 – Йәшәткән дә, тип өҫтә әбей. Улар хаҡына йәшәрбеҙ әле Алла бойорһа!

Ашъяулыҡҡа хуш ҡылғас эштең айышын Кәлимулла бер һүҙ менән аңлатты:

 – Иртәгә район үҙәгенә барып ҡайтам, әбей. Башлыҡ та ярҙам итәм, тине, так што нисек кенә булған хәлдә лә балалар ауылда ҡаласаҡ. Был башлыҡтың вәғәҙәһе!

 – Бирһен Хоҙай… - Сәрби йәшкәҙәгән күҙҙәрен яулыҡ осо менән ҡоротоп һүҙһеҙ ултырҙы ла онотҡанын кинәт иҫләп ҡабаланып һораны:

 – Пинсе алып өлгөрмәнек бит әле, күршеләргә инеп сыҡмаһам, аҡса яғы наҡыҫ.

 – Башҡа төйнәлгәнең юҡмы ни?

 – Ҡайҙан булһын, осто саҡ осҡа ялғайбыҙ.

 – Һинең, минең гүргә тигән саҙаҡаны бергә ҡушһаң, район үҙәгенә автобуста түгел, таксила елдереп барып килергә була.

 – Ырымға килешер микән? Донъя хәлен белеп булмай, йыйнаулы булыуың хәйерле.

 – Бая әйттем бит, йәшәйбеҙ, тип, тағы ла кәм тигәндә ун йыл тирәһе кисектереп тор үлемде.

 – Ярар, ҡарт. - Сәрби өҫтөнә түшәнер-яҫтаныр өйөлгән ағас һандыҡты буш-атып уның эсендәге төрөлгән таҫтамалдар араһында соҡонорға тотондо.

Таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан торҙолар. Сәрби башҡа эштәрен ҡуйып шундуҡ тамаҡ яраштырырға керешеп китте, Кәлимулла юлға йыйына башланы, һандыҡ төбөндә ятҡан, кеше араһына сыҡҡанда кейә торған костюм-салбарын кейҙе, сәй ҡалайының эсендә һаҡлаған орден-миҙалдарҙы алып теш пастаһы менән ентекләп таҙартып түшенә таҡты, һаҡал-мыйыҡтарын ҡайсы менән ҡупшылап киҫте, нафталин еҫе аңҡыған кейеменә мул итеп «Тройной» одеколон бөркөргә лә онотманы. Түш кеҫәһенә кәрәкле документтарын теүәлләп һалды. Йыйынып бөтөп самауыр артына ултырғайнылар ғына ишек шаҡынылар.

 – Нимә, туҡтап ҡалдың, үт! – тип лауылданы Кәлимулла. Тыш яҡта өндәшмәгәстәр Сәрби ҡулындағы сәйнүген батмусҡа ҡуйҙы ла ҡаршы атланы:

 – Таң тишегенән кем культурнай ҡылана шунда. - Ризаһыҙ һөйләнеп барҙы ла ишектән башын тыш яҡҡа тыҡҡас кәйефһеҙләнеп кире боролдо:

 – Ҡарт, бар сыҡ, Хәмит менән Вәлит килгән, йомоштары барҙыр, сит-ятҡа зарураттан һуғылғандай һерәйешеп ҡатҡандар.

Кәлимулла башлаған сынаяғын эсеп бөтөргәс ҡабаланмай ғына йыйынып сыҡты ла килеүселәр менән ҡушҡуллап ихласлап күреште:

 – Мырҙалар килгән бит, әйҙә үтегеҙ, ни йомош? - Ирәбе өндәште. Көндө ҡайымлашып тартҡылаштан башлағыһы килмәй ине уның. Тегеләрҙең урындарынан ҡуҙғалмауын күргәс ҡапҡа тышына атланы ла баҡса ултырғысына барып аушайҙы. Килеүселәр йәнәшәнән ҡунаҡларға ҡыймай хужаның ҡаршыһына баҫтылар.

 – Бына ошоно кем ултыртты, беләһегеҙме? - Кәлимулла баҡса эсендәге сәскәгә бөрөләнгән ҡарт алмағасҡа ымланы. – Һеҙгә һөйләгәйнем шикелле теге саҡ, шулай булһа ла ҡабатлайым, атайығыҙ Вәлиулла! Район үҙәгендәге баҙарҙан алып ҡайтҡан да тура беҙгә алып килгән: «Һеҙгә булһын ағай, мине хәтерләтеп үҫһен», ти. Вафатын белгән тиерһең, икенсе йылына, ана, беҙҙе ҡалдырып китеп тә барҙы. Хөр йәнле, нескә күңелле, әҙәм балаһын рәнйетмәҫ игелекле йән ине. Ир кеше ғүмерендә малай тәрбиәләп үҫтерергә, ағас ултыртырға, өй бөтөрөп инергә бурыслы. Барыһына ла өлгөрҙө атайығыҙ, донъялыҡта яҡты эҙ ҡалдырып китте. Уға нескәлек, йомшаҡлыҡ тәбиғәттән бирелгәйне, мәрхәмәтле, миһырбанлы булды, әйләнә-тирәһендәгеләрҙе рәнйетмәне. Әҙәмдең үткәнен яҙмыш ебен һүтеп кенә өйрәнмәйҙәр, ҡылған эштәре уны күңелдәрҙә йәшәтергә тейеш, шул саҡта ғына ул оҙаҡ онотолмаҫҡа хаҡлы…- Килеүселәргә һынап ҡараны. - Рәшит менән Ғәлиә ҡай-ҙалар?

 – Беҙҙә. Йоҡлайҙар. Бала саҡта йоҡо тәмле була ул, ятһындар әйҙә. - Быны Хәмит әйтте.

 – Мынау машина беҙҙекенә оҡшамаған, ҡасан алдың, Вәлитдин? - Юл ҡырлатып улар өйөнөң янына янтайып туҡтаған өр-яңы машинаны әле генә абайлағандай һораны Кәлимулла ҡарт.

 – Минең иномарка инде, ағай, иҫкеһен һатып яңыраҡ алдым. Оҡшаймы? - Кәлимулла ҡарт хуплауын белдереп баш бармаҡ сөйгәс, Вәлит ҡыйыуланды. - Хәл белергә тип килдек әле бына. Юлға йыйынаһың инде әллә?

 – Һеҙ ҙә иртәләгәнһегеҙ. Район үҙәгенә ҡабалан йомошом төштө.

 – Беҙ ҙә шунда тип сыҡҡайныҡ, бергәләп йөрөп әйләнәйек.

 – Юҡҡа мәшәҡәтләнмәгеҙ, автобус көн һайын йөрөп тора, сыҡтың ултырҙың. Күмәк кеше араһында барыуы еләҫерәк тә, күңеллерәк тә.

 – Машинаға икәү янына өсәү ҙә һыя, әйҙә, ағай. - Вәлит ҡыҫтағандай ҡабатланы.

 – Юҡ, мырҙалар, ситтәр арбаһына ултырып яттар көйөн көйләп өйрәнелмәгән. Ниндәй йомош артынан сабыулайһығыҙ, кисә килгәнегеҙҙә өндәшмәй инегеҙ ҙә баһа.

 – Кисә өндәшмәй инек тә, шулай ҡапыл ғына хәл иттек инде.

 – Хәл иткәнһегеҙ икән, юлланығыҙ, мин һеҙгә нимәгә кәрәктем тағы?

 – Иң тәүҙә беҙҙең теләкте хуплауың кәрәк, ағай. - Хәмит костюмының салғыйҙарын тартҡыланы, муйынынан ысҡынмаған ҡорама галстугын төҙәтте. - Шунан кәрәк була ҡалһа, ярҙамыңа өмөт итә алыр инек микән? Һинең ауылда ғына түгел районда ла абруйың юғары, һүҙең һүҙ.

Ни тиклем генә бәхәскә төшмәйем, тиһә лә һуңғы һүҙҙәр Кәлимулланың зыйтына тейҙеләр, ул ҡайҡая биреп ҡалҡынды ла килеүселәргә алмаш-тилмәш һирпелеп алғас үсекләгәндәй ҡабатланы:

 – Ызначит көтмәгәндә һеҙгә минең абруй кәрәкте инде, ә? - Шәп икән ул абруйлы булыуы, ә, мырҙалар? - Тегеләре яуап ҡайтармай ситкә ҡарағандар. - Абруй тигәнең бер кемгә лә тыумыштан бирелмәй, әҙәм балаһы бөтәһе лә бер тигеҙ булып тыуа. Ә яуланған абруй, беләһегеҙ килһә, ул көндәлек хеҙмәт емеше. Тыуған төйәк өсөн һуғышта ҡанымды ҡойҙом, унан һуң ауылды төҙөкләндерәйем, халыҡты етеш көн иттерәйем, тип тырыштым. Бөгөн ауылдаштар алдында намыҫым таҙа, йөҙөм яҡты. Хоҙай Тәғәлә бөгөн үк әхирәткә талап итһә лә башҡараһы эштәрем осланған, бирәсәктәрем ҡайтарылған. Тик әжәлдең саҡырыуын кисектерелде әлегә, уныһы икенсе мәсьәлә. Һеҙгә, мырҙалар, кисә хәтерем ныҡ ҡалды, ил таяныр егеттәргә оҡшамағанһығыҙ бер ҙә, бөгөнгө ығы-зығы шауҡымымы был, әллә башҡа сәбәпме, белмәйем. Бына һин, Вәлитдин, ауыл үҫһен, күркәмләнһен өсөн нимә ҡылдың? - Кәлимулла кисәге бәхәсте дауам иткәндәй һораны.

Ситкәрәк баҫҡан Вәлит уңайһыҙланып китте, Кәлимулла ҡарт элеп тә алды:

 – То-то! Бары үҙ кеҫәңде генә ҡайғыртаһың.

 – Улай уҡ бөтөрөп ташлама әле, ағай, миңә лә ашарға-кейенергә, ғаилә аҫырарға, кеше араһында кәм-хурға ҡалмай әҙәмсә көн итергә кәрәк.

 – Кем һине әҙәмсә, етеш йәшәүҙән тыя? Хөкүмәт юҡҡа уҡытмаған бит һине, шул һөнәреңде ҡыу, файҙа килтерерһең исмаһам. Ә һин, Хәмит?

 – Минең эш балалар уҡытыу икәнлеген беләһең, ағай. - Хәмит гөнаһһыҙ кешеләй һөйләнеп Кәлимулла ҡарттың эргәһенә сүкте.

 – Ул һөнәреңдән ни фәтеүә, киләсәккә файҙа килтермәгәс. Ике-өс йылдан мәктәбең ябылыу хәлендә, уға ла артыҡлап иҫең китмәй шикелле, пинсегә тиклем шул тирәлә йөрөһәң яраған, ҡалғаны һине борсомай.

 – Мин нимә эшләй алам? - Хәмит ҡулдарын йәйҙе.

 – Балаларҙы ситкә ебәрмә, бына шул! Тамсынан күл йыйыла, беләһең килһә?

Һүҙһеҙ ҡалдылар. Шул арала Сәрби ҡарсыҡ фуфайка алып сығып ҡартының иңенә һалып инеп китте. Кәлимулла ҡарт шуны ғына көткән тиерһең, ҡорҙай кәүҙәһен һырыған мамыҡ кейем эсенә йәшереп ҡуш йоҙроҡтай башын яға эсенә тартты. Тамам кәйефтәр китте. Хәмит менән Вәлит сигарет сығарып тоҡандырып, быҫҡырға тотондолар. Тәмәке тартылып бөткәс, Хәмит башында тыуған фекеренә ҡәтғи нөктә ҡуйғандай төпсөктө туфли үксәһе менән тызып иҙҙе лә ышаныслы итеп әйтте:

 – Ағай, эт алғыһыҙ итеп ҡыҙҙырһаң да беҙ конкрет тәҡдим, хатта үтенес менән килдек әле. Һин беҙҙе тотҡан тотҡа бөгөн, атай урынына ҡалған кеше, быны ихлас әйтәбеҙ. Балаларҙы ситкә ебәрергә ярамай, кисә һеҙҙән сыҡтыҡ та күмәкләп оҙаҡ ҡына шул хаҡта кәңәш ҡорҙоҡ. Хаҡлыҡ һинең яҡта.

 – Балаларға ҡағылышлыһы Зилиә килен фекереме? - Кәлимулла йөҙөн кинәйәле йыйырҙы.

 – Юҡ, минеке. Киленең ут бөрсәһеләй булһа ла кәрәк саҡта һүҙемдән сыҡмай ул.

 – Һинең дә ирҙәрсә ныҡ булыр көнөң бар икән. - Кәлимулла Хәмитте түбәнһеткәндәй әйтһә лә уның был аҙымын хуплауын белдерҙе - Яҡшы, Хәмитйән, Вәлитдин һин ниндәйерәк уйҙаһың?

 – Беҙгә лә кәкүктәй моңайып йәшәү етте. Балаһыҙ өй - ҡотһоҙ өй. Хәҙер ағайым менән районға барабыҙ. Унда нисек хәл итәләр, шулай булыр. Кемебеҙгә яҙһалар ҙа балалар ике өй араһында йөрөп үҫерҙәр, тарлыҡ юҡ, башҡалар араһында кәм-хур ҙа итмәбеҙ, белемен дә бирербеҙ. Балаларҙы ҡарауға алырға беҙгә рөхсәт бир, ағай, хөкүмәт кешеләренән түгел иң башта һинән һорайбыҙ…

Боҙҙо иретеү өсөн нур осмото, кешенең күңелен яулау өсөн бер йылы һүҙ ҙә етә бит ул, Кәлимулла ҡарт та түшәктән ҡалҡҡаны бирле йәнен ашаған хафанан арынып, төмән йөҙөн яҡтыртып йылмайып ебәрҙе, хатта йәнен ҡоршаған ҡабыр-саҡтан ҡотолғандай төрөнөп ултырған фуфайкаһын ситкә һалып ҡулын юғарыға сөйҙө:

 – Тороп тороғоҙ әле, мырҙалар, нишләп ике өй араһында үҫер, тиһегеҙ, ә беҙ? Беҙ кемдән кәм, бер ҡасан да килгәндәр өсөн, бигерәк тә яҡындар өсөн ише-ңгебеҙгә бик һалынманы. - Кәлимулла ла серен асты. - Эштәремде осланым, тиһәм дә тағы ла бер башҡараһы изге бурысым ҡалған икән әле. Ғәлиәндең балаларын үҫтереп тыуған төйәккә кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләйһем бар. Әле районға шул балаларҙы үҙебеҙгә яҙҙыртырға тип юлланыуым.

 – Улайһа һүҙҙәребеҙ берегә бит, ағай, өсәүләп барайыҡ әйҙә! - тип йәнләнеп китте Хәмит.

 – Барайыҡ, һуң… - Кәлимулла ыңһарлай биреп ризалашты. - Тегендә балаларҙың тәғәйенләнер ерен хәл итһендәр ныҡлап, хөкүмәт кем ышансылыраҡ икәнде белә ул!

Хәмит менән Вәлит был ҡартты еңеп булыр, тиһеңме, тигәндәй бер-береһенә ҡарашып ҡына ҡуйҙылар.

Машинаға инеп ултырғас, мөһим йомошон әйтергә онотҡан Кәлимулла ҡарт тәҙрә быялаһын асып оҙатырға тип ҡапҡа ауыҙында сыҡҡан әбейен ҡул болғап саҡырып алды ла ҡолағына ҡысҡырҙы:

 – Һин, хәҙер үк ауыл башлығына бар әле, Кәлимулла Ҡалмантаев һөйләшеү-килешеү буйынса район үҙәгенә юлланды, тиң. Тағы, Зилиә киленгә беҙҙең шәжәрә байрамын алып барырға минән рөхсәт, ул быға лайыҡлы! Шуны ла әйтергә онотма!

 Хәйҙәр Тапаҡов.

Читайте нас: