Бөтә яңылыҡтар

Корнелия (хикәйә). Хәйҙәр Тапаҡов

Быяла киҫәктәре, ватылған тәҙрә рамдары менән тулған залдың ике башына Андрей менән Корнелий баҫҡандар, ҡулдарында пистолет. Зал уртаһына баҫып, ике яҡҡа алмаш-тилмәш ҡараш ташлап, ҡатып ҡалдым. Пистолетын түшәмгә күтәргән Корнелий телгә килде: «Андрей, минең пулям түшәмде тиште, ә хәҙер һинең сират!

Корнелия (хикәйә). Хәйҙәр Тапаҡов
Корнелия (хикәйә). Хәйҙәр Тапаҡов

Ҡала хакимиәтенән шылтыраттылар: «Украинанан килгән ҡасаҡтарҙы төнгө 12-лә «Бөркөт» һауыҡтырыу комплексының спорт залында ҡабул итәбеҙ. Хәбәрсе ебәрегеҙ!» Гәзит хеҙмәткәрҙәренең өлөштәренә төшкән көмөштәре шул – көн тимәй, төн тимәй яңылыҡ-хәбәр юллап ҡайҙа саҡырталар шунда йөрөп ятҡан көндәре. Өҙәрем командировкаларға, тиҙ ҡуҙғалып, етеҙ башҡараһы йомоштарға ғәҙәттә өлгөр егетем бар, шуны ебәрәм, әммә кесеаҙна, эш ахырында ҡабул ителгән «өлөшкә төшкән көмөш» раҫланған дежурство графигына ярашлы коллективта оҙаҡ йылдар эшләгән Гөлбикәнең өлөшөнә төшкәйне. Көндөҙ булһа ни асыу, эш сәғәттәренән тыш, ял көндәрендә, йә ошолай үтә лә һуң ойошторолған сараларҙы яҡтыртыуға ҡатын-ҡыҙҙы күндереү үҙе бер оло мәшәҡәт, Гөлбикә лә тымауҙан ҡыҙарған томоз танауын мырш-мырш тартып, йәшкәҙәгән күҙҙәрен ҡулъяулығы менән ҡоротоп һылтанырға, сәбәптәр эҙләргә кереште: «Миндә йәйге аллергия икәнлекте беләһегеҙ… өҫтәүенә ауырып торһам да, ай-вайыма ҡарамай ошо ялда тыуған көнөмә тип ҡунаҡтар килә, бешерергә-төшөрөргә кәрәк…» «Өлгөрөрһөгөҙ. Яҙған-һыҙғанығыҙҙы йома көн иртәнсәк һуңлатмай тапшырһағыҙ, төштән һуң килмәҫкә лә мөмкин…» «Тағы ете төн уртаһында ҡайһылайтып түшәктән һыпырылып ҡына сығып китмәк, мин дә бит диндар ир ҡатыны, уның да әллә ниндәй гөнаһлы уй уйлауы бар…» «Гөнаһ һуҡмағын ҡыҙырмайһың, ә изге ғәмәл артынан йөрөйһөң. Тормош юлдашығыҙ беҙҙең үҙенсәлекле эштең асылын аңлаған аҡыллы кеше…» Тегенең яйын-яйлап, һалпы яғына һалам ҡыҫтырып күндерҙем, тәки. Теләйҙәрме-юҡмы йәй, отпускылар мәлендә, ярым бушап ҡалған мөхәрририәттә, материалдарҙың планға алынғандарын да, «янып» барғандарын да хәбәрселәр бүлмәһендәге ике ҡатын алмаш-тилмәш ағымдағы һанға әүәләп өлгөртә, башҡа кеше юҡ. Саҡырған ергә йөрөү ҡыйын түгел, әммә мәҡәләне оҙаҡҡа һуҙмай, сәпкә тейҙереп, еренә еткереп, уҡымлы итеп яҙыу өсөн үҙенә бер оҫталыҡ кәрәк. Орҙо-бәрҙерәк, шарҙауайыраҡ холоҡло Гөлбикә һылтауын табып бармай ҡуймаһын тигән уй менән күрһәтмәмде нығытып уҡ ҡуйҙым: «Ҡаршы алыуҙа мин дә булам, етәкселәргә лә килергә ҡуштылар!»

Төн уртаһында тиһәләр ҙә беҙ көткән автобустар ике сәғәттән ашыуыраҡҡа һуңланы. Утлы ҡарышлауыҡтай һуҙылған колоннаның башындағы фаралар төн шаршауын арҡыры-торҡоро ҡырҡып-йыртып оло юлдан беҙҙең яҡҡа ҡайырылғанда йәйге таң алыҫтағы офоҡта беленер-беленмәҫ кенә моронлай башлағайны. Инеп, артыҡ күҙгә салынырға теләмәй рәсми ҡаршы алырға әҙерләнеп теҙелгән ҡала етәкселәренең артына барып боҫтом, полиция, паспорт өҫтәле, социаль бүлек хеҙмәткәрҙәренең, психологтарҙың, табиптарҙың спорт залын шаңғыратҡан аяҡ тауыштары, мөңгөр-мөңгөр һөйләшеүҙәре аҙға ғына баҫылды, һәммәһе бер яҡ ситтә теҙелгән өҫтәлдәр артынан урын алып үҙҙәренә тәғәйен шөғөлдө башҡары-рға әҙерләнде. Гәзиттәрҙән, ҡала телевидениеһынан килгән хәбәрселәр фотоаппараттарын, телекамераларын тоҫҡап һәр хәрәкәтте эләктереп алырға әҙерҙәр, араларында Гөлбикә лә күренә. Ул унда-бында йүгермәләгән була, минең яҡҡа һирпелеп алырға ла онотмай, күрҙегеҙме, килдем, йәнәһе. Икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ойошторолған тантаналарҙа, матәм көйө йәнде телгән һуңғы юлға оҙатыуҙарҙа күп ҡатнаштым, ә бындай ҡабул итеүҙе тәүләп күреүем, шуғалырмы булмышымды һағайыулы тойғо биләгән.

Өҙәрем юл һуғыуҙан талсыҡҡан, йонсоған, бәүелеп әүелйеүҙән арынып бөт-мәгәнгәлер сылбырҙай һуҙылып әкрен мөштөрҙәгән ҡасаҡтар залға инделәр ҙә уртаға һынған даға ише түңәрәк яһап беҙҙең ҡаршыға баҫтылар. Башлыса ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ ҙа бала саға. Билдәһеҙлеккә юлланыуҙан да ауыр нимә юҡтыр, йөҙгә яҡын кешене берләштергән төркөм ят ерҙә аҙашып алйыған өйөрҙө хәтер-ләтә: һөмһөрәгәндәр, өмөтһөҙлөктән ҡараштар һүнгән. Унда-бында ишетелгән ауыр көрһөнөүҙәр таш стеналарҙан цемент түшәмгә бәрлегеп иңрәү булып яңғырай. Һикһәнде ашатлаған, уҫлаптай кәүҙәле, ҡырыҫ йөҙөн йыйырсыҡтар сыймаҡлаған һалпыш мыйыҡлы бабай ҡулындағы таяғына аушая биреп ярпайып иң алға баҫҡан да ер сигенә илтһәгеҙ ҙә миңә барыбер, тигән битараф ҡиәфәттә, сал ҡунған ялбыр ҡаштарының аҫтынан ҡараған ташбыҡ күҙҙәрен ҡыҫа төшөп йоҡомһорағандай тора. Ҡабалан ҡуҙғалғанмы, әллә кәрәк тип тапмағанмы үҙе менән тотоп килгән төйөнсәк-маҙары күренмәй. Иҫке фасон менән иркен итеп тегелгән пинжәгенә орден-миҙалдарын таҡҡан, ғүмере буйы йыйған мөлкәте, намыҫ билдәһе, һынмаҫ рух өлгөһө моғайын – ошоларҙыр. Килеүселәрҙе хакимиәт башлығының урынбаҫары сәләмләне, йоҡлар урын, һыйлы өҫтәл хәстәрләнгәнен әйтте, рәхим итегеҙ, тип тә өҫтәне. Ҡасаҡтар йылмайғандай итте, ни тиһәң дә көткән ергә килеүе күңелле шул. Бер аҙҙан үҙҙәренә тәғәйендәрҙе эйәрткән уҡыу йорттарының директорҙары сығыу яғына йүнәлделәр. Мин дә ҡуҙғалыусыларға ҡушылдым. Шунда ғына иң арттан төшкән, алһыу төҫтәге футболка, тәнен кипсәлдергән ҡара трико кейеп алған, юл сумкаһын яурыны аша артмаҡлаған, сәскәгә бөрөләнгән, кескәй ҡыуаҡҡа тартым гөллө көршәк тотҡан егерме йәштәр самаһындағы ауырлы ҡатынға иғтибар иттем. Ул бейергә төшкәндәй талғын ғына атлай, әйтерһең сәхнәгә, тамашасылар алдына сығыш яһарға сыҡҡан. Балсыҡтан яндырып эшләнгән һәлмәк көршәк бер ҡулдан икенсеһенә күсте, ҡул һырты битте яртылаш япҡан ҡыҫҡа сәстәрҙе бер яҡҡа һыпырҙы, ҡолаҡ осонда алтын алҡа ялтырап китте. Шунса саҡрымдар аша көршәктән башҡа алыр нимә тапмағанмы, үҙенең хәлен самалаһасы! Шулай тип уйлап та өлгөрмәнем, тигеҙ ерҙә үҙ аяғына үҙе эләгеп һөрлөккән ҡатындың ҡулындағы һауыт таш иҙәнгә төшөп ватылды, тупраҡ тирә-яҡҡа һибелде. Йүгерә-атлай тегегә яҡынланым, торорға ярҙамлашып ҡулымды һондом да тынысландырырға ашыҡтым: «Имгәнмәнегеҙме?.. Борсолмағыҙ, хәҙер һепереп алырҙар…» Ҡатын минең яҡҡа сәйер генә итеп һирпелде, шунан йөгөнөкләп йөрөп усы менән сәселгән тупраҡты бер урынға өйөргә кереште, эре киҫәктәргә ватылған көршәкте, тамыры яланғасланып ҡалған әлеге ҡыуаҡ-гөлдө сумкаһынан сығарған пакетҡа һалды, үҙе аҡланырға теләгәндәй һөйләнде: «Зарар юҡ, хәҙер йыйыштырам, хәҙер…»

Артҡа ҡалып сыҡтыҡ. Автобус ҡуҙғалыр алдынан, ябылырға өлгөрмәгән ишек аша тағы ла һынамсыл, ҡыҙыҡһыныулы ҡарашты тойоп түбәндән юғарыға ҡарап өндәштем: «Надобранич!*» Йәш, һылыу йөҙ һиҙелер-һиҙелмәҫ ирәмһене: «До побачення*…»

Таң алдынан әҙерәк серем итеп алырға иҫәп тотһам да йоҡо алманы. Бошаланып түшәгемдә улай-былай әйләнгеләнем. Күҙ алдымдан теге эре һөйәкле бабай китмәне. Бына бит нисек, олоғайған көнөндә яҙмыш уны тыуған төйәгенән айырып ер аяғы ер башына илтеп ташланы. Йорто ҡайҙа, ғаиләһе, яҡындары бармы? Европаны фашист ҡоллоғонан азат иткән ветеран олоғайған көнөндә төйәгенән биҙеп ҡасаҡ булып йөрөһөн сәле!..

Хәтеремдә, ауылда йәшәгәндә күрше район урманында янғын сыҡты. Беҙҙәге ҡалын урмандар тәрән үҙәндәрҙә әҙәм үтә алмаҫлыҡ шырлыҡтар хасил итә, тау битләүҙәрен һылашҡан һырғый ҡарағайҙарҙың осона болоттар эленеп тора һымаҡ. Ҡояш нурҙары һаран төшкән ерҙәрҙә ҡыуарған ағастар етерлек, үҙәндәрҙә аҙым һайын лапы*, аяҡтар аҫтын кейеҙҙәй иҫке үлән япҡан, бындай осраҡта һүндерелмәгән усаҡ, яңылыш һыҙылған шырпы бөртөгө оло бәләгә килтерә. Янғынды үҙ көстәре менән һүндерә алмағас эргә-тирәләгеләрҙән ярҙам һоранылар, хатта башҡаланың үҙенән махсус самолет та саҡырттылар. Ҙур майҙанды биләп, ялҡын телдәренә ялмап һәммәһен йотоп йәйелгән утты ауырлыҡ менән булһа ла ҡаманылар, әммә тәбиғәт оло зыян күрҙе; тау битләүҙәре мунса ташылай ҡарайҙы, тәлгәштәренән, суҡтары, ботаҡтары өтөлөп яланғас олондары ғына ҡалған ағастар өркөткөс ҡарасҡылай һерәйҙеләр, төйәктәренән яҙған кейектәр, ояһыҙ ҡалған ҡоштар көтөү-көтөү булып ситкә күсенә башланы.

Шул, янғын булған райондан сәфәрҙән ҡайтышлай юл ситенә баҫып ойоған мышыны күреп машинаны туҡтаттыҡ. Мәхлүк беҙҙең яҡынлауҙы шәйләне, мәгәр ҡымшанманы, тегенең ҡул-аяҡ йөндәре һиҙелеп өтөлгәйне, тышҡа былтайыңҡыраған аҡыллы күҙҙәренән субырҙап йәштәре аға. Ғәҙәти булмаған күренеште оҙаҡ ҡына күҙәткәс артыма баҫҡан юлдашым еңемдән тартты: «Уттан ҡасып килгән, бәлә шаңҡытҡан, ҡайғыһы башынан ашҡан, шуға ҡурҡыуҙың-өркөүҙең ни икәнен дә белмәй. Әйҙә, уны тыныслыҡта ҡалдырайыҡ, борсомайыҡ…»

Уйым йәш ҡатынға барып ялғанды: «Йәшәп тә башламаған бит әле, тормош ҡыуаныстарын татып та өлгөрмәгән. Ҡулынан төшөп ватылған көршәктәй йәнселгән яҙмышын яңынан ҡоршай, бөтәйтә алырмы? Ҡоштар бала сығарып үҫтереү өсөн яҙ һайын тыуған төйәгенә ҡайта, ә ул ауырлы көйө ситтә ҡаңғыра. Әҙәм балаһы дәүләт ҡурсыуынан тыш һәр ваҡыт яҡындарының, дуҫтарының күтәрмәләүенә, ярҙамына мохтаж. Ауыр саҡта был ҡыҙ баланы кем яҡлар, кем ҡайғыртыр? Донъялар буталды, йәшәйеш аяуһыҙға, мәрхәмәтһеҙгә әүерелә бара…»

Ял көндәре мөхәрирриәткә барып аулаҡта эшләп алыуҙы ғәҙәт иткәнмен. Тыныс, бер кем ҡамасауламай. Ҡамасауламайҙар, тиһәм дә эш графигымды белгән яҡындарым, дуҫ-иштәрем инеп урай, башты сафландырып улар менән бер аҙ әңгәмә ҡороп алам ҡайһы саҡ.

Йәкшәмбе көн төшкә ҡарай кабинетымдың ишеген шаҡынылар.

  – Инегеҙ, бикләнеп ултырмайым бит.

Йәш ҡатын күренде.

  – Һаумыһығыҙ, инергә мөмкинме?

  – Әлбиттә. Инегеҙ, ултырығыҙ.

Еңел һөйәкле кәүҙә ипле хәрәкәтләнеп стена ҡырлатып теҙелгән ултырғыстарҙың ситкеһен биләне. Алдымдағы ҡағыҙҙарҙан айырылдым. Ҡатын билһеҙ, киң итәкле эре сәскә биҙәкле күлдәк кейгән, сәстәрен ҡабартып прическа яһап ебәргән, бит-йөҙөнә тыйнаҡ ҡына итеп косметика ла яҡҡан. Ҡунағым яурыны аша һалған, украин орнаменттары менән сигелгән ридикюлгә тартым сумочкаһын эргәһенә һалды ла ары ни эшләргә белмәгәндәй бармаҡтарын ҡоршап һиҙелеп кәпәйгән ҡорһағын ҡарманы, шунан ҡул һырты менән тыңлауһыҙ сәстәрен һыпырҙы. Ҡолаҡ осонда һарғылт төҫ балҡып китте. Ҡылт, итеп спорт залындағы төнгө осрашыу иҫемә төштө.

  – Мине танымайһығыҙҙыр инде?

  – Ысынын ғына әйткәндә көскә, ауырлыҡ менән, теге саҡ…

  – Ике аҙна самаһы юлда йонсоғайным шул, үҙемде үҙем танымаҫлыҡ хәлгә еткәйнем. Бына хәҙер әҙерәк баш-күҙ алыштым, ял иттем, ян-тирәмә иғтибарлап ҡарар кимәлгә ҡайттым.

  – Нисек, ҡайҙа урынлаштығыҙ?

  – Уҡыу йортоноң ятағында дүрт яңғыҙаҡ ҡатын бер бүлмәлә йәшәйбеҙ.

  – Бында нисек?

– Ҡунаҡта яҡшы, әммә өйҙә һәйбәтерәк, тигән урыҫ мәҡәле бар бит әле, шулай ҙа зарланырлыҡ түгел, бында тыныс, туҡланыу ҙа һәйбәт. Иң мөһиме, юғарынан өҫтөбөҙгә снарядтар яумай, һәр хәлдә иртәгәге көн имен уянырыңа өмөт бар. Көтмәгәндә яһаған визитыма аптырайһығыҙҙыр?

  – Хәҙер тормошто нисек бар шулай ҡабул итәм, нимәгәлер шаҡ ҡатыу йәшенән уҙғанмын. Шулай ҙа ҡапыл килеп инеүегеҙ бер аҙ ғәжәпләндерә, сөнки ял көндәре кабинетыма бикләнеп эшләүемде күптәр белмәй.

Ҡунағым үҙенең ваҡытһыҙыраҡ йөрөүен аҡларға теләгәндәй әйтте:

  – Беҙ һеҙҙең менән яҡын булмаһаҡ та ҡайһылыр кимәлдә таныштар бит.

  – Һис шикһеҙ. Башҡорттарҙа бер мәҡәл бар: «Тәү күргәндә – таныш, икенсе-һендә – белеш»

  – Һеҙ беҙҙең телебеҙҙе беләһегеҙ шикелле? – Таҙа русса һөйләшһә лә «беҙҙең» һүҙенә баҫым яһаны.

  – Аралашыу кимәлендә. Украин егеттәре менән бергә хеҙмәт иттек, тағы шәмбе һайын хәрби часта ойошторолған кисәләргә Алла Лобач исемле ҡыҙ килә торғайны. Уның иғтибарын яулау өсөн беҙ, мәжнүндәр, тырышып-тырмашып телегеҙҙе өйрәндек.

  – Ә ул ҡыҙ… һылыу инеме?

  – Үтә лә сибәр. Һеҙҙең һымаҡ.

Гүзәл заттар ғәҙәттә маҡтауҙы, һоҡланыуҙы, урынлы комплиментты ярата. Ҡатындың да йөҙө болот араһынан аҙға ғына сығып күренгән ҡояш төҫлө балҡып китте лә ҡабаттан һүрәнләнде, ҡаштары төйөлдө, ирендәре ҡымтылды, әлеге хәле, бөләңгерт кәйефе уны ҡабаттан бөгөнгө ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы шикелле.

– Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан ҡала хаҡимиәтендә ҡасаҡтарҙың дөйөм йыйылышын үткәрҙеләр. Шунан сыҡтым да ҡала менән танышайым, тип килә инем, редакцияғыҙҙың алтаҡтаһын уҡыным, тағы ишегегеҙҙе шар асып ҡуйғанһығыҙ. Беҙ ҡатын-ҡыҙҙар төпсөнөргә, һәр нимәнең асылын асырға яратабыҙ. Теге саҡ һеҙ миңә украин телендә өндәшкәс, башта аптырап ҡалдым, шунан автобус ҡуҙғалып киткәс, уҡыу йорто директорынан кемлегегеҙҙе, ҡайҙа эшләүегеҙҙе һораштым. Тимәк, һеҙ ошо гәзиттең редакторы?

  – Эйе. – Исем-шәрифемде әйттем.

  – Ә мин Корнелия.

  – Ошондай матур исемле ҡатын-ҡыҙҙы тәүләп осратыуым.

  – Уға тәрән мәғәнә лә һалынған – башҡа кеше бәхете өсөн ғүмерен йәлләмәүсе, тигәнде аңлата. – Дәрестә яңы теманы төшөндөргән уҡытыусы һымаҡ һәр һүҙенә баҫым яһаны ла дауам итте. – Яңыраҡ ҡалала сыҡҡан гәзиттең бер һаны осраҡлы ғына ҡулыма килеп эләкте. Унда Украинала барған хәл-ваҡиғалар тураһында мәҡәләгеҙ баҫылғайны. Һәйбәт яҙылған, оҡшаны. Һеҙҙең турала белешергә иттем, башҡорт редакцияһында эшләй тинеләр. Русса матур яҙаһығыҙ икән.

– Институттың рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамланым. Ә үҙем төпкөлдәге башҡорт ауылында үҫтем. Уҡыу еңел бирелмәне әлбиттә. Рустар әйтмешләй, без труда...

– ... не выловишь и рыбку из пруда!

Юҡтан ҡыҙыҡ табып көлөп ебәрҙек.

– Гәзитегеҙҙең атамаһы нимәне аңлата?

  – Тыуған ер, тыуған төйәк.

  – Ҡайһылай килешле яңғырай, бер генә һүҙгә ни тиклем тәрән мәғәнә һалынған. Ә беҙ тыуған еребеҙҙең йәберһетелгән балалары.

  – Килешеп бөтмәйем. Хәҙерге заманда аңын алыш-биреш томалаған, аҡса ҡолдары маңҡорттар ишәйеп китте. Уларға тыуған илен генә түгел, ҡәрҙәштәрен ҡыйырһытыу, һатыу бер ни тормай. Ерле халыҡ бер ваҡытта ла үгәй булмай.

  – Бына быныһын дөрөҫ әйттегеҙ. Ҡамасауланым шикелле. Йомош менән дә ингәйнем һеҙгә.

  – Иғтибар менән тыңлайым?

  – Документтарымды паспорт өҫтәленә алып барырға ҡушалар. Украин телендә яҙылған һүҙҙәрҙе хатаһыҙ итеп руссаға тәржемә итеп электрон вариантта анкета тултырырға ине.

  – Беҙҙең, башҡорт гәзитенең ҡулынан килер эшме икән ул?

  – Әйтеп яҙҙырыу өсөн ярҙамсы, компьютер булһа шул еткән, мин бит ике телде лә яҡшы беләм.

  – Улайһа килештек.

Дүшәмбе көн эш аҙағында Корнелия килде. Анкетаны тултырыу ҙа күп ваҡытты алманы. Мөхәрририәттән бергәләп сыҡтыҡ, алдан килешкәндәй ҡабаланмай атлап эргәләге паркҡа боролдоҡ.

Парктың ике яғын ҡушарлатҡан юлдан елгән машиналарҙың тоноҡ шауын иҫәпкә алмағанда бында йыбандырғыс һиллек. Ҡыҫҡа итеп киҫелгән акациялар оҙатыуында һуҙылған асфальт тротуарҙан үтеүселәр юҡ иҫәбендә. Халыҡ йәй оҙоно ҡала янындағы баҡсаһында соҡона, ялға таралышҡан студенттар әлегә килеп өлгөрмәгән, шуға урамдар, ошондайыраҡ ял итеү урындары август аҙаҡтарына тиклем бушап ҡала. Маяковский һәйкәленең эргәһендәге ултырғысҡа ултырҙыҡ.

Быйыл йүнләп йәй төҫөн күрелмәне; емешкә бөрөләнер саҡта сәскә атҡан үҫемлек-ҡыуаҡты ҡара көйҙөрөп ҡырау һуҡҡайны, торараҡ иртә яҙҙа була торған һалҡын көндәр башланды, ер өҫтөн өҙлөкһөҙ өшәндергес ямғырҙар ҡамсыланы, әле сағыштырмаса сыуаҡ, тик йылы килгән көҙ ҙә ашыға төҫлө, иртәрәк булһа ла ағастарға урыҡ-һурыҡ һары тап ҡунған, һауала ялтырап үрмәкес ауҙары оса.

  – Был һәйкәл ҡуйылғас, парк моғайын да Маяковскийҙың исемен йөрөтә-лер?

  – Эйе.

  – Шағирҙың «Ваше слово, товарищ маузер!» тигән һүҙҙәре 21 быуат башында бөтөнләй икенсе мәғәнәлә яңғырай, – тине Корнелия көтмәгәндә. – Бөгөн күп осраҡта ҡорал теле менән генә һөйләшәләр.

  – Һеҙ хаҡлы.

  – Белемем буйынса филологмын, Киев дәүләт университетының украин теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамланым. Бәләкәйҙән бейергә яраттым, мәктәптә лә, һуңынан университетта ла хореография түңәрәгенә йөрөнөм, концерттарҙа ҡатнаштым. Хатта бер заман билдәле хореограф үҙенә эшкә лә саҡырҙы. Тормошомдо балаларһыҙ күҙ алдына килтермәгәс, баш тарттым. Шулай ҙа бейеү донъяһынан айырылғаным юҡ. Атайым украин, ә әсәйем рус милләтенән. Бөгөн йыйылышта ҡайһы эшкә барырыға теләүем хаҡында белештеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә һайлау мөмкинселеге бирелмәгән – декретҡа сығыр мәлем етеп килә, тағы бында һөнәри яҡтан яраҡһыҙ иҫәпләнәм.

  – Беҙҙең республикала украин мәктәптәре эшләп килһә лә беҙҙең ҡалала ундай предмет уҡытылмай шул.

– Балалар донъяһынан ситләшкем килмәй, мәктәпкә йыйыштырыусы булып булһа ла барырмын.

  – Ҡайҙа ла эш, иң мөһиме, уны күңел биреп башҡарырға кәрәк. Әйткәндәй, теге көршәктәге гөлөгөҙҙө терелтә алдығыҙмы?

– Һауытты елем менән ҡоршаштырҙым да ул, ә бына гөл тамырын ҡуҙғытҡанғамы, әллә ят климат булғанғамы һаман нығынып китә алмай.

– Әгәр яңылышмаһам, кисә редакцияға анкета тултырыу үтенесе менән генә килмәнегеҙ шикелле.

   – Һеҙ яҙыусы бит әле? – Һорауға һорау бирелде.

   – Яҙыусы ҙур исем. Уны урынлы-урынһыҙға ҡуллана һалып бармайым. Башҡаларҙың шулай атауын уңайһыҙланып ҡабул итәм.

  – Дөрөҫөн генә әйткәндә, редакцияға яҙыусы менән осрашып-һөйләшеү уйы алып килде, өҫтәүенә, һеҙ атайыма ныҡ оҡшағанһығыҙ: ҡаҡса буйығыҙ, яҫы маңлайығыҙ, сал сәсегеҙ, хатта уң яҡ ҡашығыҙ аҫтындағы миңегеҙ ҙә уны хәтерләтә. Үткәндә спорт залында эргәмә килә һалып еткәйнегеҙ, бында атайым көтөп торғанмы әллә тип, тетрәнеп киттем. – Һораулы төбәлеп ултырыуымды күреп өҫтәне. – Атай-әсәйем, ғөмүмән яҡындарым хаҡында белергә теләйһегеҙме? – Корнелия ауыр көрһөндө. – Улар икеһе лә был донъяла юҡ инде.

  – Өнһөҙ ҡыҙыҡһыныуым менән ауыр ярағыҙҙы яңырттым, берүк кисерегеҙ.

  – Улар иҫемдән сыҡмайҙар.

  – Атай-әсәйҙе юғалтҡан кеше булараҡ хәлегеҙҙе аңлайым. Әсәйем олоғайып мәрхүмә булды. Шул бәләкәй генә кибеп бөткән ҡарсыҡ минең өсөн ел-ямғыр, бәлә-ҡаза үткәрмәҫ ҡая, ҡалҡан булған икән дә баһа.

Берауыҡ һүҙһеҙ шымтайышҡас, Корнелия яңынан һораны:

  – Был һеҙҙең тыуған ҡалағыҙмы?

  – Шағир-яҙыусылар ғәҙәттә ауылда тыуа ла ҡалала йәшәйҙәр. – Эргәбеҙҙәге һәйкәлгә күҙ аттым. – Әйтәйек, Маяковский ҙа төпкөлдән сыҡҡан. Ауыл малайымын. Шулай ҙа был ҡала күңелемә яҡын, ҡәҙерле: ошонда белем алдым, ошонда йәшлек йылдарым үтте.

  – Мин дә «Прелестное»нанмын. Донецк өлкәһендә йәмле, тәбиғәт ҡосағына сумған, исеменә есеме тап килгән шундай ауыл бар. Тирә-яғында йылғалар, күлдәр, ылыҫлы ағастар күп. Ауыл халҡы меңдән дә ашмай, шуға бер-береһен белеп, ҡатышып, татыу йәшәйҙәр, милләт айырыу төшөнсәһе ауылдаштарыма ят нимә. Урындағы ир-егеттәр башлыса шахтала эшләһәләр ҙә атайым ғүмере буйы тәбиғәтте яратты, урмансы һөнәренә тоғро ҡалды. Көнсығыш Украинала тынғыһыҙ көндәр башланғас атайым, шул, урманынан ҡайтып инмәне, снарядтар ерҙең аҫтын өҫкә килтергәндә, ошоғаса ел-дауылдарға бирешмәгән меңйәшәр ҡарағайҙар гөрһөлдәп ауғанда йәнәһе лә ҡушкөбәге менән үҙенә тәғәйен урман биләмәһен ҡурсый ала инде! Һуғыш янғындар, емереклектәр, ҡорбандар алып килде, көнитмештең бөтә өлкәләрендә лә өҙлөктәр башланды. Халыҡ емерек өйҙәрен ташларға, хужалыҡтарын ҡалдырырға теләмәй сәсрәгән барлы-юҡлы әйберҙәрен йыйып подвалдарына төштө. Ундағы йәшәү шарттарының насарлығы хаҡында һөйләп тораһы ла түгел, көнө-төнө һуҡыр сысҡан ише сыраҡ ҡабыҙып ярым ҡараңғылыҡта зарығаһың, майшәмең бөткән осраҡта дөм ҡараңғыла ҡалаһың. Бер мәл өс көн аҙыҡ-түлек килтермәнеләр. Әсәйем менән мин подвалдабыҙ, атайым шул ағастарын һаҡларға сығып киткән. Ҡабыр ризыҡ ҡалмағас, әсәйем аҙыҡ-түлек килтереүҙәрен ишетеп урам аша урынлашҡан магазинға барып әйләнергә итте, йүгереп кенә үҙем барып киләм, тиһәм дә тыңламаны. Шул китеүе мәңгелеккә булған. Ҡайтып килешләй мина ярсығы эләгеп ҡапҡаға етә алмай тәгәрәгән. Гөрһөлдәү тауышын ишетеп атылып юғарыға күтәрелһәм, әсәйем ҡоласын йәйеп ҡан күленең уртаһында ята, күҙҙәре асыҡ, икмәк тотҡан ҡулы өйөбөҙ яғына һонолған. Уны ерләгәндән һуң өйөбөҙҙән ҡот китте: атайым һуйылып төшөп биреште, күҙҙәре соҡорҙарына батты, яңаҡтары өңөрәйеп эскә тартылды. Иртәнән кискә ҡәҙәр шартлауҙар, өҙлөкһөҙ атыуҙарға иғтибар ҙа итмәй, йәшеренеп-боҫороноп та маташмай нимәлер эҙләгәндәй һорау билдәһеләй һерәйеп урам ҡыҙыра. Үҙенең әжәлен эҙләгән икән. Ғаилә фажиғәһенән ҡырҡ көн дә үтеп өлгөрмәне, шул әсәйем тәгәрәгән ерҙә үлемен тапты. Осраҡлы атылған пуля сикәһен аҡтарған. Ауыл зыяратында йәнәш яталар. Беҙҙә бөгөн тереләргә генә түгел, әруахҡа күскәндәргә лә тынғылыҡ бирмәйҙәр, «Град» системаһы менән утҡа тотҡанда ауыл зыяраты туҙҙырылды. Хоҙай аралағандыр, хаиндар ебәргән ҡаза беҙҙекеләрҙе ситләтеп үткән. Ағайым Андрей менән генә тороп ҡалдыҡ. Ул өйгә бик һирәк ҡайтып күренә, хәрби училищенан һуң ополчениела йөрөй.

Ауыр тынлыҡ урынлашты. Ҡайғыһы баштан ашҡан был йәш ҡатынды нимә тип кенә йыуата алам һуң?

Корнелия йәнә телгә килде:

  – Үткән ял көнө Украинаның бойондороҡһоҙлоҡ көнөн билдәләнеләр. Шул хаҡта телевизорҙан Киевтағы парадты күрһәттеләр.

  – Мин дә ҡараным уны.

  – Ә Донбасстағын?

  – Уны ла.

  – Сәйәсәттән ныҡ алыҫмын, ул мине бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһындырманы, әммә тарих ҡабатлана икән. Үҙ заманында Мәскәү урамдары буйлап фашист илбаҫарҙарын үткәргәндәр, бөгөн Донбасс буйлатып әсир итеп үҙ кешеләрен ҡыуалайҙар, уларға ләғнәт яуҙыралар, йомортҡа, серек йәшелсә ырғыталар. Әсир тигәндәре асылда украин ир-егеттәре бит, шунда тыуып, шунда үҫкәндәр. Дәүләтебеҙ ҡап урталайға бүленде, һәр кемдең үҙ хаҡиҡәте, һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө.

  – Ундағы ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларға бер яҡлы ғына яуап биреү мөмкин түгел. Йылдар үтеү менән һәммәһе тейешле урынына ултырыр, ваҡыт ғәҙел баһаһын бирер.

  – Тик ҡасан бирелер ул баһа?! Баһа бирелер, емерек йорттар урынына яңылары ҡалҡып сығыр, ә бына янған-көйгән яҙмыштарҙы ҡабаттан тергеҙеп булырмы? Донбасс хаҡында әйттем, шул урам буйлап ҡыуалаған әсирҙәр араһынан үҙем өсөн иң яҡын кешене – Корнелийҙы таныным.

  – Корнелий?

  – Бер-беребеҙҙе эҙләп табыу өсөн Хоҙай икебеҙгә лә бер үк исемде биргән шикелле. Корнелийымды күрҙем дә йөрәгем өҙөлөп китә яҙҙы: ябыҡҡан, йөҙө танымаҫлыҡ булып ҡарайған, ауыр гер бәйләгәндәрме ни, аяҡтарын көскә ҡымғырлатып атлай. Оло йәштәрҙәге ҡатын уға ташланды ла биттәрен сапсыны, сәстәренән матҡыны, ә ул таш ҡаялай тик тора, һаҡланмай ҙа исмаһам… Төнө буйы йоҡлай алмай һаташып сыҡтым да йыйылыштан һуң һеҙҙе эҙләп килдем.

  – Мин бит бер нисек тә ярҙам итә алмайым.

  – Ярҙамығыҙ кәрәкмәй, бүлдермәй тыңлағыҙ, бары тыңлағыҙ ғына. Тыңлай белеү, хәлгә инергә тырышыу ҙа ҙур эш.

Корнелия наҙлы итеп ҡорһағын ыуып алғас, тубыҡтарына терһәкләнеп эйәген усланы, ҡарашын ҡаршылағы йорттар аша билдәһеҙлеккә атты. Тоноҡ тауыш менән һөйләнгән яҙмыш хикәйәһе дауам итте.

– Институттың беренсе курсын тамамлаған йыл Киевта яҙ шаулап-гөрләп килде: ер ҡарҙан әрселеп бөтөү менән бар тирә-яҡ күҙҙе ҡамаштырырлыҡ йәшеллеккә төрөндө, күкрәп сирен ҡыуаҡтары сәскә атты, тротуар буйлатып аллы-гөллө ләләләр теҙелде. Ә тыуған тупрағыбыҙҙың йәме каштандар тураһында әйтеп тораһы ла түгел, уның аҡһыл-ҡыҙыл сәскәләре тотош ҡаланы япҡан. Шул йәйғорло томандай сәскәләргә төрөнгән ҡала бына-бына төпһөҙ зәңгәр күккә осоп китер төҫлө. Ағайым Андрей хәрби училищыла уҡый. Уҡыу йорттарыбыҙ бер-береһенә яҡын урынлашҡас, яйы сыҡҡан һайын уға һуғылып хәлен беләм. Бер барғанымда ул мине үҙенең дуҫы Корнелий менән таныштырҙы. Шул осрашыуҙа бер-беребеҙгә текәлеп ни әйтергә белмәй ҡаттыҡ та ҡалдыҡ. Күңелемдәге нескә, наҙлы ҡыл зыңлап китте: «Ул!» Ҡапылғара уның кем икәнлеген дә белмәйем, әммә эргә-ә минең өсөн үтә лә яҡын, танһыҡ кешенең килеп баҫҡанлығын тойомлайым. Ана шул көтөлмәгән осрашыу, өҫтөмә ауған тауҙай бәхет аңымды томалаған, һүҙ әйтеү ҡеүәһенән яҙҙырған. Корнелий ҙа күҙҙәремә баҡҡан да арбалғандай тора. Беҙҙең юғалып ҡалыуҙы Андрей шаяртыуға борҙо:

  – Нимә, Корнелий менән Корнелия, ике игеҙәк, бер-берегеҙҙе таптығыҙмы?

Эйе, ике ярты бер-беребеҙҙе таптыҡ, айырылмаҫ өсөн таптыҡ. Беҙҙең өсөн ул йылдағы яҙ айы ҡабатланмаҫ әкиәт донъяһына әүерелде: ҡомһоҙланып шәрбәтле һауаны еҫкәнек, иҫебеҙ китеп тәү ҡат күргәндәй төпһөҙ зәңгәр күккә баҡтыҡ, яланаяҡланып ләйсән йыуған киң урамдарҙан йүгерҙек, оятыбыҙҙы юғалтып яттар алдында үбешеүҙән дә тартынманыҡ, изге гөнаһыбыҙға шаһит булғандар ғәйепләмәнеләр, киреһенсә, ҡылығыбыҙҙы оҡшатып хуплағандай йылмайҙылар ғына. Тик нишләптер Андрейҙың кәйефе китте, теле менән әйтмәһә лә күҙ-ҡарашы менән, үҙен тотошы менән дуҫлашыуыбыҙҙы мөрхәтһенмәүен һиҙҙертте. Элеккеләй килергә лә саҡырып бармай, дуҫы мәнән булғанында тап итһәм, һылтауын табып эргәһенән ҡыуалай һала, һүҙ араһында: «һеҙ икегеҙ ике донъя кешеһе», тип тә әйтеп ысҡындырҙы бер көн.

Йәй көнө Корнелий Львов ҡалаһында йәшәгән ата-әсәһе менән таныштырҙы. Зыялы ғаиләнән ине ул: атаһы фән кандидаты, институтта эшләй, әсәһе ҡала дауаханаларының береһендә педиатр. Мине бик йылы ҡаршы алдылар: танышҡандан һуң әсәһе менән яҡын кешеләрҙәй аралашып алдыҡ та киттек, тик аш бүлмәһендә икәүләп һый әҙерләгән мәлдә тутыйғоштай һыланған-һыйпанған ханым миңә мөрәжәғәт итмәгәндәй һыртын ҡуйып күңелен асты: «Дуҫлашыуығыҙға тамсы ла ҡаршылығым юҡ, әммә Корнелийҙың тамырҙары затлы поляк панының нәҫеленә барып тоташа. Урмансы менән пандың ҡоҙалашҡанын ҡайҙа күргәнең бар?..» Әңгәмәбеҙҙе көтмәгәндә килеп ингән Корнелий бүлдерҙе, ул әсәһен арт яҡтан ҡосаҡлап бер ҡатлы хәбәрен һалды: «Матуся, кәләшем нисек, һиңә оҡшаймы?» «Бик оҡшай, әле генә шул хаҡта әйтеп тора инем әле!» булды яуап.

Бер йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Училищынан һуң Корнелийҙы шунда уҡ уҡытырға ҡалдырҙылар, Андрейҙы Киев округындағы ниндәйҙер частҡа тәғәйенләнеләр. Беҙҙе бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа айыра алмай ине хәҙер: сөнки йөрәктәребеҙ бер үк һүҙҙәре ҡабатлап тибә, уйҙарыбыҙ тап килә, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ, хыялдарыбыҙ, алға ҡуйған маҡсаттарыбыҙ бер үк. Иң мөһиме – Андрей эргәбеҙҙә түгел, мыжыусы, ҡырын ҡараусы юҡ. Корнелийҙы Прелестноеға алып ҡайтып таныштырғандан һуң туй көнөн май айына билдәләнек. Бөтәһе лә риза һымаҡ ултыралар, тик Андрей ғына йөҙөн сирылтып ситкә ҡараны: «Вы, что, хотите проводить пир во время чумы? Күрмәйһегеҙме ни, Украина дәһшәтле дауыл алдында тора!..» Атайым ҡаршы төштө: «Беҙҙә волка боятся в лес не ходить, тигән мәҡәл бар, Андрей, элек һуғыш мәлендә лә яратышҡандар, өйләнешкәндәр, балалар тыуған. Әлегә ҡупмаған дауылды көтөп шөрләһәң, бөтөнләй йәшәүҙән ваз кисергә мөмкин!» «Йәшәүҙән төңөлмәһәк тә тиҙҙән Украина ҡап уртаға бүленәсәк, бына күрерһегеҙ, дуҫ дошманға әүереләсәк, шулаймы, хөрмәтле пан?» – Андрей тишерҙәй итеп Корнелийға төбәлде. «Ә мин бер кем менән дә һуғышырға йыйынмайым!» – Корнелий бер ҡатлы яуапланы. «Һуғышасаҡһың, хөрмәтле пан, һуғышасаҡһың, сөнки һин һалдат, ә һалдат бирелгән бойороҡтоң ниндәй булыуына ҡарамай уны үтәргә бурыслы. Хәрби Уставта шулай яҙылған». Бәхәстең дауам итеүен теләмәгән әсәйем, өҫтәлгә әйҙүкләне лә табын уртаһына ҙур бәлеш ҡуйҙы. Әйткәндәрен иҫбатларға теләгән Андрей ҡулына бысаҡ алып һауалы ҡиәфәттә бәлеште ҡап урталайға бүлде. Ысынлап та тиҙҙән Киевта башланған шаулы «Майҙан» яҙ көнө оло сыуалыштарға барып ялғанды. Шул осорҙа Корнелий ҙа танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: майҙанға көн һайын тейерлек йөрөй, ошоғаса күренмәгән ят кешеләр менән аралаша башланы. Андрей ҙа отпускы һылтауы менән ҡайтҡайны, хеҙмәт иткән еренә башҡаса барманы. Корнелий уны дезертир тип атаны, ул яҡын дуҫын ошолайтып тәүге ҡапҡыр кәмһетеүе ине. Уларҙың аралары һыуынды, бер-береһенә шылтыратыуҙы, хәл белеүҙе оноттолар. Мин дә яҙ көнө ялға тип ҡайттым да башҡаса китә алманым, һуғыш һыҙығы барлыҡҡа килде, унан аша ҡайһылайтып сыҡмаҡ кәрәк, Украина ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә «үҙебеҙҙекеләр»гә һәм «яттар»ға бүленде.

Тиҙҙән яңғыҙым тороп ҡалдым. Әсәйемде, шунан атайымды ерләргә ҡайтҡан Андрей ҙа ҡайҙалыр китеп юғалды. Кеҫә телефоны аша барған бәйләнеш, электр биреү туҡтатылғас, бөтөнләй өҙөлдө. Көндәрем башлыса подвалда үтә, бик һирәк, аҙыҡ-түлек кәрәк булғанда ғына өҫкә күтәреләм. Төндәрен май шәм яҡтыһында китап уҡырға тырышам, әммә ополчениела йөрөгәндәр ут ҡабыҙырға ҡушмайҙар. Бер көн таңға ҡарай кемдер һаҡ ҡына тимер ишекте ҡаға. Бынау ваҡытта тигенгә йөрөмәйҙәрҙер, тип һағайып ҡалдым. Ишек артында ҡыштырҙау ҡабатланды, тимәк, килгән кеше китергә йыйынмай. «Кем?» Ҡурҡып ҡына өндәштем. «Корнелия ҡәҙерлем, был мин!..» Йөрәгем урынынан ҡупты: «Ул килгән, Корнелийым килгән! Эҙләп тапҡан бит!..» Май шәмде тоҡандырғас, ҡалтыраған ҡулдарымды көскә тыңлатып кейендем дә ишеккә арҡыры кейҙерелгән ауыр ломды һурҙым. Ишек ауыҙына Корнелийым баҫҡан, ҡосағында көршәкле гөл. Илай-көлә ҡосағына ташландым, баш-күҙ алышҡас, тумбочка өҫтөнә бар һыйымды сығарып теҙҙем. Керпек тә ҡаҡмай төн уҙғарҙыҡ, таңға ҡарай уның күкрәгенә башымды һалып ойоп киткәнмен. Сәйер ҡыштырҙауға уянып китеп башымды күтәреп юғарыға ҡараным. Тоноҡ ут яҡтыһында Андрейҙы таныным. Ул таш ҡаялай баҫҡан, тыныс, талапсан: «Ну что, Корнелий, вот и встретились, одевайся, выйдем, поговорим!» Урынымдан ҡубып ҡалҡтым да ҡабаланып һөйләндем: «Бар, һөйләшеп инегеҙ, ә мин сәй ҡайната торам…»

Керогазға кәрәсин ҡойоп тоҡандырыуға апаруҡ ваҡыт китте, сәй ҡайнап сыҡты, ә Андрей менән Корнелий юҡ та юҡ. Күңелемә хафа ҡунды, ҡабаланып өҫкә күтәрелдем. Мина шартлауҙары тишкеләгән, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары туҙырап сәсрәгән ишек алды буш, тәҙрә быялалары селпәрәмә килгән йортобоҙ эсенә күҙ һалдым, тауыш-тын ишетелмәй, йүгереп урамға сыҡтым, унда ла әҙәм заты юҡ. Мине ташлап ҡайҙа киткән икән был икәү?! Йәнемде өркөткән хафа ҡурҡыуға ялғанды, иламһырап ҡысҡырып ебәрҙем: «Андрей, Корнелий, һеҙ ҡайҙа!» Урам аша урынлашҡан урта мәктәп бинаһының тәҙрәләре өңрәйгән спорт залында атыу тауышы яңғыраны. Миңә аттылармы ни, кинәт йығылып киттем, шунан иҫемде йыйғас йөгөнөкләп ҡалҡып, эләгә-йығыла шул яҡҡа ынтылдым, йүгергән ыңғайы бер нисә тапҡыр һөрлөгөп киттем, маңлайым үҙәгемә үтеп ауырттырып ишек яңағына бәрелде.

Быяла киҫәктәре, ватылған тәҙрә рамдары менән тулған залдың ике башына Андрей менән Корнелий баҫҡандар, ҡулдарында пистолет. Зал уртаһына баҫып, ике яҡҡа алмаш-тилмәш ҡараш ташлап, ҡатып ҡалдым. Пистолетын түшәмгә күтәргән Корнелий телгә килде: «Андрей, минең пулям түшәмде тиште, ә хәҙер һинең сират! – Үтә лә тыныс тора, әйтерһең дә йоҡо алдынан прогулкаға сыҡҡан да байып барған ҡояшты күҙәтә, йөҙөндә үкенесле йылмайыу сағыла. – Һин бит училищела иң оҫта атыусы инең, моғайын был юлы ла сәпкә тигеҙерһең!» «Ә мин икеләнмәйем дә, һис шикһеҙ!» – Андрей ҡулын алға һондо. Нимә эшләй былар, аҡылдан яҙғандармы әллә? Йүгереп барып Андрейҙың ҡулына аҫылынып түбән баҫтым: «Ағай, нимә эшләйһең һин, аҡылыңа кил, һуңынан үкенәсәкһең бит!» «Мин? Үкенәм? Нимә һөйләйһең һин, ҡыҙый? – Андрей ҡырағай тауыш менән көлөп ебәрҙе, көлөүе лә табышын тамаҡларға йыйынған йыртҡыстың үкереүенә оҡшаған. – Юҡ, бер ҡасан да үкенмәйәсәкмен, һәм был ғәҙеллек пуляһын дошманымдың маңлайына оло ҡәнәғәтлек менән ҡаҙайым хәҙер!» «Корнелий дошман? Ул ҡасандан бирле һиңә дошманға әүерелде?» «Һин нимә, бөгөн генә донъяға тыуҙыңмы әллә? Бына ошо ҡәбәхәт Одессала, профсоюз йортонда кешеләрҙе тереләй ялҡында өттө, беҙҙең ергә ҡаза алып килеп беҙҙең атай-әсәйҙе үлтерҙе» «Андрей, мин фажиғә осоронда Одессала булманым, атай-әсәйегеҙҙе лә үлтермәнем. Атай-әсәйегеҙҙең үлеме хаҡында бөгөн Корнелия әйтте. Мин дә һеҙҙең менән ҡуша ҡайғырам, Андрей…» «Ҡайҙан килгән әле был, мәрхәмәтле әүлиә, ә? Иң тәүҙә беҙҙең яҡҡа снарядтар, миналар яуҙыра ла һуңынан һәләк булғандарҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша. Бик ҡулай һәм гуманлы философия!» «Беҙ хәрбиҙәр бит, Андрей! Беҙ, һалдат, иң әүәл ҡушылған бойороҡто үтәйбеҙ! Теге саҡ үҙең дә ошо хаҡта әйткәйнең бит. Әгәр мине ғәйепле һанаһаң, ат!» «Юҡ! – йүгереп барып Корнелийҙы ҡапланым. – Үсеңде ҡандырғың килһә икебеҙҙе бер юлы үлтер, ағай. Әгәр беҙгә атһаң, ике кешене түгел өсәүҙе һәләк итәсәкһең!..» Андрей бер аҙға баҙап ҡалды: «Һин нимә, һеңлекәшем, фатиха алмайынса?.. Был ҡәһәр һуҡҡыры донъяла минән башҡа бер кемең дә юҡ бит, шуны ла аңламайһыңмы?..» «Һинән башҡа тағы Корнелий бар… Фатихаға килгәндә атай-әсәйҙең ҡәберҙәренә барып алдым рөхсәтте… Бөгөн мин Корнелийҙыҡы булдым, һәм ошо ҡауышыуҙан балабыҙ тыуасаҡ, бына күрерһең!» Ағайым пистолетын юғары күтәреп, обоймаһындағы патрондар менән түшәмде тишкеләне лә аҡырып илап сүгеп төштө: «Нишләп килдең беҙҙең ергә? Нишләп үлем һәм ут алып килдең? Миңә бит бер нимә лә кәрәкмәй, бары үҙ еремде һәм һеңлемде генә ҡурсалайым һәм яҡлайым. Һин бит хәрби түгел, рәссам булаһы кеше, Корнелий, һөнәреңде яңылыш һайлағанһың, аҙашҡанһың…» «Беҙ бөтәбеҙ ҙә аҙашҡандар, һуҡырҙар быуыны, Андрей, шулай булмаһа бер-беребеҙҙе үлтермәҫ тә инек. Ҡасан да булһа аңыбыҙ урынына ултырып, күҙҙәребеҙ асылһа, үкенәсәкбеҙ әле, ай, ҡайһылай үкенәсәкбеҙ!..» Корнелий хөкөм эскәмйәһе артына баҫҡан кешеләй һерәйгән, тауышы үтә лә тоноҡ, ер аҫтынан килә тейерһең. «Бар кит, башҡаса бында килеп йөрөмә, беҙҙең тарафҡа юлды онот! Мин һине әсир итеп ала алмайым!» Андрей пистолетын кабураһына тыҡты. Корнелий китергә йыйынып ишек төбөнә килгәс, кире ҡайырылды: «Мин тағы ла бында киләм, үлем янағанда ла Корнелиямдың янына киләм.» «Икенсе тапҡыр тап булышһаҡ мәрхәмәт көтмә. Үкенәсәкһең», тине Андрей. «Юҡ, үкенмәйем. Әгәр ошонда һәләк була ҡалһам, атайығыҙ менән әсәйегеҙҙең янына ерләрһегеҙ. Был минең һуңғы ҡарарым!»

Корнелия ҡарашын байып барған ҡояшҡа йүнәлтте, уның һылыу йөҙөнә моңһоулыҡ күләгәһе ҡунып өлгөргәйне:

  – Хәбир ағай, ваҡытығыҙҙы ныҡ тотҡарланым шикелле, һеҙ бит эштән арып сыҡҡан кеше, ял да итергә тейешһегеҙ, ә мин эшһеҙлектән, өҙлөкһөҙ мейемде игәгән уйҙарҙан арыным.

  – Күңелде кемгәлер асыу ҙа әҙәм балаһын ауыр уйҙарҙан арындыра, ҡайһылыр кимәлдә ял иттерә.

  – Һеҙ хаҡлы, ысынлап та нисектер еңел булып ҡалды.

Корнелия сумочкаһынан дүртә бөкләнгән ҡағыҙ киҫәген килтереп сығарҙы:

  – Корнелий ысынлап та рәссам. Талантлы, оҫта рәссам. Бигерәк тә тәбиғәт күренештәрен төшөрөргә ярата. Львовтағы фатирҙары картиналар менән тулған. Ә был рәсемемде беҙ танышҡан йылы яҙғайны. Бына ҡарағыҙ. – Ҡулындағын миңә һондо.

Ватман киҫәгенә ҡәләм менән һыҙып эшләнгән рәсемдән киң йылмайып, донъяһы теүәл, бәхетле ҡыҙ ҡарай. Ҡыҫҡа сәстәрен ел туҙғытып ебәргән, уймаҡ ирендәре, тумалаҡ бит алмалары, асыҡ күҙ ҡарашы бергә ҡушылып бына-бына көлөп ебәрерҙәр төҫлө.

  – Бәхетле булғанһығыҙ.

  – Эйе, ул төшөнсәне яҡыныбыҙҙы юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ шул. Рәсемде яҙған мәлдә ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып сыпраңлап ултырған булдым. Ә хәҙер көндәр буйы уның күҙҙәренә текәлеп ултырырға ла риза булыр инем.

  – Һеҙ Корнелийҙы әсирҙәр араһында күрҙем, тигәйнегеҙ.

  – Эйе. Уға тиклем, мин тегендә саҡта кеҫә телефонынан бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытҡа бәйләнешкә сыҡты ла бөтөнләй юғалды. Ул, моғайын да, мине эҙләп килеп әсирлеккә эләккәндер. – Һынамсыл текәлеүемде күреп өҫтәне. – Тыуасаҡ балаларымдың атаһы ул, тик ул белмәй, хәбәр итеп өлгөрмәнем. Хәйер, кәрәкме икән, әгәр белһә, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып ул мине табырға тырышыр ине. Бер саҡ белер әле, мәле еткәс белер.

  – Балаларым, тинегеҙ?

  – Эйе. Килгәс тә УЗИ үткәргәйнеләр, игеҙәк көтөгөҙ, тинеләр. Был яңылыҡ-ҡа шатланырға ла, ҡайғырырға ла белмәйем.

  – Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа тиҙәр. Тыуымға ҡыуанырға кәрәк.

  – Рәхмәт һеҙгә. – Корнелия урынынан ҡалҡты, тик ни өсөн рәхмәт әйтеүен асыҡламаны. – Һеҙҙе башҡаса борсомам.

  – Ни тиһәгеҙ ҙә бында таныштарығыҙ бөтөнләй юҡ. Бик кәрәктә, хатта кәрәк булмағанда ла хәлегеҙҙе белдереп шылтыратығыҙ. – Барсеткамдан визитка сығарып һондом.

  – Рәхмәт һеҙгә, – тип ҡабатланы Корнелия, – мин китәйем инде. – Урынынан ҡалҡты.

  – Имен-аман йөрөгөҙ!

  – Ғәжәп ҡыҙыҡ һүҙҙәр әйттегеҙ.

  – Мине әсәйем алыҫ юлға оҙатҡанда гел шул һүҙҙәрен әйтә торғайны. Күп осраҡта бәлә-ҡазанан ана шул тәү ҡарашҡа сәйер яңғыраған һүҙҙәр ҡотҡарҙы.

  – Әсәйегеҙҙе хәтергә төшөрҙөгөҙ, ә һеҙ минең атайыма оҡшағанһығыҙ, тигәйнем бит әле. Ысынлап та шулай. Тимәк һеҙҙең теләктәр ҙә тормошҡа ашыр. Әйткәндәй, тиҙҙән белем байрамы, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләһәм дә һеҙҙе шул байрамға саҡырам. – Китә бирҙе лә ҡайырылып йылмайҙы.

Белем көнөндә үткәрелгән линейканан һуң ул мине үҙе эҙләп тапты. Байрамса кейенеп алған, дәрескә, уҡыусылары алдына инергә йыйынған йәш уҡытыусылай йөҙө ҡояштай балҡый.

  – Байрам менән, Корнелия, ә был сәскәләр һеҙгә! – Ҡулымдағы гөлләмәне уға һондом.

  – Астралар! Ҡайһылай гүзәлдәр! Беҙҙә лә үҫә улар, өләсәйем баҡса тултырып үҫтерә торғайны.

  – Хәлдәрегеҙ нисек? – Урынһыҙыраҡ һүҙҙәр ысҡындырғанымды аңлап төҙәтә һалдым. – Беҙҙәге шарттарға өйрәнеп буламы?

  – Ҡайҙа ла бер үк ҡояш яҡтырта, бер үк кешеләр йәшәй, әммә һеҙҙең халыҡ киң күңелле, йомарт, ихлас. Тегендәге хәлдәргә килгәндә ишетеп, күҙәтеп бараһығыҙҙыр, һуғыш хәрәкәттәре туҡталып тора. Халыҡ та элекке ише күпләп ҡырылмай. Тик шул ваҡытлы тынлыҡ һипһендерә. Оҙаҡҡа барырмы?

  – Әйҙәгеҙ яҡшыға юрайыҡ.

Мәктәп ихатаһын уратҡан асфальт һуҡмаҡ буйлап атланыҡ, эргәбеҙҙән йүгереп үткән уҡыусы ҡысҡырып сәләмләне.

  – Хаумы? – Икебеҙ өсөн дә Корнелия яуапланы ла ихлас йылмайып ебәрҙе. – Бер тиҫтәгә яҡын башҡорт һүҙҙәрен үҙләштерҙем инде хәҙер. Һеҙҙең телегеҙ моңло көй һымаҡ яңғырай.

  – Һеҙҙең телегеҙ ҙә беҙҙекенән кәм түгел.

  – О-о-о, беҙҙең телебеҙ гүзәл, ә тәбиғәтебеҙ ожмахҡа тиң: күк тә зәңгәрерәк, ерҙе япҡан хәтфә лә йәшелерәк, һулар һауа, эсер һыу ҙа шәрбәтлерәк. Һеҙҙәге тупраҡ та бәрәкәтле, Корнелийҙың бүләге терелде, матур сәскә атты.

  – Бына был һәйбәт яңылыҡ!

Күңелендә йөрөткән уйын өҙөп әйтте.

– Бында тыныс, ә мин ҡайтырға булдым!

  – Ҡайтырға? Үҙең әле генә ваҡытлы тынлыҡ ҡурҡыта, тигәйнең. Ҡабаланмайһыңмы?

  – Унда Андрей ҡалды, ағайым ҡайтып күренһә, уның өҫ-башын йыуырға, өй ашы менән һыйларға кәрәк. Йортобоҙ ҙа туҙҙырылған оя ише таралып ятмаһын. Корнелийҙы әсирлектән ҡотҡарырға ине, ирем, тыуасаҡ балаларымдың атаһы, тиһәм моғайын да аңларҙар… Андрей менән Корнелийҙы яраштырыу, яҡынайтыу бар теләгем. Уларҙың икеһе лә миңә яҡын һәм ҡәҙерле.

  – Улайһа хәйерле юл.

  – Рәхмәт һеҙгә. – Корнелия күп тапҡырҙар әйтелгән бер үк һүҙҙәрен ҡабат-ланы.

Компьютер менән иркен ҡуллана белһәм дә электрон почтамды уҡымайым тиерлек, аралашыуҙың яңы сараһын өнәп тә ҡабул итеп тә бөтөрмәйем. Шулай ҙа онотҡанда бер асып ҡарайым. Был юлы ла почтамда уҡылмаған бик күп хәбәрҙәр йыйылғаны. Иң һуңғыһы – Украинанан. Корнелиянан. Ҡабаланып шул битте астым.

«Имен-аман ҡайтып еттем. Минең бөтәһе лә һәйбәт. Подвалдан йортобоҙға күстем. Электр утын тоташтырҙылар, тәҙрәләрҙе ҡуйҙылар. Теге гөлдө урам яҡ тәҙрәнең төбөнә урынлаштырҙым. Ҡайтыуыбыҙҙы хуплағандай шау сәскәгә төрөнөп ултыра хәҙер. Торлаҡҡа ҡот, йәм инде. Балаларым тыуҙы, беҙҙә бала табыу йорто эшләмәгәнлектән күрше Ульяна әбей кендек инәһе булды Игеҙәктәргә Валентина, Ираклий тип исем ҡуштым. Атайым менән әсәйемдең исемдәре шулай ине. Корнелий, Андрейҙан бер ниндәй хәбәр ҙә юҡ. Көн һайын кеҫә телефондарына: «Ҡайт-ығыҙ. Көтәм», тип СМС һүҙҙәр яҙам. Бер уҡымаһалар, бер уҡырҙар, йортом янына килеп тәҙрәгә күҙ һалһалар, минең ҡайтҡанлығымды белерҙәр…» Хәбәрҙән тыш фото ла һалған. Унан миңә пар аҡҡош һүрәте төшөрөлгән ҡапҡа ауыҙына баҫып ике балаһын ике ҡосағына алған йәш ҡатын ҡарай. Зәңгәргә буялған тимер ҡапҡа, бер-береһенә суҡыштарын терәп һыйынған аҡҡоштар һанһыҙ пуляларҙан, мина ярсыҡтарынан теткеләнеп бөткән. Корнелия күҙҙәренә һеңеп өлгөргән һағыш аша ҡайҙалыр, билдәһеҙлеккә өмөтләнеп баҡҡан. Шулай булмай тағы, ул бит тыуған йортонда, ул бит хәбәрҙәр оҙатып, сабырһыҙланып яҡындарын көтә!

Хәҙәр Тапаҡов.

* Надобранич (укр.) – тыныс йоҡо

* До побачення (укр) – һау булығыҙ

Читайте нас: