Бөтә яңылыҡтар

Ауылым әтәстәре (хикәйә)

Иртәгәһенә, отбой алдынан булған теҙелеү ваҡытында, ишек төбөндә нәҙек оҙон сержант пәйҙә булды. Итектәр – гармошка, ҡайышы һәленгән, пилоткаһын түбәһенә йәбештереп ебәргәндәрме ни, саҡ-саҡ эләгеп тора. Һап-һары мыйыҡлы, шул уҡ төҫтә еткән сәсле оп-оҙон был сержантты йә латыш, йә немецтыр тип уйлап ҡуйҙым. Улар ҙа бар бында.

Ауылым әтәстәре (хикәйә)
Ауылым әтәстәре (хикәйә)

Нисә йәштәр булғандыр миңә, уныһын хәтерләмәйем, ауылға көтөүсе булып ялланып бер ағай килде. Ғаиләһе ишле генә ине. Ауылға текәлеп Тирмән йылғаһы аға. Шуның ярында күптән инде хужаһыҙ интеккән бер алама ғына йортҡа төпләнде былар. Тәүҙә ағай кешенең кемлеген аңлай алмай йөрөнөк, һөйләшеүе һис кенә лә беҙҙекенә оҡшаш түгел ине. Өҫтәүенә, үҙе һап-һары. Юрамал буяп ебәргәндәр тиерһең. Бисәһе ара-тирә күрше-күләнгә йөрөштөрҙө, таныша, аралаша башланы. Беҙгә лә ингеләне. Ҡаты итеп, сутырлап һөйләшә. Аҙаҡ, аңлауыбыҙса, был ғаилә Ҡаҙағстандан күсеп килеүсе мишәрҙәр булып сыҡты. Быға ҡәҙәр башҡа телдә һөйләшкән кешеләрҙе күргән булмағас ни, беҙ, бала-саға, ҡыҙыҡ күреп, тегеләрҙең ситән ҡоймаларын һырып алабыҙ ҙа, аралыҡтарынан ипле генә күҙәтеп ултырабыҙ. Ағай кеше көнө буйы көтөүҙә, көндөҙ күренмәй, ә ишек алдарында һәр ваҡыт беҙҙең йәштәр самаһындағы ике малай йөрөй. Баҡса утайҙар, һыу ташыйҙар. Ә төш етеп, көтөү һыулауға төшкәс, ҡармаҡ сыбыҡтарын, әсәләре тотторған төйөнсөктө ҡосаҡлап, кемуҙарҙан шундуҡ аталары янына йүгереп сығып китәләр. Ишек алдарында бәләкәй илаҡ ҡустыһын күтәреп йөрөүсе һап-һары ҡыҙыҡай тороп ҡала. Берҙән-бер ҡыҙ ул ғаиләләрендә. Нисек түҙәлер бахырҡай теге илаҡтың мыжыуына? Шундай ҙа була икән! Сәрелдәй, тыпырсына, шартлар хәлгә етеп яр һала, аждаһа!

“Нишләп әүритмисең? Нишләп илатасың?!” – Әсәһе килеп сыға ла ҡыҙҙы әрләй башлай, сәпәп тә ебәргеләй.

Оҙаҡламай һарысай малайҙар менән дуҫлашып киттек. Бергә уйнай башланыҡ. Сәпәш менән Әпүш тип йөрөттөк үҙҙәрен. Тик уларҙың иркенләп уйнар ваҡыттары аҙ булды. Баҡса эштәренән ҡотола алманылар. Беренсе булып ҡауын-ҡарбуз, һуған, ҡыяр үҫтерҙе улар ауылда. Беҙҙең ауыл халҡы, шундай матур тәбиғәт ҡосағында йәшәп, йәй көнө уларҙан йәшел һуған ҡыяҡтары һатып ала башланы. Ә инде ҡыярҙары өлгөргәс, ҡапҡа алдарында йомортҡа, май-ҡаймаҡ алып килеүсе бисә-сәсә, әбей-һәбей хатта сиратҡа баҫты. Малайҙарҙың түккән тирҙәре ана ниндәй алтын һәм мул емешле булып сыҡты. Шулай итеп, бер йәйгә генә тип килеүселәр ауылыбыҙҙа бөтөнләйгә тороп ҡалды.

Көтөү ауылға инеү менән хужабикә, илаҡ балаһын күтәреп, ҡапҡа алдына сығып баҫа. Мөңрәшкән һыйырҙарға, ларылдашҡан һарыҡтарға ишаралап, бәләкәсенә ниҙер һөйләй, тегеһе, көн буйы апаһын яфалаған "ғазраил", шатлыҡлы ауаздар сығарып йылмайған, көлгән була.

“Әтәсе ҡая? Ҡая уның әтәсе? И-и, ана ҡайтып килә бит аның әтәсе!..”

"Әтәс"кә ҡарап ғәжәпләнәбеҙ. Ә ни өсөн "әтәс" һуң ул?! Көтөүсебеҙ Ғәли ағай ошо көндән "әтәс" булып китте. Тимәк, улдары ла "әтәс". "Әтәс"тәр инде бөтәһе лә. Хатта илаҡ "ғазраил" да. Шулай итеп, тегеләрҙе мөһөрләп ҡуйҙыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ – үҙҙәре быға әллә ни үпкәләп тә барманы, елкә тырнап ризалашты ла ҡуйҙы.

Бер заман быларҙың өй тәңгәлендә, кәртә арттарында, балыҡ ҡармаҡлап торам. Йоморсайҙар һәләк шәп эләгә шул кисеүҙә. Биҙрәләренә сепрәк-сапраҡ тейәп Айсибәрҙәре – ҡыҙҙарының исеме шундай ине – килеп төштө бит эй минең алдыма. Шаптыр-шоптор әле тегеләй үтте, әле былай... Йоморсай – һаҡ балыҡ, ҡабыуҙан туҡтаны ла ҡуйҙы. Түҙемлегем етмәне, ҡысҡырып ебәрҙем.

– Ысҡын бынан, балыҡты ҡурҡыттың да баһа! – Ыжламаны ла. Туҡталып бер миңә, бер һыуға ҡарап алды ла шаптырлауын белде. – Башҡа урын бөткәнме ни һиңә? Эй! һиңә әйтәм бит, кит бынан!

Ҡыҙ иренен бәлшәйтте лә һаман үҙ эшендә булды. Асыуым ҡабарҙы. Кил дә тип тә йыҡ тегене, ша-ап итеп ҡалды салҡан (үәт, иҫәрлек! Баш, аҡыл тигән нәмә ҡайҙа булғандыр ул шул саҡта?!). Тороп баҫты был. Мезелдәк күҙҙәре аҡайып киткән.

– Ысҡын тиҙерәк яҡшы саҡта!

Уйламай ҙа ҡасыуҙы. Икенсе берәү булһа шундуҡ һыпыртыр ине. Үсекләшкәндәй, ҡулындағы сепрәген шаптыр-шоптор килтереп сайҡатып маташа һаман да. Ҡоторған асыуҙың теҙгене юҡ, тиремә һыйышманым, башына һыулы биҙрәһен ҡапланым. Өҫтәүенә, тағы ла тибеп йыҡтым. Саманан сығыуым уятып ебәрҙе. Әгәр ҙә әсәһе күреп ҡалһа, ул саҡта йоморсайҙың йоморсаһын күрһәтер ине... Ҡармаҡ сыбығымды, тотҡан балығымды ырғыт та һыпырт үҙем ҡайтыу яғына. Нисек ҡайтып етеүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ҡот-йәнем табанда лепелдәне. Көнө буйы яттым бесәнлектә, һарай башында. Бесәй шикелле һәр ҡыштырлаған тауышты тыңлап, төрлө ғазаплы күренештәрҙе күҙ алдымдан үткәрҙем. Ни өсөндөр эҙләүсе булманы. Сәйер тынлыҡ тағы ла ғазаплыраҡ. Мейене төрлө-төрлө күңелһеҙ уйҙар борғосланы. Бәлки, үлеп яталыр ҙа, быны бер кем дә белмәйҙер? Түҙмәнем, йәшеренгән еремдән төшөп, кәртә артындағы кесерткәнлектәрҙә йәшеренә-боҫа киттем кире кисеүгә. Ҡарап сыҡтым – ҡыҙыҡай ҙа, сепрәк-сапраҡ та күренмәне. Ҡурҡышымдан ҡот-йәнем ҡалманы. Ҡалтырана башланым, башым әйләнде. Шыңшып илай-илай һыуалыш юлынан ҡайтыу яғына атланым. Йорт-ҡураларына яҡынлашам. Ә ул, Айсибәр, ырғымысында һикерә-һикерә, ишек алдарында уйнап йөрөй... Әйтерһең дә, бер ни булмаған. Теп-тере. Асыу ҡайнаны, ут булып тоҡандым, һауа етешмәне. Ҡыҙҙы тағы ла нығыраҡ иттереп туҡмағым килде. Тимәк, ағаларына ошаҡлаған! Ошаҡ тоҡсайы!.. Ошонан һуң бөттө һарысайҙар менән дуҫлыҡ. Юҡҡа йәлләгәнмен үҙен! Бөттө дуҫлыҡ. Үәт, ошаҡсы! Быны мин ғәфү итә алманым!

Еләктән ҡайтып килгән сағында килеп ҡапты бит эй ҡыҙ минең ҡапҡанға. Ошо ошағы өсөн баҫтырып йөрөп үҙен талсыбыҡ менән һыҙыра башланым. Үҙ хәлен тиҙ аңланы келәүез. Бер нисә тапҡыр үҙенә эләктереү булды – торҙо ла ысҡынды. Ел өрҙөмө ни! Ялан буйлап баҫтыра башланым. Тыҡыя ғына малай, ҡыуып етермен тимә. Ҡыр кәзәһе кеүек елдерә. Талсыбығым һелтәгән һайын тейә яҙып, тейә яҙып ҡуя. Ну ҡыҙ тейҙертмәй, еткермәй, аяғы ергә теймәй. Ҡото осҡан сәпсим. Селеклек араһында, баҫтырышып килә торғас, ағас ботағына абынып осто-китте бер заман... Еләкле күнәге һауала әйләнеп-тулғанып, әйләнеп-тулғанып эленеп торҙо ла селеклек араһына "борх" итеп барып төштө. Сә-әр итеп ҡысҡырып ебәрҙе шундуҡ. Бөттө! Башын төпһәгә бәрҙе, йәнселде, бөттө был, тип уйланым мин һәм ажғырып, уттар сәсеп килгән еремдән борол да һыпырт кире яҡҡа. Артҡа боролоп ҡарау юҡ. Аяҡтарым ерҙе тоймай. Беҙ, малайҙар, эш боҙғанда ғына батыр бит ул, ә үҙ ҡылыҡтарың өсөн яуап бирергә булһа – шөрбай ҡуяндан да ҡурҡаҡ. Мин шундай хәлдә инем. Ҡайттым да һарай башында үҙ урыныма сумдым. Көттөм, һәр минутты сәғәткә тиңләп көттөм. Эҙләп килеүсе булманы. Был юлы ла ығы-зығы ишетелмәне. Сәйер. Үтә сәйер был. Бындай сәйерлек, билдәһеҙлек кеше өсөн бигерәк тә ғазаплы икән ул. "Эй, теге ваҡыттай үтер ҙә китер әле", – тип тынысландырырға тырыштым үҙемде, ләкин яңылышҡанмын – иртәгәһен үк һыу инеп ҡайтып килгән сағымда, ер аҫтынан ҡалҡып сыҡтылармы ни, мине "әтәс"тәр ҡамап алды. Көтөп ятҡан һарысай шайтандар. Ҡулдарында һыҙғырып торған оҙон талсыбыҡтар... Ну эләкте инде. Хәтәр ныҡ эләкте. Ни хәл итәһең. Бер нисә көн ни ултырып; ни ятып булманы, һарысайҙар менән үс һуғыштары башланды. Улар икәү, мин – яңғыҙ. Ошонан һуң уларҙың яңғыҙ саҡтарын һағалап ҡына йөрөнөм. Көндәлек эшем шул булды. Эләктеләрме – бөттө, имандарын уҡытам тегеләрҙең! Әллә ҡайҙан килеп ауылға хужа булып йөрөмәһендәр! Әгәр ҙә инде үҙемде тотоп алһалар, тағы ла бер нисә көнгә ултырыу-ятыу онотолоп тора. Яраланған ерем хатта ҡутырлап китте, әммә тегеләргә бирешергә иҫәп юҡ ине. Һәм бирешмәйәсәкмен дә! Өйҙәгеләр тамам аптыраша башланы. Тәүҙәрәк йәлләгән, аҡыл өйрәткән булалар ине, хәҙер ҡул һелтәп, көлөп кенә ҡуялар. Талсыбыҡ “мисәттәр”ен алдап булмай.

Ваҡыт уҙа торҙо. Армияға ла китер мәл етте. Ғүмерҙә лә уйламаған ергә барып эләгергә тура килде. Ер аяғы – ер башына. Карантин үткәс, беҙҙе роталарға тараттылар. Өлгөлөһөнә эләктем. Был күп "молодой"ҙың хыялы. Хеҙмәт дәүерен бөткәнсе, иң һәйбәт һалдат буласаҡмын, әлбиттә. Ротабыҙҙа ниндәй генә милләт вәкилдәре юҡ. Бер-береһен белгән, йә яҡташ булғандар юҡ булып сыҡты. Бында Башҡортостандан бер үҙем. Бөтә айырма – "дед" һәм "сынок"тар. Ҡайҙа ла шулай инде ул армияла. Армия эсендә армия. Ата-бабаларҙан ҡалған изге йолалар һәм уларға, баш эйеп, түбәнселек менән буйһоноу. Яңы кейемдәр һәм яңы тәртип... Хатта ошо ер аяғы, ер башында ла яҙмыш мине мажараларҙан мәхрүм итмәгән. Шулай булып сыҡты.

Иртәгәһенә, отбой алдынан булған теҙелеү ваҡытында, ишек төбөндә нәҙек оҙон сержант пәйҙә булды. Итектәр – гармошка, ҡайышы һәленгән, пилоткаһын түбәһенә йәбештереп ебәргәндәрме ни, саҡ-саҡ эләгеп тора. Һап-һары мыйыҡлы, шул уҡ төҫтә еткән сәсле оп-оҙон был сержантты йә латыш, йә немецтыр тип уйлап ҡуйҙым. Улар ҙа бар бында.

– Смир-но! – Дежур команда бирә. Үрә ҡатабыҙ. "Бағана", епле генералға оҡшатып, яйлап ҡына бармағындағы сынйырлы асҡыс­тарҙы уйнатып, тыҡ-тыҡ баҫып, строй буйлап атлай... Шундуҡ таныным һары шайтанды! Сәпәш! Ҡара һин уны, нисек оҙонайып киткән! "Әтәс" – әтәс инде, йөрөш, ҡыланышы нисек! Минең тәңгәлгә еткәс, туҡталып, бер аҙ икеләнеп ҡарап торҙо ла атлауын дауам итте. Кире әйләнгәндә тағы ла туҡталды. Баштан-аяҡ сәнсерҙәй итеп ҡарап:

– Син?.. – тине ул, икеләнеү ҡатыш, бармаҡ төртөп.

– Син!

Сәпәш – "әтәс"тәрҙең өлкәне. Минән өлкәне. Бына бит ул яҙмыш, ҡайҙа, нисек осраштырмай ҡайһы берәүҙәрҙе.

– О-о... Си-ин?.. – йылмайҙы "әтәс". – Мо-ло-дец! Ожмахҡа тура килгәнһең. Ну, пошли! – Мине, сафтан сығарып, үҙе менән алып китте. Каптеркаға. – Тәк, сал-лага, бөгөндән башлап ошо итектәр до блеска, себен ҡунмаһын, понял? Көн дә яғалар яңы! Мин йоҡонан тороуға ХБ үтекләнгән и мине көтөп тора! Понял?!

– Понятно.

– Понятно түгел – есть!

– Ну... есть.

– Громко, четко!

– Есть! – честь биреп, ҡысҡырып ебәрәм.

– Молодец! И, ровно сәғәт дүрттә, нежно ғына итеп, мине уятырға. Көн дә. Громко, четко!

– Есть!

– Выполняй! Был һинең Тыуған ил алдындағы изге бурысың!

Үҙе, сисенеп, карауатҡа ауҙы. Мин армия, Тыуған ил бойорған "хәрби бурыстар"ҙы үтәй башланым. Йоҡо эләкмәне бөгөн, тимәк. Ә башҡалар, ана, таңға ҡәҙәр үлем йоҡоһо менән йоҡлаясаҡ. Армияла икмәк менән йоҡо – иң ҡәҙерле нәмә. Асыу килә, әлбиттә. Ауылда, гражданкала булһа, "хәрби бурыстар"ҙы күрһәтер инем дә бит... Дед, имеш, берәү.

– Саша! – ҡапыл ишекте йәп-йәш кенә һалмыш прапорщик бәреп килеп инде. "Дед" икән тип торам. Мине күргәс, күҙҙәрен ҡыҫып, туҡталып ҡалды. – А ну-ка буди!

– Ну что, опять? – һыңғырланы Сәпәш. – Ял итергә лә бирмәйҙәр!

– Вставай! – Ярты сығарып ултыртты прапорщик. – Подъем, гулять будем! А ты, воин, марш спать!

– Ку-ку-да?! – Күҙҙәрен шар итте Сәпәш. – Его не трогать! У него служба!

– Я сказал – отбой! Марш!

– Отставить!

– От-бой!

– Ну... ладно! Бар, йоҡла! – Сәпәш ҡул һелтәне.

Честь биреп, ишеккә ташландым. Шәп булды. Рәхмәт прапорға. Осоп барып карауатыма ауҙым. Күҙҙәрем йомолоп өлгөрмәне "Подъем!" яңғыраны. Төндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.

Ошонан һуң йоҡоһоҙ төндәрем башланды. "Хәрби бурыстар" елкәгә, сәмгә тейә башланы, һәм бөтә хәләсле ваҡытым Сәпәштән нисек үс алыуға булған пландар менән үтә ине. Ротала мине, исем-шәрифте яҡшы белһәләр ҙә, "син" тип өндәшә башланылар. Сәпәш – ашнаҡсы. Иң хөрмәтле һәм һәр кемгә лә бик кәрәк кеше. Шуға ла генерал кеүек ҡупырайып йөрөй. Уның менән бер кем дә бәхәсләшмәй. Төндәрен картуф әрсергә, һауыт-һаба йыуырға ла мине сираттан тыш нарядҡа ебәрә. Ә бер аҙ нығынып алғас, мин партизанлыҡҡа күстем.

Төшкө аш алдынан, ер һөрөп арыған ат ҡиәфәтендә, үҙ өҫтәле артына комбат килеп ултырҙы. Офицерҙарға аш-һыуҙы Сәпәш мотлаҡ үҙе генә ташый. Хатта "верхушка" өсөн айырым рәүештә матур сәскәле батмус тоталар, салфеткалар әҙерләйҙәр. Өлтөрәп йөрөгән Сәпәш (“дед” булыуын әйтәйем?..) әләң-йылаңғылағансы, күп уйлап торманым, тоҙ менән боросто бәр ҙә сыҡ. Алып китте теге. Мин келәткә ҡастым. Ни булғандыр, белмәйем. Ну кикереге ныҡ шиңгәйне. Тиктомалдан аҡыра башланы, аяғына эләккән һәр нәмәне типкеләп ебәрҙе. Киске аштан һуң бөтөнләй һөйләшмәй йөрөнө. Минең тәүге "террор" һөҙөмтәле үтте. Шул кәрәк “әтәс”кә! Үс алынды. Шәп булды. Шатлығым эскә һыйманы. Йөрөй-йөрөй ҙә, башын тотоп, уйҙарға сумып ултыра, ғәйеплене таба алмай аҙаплана, күрәһең. Шулай ул, ураҡ ҡойроҡ, һиндә – власть, беҙҙә – баш! Отбойҙан һуң теге прапор менән тиктомалдан, тас та тос килеп, һуғышып киттеләр. “Әтәс”тең күҙ төбөнә елле генә "фонарь" сәпәп сығарып ебәрҙе тегеһе үҙенең каптеркаһынан. Ул көндө миңә һүҙ өндәшкән кеше булманы. Аҙна үтте. Шулай ҙа мине күрһә, ене ҡотора башлай мәхлүктең. Тағы ла йөрөтә башланы нарядҡа, шайтан!

Бөтә частың ҡотон алып торған кеше штаб начальнигы, майор Чернов булды. Ҡыҙыу ҡанлы, һәр һүҙе "мат" менән семәрләнгән һәм Чапайға оҡшап тора. Мин уны ни өсөндөр сыуаштыр тип уйланым. Уға оҡшаған бер сыуашты белә инем элек. Этлек ҡылыр өсөн аҡыл кәрәкмәй икән ул һәм сараһы ла тап килеп тора. Тоҙло балыҡ, ҡыҙҙырылған картуф – начштабтың яратҡан аҙығы. Яттан беләбеҙ хәҙер. Өлтөрәй Сәпәш тағы ла йүгереп йөрөй. Балыҡ ҡырҡа, картуф ҡыҙҙыра. Самай уңайлы мәл. Сәпәш салат, салфеткалар илткән арала картуф араһына бер нисә үле тараҡанды ырғыттым да, һауыт-һаба таратырға тип, залға һыпырттым. Күп тә үтмәне, Черновтың имәнес тауышы яңғыраны. Тәҙрәләр зыңғырлап китте хатта. Үрә торған сәстәрҙән пилоткалар ҡалҡынды.

Бөтә наряд дер ҡалтырана башланы. Киске аштан һуң мәж килде часть. Бөтә наряд, штрафниктар, кесе команда составы ашханала ҡайнашты. Сүп-сар таҙартылды, стеналар ағартылды, иҙән, һауыт-һаба йыуылды. Танырлыҡ түгел келәтте. Унлаған һалдат, сержанты-ние менән бергә, йәшниктәр араһында макарондарҙы өрөп таҙарта, унлағаны тоҡтар араһында, ярмаларҙы ҡул менән "иләй"... Иртәнге ашҡа ҡәҙәр бығаса блокада ғазаптарын кисергән ашханабыҙ ресторанға әйләнде. Ялт итеп торҙо. Өҫтәлдәрҙә аҡ япма, ашнаҡсыларҙа кершәндәй аҡ халаттар. Дер һелкетеп тотто төндө Чернов. Ул ғына ла түгел, ашханалағы наряд көн һайын ике тапҡыр, ҡан таратыр өсөн, кәмендә берәр сәғәт плацты тапаны. Бөттө "лафа" Сәпәшкә. Беҙҙең кеүек ҡарауылға бара, көн дә йыр йырлап стройҙа йөрөй. Ғөмүмән, "һалдат һурпаһы"н эсте. Оҙаҡламай уны бөтөнләй икенсе часҡа күсерҙеләр. Беҙҙең юлдар мәңгелеккә өҙөлдө. Мин армиянан ҡайтыуға ул вафат ине. Күрше ауылға ҡыҙы янына барғанда, бер аҙ эсеп алған Сәпәш матайы менән берәүҙең ҡапҡа алдында ултырған бесән тейәгестең тештәренә барып ҡаҙалған. Ҡыҙғаныс хәл.

Ә Әпүш менән һуғыш яланыбыҙ киң булды. Бер синыфта уҡыныҡ. Урта мәктәпкә күскәс, көн дә ете саҡрым араны, тегеләй-былай, сәкәшеп, һуғышып уҙғарҙыҡ. Көн дә ауылдан йөрөп уҡыусы тиҫтерҙәр беҙ – ике алйотто төрлөсә сәмләндерҙе, һөскөрттө. Көн дә беҙҙең "алыш" тураһында төрлөсә фәлсәфәүи фекер алышты. Улар ҙа, шулай йөрөй торғас, көйәрмән булараҡ, ике төркөмгә бүленде һәм һәр кем үҙ "батыр"ын яҡларға тырышты. Нисек кенә булмаһын, улар өсөн көндәлек ошо маршрут бер мәрәкә генә булды. Алты йылдан ашыуға һуҙылды шундай "дуҫлыҡ". Әпүш яман аҫтыртын, тырауыз, хаслыҡлы малай ине. Үҫә төшөп, ҡыҙҙарға ғашиҡ булып, уйындарға йөрөй башлағас та ҡотолоп булманы үҙенән. Мин яратҡан ҡыҙҙы яратты, нисек кейенһәм, ул да шулай кейенде. Ул минең шәүләм, ҡойроҡ булды. Беҙҙең бала саҡ һәм үҫмер йылдар шулай үтте.

Байтаҡ йылдар уҙғас, Яңы йыл алдынан ине, Нижневартовск ҡалаһына барырға тура килде. Эш араһында ҡапҡылап ҡына алырға тип сәйханаға индем. Ваҡыт самалы ине. Күҙгә күренәме тип торам – Әпүш! Ялан-баш, яланғас тәнендә тишек йоҡа трико һәм иҫке тун, аяҡтарында иҫке галуш. Ә урамда илле градус һалҡын! Һаҡал-мыйығы, сәстәре еткән. Иҫерек булһа ла, шундуҡ таныны, шайтан! Шатлығынан сиреналай ҡысҡырып ебәрҙе, һуғыштан һуң, тиҫтә йылдар уҙғас осрашҡан фронтовиктар кеүек, ул мине ҡосаҡлап үбә башланы. Бөтә сәйхана алдында яр һалып маҡтанырға, мине маҡтарға кереште. "Земляк! Односельчанин! Одноклассник мой! Мой корефан!.." Саҡ тынысландырҙым, һыйларға тура килде "земляк"ты. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙе һорап һыйланды. Эсеп, һый-хөрмәт ҡабул иткәндән һуң "корефан" әтәсләнә башланы. Туҡтатып алып булмай. Әзмәүерҙәй бер нисә ир сығарып бәрҙе үҙен урамға. Аптырап ҡатып ҡалдым.

– Как он надоел!

– И так каждый день!..

Аҡса эшләргә килгән Әпүш, шулай итеп, эскегә һалышып, ғаиләһен ташлап, асарбаҡҡа әйләнеп киткән икән. Һуңғы осрашыуыбыҙ шулай булды. Күп тә үтмәй, Яңы йыл төнөндә урамда үлек кәүҙәһен табып алғандар. Ҡыҙғаныс хәл.

Өсөнсөһө, бәләкәстәре, Сәрфүше, ағаларына ҡарағанда тынысыраҡ булды. Уның тыныслығы беҙҙе һәр ваҡыт тынысһыҙлыҡта ҡалдырҙы. Йәй етһә, бүре һымаҡ һунарға сыға, мал-тыуарҙы яфалай башлай. Быҙауҙы йә колхоз һарайына бикләй, йә баҫыуға ҡыуып ебәрә, йә булмаһа, күрше ауылға уҡ алып барып аҙаштыра. Эҙләп хәлдән таяһың. Кәзә-һарыҡты тотоп, ҡойроҡтарына йә консерва банкалары, йә ташландыҡ аяҡ кейемдәре бәйләп ебәрә. Саң туҙҙырып һөйрәп ҡайтып инәләр. Бер көн кәзә тәкәһен танымай торҙоҡ, бүрек кейҙереп, муйынына ҡыҙыл галстук тағып ебәргән, шайтан Сәрфүш! Һарыҡ-кәзә тегенән ҡурҡып ҡаса, ә быныһы арттарынан ҡалмай. Көскә тотоп бикләнек ваҡ малды. Шулай үҫте уныһы ла. Айсибәрҙәре, мин сыбыҡлаған теге инә Әтәс, уҡып, уҡытыусы һөнәренә эйә булғас, район үҙәгендә төпләнде. Кейәүгә сыҡты. Балалар үҫтерә. Гөрләтеп йәшәп ята. Район кимәлендә уны белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа. Хатта, хәҙер сер түгел инде, етенсе-һигеҙенсе кластарҙа бер аҙ ғашиҡ та булып йөрөгәйнем. Хат-маҙар һыҙғыланым. Хатта шиғырҙар ҙа яҙғылай торғайным. Перәме күҙ алдында үҫә, үҙгәрә, матурлана бара ине, шайтан ҡыҙыҡай. Үҙенә күҙ һалмаған бер генә лә малай-шалай булмағандыр ул заманда. Ә ул күҙ сите менән ҡырын ғына ҡарап, бит алмаларын алһыуландырып, серле генә итеп йылмайып ҡуя. Бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Бер ваҡыт һарысайҙар табып алған минең "творчество"ны. Имтихандар барған осор. Һәм уның өсөн яңғыҙ ҡайын янында, урталыҡ юлда, айырым һуғыштыҡ. Ныҡ булды алыш. Ҡулдарҙа ауыр ялан сумкаһы, көстәр тигеҙ түгел... Туҡманылар, әлбиттә. Эләкте. Ҡиммәткә төштө шиғыр юлдары. Юҡ, минең һуғышҡым да килеп тормай ине. Туҡмалып та тороп булмай... Икенсе көндө бер ҡолаҡ шешкән, ҡыҙарып һәленгән, маңлайға оро сыҡҡан, күҙ төбө күгәргән, аяҡтар һылтыҡлай. Һүнде шунда уҡ ғишыҡ уты. Мәңгелеккә. Шунан бирле ауылда беҙҙе "Ташъелкән әтәстәре" тип кәзекләй башланылар.

Бына бөгөн һуңғы "әтәс"те һуңғы юлға оҙатабыҙ. Йәп-йәш кенә көйө яҡты донъянан туйған, мәрхүм. Чечнянан ҡайтҡас, оҙаҡ йөрөмәне, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Ҡыҙғаныс хәл, әлбиттә. Йәше-ҡарты килгән оҙатырға. Бындай сараға бөтәһе лә килә. Кем булыуына ҡарамаҫтан. Урам буйлап атлайбыҙ, һәр ҡапҡа алдында бала-саға теҙелешкән. Ауыр бара халыҡ, һүҙ тирбәткән кеше юҡ. Һәр кем, башын эйеп, ауыр уйға сумған. Әйтерһең дә, улар Сәрфүште түгел, ә үҙҙәренең киләсәктәге иң изге, иң саф ғүмер минуттарын күмергә бара. Оло юғалтыуҙарҙы кисереү еңел түгел, әлбиттә. Оҙатыусылар араһында бөтә ғүмерен, тик "колхоз эше" тип, һалдаттарса йәшәгән коммунист Шәрифулла ағай ҙа, гел үҙ яйын шаҡарып, халыҡты "йомшаҡ мендәрҙәргә генә ултыртып", элекке байҙар көнләшерлек байлыҡ туплап йәшәгән главбух Ләпәк Ғәли ағай ҙа; ауылыбыҙҙан һәйбәт тәрбиәле һәм белемле шәхестәр сыҡһын тип хатта төн йоҡоларын йоҡламай, беҙҙең өсөн бөгөн дә янып-көйөп йәшәгән уҡытыусыбыҙ Фәғилә апай ҙа; кеше мөлкәтен урлап, һуғышып, үҙ йорто менән төрмәне бутап ғүмер кисереүсе Сәүхит тә; көмөшкә һатып, ауыл йәштәрен эскелеккә ауыштырып, татыу ғаиләләрҙе бутауҙан ләззәт табып көн күреүсе Алмабикә лә бар... Йылына бер йыуыла торған төймәһеҙ спецовкаһын кейә-кейә, ашығыуҙан эләгә-йығыла, ҡапҡаларынан Әхмәтшаһ килеп сыҡты ла төркөмгә ҡушылды. Моңһоҙ, эт ялҡауы бәндә. Ҡәбер ҡаҙышырға ла барманы. Уның бөтә уйы – хәйер аҡсаһы йыйыу, ерләгәндән һуң хәмерле аш-һыу. Уның өсөн бөгөн – байрам көн. Үҙенең ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерен әҙәм балаһы нисек йәшәй һәм ниндәй тормош менән йәшәй, мин шул хаҡта уйланып барам. Әйтерһең дә, бер нисә ғүмер йәшәп, туҡта, быныһы былай булды, икенсеһен шулай йәшәрмен, тигән сикһеҙ теләктәбеҙ. Донъяға әҙәм балаһы нисек тыуа – шулай китә. Хоҙай шулай ҡушҡан! Бына беҙ, "Ташъелкән әтәстәре", ни өсөн бөтә ғүмеребеҙҙе һуғышып уҙғарҙыҡ? Сәбәбен онотоп та бөткәнбеҙ бит инде, бер уйлаһаң, диуана хәтирә генә, ә һуғыш туҡталманы. Бөгөн мин Сәрфүш менән бергә үҙемдең йүләрлегемде, гонаһтарымды, насар уйҙарымды һәм ҡылыҡтарымды һуңғы юлға оҙатып барам. Баш өҫтөндә ҡояш балҡып торғанда, матур сәскәләй, тормош биҙәге булып йәшәргә тейешбеҙҙер бит. Йәшәү бурысы юҡһа нимәлә?

Сәлмән ЯҠУПОВ.

Читайте нас: