Бөтә яңылыҡтар

Мөғжизәгә ышанам (хикәйә)

Ҡыҙының йән әсеһе менән: «Әсәй!» – тип ҡысҡырғанын ишетеп, Гөлдәриә абына-һөрөнә тауыш килгән тарафҡа таш­ланды. Әллә эңер, әллә таң атып етмәгән, аңларлыҡ түгел. Күкте болот ҡаплаған, етмәһә, һөйәккә үтерлек һалҡын. Йәне алҡымы­на тығыла яҙып йүгерә торғас, алдында ашҡынып аҡҡан киң йылға күреп, туҡтап ҡалды. Ҡараңғы булғанғамы, һыу ҡот осмалы шомло һымаҡ. Ә-ә-ә, тауыш даръяның теге яғынан килә икән. Бауыр ите Индираның нескә һыны аръяҡта бөләңгерт кенә күренә. Бәй, ул яҡҡа нисек барып сыҡҡан һуң? Нисек тә алып сығырға кәрәк тәһә баланы. Йә кәмә-фәлән юҡ. Гөлдәриә аҡ-ҡараны күрмәй йылғаға ынтылды.

Мөғжизәгә ышанам (хикәйә)
Мөғжизәгә ышанам (хикәйә)

– Әсәй, әсәкәйем, был һыуға инмә, ярамай! – Ҡыҙының тауы­шы бар донъяны ярғандай булды. Шаңдау: «Инмә, инмә был һыуға!» –тип әллә ҡайҙарға ҡат-ҡат бәрелеп-сайҡалып кире ҡайтты. Гөлдәриә тертләп уянып китте. Дарҫлап типкән йөрәген баҫырға тырышып, дарыу төймәһен ауыҙына ҡапты ла сирылып ҡуйҙы.

– Индирам, ғәзизем! – Әсә тиргә батып йәнә урынына ауҙы. – Төштә генә күрергә яҙғанмы инде һине?

Ә йәштәре һаман ҡойола, ҡымтылған ирендәр һаман шыбырлай.

Бүлмә эсе яҡтыра, торорға кәрәк. Илмираны мәктәпкә ебә­рергә, үҙенә лә йыйынырға... Рим өйҙә юҡ, ул булмағас ҡотһоҙ­ланып ҡалған фатирҙа ҡайғы тағы ла нығыраҡ баҫҡан төҫлө. Ир кеше ҡаты торғандай тойолһа ла, шарт итеп һынды. Гөлдәриә иңенә төшкән ҡайғыны үҙ елкәһенә алырға тырышҡанға шулай булдымы?.. Оло ҡайғынан инфаркт һуғып йыҡты Римде. Дауа­хананан сыҡҡас та оҙаҡ ҡына иҫенә килә алмаған төҫлө ине.

Гөлдәриә үҙе йөрөп шифаханаға юллама алып бирҙе. Алыҫтараҡ булыуын хуп күрҙе. Юл мәшәҡәттәре, икенсе һауа ҡайғы­ларынан бер аҙ арындырыр, тип уйланы. Хәйер, был мәшәҡәт­тәр аңдан тыш, ниндәйҙер диуана хәлендә йөрөп эшләнде.

Торорға кәрәк... Ҡайғы-һағышың ни тиклем көслө булмаһын, күкрәгеңдән йәнең сығып китмәгәс, йәшәйһең инде. Тереклек иткән әҙәм балаһына уныһы-быныһы кәрәк булып тора. Ҡатын тороп йәшле битен сайҙы, сәс-башын тәртипкә килтерҙе.

– Илмирау, тор.

Тигеҙ тын алып ҡына йоҡлап ятҡан бала бер әйтеү менән һикереп торҙо ла әсәһенә ҡараны. Шул уҡ бойоҡ сырай, йәшле күҙҙәр... Илмира әсәһен йөрәге өҙөлөп ҡыҙғана, нисек тә уның күңелен күрергә тырыша. Ҡулына эш тейҙермәй, яҡшы уҡый, ҡыҫҡаһы, саҡ ҡына ла әсәһенең күңелен ҡырмай.

Әсә үҙенең эсенә йомолған, өлтөрәп йөрөгән Илмираны күҙе­нә лә элмәй. Бар ни ул, юҡ ни... Ҡайһы саҡ уйҙарынан арынып, үҙенә текләгән күҙҙәрҙе күрә лә ҡыйынһынып киткәндәй була ҡатын. «Был хәлдәргә Илмираның бер тамсы ғына ла ғәйебе юҡ бит инде. Мин ни эшләп оло ҡыҙымды онотоп китәм һуң? Исмаһам, шул бала хаҡына булһа ла үҙемде еңергә тейешмен бит». Өндәшмәй генә сәй эстеләр. Балалар икәү булғанда Гөлдәриә тиҙ генә нәмә булһа ла бешерергә өлгөрә ине. Илмира өндәшмәй генә кейенде лә башын баҫып ҡына мәктәбенә китте.

Гөлдәриә көҙгөгә күҙ һирпте. Ҡасандыр сәскә кеүек балҡып торған йөҙ түгел инде хәҙер. Кешеләр араһында йәшәгәс, уларҙы өркөтөр ҡиәфәт менән йөрөмәҫкә ине лә... Гөлдәриә, ҡаш-күҙен бер аҙ һәрмәләп, ирендәренә буяҡ һалғандан һуң, кейенеп тыш­ҡа сыҡты.

Көн йонсоу. Ара-тирә рашҡы ла һибәләп алғылай. Туҡталыштағы кешеләр көндөң алама булыуына һуҡранып ҡуя. Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, бер ҡартҡа иғтибар итте. Йәнһеҙ, күңелһеҙ кешеләр араһында бер үҙе нур сәсеп, балҡып торған төҫлө. Ап-аҡ һаҡал-мыйыҡлы бабайҙың күҙҙәре йәп-йәш, мөләйем балҡый – көн яҡтырып киткәндәй. Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, уға яҡынлашты. Ғәжәп, ҡырыҫ көн, гөжләп торған ҡала, бөтә халыҡ юҡ­ҡа сыҡҡандай тойолдо. Бар донъяла балҡыу ҡарашлы ҡарт ҡына алдында баҫып тора.

– Аллаһы Тәғәлә ғүмер биргән икән, унан ваз кисмәҫкә кәрәк, – ти ҡарт ғәжәп яғымлы, уйсан тауыш менән.

«Миңә төбәп әйтәме һуң?» – Гөлдәриә тирә-яҡҡа ҡарап алды. Һүҙҙәр уға төбәлгәйне.

– Һин шул тиклем өҙгөләнеүең менән баҡый донъялағы са­быйыңа тынғылыҡ бирмәйһең. Ожмах ҡошо булып талпыныр урынға, уның йәне ерҙән китә алмай бәргеләнә, өҙгөләнә. Һине йәлләй, ләкин бер ни ҙә ҡыла алмай.

– Ни эшләйем, ни хәлдәр генә итәйем һуң? Үҙемде еңә алмайым. Теге донъя өсөн яралғанмы ни балам?

– Шәһиттәр үлеме менән киткән кешенең исемен ҡушмаҫҡа кәрәк ине. Гандиҙар нәҫеле бер ҡасан да үҙ үлеме менән үл­мәгән бит. Ҡылыр ғәмәлеңде ҡыл, үтер сәфәреңде үт. Шунһыҙ тыныслана алмаҫһың, балам.

– Ниндәй сәфәр көтә мине?

– Хаж сәфәре, хаж ғәмәле.

«Өнмө-төшмө?.. Әллә аҡылдан яҙаммы?» – Гөлдәриә алан-йолан ҡаранды. Шул уҡ туҡталыш, гөжләп килеп туҡтаған авто­бустар, ашығыусы халыҡ, ят йөҙлө кешеләр. Бабай ғына юҡ. Ана, туҡталышҡа Гөлдәриәнең маршруты етеп килә. Ул автобусҡа табан атланы.

* * *

Гөлдәриәнең эше шаҡтай ҡатмарлы, ауыр. Шәфҡәт туташы ул. Шифахананың дежур шәфҡәт туташы үҙенә билдәләнгән ауырыуҙар тарихын яттан белергә тейеш. Бында йөрәк сирлеләр килә, бер минут һуңға ҡалыу ҡайһы берҙә үлемесле булырға мөмкин. Элек эшенә бөтә күңелен һалып эшләй торғайны. Ауырыуҙар ҙа уның менән дуҫлаша, ҡайтып китер саҡта күҙ йәштәре менән тиерлек хушлаша ине.

Хәҙер ул эсенә йомолған, йәнһеҙ машина кеүек. Кешеләрҙең йөҙөн-күҙен түгел, ауырыу тарихтарын ғына күрә. Дөрөҫ, әле лә хеҙмәтенә тоғро, барыһын да теүәл башҡара.

Бөгөн бар уйы – аяҡ үрә баҫып күргән төшөндә. Төш тимәй, ни тиһең инде? Был хаҡта белекле генә кеше менән кәңәш­ләшмәй булмай. Уйлана торғас, кешеһен дә тапты – Ғәлимә инәй! Эштән һуң тура уға йүгерергә кәрәк булыр. Өс балаһын юғалтҡан сабыр ҡатын әле бөтә ғүмерен намаҙлыҡ өҫтөндә уҙғара. Хоҙай ниндәй түҙемлектәр бирә икән уға? Гөлдәриә кү­ңеленә «Хоҙай» төшөнсәһе килеп ингәненә тертләп ҡуйҙы.

Эш көнөн тамамлап, Ғәлимә инәһенә юл тотҡанда, Гөлдәриә аяғына баҫып тора алмаҫ хәлгә еткәйне. Күтәреп-буҙарып килеп ингән ҡатындың хәлен әбекәй тиҙ аңланы, диванға мендәр ташлап, ятып торорға ҡушты. Үҙе кухняға сәй ҡуйырға йүнәлде. Гөлдәриә билдәһеҙлеккә сумды...

Көндөҙгө ваҡиғалар өҙөк-йыртыҡ күҙ алдында әйләнде, теге балҡыу ҡарашлы ҡарт та шәйләнеп ҡалды.

– Йә, балаҡай, бер аҙ хәл алғанһыңдыр, әйҙә, сәй эсәйек.

Инәй шул арала ҡоймағын да ҡойоп өлгөргән, табынға бер нисә төрлө ҡайнатма менән шәкәргә буталған баланын да ул­ тыртҡан. Бисмиллаһын әйтеп, хуш еҫле сәйен яһағас, өндәшмәй генә берәр сынаяҡты бушаттылар. Ғәлимә инәй, ғәҙәттәгесә, ашыҡмай.

– Балан ҡап. Янған йөрәкте баҫа, күңелде тынысландыра ул.

– Ғәлимә апай, кеше аяҡ үрә төш күрәме ул? –  Гөлдәриә һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Асыҡлап һөйлә, балам. Бер ни ҙә төшөнмәйем бит әле.

Гөлдәриә иртәнге ваҡиғаларҙы түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе.

– һеҙ, замана балалары, мөғжизәгә ышанып бармайһығыҙ. Мин үҙем шундай хәлгә юлыҡһам, Хызыр Ильясты осраттым, тип әйтер инем.

Гөлдәриәгә эске һиҙемләүе ышанырға ҡушһа ла, һаман апты­рай, айыҡ аҡылы ҡаршы төшә.

– Ә хаж сәфәре тигәне? Мин унда барайыммы? Бик күп аҡса кәрәктер уның өсөн. Заманаһы ниндәй бит әле? Унан килеп, дини кеше лә түгелмен. Бәләкәй саҡта Фәхерниса өләсәйем өйрәткәндәре лә иҫтән сыҡҡан.

– Эй, ҡыҙым, ҡыҙым! Ниңә улай кирегә һөйләп тик ултыра­һың ул? Эсеңә шайтан ояламағандыр ҙа! Ҡайғы тамам алйытҡан һине. Үҙеңә әҙерәк баш булырға кәрәк. Хоҙай Тәғәлә ярҙамына ҡаршы төшәһең. Динле кеше булыу өсөн Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә ышаныу кәрәк. Ҡалғаны әкренләп үҙе килер. Доғалар өйрәнерһең, ғибәҙәткә баҫырһың, Аллаһы бойорһа. Хаж ғәмәленә килгәндә инде, насип булһа, унда ла сәфәр төшөр. Һиҙмәй ҙә ҡалырһың.

Гөлдәриә тормошоноң кинәт кенә башҡа юлдан китеренә әҙер ҙә түгел ине, юғалып ҡалды. Уның кисерештәрен аңлап ултырған Ғәлимә инәй:

– Һин мәсеткә барып ура әле, ҡыҙым. Мөслимә абыстайҙы күр. Ул йәш булһа ла, бик белемле, аҡыллы ҡатын. Мин әйтеп бөтөрә алмағанды әйтер.

Күңелендә ниндәйҙер тынысланыу тойоп, ҡатын ҡайтырға сыҡты.

Ҡыҙы ҡайтып сәй ҡайнатып эскән. Диванға йомарланып ҡына ултырған да дәреслеген уҡый. Әсәһен күргәс, бала талпынып ҡуйҙы. Ҡапыл йәнләнгән һымаҡ, ҡапыл һүнде. Һуңғы ваҡытта әсәһенең үҙенә ҡарата иғтибарһыҙ булыуына күнегеп бөткәйне инде.

Ә Гөлдәриә был ваҡыт донъяһына бөтөнләй сит кеше күҙе менән ҡарап сыҡты. Фатирҙан ҡот киткән: тәҙрә төптәрен, шкафтарҙы, китаптарҙы туҙан ҡаплаған, тегендә-бында әйберҙәр туҙышып ята... Әсәнең кәйефе ҡыҙына ла күскән, уның да ҡанаты һәленгән.

– Былай булмай инде, – тип ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы ул. Ҡы­ҙының бала еҫе лә китмәгән башын күкрәгенә ҡыҫып, арҡаһынан һөйҙө.

– Әйҙә, балам, өйҙө йыйыштырып алайыҡ...

Икәүләп нуры ҡасҡан фатирҙы йыуырға, туҙан һөртөргә, ба­лаҫтарҙы тышҡа сығарып ҡағырға керештеләр. Икеһе лә йәйләнде, йөҙҙәренә нур ҡунды. Илмира ҡанатланып осоп ҡына йөрөй, әсәһенең күҙ ҡарашын, һәр ым-хәрәкәтен аңлап ҡына тора.

Барыһын да ипкә килтергәс, Гөлдәриә шартына килтереп былау бешереп алды. Бала дәрестәренә ултырҙы. Ҡыҙы менән бер түшәккә ятып йоҡланы Гөлдәриә. Беренсе тапҡыр һаташманы, төш күрмәне.

* * *

Күңелдәге ниәт ара-тирә елкендереп ҡуя. Тик был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк буласаҡ. Эйе, кем менәндер кәңәшләшмәй булмай.

Гөлдәриә йома көндө эшен тиҙерәк теүәлләп, иртәрәк ҡай­тырға булды. Уға алмашҡа килеүсе Нәзирә лә һис һүҙһеҙ дежурлыҡты алдараҡ ҡабул итергә ризалашты. Былай булғас,бөтәһе лә яйлы бара. Мөслимә абыстайҙы мотлаҡ күрергә кәрәк, йома намаҙына килгән халыҡ та бығаса ҡайтышып бөткәндер.

Абыстай, ысынлап та, мәсеттә ине. Ул мәсет имамы булған тормош юлдашына һәр яҡлап теләктәш, ярҙамсы, кәңәшсе. Әле лә Ғабдулла хәҙрәттең эш кабинетында дини тәртиптәргә ҡағылышлы һорауҙары булған ике ханым менән һөйләшә тинеләр. Мөслимә ханым менән Гөлдәриә, яҡташтар булыу сәбәпле, яҡ­шы ғына таныштар. Абыстай ҡайғылы яҡташын ихлас ҡаршыланы, хәл-әхүәлен һорашты. Ул бөгөн Гөлдәриәлә бер аҙ йән­лелек тойоп шатланып китте. Гөлдәриә лә йөҙөндә илаһи нур балҡып торған абыстайға һуңғы ваҡытта кисергән, баш ватҡан, аптыратҡан хәлдәрен һөйләне. Мөслимә ханым ихлас тыңлап бөткәндән һуң бер аҙ уйланып ултырҙы.

– Ниәтең изге, туғаным. Бар күңелең менән шул ҡарарҙы ҡабул итеүең – иң мөһиме.

– Эйе, һуңғы көндәрҙә ошо ниәтем тамам нығынып етте. Тәүҙә икеләндем инде.

– Рим әфәнде нисек ҡарар? Ул ни әйтер?

– Ул ни, мин ни уйлайым, шуны ҡабул итә инде, бер ҡасан да ҡаршы килгәне юҡ.

– Бөтә күңеле менән яратҡан кешеләр генә шулай була. Тағы нимә тотҡарлай һуң?

– Нимә тип ни... Шундай йыраҡ сәфәргә сығыу ҡот осҡос сығымдар һорай бит. – Гөлдәриә ни әйтергә белмәй туҡтап ҡалды.

– Иншаллаһ, ҙур кәртә түгел, һеҙҙең йортта булғаным бар. Бик етеш йәшәйһегеҙ. Барлыҡ йыһазды аҡсаға әйләндереп була бит. Баш өҫтөндәге ҡыйығыңдан яҙмаһаң, донъя малы табыла ул. Донъя малы – дуңғыҙ ҡаны.

Гөлдәриәнең яңғыҙ ҡалып, был турала иркенләп уйлағыһы килде. Ул ҡапыл ҡайтырға йыйынды, хушлашыу яғын ҡараны. «Кәңәшем оҡшаманы, буғай. Хәйер, кешене шул тиклем тиҙ аңлап буламы ни? Аҙағы нисек булырын сабыр итеп көтөргә ге­нә ҡала», – тип уйланы Мөслимә ханым.

Ҡыҙы сәй ҡайнатып әсәһен көтә ине. Әсәһендәге үҙгәреште күргән бала ҡанатланып ҡына тора, ниндәй йомош ҡушһа ла үтәргә әҙер. Тәмләп сәй эсеп алдылар.

– Ҡыҙым, һин хәҙер ҙур бит инде, – тип әкренләп кенә һүҙ башланы әсә. – Баштан үткән ҡайғы беребеҙҙе лә урап үтмәне. Һин бөтәһен дә төшөнәһең, аңлап тораһың. Ҡайғыны ғүмер буйы үҙең менән һөйрәп йөрөтөүе, ай, ауыр. Унан арына белергә кәрәк. Шуның өсөн атайың менән миңә йыраҡҡа сәфәр сығырға тура килер. Бер Хоҙай үҙе генә белә, бәлки, гонаһта­рыбыҙ ҙа булғандыр, уларҙан тәүбә итергә, ҡорбан килтерергә лә кәрәктер. Ҡыҫҡаһы шул, балам, беҙ хаж сәфәрендә йөрөп ҡайтырға тейешбеҙ.

Ҡыҙ бала өнһөҙ ҡалды. Оҙаҡ ваҡыт үҙе генә ҡаласағын уйлап, күңелһеҙләнеп китте, баҙап ҡалды. Ҡорбан, хаж тигән төшөнсәләрҙе аңламай түгел, аңлай. Ҡорбан икән, ҡорбан! Иркә бала кеүек холоҡһоҙланып, ҡарышып ултыра торған ваҡытмы ни?

– Һеҙгә шулай кәрәк булғас, – тип кенә әйтте.

– Эй, балам, аңлап тораһың. – Ҡатын ҡыҙының арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. – Бының менән генә бөтмәгән бит әле. Күп аҡса ла кәрәк. Уны беҙгә бер кем дә килтереп тоттормаҫ. Тиҙ генә ваҡыт эсендә ҙур сумманы беҙгә ҡайҙан табырға? Кешенән алып торғо килмәй. Шулай булғас, үҙебеҙҙең генә мөмкинлектән сығырға ҡала. Уйлап ҡараһаң, фатир тулы мөлкәт, күбеһенең кәрәге лә юҡ.

– Һатырға кәрәк булырмы?

– Эйе, ҡыҙым, баш һау булһа, мал табылыр. Ҡайтмаҫ ергә киткәндәрҙе генә ат башындай алтын биреп тә ҡайтарып булмай.

Тын ҡалдылар. Илмира әсә ҡарары менән һис һүҙһеҙ килешә ине. Шунан фатирҙағы йыһаздарҙы күҙҙән үткәрҙеләр.

Бөтәһе лә бер иштән булһын тип, стенканы ла, йомшаҡ ме­белде лә Мәскәүҙән ҡайтартҡайнылар. Гәлсәр люстраны ҡабыҙып ебәреүгә, ҡыҙыл ағастан яһалған йыһаздар өйгә нур һирпеп ебәрҙе. Шкаф эсендәге алтын ялатылған аш, сәй сервиздары ҡалай ялт итеп тора! Бохараға экскурсияға барғанда алып ҡайт­ҡан келәм саф йөндән генә.

Тормош иптәше Рим ҙур вазифалы урында эшләгәс, бөтәһе лә мулдан, ҡиммәттән булды шул. Мал йыйыу, түрәләр менән аралашыуҙар бөтәһе лә йыраҡ үткәндәрҙә тороп ҡалды һымаҡ. «Шулар бөтәһе лә кәрәк инеме икән?» – Гөлдәриә беренсе тапҡыр үҙенә ошо һорауҙы бирҙе. Әлеге ваҡытта тауҙай донъя малы, ошо тиклем йыһаз кәрәкме? Ҡыҙы менән икеһенә ике сынаяҡ, бер сәйнүк менән кәстрүл, ике ултырғыс, шунан түшәк кәрәк-ярағы. Ә кәрәкмәгәне ҡот осҡос күп. «Эйе, тормошта төп маҡсат –мал йыйыу түгел, мәғәнәле йәшәү», – тип уйланы Гөлдәриә. Ә мәғәнәле йәшәү үҙе ни була һуң? Ике балаһы тормош маҡсаты һымаҡ ине – береһен юғалтты инде.

Бала ла үҫеп етә, үҙ тормошон башлай. Ә унан һуң да үҙеңде нимәгәлер арнап йәшәргә кәрәк бит. Һаман донъя ҡыуыр, мәх­лүк һымаҡ ҡорһаҡ тултырыр, һуңынан ятып йоҡлар өсөн генә йәшәйме кеше? Рухи донъя тигән төшөнсә лә бар. Үҙеңде, баш­ ҡаларҙы бар иткән бөйөк көс тә бар икән. Булмышыңды бөйөк ижадсыға арнау, ғибәҙәт ҡылыу һымаҡ оло маҡсаттар ҙа бар икән! «Донъяла Аллаһ тигән бер бөртөк инсандың булыуы ахрызаманды кисектерер, кешелекте ҡотҡарыр», – ти торғайны Фәхерниса өләсәһе, һинең ғибәҙәтеңдең үҙеңә генә түгел, бөтөн кешелек өсөн изгелеге бар икән дә баһа. Уйҙарының шундай йүнәлеш алып китеүенә Гөлдәриә аптыраны.

* * *

Хаж ҡылырға ҡатын-ҡыҙ яңғыҙы бара алмай, уға юлдаш булып ҡәрҙәш-ырыуҙан ир-ат йөрөргә тейеш. Гөлдәриә, Римдән башҡа кем барһын инде, тип уйлап та бөтмәне, телефон шыл­тыраны.

– Ҡайҙа юғалдың? – Римдең тауышы шаҡтай борсоулы, хафалы. – Йә үҙең шылтыратмайһың, йә мин шылтыратҡанда өйҙә булмайһың. Ҡурҡа башланым хатта.

Гөлдәриә өҙә-йолҡа һуңғы ваҡытта кисергән ваҡиғаларҙы һөйләргә кереште. Ире уны бүлдермәйенсә тыңланы, хәбәр бөт­кәс тә өндәшмәй торҙо.

– Алло, алло! Әллә бәйләнеш өҙөлдөмө? – Гөлдәриә хәүефләнеп иренен тешләне. Рим риза булмайынса трубканы һалып ҡуйһа?

– Һөйөклөм, һин нисек хәл иткәнһең, шулай булһын әйҙә. Тик һиңә яҡшы булһын, һин генә тыныслан. Үлеп һағындым, ҡайтыр ваҡытты сәғәтләп һанайым тиерлек.

Гөлдәриә иренең ризалашасағына ышанһа ла, шулай тиҙ генә ыҡҡа килер тип көтмәгәйне.

«Эйе, Рим генә, фәҡәт ул шулай ысын дуҫ, ысын иптәш була ала», – тип уйланы ҡатын. Күңеленә оло ҡәнәғәтлек, йыуаныс килде. Иртүк торор өсөн һуңға ҡалмай ятырға булды. Ҡыҙы бесәй балаһындай йомарланып йоҡлап киткәйне. Киң, йомшаҡ урынға ятҡас, күҙҙәре шар асылды, уйҙары йәшлегенә китте.

Гөлдәриәне уйҙары Татарстанына, тыуған Арса яҡтарына әйҙәне.

Һис кенә лә айырылмаҫ ине тыуған яҡтарынан, әммә яҙмыш – сит тупраҡта ейер ризыҡтар йөрөтә икән әҙәм балаһын. Ана ул – оҙон толомло, бәләкәй нәфис кәүҙәле ун биш-ун алты йәштәге ҡыҙ. Уҡыу, әсәйгә ярҙам итеү кеүек мәшәҡәттәрҙән бушай алмаһа ла, йәшлек үҙенекен итә. Үҙенә тиң йәрҙе эҙләй күңел! Дөрөҫ, күҙ атыусылар юҡ түгел. Бер нисә йорт аша йәшәгән Наилде генә алып ҡара. Буй тиһәң – буй, төҫ тиһәң – төҫ, тыныс холоҡ – бына тигән егет. Хыялында аҡ плащ кейҙереп, аҡ атҡа атландырып ҡарай. Ҙур ҡуңыр күҙҙәре, һары тулҡын сәстәре уны бигерәк сибәр күрһәтә. Класында ла бер-ике егет битараф түгел уға. Әммә атаһы һөйөклө ҡыҙына берәй егеттең һүҙ ҡушҡанын ғына күрһә лә, ҡыҙып, бәреп үлтерер сиккә етәсе. Өлкәндәре ир бала булып, әллә ни борсолоу һалманы. Мәктәпте бөтә барҙылар, тыпылдашып уҡыу йорттарына инә торҙолар. Үҙенең ҡаты ҡуллы, талап итә белеүе менән ғорурлана атай кеше. Ә ҡыҙына тағы ла ҡатыраҡ. «Ҡыҙға – тыйыу, ҡымыҙға бешкәк, – тип ҡабатлап ҡына тора. – Ҡыҙ – сәскә, сәскәне ҡырҡ төрлө ҡорт һағалай, ҡырау төшөрмәү ҙә фарыз. Институт бөтмәй тороп, егеттәргә күтәрелеп ҡарау юҡ һиңә», –ти.

Әгәр һиңә ун алты йәш булһа, Хоҙай дәртле йөрәк бирһә, өҫтәүенә, сибәр булып, тирә-яҡтан утлы ҡараштар атылып торһа, ни эшләргә һуң? Йәйге матур кистәрҙә дуҫ ҡыҙҙар менән киноға барғы, күңел тартҡан егеттән оҙаттырғыһы, уның менән серләшеп йөрөгөһө килмәйме ни? Ләкин ҡайҙа ул!

Ҡыҙ, аптырағас, һырлап биҙәлгән матур болдор күтәрмәһенә сығып ултыра ла, аяҡтарын ҡосаҡлап, йондоҙ һанай. Ирекһеҙ­ҙән Зөһрә ҡыҙ тураһындағы әкиәт иҫенә килеп төшә. Шул ҡыҙ һымаҡ, айға ҡарап йөрәк һағыштарын, зарын һөйләй. «И, Аллам, ни эшләп улай көфөр уйҙар уйлайһың?» – тип шелтәләп ала уны өләсәһе Фәхерниса ҡарсыҡ. «Юҡ, юҡ, ай, ала күрмә. Үҙемә тиң аҫыл йәр генә насип итһен». –Ҡыҙ ирендәрен йыш-йыш ҡыбырлатып, ашығып теләк теләй башлай. Мединститутҡа бер балл етмәне, үтеүҙәре бигерәк ауыр ине шул. Һәр факультетҡа бер урынға егерме-егерме биш кеше. Шул ваҡытта ул аптырап ҡал­маны, күңеле һынманы: медучилищеның фельдшер-акушер бүле­ генә барҙы ла инде Гөлдәриә. Баш күтәрмәй уҡыны. Ә унан һуң уҡыу йортон яҡшы тамамлап, эш башланы, һөнәрен яратты.

Ял көнө ине. Гөлдәриәнең ишеген таң һарыһы менән емерә яҙып дөбөрләтә башланылар. Медицина хеҙмәткәре бындай кө­төлмәгән хәлдәргә һәр ваҡыт әҙер. Алыҫтан ҡунаҡҡа килгән ҡатын бәпескә сирләгән икән.

Йәш кенә булһа ла үҙ эшен яҡшы белгән акушерка Баш­ҡортостандан килгән ҡунаҡтарға бик оҡшаны. Шул тиклем яраттылар, яҡын күрҙеләр, киноларҙағы һинд гүзәленә оҡшаттылар. Ҡайтып китер ваҡытта бүләктәр биреп хушлаштылар, иҫтәлеккә фотоһын һоранылар. Гөлдәриә студент сағында төшкән иң уңышлы фотоһын бирҙе.

Бер нисә айҙан Польшанан һалдат хаты килеп төшмәһенме! Конвертҡа һалынған фотонан мыҡты ғына сибәр егет ҡара күҙҙәренән нур сәсеп йылмайып ҡарап тора ине. Егетте нисек кенә оҡшатмаһын, үҙен еңеп яуап хаты яҙа алманы. Күрмәгән-белмәгән кешегә яуап яҙып ятырға еңел-елпе ҡыҙ түгел бит ул. Атай тәрбиәһе аңдың төпкөлөнә һеңеп ҡалған икән. Ә егет өҙмәй- ҡуймай хат яҙыуын дауам итте. Ҡайнап торған йәшлек дәрте, киләсәккә өмөт, ышаныс бөркөлә ине ул хаттарҙан. Егет кешенең шул тиклем хисле, бай күңелле булыуы ҡыҙҙы хайран итте. Уныһы үҙенең яуап алмауына һис аптырамай, уй-фекерҙәре, пландары, тормошҡа һөйөүе менән уртаҡлашыуын дауам итте. Гөлдәриә ул хаттарға өйрәнде: килмәйерәк торһалар – моңһоуланды, алһа – ҡанатланды. Яурындарына пар ҡанаттар үҫкән кеүек осоп йөрөүен һиҙеп аптырап та китә, күрмәгән ят кешегә ғашиҡ булырға мөмкинме, тип ғәжәп-хайран була. Шулай хыя­лыйҙар булып көҙ, ҡыш, яҙ үтте, йәмле йәй килде.

Йәш саҡтан күҙ атҡан егет Наил инженер-механик булып китте. Атаһы йәш етәксене маҡтап бушамай. Ҡартластың тел төбөндә нимә ятҡанын барыһы ла аңлап тора. Ҡыҙының йөрә­генә бойора алмаҫын белә, ул да бит хәҙер ун дүрт йәшлек бала түгел. Гөлдәриәгә бәхете ҡайҙалыр алыҫта талпына төҫлө, Наил­де аҡ атлы һыбайлы итеп күҙ алдына килтермәй хәҙер.

«Ул мин көткән кеше булмай сыҡһа?» –тип уйлана ҡыҙ.

...Ял көнө ине. Ҡыҙ иртүк торҙо, өй йыйыштырҙы, иҙән йыу­ҙы. Әхирәте Фаягөл ҡаланан ҡайтҡайны. Әсәһе мейес тултырып бәлешен, гөбәҙиәһен бешерҙе. Күңелле итеп сәй эсеп ултыр­ҙылар. Шул ваҡыт Гөлдәриәнең күҙе аңғармаҫтан ғына тәҙрәгә төштө, һәм ауып китә яҙҙы. Ҡапҡа төбөндә ул, фотолағы егет, тора! Баһадир кәүҙә, бүректәй тулҡын сәстәр, ҡара ҡаштар... Тиҙҙән егет ихатаға килеп тә инде.

– Кемдер килгән, балам. Бар, ҡаршы сыҡ әле. – Әсәһенең әкрен генә тауышынан Гөлдәриә тертләп китте.

Гөлдәриә нисек йүгереп барып ишек асҡанын, егеткә ҡапма-ҡаршы булып, уның ҡосағында ҡалғанын иҫләмәй ҙә ҡалды. Ҡара бәрхәт кеүек йомшаҡ ҡараштар уға төбәлгән, егет наҙлап ҡына уны үҙенә ҡыҫа түгелме һуң? Тәүге тапҡыр егет ҡосағын­ да булыу ҡыҙҙың аяҡтарын ҡамырға әйләндерҙе. Ниндәй оят, тәү күргән кешенең ҡуйынында ҡыймылдай ҙа алмай иҫереп тор инде.

– Һеҙ кемгә килдегеҙ? – тип һораны ул тыңлауһыҙ ирендәрен көскә ҡыбырлатып.

Егетте Гөлдәриәнең ата-әсәһе лә бик оҡшатты. Ихласлыҡ шу­лай арбай бит ул. Атай кеше ҡыҙына берәй егеттең битараф түгел икәнлеген һиҙеп ҡалыу менән ҡабынып китә торғайны. Ә был юлы «кейәү балаҡай»ҙан һалдыра.

Рим армияға тиклем төҙөлөш-монтаж училищеһын тамамла­ған икән, әле Өфө нефть институтының архитектура бүлегенә ғариза биреүен һөйләне. Имтихандарға тиклем килеп әйләнергә булған икән.

Бер нисә көн күҙ асып йомғансы үтеп тә китте. Гөлдәриәне ғишыҡ утына һалып, егет ҡайтырға йыйынды. Ҡыҙға сабыр итеп көтөргә генә ҡала инде.

Йәнә бер килеүендә Рим үҙе хыял иткән уҡыу йортоноң сту­денты ине. Ике йыл уҡығас, ситтән тороп уҡыуға күсәсәген әйтте.

Ике йыл буйы Өфө – Арса араһын тапаны егет. Эй ул саҡ­ тағы йәштәрҙең инсафлығы. Ни тиклем һөйөшһәләр ҙә, ғиффәтлек ныҡ һаҡланды. Танышыуға өсөнсө йыл киткәс, гөрләтеп туй яһап, ҡушылып ҡуйҙылар. Рим кәләшен Өфөгә алып ҡайтты. Йәштәр көн оҙоно эштә. Иртәнән кискә тиклем бер-береһен үлеп һағыналар. Ҡайҙа инде бер-берендән ризаһыҙлыҡ, үпкәләшеү. Көндәр артыҡ оҙон, төндәр күҙ асып йомғансы үтә лә китә ине.

Тәүҙә балалары булмайыраҡ торҙо. Шунан бер-бер артлы Илмира менән Индира тыуҙы. Татыу ғаиләгә нур, мәшәҡәт өҫтәлде. Эш күплектән ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ине. Балалар мәктәпкә төштө, бик яҡшы уҡып киттеләр.

«Абынырымды алдан белһәм, һалам түшәп ҡуйыр инем», – тигән, ти, берәү. Шулай килеп сығырын белһәләр, Рим менән Гөлдәриә лә ҡунаҡ саҡырмаҫтар, Индираны йырлатмаҫтар, һан­дуғас тауышлы ҡыҙ баланы сит кешеләр алдына сығарып та баҫ­тырмаҫтар ине. Ине... ине... Тормошта бына шундай «ине»ләр күп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ҡунаҡтар таралыу менән ҡыҙ түшәккә ауҙы, күҙ ҡараштары, йөҙө әллә ниндәй булып китте. Һулып барған гөл төҫлө һуҙылып ятты ла ҡуйҙы. Шәфҡәт туташы бу­лып күпме йылдар эшләгән әсә баҙап ҡалды хатта. Табип саҡырттылар. Ул да бер ни аңлата алманы. Стационарға һалып, ҡатмарлы тикшереүҙәр үткәрергә кәрәклеген генә әйтте лә, ир­тән иртүк поликлиникаға барырға ҡушып, китеп барҙы. Тынысландырғыс дарыуҙың тәьҫиренән бала йоҡоға китте, буғай, тип шатланғайнылар тәүҙәрәк. Бер аҙҙан баланың йөҙө һарғылт-аҡ төҫкә кергәнен күреп, һиҫкәнеп киттеләр. Индира һулыш алмай ине. Ышанманылар, тағы доктор саҡырттылар. Бала оҙон керпектәрен асмаҫ өсөн йомғайны.

Күҙ тейеүме, башҡа сир-зәхмәтме – бер сәғәт эсендә нәфис гөл күмергә әйләнде. Таныш-белеш, дуҫ-иш араһында кем шулай ҡара йөрәкле ине һуң? Хәйер, күпме ҡатын-ҡыҙ халҡы сәйнәне Гөлдәриәне. Ул төҫкә сибәр, етәкселәр ярата, һүҙҙәре теймәй, һис кемдең теше батмай. Ире ҙур түрә, аҡсаны көрәп ала, ҡа­тынын ҡурсаҡтай кейендереү өҫтөнә, тоғро эттәй күҙҙәренә генә ҡарап тора. Шуның өҫтөнә балалары ҡарап туймаҫлыҡ, үҙҙә­ре яҡшы уҡый, тыңлаусан, һәләтле. Ниңә бәхет бер Гөлдәриәгә тауҙай итеп бирелгән, бүтәндәргә шуның остоғо ла тәтемәй? Эйе, тап ошондай һүҙҙәр гел йөрөп тора ине. Ҡара көнсөллөк, бәлки, Гөлдәриәгә тәғәйенләнгән булғандыр ҙа, уның өсөн Инди­ра ғүмере менән яуап биргәндер.

Башта ышана алмай йөҙәнеләр. Индираҡайҙы ерләгәнгә көн­дәр, аҙналар үтһә лә, ул тере, бына-бына ишекте асыр ҙа килеп инер, тип көттөләр. Илмира эсенә бикләнеп, һарыға һабышты. Иламай ҙа, көлмәй ҙә, бер кемде лә ишетмәй ҙә һымаҡ. Туғаны­ның үлеме шул тиклем тетрәндерҙе уны. Уға ла берәй нәмә булмағайы, тип хафаға төштөләр.

* * *

Оҙаҡ итеп ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Таң алдынан ғына йоҡоға киткән Гөлдәриә көс-хәл менән тороп ултырып, йөрәге­нең тынысланыуын көттө. Ә ҡыңғырау һаман өҙмәй-ҡуймай шылтырай. Ҡатын халатын кейә-кейә ишек төбөнә ашыҡты. Кемдең шулай таң һарыһы менән килеүе мөмкин? «Кем ул?» – тип һорауға, ҡатын-ҡыҙ тауышы: «Иғлан буйынса», – тип яуап бирҙе.

Яҡшы кейенгән, төҙәнгән-биҙәнгән ике ханым килеп инде. Былар затлы өҫ кейемдәрен һалып, түргә уҙҙы, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, йыһаздарҙы ҡарап сығырға рөхсәт һоранылар. Артыҡ сөсөләнмәй ҙә, шулай уҡ тыйнаҡһыҙлыҡ та күрһәтмәй әйберҙәрҙе иғтибарлап ҡарарға керешмәһендәрме! Илмираның йоҡлап ятыуын күрһәләр ҙә, йоҡо бүлмәһенә лә күҙ һалдылар.

Ниһайәт, залға сығып ултырып һөйләшергә әҙерләнделәр.

Үҙен Зоя Александровна тип таныштырған олорағы һүҙ баш ланы:

– Йыһаздар бик затлы, яҡшы һаҡланған, һеҙ ҡайһыларын тәҡдим итәһегеҙ?

– Залдағы гарнитурҙы, әгәр теләһәгеҙ, йоҡо гарнитурын да.

Рим Хатмулловичтың портретынан күҙен алмай ҡарап ултыр­ған йәш ҡатын: «Әлбиттә, әлбиттә», – тип ризалаша һалды.

– Шкаф тулы сервиз... ни эшләтерһегеҙ?

–Алыусы булһа, уларын да һатыр инем.

– Мин шундай яуап көткәйнем, былай әрһеҙләшеү әллә нисек. Ҡыҫҡаһы, һеҙ бөтә өй йыһазын һатырға итәһегеҙ?

– Эйе, шулай.

Үҙҙәрен нәзәкәтле, баһаларын белеп кенә тотҡан ханымдар Гөлдәригә оҡшаны.

– Әйберҙәрҙе кейәүгә сыҡҡан оло ҡыҙыма алам. Хәҙер магазиндарҙың буш ваҡыты, йүнле нәмә табырмын тимә. Әйҙәгеҙ, бөгөн үк хаҡын килешеп ҡуяйыҡ инде. Күпме һорайһығыҙ? – Зоя Александровна диҡҡәт менән Гөлдәриәнең йөҙөнә төбәлде.

– Алты йөҙ мең.

– Ҡиммәтерәк, әлбиттә. Аҡсаның бик кәрәк ваҡытылыр, тип аңланым, һатыулашып тормабыҙ инде. Түләр мөмкинлек бар. Иртәгә үк йөк машинаһында килербеҙ, шунда уҡ аҡсаһын да түләрбеҙ. Әлегә иҫән-һау булығыҙ.

Ҡатындар сығып киткәс, Гөлдәриә бер аҙ иҫен йыя алмай ултырҙы. Сауҙа былай бик тиҙ осланыр тип уйламағайны. Бер яҡтан, бик яҡшы булһа ла, икенсе яҡтан, эсе бошоп тора. Нисә йылдар буйы йыйған мал-мөлкәтең бер нисә минут эсендә юҡҡа сыҡһын әле. Баҡсаны ла әллә ни һатыулашмай, бер ҡыйынлыҡ­һыҙ һатып ебәрҙе Гөлдәриә.

* * *

Гөлдәриә бар оҫталығын һалып былау бешерә. Дөгө ярмаһын йыуып, һыуын һарҡытып ҡуйған. Бәләкәй генә ҡаҙанда тәмле еҫтәрен аңҡытып, майҙа ғына йәш һарыҡ ите ҡайнай. Духовка­нан да тәмле еҫтәр бөркөлә. Ҡатын кухня тәҙрәһенә лә күҙ һалып алырға онотмай. Ҡайнаша торғас, Римдең ишек асып килеп ингәнен дә һиҙмәй ҡалды. Рим ҡатынын күтәреп залға алып сыҡты... Һәм һалыр урын тапмай ҡатып ҡалды.

– Рим, һиңә күтәрергә ярамай, -тип иҫенә килә һалды Гөл­дәриә.

Ир кеше аптыраманы, ҡатынын иҙәнгә өйөп ҡуйылған түшәк-мендәрҙәр өҫтөнә һалды.

– Һағындым, Гөлкәйем-бәғеркәйем, – тип бышылданы. – Хәс тә йәшәй башлауҙың тәүге көндәрендәге кеүек. Ул саҡта ла бер нәмәбеҙ ҙә юҡ ине бит.

– Ай, былауым көйә ләһә. – Ҡатын кухняға йүгерҙе.

Ашарға ултырҙылар. Рим шифахана ризығынан ялҡып ҡайтҡан, һөйөклөһөнөң шулай көтөп алыуына бик тә ҡәнәғәт ине. Гөлдәриә иһә иренең сафланып киткән йөҙөнә, иркәлек һипкән күҙҙәренә һоҡланып ҡарап туя алмай.

Атағандан һуң залға сығып түшәк өҫтөнә ултырып саҡ ҡына уйға ҡалдылар.

– Йә, нисек ҡарайһың мин эшләп ташлаған эштәргә?

– Һинең булдыҡлылығыңды беләм, тик былай уҡ тиҙ булыр тип уйламағайным.

–Үҙем дә аптырайым, бөтәһе лә ниндәйҙер бер мөғжизә менән эшләнде һымаҡ. Әкиәттәге серле таяҡты болғап ебәреүгә, барыһы ла юҡҡа сыҡҡандай булды ла ҡуйҙы. Асыуланмайһыңмы?

– Мин атеист кеше инем, әле һинең хаҡҡа хажға ла, хатта ер сигенә лә барырҙай булып ултырам. Тик һин генә тынысланһаң ине.

– һөйөклөм, беҙгә шул тиклем ҡара наҙан булып юлға сығырға ярамаҫ. Хәленсә доғалар, уларҙың тәртибен өйрәнеп барырға кәрәк. Мин китаптар ҙа алып ҡуйҙым.

Буш фатир эсендә уларҙың тауыштары яңғырап ишетелә. Илмира дәрестән ҡайтты. Ата менән бала сөкөрләшеп һөйләшергә кереште. Бөгөн Гөлдәриәнең күңеле бөтөн, шат. Ул ҡыҙы өсөн өҫтәл әҙерләргә кереште.

* * *

Көткән көн һиҙҙермәй генә килеп етте.

Иң кәрәкле әйберҙәр, ихрамдар һалынған сумкаларын алып иртүк мәсеткә барырға тейештәр. Ата-әсә ҡыҙына нотоҡтарын йәнә бер ҡабатлап сыҡты. Фатирға сит кеше индермәҫкә, һуңға ҡалып йөрөмәҫкә...

Мәсеттә халыҡ ҡайнап тора ине.

Имам буласаҡ хажиҙарҙы яуаплы, һәр мосолман өсөн изге­ләрҙән-изге сәфәргә юлланыр алдынан ҡотлап, уңышлы юл те­ләп, сәфәр намаҙы уҡырға саҡырҙы.

Өфөнән Дондағы-Ростов ҡалаһына осалар икән. Бөтәһен дә бер маҡсат, бер ынтылыш ҡына биләне. Күңел тороштарын буласаҡ етди сәйәхәткә әҙерләп, ихрам кейҙеләр. Хаж кейеме менән Ростовтан Джудда ҡалаһына осорға тейештәр ине.

Билдәһеҙлек, бөтөнләй ят илгә сәйәхәт күңелдә шом, хәүеф тә уята. Шуның өсөн хажиҙар етди, күбеһе эсенә бикләнгән. Гөлдәриә күптән түгел самолетта килеп, йәнә һауа карабына ул­ тырғас, болоҡһоп китте, бөтә булмышын эске ҡаршылыҡ билә­не. Ярай әле эргәһендә йән һөйгәне, керпек ҡағыуынан да аңлап, ярҙам итергә тора. Әле лә ире уға ҡарап йылмайып, «бирешмә» тигән төҫлө ҡулын ҡыҫып ҡуйҙы. Уның ҡарауы, самолет тигеҙлек алғас, икеһен дә шатлыҡ солғаны. Бейектә булыу, уны тойоу шатлығы ине ул. Ап-аҡ болоттар тау-тау булып аҫта йөҙә, өҫтә зәп-зәңгәр күк... Джудда ҡалаһын Сәғүд Ғәрәбстанының икенсе баш ҡалаһы тип йөрөтәләр, унан Мәккәгә туҡһан саҡрым ғына.

Был изге ҡала Рәсәй, ғөмүмән, төньяҡ кешеләре өсөн микат, йәғни йыйылыу урыны. Бында буласаҡ хажиҙар тышҡы хәлен, күңел торошон үҙгәртергә тейеш. Сафланыу, Хоҙай Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыуҙан башҡа бүтән маҡсатың булмауы зарур. Само­леттан килеп төшөү менән бөтәһе лә үҙен эҫе мунсаға килеп ингәндәй хис итте. Һауа ҡайнап, быуланып, монарланып торған төҫлө.

Гөлдәриә: «Йә Хоҙай, был эҫелеккә нисек кенә сыҙамаҡ кәрәк?» –тип уйлап алды.

Буласаҡ хажиҙарҙы Мәккәгә алып китә торған автобустарҙы эстән дә, тыштан да ҡойондороп йыуып яталар. Изге ергә кеше­ләр генә түгел, хатта машиналар ҙа тәһәрәтләнеп инергә тейеш, тип аңлатты белгән кешеләр. Сәфәрселәр ғөсөлләнеп, сафлыҡ-паклыҡ менән автобусҡа ултырҙы. Үҙҙәре хаж ҡылмаһалар ҙа, хажиҙарға хеҙмәт күрһәтергә төрлө илдәрҙән йыйылалар. Имеш, ошо хеҙмәттең сауабы бигерәк тә оло була. Зәмзәм һыуы ләззәт, туҡлыҡ тойғоһо, күңел бөтөнлөгө биргәндәй булды. Авто­буста барғанда тәлбиә уҡып барыу тейешлеген аңлаттылар.

«Ләббәйкәллааһүмә ләббәйик. Ләббәйкә ләә шәрикә ләкә, ләббәйик!» «Йә Аллаһ, мин Һинең ҡаршыңда. Бына мин һинең ҡаршыңда!» Тәлбиә – хаж девизы. Аһәң менән әйтелгән һүҙҙәр ҡаты күңелдәрҙе лә йомшартырлыҡ дәрәжәлә яңғырап, бөтә кешеләрҙе лә ялмап алды. Күҙҙәрҙән аҡҡан йылға-йылға йәштәр бөтөн гонаһтарыңды, күңел төпкөлөндә ятҡан ҡайһы бер насар уйҙарҙы йыуып төшөргәндәй булды.

Мәккә ҡалаһына килеп ингәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Ҡала ҡайнай. Кемдәр генә юҡ! Аҡ тәнле, зәңгәр күҙле европа­лылар, таш күмерҙәй ҡара африкалылар, ҡыя күҙле азиялылар – бөтөн ҡитғаларҙан йыйылғандар. Хайран инде. Һәр береһенең телендә тәһлил, тәҡбир, тәлбиә. Ығы-зығы юҡ. Кешеләр бер-береһенә итәғәтле, ярҙамсыл. Әмирҙәр, солтандар, ябай кешеләр бер үк кейемдә, бер дәрәжәлә. Сөнки Илаһ ҡаршыһында бөтәһе лә тигеҙ, фани донъяла тотҡан урының юҡҡа сыға.

Ҡунаҡхана ябайлығы менән ғәжәпкә ҡалдырҙы. Иҙәнгә йә­ йелгән ҡамыш түшәк тә бер ҡат йәймә. Бында бер кем дә уңай­ лыҡ даулап йөрөмәй. Ирҙәр бөтөнләй башҡа ерҙә урынлаша.

Ул арала икенде намаҙына аҙан яңғыраны. Бөтәһе лә Әл-Хәрәм мәсетенә йүнәлде. Мәсет бик ҙур – дүрт яҡлап та Ҡәғбәтулланы уратып алған. Гөлдәриә үткән ике ай эсендә намаҙ тәртиптәрен өйрәнеп бөткәйне инде.

Гөлдәриә юлда уҡ төрөк кешеләре Хәҙисә ханым һәм Мостафа әфәнде менән танышҡайны. Улар кешегә үтә иғтибар­лы, ихтирамлы, изгелектәре сырайҙарына сығып тора. Әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәйҙәр, төҙөлөш бизнесы менән шөғөлләнәләр. Тел мәсьәләһендә лә ҡаршылыҡ юҡ, беҙҙеңсә бик иркен аралашалар.

Яңы таныштар бергә урамға сыҡты. Мәсет манаралары йә­шел нурҙар менән солғап алынған. Был күренештән күҙҙе айы­рып та алып булмай. Гөлдәриә ирекһеҙҙән бала саҡта уҡыған «Мең дә бер кисә» әкиәттәрен, серле һарайҙарҙы иҫенә төшөрҙө. Тирә-яҡта энә төртөр урын юҡ. Төндө төн тимәй, һәр урында ғибәҙәт ҡылалар. Был борон-борондан изге ерҙәр. Бында мосолман динен тотҡан кешеләрҙең йөрәктәре осраша, улар ошо тарафҡа йүнәлеп, бер маҡсатҡа ынтылалар. Хаж ҡылыусы үҙенең Раббыһында ҡунаҡта һанала. Шуға үҙен лайыҡлы тота ла.

Ошонда килгән кешеләр ваҡыттың бер минутын да әрәм итмәй, донъялыҡта ҡылған гонаһтарынан арынырға, тәүбә ҡылырға ашыға. Рим менән Гөлдәриә әле генә нимәлер аңлай баш­лағайны. Мостафа әфәнде ошонда уҡ ғибәҙәт ҡылырға тәҡдим итте. Бөтәһен дә илаһи күтәренкелек биләне, көндөҙгө эҫелек һүрелмәгән таштарға теҙләнеп намаҙ уҡырға керештеләр. Ваҡыт иҫәбе юғалды. Ғибәҙәт ҡылыусылар үҙҙәрен Хоҙай Тәғәлә алдында яңғыҙ ҡалғандай хис итте. «Аллаһү әкбәр, Аллаһү әк­бәр!» тигән тауыштар ғәҙәти тормоштан осортоп алып китте...

Аҡ яҡтылыҡ ҡуйырҙы, тән менән һиҙә алырлыҡ дәрәжәгә етте. Таң яҡынлаша, буғай. Сәждәгә киткәндә, Гөлдәриәне йоҡо баҫҡандай итте. Ул үҙ халәтен үҙе аңламай ине, йоҡлайым тиһә – күҙе асыҡ. Үҙен икһеҙ-сикһеҙ аҡ нур солғағанын, шул нур донъяһында тороп ҡалғанын һиҙҙе. Ҡояш яҡтыһы түгел был, тағы ла сағыуыраҡ, шулай булһа ла ҡырҡыу түгел, йомшаҡ, иркәләүсе яҡтылыҡ. Гөлдәриә хайран булып тора, бар булмышы рәхәтлек донъяһында гиҙгәндәй, яурындарына ҡанат үҫкәндәй, аяғы ерҙе тоймай. Рәхәт кенә тирбәлеп, йомшаҡ яҡтылыҡҡа ҡойоноп, бейеккә менеп урап килде, ғибәҙәт ҡылған йәмәғәт күҙенә ап-асыҡ салынды, һәр әҙәми зат үҙенсә нурлана һымаҡ: берәүҙәр аҡһыл һары, нурлы зәңгәр, йәшкелт, ә икенселәр һорғолт, йәмһеҙ ҡара төҫтәр сағылдыра. Шул ваҡыт күкрәп торған ауаз бар донъяны тетрәтте, ҡатын үҙенән йәшен үтеп киткән һымаҡ хис кисерҙе. Аҡ яҡтылыҡ ҡуйырҙы, тән менән һиҙә алырлыҡ дәрәжәгә етте.

«Ни юғалтҡанһың, шуны табырһың...» Бары бер генә һөйләм. Бөтә ғаләм тынлыҡҡа сумды. Күк яҡтылыҡты тартып алды. Гөл­дәриә күҙ ҡабаҡтарын асалаҡ-йомалаҡ итеп алды. Бөтәһе лә элеккесә. Йөрәк күкрәк ситлеген вата яҙып тибә. Ул үҙенең ныҡ ҡурҡҡанлығын һиҙә, ни эшләргә белмәй йонсой. Әллә өн, әллә төш, тип һаман аптырай. Ҡатын үҙен ҡулға алып, башҡаларҙы хафаға һалмаҫҡа булды. Әгәр ҙә был хәл ысындан да булһа, моғайын да, сер итеп һаҡланырға тейештер.

* * *

Ҡәғбә куб рәүешендәге ғибәҙәтхана, имеш. Уның тарихы ғибрәтле һәм серле. Әҙәм ғәләйһиссәләм ожмахтан ҡыуылғас, үҙенең күктәге ғибәҙәт урынын һағынып илаған. Хоҙай Тәғәлә, уны ҡыҙғанып, үҙенең илаһи көсө менән ғибәҙәтхананы күктән ергә төшөргән. Әҙәмдең вафатынан һуң Ҡәғбәтулла яңынан күк­ кә мендерелгән.

Ошо урында Ибраһим пәйғәмбәрҙең ҡол ҡатыны Хәжәрҙән тыуған улы Исмәғил, бәпәй сағында илап тиберсенеп, Зәмзәм шишмәһе сығарған. Исмәғил үҫеп, ир-егет ҡорона ингәс, атаһы менән йәнә ошо урында ғибәҙәтхана ҡорорға керешкән. Уларға был урынды Ябраил фәрештә күрһәткән.

Ғибәҙәт ҡылыу төньяҡ-көнсығыштан башланып, сәғәт йөрөүенә ҡаршы башҡарыла. Урынын билдәләү өсөн диуарға күктән төшкән ҡара таш ҡушып һалынған. Таш тәүге мәлдә ап-аҡ булып, гонаһлы әҙәмдәрҙең ҡағылыуынан ҡараға әйләнгән. Был тарих телдән телгә күсеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән. Мәжүсилек ваҡытында Ҡәғбәгә таш һындар – боттар ултыртып, шуларға табынғандар. Ислам дине таралғас, боттарҙы сығарып ырғытҡандар.

Изге ҡара таштың йәшен билдәләү мөмкин булмаған кеүек, уға ҡағылып, Аллаһты данлаған, унан ярлыҡау һораған әҙәм балаларының һанын белеү мөмкин түгел. Борон замандарҙа Ҡәғбәне өс тапҡыр йүгереп, һуңынан дүрт тапҡыр атлап ура­ғандар. Әлеге заманда ла шул шартты үтәргә тырышалар. Халыҡ күп, яурынға яурын терәлеп баралар. Алда барыусының үксә­һенә арттағылар баҫып тигәндәй килә. Хәрәкәт етеҙ бара, әгәр инде йығылһаң, бөттөң тигән һүҙ, бүтән баш ҡалҡытыу мөмкин түгел. Хаж сәфәрендә вафат булыусылар тура ожмахҡа инә, тигән риүәйәт бар.

Бер кем зарланмай, ауырһынмай, мейе ҡайнатырлыҡ эҫелә үҙҙәренең мосолманлыҡ бурысын үтәй. Ҡайһы бер хажиҙарға изге диуарҙарға барып етеп, уға ороноу бәхете лә тәтемәй, йыраҡтан ғына күреүгә мөрхәтһенеп ҡайталар. Атлап йөрөй ал­маған зәғифтәр йә ныҡ ҡарттар ат, ишәк, дөйә менеп тә урайҙар. Ҡарт ата-әсәләрен коляскаға ултыртып йөрөткән йәш кешеләр ҙә бар.

Гөлдәриә лә шул тиклем ғәскәрҙәй халыҡ араһынан Ҡәғбәгә барып етәсәгенә икеләнә, хатта өмөтһөҙлөккә бирелә. Ашау ҡай­ғыһы киткән, бары эске килә. Ҡатын өҙлөкһөҙ Хоҙайға ялбара, ярҙам һорай, туҡтамай күҙ йәштәре аға.

...Бына нисәнсе көн инде улар Ҡәғбәтуллаһ янына үтеп инергә тырыша. Күпме хәрәкәттә булғанын Гөлдәриә иҫләмәҫ хәлгә етте. Ҡояш ҡайнарлығы, меңәрләгән кеше тәндәренән сыҡҡан эҫелек түҙеп торғоһоҙ. Ҡайһы ваҡыт бына-бына йығылыр ҙа артта килеүселәр уны йәймә итеп тапап уҙыр һымаҡ. Рим ҡатынының хәлен еңеләйтергә тырыша, яурындарынан аймап тотоп, этеп тигәндәй алып бара. Ҡайсаҡ алдына сығарып, үҙ аяҡтары өҫтөнә баҫтырып алып бара. Күптән түгел генә йөрәк ауырыуы кисерһә лә, үҙен хәлле генә тоя. Изге ер сирлеләрҙе һауыҡтыра тигәне ошомо әллә? Бәлки, Гөлдәриә өсөн яуаплылыҡ уға көс биргәндер, кем белә?

Бәрәкаллаһ! Ысынмы-бушмы, өнмө-төшмө? Ҡара таш тура­ һына еткәс, халыҡ төркөмө кинәт икегә айырылып китеп, Ҡәғбәтуллаһҡа һуҡмаҡ ярылды. Рим менән Гөлдәриә шул юлға ташланды һәм... күҙ асып йомғансы маҡсаттары булған таш янына барып еттеләр. Ниһайәт, бына ул Ҡәғбәтуллаһ диуары, уға индерелгән ҡара таш. Тәуаф ҡылыусы йөҙө менән ташҡа боролоп: «Бисмиллаһи, Аллаһү әкбәр!» – тип ташты үбә. «И, иң бөйөк берҙән-бер көс, аҡыл, мөғжизә эйәһе! Зинһар, мине был донъяла мәхрүмлектән, бахырлыҡтан, күңел яраларынан ҡотҡар, теләгән теләктәремә ирештер, Илаһым!» Ошо уйҙар Гөлдәриәнең аңынан йәшен тиҙлегендәй үтте. Ул изге ҡара ташҡа ҡа­ғылған ҡулдары менән Римдең йөҙөн һыпырҙы, ире аңлап баш иҙәне. Аллаһ йортон ете тапҡыр урағандан һуң ғибәҙәтхананан алыҫлаша башланылар, халыҡ ташҡыны уларҙы ситкә һирпте. «Раббинә әтинә фид-донъя хәсәнәтән вә фил-әхирәти хәсәнәтән вә ҡыйнә ғазабан-нар!» Шул доға менән Кәғбәтуллаһты тәуаф ҡылыуҙы тамамланылар.

Икеһенең дә йөрәктәренә көс-ғәйрәт тулғандай булды. Улар, шулай итеп, төп маҡсаттарына иреште! Артабан Ибраһим ғәләйһиссәләм ғибәҙәт ҡылған ергә – Мәҡәм Ибраһимда ике рәҡәғәт намаҙ уҡынылар. «Мәҡәм Ибраһим» тип Ибраһим пәйғәмбәр Ҡәғбәтуллаһты төҙөгәндә баҫып торған урынды әйтәләр. Ташта ап-асыҡ булып ике аяҡ эҙе ҡалған. Шул эштәрҙе тамамлағас, Зәмзәм шишмәһенә барып һыу эстеләр: «Йә, Аллаһ, мине һәм барлыҡ мосолман ҡәрҙәштәремде ғәфү итеүеңде һорайым, ошо һыу аша дауа эҙләп эсәм. Миңә шифаларыңды бир, ҡиәмәт көнөмдә һыуһындарымды баҫ».

Ошо изге һыуҙы кеше ниндәй теләк менән эсә, шуға ирешә. Арыуҙан һауығам тиһәң – һауығырһың, ас булһаң – туйынырһың, сарсаһаң – сарсауың ҡаныр. Зәмзәм шишмәһе – Аллаһтың Ис­мәғил пәйғәмбәренә ебәргән оло бүләге.

Хәжәр әсәбеҙ Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһында йүгереп һыу эҙләп йөрөгәндә, Ябраил фәрештә уның улы Исмәғил янына килеп, ергә тибә. Шул урындан шишмә бәреп сыға. Хәжәр һыу­ҙы ҡыҙғанып, таштар менән ҡоршай. Әгәр ул ашығып килмәһә, һыу көслө ташҡын булып тирә-яҡты баҫыр ине.

Зекер, Аллаһҡа ялбарыуҙар менән ете тапҡыр урау һиҙелмәгән дә кеүек. Эҫелеген эҫе инде, әллә өйрәнделәр, әллә Хоҙай үҙе көс бирә, хәлдән тайып арыу һиҙелмәй.

Шулай итеп, уларҙың ғөмрәһе – кесе хаждары үтәлде. Рим сәсен ҡырҙырҙы, ә Гөлдәриә бер илеләй сәсен киҫтерҙе.

Иркен тын алып, ғөсөл ҡойоноп, хуш еҫле майҙар һөртөнөп, ихрамды яңынан кейҙеләр, һыуһаған һайын изге һыу эсеп тор­ғанғамы икән, көс тиҙ инде.

Рим ҡатынының кәйефһеҙ йөрөгәнен абайланы.

– Ниңә ҡобараң осто?

– Ғүмерҙә бер килеп, ғәмәлдәрҙе тулыһынса үтәй алмайбыҙ. Ҡорбанлыҡ алырға аҡсабыҙ ҙа юҡ.

– Ураҙа тотһаң, үҙе ҡорбан була, тип әйтәләр. Бында көн беҙҙәгенән ҡыҫҡа.

– Йә, Аллаға тапшырайыҡ, һыуһауға түҙһәк.

Шундай ниәткә килгәс, күңелдәре хушланды.

Бөгөн Зөлхизә айының һигеҙенсе көнө. Хажды дауам итеү­селәр Минаға йүнәлә. Бында төн сығыу тейешле. Иртәнге ғибә­ҙәттән һуң юлдарын дауам итәләр. Алда Ғәрәфә тауы. Был яуаплы, сауаплы бурыстарҙың береһе. Тауына менеп, Хоҙайҙың әжерен үтәгән кешеләргә ул бигерәк тә мәрхәмәтле, уларҙы тамуҡ утынан ҡотҡара. Аллаһ үҙенең фәрештәләренән һорай: «Минең бәндәләрем араһында мохтаждар бармы? И, фәрештә­ләрем, мин уларҙың бөтә гонаһтарын ғәфү иткәнемә шаһит булығыҙ!!! Юлда барғанда һаман да: «Аллаһүмә! Ләбәйкә», «Аллаһү әкбәр!» –тип туҡтауһыҙ Хоҙайға мөрәжәғәт итә-итә барҙылар. Бөтә халыҡ бер маҡсат менән хәрәкәт итеү сәбәпле, был бурыстар ул тиклем ауыр тойолмай. Гөлдәриә эҫегә лә, был ғибәҙәттәрҙең ауырлығына ла күнекте. Хатта ки бер эске ҡәнә­ғәтләнеү, ләззәт, еңеллек тоя. Юғары, ҡанатлы хис елкендереп тора. Үҙе шул бурысты атҡарыр өсөн донъяға тыуған төҫлө.

Ғәрәфәләге ғибәҙәт ҡояш иң юғары нөктәгә еткәс башлана, был ауыр ғәмәл һанала. Имам артынан теҙелеп, бөтәһе лә намаҙ­ға баҫа. Аҙан тауышы күккә аша. Илаһи бер тантана бөтәһенең дә бар булмышын солғай: «Лә илаһү иллә Аллаһ!» Ғибәҙәт ҡылыусыларҙың тауыштарынан Ер, Күк, Ҡара ҡаялар тетрәй. Тауҙың урта ерендә, Жәбәл әр-Рәхмәт тирәһендә тороу бигерәк тә сауаплы һанала. Рим менән Гөлдәриә тап ошо урынға тура килгәйне. Хоҙай рәхмәте шулай ғәжәпләндерә, уйландыра. Хоҙай илсеһе лә ҡаялар эргәһендә намаҙ уҡыған, тигән риүәйәттәр бө­ гөнгө көнгәсә килеп еткән.

Өйлә, икенденән һуң ҡояш аҫҡа тәгәрәй башланы. Ғәрәфәлә ҡояш байытҡас, хажиҙар Мөздәлифәгә йүнәлә. Был юлда инде бер кем дә өндәшмәй. Бында ла төн уҙҙыралар. Мөздәлифәләге ғибәҙәт әҙәмдәрҙе гонаһтарынан арындырып, кеше яңынан тыу­ ғандай була.

Мәшғар Хәрам тигән урында Иблис мәлғүнгә атыр өсөн таш­ тар йыйҙылар. Таш атыу символик мәғәнәгә эйә. Йолалар Рәсәй хажиҙары өсөн шаҡтай ҡатмарлы, шулай булһа ла, ихтыяр көсө еңә. Мәхшәр ваҡытында әҙәм балаһы япа-яңғыҙ булған кеүек, бында ла күп ваҡыт яңғыҙ. Әгәр берәй ерҙә аунап ҡалһаң, бер кем дә ярҙам итмәҫ һымаҡ. Ләкин улай түгел. Кешеләр бер- береһенә ҡарата ғәйәт иғтибарлы. Телен аңламаһалар, махсус рәүештә кейҙерелгән күн беләҙеккә ҡарап адресын беләләр. Аҙашып йөрөгәнде оҙатып ҡуйыу, кәрәкле автобусҡа ултыртып ебәреү ғәҙәти күренеш. Сафа менән Мәрүә тауҙары араһында хәлдән тайған оло кешегә ике йәш кеше ярҙам итеп, ҡултыҡлап алғанын Гөлдәриә үҙе күрҙе.

Янында Рим булмаһа, Гөлдәриә был тиклем мәшәҡәттәрҙе йырып сыға алыр инеме? Икеле. Шуға ла ҡатын-ҡыҙ ир кеше оҙатыуында йөрөргә тейеш, тигән тәртип ҡуйылғандыр инде. Шөкөр-шөкөр, мең ҡат шөкөр! Бөтә бурыстар ҙа үтәлә килә, бына инде таш атыу ғәмәле генә ҡалды.

Таш атыу Ибраһим ғәләйһиссәләм пәйғәмбәрлек иткән за­ мандан ҡалған. Пәйғәмбәр төш күрә: улы Исмәғилде Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан итергә тейеш. Ибраһим улын ҡорбан итер өсөн Минаға юл тота. Юлда Иблис мәлғүн осрай һәм һорай:

– Эй, Ибраһим, ҡайҙа юл тоттоң?

– Раббым әмере менән улымды ҡорбан итергә. Улым Аллаһ хозурына китә. 

– Улай эшләмә, һин енәйәт ҡылаһың.

Пәйғәмбәр Иблискә таш ата, ул ергә сума. Был урында хәҙер беренсе бағана тора. Уртансы бағана, һуңғы бағана тураһында Иблис Ибраһимды ниәтенән дүндерергә тырыша. Ибраһим уға етешәр таш ата.

Исмәғил башын ташҡа ҡуйғас, атаһына:

– Йөҙөмә ҡарама. Ҡыҙғанырһың, ҡулың күтәрелмәҫ. Ҡулда­рымды бәйлә, мине йөҙтүбән һал, – ти.

Ибраһим ҡулына бысаҡ ала һәм күктән килгән: «Төшөңә ышанма!» – тигән тауышты ишетә. Шунда ук бер бәрән дә төшә, ул йәннәттә йәшәгән тәкә була. Шул көндән башлап ҡорбанға айыры тояҡлы мал салына.

Бына ошо йоланы үтәүҙең тәүге көнө – Йәүмүн-нәхр килеп етте.

Гөлдәриә менән Рим был урынға иртүк килеп еттеләр һәм үкенмәнеләр, кеше күп түгел ине. Ете таш та тейешле урынға тейҙе, ҡабат йөрөүҙең хәжәте лә булмаясаҡ. Ҡорбан салыусылар ҡорбанлыҡ һатып алып, уны салыу мәшәҡәте менән ҡайнаша. Беҙҙең сәйәхәтселәр ураҙа тотоу менән сикләнгәс, ҡайтып киттеләр, йәнә сәс киҫтерҙеләр, Ҡәғбәгә йүнәлеп, ашыҡмай ғына тағы урап сыҡтылар. Йәнә лә зәмзәм эсеп, тауҙар араһын ете уранылар. Инде беренсе, икенсе, өсөнсө тәшриҡ көндәре – йәнә лә таш атыу көндәре ҡалды.

Бөтә мәшәҡәт артта ҡалды. Өҫтәренән тау төшкәндәй еңел һуланылар, тирә-яҡты күрер хәлгә керҙеләр. Гөлдәриә иғтибар итмәгән икән: бында ла тормош ҡайнай, донъя мәшәҡәттәре лә күп. Хажға тип килеүҙәренә ҡарамаҫтан, күптәр көнкүреш кәрәк-ярағы алырға тырышып ята. Ул кибеттәр әйбер-ҡаранан һығылып тора, етмәһә, арзан да. Иң аптыратҡаны бысҡы вағы менән аралаштырып тултырып ҡуйылған аҫыл таштар булды. Йәм-йәшел зөбәржәт, ҡып-ҡыҙыл яҡут, ойошҡан ҡан төҫөндәге гранат, зәп-зәңгәр фирүзәләр, йәйғор нурҙары һипкән гәүһәрҙәр, ысын диңгеҙ ынйыһы. Хатта бер нисәһен кеҫәңә тыҡһаң, һиҙмәй ҡалырҙар һымаҡ. Аллаһ йортона килеп, шундай ҡылыҡ ҡылырға кем баҙнат итер? Мөмкинлегең булһа, үҙеңә оҡшаға­нын һатып алырға мөмкин. Шул нәмәләрҙе күпләп алған кеше­ләр бар. Рәсәйҙә, ни тиһәң дә, кризис ваҡыты, теләгән нәмәңде табырмын тимә. Шуның өсөн рәсәйлеләр телевизор, магнитола кеүек нәмәләр алырға тырыша.

Күп кенә хажиҙар дәһриҙәр, кафырҙар иленән килгән Рәсәй кешеләрен хөрмәт итмәй, йәшерен ытырғаныу менән ҡарай. «Былар ҙа әҙәм рәүешлеләр икән дә», – тип аптырағандары һиҙелә.

Бындағы йорттар бөтөнләй башҡа төҫлө. Саман стеналар бик ҡалын, тәҙрәләр бәләкәй генә итеп уйылған. Былай төҙөү кли­маттың эҫелегенән килә. Ҡалын диуарҙар, ваҡ тәҙрәләр көйҙөргөс ҡояштан һаҡлай. Был илдә тик ирҙәр генә йәшәй, тип уйларға мөмкин. Хажиәләрҙән башҡа ҡатын-ҡыҙ күрмәҫһең.

Бөтә ерҙә лә ирҙәр хеҙмәтләндерә, хатта күңелһеҙ булып китә. Бындағы донъя гел ҡаранан һәм аҡтан ғына тора. Ҡатындар үҙҙәренең ҡәлғә һымаҡ фатирҙарынан сыҡмай тиерлек йәшәй. Бала тәрбиәләйҙәр, ирҙәренә хеҙмәт итәләр. Мең йылдар шулай дауам итһә лә, бер ҡатындың да ризаһыҙлыҡ белдергәне юҡ. Сөнки уларҙың барыһы ла ҡараулы, аяулы, һаҡлаулы. Иртәгәһе көн өсөн ҡайғырып ултырмайҙар, ирем эсеп ҡайтыр, тип ҡан ҡалтырамайҙар, балаларыма ни ашатайым, ни кейҙерәйем, тип көймәйҙәр.

Хаж ҡылыу бурысы үтәлгәндән һуң, бөтәһе лә үҙ илдәрен иҫтәренә төшөрөп йөрәкһей. Ошо мәшәҡәт менән йөрөгәндә бөтә донъяуи уйҙары ситкә китеп торған икән. Әле килеп Гөл­дәриә Өфөһөн иҫенә төшөрөп, шул тиклем һағынғанын тойҙо. Илмираһы етем ҡошсоҡ кеүек, мәхрүмлек тойғолары кисереп, күңелһеҙ генә йөрөп яталыр. Алһыҙ-ялһыҙ тулҡынланған, ҡай­нашҡан кешеләр диңгеҙенән, өтөп алып барған эҫелектән тиҙе­рәк ҡотолғоһо килде. Шуның менән бергә, үтәлергә тейеш аманатын атҡарған кешеләргә хас булғанса, рәхәт бер күңел тыныслығы килде. Алһыҙ-ялһыҙ йөрәген өткән ҡайғы төпкөлгә төшөп урынлашты.

* * *

Ах, Тыуған илемдең һауаһы! Йәй башының иркә еле тәнеңде генә түгел, йәнеңде иркәләп ҡосағына ала. Ҡурып алып барған эҫелектән һис бер ҡасан да ҡотола алмаҫтар, шунда сарсап кибеп ятып ҡалырҙар һымаҡ хис кисерә ине Гөлдәриә. Әле килеп шундай ҡанатлы бер еңеллек солғап алған. Аэропортта сәс­кәләр тотҡан ҡаршы алыусылар, гәзит хәбәрселәре, ҡотлаусылар төркөмө ҡаршы алды...

Гөлдәриә менән Рим дә шатланып һөйләшәләр, яуап бирәләр, туған телдең ҡабатланмаҫ моңона ләззәтләнәләр.

Улар яҡын булып киткән юлдаштарынан айырылып, иркенләп автобуста ғына ҡалаға ҡайтырға булды. Балаҡай өҙгөләнмәһен, ҡаршы алам тип мәшәҡәтләнмәһен, тип ҡыҙҙарына ҡайтыр сәғәттәрен әйтеп торманылар.

Шалтырап торған буш фатирҙарында йәмле, рәхәт тойола. Илмира ҡыуанысынан бөтөнләй баҙап ҡалған. Ул бала шулай хис-тойғоларын ошо йәшенән үк йүгәнләй аламы, әллә тышҡа сығара белмәйме, әллә шулай сабырмы? Бөтөн булған шатлыҡ- ҡыуанысы күҙҙәренән генә бөркөлә, «һай, балаҡайым, әллә бар булған хистәремде, һөйөүемде Индираға ғына арнап, һине әсә наҙынан мәхрүм итәм түгелме?» Хатта йүгереп килеп ҡосаҡ­ларға баҙнат итмәй тора бит инде.

– Балам, күҙ нурым, нисек кенә көн күрҙең? – Гөлдәриә йөрәк ярһыуы менән ҡыҙын ҡосаҡлап алды. Ҡыҙ бәләкәй генә булып, әсәһенең күкрәгенә һеңде. Күпме көттө, күпме хыял­ланды ошо хаҡта. «Әллә әсәйем мине яратмаймы икән?» – тип уйлап та ҡуя торғайны. Әсәһенән һуң атаһы ҡосаҡлап, тупыл­датып арҡаһынан һөйҙө, башынан үпте.

Юл күстәнәстәре менән сәй эсергә ултырҙылар. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Ара-тирә телефон шылтырауы ғына уларҙың сөкөрләшкәнен бүлдерҙе. Күмәк кеше араһында ҡайнашыуҙан арып, өйҙәге һиллек менән хозурландылар.

Шул тиклем арып-талып урын йәйҙеләр. Әллә ҡайҙарҙан, икенсе ҡитға, ят донъяларҙан урап ҡайтыу уйын эш түгел шул. Иртәгәһе көнгә уларҙың бер планы ла юҡ, арыған йән-тән ял һорай.

Ата-әсәһе ҡайтыуға шатланған ҡыҙ ҡәнәғәт бер тыныслыҡ менән ҡоластарын ташлап йән белмәй йоҡлап китте.

Иҙәнгә йәйелгән түшәктәрендә күпмелер ваҡыт донъяларын онотоп ял итеп алғас, Гөлдәриә күҙҙәрен асты. Ире лә күҙҙәрен тултырып ута ҡарап ята. Ул ҡараштарҙа бөткөһөҙ һөйөү, наҙ, һағыныу, яратыуға һыуһау.

Улар ҡасан яҡын булғандарын да онотҡандар инде. Һуңғы тапҡыр һөйөшкәндә әле ғаилә тулы, бәхетле ине. Индираның вафаты бөтә кешелек бәхетен юҡҡа сығарҙы кеүек. Бына ир кеше ҡулын һаҡ ҡына ҡатынының тетрәнгән тәненә һала, ирендәре бик һаҡ ҡына уның ирендәренә ҡағыла. Шунан икеһе лә әлегәсә күрелмәгән донъяға әллә осалар, әллә сумалар – бил­дәһеҙ. Күпме ваҡытҡа һуҙылды был халәт – аңламанылар. Ҡатын ҡарынында энә осонан да бәләкәйерәк тормош остоғо барлыҡҡа килде. Оло кисерештән ҡатын кешенең булмышында йәшәү яралғыһы бөрөләнәсәген, был осраҡтың миллиондан бер генә кешелә булыуын икеһе лә белмәйҙәр ине.

Улар татлы йоҡоға талды. Яңы яралған яралғы ғына йоҡла­маны. Ул бар донъя һил саҡта әсәһенең ҡарынында нығынып ҡалырға ашыҡты. Үҙенең киләсәк йәшәү ҡеүәте тап ошо мәл менән бәйле икәнен йәшәү остоғо аңлай ине.

Тәскирә Даянова.

Читайте нас: