

Аҙағы. Башы ошонда
Тормошона Гөлкәй килеп ингәс, йәшәүенә йәм өҫтәлгәндәй итте. Эшкә ниндәйҙер дәрт менән сығып йүгерә, эске елкенеү менән ҡайтып инә. Кистәрен дә ҡағыҙҙарында соҡонмай, ваҡытын ҡыҙына бүлергә тырыша, тик һуңғы осорҙа күңелен ҡапма-ҡаршылыҡлы, үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәгән хистәр биләй бара... Гөлкәй ҙә уны таный башланы инде: күреү менән йылмайып ебәрә, бәләкәй ҡошсоҡтай, уға ынтылып талпына. Тәрбиәсе ҡыҙ ҙа тырыш, эшкә сымыры икән, ни тиһәң дә ауылда үҫкән бит. Гөлкәйҙе ваҡытында ашата, өҫтөндәге кейеме лә һәр саҡ йыуылған, үтекләнгән. Ҡыҙҙың бөхтәлеген хуплағандай, бер көн һорай ҡуйҙы: «Һеңлем, кейәүҙә лә түгелһең, ә баланы һис ауырлыҡһыҙ, еренә еткереп ҡарайһың. Быларҙың барыһын да институтта өйрәтәләрме?» Ҡыҙ оялсан йылмайҙы: «Бала бағыуҙы институтта ғына өйрәтеү аҙҙыр, мин бит ауылда күп балалы ғаиләлә үҫтем. Иң өлкәне мин...»
Ошо һөйләшеүҙән аҙаҡ оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнө. Йәнә телевизорҙан күрһәтелгән бер тапшырыу тоҡана барған утҡа кәрәсин һипте. Әңгәмәне сал сәсле фән докторы алып барҙы, ул күп илдәр гиҙгән мәғлүмәтле кеше ине, тапшырыуҙы эстәлекле, мауыҡтырғыс, аңлайышлы итеп ҡорҙо, әңгәмә барышында тура бәйләнешкә инеүселәр ҙә байтаҡ ҡына булды. Ул сит илдә үткәрелгән бер тәжрибәне ғибрәт өсөн бәйән итте. Ике маймыл балаһын күҙәтеү аҫтында үҫтергәндәр: береһе – ата-әсәһенең ҡарамағында, икенсеһе – бер үҙе ситлектә бикле. Тегеләр ҙурайғас, икеһенә ике маймыл балаһы тотторғандар. Беренсеһе шунда уҡ бәләкәсте ҡабул итеп, уның тураһында хәстәрлек күрергә керешеп киткән, икенсеһе, яңғыҙлыҡта үҫкәне, килтерелгәнде һис аямай ботарлап ырғытҡан. Бикле ситлекте ул илебеҙҙә йыл һайын арта барған балалар йорттары менән сағыштырҙы һәм әңгәмәһен былайыраҡ тамамланы: «Йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе ул – ғаилә, бары унда ғына әҙәп, шәфҡәтлелек, кешелеклелек сифаттары тәрбиәләнә».
Ҡараны ла, шул тапшырыу башынан сыҡманы, тутыҡ игәүҙәй өҙлөкһөҙ мейеһен игәне: «Ул да, моғайын, ситлектә яңғыҙы тәрбиәләнгән маймыл затынандыр. Дәрт менән сығып йүгереүе – өйҙән, баланан ҡотолдом, тигәндәй ҡыуанып ҡасыуы түгелме икән? Эйе, кис етһә, ысынлап та Гөлкәйен һағына, юҡһына, тик ҡайтып күрһә, күңеле ҡайта, ерле-юҡҡа һарыуы ҡайнай башлай, тышынан йылмая-көлә, ә эсендә – хисһеҙ бушлыҡ. Теге хайуан инстинкттары өҫтөнлөк алған маймылдай, балаға насарлыҡ ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡып, Гөлкәйҙең янына килгәндә ирекһеҙҙән ҡулдарын артына йәшерә. Бала йәнеңә берекһен өсөн уның иң элек йөрәк ярып сығыуы шарттыр, бәлки. Бөгөн бит ҡайһы бер ҡатындар, ялланып, бай, аҡсалы ханымдарға бәпес табып бирәләр. Ауырҙы туғыҙ ай буйы йөрәк аҫтында йөрөткән ҡатындарҙың баланы тыуҙырғандан һуң биргеләре килмәү осраҡтары ла булғылай икән. Сөнки унда – уның ҡаны, уның йәне.
Бер көн эшенән ҡайтты ла, Гөлкәйҙе күтәреп алып, бүлмәһенә инеп бикләнде. Өҫтәлгә одеал йәйеп, баланы сисендерҙе, уға оҙаҡ итеп текәлеп торҙо, шунан иҙеүен ысҡындырып, күкрәксә айылын бушатҡас, килбәтһеҙ ҡыланып, ҡабарынҡы түшенең имсәк осон уймаҡ ауыҙға ҡаптырҙы. Резина имеҙлек һурып күнеккән бала һутлы, йылымыс нәмәнән ятһынып ҡалды тәүҙәрәк, шунан ымһындырғыс хуш еҫте, тәмде ҡабул итеп, ҡарһаланып имергә кереште. Һурыуҙан ҡатындың ылйыраған тәненән зымбырлатҡыс ят, әммә көтөлгән, танһыҡ рәхәтлек йүгерҙе. Ләкин был кинәнес оҙаҡҡа барманы, ҡыҫырға алданғанын шәйләгән бала теле менән имсәк осон этеп сығарҙы ла, ситкә ҡайырылып, аҡырып иларға тотондо.
«Ят бала: танауы ла, ауыҙы ла, тумалаҡ бите лә, етендәй һары сәсе лә уныҡы түгел. Бәлки, ул урыҫ йә башҡа милләттәндер әле...Ят...ят...ят...»
Ишекте асты ла йүгерә-атлай килеүсе тәрбиәсегә екерҙе:
– Аҡыртма баланы, ҡара!
Залда бәйләме менән булашҡан әсәһе уға уҫал йылмайып һирпелде:
– Нимә, ҡурсаҡты уйнатып туйҙыңмы, инде теңкәңә тейҙеме? Иҫкәртмәнем түгел, иҫкәрттем, тыңламаның.
Үткәндәрҙе иҫләп хәтирәләргә бирелгән Илһөйәр йәнә урынынан торҙо. Әллә ҡасан эңер төшөп, ер өҫтөнә төн шаршауы ятҡан. Утты ҡабыҙмай ғына, тәҙрә ҡорғандарын ситкә тартты. Эскә ҡала ҡабыҙған уттарҙың һүрәнке яҡтылығы һарҡты. Дөм-ҡараңғы йыһанға төбәлде. Ҡайһылай ҙа өшәндергес икән дә баһа нөктәләй генә булһа ла нур осмото төҫмөрләнмәгән, ҡурғаштай ауыр болоттар япҡан күк йөҙө. Ай булмағас, исмаһам, йондоҙҙар булһа ла емелдәшһәсе. Киҫ-кенләшеп киткән, тәҙрәне әрһеҙ ҡаҡҡан төнгө елгә сыҙамағандыр йондоҙҙар, шуға бөртөгө лә ҡалмай ҡойолоп бөтөп, көмбәҙ йәмһеҙ ҡара сатырға әүерелгәндер. Юҡ, сатыр түгел, ҡоромло ҡаҙан. Шул шөкәтһеҙ ҡаҙан өҫтөнә түңкәрелгәнме ни – булмышы сараһыҙлыҡтан ҡороша, тын алыуы ауыр. Быуылғандай, муйынын ыуып хәтһеҙ ваҡыт һерәйеп торҙо.
Гөлкәйһеҙ ҡалһа, ни ҡылыр, йәшәүенең йәме, мәғәнәһе ҡалырмы? Ығыш ҡыймылдап килде лә йөҙтүбән ятҡан ҡурсаҡты эләктереп диванға һалғайны, тегеһе «Эң-ң-ң-ң-ә-ә-әәә...» тигән йәлләнес тауыш сығарҙы. «Йә, илама инде, илама, яныңа ятам бит», – тип һөйләнде лә, ҡулдарын баш аҫтына ҡуйып, ҡурсаҡтың эргәһенә диванға һуҙылып ятты. Хәтер йомғағы ары һүтелде.
...Гөлкәй һөйкөмлө бала булып үҫте, әле атлап китмәҫ элек үк ым-ишараһы менән, ынйылай тештәрен емелдәтеп ихлас көлөүе менән, күгәрсендәй геүләп һөйләнеүе менән үҙенә ҡараттыра һәм яраттыра белде. Аңланы хәҙер: баланы тыуҙырған әсә түгел, ҡараған, тәрбиәләгән, уның ғәме менән йәшәгән әсә. Ул да ваҡыт үтеү менән күңелен ҡыҙына баҫты.
Ҡабаланып эшкә йыйынған мәлендә тейешлекте үтәп, ҡыҙының битенән «әп» итеп сығыу яғына йүнәлгәйне генә, артынан Гөлкәйҙең асыҡ итеп өндәшеүе ишетелде: «Ә-сс-ә-ййй!» Ҡолағына яңылыш ишетеләлер, тип урынында ҡатып ҡалды ла сәйерһенеп артына боролдо: «Кем әсәй?! Улмы? Ошоғаса уны былай атағандары булманы ла. Йыр һымаҡ моңло яңғырай икән дә баһа ҡәҙерле исем!» Йүгерә-атлай килеп, Гөлкәйен күтәреп алды ла ҡабатлап һораны: «Кемгә әйттең уны? Миңәме? Йә, тағы ла бер ҡабатла әле! Ҡабатла!» Гөлкәйе бар тештәрен бер юлы күрһәтеп ауыҙын йырҙы: «Ә-ә-ә-сс-ә-әййй!» Ул, илай-көлә, баланы ҡосағына ҡыҫты: «Рәхмәт, ҡыҙым, ошо һүҙеңә. Әсәйең мин, мин һинең әсәйең!»
Сос бала йәше тулмаҫ элек үк атлап китте. Ҡаршылыҡтарҙы һанға һуҡмай, туҡтай белмәй йүгерә генә, эләгеп йығылыуҙарҙан, һаҡһыҙ төкөүҙәрҙән ҡул-аяҡтары, маңлайы күгәреп бөтә, шунда ла ҡуймай.
Ҡыҙыу эш мәлендә ҡурҡынған тауыш менән әсәһе шылтыратты:
– Илһөйәр, Гөлкәй юғалды бит әле...
– Нисек юғалды? Һеҙ бит иртән өйҙә ҡалдығыҙ.
– Паркта йөрөп алырға тип сыҡҡайныҡ шул. Эргәмдә генә ине, күҙ яҙҙырмай ҡарап ултырҙым.
– Һуң?!
– Бәйләм дә алып сыҡҡайным. Иғтибарымды бер минутҡа ситкә алғанмындыр. Әйләнеп ҡараһам, ултырғыс артында уйнап ултырған бала осто-гүҙе юҡ. Эҙләмәгән ерҙе ҡалдырманым...
– Нишләп кенә урамға сыҡтығыҙ, әсәй! Һеҙ бит ауылда түгел, миллионлы ҡалала! Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде?! – Биниһая ваҡыт ни ҡылырға белмәй тетрәнеү кисереп ултырҙы ла, милицияға хәбәр иткәс, машинаһына үҙе ултырып ҡайтыу яғына елде.
Оҙаҡ эҙләнеләр Гөлкәйҙе, төш етте, көн кискә ауышты. Милициянан килгәндәр, Гөлкәйҙең фотоһын, уның тураһында мәғлүмәт алғас, кире китергә ашыҡты. Улар өсөн тултырылған ҡағыҙҙар, ғариза, фото мөһимерәк ине шикелле. Өмөтһөҙлөккә бирелеп йортҡа яҡын майҙансыҡтарҙың береһенә боролғайны, сыр-сыу килеп уйнаған балалар араһында Гөлкәйен күреп ҡалды: етен сәстәренә ҡом һылашҡан, кейгән күлдәге эт алғыһыҙ, бит-йөҙө танымаҫлыҡ булып бысранған. Барып ҡосаҡлап алды ла быуынһыҙланып ергә сүкте, иңрәүле үкһеп ебәрҙе: «Нишләп мине ташлап киттең? Юғалттым бит мин һине, йәнем сыға яҙҙы!» Гөлкәйҙең йомшаҡ осаһына сәпелдәтте. Тегеһе лә ауыртыуҙан түгел, әсәһен һағыныуҙандыр шарылдап илап ебәрҙе.
Һәр әҙәм балаһы өсөн иң аяныслыһы яңғыҙлыҡтыр, моғайын, сөнки һәр кем ише менән, кешеләр араһында йәшәр өсөн тыуа. Йылдар үтеү менән, Гөлкәй уның айырылғыһыҙ, яңғыҙлыҡтан ҡурсалап көнитмешен тулыландырыр ҡәҙерле бер һыңарына әүерелде. Быны ул әсәһен, Ғаязды юғалтҡас ҡына бөтә тәрәнлегендә төшөндө.
Әсәһе һыҙып ауырып йөрөнө-йөрөнө лә бер көн ныҡлап, башҡаса тормаҫ өсөн түшәгенә ятты. Диагнозды белә ине, әсәһен тәү тапҡыр табипҡа алып барғанда аҙаҡтан ҡалып һөйләшкәйне. «Операция яһарға һуң, шуға файҙаһыҙға ынйытмайыҡ», – тип төңөлдөрҙө онколог. Әсәһе, янып бөтөп барған май-шәмдәй, көн һайын күҙгә күренеп ирене, әүәлге тулы, төйөрөм кәүҙәһе кибә барып, ҡорҙайға әүерелде, сыҡмаған йәне бар инде шунда.
Эргәһендә оҙаҡ ҡына ултырғандан һуң тороп китергә йыйынғайны, ауырыуҙың ҡыу ҡурай беләкле шау һөйәк бармаҡтары уның ҡул һыртына ипле ҡағылды:
– Китмә әле эргәмдән, әйтәһе һүҙҙәрем дә бар... Ғүмерем осона сығып киләм шикелле, ҡыҙым... – Һүнгән ҡараш ғазап аша уға төбәлде, ҡоро тирегә ҡалған яңаҡтар тартыша биреп ҡуйҙылар.
– Төҙәлерһең әле, әсәй, бөтә кеше лә ауырып ала инде ул.
– Бер-беребеҙҙе алдамайыҡ, әүрәтерлек йәштән үткәнмен күптән, мин бит ба-рыһын да белеп ятам, ерле юҡҡа ғына онколог тикшермәне мине. Һуңынан, уның кабинетынан ҡобараң осоп килеп сыҡҡаныңда уҡ, барыһын да төшөндөм. – Эргәһендәге стаканға ҡойолған минераль һыуҙы уртланы. – Хәҙер, һөйләй башлаһам, берүк бүлдермә, һорауҙарыңды бирмә, барыбер яуаптарым юҡ. – Тоноҡ, әрнеүле тауыш йөрәк түренән һығылып сыҡҡандай әкрен ишетелә.
– Үҙ ғүмеремдә ике тапҡыр хаталандым. Улар мине ғүмерем буйы эҙәрлекләне, йәшәүемдең мәғәнәһен, ҡабыр ризығымдың тәмен, татын алды. Үлһәм, әхирәттә лә тынсымамдыр, йәнем тамуҡта янып ғазапланыр, моғайын.
Беренсе гонаһым – йәш саҡта яңғыҙ әсәйемде ауылда ташлап киттем. Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала, тигәндәре дөрөҫтөр, яҙмышымды теләгәнсә ҡорам, хәл итәм инде, үҙемсә. Тәүҙә район үҙәгендә бухгалтерҙар курсын бөтөрөп, шунда эшләнем, финанс техникумына ситтән тороп уҡырға ингәс, дөйөм ятаҡтан урын табып, баш ҡалаға күстем, шунан һуң – институт, үҫеү өсөн ары тырышлығымды һалдым. Хоҙай шаһит: эшһөйәрлек, ныҡышмаллыҡ минең ҡанымда ине, тәүлегенә өс-дүрт сәғәт кенә серем иткән саҡтар булды. Карьера ҡайғыһы әсәйемде икенсе планға күсерҙе. Башта, фатирлы булғас күсереп алырмын, тип үҙемде-үҙем алданым, шунан уныһын хәстәрләгәс, тағы ла юғарыраҡҡа ынтылып күҙҙәрем тондо. Ауыл, әсәй баштараҡ икенсе планға күсһә, хәҙер бөтөнләй онотолдо. Дәрәжәле ҡунаҡтар йыйғанда ауыл әбейе ҡамасаулай, йәнәһе. Тағы минең сығышымды белмәҫкә тейештәр. Шулайыраҡ фекер йөрөттөм. Былай ай һайын почтанан аҡса һалам һәм онотҡанда бер ҡабалан ғына ҡайтып әйләнә инем. Уға ауыр саҡта аҡса түгел, мин кәрәккәнмендер, уны әле генә, кеше көнөнә ҡалғас, аңланым... Вафатына ла ҡайта алманым, санаторийҙа сәләмәтлегемде нығытып яттым. Һуңлап хәбәр иттеләр. Ваҡытында белһәм дә, Ҡара диңгеҙ ярын, күңелле ялымды ҡалдырыр инемме икән? Яҡты донъяға тыуҙырған әсәне һуңғы юлға оҙатмау, өҫтөнә бер ус тупраҡ һалмау – оло гонаһ!
Атайыңа килгәндә, ул да ғүмеренең буйы тиерлек беҙҙең эргәлә йәшәне, һыртыңдан ғына һине күреп йөрөнө, эргәңә генә килмәне. Яңыраҡ үлеп ҡалды. Бәхилләшергә тип барғайным, ҡатыны индермәне. Һәйбәт кеше ине һинең атайың. Мин генә уға лайыҡ, иш була алманым, яратмай тороп, карьера өсөн кейәүгә сыҡҡайным шул. Иртәме-һуңмы ғаиләбеҙҙең тарҡаласағын һиҙеп, рәсми никахҡа ла инеп торманым. Ә бит атайың миңә ваҡытында үҫергә ярҙам итте: институтты бөтөрҙөм, күптәр ымһынып та эләктерә алмаған вазифала эшләнем, башҡалар подвалда көн иткәндә ҡала үҙәгенән фатир алдыҡ. Әйҙә, ҡыуанып йәшә лә йәшә генә.
Мөхәббәтһеҙ, яратмаған кеше менән йәшәүе ауыр икән. Күҙгә төшкән сүп һымаҡ, һәр хәрәкәте, һәр ҡылығы йәнде көйҙөрә, өҙлөкһөҙ ҡәнәғәтһеҙлек хисе күңелде ҡыра. Тәүге йылдары, нишләптер, ауырға ҡала алманым. Теләкһеҙ сәселгән орлоҡ шытым бирмәгән кеүек, хисһеҙ яҡынлыҡ та емешһеҙ булалыр, бәлки. Шулай яҙмышҡа күнеп, сыҙап йәшәп ятҡанда, атайыңдан туберкулез сире таптылар, оҙаҡ ҡына, ике ай самаһы диспансерҙа ла ятып сыҡты. Һыныҡҡа һылтау тигәндәй, ошо хәл тулышҡан шештең һытылыуына сәбәп булды, атайыңды больницанан икенсе мөнәсәбәттә ҡаршы алдым; айырым ултырып ризыҡланыу, айырым һауыт, ауырыуыңды йоҡтораһың, тип уны түшәктә үҙемә яҡынлатмай маташтым, мәгәр ҡатын менән ир мөнәсәбәтенән баш тартып буламы инде. Ярты йыл самаһы шулай дауам итте. Атайың, ауыҙына араҡы алмаған ир, эсештерә башланы, эшендә ҡытыршылыҡтар килеп тыуҙы. Бер саҡ хатта ул үҙ-үҙенә ҡул һалыуға барып етте, галстугы менән быуылырға маташҡан еренән саҡ һалдырып алдым. Борис ары сыҙаманы, бар нәмәһен ике сумаҙанға тултырҙы ла мине, Алла ҡөҙрәте менәндер йәнемдә яралған, әле тыуып өлгөрмәгән һине ҡалдырып сығып китте. Тәүҙә дөйөм ятаҡта көн итте, шунан урам һепереүсе ҡатынға ингән, тип ишеттем, ниндәйҙер ойошмаға төнгө ҡарауылға эшкә урынлашҡан. Һирәкләп осраштырғылай ине ул, һүҙһеҙ үтеп китеү уңайһыҙ нисектер, ни тиһәң дә нисә йылдар ир менән ҡатын хөкөмөндә йәшәнек, аяғөҫтө килеш хәл-әхүәл белешкән булабыҙ. Бәхетле йәшәгәнмелер ул, әллә юҡмылыр, уныһы миңә ҡараңғы, тик шуныһын яҡшы беләм: атайыңдың яҙмышын емерҙем, уны балаһынан айырҙым. Ә бит ул һине һыртыңдан күреп булһа ла ныҡ ярата ине. Бөгөнгөләй хәтеремдә, һин тыуғас, бала табыу йортона кемдер бер ҡосаҡ рауза сәскәләре ҡалдырып китте. Атайың икәнлеген аңланым, уға, фәҡәт уға ғына шундай нескә йомартлыҡ хас ине. Ә мин, белекһеҙ, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡҡа уның исеме яҙылыуын теләмәнем. Тәрбиәһеҙлегем, ҡаты бәғерлегем шул саҡлы булдымы икән инде.
– Әсәй, уны бит йыш күрә инем. Башта – мәктәп эргәһендәге ҡалҡыулыҡта, шунан – институт алдында. Ул гел ҡыҙын көтә ине. Мин булғанмын икән.
– Эйе, шул ине һинең атайың... Тәрбиәм дә һиңә аҙ эләкте шул, ҡыҙым, кисер мине. Көн әйләнәһенә эшләгән балалар баҡсаһына биреп, онотҡанда бер барып күрә инем бит, эшем эйәһе. Шуға ла Гөлкәйҙе ҡыҙлыҡҡа алырға иткәсең, ул да һинең яҙмышыңды ҡабатлап ҡуймаһын тип, ҡурҡып ҡаршы төштөм... Гөлкәйҙе ҡара, һаҡла, ҡыҙым, мин дә китһәм, һиңә кем ҡала тағы...
Яҡындарымды ҡалдырып, уларҙың яҙмышын тапап юғарыға үрмәләнем, туймаҫтай ҡыланып, нәфселәнеп байлыҡ, мөлкәт йыйҙым. Нимәгә кәрәккәндер, бына килеп, ике аҙым ер ҡуйынына инеремде көтөп ятам, унда кәфендән ары бер нәмә лә кәрәкмәй...
Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәре раҫтыр: әсәһен ерләп, етеһен уҡытыуға Ғаяз автоһәләкәткә эләкте. Ул фирманан китеп, ниндәйҙер төҙөлөш тресына водитель булып эшкә урынлашҡайны.
Иртән, эшкә килгәс үк, Рәсимә дауахананан илай-илай шылтыратҡайны, әйтелгән адресты табып барҙы. Янына бер кемде лә индермәйҙәр. Рәсимә лә палата ишегенең төбөнә ултырғыс ҡуйған да шунда һенағастай бөгөлөп төшкән. Ныҡыша торғас, биш минутҡа ғына рөхсәт алды. Ғаяздың тотош кәүҙәһе, башы бинтҡа уралған, юғарыға сөйөлгән танауы ғына ослайып күренә.
Ҡулдары менән кәүҙәһен ҡосаҡлап, бөршәйеп кенә уның эргәһенә килде.
– Ишетәһеңме, Ғаяз, мин килдем.
– Илһөйәр... Ә мин һинең килереңде белдем. Иртәме-һуңмы барыбер эргәмә килер инең.
– Икәүләп бергә йөрөгәндә нишләп аварияға эләкмәнек икән, Ғаяз, ә? Бәлки, һәйбәтерәк булыр ине...
– Юҡты һөйләмә... Һиңә йәшәргә лә йәшәргә... Илһөйәр Вариҫовна тип әйтмәгәнгә ғәфү ит, яҡын итеп өндәшкем килә.
– Ә мин ҡайһы ваҡыт, нишләп исемем менән генә атамай икән, тип һиңә үпкәләй ҙә инем.
– Икенсе ерҙә, икенсе шарттарҙа осрашһаҡ, бәлки, беҙҙең яҙмыш та башҡасараҡ китер ине... Ят ирҙәр ҡосағына ташығанда һиңә ныҡ рәнйенем, Илһөйәр... Яратҡанымды белә тороп, шулай эшләнең...
– Теге кистән һуң ундай урындарға башҡаса йөрөмәнем, ышанаһыңмы?.. Һинең өсөн бөтәһен дә эшләрмен, Ғаяз, һауығырһың, аяғыңа баҫырһың.
Ғаяз, ҡараңғылыҡ аша яҡты нур күрергә теләгәндәй, бинтҡа сырмалған йөҙөн тәҙрә яғына борҙо ла ауырлыҡ менән, телен көрмәлдереп һораны:
– Әйт әле, өҙгөләнеп, ашығып нимә өсөн тырышаһың ул? Әгәр... үҙ бәхетеңде үҙең ҡорорға ҡабаланаһың икән, әйт: һин – бәхетлеме?
Яуап таба алмай оҙаҡ һүҙһеҙ һерәйгәндән һуң, Илһөйәр уҙған ғүмеренә тотош баһа биргәндәй, әйтерен көрһөнөүгә ҡушып һығып сығарҙы:
– Тормошҡа ашмаҫ хыялдарға алданып, тотош донъяны бер юлы ҡосорға тырышҡан булабыҙ, ә эргәлә генә йөрөгән оло бәхетте күреп, уның ҡәҙерен белеп йәшәргә аҡылыбыҙ етмәй, бына нимә аяныс.
– Дөрөҫ әйтәһең... Әле минең өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял – аяҡтарыма баҫып көн яҡтыһына ҡыуаныу, һине күреү, һинең күҙҙәреңә ҡарау. Әле лә ҡара күҙлек кейеп, күҙҙәреңде минән йәшерергә тырышып ултыраһыңмы? Урынһыҙ. Былай ҙа тома һуҡырмын, дөм-ҡараңғы баҙ төбөндә ятҡандаймын.
– Юҡсы. Һиңә күҙлекһеҙ генә ҡарап ултырам. – Илһөйәр ҡабалан сисеп, күҙлеген сумочкаһына йәшерә һалды.
– Һәйбәт... Тағы бер үтә лә мөһим үтенесем бар...
– Әйт.
– Рәсимәне ситкә типмә, ҡулыңдан килгәнсә ярҙам ит. Уның минән башҡа бер кеме лә юҡ, детдом балаһы бит ул. Шулай булһа ла, кешегә ышанып барыусан, йәне сибек, үҙен яҡлай ҙа, һаҡлай ҙа алмай. Бөгөнгө заман кешеһе түгел. Ярҙам итерһеңме?
– Итермен. Тағы... Гөлкәйҙе «Ғаязовна» тип яҙҙырттым. Был – минең ошоғаса бер кемгә лә әйтмәгән, йәшереп йөрөгән серем.
– Дөрөҫ эшләгәнһең, беҙ бит уны икәүләп таптыҡ...
Шәфҡәт туташы инеп, шым ғына бүлдерҙе:
– Ауырыуға тыныслыҡ кәрәк.
Шулай итеп бер төптән тиерлек ике яҡын кешеһен юғалтты Илһөйәр. Донъя бушап, ҡотһоҙланып, ҡараңғыланып ҡалды. Тормошонан толҡа тапмай, ҡыҙын эйәртеп ҡала ҡыҙырырға сыҡты. Төбәп барыр ере лә юҡ, халыҡ ағымына ҡушылып, эйәреп хәсрәтен онотоу бар теләге. Гөлкәйгә ни ҡыуаныс ҡына, әсәһенең кәйефендә эше лә юҡ: һикрәңдәп алға сығып китә, кире әйләнеп килә лә, етәкләп, уның ҡулын бәүелдерергә тотона. Ҡыҙы хәҙер уның тормошоноң йәме, мәғәнәһе, әгәр ул булмаһа, ҡайһылай итеп күтәрер, еңер ине бөләңгертлекте, ҡуңалтаҡ яңғыҙлыҡты?
Иҫке универмаг янынан үтешләй Гөлкәй уны эскә етәкләне, инеү менән уйынсыҡтар бүлеге яғына йүгерҙе лә күҙе витрина түрендәге дәү ҡурсаҡҡа төштө. Һоҡланыуҙан телдән ҡалды, шунан, осҡонланған ҡарашын юғарыға йүнәлтеп, саҡ ишетелерлек итеп шыбырҙаны:
– Какая красивая кукла!.. Матур. Әсәй, купи!
– Нимәне? – Уның иғтибарһыҙ, тарҡау ҡарашы икенсе яҡта.
– Ошо кукланы...Мам, я ее видела во сне... Ал, пожалуйста. Башҡа бер нәмә лә һорамайым.
– Миндә ҡурсаҡ ҡайғыһымы, Гөлкәй? Беҙ бит йөрөп әйләнергә генә сыҡтыҡ, әйберҙәр һайларға түгел. Һатып алынған әйбер кәйеф торошона тап килергә лә тейеш бит әле. Икенсе ваҡыт, йәме.
– Ҡасан?
– Иртәгә... Бәлки, икенсе аҙнала.
– Сейчас купи, мам...
– Нишләп шул тиклем ныҡышһың, ә, бөтә кеше беҙгә ҡарай, уңайһыҙ, ниндәй тәрбиәһеҙ ҡыҙыҡай был, тип уйлайҙарҙыр әле. Өйҙә бит ҡурсаҡтарыңдан быуа быуырлыҡ!
– Миңә ошо кәрәк!
– Бына еңмеш! Икенсе ваҡыт, тинем бит! – Ҡыҙын етәкләп сығыу яғына елтерәтте.
Гөлкәй ул ҡурсаҡты ҡабатлап һораманы ла, иҫенә лә төшөрмәне, бары сығарылыш кисәһендә генә әйтә биреп ҡуйҙы.
Кисәгә әҙерләнеп бөткәс, көҙгө алдына баҫып, үҙен тағы ла бер тапҡыр күҙҙән үткәргәс, тып итеп уның ҡаршыһына килеп баҫты:
– Әсәй, йә, нисек?
– Класс! Бындай затлы кейем бер кемдә лә юҡ. Министрҙарҙың ҡыҙҙары кейәме икән әле? Әллә күпме аҡса түгеп, махсус заказ менән тектерҙем.
– Как-то и не хочется выделяться. Неудобно.
– Хатта удобно! Күрһендәр беҙҙең кемлекте!
– Рәхмәт, әсәй, күлдәгем дә, бынау туфлиҙарым да ныҡ оҡшай. Я стала похожа на ту куклу.
– Ҡайһы ҡурсаҡҡа тағы?
– Теге универмагтағы минең күҙем төшкән куклаға. Алып бирергә обещала, так и забыла. Ә мин уны көн һайын барып ҡарай инем. Бер көн уны һатып алдылар... У меня было такое ощущение, как-будто я потеряла дорогую вещь, что- то нужное.
– Гөлкәй, әйҙә юҡ-барҙы хәтерләп кәйефте ебәрмәйек. Үткән, бөткән, онотолған. Хәҙер һин ҡурсаҡ уйнарға бала түгел дә.
– Зато үҙем бөгөн шул куклаға оҡшап торам, эйе бит, әсәй?
– Эйе, һин минең ҡурсағым, иң ҡәҙерле ҡурсағым! – Ҡыҙын ҡосаҡлап алды.
Мәктәпте тамамлағас, Гөлкәй педагогия институтына барырға теләне, былай ҙа бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана ине. Әсәһе ҡырҡа ҡаршы төштө, бәйләнештәрен эшкә егеп, йүгереп-хәстәрләп, ҡыҙын бизнес йүнәлешендәге институттың престижлы бүлегенә уҡырға индерҙе. Был ҡылығын да бик эшлекле аңлатты:
– Һин кергән институтҡа күптәр инә алмай илап йөрөй, сөнки киләсәк биз- несҡа бәйле. Нимәгә ул уҡытыусылыҡ? Абруйһыҙ, аҡсаһыҙ шөғөл ул, минеңсә. Көндәр буйы мәктәптән ҡайтып инмә, төндәр буйы дәфтәрҙәр тикшер. Шул да булдымы һөнәр?
– Значит, в будущем детей учить не будут?
– Уҡытһындар башҡалар, тик һин түгел. Ғүмерең буйы тиндәргә бил бөгөргәме иҫәбең?
– Если я хочу...
– Һин нимә теләгәнең, теләмәгәнең, әсәй булараҡ, миңә яҡшыраҡ билдәле. Һуңынан, башыңа аҡыл кергәс, рәхмәттәр уҡыясаҡһың!
– Получается, что я – круглая дура?
– Бер кем дә һине аҡылһыҙ тимәй, әлегә башыңда елдәр уйнай, бары шул ғына!
Ҡыҙы ризалашманы ла, ҡаршылашманы ла, ирендәрен ҡымтып ситкә ҡараны.
Ихлас ҡына итеп уҡып алып китте Гөлкәй. Былай ҙа тырыш ул, һәр эште еренә еткереп, йыйнаҡ итеп башҡарырға күнеккән. Шундуҡ фирмала ҡыҙына урын да әҙерләй башланы. Ул уның юлын дауам итергә тейеш.
Икенсе курсты тамамлаған йәй диңгеҙ ярына ял итергә китергә йыйынып йөрөгәндә, ҡыҙы көтөлмәгән яңылыҡ әйтте:
– Мам, может, не поедем на море... Бында, ҡалала, ял итәйек.
– Ул ни тигән һүҙ тағы? Путевкалар алып, әҙерләнеп бөткәс. Көндәр буйы ҡала шауын тыңлап, асфальт мазутына болғанып, төтөн еҫкәп ятырғамы иҫәбең? Барабыҙ!
– Мам, мин кейәүгә сығам, дай согласие...
Аяҙ көндө йәшен һуҡтымы ни: иң әүәл ул телһеҙ ҡалды, шунан бер аҙҙан, әйтелгәндең айышына төшөнгәс, көслөк менән асыуын йотоп, өҙөп-өҙөп әйтте:
– Нимә тинең?.. Кейәү?! Һинең йәштә!..
– Хәҙер бала түгелмен, мам.
– Һин бала, ҡанаттарын нығытып, оянан сығып осоп ҡарамаған ҡош балаһы! Ишетәһеңме? Уҡыуыңды бөтөр башта, эшкә урынлаш, шунан уйларһың кейәү тураһында. Ул саҡта ла әле һайлаған егетеңде тәүҙә миңә алып килеп күрһәтергә бурыслыһың, танышҡас – уйлармын: фатиха бирергәме, әллә юҡмы!
– Сабит һәйбәт егет. Он тебе понравится, мам. Ундай кеше юҡ донъяла, ул һәйбәт, ул...
– Етте, кәрәккән-кәрәкмәгәнде лыбырҙап ҡан баҫымымды күтәрәһең, ҡала хулигандарын күргән бар, улар бөтәһе лә бер сыбыҡтан ҡыуылған.
– Юҡ, ул ауылдан... Армиянан ҡайтҡан да милицияла эшләп йөрөй, заочно учится в юридическом.
– Кем, милиционер тинеңме? Мент! Кешенән мент яһап була, ә менттан кире кеше әүәләү – мөмкин булмаған эш!
– Сабит һәйбәт егет, аҡыллы, сибәр...
– Сибәр булыуына ышанам, ә бына аҡыллы икәнлегенә шигем ҙур. Улар бөтәһе лә башта матур һайрай, өйләнгәс йыртҡысҡа әүереләләр.
– Уны һин ҡайҙан беләһең, әсәй, һин бит ғүмерең буйы яңғыҙ.
Гөлкәйе, йәшлегенә барып, уның ауыртҡан еренә ҡағылыуын беләме икән?
Йөҙөн сирһа ла, һыр бирмәҫкә тырышты:
– Шуны белгәнгә лә яңғыҙмын. Бигерәк тә һине яттан йәберләткем килмәне. Әле лә шуны теләмәйем. Иң тәүҙә хистәреңдең тәрәнлегенә, ихласлығына ышан, шунан ғына минән ризалыҡ һора.
– Ышанғанға ла һорайым бит. Мин Сабитты яратам. Ул – мине.
– Мөхәббәт бөгөн бар, иртәгә юҡ.
– А дядя Гаяз? Говорят, ты его любила. Очень. Хотя ты меня не родила, ты роднее всех на свете, һин минең әсәйем! Об этом мин һиңә күп тапҡырҙар ҡабатланым, ҡабатлаясаҡмын әле... Но я знаю точно – минең атайым дядя Ғаяз түгел, ул бары һинең мөхәббәт фантазияң ғына.
– Ғаяз? – Нимә әйтергә лә белмәй, юғалып ҡалды. – Ул бөтөнләй икенсе, фантазия ла түгел, уның бында ни ҡыҫылышы?..
– Сабит та минең өсөн башҡалар түгел, икенсе, уны нельзя объяснить, шуны ғына әйтмәксе инем.
– Етдилекте аңларға әле һиңә иртәрәк. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң икенсе егетте осратырһың да быныһын оноторһоң. Шунан тағы, кейәүгә сығам, тип башты ҡатырырһыңмы?
– Я же говорила, у нас очень серьезно, мам.
– Әйттем – бөттө! Кейәүҙе выбирай из нашего круга, уровень и интересы должны совпадать! Беләһең килһә, һинең менән бер бик шәп егет ҡыҙыҡһына, әсәһе – мәҙәниәт министрлығында бүлек мөдире, атаһы унан да юғарыраҡта, Министрҙар кабинетында, ултыра.
– Егет ҡыҙыҡһынамы, әллә ата-әсәһеме?
– Уныһы һиңә нимәгә кәрәк? Главное – малайына ҡала ситендә хан һарайындай коттедж төҙөйҙәр. Улар үткән йыл ҡайҙа ял иттеләр, беләһеңме? Беҙҙең ише Ҡара диңгеҙҙә йонсомайҙар. Египетта! Быйыл Таиланд яғына юлланмаҡсылар!
– Меня не интересует, где они отдыхают. Минең өсөн есть – ты, шунан – Сабит.
– Эй, наивная, бер ҡатлы йән, ҡасан һиңә аҡыл керер икән, ә? Һинең менән бәхәсләшеп арыным, ял иткем килә. Был мәсьәләне ҡабатлап кәйефемде ебәрмә башҡаса. Үтенәм.
Гөлкәй эсенә йомолдо. Ял иткәндә лә көндәр буйы ауыҙ асып һүҙ өндәшмәй, йә диңгеҙ ярына китеп юғала, йә ҡайта ла түшәгендә аунай, йә китапҡа текәлеп ята. Күрә: ҡыҙында уҡыу ҡайғыһы юҡ. «Турһайып йөрөр-йөрөр ҙә онотор әле үпкәһен. Шулай уҫал һөйләшмәһәң, әллә кем менән яҙмышын бәйләргә иҫәбе. Киләсәгенең емерелеүе хаҡында уйлап та ҡарамай. Әйҙә үсекһен, тынысланыр әле...»
Шифахананан ҡайтҡас, яңы дәрт менән эшкә кереште. Ғаилә ҡытыршылығы ла бер аҙға онотолдо шикелле. Диңгеҙ һауаһы барыбер килеште Гөлкәйгә, ҡайтыр мәлдә күңеле асылғандай итте, ҡояш күрмәгән тәне ҡарағусҡыл төҫкә инеп янды, йөҙөнә нур ҡунды. Уҡыуҙар башланғас, иртә менән лекцияларға тип сығып китә, кис һуң ғына ҡайтып инә. Ял көндәрен дә уҡыу залында үткәрә.
Ике ай самаһы үткәс, өйҙә яңынан янъял ҡупты.
– Гөлкәй, тороп тор әле, был нимә?! – Ҡыҙының ҡабара төшкән ҡорһағына төрттө.
Ҡыҙы үҙгәрмәне, тыныс ҡалды, ошондай һөйләшеүҙең булырын көтөп, әҙерләнеп йөрөгәндер.
– Беҙҙең балабыҙ буласаҡ, әсәй!
– Беҙҙең?.. Кемдән!!!
– Сабиттан. Ҡысҡырма, мам, мне волноваться вредно.
– Ах, һин!.. Кәнтәй! – Ғүмерҙә әйтмәгән һүҙҙе ысҡындырҙы ла, тыйылып ҡала алмай, ҡоласлап ҡыҙының сикәһенә сабып ебәрҙе. Гөлкәй ҡул һырты менән ялланған ерен ыуҙы, сәстәрен төҙәтте:
– Спасибо, мам, может, я этого и не заслуживаю...
Илһөйәр устары менән йөҙөн ҡаплап бөгөлөп төштө лә сеңләп илап ебәрҙе:
– Мәсхәрә! Оят! Хәҙер кеше күҙенә нисек күренербеҙ, ә? Шуны уйланыңмы? Мине тотош ҡала белә! – Ҡәтғи ҡарарға килгәндәй, алға һонолдо ла ҡыҙының яурындарынан ҡарманы. – Әә-ә, мин төшөндөм, ниһайәт, ул эт һине көсләгән, мәжбүр иткән! Шуны ла төшөнмәй ҡаңғырам, алйот! Кисекмәҫтән ғариза яҙабыҙ ҙа уны төрмәгә тығабыҙ! Милиция, имеш, бәйелһеҙ мент! Уға ла закон бар!
– Тырышма, әсәй, мин үҙем теләп.
– Ул һине ҡурҡыттымы, янанымы? Әйтмәҫкә ҡуштымы? Мин барҙа бер кемдән дә ҡурҡма, ҡыҙым! Уны, беләһеңме, нимә эшләтәм?
– Бер нәмә лә эшләтмә, әсәй, прошу.
Сараһыҙлыҡтан Илһөйәр тағы ла ярһыбыраҡ иларға тотондо, бүлмәһенә инеп бикләнеп, үрле-ҡырлы ташланып, яралы кейектәй үрһәләнде. Эңер төшкәс, бер аҙ тынысланып, сығарған ҡарарын әйтте:
– Иртәгә больницаға барабыҙ, аборт яһатаһың! Был турала бер кем дә белергә тейеш түгел!
– Бер ҡайҙа ла бармайым, мам. Буду рожать!
– Бараһың!
– Не ори, сказала, не пойду, значит, не пойду. Мине күп уйнаттың, я тебе не кукла!
Күпме генә ялбарһа-янаһа ла, Гөлкәйҙе күндерә алманы. Һүҙен һүҙ итеп өйрәнгәнгә сәме ҡуҙҙы. «Берҙән-бер ҡыҙыңды ла тыңлата алма инде! Үҙһүҙләнеп ҡыланһа ла, Гөлкәй йәш бит әле, тәжрибәһеҙ, бер ҡатлы. Өгөткә килмәһә, хәйлә менән еңеп була ла, янъял ҡуптарып нервыларҙы бөтөргәнсе, нишләп был сара ошоғаса башыма килмәгән?!» Иртәгәһен таң менән таныш акушер-гинекологка китте, тегенең ҡабул итеү бүлмәһенә инеп бик оҙаҡ һөйләште. Тәүге аборттың кире эҙемтәләре тураһында хәтеренә төшөргән табип уның еңмеш теләген кире һүрергә тырышты. Әлеге мәлдә Илһөйәрҙе эҙемтә түгел, башҡалар алдындағы абруйы ҡыҙыҡһындыра ине. Шуға ла әйтелгәндәрҙе ишетмәне лә, ишетергә теләмәне лә, үҙенекен тылҡый бирҙе. Уның һис шикһеҙ тормошҡа ашыр хәйләһенә теләктәш булырға теләмәгән табип усына һәлмәк кенә аҡса төргәге ятҡас йомшарҙы, күнде, үҙенең дауаханала эшләр көнөн әйтте, килешелгәнде асмаҫҡа һүҙ бирҙе.
Ҡайтты ла һин дә мин йөрөй башланы, әйтерһең, бер ни ҙә булмаған. Уның ҡайтымһаҡланыуын күргән Гөлкәйҙең йөҙө асыла төштө. Киске аштан һуң ҡыҙын бүлмәһенә саҡырҙы ла яғымлы өндәште:
– Бер нәмәне лә төҙәтерлек түгел, ҡылынаһы ҡылынған. – Һағайыуҙы шәйләгәс, йылмайып өҫтәне. – Ризамын, тап бәпесеңде!
Ҡыҙы муйынынан һығып ҡосаҡланы:
– Һин ни тиклем аҡыллыһың, әсәй! Шулай булырын алдан уҡ белгәйнем! Сабитҡа ла әйтәм, әсәй, пусть радуется!
– Уға өндәшмәй тор әле. Башта белгестәргә күренәйек, анализдарыңды тапшыр, шунан күҙ күрер.
– Ярай, әсәй, ҡайһы больницаға күренергә?
– Ул беҙҙән алыҫ түгел инде.
– Ҡасан барабыҙ?
– Һин иртәгә лекцияларыңды тыңлап бөт тә – төштән һуң.
Ҡыҙын кәрәкле кабинеттың ауыҙына алып килде лә эскә инеп торманы, сират көткәндәрҙән ҡарашын йәшереп, ситкәрәк китте.
Гөлкәй кабинеттан йылмайып килеп сыҡты.
– Доктор нимә тине, ҡыҙым?
– Һөйләште генә, анализдарҙы тапшырғас, УЗИ үткәс кенә ныҡлап тикшерермен, тине. Улары ике-өс көн ваҡытты алыр әле, ти.
Ҡыҙы һуңғы көндә аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡайтып инде лә бүлмәһендәге урынына ауҙы. Йөҙө ҡара көйгән.
Барыһын да белеп, алдан көтөп йөрөһә лә, белмәмеш ҡиәфәттә һораны:
– Ҡыҙым, гинеколог нимә тине? – Карауат ситенә һағып, сәстәренән һыйпаны.
– УЗИ-ҙың күрһәткестәре үтә лә насар, аборт яһарға кәрәк, тине. Яһатмаһаң, родится неполноценный ребенок, ти.
– Бәлки, доктор хаталанғандыр, улар ҙа кеше бит. Иртәгә барып һөйләшәм дә яңынан тикшереү үтерһең.
– Не надо, мам...
– Юҡ, барам тигәс барам, һуңынан нимә эшләргә кәрәклекте бергәләп хәл итербеҙ.
Кискеһен эштән ҡайтты ла йөҙөн төмһәртеп әйтте:
– Һөйләштем, доктор хаҡлы... Ҡалғанын үҙең хәл ит... Йәш көйөнсә генә ауырыу бала бағыуы еңел түгел инде. Ауырыу ғынамы, ненормальный, ти. Башында һыулы шеш бар, ти. Беҙҙеңсә һыумейе була инде.
Гөлкәйен абортҡа оҙатыр көндө әллә нишләп күңеле урынынан ҡупты, булмышы үрһәләнде. Хәйләһен әйтергә уҡталып-уҡталып ҡуйһа ла, һуңғы сиктә тыйылды. Гөлкәй, ишек төбөнә килгәс, ҡайырылды ла уға моңһоу төбәлде. Ҡарашында өмөтһөҙлөк ярылып ята.
– Ладно, мам, я пойду.
– Туҡта! Улай ғына сыҡма әле, балам. Әйҙә, ултырып алайыҡ бер аҙ, юлға йыйынғандағы кеүек.
Икеһе ике яҡҡа ҡарап дивандың ике башына ултырҙылар. Ул ирендәрен ҡыймылдатып белгән доғаларын уҡыны. «Әллә ебәрмәҫкә лә ҡуйырғамы? Күңелем тартмай нишләптер». Өҫтәүенә, Ғаяз төшөнә инде бөгөн. Ҡаршыһына килде лә, ҡара күҙлеген һалдырып, күҙҙәренә төбәлде: «Күҙҙәремә ҡара, Илһөйәр, унда нимә күрәһең? Ҡара һәм аңла!» – тине. Нимә әйтергә теләне? Минең ише, ул да ҡаршымы икән әллә?
– Ҡыҙым?..
Гөлкәй, йә, әйт, тигәндәй, һүҙһеҙ төбәлде.
– Ней... алмаш кейемдәрҙе һалдыҡ, йыуыныу кәрәк-яраҡтары, халат, аяҡтарыңа шипатай. Һиҙәм, нимәнелер оноттоҡ барыбер. Иртәгә бараһыңмы әллә? Онотҡанды иҫкә төшөрәйек тә.
– Нет. Мам, пойду... провожать не надо, знаешь, не люблю.
– Йә, хәйерле... – Гөлкәйен ҡосаҡлап, арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. – Туҡта, бер генә нәмәне оноттом да баһа! – Йүгерә-атлай кухняға сығып әйләнде. – Бынау икмәк телемен тешлә әле. Ризығың һине көтөп ятһын. Бына һәйбәт. Инде – бар!..
Икеһенең араһын бүлеп, тимер ишек шартлап ябылды. «Китмә, балам!» – тип ҡысҡырып ебәрә яҙҙы ла, ауыҙын усы менән ҡаплап, иҙәнгә сүкте. «Ҡайһылай баш китерлек итеп алдашырға һәләтле ул, күҙ ҙә йоммай ҡыҙын упҡынға этәрә! Йәнә, яп-ябай, ҡатын-ҡыҙҙар һис уйламай яһатҡан аборттың абортына ҡыҙын оҙон юлға йыйындырғандай итеп оҙатасы. Шулай ҡыланыуында эске һиҙемләүе ятамы икән әллә?.. Юҡ! Барһын, бер уның ҡыҙы ғына аборт яһатмай ҙа. Институтты бөтөргәс кейәүгә сығыр, үҙе бала ғына көйө бала ҡосаҡлап ултырһынмы?..»
Табиптың әйтеүе буйынса, ҡыҙы иртән иртүк ҡайтып инергә тейеш ине лә, ниңәлер тотҡарланды. Төш мәлендә лә күренмәгәс, сыҙамай, шылтыратты.
– Ғәлләмованың ҡан баҫымы кинәт төшөп китте, уны әлегә сығармайҙар, – тине теге остағы тауыш.
Хафаға ҡалып, дауаханаға ашыҡты. Табип, ҡулдарын йәйеп, аҡланырға тотондо:
– Бөтәһе лә һәйбәт эшләнде бит. Ундайҙар минең ҡулдан көнөнә тиҫтәләп үтә. Уның менән бергә ингәндәр, ҡайтып китеп, ана, урамда гонаһһыҙ фәрештәләй, күбәләктәй осоп йөрөйҙәр. Ә ҡыҙыңдың көтмәгәндә ҡан баҫымы төштө лә китте, аборт мәлендә күп ҡан да юғалтманы бит. Аңлашылмай.
– Бәлки, ҡан тапшырырға кәрәктер? Минең – беренсе группа. Кәрәккәнсе алығыҙ!
– Уныһы тураһында кәңәшләшербеҙ. Әлегә кәрәкмәй.
Коридорҙа, Гөлкәй ятҡан палата ауыҙында, һерәйгән оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле милиционерҙы осратты. Егет, уны күргәс, бойоҡ күҙҙәрен теремекләндереп кеселекле сәләмләне: «Һаумыһығыҙ». Аҙға ғына туҡталып, уны тағы ла бер тапҡыр күҙҙән үткәргәс, сәләмде алмай, ишекте шар асып эскә атланы. «Ошолор теге мент... Былай төҫкә-башҡа арыу ғына икән, йөҙө лә мөләйем, ирәбе...»
Гөлкәйҙе ике урынлы палатаға бер үҙен һалып ҡуйғандар. Апаруҡ иркен бүлмәлә ул кесерәйеп, юғалып ҡалғандай. Ҡан ҡасҡан йөҙө ҡағыҙҙай ағарған, күҙҙәре генә тере ҡуҙҙай көйрәп яналар. Уның инеүен күргәс, ирендәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡыймылдатып әйтте:
– Әсәй, килдеңме?..
– Килдем, балам... Нишләп улайтып ятаһың инде... – Күҙҙәренә йәш төйөлдө.
– Илама, әсәй, илау – көсһөҙлөк билдәһе, тиһең бит. Ә һин көслө. Мин генә как кукла – маленькая, беззащитная, хрупкая как стекло.
– Иламайым, ҡыҙым, һин дә бирешмә, йәме, төҙәлерһең.
– Не знаю, мам, у меня какая-то слабость... – Ҡыҙы йоҡомһорағандай ойоп китте.
Дежур табиптан рөхсәт алып, әлегә ҡыҙының янында ҡалырға булды. Тегендә, офисында, ҡулына барыбер эш бармаҫ, өйгә ҡайтһа, тынғылыҡ тапмаҫ. Бында ни күрһә лә бергә күрерҙәр, уныһы-быныһының кәрәгеүе ихтимал. Әйтелгән ергә барып ҡан тапшырып килде лә, буш карауатҡа ятып, хәсрәтле ҡарашын ҡыҙына төбәне.
Гөлкәй хаҡлылыр, ул бигерәк ҡурсаҡҡа оҡшаған: һығылмалы йәтеш буй-һыны, ҡалын, һап-һары сәстәре, ҙур зәңгәр күҙҙәре, тумалаҡ биттәре 13-14 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙарҙыҡына тартым. Ҡылығы, үҙен тотошо ла үтә ябай, бер ҡатлы, ышаныусан, ҡала әрһеҙҙәренә оҡшамаған. Эйе, ҡыҙының күңеле ыуалыусан ине шул, ә ул уны ватып, бында килтереп һалып ҡуйҙы. Төҙәлерме берҙән-бере? Әгәр төҙәлмәһә, уның был донъяла йәшәүенән мәғәнә ҡалмаясаҡ. Ниңә шуны элегерәк төшөнмәне, элегерәк тойомламаны? Еңмешлегенә, ҡара тырышлығына барып ҡылды бит был гонаһты. Ҡаза тигәнең шулайтып күҙҙе бәйләп, аңды томалап киләлер.
Гөлкәй күҙҙәрен асты, башын борҙо:
– Ҡайтманыңмы ни, әсәй?
– Һине ташлап ҡайҙа ғына барайым. – Тора һалды ла, бөтәрләнгән күлдәген төҙәткеләп, сәсен ипкә килтереп, ултырғыс тартып, ҡыҙының эргәһенә ултырҙы.
– Как хорошо, что ты рядом... Элек унда-бында, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә йүгергеләгәнбеҙ икән, мам. Иртән ты на работу, а я в институт. Диңгеҙҙә ял иттек, бергә йөрөмәнек тә.
– Һауыҡ ҡына, ҡыҙым, инде бер ҡасан да айырылмаҫбыҙ.
– Здорово... Мам, мин бәләкәй саҡта белә инем, һин подходишь ночью, сәсемдән һыйпайһың, миңә рәхәт-рәхәт була. Лежу, боюсь открывать глаза. Күҙемде асһам, һин уҫал итеп берәй нәмә әйтеп китеп барырһың, тип ҡурҡа инем... Однажды бер йырҙы пианинола уйнағаныңды ишеттем, шунан эргәмдә көйләнең. Такая была нежная мелодия, нежный твой голос, и твоя рука была такая мягкая. Почему-то на пианино играла очень редко, а ведь у тебя музыкальный дар.
– Пианиноны әсәйем минең 18 йәшемә бүләк иткәйне. Бәләкәйерәк саҡта музыкаль мәктәптә шөғөлләнгәс, арыу ғына уйнай ҙа инем шул. Һуңынан эш күплеккә һылтанып, пианиноға һирәк яҡынланым, уның ҡарауы, донъя мине музыка ҡоралынан былайыраҡ уйнатты... Һиңә сығарған йыр ине ул, балам, тик йырларға ваҡыт ҡына таба алманым.
–19 йыл буйымы?
– Һин бәләкәй саҡта юҡ-бар артынан саптым, иртәгә, иртәнән һуңға, тип кисектерә килдем. Ә һин ҡапыл ғына үҫтең дә киттең, абайламай ҙа, өлгөрмәй ҙә ҡалдым.
– Ул йырҙы хәҙер йырла, мам, беҙ бит бер ҡайҙа ла ашыҡмайбыҙ.
– Бында больница, оҡшармы икән?
– А ты шепотом, я услышу, я пойму.
Ул, башҡараһы йырға яйлағандай, тамағын ҡырҙы:
– Көйө хәтерҙә, әммә һүҙҙәрен онотмағанмынмы икән. Былайыраҡ йыр ул.
Әлли-бәли, бәй-бәй,
Исеме уның Гөлкәй.
Уйнай торғас арыған,
Ял итеп алһын кескәй...
Гөлкәй – матур ҡыҙ бала,
Башын мендәргә һала,
Талғын бишек моңона
Тиҙҙән йоҡоға тала.
– Минең исемем менән яҙғанһың, мам. Такие слова!
– Әйтәм бит, һиңә арнап сығарғайным уны. «Бишек йыры» тип атаным да һин үҫкәс кенә, һуңлап йырлап ултырам бына.
Йом-йом күҙең, Гөлкәйем,
Һин бит минең кескәйем,
Наҙлы моңға иркәләнеп
Тыныс йоҡла, бәпескәйем.
Гөлкәй оҙаҡ ҡына йөҙөн ҡушуслап өндәшмәй ятты. Уның был мәлдә ни уйлағанын, кисергәнен белеү мөмкин түгел ине. Устарын яҙғас, кинәт ҡайырылып, көтөлмәгән һорауын бирҙе:
– Һиңә Сабит оҡшанымы, әсәй?
– Оҡшаны.
– Хәҙер уға нимә тип кенә әйтермен инде? Он ведь ничего не знает.
– Үҙем һөйләшермен. Аңлар. Аҡыллы егеткә оҡшаған. Ҡыҙым, һиңә ҡурсаҡ һатып алдым әле, һин бала саҡта алғың килгәнде таптым – шул магазиндан, шул урындан. Әйтерһең, нәҡ һин теләгәнде күп йылдар үткәс хәтерҙәренә төшөргәндәр ҙә килтергәндәр. Иртәгә алып киләйемме?
– Йәнһеҙ ҡурсаҡтар етерлек ул был донъяла, йәнлеһен юғалттыҡ бит инде, мам, таба алмаҫлыҡ итеп юғалттыҡ.
– Бөтәһенә лә мин ғәйепле, кисерә алһаң кисер, бәпесем...
Гөлкәй һурылып киткән йөҙөн ситкә борҙо. Система көпшәһенән ҡан тамырына һарҡҡан дауаның балыҡ ҡыуығылай киң өлөшөнә тигеҙ бүленеп тамсылауы ҡолаҡ тондорғос тынлыҡта бермә-бер асыҡ ишетелә төҫлө. Әйтерһең дә, тамсылар ауырыуҙың әйткәнен тәҡрарлайҙар: «Тыпп... тыпп... юҡҡ... юҡҡ...»
Төн уртаһында ҡыҙының хәле ҡапыл киҫкенләшеп киткәс, кисекмәҫтән реанимация бүлмәһенә күсерҙеләр.
Тағы ла ике тәүлек ҡыҙының ишек төбөн һаҡлап, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа янына инеп-күренеп йөрөгәндән аҙаҡ, арманһыҙ булып фатирына ҡайтты. Бында ла арыған зиһенен йоҡо алманы: бары шаңҡыған, аңы томаланған йәне ойой, ә әсеткән күҙҙәре асыҡ, мейеһен мең төрлө ҡапма-ҡаршылыҡлы һорауҙар йыбырлата, бына әле быуынһыҙ һыны диванға һуйҙайған. Һеңгәҙәткес йоҡоһоҙлоҡ барыбер үҙенекен итте, күҙҙәре үҙҙәренән-үҙҙәре йомолдолар.
Тертләп уянды ла беренсе уйы мейеһен ярҙы: «Гөлкәй нисек?» Ҡурҡа-ҡурҡа трюмо янына килде лә телефонға ҡараны. Бөгөн ул төндәгеләй ҡыҙыл төҫөн яндырмай, иртәнге тоноҡлоҡта ҡара йәшел һымағыраҡ та күренә әле. Трубканы күтәрҙе, кәрәкле номерҙы ашығып йыйҙы:
– Але! Ғәлләмованың… хәлен әйтегеҙ, зинһар.
– Кем шылтырата?
– Әсәһе.
– Һәйбәт! Һәр хәлдә кисәгегә ҡарағанда һәйбәт.
– Ҡан баҫымы?
– Күтәрелә.
– Рәхмәт һеҙгә... Рәхмәт... Төҙәлеренә өмөт бар, тимәк?
– Яҡшыға юрайыҡ, апай.
– Имен генә килһен инде бөгөнгө көн. Һеҙгә лә шуны теләйем, һеңлем.
– Рәхмәт. Һау булығыҙ.
Иҫен йыя алмай бер килке урынында тапанды, йәнен аңлата алмаҫлыҡ кинәнес сорнаны, өҫтөнән тауҙай ауыр йөктө алып ырғыттылармы ни! «Ҡыҙым йәшәйәсәк...Тимәк, мин дә...» Көҙгөләге ҡатын да бөгөн күпкә теремек һәм алсаҡ күренде. Ҡапыл урынынан ҡубып йыйына башланы, теге дивандағы ҡурсаҡты ҡабалан эләктереп ҡуйынына ҡыҫты ла ҡойондай өйөрөлөп тышҡа атлыҡты. Тупһаларҙан төшөшләй телефондан машинаһын саҡыртырға уҡталды ла, кире уйланы – фатирына, машина эсенә генә һыйған ҡыуаныс ҡыуанысмы инде, әйҙә, шатлығы киң урамдарҙы тултырһын, осраған береһенә яғылып уларҙы ла ҡотло, бәхетле итһен!
Подъезд ишегенән сығыу менән күҙҙәре сағылып, ҡулын маңлайы өҫтөнә күтәрҙе. Һауа аяҙытып ебәргән дә баһа! Кисәге болоттар ҡайҙалыр китеп юғалғандар. Иртәнге ҡояш офоҡтан ҡалҡыр-ҡалҡмаҫтан бар тереклеккә көлтә нурҙарын һибергә тотонған. Зәңгәр сатырҙың көнбайышына һыуҙай саф, үтә күренмәле ай йәбешкән. Бына ни өсөн бөгөнгө иртә яҡтыраҡ та, нурлыраҡ та икән! Ер өҫтөн бер юлы ай менән ҡояш яҡтыртҡас, донъя бөтөн, имен, теүәл, тимәк. Йылмайып ебәрҙе. Сумочкаһынан ҡара күҙлеген алды ла, бер аҙ уйланғандай итеп торғас, уны кеймәйенсә эргәһендәге сүп һауытына ырғытты. Ниңә күҙҙәрҙе томалап йәшерергә? Көҙгө сыуаҡ көндәр былай ҙа һанаулы ғына ҡалған бит.
Ҡатын һары япраҡтар түшәлгән тротуар буйлап атлап китте лә бер аҙҙан халыҡ йыйылған туҡталышҡа боролдо.
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.