

Түбәнге урам осонда ғүмер баҡый яңғыҙы көн иткән туған-тыумасаһыҙ Әлмәғиҙә ҡарсыҡ кинәт аяҡтан яҙып сирләп киткән икән. Көтмәгәндә-уйламағанда сир-сәрпәтләмәй инде ул әҙәм балаһы, бәлә бит ағас башынан түгел, иң әүәл кеше башынан йөрөй. Өләсәйем менән әсәйемдең, сит-яттар ишетеп ҡалыуҙан һипһенеп, йәй көндәрендә ябылыу белмәгән ишегебеҙҙе ҡыҫып ҡуйып, ҡаға-һуға әңгәмәләшеүҙәренән төшөндөм, уға ҡылтамаҡ, тигән алама сир йоҡҡан, йәнәһе лә. Тамаҡ ауыртыу артыҡ бәлә түгел, бөгөн ауыртып бимазалаһа ни, иртәгеһенә үтер. Ҡышын һырғалаҡ шыуғанда боҙбармаҡ ялаған, йәйгеһен тән күгәргәнсе Һаҡмарҙа һыу ингән һәр балаға яҡшы таныш нәмә ул тамаҡ шешеү, тауыш ултырыу.
Йома намаҙын намаҙлығын урындыҡ түренә йәйеп ебәреп, өй мөйөшөнә текәлеп уҡыған өләсәйем изге ғәмәлен атҡарып, хуш ҡылып, битен һыпырғандан һуң, ап-аҡ сәстәрен яҙып ябынған, ситтәренә ҡалҡыу биҙәк төшкән аҡ кәшәмир яулығының эсенә тартып йәшерҙе, шунан урындыҡтан ер иҙәнгә төшөп, аяҡтарына ситек тышынан кейә торған ыҡсым галошын ҡатты ла оҙон итәкле аҡтан-аҡ күлдәгенең итәген ҡыу бармаҡтары менән семтеп төҙәтештергәс, урта тауышланып, өй эсендә икәүҙән-икәү генә булһаҡ та бер кемгә лә аныҡ төбәп тәғәйенләнмәгән хәбәрен һалды:
– Әлмәғиҙә әхирәткә барып киләйем, бумаһа! Элекке көн сулала уға Фәтхиә һуғылырға ниәтләй ине, кисә Вазифа, бөгөн минең сират, иртәгә – Гөлйыһандыҡы. Шулай ҡулалмаш итмәһәк, кем ҡарар уны, ауырыу хәлен һау белмәй тигәндәй, сырхау килеш уның кемгә хәжәте бар? Мынау мейе ҡайнап торған йәйге селләлә сарсап, ауыҙы кибеп яталыр, бахыр, ыумасҡа сөсө ҡатыҡ туғып илтәйем, йөрәгенә ял алыр, исмаһам.
Уның өндәшеүенең төрлөлөгөнә өйрәнеп, күнеп бөткәнмен күптән: шыбырлап әйтһә, икеләнә, тимәк, уртасаһы – ҡылаһы эшенә тәүәкәллеген белдерә, сағыуырағы – ҡәтғи кире ҡағыуға ауаздаш, бойороҡҡа тартым һуңғыһын ишетәһең икән, уға яҡынлауҙан, ҡайтымһаҡланыуына өмөт тотоп, нимәлер хаҡында үтенеүҙән фәтүә самалы. Шулай ҙа ғауғасыл, сарға кеше түгел өләсәйем, ул урта тауышлы. Ауылдың берҙән-бер кендек әбейе, алыштырғыһыҙ имсеһе шулай булырға тейештер ҙә. Урындыҡ мөйөшөнә йылы һирпелеп өндәшеүенә ҡарағанда, иртәнән алып ҡара кискәсә ураҡта йөрөгән әсәйемдең өйҙә юҡлығын иҫәпкә алып, ейәнен, йәғни мине, эйәртергә хәл иткәндер, күрәһең. Өйҙә яңғыҙ үҙемде ҡалдырып китеү ике осло, ай күрҙе, ҡояш алды, юғалырға, мөстән малдай аҙып-туҙып сығып китергә генә торам. Шунан уйнап туя белмәгән мине эңер төшкәнсе ауыл буйлап ҡыҙырып йөрөп эҙләп, йә әсәйем, йә өләсәйем табып ала, үҙ иркем менән шыпа ла ғына ҡайтып инә белмәйем.
Өләсәйем бөгөнгө көн башҡарыр уй-ниәтен шулай тумбытты ла тиҙ арала өй ҡырлауындағы дүрт мөйөшө уҫаҡ таяуҙарға терәлгән ҡабыҡ ҡыйыҡлы йәйге мейескә ҡоро-һары ырғытып, ҡаҙанға һыу ҡойоп, ут тоҡандырып ебәргәс, арыш онона йомортҡа һытып, самалап тоҙ һалып, ҡамыр баҫырға кереште, шунан туҡмас таяғы менән йәйеп тигеҙләгән йәймәне ваҡ ҡырсынташ дәүмәленә килгәнсе устарында ыуып, ҡуштабаҡҡа төшөрә башланы. Әҙерләгәнен урғып ҡайнаған һыуға ашыҡмай ғына таратып һибә, өҙлөкһөҙ болғай, һапыра. Оҫта бешерә ул ыумасты, яраштырғанына ҡаймаҡ йә май һыҙлығы ла өҫтәп ебәрһә, телеңде йоторлоҡ була. Ашын әҙерләп бөткәс, кибеткә йөрөткән ашаулыҡтай ҙур ҡытай яулығына тағы ла ул-был ашандыны өҫтәп һалырға тотондо. Йыйынып бөткәс киттек, арауыҡ ҡалдырып, тағылып. Элгәре, итек ҡуңысынан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ сағымда камзул кеҫәһенә йәбешеп йәнәш юрғалай инем, хәҙер өсөнсө класты бөтөргәс, ғүмерендә мәктәп тупһаһын ашатлап үтмәгән, әлепте таяҡтан айырмаған, ҡасандыр мәҙрәсәлә абыстайҙан ғәрәп һабағын алған, ҡултамғаһын сатай-ботай итеп латинса сыймаҡлай белгән өләсәйемде тиңһенеп етмәй, артҡа ҡалыңҡырап, ығышып барам. Мәгәр уның бер үҙен ер аяғы ер башындағы икенсе осҡа йөкмәндереп ебәреп ултырыу төптө белекһеҙлек, әйҙүкләмәгән хәлдә лә эйәрер инем, ыумас һалынған, ҡоромло ҡолаҡтарына сым тотҡа беркетелгән сүлмәкте, яулыҡҡа төрөлгән тос төйөнсәкте күтәрешеп барырға ла мыҡтынан ҙурыраҡ бер кеше кәрәк бит әле.
Тап булған, осрағандарҙың күҙенә артыҡлап бәрелмәй ҡырлауҙаныраҡ барһа ла өләсәйем сафлыҡ, паклыҡ менән тотош урамды тултырып, аҡ күлдәгенән, аҡ яулығынан, аҡ сәстәренән бар тирә-йүнгә нур, яҡтылыҡ сәсеп атлай төҫлө. Башҡалар алдындағы бейеклеген һаҡлап, әлеге мәлдә яуланған дәрәжәһен тотоп, ханбикәләй башын ғорур сөйөп, ашыҡмай ғына һеңдерә баҫып, абруйлы атлай. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, зиһенлегә нимәгә хәҙерге еңел-елпе белем, ул былай ҙа зирәк, былай ҙа аҡыллы, отҡор, күпте кисергәс, күпте белә, баштарына сур, бәлә, ҡайғы төшкәндәрҙең ауырлыҡтарын яҡшылыҡ, игелек, миһырбанлыҡ аша еңеләйтер дауаһы, име, әмәле, әпсен-өпсөнө бар. Дауа, тигәндәй, дауаханала файҙаһы тейә һалып бармаған дарыуҙар, уколдар менән ыҙалаталар, йонсоталар ауырыуҙарҙы, өләсәйем иһә миҙгеленә тап килтереп һайлап йыйып киптергән төрлө үләндәр менән сихәтләндерә сирле сырхауҙы. Һылауға ла ҡулы үтә килешә, иретелгән ҡаҙ майы менән майлап ебәрһә, бил-арҡаларынан сыҙамағандарҙың һынығыуы йомшара, ҡатыуы ҡаса, эстәре төшкәндәрҙең ҡорһаҡтары юғары күтәрелә, биҙәүҙәр бер ни тиклем ваҡыттан йөклөгә ҡала. Бына ниндәй илаһи һәләткә эйә минең өләсәйем! Ҡаршыбыҙға осрағандар юл биреп янтайып беҙҙең менән йылы, ихтирамлы, түбәнселекле иҫәнләшәләр ҙә, ҡыҙыҡһыныуҙарын еңә алмай, ҡайҙа китеп барыуыбыҙҙы белешергә итәләр. Өләсәйем кинәйәләп, уратып яуап бирә: "Түбәнге оста ине әлеге йомошобоҙ, башҡа урындарға ла һуғылырға иҫәп..." Беҙҙең ауылда шундай ырым бар, әгәр ауырыуға барыуыңды, уға инеп-сығыуыңды ят күҙҙәрҙән, һаҡ ҡолаҡтарҙан, иләк ауыҙҙарҙан йәшерә алһаң, сирҙең зәһәре баҫыла, көс-ҡеүәте кәмей, мәкере аймыла.
Гелән өтә баҫып, сымыры атлап йөрөүгә, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ донъя мәшәҡәттәрен йүгермәләп хәстәрләп урын-еренә еткереүгә күнеккән еңел һөйәкле Әлмәғиҙә был юлы түрҙәге урындығына арҡыры йәйелгән түшәккә ятып ҡаршы алды. Бәләкәй генә өйҙәге тынсыу һауаға екһендергес, танауҙы ярып барған әсе дарыу еҫе өҫтәлгән. Шулай ҙа тәҙрәләренә, ишек яңаҡтарына, түшәм тапҡырынан мейес уратаһына, урындыҡ буйына тартылған, күркәм биҙәк һалынған селтәрле ҡорғандар торлаҡҡа үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ йәм, ҡот биреп торалар. Бигерәк оҫта шул Әлмәғиҙә ҡарсыҡ, теген мәшәҡәттәрен һуяһынан, һыпыра, тотҡарлыҡһыҙ башҡарып тотош ауылдың оло-кесеһен бер үҙе кейендерә, тиһәң дә һис кенә лә арттырыу булмаҫ.
Ҡарсыҡтың тар маңлайлы, ас яңаҡлы былай ҙа йоҡа йөҙө һарғылт балауыҙ төҫөн алып, ныҡ һурылып киткән, ошоғаса барыһына ҡыҙыҡһыныусан ҡараған теремек күҙҙәренең нуры, осҡоно ҡайтҡан, улар тирә-йүнгә йонсоу, битараф ҡарайҙар, ай-һай, бының ниндәйҙер йәшерен ғилләһе бар, тамағы ғына тиһә лә, сире үтә лә етдилер, күрәһең. Улай тиһәң, ошоғаса участка дауаханаһында ятҡан кешене ни сәбәптәндер тотҡарламай йортона ҡайтарғандар бит, ә унан тамам нығындырып, һауыҡтырмай тороп сығара һалып бармайҙар.
Өләсәйем урындыҡ ситенә һаҡты, ә мин селтәрләп сигелгән япма түшәлгән мейес көлдөксәһенә ултырышымды терәнем дә торлаҡтың берҙән-бер йән эйәһе бесәйҙең ҡолаҡ һыртын тырнап, арҡаһынан һыйпарға керештем. Ҡупшыҡай бесәйҙең исеме. Ошоғаса Әлмәғиҙә ҡайҙа барһа ла эт шикелле уның артынан ҡалмай эйәрә торғайны. Әле ҙур йәшкелт күҙҙәрен моңһоу ҡыҫа төшөп, мейес ҡырлауында тормаҫтан һуйҙайып ята, иркәләү-наҙлауға ла мырылдап яуап бирмәне. Һиҙгер йән хужабикәһенең мөшкөл хәл-торошон һиҙә, төшөнә шикелле. Һөйләшеүҙәрен уйын-көлкөгә бормай ғына биниһая ваҡыт һәүетемсә көңгөр-ҡаңғыр килеп, әүәлгене иҫтәренә төшөрөп, тормош күренештәрен теүәлләп теҙеп, ауылдың һуңғы яңылыҡтарын яңыртһалар ҙа, алама сир тураһында бөтөнләй һүҙ сыҡманы, һөйләшеүҙең ибен, яйын, рәтен белгән өләсәйем ҡыҙыҡһынманы, ҡорҙай кәүҙәһен ҡаҙ мамығы тултырылған күпмәһенә һеңдергән ауырыу иһә ыҙалатып көс-ҡарыуын алған, миктәткән сырхауын ситләтеп, урап үтергә тырышты. Саманан ашырып маҙаһыҙлап оҙаҡ ултырырға теләмәгән өләсәйем ҡайтырға тип ҡуҙғалырҙан элек ауырыуҙы хәстәрләне:
– Суйын сүлмәктәге аш тиҙ арала һыуына һалып бармай торған, шулай ҙа оҙаҡҡа һуҙмай, ихлас ҡына итеп тәғәмләнеп ал. Иртән генә мейестән алынған күмәскә ҡушып, әле генә бешелгән май ҙа төргәнмен төргәккә. Һауытты ни, икенсе килгәндә алырмын әле, ҡапылдан кәрәгеп китһә бәлән, берәрен йүгертермен. – Берәре, тигәне кем булһын, шул, арыу-талыу белмәгән, ҡайыш табан мин инде.
Әлмәғиҙә кипкән ирендәрен ялай биреп ҡуйҙы, үрелеп тәҙрә ҡашағаһына ҡуйылған ҡырлы стаканды алып, һыу уртланы:
– Яңы ғына, һеҙ күренер алдынан ғына, эсем һыртыма сыҡҡансы һыйланып алғайным.
Нимә ейгәне, нимә ҡапҡаны билдәһеҙ, түрбаштағы ҡашығаяҡ түңкәреүле, янындағы артһыҙ ултырғыста ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлгеләнгән ҡаты ҡорот ҡына күренә бары, өҫтәүенә, бәләкәй өй эсенән бешкән аш еҫе лә сыҡмай. Хәйләләшә Әлмәғиҙә, күңеле аш һөймәүен, тамаҡтан ҡала барыуын башҡаларҙан нисек тә йәшерергә тырыша.
– Ярай, әләйһә, һәр ризыҡтың үҙ урыны, улай уҡ ныҡ һыйланғасың, быныһы кискелегеңә. – Өләсәйем әйтелгәнде ыңғайы бер йөпләй һалды. – Шулай ҙа йәнең ни теләй, Әлмәғиҙә, әйт кенә. Хәҙер ҡайтам да етештерә һалып берәрен кире йүгертәм! – Исемем менән өндәшһәсе, юҡ бит, өйҙә саҡта миңә балам, йә улым, ти, башҡа ерҙә иһә, сит-ят берәүгә әүереләм. Бының да үҙенә күрә серле әтнәкәһе барҙыр, һис шикһеҙ, барҙыр. Шулай булмаһа, урамға сыҡҡанда муйыныма мулла олатай яҙып, төйнәп биргән бетеүҙе тағып, әйләндереп-тулғандырып өшкөрөп-төкөрөп сығармаҫ ине. Осоҡ маҙарҙан ҡасырыуылыр, ен-пәрейҙән ҡурсалауылыр. Семтем дә май әҫәре ҡунмаған йоҡа, ҡаҡса тәнле, ҡарайып ҡояшта янған, балта һабылай оҙон муйынлы, таҡыр башлы, ҡарпыш ҡолаҡлы, бирән ҡорһаҡлы, ҡаҡ сираҡлы үҙем дә шайтандан артыҡ булмаһам, һис тә кәм түгелмен, "аяғы ептәй, ҡорһағы көптәй", тигән һүҙҙәр фәҡәт миңә тәғәйенләп әйтелгәндәр һымаҡ.
– Мәшәҡәтләнмәгеҙ, бар һый-ниғмәтем алдымда.
– Алдыңдағынан тәмлерәкте, ашаулығыңдағынан татлыраҡты ҡабаһы килә ҡайһы саҡ. Һонтор Миңлебайҙың Хәҙисәһе иренән лимун таптырып, ҡыр быуынына төштө бит ауырлы сағында. Ҡыш уртаһында уны һиңә ҡайҙан табайым, тип киреләнә тегеһе. Үҙем дә ныҡ торҙом, сәләмәт бәпес һөйәһең килһә, миңә тимәһә Ҡаф тауы артынан табып апҡайт, тинем. Өфөнөң үҙәк баҙарынан килтерҙеләр. "Күрҙем, күңелем булды, туйҙым!" тип лимунды ҡабып та ҡарамаған Хәҙисә. Шуны онотма, әхирәт, көҫәгән, йәнең таптырған ризыҡ шифалы дауаға әүерелә сырхаған сағыңда.
– Ҡарбуздан ауыҙ итергә ине... Хәҙер уның иң өлгөргән сағы. Һалҡын ғына ҡарбуз киҫәген ҡапҡым килә үҙәккә үтеп.
– Һин таптырған ауылдағы ризыҡ түгел икән, хәйерһеҙ...
– Әйтәм бит, борсолмағыҙ, минең мыжыуым бөтмәҫ. Бөгөн ашағым килгәне иртәгә таң атыуға үтә ул...
– Улай тимә, табырбыҙ ҡарбузын да. Баҙар көнө күрше Фазылйән бригадир район үҙәгенә йыйына ине, ишетеп-белеүемсә, үтенесемде кирегә һапламаҫ, шунан алдырырмын.
– Хәстәрегеҙ былай ҙа баштан ашҡан, көнө ҡоро түгел, сабыулап килә һалып етәһегеҙ, тупһама саң ҡундырмайығыҙ. Миңә ҡалһа, ҡайҙа ҡабаланырға, ҡайҙа өтәләнеп йүгерергә, ятырмын әле көтөп... – Әлмәғиҙә өләсәйем йөҙөндә килеп-китеп йөрөгән бар әхирәттәренә бер юлы рәхмәтен белдерҙе.
– Әүәлгеләй уныһын-быныһын етештереп, бесеп-тегеп, йүгермәләп йөрөр саҡтарың алда әле. Ҡулың алтын бит һинең, әхирәт, күлдәктәрҙе тәнгә һылаштырып ҡойоп, кәртинкәләй матур итеп ҡайып, һыбайлы атынан төшөп, йәйәүле ятып ҡарарлыҡ килештереп тегәһең!
– Бигерәк телгә бөткәнһең инде, Ҡыҙбикә, телеңдән шәрбәт, бал тама. – Әлмәғиҙә һүрәнке йылмайҙы. – Ҡуй, артыҡлап маҡтама, йә ышандырып ҡуйырһың!
– Маҡтамайым, нисек бар, шулай әйтәм, ауылдың ҡыҙ-ҡырҡыны, бисә-сәсәһе һинең ҡулыңа ғына ҡарап тора бит. Тиҙҙән үктәбер байрамы, сәләмәтләнереңде көтөп кенә йөрөйҙәрҙер әле.
– Көтәләр микән? – Ауырыуҙың күҙҙәре дәртле янып китте. – Әүәле ни шәм яҡтыһында кистән иртәнгәсә бер күлдәкте тып иттереп әҙерләй инем. Арымағанымды әйт... Үктәбер, тиһең, уға саҡлы ла әллә күпме ваҡыт бар әле, ураҡ тамамланмаған, мал ҡураға инмәгән.
– Түҙгәнгә – түш ите, шул көндәрҙең килеренә өмөт итәйек, иншалла! – Өләсәйем йоҡа ирендәрен йыбырлатып, ауыҙы эсенән аят уҡырға тотоноп китте. Әлмәғиҙә ауырлыҡ менән тороп ултырып, ә мин сүкәйгән килеш ҡулдарыбыҙҙы алға һоноп, тынып ҡалдыҡ. Ниһайәт, өләсәйем биттәрен һыпырып әпәр итте. – Бына ошо сәләмәтләнеү доғаһы үтә лә килешә ул, сир-зәхмәтте ситкә ҡыуа, тәнгә сихәт өҫтәй. Һин дә, әхирәт, уны ҡайта-ҡайта ҡабатлап ят.
– Бөгөн таңда үҙемә ясин сыҡтым әле... – Тиҙ арала күҙ нурҙары һиҙелеп тоноҡланған Әлмәғиҙә талсыҡҡандай кире түшәгенә бөршәйеп ятып, йөҙөн стена яғына борҙо.
Тышҡа сыҡтыҡ. Артыбыҙҙан Ҡупшыҡай күренде лә, тотҡарланыр инегеҙ аҙыраҡ, тигәндәй, аяҡтарыма килеп һырпаланды. Ошоғаса ирәбе ҡараған өләсәйемдең йөҙө төмһәрҙе, саҡ ишетелерлек итеп шыбырланы:
– Им-том килешмәҫ, үткәндә килтергән өшкөртөлгән тоҙҙан рәт сыҡмаҫ, моғайын... Тормаҫтан ятып тамаҡ һайлай башлаған, әләйгәс, эштәре шәптән түгел. Өҫтәүенә үҙемә-үҙем ясин сыҡтым, ти бит әле. – Бесәйгә өндәште. – Донъя хәлдәре төрләнеп, ул-был була ҡалһа, кемдең генә ҡулына ҡарап ҡалаһың инде, бисара? Сит-яттар һине хужабикәң һымаҡ әпәүләп ҡарамаҫ, ҡәҙерләмәҫ шул... – Әлмәғиҙә ҡарсыҡтың аяҡҡа баҫып китеренә ныҡ икеләнә, шикләнә, тимәк.
Йортобоҙ янына еткәс, өләсәйем ишек алдына үтте, ә мин урам яҡтағы баҡса ултырғысына барып һаҡтым. Селлә етһә, өй эсендә яғылған мунсалай тынсыу була, ғәҙәттә, ә бында, муйыл ҡыуағының күләгәһендә еләҫ, рәхәт. Күршелә йәшәгән Батырйән дуҫым ҡайтып күренеремде тәҙрәләренән күҙәтеп торғандыр, тиҙ арала яныма килә һалып етеп, усы менән асыуһыҙ ғына таҡыр маңлайымды сәпелдәтте, мин еңелсә, ауырттырмай ғына уның ҡорһағын төйөрҙөм. Беҙҙең сәләмләшеүебеҙ шулайыраҡ.
– Ниндәй хыялый уйға баттың, мулла бесәйе? – Ул миңә ҡушаматым менән өндәште. – Һимеҙ эсеңде ҡояшта ҡыҙҙырып ултырғасың, моғайын да, яңы айыртылған ҡаймаҡты ялағанһыңдыр?
Йәнемә тейгән ҡушамат шунан килә, беҙҙән өй аша ғына мулла олатай ҡарсығы менән йәшәй. Торлаҡтары сыйырсыҡ ояһылай ыҡсым, яҫы таш тупһалы, бура соланлы, балсыҡ һылап аҡбалсыҡ менән аҡланған дүрт мөйөшлө йорт. Өй ҡыйығы ла транса менән ябылған. Әйткәндәй, ундай таҡта ҡыйыҡлылар силсәүит рәйесендә, колхоз хужаһында, йәнә мәктәп директорында, ҡалғандары арыш һаламынан, йә йүкә ҡабығынан бөтөрөлгән, балсыҡтан ҡойоп, баштарында билсән, әрем ярпылдап, ауылды йәмһеҙләгәндәр ҙә юҡ түгел. Мулла өйөнөң эсендә, һулаҡайҙа, ян-тирәһе, ишеге быялалап ҡулдан эшләнгән һауыт-һаба шкафы, ҡаршы яҡта урындыҡ. Һуғылған балаҫ түшәлгән урындыҡтың уң яғында маҡбаллы һандыҡ, уның өҫтөнә тәңкләп түшәнер-яҫтаныр өйөлгән. Шкаф янындағы стенаға өс буй итеп асыҡ зәңгәр төҫкә буялған таҡталар беркетелгән, унда дин китаптарынан тыш, әҙәби, тарихи китаптар теҙелгән. Шунда уҡ төҫлө карталар йыйылмаһы ла бар. Уны ҡулыма алып ҡыҙыҡһынып, Ер шары илдәре буйлап сәйәхәт ҡылғандай, асҡылап ултырғаным да бар. Тирә-яҡта киң билдәле дин әһеленең бар мөлкәте ошо тәфсирләп иҫәпләгәндәрҙән ғибәрәт. Мин хәҙрәткә йоҡом болара башлаһа, әсәйем әҙерләгән саҙаҡаны алып, ылғый өшкөртөлөүгә йөрөйөм. Саҙаҡаны, ғәҙәттә, төрлөләп, аҙыҡлата илтәм: баш бармаҡтан ҙурыраҡ таҡта сәй, туҫтаҡ самаһы бойҙай, көрөшкә менән иртәнге һауылған һөт, йә яңы бешкән бер йомарлам май, унан ҡалһа, ярты тиҫтә тауыҡ йомортҡаһы. Мулла олатайҙы бик йыш ҡунаҡҡа, йә аят ашына саҡыралар. Шул хаҡта ишетеп ҡалыу менән баҡса ултырғысына сығып ултырам да тегенең әбейен эйәртеп кире боролоуын көтә башлайым. Сысҡан аулаған бесәйҙәй һиҙгер аңдыйым. Бына улар оҙаҡ көттөргәндән һуң күҙ күреме ерҙә пәйҙә булалар. Ныҡ, ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйлағандарҙыр, күрәһең, көтөүҙән аушаңлата баҫып, туйып ҡайтып килгән һыйыр ише үтә лә яй, ығыш, теләр-теләмәҫ ҡымғырлайҙар былар. Ни хәл ҡылмаҡ, сабыр иткән, мораҙына еткән, тиҙәр бит, сыҙамлыҡ күрһәтергә кәрәк, уларҙы көткәнлегемде һиҙҙермәҫкә тырышам, йәнәһе лә, былай ғына, һауа һулар өсөн генә сығып һаҡҡанмын ултырғысҡа. Олатай миңә иғтибар ҙа итмәгәндәй, күрмәгәндәй, имән таяғына таянып, йөҙөн күккә сөйөп, төҙ атлап, тура ҡарап үтеп китә, ә тәбәнәк буйлы, йыбырлаҡ аҙымлы Зөләйха абыстай туҡтала, сөнки миңә биреләһе күстәнәс унда. Ул яныма сүгә, бөрләнтин күлдәгенең иҙеүенә ҡулын тығып ебәреп, ҡырҡынды тауарҙан ҡоршап тегелгән булыр-булмаҫ һөлгөләй ҙур түшелдереген килтереп сығара ла инселәнгән күстәнәсте алдыма бушатырға тотона. Нимә генә алмаған ул: тумалаҡ манпасый, нәҙек билле баллы перәник, өрөк, май-шәкәргә әүәләп йомарланған ҡыҙыл эремсек, хәлүә, кетерҙәк печенье, бер һүҙ менән әйткәндә, күҙ менән ҡаш араһында күктән йомарт Раббы төшөргән затлы хан һыйына күмеләм, әйҙә, һайлап, тәмләп ҡабып рәхәтләнеп һыйлан. Ҡыҫмыр, һаран түгелмен, саманан арттырмай ғына Батырйәнгә лә өлөш эләгә, әммә оҡшамағандары, тәме-таты күңелемә ятмағандары. Һыйымдың муллығын, табынымдың байманлығын күргән дуҫымдың талағы таша, шуға көнләшеүенә сыҙаша алмай, бик йыш ҡына, кәйефе килмәгәндә, мулла бесәйе, монтағай малы, тип үсекләргә әүәҫ. Шыпа ла үпкәләмәйем, бик йыш асыуыма, зитыма тейһә лә, һәйбәт кеше ул Батырйән: эскерһеҙ, ярҙамсыл, иң мөһиме, дуҫлыҡҡа тоғро.
– Өләсәй менән мәшәҡәт артынан йөрөп әйләндек тә һауа һулап кинәнәм, ыңғайы бер уйҙарға ла бирелеп кителә. – Дуҫыма һынамсыл ҡарап алдым. – Күрәм, кәйефең киткән, балтаң һыуға төшкән?
– Баҙар көндө атай-әсәй Йылайыр баҙарына барырға йыйыналар. Үҙҙәре менән мине алғылары килмәй нишләптер, шуға ҡыуанайыммы тағы? – Батырйән илтифатһыҙ ҡул һелтәне. – Бер баш һәйбәт, икәү тағы ла яҡшыраҡ, тигәндәй, бәлки, миңә лә ишеттерерһең уйыңды? – Әйтеренә гелән фекер, мәғәнә һалырға яратҡан, ҡыҙыҡһыныусан холоҡло Батырйән ҡыҫҡа итеп һөйләй белмәй, был юлы ла һыу буйы итеп теҙҙе.
– Оҙаҡҡа һуҙмай ғына ҡарбуз тәмләп ҡарағы килә.
– Бына һиңә, мә, мулла олатай, абыстай инәй ташығандарына мөрхәтһенмәйһеңме? Мал-тыуар бер ашай ҙа көйөшкә туҡтала, ә бына талымһыҙ әҙәм балаһын күпме генә тығындырһаң да туя белмәй. Уй тигәнең, ҡомағай теләк тә баһа. Мулла малайы гел шулай тамаҡ ҡайғырта инде ул, уға һурпалы аш, майлы ҡоймаҡ менән ҡаймаҡлы сәй кәрәк. Ярай оҙаҡҡа һуҙмай ғына, тиһәң дә атайымдан таптырырмын, ул баҙарға эйәртмәүҙең ташламаһы итеп, моғайын, үтенесемде кире ҡаҡмаҫ. – Оҙон-оҙаҡ көтә алмайым шу, миңә тиҙ арала ауыҙ итергә ине.
– Оҙаҡҡа һуҙмай, тиһең инде?
– Иртәгә иртәнсәктән дә ҡалмай.
– Нәпсеңде кеҫәңә йәшереп тор, йәме, аҙна аҙағы тигәс, аҙна аҙағы! Ярай, пока, миңә танабыҙҙың быҙауын эҙләп апҡайтырға кәрәк! – Ус яңынан түбәмә сәпелдәне. – Мин киттем!
Әжәл дарыуылай таптырмаҫ булды ла баһа был ҡарбуз, тигәнең. Күңелһеҙләнеп тә өлгөрмәнем, Батырйән ҡабаттан яныма килеп ҡунды:
– Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман, ти минең ҡартәсәй. Асығып ултыраһыңмы, әллә ҡанығыпмы?
– Сарсап.
– Ыслушай, һинең кипкән асмәйел тамағыңды тиҙ арала, оҙаҡҡа һуҙмай ғына сылатып була ул, бик тырышһаң!
– Нисегерәк итеп? – Ҡыҙыҡһына төштөм.
– Уның өсөн башты эшләтергә кәрәк, дәдәңдеке һымаҡ аҡыллы башты! – Батырйән ҡайсы менән ентекләп мөнтәлгән йомро башын ыуҙы. – Әгәр юлдарын өйрәтһәм, шул эштә туранан-тура ҡатнашһам, әжеренә ни бирерһең?
– Уныһын икенсе берәүҙән һора.
– Мулла нәҫеле шулай ҡыҫмыр була шул, гел үҙ яғына тарта, ҡайыра, ә бирә белмәй, был – бирәнләнеү, ҡарунланыу билдәһе!
– Ҡарбуз минең бирән ҡорһаҡҡа кәрәкмәй.
– Кемгә улайһа?
– Әлмәғиҙә ҡарсыҡҡа.
Батырйән уйланғандай итте:
– Бер аҙ аңлашылды һымаҡ. Тик бер генә нимә башыма барып етмәй, ҡартәсәйем үткәндә аштан уҙған ул, тигәйне лә, бер аяғы түрҙә, икенсеһе гүрҙә, тип тә өҫтәгәйне.
– Әле генә унан килеп ултырам. Бер ҙә бирешмәгән, сәләмәтләнер, ти өләсәйем, ә һин аштан уҙған тигән булаһың, уның үткәндәге аштан уҙған тамағы бөгөн ҡарбуз таптыра, шулай булғас, йәшәр әле!
– Алай икән...
– Шулай шул, бар юлыңда бул, түрә малайы!
– Янмай тор әле, давай, былай итәбеҙ...
– Ҡайһылай?
– Һаҡмарҙың теге яҡ ярында, ике йыл инде Михайловка урыҫы баҡса тота. Абайлағаның барҙыр?
– Сәүелле туғайға еләккә барғанда асыҡ күренеп тора бит.
– Башҡа йәшелсәләрҙән тыш, ҡарбуз ҙа үҫтерә теге.
– Баҡсала нимә үҫкәнен ҡайҙан беләһең?
– Был донъяла мин белмәгән берәй нимә бармы икән? Ер аҫтында йылан көйшәгәнен һиҙә ул, абзыйың!
– Унда ҡарауылсы барҙыр.
– Булһа ни!
– Ул бушлай тоттороп ебәрмәйәсәк, һатып алырға, билдәле, аҡса кәрәк.
– Ә нишләп һатып алырға, аҡса тәҡдим итергә, уның һыналған үтә лә ябай әмәле бар.
– Ниндәйерәк әмәл?
– Улайтып тәүфиҡлы итеп ҡарама миңә, ҡараңғы төшөү менән барабыҙ ҙа сәлдерәбеҙ!
– Урларға, тимәк? Мин ҡараҡ түгел!
– Мин дә! Ҡарайым да, – Батырйән ҡылыйыраҡ ҡараған уң күҙен турайтып мине тәү тапҡыр осратҡан кешеләй баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе, – тағы ла бер ҡарап ҡуям, аҡыллыға тиңләп яңылышҡанмын, баҡтиһәң, һин шыр тиле икәнһең дә баһа. Урлау ул иң әүәл насар ниәттән эшләнә.
– Ә беҙҙең ниәт ниндәйерәк һуң?
– Яңы ғына әйттең дә баһа, ҡарбузды үҙебеҙгә түгел, ауырыу өсөн алабыҙ. Изге уй менән һорауһыҙ ҡылынған ғәмәл сәлдереүгә инә, ул эште Хоҙай Тәғәлә күреп торһа ла гонаһһыҙ ҡылынған ғәмәлде кисерә һәм ғәфү итә! – Батырйән шулай тине лә, ғәҙәтенә ярашлы әйткәндәрен раҫлап, һуҡ бармағын юғарыға сәнсте.
– Юҡ-бар лыбырҙап, башты бутама, йәме? Урлау, сәлдереү, айыу майы һөртөү һәммәһе лә уғрылыҡ хисабында.
– Ярай, һинеңсә булһын, сәлдерәмме, урлайыммы, йыпырам, йомаммы, йәшерәмме – уныһы минең эш. Ә һин миңә, мулланың һимеҙ бохар бесәйе, уңыштар телә. Пока, иртәгә осрашҡанға тиклем!
Апаруҡ ара киткән Батырйәнде ҡыуып етеп, еңенән тарттым:
– Туҡта әле, ней, мин риза, тик бер генә шартым бар.
– Ниндәй шарт ул тағы?
– Һаҡмарҙың теге яҡ ярында йөрөп ҡайтҡандан һуң һин минән мулла бесәйе ҡушаматын алып ташлайһың.
– Нишләп уны алып ырғытырға, мулланың изге малы иҫәбендә йөрөү шәп тә баһа. Ҡушамат – һыпырып ташлап булмай торған нәмә ул. Бына мине күп бытылдағас, Бытбылдыҡ, тиҙәр. Тиһендәр, иҫем дә китеп бармай әле!
– Шулайын шулай, әммә мулла малы бурлыҡ менән шөғөлләнмәй.
– Әҙерҙе хәҙер, бушлай йыпыра, тимәксеһеңме, ярай, һинеңсә булһын! Улайһа мин барып әйләнермен теге баҡсаға, ә һин ситтән күҙәтеп кенә торорһоң.
– Юҡ инде, бергә булғас бергә!
– Риза. Айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр, иртәгәнән ҡушаматыңды үҙгәртәм, әгәр матур итеп, еренә еткереп урлаһаң!
– Матур урлау нисегерәк була инде ул?
–Ҡомағайланмай, нәпсеңде ауыҙлыҡлап, тейешен генә алыу сибәр ҡараҡлыҡҡа инә.
– Килештек! Бер бөртөк кенә ҡарбузды алабыҙ, шунан да артыҡ түгел.
– Улайһа, Баланлы Үҙәк тапҡырына кил, эңер төшөүгә. Ҡултығыңа киндер тоҡ ҡыҫтырырға ла онотма!
– Нисек инде, киндер тоҡ? Берәүҙе генә алырға килештек тә баһа!
– Иш янына ҡуш, тигәнде беләһеңме? Һин берҙе алаһың, мин икенсеһен, йәнә аяҡҡа эләккәнде лә яҙа ебәреп булмай. Арҡыры ятҡанды ашатлап үтеү гонаһ ул, бик беләһең килһә!
Тел биҫтәһе менән һүҙ көрәштереү – стенаға борсаҡ менән бәреүгә бәрәбәр, шуға бәхәскә тартҡан кәзекләшеүҙе ары һуҙмай, ҡул ғына һелтәнем.
Кис, көтөү ҡаршылағандан һуң, Мөҙәристәрҙең лапаҫ башында ҡоролған ҡыуышында йоҡлайым, иртә таң менән ҡайтырмын, тип алдашып, өйҙән сығып китеп, Аҡташ аҡланына барып, ер аҫтынан сусайып сыҡҡан аҡ ташҡа барып һаҡтым да ҡояш байыуын түҙемһеҙләнеп көтә башланым. Ә аҡлан ситендәге суҡ ҡайын осона эленгән ҡояш байымай ҙа байымай, көтә торғас, тәҡәтем ҡалманы, барып ҡайынды һелкетеп, ҡояшты офоҡҡа тәгәрләтер хәлдәмен, тик ул тау ҡырластарына бәрелеп йәнселер бит, шуныһы ғына тота, һипһендерә. Бына яйлап-яйлап көн яҡтылығы һүрәнләнде, ер өҫтөнә шыйыҡ эңер шәүләһе ятты, төн яҡынлашыуын белдереп, эргәләге Ҡоҙоҡ Бите уйпатында төн ҡошо Саҡ үҙәләнеп ҡысҡырҙы, Суғы әлегә өндәшмәй, уныһы сәхәрҙә тауыш бирә торған, ғәҙәттә. Бергә, парлашып йөрөһәләр ни булған, юҡ бит, береһе икенсеһен эҙләп, ғүмерҙәре заяға уҙа, береһе икенсеһен таба алмай.
Гелән муйынымда йөрөткән бетеүҙе өйҙә ҡалдырып сыҡҡайным, хәҙер үҙемде ҡото киткән, фарты ҡасҡан бер етем зат итеп тойҙом. Барыбер дөрөҫ эшләнем, ни булһа ла булыр, юғиһә, муйынға изге яҙыу тағып, урлыҡта йөрөп булмай бит, яҡшыны ямандан айырмаған иманһыҙҙар ғына ҡара эшен аҡ тип иҫбатлап, хилафлыҡҡа бара, намыҫтарын һатҡан иблестәр генә ҡылған гонаһтарын игелек тип тәҡрарларға хирес.
Килешелгән урынға барғанда тау битләүендә ҡәлғәләй ҡалҡҡан ер дүмһәйҙә япрайып үҫкән тубылғы ҡыуағы артына боҫҡан Батырйән мине алыҫтан абайлап, йәшенгән еренән сыҡты:
– Оҙаҡ көттөрҙөң, аҡшам намаҙын уҡып ҡыялмағанһыңдыр ҙа?
– Үҙең ҡараңғы төшкәс, тинең дә баһа, мыжыҡ!
Шуның менән һөйләшеү бөттө, башҡарыр эшебеҙ алдан билдәле булғанға һүҙ сыбалтмай ҡуҙғалдыҡ. Эңер ҡарағусҡыллығы ҡунған күк йөҙө аяҙлы-болотло. Әлмәғиҙә ҡарсыҡтың еҙ батмусы ҙурлыҡ тулған ай һыуҙай аҡ йөҙөн өйкөмләнгән болот менән япты, шуға сауҡалыҡтар араһында биленә һуҡҡан йыландай бормаланып ятҡан урман һуҡмағын тоҫмаллауы еңелдән түгел. Беҙгә тура түгел, һулғараҡ тартып, Борам кисеүенең аҫҡы яғындағы Муйыллы Туғай буйына бараһы, Михайловка урыҫының баҡсаһы ҡаршы яҡ ярҙан күтәрелгәс, арыраҡ, һөҙәк асыҡлыҡта урынлашҡан. Көндөҙ Ҡарағайлы ҡаяһынан йәшел балдаҡтай түңәрәкләнеп асыҡ күренә, хәҙер ул тарафты шыйыҡ ҡараңғылыҡ шаршауы япҡан. Урман һыҙатын ҡырлатып бара биргәс, тау түбәненә төшә башланыҡ. Балаҡтарға уҡмашып бөрмәкәйҙәр йәбешеп бөттө, сәнскеле һәрпенделәр балтыр буйын әсеттереп һыҙыра, ҡайһы ерҙә абынып, ҡайһы ерҙә йығылып китәбеҙ. Эргәбеҙҙәге сауҡалыҡтан осоп сыҡҡан һайыҫҡан осоп-туҙынып шыҡырыҡлап беҙҙе эйәртә бара башланы.
– Бытбылдыҡ, әйҙә кире боролайыҡ? – Шомланып өндәшәм.
– Нимәнән шөр ебәрҙең тағы, әйкәйем?
– Йомортҡа урлап яманаты сыҡҡан бурҙар ҡорондағы һайыҫҡан оҙата барған юл уңмай, тиҙәр.
– Ә һин кемдең ҡорондаһың?
– Кемдекендә булһын, һинекендә инде...
– Ә мин суфый түгелмен! Һин дә эсе арҡаһына йәбешкән ас сәүектәй шыңшыма! – Сәркәш холоҡло Батырйән семтем дә май әҫәре ҡунмаған таҡталай эсемә төртөп алды ла бойороулы бышылданы.
– Шыңшымайым да. – Ныҡлығымды белдерергә теләп, түбән һалынған сатин ыштанымды өҫкә тарттым. – Алыҫламаҫ элек, уғрылыҡҡа ҡул һелтәп, төкөрөп тә бирмәй ҡайтайыҡ та китәйекме әллә, мин аҙна аҙағына саҡлы көтөргә риза.
– Тик кенә бар. Риза имеш, как будты ҡарбузды һин ашайһың, башта Әлмәғиҙә ҡарсыҡты ҡайғыртыр инең, белекһеҙ!
"Хаҡ һүҙгә яуап юҡ!" Эләгә-йығыла, резинкаһы бушаған ыштанымды күтәрә-күтәрә ары юрғалайым. Ҡуйырҙан-ҡуймай ҙа баһа артыбыҙҙан эйәрә төшкән теге һайыҫҡан. Был юлы ул сәфәребеҙҙе киренән һаплап, бәддоға уҡығандай, башын уңға-һулға ташлап шыҡырыҡлай, мискәһенә һаҡҡан һеперткеле Мәскәй әбей ише, бер юғарыға сөйөлә, бер түбәнгә ташлана.
– Был һайыҫҡан, тигәнең беҙҙе кире ҡайырырға самалай, ахры, был тикмәгә түгел.
– Иғтибар итмә: өкө, ҡарға, һайыҫҡан, ҡоҙғон барыһы ла иблес ҡоштары!
– Ә бытбылдыҡсы?
– Нимә? – Батырйән һорауымды аңламағандай туҡталды. – Бытбылдыҡ ул философ, аҡыл, фекер эйәһе бик беләһең килһә! – Абайламай ҡалдым, эңер ҡараңғылығында күрмәнем, ошо һүҙҙәрҙе раҫлап, Батырйән тағы ла һуҡ бармағын юғарыға сәнсеп алды, шикелле.
– Бытбылдыҡ ни ҡойроҡһоҙ, сыбар, ҡарап тороуға ҡойто ғына ҡош инде, ә бына өкөнөң зирәклеге хаҡында ишеткән бар.
– Шым, телеңде тый, Һаҡмарға яҡынлайбыҙ, ә тау үренән ишетелгән тауыш әллә ҡайҙарға тарала!
Һәрмәнеп, шыуып тигәндәй, текә үрҙән төшә башланыҡ. Ошоғаса салғыйҙан тартып йөҙәткән селек-тубылғылар ярҙамға килде, уларға йәбешеп түбәнләүе бик тә ҡулай. Бына беҙ тигеҙлеккә сығып, Һаҡмар ярына килеп терәлдек.
– Оло юлда ятҡан кисеү өҫтәрәк. – Батырйән торған урыныбыҙҙы үҙенсә тоҫмалланы.
Әгәр шул яҡҡа барып һайыраҡ урындан сығабыҙ тиһәк, теге ярҙа был яҡҡа ҡарай тағы бер текә үрләсте аша төшөргә кәрәк. Уныһы үҙе бер ыҙа. Шулай булғас, ошонан маташтырайыҡ, туранан тартайыҡ.
– Сисенәбеҙме?
– Ә һуңынан әйберҙәреңде нисек тапмаҡсыһың? Ошо килеш керәбеҙ һыуға. Кейем менән йылыраҡ та булыр әле.
– Ә мин матурлыҡҡа сыҡҡандағын кейгәйнем бит әле. Сандалийҙарым да мәктәптеке. Мәтегә болғанғы килмәй.
– Юлбаҫарҙарҙың ҡасан ҡупшы кейенеп, юл баҫырға сыҡҡандарын күргәнең бар? Хәйер, һин гонаһтың ни икәнен белмәгән мулла нәҫеленән бит әле, онота ла ебәрәм, улайтып тәтәйҙәй ҡуҫтарланып алғас, моғайын да, урлыҡҡа барыуҙы кәләш кейәүләү йолаһы менән бутағанһыңдыр.
– Бытбылдыҡ, бигерәк күп бытылдайһың. Улайһа мин алдан. – Шулай тип шыбырланым да балаҡтарымды төрә башланым.
– Юҡ инде. Мин. Һин был һуҡмаҡты белмәйһең, ә миңә ярҙағы ғына түгел, һыу төбөндәге таштар ҙа таныш. Хәҙер сығып, теге яҡ ярға күтәрелгәс, шыуышып, илле-алтмыш аҙым ара барырға кәрәк. Ары рәшәткәле кәртә булыр. Был яҡ буйҙағы бер рәшәткәнең ҡаҙауы һурылған. Шуны ҡайырып инәһең дә...
– Йылан көйшәгәнен һиҙеүҙән тыш, күрәм, уғрылыҡ шөғөлө лә һиңә ят түгел икән!
– Килгән бар бында.
– Улайһа бур-бытбылдыҡ булып сығаһың түгелме?
– Һин дә гонаһлы, элекке көн сәлдереп апҡайтҡан өгөрсәне маҡтай-маҡтай ашай инең әле.
– Өләсәйем, әгәр харам ризыҡты һиңә мәжбүр итеп ашаталар икән, уның гонаһы мәжбүр иткәнгә төшә, тип яҙылған Ҡөрьәндә, ти.
– Мин мәжбүр иттемме? Үҙең теләнселәнең!
– Өгөрсәнең ниндәй юлдар менән килгәнен мин ҡайҙан белгән тиһең!
– Етте, күп лыбырҙайһың бигерәк, киттек. Был тирәлә һыуҙың тәрәнлеге күкрәк тәңгәленән юғары ҡалҡмай. Тоҡто юғалтып ҡуйма, тешләп алып сыҡ, юғиһә, майғул була торғанһың.
– Ә мин әлегә йөҙә белмәйем...
– Эттәрсә лә белмәйһеңме?
– Әҙәмсә лә, эттәрсә лә!
Батырйән елкәһен тырнап алды:
– Әйтәм бит, тәрән түгел. Әгәр бик ҡурҡһаң, минең күлдәк яғаһына йәбешеп бар. Вапше-то, тиҙәк һыуҙа батмай!
– Тиҙәк, имеш, һин үҙең һыйыр ҡоймағы, бик тә беләһең килһә!
– Бында һунарға килдеңме, әллә кәсекләшер өсөнмө? Эйәр миңә!
Йәйге селлә ҡыҙҙырғандан һуң яңы һауылған һөттәй йылы тулҡындар тәнде наҙлы иркәләне. Табаным менән тойҙом, һыу төбөндә ялпаҡ ҡына түгел, сурайып ятҡан таштар ҙа байтаҡ ҡына икән. Ни тиһәң дә, өҫ кейеменән бигерәк сандалийҙар йәл: сейә ҡыҙыл төҫтә, ялтыр ҡаптырмалы инеләр. Эшлектән сығарҙым былай булғас күркәмлеккә тотонғанды.
Беҙҙең барыр тарафты яҡтыртырға теләгәндәй, болот араһына боҫҡан ай күренде, тирә-яҡ көмөш нурға ҡойонғандай балҡып китте.
– Нимәгә кәрәк булды әле был? Хәйерсегә ел ҡаршы, бөтә ер ус төбөндәгеләй асыҡ күренә хәҙер! – Батырйән ризаһыҙлыҡ белдерҙе. – Башҡаса сара юҡ, тәүәккәлләргә кәрәк, беҙгә кире ҡайтаһы ла бар бит әле, һуңға ҡалырға ярамай.
Бына һыу тубыҡҡа етте, бил тапҡырынан булды, күкрәкте күмде. Бер нисә урында аяҡтар аҫтындағы таштарға абынып, соҡорға сумып, һыу йотоуымды иҫәпкә алмағанда имен-аман сыҡтыҡ теге яҡҡа. Текә ярҙан артылған Батырйән ергә һылашып ятты ла, йыландай уҫал ыҫылданы:
– Инде ауыҙыңа һыу уртла, өнөң тығылһын, баҡсанан сығып, кире теге яҡ ярға аяҡ баҫҡансы, һөйләшеү, аралашыу бөттө, тапҡан табышың өсөн, имен-аманлығың өсөн бары үҙең яуаплы, бер кем дә түгел!
– Әгәр берәй нимә миңә срушны талап ителһә?
– Беҙ әлеге мәлдә бер генә нәмәгә килгәнбеҙ – ҡарбузға, бары шул ғына. Рәшәткә егенән ингәс, уң яҡ ҡулда ҡарбуз, һулаҡай яҡта өгөрсә түтәлдәре, тура тартһаң – кишер, һуғандар...
– Тәжрибәле бурға оҡшағанһың.
– Ярай фәрештә булып ҡыланма, һыуға бер тапҡыр төшкән кеше икенсе тапҡыр еүешләнеүҙән ҡурҡмай!
– Мин бөгөн килдем һәм башҡаса йөрөмәйем. Ҡарбузды ла бер бөртөк кенә алам. Артығы кәрәкмәй.
– Үҙең ҡара, ызначит, мин һулаҡайға, һин уңға... Эшебеҙҙе ослағас, теге ерҙә осрашабыҙ!
Шыуышып, 20-25 аҙым ара үттек, алға һуҙып һәрмәнгән ҡулыма әсеттереп сәнске ҡаҙалды, ауырттырып, тубыҡ ташҡа бәрелде. Батырйән ҡорбанына боҫоп яҡынлаған һеләүһен ише йылғыр, тауышһыҙ шыуыша. Кәртә янына еткәс, ул тоҫмаллап табып, ҡаҙауы һурылған рәшәткәне бер яҡҡа ҡайырғайны, теге ваҡытһыҙ бимазалауға ризаһыҙлыҡ белдереп, мыжығандай сыйнай биреп ҡуйҙы. Алыҫта, күҙ күреме ерҙә ҡарайып ҡалҡҡан, берҙән-бер тәҙрәһендә ут йызлаған будка яғынан йыбанып ҡына эт өрөүе ишетелде. Ишетелде лә тымды. Тынлыҡ. Тәбиғәттә лә ундай һиллек була икән дә баһа, ҡолаҡ тондорғос тынлыҡ, хатта артыбыҙҙа ятҡан Һаҡмарҙың ағышы ла ишетелмәй. Батырйән эскә үтте лә ҡомға һеңгән тамсылай юҡҡа сыҡты. Ә мин икеләнеп ҡалдым; алдымда кәртә, был яҡта яҡшылыҡ, теге яҡта яманлыҡ, әлегә мин гонаһһыҙ, бер аҙҙан шул кәртәне аша сығып, ят кешенең биләмәһенә инһәм, сикте үтһәм, ҡараҡҡа әүереләм. Ни эшләргә? Баштан уҡ ризалашмаҫҡа кәрәккән, хәҙер һуң инде... Күҙ алдыма кинәт ҡаҡ һөйәккә ҡалып түшәгендә ятҡан Әлмәғиҙә ҡарсыҡ килеп баҫты, уның хәлһеҙ тауышы ҡолағымда яңғырағандай итте: "Һалҡын ғына ҡарбуздан ауыҙ иткем килә үҙәгемә үтеп..." Бәлки ул, ошо әжәл дарыуылай ризыҡтан ауыҙ итһә, шәбәйеп китер, кем белә. Кәрәк тирәкте йыҡтыра, юҡ, кире сигергә ярамай!
"Ҡарбузды апҡайтам да тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы биҙрәгә һалам... Ул сағында боҙҙай ҡарбуз кетерҙәп кенә торасаҡ! – Емеш шәрбәтен ауыҙымда тойғандай, ҡылҡылдатып шайығымды йотоп ҡуйҙым. – Тфү, биғәләш, мин ятам тау башындағы ҡуянға һыу йылытып!.." Икеле-микеле уйҙарға бирелеп, тишеккә яйһыҙ тығылғайным, салбарым сөйгә эләкте бит, ҡәһәрең, бөгөлгән тутыҡ ҡаҙау ҡармаҡтай эләктереп алды, еңел генә ҡотолормон тимә! Ысҡынмаҡ булып балаҡтан нығыраҡ тартҡайным, кәртә һелкенгәндәй итте лә, баҫыу буйына тимер сымдарға тағылған буш кәнсирҙәр дөңгөр ҡаҡҡандай даңғыр ҙа доңғор килә башланылар. Бая йоҡомһораған эт ҡабаттан яр һалып өрөргә тотондо, һүрән яҡтылыҡ бөркөп, будка ишеге шар асылып китте. Кинәт ҡалҡып миңә ҡарай йүгергән ҡарасҡы яйын табып, тимер сымдар араһына йылғыр тығылып баҫыу аша һикерҙе, шул мәлдә будка яғынан мылтыҡ атҡан тауыш ишетелде. Гөрһөлдәү ҡолаҡты тондороп, тирә-яҡҡа таралды ла, беҙ килгән тау яғына барып ҡаҡлыҡҡас, ҡайтауазға әүерелеп, кире ҡайырылды, шунан тулҡын-тулҡын булып тирә-яҡҡа таралды. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә бит инде ул, бындай шартлауҙы тәүләп ишетәм һымаҡ. Ергә һылаштым. Эт бәйен өҙөрҙәй булып быуылып өрөүен дауам итте. Ҡарасҡы сумған тарафтан тауыш-тын ишетелмәй. Тимәк, ҡарауылсы уға тоҫҡап атҡан. Тура, йән еренә тейҙергәндер, юғиһә, теге терелеген нисек тә белдерер ине.
Бер мәл ҡабырға яҡтан ҡыштырҙаған аяҡ тауыштары ишетелде, былай булғас, эш харап, бөттө баш, сикәләремде ҡулдарым менән ҡоршап тынып ҡалдым. Ергә тамсы булып һеңге, тупраҡты селәүсен һымаҡ соҡоп инеп йәшеренге килә лә, ҡайҙа инде! Елкәмә мылтыҡ көбәгенең һалҡын тимере терәлде:
– А-а-а, зайчик, попался?
Быуындар тотмағанға һенағастай ҡатып ята бирәм. Арҡам буйынан һалҡын зымбырҙау йүгереп үтте, тыным быуылғандай итте.
– Нимә унда ҡомда арҡаңды йылытҡандай итеп һуйҙайғанһың, килгәнһең бит, тор!
Теләкһеҙ генә туңҡаңлап ҡалҡтым да, өҫ-башымды ҡаҡҡылағас, бирелгәнлегемде белгертеп, ике ҡулымды күтәрҙем.
– Ҡулыңды күтәрҙең, әләйгәс! Ә һин Мәскәү янында еңелгән фриц һымаҡ ҡыланаһың, киттек, тотҡон! – Ҡарасҡы көбәкте арҡама терәп, торлағы яғына ҡарай этте.
Будка янындағы ояһы ауыҙына сынйырға бәйләнгән эт ике аяҡтарына баҫып абалай ғына, бәйҙән ысҡынһа, өҙгөсләп ташламаҫ, тимә.
– Тыныслан, Барс, фу! Йә, тыныслан, кемгә әйтәләр, бына биләмәбеҙгә үтеп ингән шпионды ҡулға алдым, хәҙер унан һорау аласаҡмын!
Торлаҡтың эсендә бөләңгерт яҡтылыҡ, һәр нәмә шәүләләй тоноҡ күренә. Майҙандың ҡап яртыһын биләгән, ҡулдан һумалтыр әтмәләнгән ағас өҫтәл өҫтөндә һауынсылар фермаға йөрөткән, тимер сым менән ҡоршалған фонарь ҡуйылған. Һулаҡай ҡулда тимер башлы, йыртыҡ матрац түшәлгән, өлбөрәгән одеял, кәпрәнһеҙ бысраҡ яҫтыҡ ятҡан карауат. Танауға янған кәрәсин төтөнөнөң, тағы ла йыуынмаған тәндең ауыр еҫе бәрелде. Арттағы көбәк өҫтәл янындағы берҙән-бер ултырғысҡа ултырырға ҡушып этәрҙе. Буйһонмай сара юҡ. Ҡарасҡы үҙе үтеп, әсе сыйнатып, карауатҡа гөрһөлдәне. Уға һынамсыл ҡарашымды аттым.
Айыуҙай уҫлаптай кәүҙәле, тулы бит-йөҙөн һарғылт шырт мыйыҡ-һаҡал ҡаплаған, ялбыр ҡашлы, ташбыҡ күҙҙәре соҡорҙарына тәрән батҡан урта йәштәрҙәге ир икән. Ыңғайы бер шуға иғтибар иттем, күҙҙәр уҫал, яһил түгелдәр, хатта ҡайһылыр кимәлдә йыуаш ҡарайҙар. Күҙҙәр күңелдең көҙгөһө, тиҙәр бит, мәрхәмәтле әҙәмгә оҡшаған. Шулай ҙа сатраш биҙәкле бумазый күлдәк, бысрана барып төҫөн юғалтҡан спорт салбары, аяҡтарҙағы резинанан ҡойолған итектәр йәмһеҙләй алмай тулы, йыуантыҡ кәүҙәне. Уң ҡулдың мускулдары ҡабарып ишелгән, көс-ҡеүәте бар, тимәк. Һулаҡай ҡул төбөнән юҡтыр, күлдәктең буш еңе салбар ҡайышына тартып ҡыҫтырған.
Ир ҡушкөбәк мылтығын карауаты ҡырына һөйәне лә, янтая төшөп, кеҫәһенән тышы керләнә барып йышылып бөткән тәмәке кисете килтереп сығарып, унан бер семтем ваҡланған япраҡҡа тартым нәмә алды, шуны өҫтәл ҡырындағы дүрткә бөкләнеп, билдәле ҙурлыҡта йыртып әҙерләнгән гәзиткә таратып һипкәс, өйрәнелгән хәрәкәттәр менән кәзә тояғы төрөргә керешеп китте. Ҡулындағының ян-тирәһен теле менән еүешләп нығытҡас, бармаҡ оҙонлоҡ тәмәкеһенә фонарь ҡулайламаһын күтәреп, милтәнән ут ҡабыҙҙы. Тәрән итеп һурып, ашыҡмай ғына тарта башланы. Былай ҙа тынсыу һауаға ҡырҡыу самосад төтөнө өҫтәлде. Ундай сәсеп үҫтерелгән, ир-аттың һөйләүенә ҡарағанда, һурһаң, эс-бауырҙы өҙөрлөк ҡырҡыу тәмәкене беҙгә ситтән килеп ялланып, һарыҡ көтөүен көткән Александр ғына тарта. Уны, класташым Зиннур ҡайҙандыр темеҫкенеп йөрөп табып килтергәнде, беҙ ҙә картуфлыҡ осондағы кесерткән араһына боҫоп тәмләп ҡарарға иттек бер тапҡыр. Сәсәп йығылдыҡ та ундай зәһәр нәмәгә башҡаса оронмаҫлыҡ булдыҡ.
Бер ҡул менән дә шулай етеҙ, оҫта эш итеп булғанлыҡҡа аптыраңҡырап ҡарап ултыра инем, ир талапсан тексәйеп һораны:
– Ниңә улай күҙҙәреңде яндырып, тикшереп ҡарайһың, егет?
– Юҡ та, – тәүге тапҡыр телгә килдем, – ҡарамайым шыпа...
Ҡарашымды һеперелмәгән, бысраҡ иҙән таҡтаһына ҡаҙаным башта, шунан, бер аҙҙан, мәрхәмәт һорап инәлдем:
– Мине ебәр инде ағай, ә мин башҡаса һис ҡасан улай эшләмәм.
– Нимәне улай?
– Инде ғүмеремдә лә урлашмам!
– Юҡ инде! Һин кем?
– Һин егет, тиһең дә баһа, ызнашит, егет.
– Шулай итеп, исемеңде әйтергә теләмәйһең?! Партизан ише исемеңде атамаҫҡа ла мөмкин, уныһы мөһим дә түгел әлеге мәлдә, тик шуны әйт, ҡайҙан килдең? – Уйланғандай итте. Хәйер, быныһы ла билдәле! Эйәге менән беҙҙең ауыл яғына ҡарай ымланы.
Бер ни ҙә өндәшмәй башымды түбән эйҙем.
– Һиҙемләүемсә, һеҙ икәү инегеҙ шикелле. Ә һинең һыңарың ҡурҡаҡ йән булып сыҡты, һине яҙмыш ҡосағына ташлап һыпыртты, шулай бит?!
– Ул ҡурҡаҡ түгел!
– Улай булғас кем инде?
– Һин бит уға аттың, ул, нәвирне, совсем мертвый стал.
– Һеҙҙе ҡурҡытыу өсөн мин һауаға аттым, ә һеҙ ыштандарығыҙ төбөн еүешләнегеҙ, шулаймы?
– Штан у миня сухой, сәпсим сухой.
– Ә бына һинең дуҫыңдың ыштаны ни хәлдә икән?
– Нит, кагда страшно, он тоже не писает в штан!
Ирҙең йөҙөнән бер аҙға ғына, болот араһынан күренеп ҡалған ҡояштай һаран йылмайыу йүгереп үтте.
– Я сдись! – Ишек ауыҙында Батырйән күренде.
– Бына бит, икенсеһе лә күренде! Дуҫыңды ташламаның була, был ҡылығың маҡтауға лайыҡ! – Ирҙең ошоғаса төмһәргән ҡарашы бер аҙ яҡтырғандай итте.
– Ни мог я бросить сваего таварища!
– Товарищ, тимә, дуҫым, тигән! – тип төҙәтмә индерҙе ир. – Ә һин бындараҡ баҫ, күреп тораһың, икенсе ултырғысым юҡ!
Батырйән яныма баҫты ла, үҙенең именлеген белдерергә теләгәндәй усын түбәмә баҫып алды, ә мин бирешмәгәнлекте аңлатып терһәк менән ҡорһаҡҡа ҡағылдым.
– Шулай итеп, һеҙҙең бында килеү маҡсаты һүҙһеҙ ҙә аңлашылып тора, ә бына һеҙ, иптәш бурҙар, кемдең балалары әле? Хәйер, – танығандай итеп ҡараны, – һин бит...
– Я тебя ни знай! – Батырйән уны тәүләп күреүен аңлатырға теләгәндәй ҡарашын ситкә йүнәлтте.
– Хәтерләнем, һин бит бригадирҙың малайы!
– Ни знай никакой бригадир.
– Һыуҙы болғатма һәм тиҫкәреләнмә, йәме, һине теге саҡ атайың Фазылйән менән осратҡан инем! Абруйлы, хөрмәтле кешенең улы шул тиклем дә түбәнселеккә төшһөнсе әле, ояты ни тора!
– Он ни минауат. Он са мной прусты ходил, я шел суда варават. – Хәҙер эш ҙурға китһә Фазылйән ағайға һүҙ тейәсәк, уның абруйы төшәсәк, ә миңә нимә, ярты етемгә ике донъя бер мөрйә, уға ниндәй ғәйеп, яла яҡһаң да йоға, һылаша һалып бара, һылаша, әммә бысратмай. Ғәйепте өҫтөмә алып Батырйәнде яҡларға иттем.
– Бына, яҡлаусыһы ла табылды!
– Ни приступник я!
– Юҡ, енәйәтсе түгел, кеҫә ҡараҡтары һеҙ! Йәшелсә ашағығыҙ килдеме?
– Нит! – Икебеҙ бер тауыштан баш тарттыҡ.
– Ул сағында нимә?
– Мне арбуз наҙы! Тульке один штук. Один. Панимаете? – Һуҡ бармағымды күрһәтеп урынымдан ҡалҡтым.
– Ултыр, борғаңлаҡ! Аңланым. Кемгә?
– Ҡарсыҡ...
– Ҡарсыҡ? Асығыраҡ итеп һөйлә! Ул ҡарсыҡ һинең өләсәйеңме?
– Нит. Сәпсим чужой, далукий чужой. Его бог радил кагда-то белый свит, вот и живет один. Сәпсим один.
– Һәм ул көтмәгәндә-уйламағанда ҡарбуздан ауыҙ иткеһе килдеме?!
– Болит он сильне. Гаварит тульке арбуз хачу. Тульке один раз. Силне хучет, – беҙҙең әңгәмәгә Батырйән ҡушылды.
– Ул дауаханала ятамы?
– Нит. Отпустили на сәпсим, сәпсимгә ҡайтарҙылар! – Быныһын инде мин өҫтәнем.
– Ах, бына нисек икән... – тип ниҙер төшөнгәндәй һуҙҙы ир. Ҡулында күптән һүнгән тәмәке төпсөгөн өҫтәл ҡырына һалды ла урынынан ҡалҡты. – Шулай итеп, хөрмәтле көҙгө әтәстәр, һеҙҙең еүеш ыштандарығыҙҙы бында, – тар торлағын ҡарашы менән иңләне, – хан һарайында киптерергә мөмкинлек юҡ, әммә һәйбәт сәй менән һыйлай алам! – Бер яҡ мөйөштәрәк торған керогазы янына килеп унда ҡуйылған ҡоромло сәйнүктең эсенә күҙ атты ла, һыу барлығын күргәс, миңә эйәге менән ымланы. – Улым, яҡынла әле бында, ярҙам итеп ебәр: керогазды ҡабыҙ ҙа бына бынауында шырпы һыҙып яҡынлат!
Бер ни тиклем ваҡыттан Батырйән менән мине карауатына ултыртып ҡуйған ир, аҙыҡ-түлеген карауаты аҫтынан сығарып, өҫтәлгә теҙә башланы, алюмин көрөшкәләргә сәйнүктән гөбөрҙәтеп сәй ағыҙҙы. Будка эсенә мәтрүшкә, тағы әллә ниндәй үләндәрҙең хуш еҫе тулды.
– Как моя заварка, как мой чабрец?! – тип ҡәнәғәт төҫтә ҡыҙыҡһынды ир.
– Хараша! – тип маҡтаныҡ бер тауыштан.
– Шул-шул! Ун бер төрлө үләнде йыйып алам да, ит турағыстан үткәргәндән һуң еләҫ, күләгәле ергә һалып киптерәм һәм эсеп һыуһының ҡанмаҫ бына ошондай сәй хасил була! Әммә сәйҙең төп өлөшөн барыбер тауҙа үҫкән еҫле гөл тәшкил итә. Бындай сәй һыуыҡ тейеүҙе, тымауҙы, башҡа сирҙәрҙе тәнеңдән һә, тигәнсе ҡыуып сығара!
Беҙ, саҡырылмаған ҡунаҡтар, ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнгән салоны ҡабып, ҡара икмәкте умраһынан тешләп, кетерҙәтеп шәкәр кимереп сәй һөрпөлдәтә башланыҡ. Батырйәнде белмәйем, әммә үҙем ирҙең беҙгә ҡарата мөнәсәбәтенең кинәт кенә үҙгәреп китеүен аңлап етмәй аңҡы-тиңке килеп ултырам.
– Йылындығыҙмы әҙерәк?
Батырйән танауын мыршылдатып тартып ҡуйҙы.
– Танауҙарығыҙ мыршылдай икән, тимәк һеҙҙән һыуыҡ ҡыуылып сыға шулайтып, бына һәйбәт! – Ир сәй эсеү урынына ҡабаттан тәмәке төрә башланы ла әүәләгәнен ауыҙына ҡабып, тоҡандырып ебәргәс, бер күҙен ҡыҫа төшөп дауам итте. – Бына нимә егеттәр, һеҙ мине баштан уҡ бер ҡылығығыҙ менән хайран иттегеҙ, дуҫығыҙҙы ауыр мәлдә ташламанығыҙ, ҡалдырманығыҙ, тимәк һеҙгә ышанырға, һәм һеҙҙең менән разведкаға барырға була. Тураһын әйтәм, була! Һәм бына ҡарсыҡ... Тағы, ауыр мәлдәрҙә һеҙгә таянырға, ышанырға мөмкин! – Әңгәмәләшеү барышын үҙгәртте – Минең улым баҡсасылыҡ эштәре менән шөғөлләнә, сулаҡ булһам да уға ярҙам итеп маташам, тәүлек әйләнәһенә баҡсаны бөжәктәрҙән, ҡайһы бер ҡоротҡостарҙан һаҡлайым! – Шелтәләгәндәй беҙҙең тарафҡа һирпелеп алды.
Беҙ ғәйебебеҙҙе танып, баштарыбыҙҙы түбән эйҙек.
– Йоҡларға бирмәй, һыҙлай ҡәһәрең, моғайын да көн боҙолоуғалыр! – Ир йөҙөн ризаһыҙ йыйырып, яурынын ҡапшаны. – Хәҙер, һулаҡай ҡулың ҡайҙа булған тип һорағыҙ инде? – Үҙе үк ҡояш байышы яғына уң ҡулын һелтәп яуабын бирҙе. – Тегендә, Белоруссия урмандарында ҡалдырҙым! – Ҡайғыһын яңыртҡандай ауыҙынан танау тишектәренән ҡуйы төтөн борхотто.
Ир сәләмәт ҡулы менән тубығына терһәкләнеп, һорау билдәһеләй бөгөлөп, тынып ҡалды. Беҙ ҙә ашауыбыҙҙы ҡуйып, шымтайыштыҡ.
– Егеттәр, әгәр үҙемдең яҙмышыма ҡағылған бер тарихты һөйләһәм, аңларһығыҙмы, аҙағынаса төшөнөрһөгөҙмө? Шул һуғыш тарихы менән йәшәнем, йәшәйем һәм йәшәйәсәкмен. Йә, тыңларға әҙерһегеҙме? – тип ҡыҙыҡһынды ир.
– Мы знаем русский язык, прәме да карня! – тип ышаныслы әйтте Батырйән.
– Какуй корень, да аснавания! – тип шаштырып өҫтәнем мин. – К нам вид знакумы шасто ходят из Васильевки! Па русскому у маего друга, тройка, – үҙемде өҫтөн итергә булып киттем, – а у меня каменная четверка!
– Очень хорошо, когда один человек понимает другого! Твоя твердая четверка говорит о том, что ты основательно знаешь язык. Итак, послушайте одну из страниц моей жизни!
Ауыҙҙан сыҡҡан әсе төтөнгә ҡушылып хикәйә ағылды:
– Ғүмере буйы ҡырсылыҡ бригадиры булып эшләгән атайымды, һуғыш башланғас та уҡ, урып-йыйыу эштәре иң ҡыҙған мәлдә фронтҡа алдылар. Унан, хәрәкәттәге, дөрөҫөрәге сигенеүсе армия составындағы һалдаттан бары бер генә хат алып өлгөрҙөк, ә ҡара көҙҙә инде Мәскәү янында хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡара ҡағыҙы килде. Почта ташыусы апай хатты килтергәндә әсәйем эштә ине. Апайҙың кәйеф-торошонан шуны төшөндөм – сәләм хаты түгел ине ул. Шул мисәт баҫылған конвертты түшәгем аҫтына йәшереп кенә ҡуйҙым. Ә унда нимә хаҡында яҙылған һуң. Оҙон төндәр буйы шул хаҡта уйлайым, йөрәгем әрней, түшәктә түгел, ҡуҙырап янған усаҡ өҫтөндә ятҡандай итеп тоям үҙемде. Ике көн үткәс, аулаҡта, теге конвертты астым да ижекләп уҡырға тотондом: "Ваш муж Николай Трубников, защищая родную землю, нашу столицу от фашистов, пал смертью храбрых. Посмертно представлен к медали "За отвагу". Күҙҙәремдән йәш атылды. Япа-яңғыҙым көнө буйы буҙланым да, эңер мәле еткәс, битемде һалҡын һыу менән йыуып, бер ни булмағандай йылмайып әсәйемде эшенән ҡаршы алдым. Теге хатты йәшереп үҙем менән әллә нисә көн йөрөттөм әле. Булмаҫ, тип иңрәй күңелем, нисек инде атайым, ғәзиз атайым беҙҙе ҡалдырып, яҙмыш ҡосағына ташлап үлеп ятырға тейеш, бының булыуы мөмкин түгел! Хатты ҡайҙа ғына йәшереп ҡарамайым, салбар кеҫәһенә һалам, түш кеҫәгә лә, фуражканың эсенә. Яндыра теге, тәнде генә түгел күңелде өтөп алып бара. Күпме былай ғазапланырға була?! Бер көн ҡәһәрле ҡағыҙ киҫәген, яйын табып, ауыл зыяратына алып барып күмдем, ерләнем. Ят шым ғына, һинең урының ошонда, өнөң-тының сыҡмаһын, тип тәҡрарланым бала уйы менән. Ә әсәйемә килгәндә, көн һайын хат көткән була, нимәгәлер өмөтләнә. Әйҙә, көтһөн, тим эсемдән, әҙәм балаһын бит ана шул өмөт йәшәтә! Шулай итеп, атайым, мәңгелеккә билдәһеҙ һалдат булып ҡалды. Ул ҡайҙа һәләк булғандыр, ҡайһы ерҙә ерләнгәндер, аҙаҡҡы мәлгәсә шуны асыҡлай алманым. Миңә ҡалһа ул, Мавзолей янында, "Билдәһеҙ һалдат" ҡәберенә ерләнгән һымаҡ. Һуғыштан һуң бер нисә тапҡыр шул ҡәбергә сәскәләр һалырға барҙым. Халыҡ бик күп ине. Тимәк, Советтар Союзында йәшәгән бик күп кешеләр үҙенең олатаһы, атаһы, ҡустыһы, әсәһе, һеңлеһе тап ошонда, "Мәңгелек ут" янған тапҡырҙа ерләнгән, тип иҫәпләй.
Мине 1943 йылдың ҡышында фронтҡа алдылар. Айырма юҡ, фронт ул ваҡытта алғы һыҙыҡта ла, тәрән тылда ла булған төҫлө ине. Бар халыҡ тәүлек әйләнәһенә "Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!" лозунгыһы аҫтында эшләне. Тылда ир ҡулы, транспорт етмәне, үтә наҡыҫ аҙыҡты ла фәҡәт карточкалар менән өләшәләр ине. Күптәр аслыҡтан, аҙыҡ етмәүҙән шешенделәр. Йәйге мәлдәрҙә халыҡты ҡырҙа үҫкән, ашарға яраҡлы үләндәр, шулар иҫәбендә һарына ҡотҡарып ҡалды. Һарынаның һабағын түгел, ә картуф бүлбеһенә оҡшаған тамырын ашаныҡ. Мине, берҙән-бер улын, сәстәренә сал төшкән әсәйем оҙата сыҡты. Ул саҡта әсәйем яңы ҡырҡын тултырған ҡатын булған, ә ул ҡартайған, йонсоу ҡарсыҡҡа оҡшап ҡалғайны. Бөгөнгөләй хәтеремдә – ул ауыл осона сыҡҡан да башын эйеп, дауылдарҙа йолҡҡоланған яңғыҙ ҡайын ише баҫҡан. Әсәйем һүнгән ҡарашы менән беҙ ултырған ылауҙы күҙ яҙлыҡҡансы ҡарап оҙатты. Ул һорау билдәһеләй һерәйгәйне. Бына ул бара-тора нөктәләй генә булып ҡалды, һәм һуңғы сиктә, алыҫ офоҡта иреп, бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Күңелем менән был хушлашыуҙың беҙҙең өсөн һуңғыһы икәнлеген тойҙом. Ярты йыл үткәс, күрше ҡатын әсәйемдең ҡырҙа ҡышлаған башаҡты ашап үлеп ҡалыуы тураһында хәбәр итте. Яҙмыш ҡушыуы – алғы һыҙыҡта, көнөн-төнөн һине үлем һағалағанда иҫән ҡалаһың, ә тәрән тылда сифатһыҙ башаҡты ауыҙ итеп тә үлеп ҡалырға мөмкин икән! Һуғыш башынан уҡ разведка ротаһында хеҙмәт иттем. Бик күп тапҡырҙар һиҙҙермәй генә, буш кәнсирҙәр тағылған сәнскеле тимерсыбыҡ аша дошман тылына сыҡтыҡ. Ауыр шөғөл ине разведка, беренсенән дошман төнгө күк йөҙөн өҙлөкһөҙ ракетницалары менән яҡтыртып ҡына тора, өҫтәүенә, шылт иткән тауыш ишетелһә лә тирә-яҡты ҡурғаш ямғырына күмеп, тоҫҡап та мәшәҡәтләнмәйенсә уңға-һулға атырға тотоналар. Ни генә тиһәң дә, көн һайын хәтәр сәфәргә барып, унан кире әйләнеп ҡайтыу беҙҙең өсөн ғәҙәти эш иҫәпләнде. Һүҙ ҙә юҡ, айырым юғалтыуҙар ҙа була ине, әммә беҙ гел генә командование ҡуйған бурысты аҙағынаса, еренә еткереп башҡара, үтәй килдек. Бер көн беҙҙе дошмандың тәрән тылына самолет менән ырғыттылар. Бурыс – нисек кенә булһа ла немецтарҙың штабына үтеп инеп, үтә лә мөһим документтарҙы ҡулға төшөрөргә тейешбеҙ. Шулай эшләнек тә, теге урынды табып, көтмәгәндә һөжүм итеп, йәшерен документтарҙы алып, штабты яндырып, көлөн күккә осорҙоҡ. Ун кешенән торған төркөм кире ҡайырылды, әммә йылғаны кисер ерҙә беҙҙе көтөп тороп әҙерлекле засада ойошторҙолар, сөнки мөһим ҡағыҙҙар беҙҙең командованиеның ҡулына эләгергә тейеш түгел! Йылға ярында үлемесле алыш башланды, алыш ҡына түгел, ерҙең аҫтын-өҫкә әйләндергән, күк менән ерҙе бутаған утлы ҡойон! Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һигеҙебеҙ, шулар иҫәбендә төркөм етәксеһе, өлкән лейтенант Лобанов һәләк булды. Һәйбәт командир ине ул, ҡул аҫтындағыларҙы һаҡлай, яҡлай, ҡәҙерләй белде, һалдаттарға һуңғы телем офицер паегын бүлеп бирә торғайны. Һәм һуңғы һулышына саҡлы һалдатын күкрәге менән ҡаплап йән бирҙе. Теге йәш һалдатты һаҡларға тырышты, әммә уныһы ла тиҙҙән мина шартлауына эләкте. Һуңғы сиктә ҡаҙаҡ егете Тимербай менән икәүҙән-икәү генә тороп ҡалдыҡ. Дәрәжәгә ярашлы ике кешенән торған төркөм етәксеһе булып ҡалдым. Алыш мәлендә һулаҡай ҡулбашыма мина ярсығы инеп ултырҙы. Әйткәндәй, ул әле лә шунда, һуңынан эҙемтәләре насар булыр, тип табиптар алырға ҡушмай. Шул ярсыҡ көндәр боҙолғанда тынғылыҡ бирмәй йөрәккә үткәреп һыҙлай. Һуңғы патронға тиклем атып бөтөрөп, башҡа һуғыш боеприпастарын ҡулланып бөтөп, йылға ҡырлатып барып күтерҙә, ҡамышлыҡ араһында ике көн буйы муйындан ҡойола яттыҡ. Немецтар батҡаҡлыҡты тирә-яҡтан уратып алдылар, тик яҡынларға ҡурҡтылар, һипһенделәр шикелле. Баш өҫтөндәге ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, ләпәкәй-серәкәйҙәр өйөрө биттәргә һылашҡан, һаҙлыҡ түбәнгә табан һөйрәй, ашау хаҡында уйларға ла ярамай, өҫтәүенә, үлтереп һыуһата. Ысын мәғәнәһендә тамуҡ, ысынбарлыҡта булған тамуҡ. Өндәшмәй-һөйләшмәй, үҙебеҙҙең ҡайҙалығыбыҙҙы белгертмәй, боҫоп ятабыҙ шулай. Бер тәүлектән һуң немецтар беҙҙе үлгәнгә иҫәпләп, ян-тирәгә миналар ҡуйып ҡамауҙы алдылар. Миналарҙа шартламай ҡалдыҡ, сөнки Тимербай сапер булараҡ, ул эште бик яҡшы белә ине. Шуға үҙебеҙҙекеләр яғына һуҡмаҡ яһап, шунда табан шыуыштыҡ. Барыуы ауыр, тик төнөн генә хәрәкәтләнергә мөмкин. Өсөнсө көн тигәндә ҡан күп юғалтыуҙан бөтөнләй хәлем бөттө, үҙаллы шыуыша алмай башланым, ваҡыт-ваҡыт аң юйылып һаташтыра ла. Иҫемә килгән мәлдә Тимербайға былай тинем: "Ташла мине, документтарҙы ал да үҙең генә кит, мине өҫтөрәп ваҡытыңды әрәм итмә. Документтарҙы кәрәкле урынға тапшыр, ә миңә бында бер патрон да етә, тағы гранатам бар, әгәр беҙҙең эҙгә төшһәләр, бер аҙға ғына уларҙы тотҡарлай алам...." Юҡ, ул ташламаны, өҫтөнә мине ауҙарып шыуышыуын дауам итте. Киткән арабыҙ ҙа ташҡа үлсәйем, ташбаҡа аҙымы. Тағы ла өс көн үтте. Ярам эренләй башланы, тирә-яғы күм-күк, гангрена билдәләренә оҡшаған. Барыбер ҡайтып еттек. Беҙҙең окопҡа шыуышып төшкән мәлдә немец снайперы Тимербайҙың ҡаҡ маңлайына атып тейҙерҙе. Ул тыпырсынмай ҙа йән бирҙе. Дуҫым мине ҡотҡарҙы, ә үҙе осраҡлы атылған пулянан һәләк булды. Улай тиһәң, һуғышта осраҡлы атылған снарядтар, миналар, патрондар, юғарынан бушлыҡҡа ырғытылған бомбалар булмай, ул кемгә лә булһа тәғәйенләнә, тоҫҡала. Мине шунда уҡ Мәскәү дауаханаһына оҙаттылар, ары Тулаға, шунан Һамарға. Күпме генә тырышлыҡ һалһалар ҙа, ҡулымды һаҡлап ҡала алманылар, ҡырҡтылар. Теге разведка өсөн һәләк булғандарҙы үлгәндән һуң, шул иҫәптән мине Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеләр, ә командирыбыҙҙы Герой исеменә тәҡдим иткәндәр. Уға ул дәрәжә бирелгәнмелер, юҡмылыр, миңә билдәһеҙ ҡалды. Күп дауаханаларҙа аунай, дауалана торғас, 1947 йылдың башында ғына ҡайтып индем. Ҡайттым. Ауылда бер яҡыным да юҡ, япа-яңғыҙым тороп ҡалғанмын икән дә баһа. Ауыл, тулыһы менән тиерлек, емереклек хәлендә ҡалған: кәртә бағаналары сереп аушайған, ферма ҡыйығын малға аҙыҡ итеп ашатып бөткәндәр, ҡыйыҡ үләкһә мал ҡабырғалары ише һерәйеп күренә. Ҡайтыу менән мине, зәғиф кешене, ҡырсылыҡ бригадиры итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар, яҙмыш ҡушыуы буйынса атайымдан ҡалған эште дауам иттем... Яйлап, әкренләп хужалыҡ аяҡҡа баҫты, ә 60-сы йылдар башында колхоз миллионер исеменә лайыҡ булып, дан алды. Хужалыҡтың дөйөм үҫешендә, моғайын, минең дә хеҙмәтем булғандыр, көтмәгәндә Ленин ордены менән бүләкләп ташланылар. Мәленән алда инвалидлыҡ буйынса пенсияға сыҡтым, тик ҡул ҡаушырып ултырыу миңә килешмәй, бына улыма ҡулдан килгәнсе ярҙам итеп маташам. – Ир уйҙарына бирелеп ултыра бирҙе лә, ниһайәт, ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтты. – Егеттәр, әгәр ҡарбуз кәрәкһә, көндөҙ туранан атлап килеп һорағыҙ, ә былай итеп, төн ҡараңғылығына йәшеренеп-боҫороноп түгел... – Башлағанын әйтеп бөтөрмәй, сәләмәт ҡулын ғына һелтәне бары.
– Кагда тимно, удобны вид. – Батырйән ҡыйыулана төштө.
– Ризамын, хилаф эштәр төндә ҡылына ғәҙәттә. Ә һеҙ изге эшегеҙҙе, изге теләктәрегеҙҙе бысрандырҙығыҙ, йәмһеҙләнегеҙ! – Ир урынынан ҡалҡты. – Әйҙәгеҙ, барып ҡарбуздың иң бешкәнен табып алайыҡ әле. Ҡараңғы булһа ла, хәҙер "һә" тигәнсе табабыҙ уны! – Фонарҙе ҡулына алып, юғары күтәреп тышҡа сыҡты ла беҙҙе эйәртеп алдан төштө. Ошоғаса ярһып абалаған эт нишләптер ҡапыл йыуашайып, тынып ҡалғайны, беҙҙе абайлағас, ҡойроғон да болғап ҡуйҙы хатта.
– Йә, Барс, итәғәтле Барсик, тынысландыңмы инде? Дөрөҫ эшләйһең. Мин асыҡланым, былар һәйбәт малайҙар! – Ир фонарҙе ергә ҡуйып этенең башынан һыйпаны.
Киндер тоҡҡа ҙурҙан берәү, бәләкәсерәктән ике ҡарбуз төшөп ятты.
– Ҙур ҡарбуз ҡарсыҡ өсөн, бәләкәйерәк икәүһе һеҙгә ҡыйыулығығыҙ өсөн бүләк. Тик бер үтенесем бар, бынан бүтән урлыҡ эштәре менән берүк булашмағыҙ. Ҡыйыулыҡ, ғәҙеллек, бер ваҡытта ла бурлыҡ менән йәнәш тора һәм йөрөй алмай. – Ҡарауылсы баяғыса фонарен күтәрә биреп яр ҡырына килде. – Ҡайтыу яғына юлды табырһығыҙмы?
– Найдем кәнишне, мертвыми глазами найдем! – тинем йылмайып.
– Хәҙер теге яҡ ярға сығығыҙ ҙа һул ҡулға тартығыҙ, унда ҡайтыр һуҡмаҡ. Ә һин, – ир Батырйәнгә ҡайырылды, – атайыңа бында булғандар хаҡында һөйләмә. Мин уға барыһын да теҙеп үҙем аңлатырмын. Һуңынан. Минән күп итеп сәләм күндер, Иван Николаевич Трубников минең исем фамилиям. Һинең атайың һәйбәт кеше, абруйлы етәксе, ҡырсылыҡ эштәрен минең мәрхүм атайым шикелле энәһенән ебенә ҡәҙәр белә, бар йәһәттән дә уға оҡшарға тырыш!
Һыуҙы сығып, теге яҡ үргә күтәрелгәс әле, артыма әйләнеп ҡараным. Унда төн ҡараңғылығында өмөт сатҡыһылай ут нөктәһе йызлай ине. Иван ағай фонарен яҡтыртып, йәшелсә баҡсаһын ғына түгел, тотош тирә-яҡты, хатта ер шарын ҡараңғылыҡтан, хаслыҡтан, уғрылыҡтан һаҡлап, ҡарауыллап тора төҫлө. Һәр хәлдә, шул минутта миңә шулай тойолдо...
Хәйҙәр Тапаҡов.