Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр / Булған хәлдәр
14 Сентябрь 2023, 21:15

Бала төҫө күрмә!

- Әсәй! Тәҙрәне яп әле! Анауларҙың гармун тауышын, ҡунаҡтары сәрелдәүен ишеткем килмәй! – тип улым ҡолағын мендәр менән ҡапларға маташты. Сәсрәп ауырып ятҡан ҡәҙерлеһенең тауышы ҡалтырауынан уның илауын да тойомланы. Ярай әле ҡыҙы бәләкәй, бер ни аңламай уйнап тик ултыра...

Бала төҫө күрмә!
Бала төҫө күрмә!

..Гөлсөм менән бәләкәй саҡтан бергә уйнап үҫтек. Үҙе миңә әхирәт булып йөрөһә лә көнләшеүен, башҡаларҙан да, минән өҫтөн булырға тырышыуын һиҙә инем. Мин нимә алдырам, ул да шуға ҡыҙыҡты, минең кеүек кейенергә тырышты. Әсәйем дә уйнама шуның менән, килеп тороп һине баҫа, торғаны бер командир инде, тиер ине.

-Кем менән уйнайым һуң? – тип һорайым да тағы Гөлсөм янына йүгерәм.

Мәктәптә уҡығанда ул бер аҙ баҫыла төштө. Шулай ҙа мине ҡабатлауын ҡуйманы. Юғары уҡыу йортонда ла бергә уҡыныҡ. Беҙҙе хатта игеҙектәр тип бутап бөтә торғандар ине. Былай оҡшашлығыбыҙ күп: икебеҙ ҙә оҙон буйлы, эре һөйәкле, башҡорт ҡыҙҙарына хас ай битле. Бер мәл минең арттан бер егет эйәрә төштө. Ул да беҙҙең райондан икән, ҡалала эшләп йөрөй. Танышып, йөрөп киттек. Шулай барыһы ла яҡшы ғына булып, эш туйға китеп барғанда, юҡҡа ғына үпкәләштек. Һәм Салауат зым-зыя юҡ булды. Бер аҙ ваҡыттан тәҙрәнән ҡарап торһам, ул беҙҙең ятаҡ яғына килә ята.

-Әһә! Онота алмайһыңмы?! Ә нисек туҙына инең? Барыбер килә ятаһың бит! – тип эстән уйлап та өлгөрмәнем, егетем ҡаршыһында Гөлсөм пәйҙә булды.

Улар бер-береһенә еңел генә ҡағылды, ҡыҙ хатта үрелеп үпте.

-Әстәғфирулла! Гөлсөмгә ҡарамаһа, ятаҡта башҡа ҡыҙҙар бөткәнме?

Ғәрләндем хатта. Ятаҡта ла был егеттең вкусы бер иштер, ике ҡыҙҙың башын ҡатыра тигән, имеш-мимештәр тарала башланы. Бер көн Салауаттың алдына Гөлсөмдән алда үҙем йүгереп сыҡтым.

-Һаумы!

-Сәләм!

-Һөйләшә торған һүҙ бар! – тигән булдым. Үҙем уның ҡарашынан уның да шуны көтөүен тойомланым.

-Һине көнләштерер өсөн йөрөнөм мин ул ҡыҙ менән. Үҙе бигерәк әрһеҙ бит, ҡайҙа ҡараһаң да юлыма осрай. Һине яратыуымды аңланым! Ҡоҙалар көтһөн әсәйеңдәр, был аҙнала уҡ ҡайтып әйт! – тип Салауат яусы ебәрергә булып китте.

Тәгәрмәс китте әйләнеп. Уҡып бөтөп районға эшкә ҡайтыуға инде беҙ инде ғаилә булған инек. Ул да ҡаланан ҡайтты. Гөлсөмдөң ауылға эшкә йүнәлтелеүен белдем.

Йәш ғаилә кисергән бөтә ҡытыршылыҡтарҙы үттек. Район үҙәгендә башта ятаҡта, унан улым Иршат тыуғас, ике бүлмәле фатир алып сыҡтыҡ. Унан ғаиләбеҙгә йәм өҫтәм ҡыҙыбыҙ Ирина тыуҙы. Балалар бәләкәй, аҡса етмәгәс, дикрет ялында ла оҙаҡ ултырмай эшкә сыҡтым. Салауатҡа артыҡ көс һалманым, балаларҙы башлыса үҙем баҡтым. Ир бит эштән арып ҡайта!

Бер мәл ирем бөтөнләй эштән ҡайтмай башланы. Егеттәр менән эскәйнек, ятып йоҡлағанмын да ҡуйғанмын, прости, кәләш, башҡа улайтмайым, тип анттар әйтеп ҡайтып инә лә, 2-3 аҙнанан тағы шул уҡ хәл ҡабатлана башланы. Ауылда бит һиңә “яҡшылыҡ теләүселәр” етерлек, бер мәл иремдең бер ҡыҙ менән буталыуын еткерҙеләр. Ни ҡолағым менән ишетәйем, һөйәркәһе әлеге лә баяғы Гөлсөм!

Иремдең ҡайтыуын 5 күҙ менән көтөп алдым да хәлде аңлатыуын һораным.

-Нимәһе аңлатырға? Яратам мин уны...

-Нисек яратаһың?

-Уның һинеке шикелле, һәпрәһе ҡойолоп тормай! Ошо халатыңды сисәһеңме, юҡмы һин? – тип ирем миңә ҡаршы екерҙе.

-Балалар менән матур кейенеп ултырып ҡара әле! Биҙәнеп-төҙәнеп ултырһам, кем ашарға бешерә лә, балаларҙы кем ҡарай?! – мин дә арыу ғына яуап ҡайтарам.

-Гөлсөм балаларҙы ла, өйҙө лә таҙа тотор ине! Ул һинең кеүек әрпеш түгел! Билең ҡайҙа ул һинең, эсеңде ҡара, һәлберәп тора! – ир һаман мине яманланы.

-Улай булғас бөгөн үк сығып кит һөйәркәңә! Башҡа бында аяҡ баҫма! Духың булмаһын! Йәшә, ана матур бисә менән! Артыңдан 5 биҙрә көл! – тип ярһыным ғына.

Салауат, шуны ғына көткәндәй, арлы-бирле кейемдәрен пакетҡа тулдырып алды ла, балалар яғына ҡарамай ғына сығып китте...

-Бала төҫө күрмә башҡа! Мине, балаларыңды рәнйетеп бәхетле булырмын тип уйлама!

Ныҡ иланым, рәнйенем, алйыным...Үҙемде саҡ ҡулға алдым. 1-се класҡа уҡырға барырға йөрөгән улым атаһының ташлап китеүен ауыр кисерҙе. 4 йәшлек ҡыҙым иһә уны көттө-көттө лә төңөлдө.

Йәй балаларымды атай-әсәйем янына ауылда ҡалдырып, үҙем ялда ғына ҡайтып йөрөйөм. Бер ҡайтыуымы урамда туй бара бит! Салауат туйлап тороп Гөлсөмгә өйләнеп ята! Әсәйемдәрҙең йорто янынан хатта геүләтеп үтеп баралар. Өйҙә улым сәсрәп ауырып ята! Баҡтиһәң, уға бергә уйнаған әсе телле малайҙар атаһының кәләш алып йөрөүен әйткәндәр икән. Һыу инеп өшөп тә йөрөгәнме икән, был хәбәрҙе ишетеүе лә ҡушылғас, йөрәге ҡуҙғып, янып-һаташып сирләп китте.

Ә туй ҡыҙғандан-ҡыҙҙы! Музыка тауышы оҙаҡ тынманы. Улар беҙ танышҡан, ҡауышҡан ҡалаға йәшәргә китте.

Ике балаға алимент ваҡытында килә. Бер тиненә теймәнем. Йыйҙым. Үҙемдең дә аҡсам бар ине 3 ҡатлы йорт һатып алыуға етте. Инде улыма - 16, ҡыҙыма 13 йәш. Һәр беребеҙгә бер ҡат. Бөтә нәмәбеҙ ҙә бар. Улым әсәй тип өҙөлөп тора. Бөтә эшемде эшләй. Ҡыҙым инде өйҙә беренсе ярҙамсым. Ир-атҡа әйләнеп ҡарамаҫлыҡ булдым. Минең тормошомда улар юҡ. Йәнә кеше араһында эшләйем, исем һатып, улар менән ҡыялырға теләгем юҡ.

Салауат менән Гөлсөм дә йорт һалып сыҡҡан. Тик балалары юҡ. Был балаларын килеп күрергә намыҫы етмәй. Улым уға ныҡ асыулы, үҙе лә яҡын ебәрмәҫ ине. Әле улар йәштәр, бына ҡартлыҡ килгәс кем ҡулына ҡалырҙар? Аллаһ ҡына белә.

Ә мин инде уларға бүтәнсә рәнйемәйем.

Минең үҙ тормошом, уларҙың үҙ юлы. Башҡа ғүмер юлдарыбыҙ бер ваҡытта ла киҫешмәүен, балаларыма, үҙемә, яҡындарыма именлек кенә теләйем!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас в