Бөтә яңылыҡтар

Томанлы яҙмыш

Ибраһим бит был! Уның тауышы, уның йөрәк аһәңе… Үләнгә ятып, өнһөҙ генә илап ебәрҙем. Эҙләй сыҡҡан, күңеле һиҙгән минең көтмәгәнемде. Әле урман яңғыратып йырлауы ла мин ишетһен, тауыш бирһен, тип… Ни генә ҡылайым һуң? Эй өҙгөләнде йәнем! Берсә йырға ҡаршы йүгергем килде, берсә ҡушылып йырлағы…

Томанлы яҙмыш
Томанлы яҙмыш

Иртә лә генә томан,

Кис тә томан –

Был томанҡайҙарға

Ни булған?

(Халыҡ йырынан).

Ошо моңһоу, һағышлы йырҙы ишеткән һайын күҙ алдыма беҙҙән бер өй аша ғына торған күршебеҙ Минафа әбей килеп баҫа. Йылмайғанда ла күҙҙәре шундай моңһоу булып ҡала ине уның. Бына әле лә ҡап уртаға ярып, ике толомдан үрелгән сәсендәге көмөш тәңкәләрҙе сылтыратып, ашығып уҙып барышлай башын миңә табан бороп, йылмайып үтеп киткән кеүек. Күҙҙәренән моң-һағыш таралып, тирә-яҡҡа һибелеп ҡалғандай булды. Уйҙарым үткәндәргә тәгәрәне…

Йәш кенә килеш яусылатып килгән Сабир бабайға биреп ебәрә уны атаһы. Йәрәшеп, вәғәҙәләшеп йөрөгән егете лә була. Ялынып та, ялбарып та ҡарай ул атаһына: бер ай ғына көтөп торайыҡ, күнегәйем кейәүгә сығыу тигән һүҙгә, дуҫ ҡыҙҙарымды ла күреп ҡалайым, тип. Юҡ, атай кеше уны ишетергә лә теләмәй. Һин – сауҙагәр, мин – һатыусы, тауар – минән, мәһәре – һинән, тип кейәү булаһы кешене һыйлап, илата-илата ултыртып ебәрә ул ҡыҙын. “Артыҡ бала ла түгел инем, мохтажлыҡ күрмәй үҫтем. Ҡәҙерле инем бит һуң, ни өсөн ризалыҡһыҙ, мал оҙатҡан кеүек, ат арбаһына һалып ебәрҙе һуң атайым?” – тип ғүмере буйы ғазаплана Минафа. Өфөлә уҡып йөрөгән егетен һағынып, уға табынып ғүмере үткәнен дә һиҙмәй. Насар йәшәмәй ул Сабир менән. Бик ҡоро холоҡло, аҙ һүҙле булһа ла, йәберләп-кәмһетеп бармай ул Минафаны. Өс ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр.

Тик балаларының яҙмышы бик аяныслы, үкенесле шул. Оло ҡыҙҙары Зәйтүнәгә ун алты йәш тулғанда, күршелә йәшәгән Шәмсиә әбейҙең өлкән ҡыҙы Гөлсирә Үзбәкстандан ҡайтып төшә. Зәйтүнәне үҙ яғына ауҙарып, бай кейәү табып бирәм, тип алдаштырып, үҙе менән алып китә. Ул заманда шул төбәктә йәшәгәндәр беҙҙең ауылдан да байтаҡ ҡына була. Ҡыҙынан хат-хәбәр килмәгәс, Минафа әбей балаһының хәлен белешергә йылы яҡтан ҡайтҡандарҙың береһенә бара ла һөйләгән хәбәрҙәренән сиргә һабыша. Гөлсирәнең Зәйтүнәне Үзбәкстанға алып барғас та бер үзбәккә ҡоллоҡҡа һатыуы, тегенеһе уны көн дә тиерлек туҡмауы, шул үзбәктән бер-бер артлы алты бала табыуы, башҡа балаңды күрә алмаҫһың, ахыры, тип әйтеүҙәре аяҡтан йыға әсәне.

Бер барырға ла йыйына улар. Тик теүәл адресын белмәгәс, Гөлсирәнең ҡайтҡанын көтәләр. Ялына, ялбара әсә Гөлсирәгә, алып ҡайт баламды, ҡунаҡҡа булһа ла, тип. Бер нисә йыл үткәс, ҡайтып төшә ҡыҙы ире, өс балаһы менән. Әсәһенән дә ҡартыраҡ күренгән Зәйтүнәгә бөтә ауыл халҡы аптырай. Үҙ телен дә онотҡан өҫтәүенә. Ир тигән кешеһе лә бер кем менән дә яңғыҙын ҡалдырмай ҡатынын. Иң мөһиме – иҫән бит, тип ҡыуана әсә кеше. Ҡулынан килгәнсә ҡунаҡ итергә, күңелен күрергә тырыша ҡыҙының, бүләктәр бирә. Тик бер тапҡыр ҙа асылып китеп һөйләшә алмай әсәһе менән Зәйтүнә. Ҡарашын йәшерә, йәш тулы күҙҙәрен ситкә бороп, тораташ кеүек ҡатып, шым ғына ултыра.

“Һуңынан ҡайтып алырһың, ҡалдырып тор Зәйтүнәмде”, – тип ялынған әсәгә ир кеше ҡаты ғына “юҡ” тип яуаплай.

Бер аҙна үткәс, улар юлға сыға. Һуңғы күрешеүе була әсәнең ҡыҙы менән. Күп тә үтмәй, йылы яҡтан ҡайтҡан берәү, әсәгә килеп: “Зәйтүнәңде ире аҫып үлтергән, оло ҡыҙы менән икәүләп сәтләүек ағасына аҫҡандар”, – тип хәбәр һала. Йәлләү ҙә, аяу ҙа юҡ әсә йөрәген.

Ошо хәлдән һуң Минафа инәй үҙ эсенә йомолдо. Былай ҙа һағышлы күҙҙәре тағы ла һағышлана төштө. Урамдан үтеп киткәндә, һыуға барамы ул, көтөү ҡаршылаймы, ҡаҙҙарын һыуға, йылға буйына ҡыуамы, сәстәренә ҡушып үрелгән тәңкәләре, йөрәк әрнеткес итеп сыңлап, бәүелеп, оҙата бара кеүек ине.

Бала ҡайғыһын күтәрә алманы буғай, һыҙып-һыҙып ҡына Сабир бабай мәңгелеккә китеп барҙы. Ҡыҙҙары кейәүгә сығып, улы өйләнеп, ҡайҙалыр ситтә, бик йыраҡта тора икән, тигән хәбәр йөрөнө ауыл өҫтөндә. Минафа әбей яңғыҙы тороп ҡалды.

Кистәрен ауыл ҡатындары йыйылышып ойоҡ-бейәләй бәйләгәндә, ул да килә торғайны. Ҡулынан бәйләмен төшөрмәне. Ауылда данлыҡлы балаҫ оҫтаһы ине ул. Уның өйөнә керһәң, бөтә ерҙә – һуғылған түшәк. Түрҙәге кәштәлә бер нисәһе эленеп торор ине. Һике өҫтөндә – күҙҙең яуын алып торорҙай шау сәскәле аҫалы балаҫ. Иҙәнендә – буйлыһы. Эш өҫтөндә ултырғаны ла күренмәне үҙенең. Шулай ҙа бер көн һораным үҙенән:

– Ҡасан һуғаһың ул балаҫтарҙы? – тип. Һағыш тулы күҙҙәрен миңә төбәп, Минафа әбей ауыр һулап ҡуйҙы ла:

– Ә төндәр нимә өсөн? – тип яуапланы. Һуңынан, әйтеп ҡалырға тырышҡандай:

– Балаларымдың яҙмыштарын барлай-барлай таң атҡанын да һиҙмәйем, матур теләктәр теләп, сағыу итеп һуғырға тырышам балаҫтарҙы. Тик балаҡайҙарымдың яҙмышы бигерәк төҫһөҙ булды шул, – тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.

Кис ултырған саҡтарҙа бер ваҡытта ла кешегә ҡушылып һүҙ һөйләмәҫ, әҙәм тикшермәҫ, тыныс ҡына тыңлар ҙа: “Не знайка инде был донъяны”, – тип ҡуйыр ине. Уны үҙе юҡта “Незнайка” тип тә йөрөтәләр, яратып ҡына, ихтирам йөҙөнән.

Бер көн ул беҙгә әсәйем янына хәл белергә инде лә, оҙаҡ ҡына сәйләп, һөйләшеп ултырҙы. Күрше булып йәшәп, ғүмер буйы матур ғына бер-береһенә йөрөштө улар әсәй менән. “Ауыр саҡтарымда терәк ул миңә Минафа апай, – ти торғайны әсәйем. – Һүҙ йөрөтмәй, матур кәңәштәр бирә, түҙемлек өлгөһө”. Бер сер ҡапсығы кеүек күрә инем мин бала саҡта Минафа әбейҙе.

Әллә аҙ һүҙлелеге, мәғәнәле кәңәштәре менән арбаны ул мине. Уның янында шундай тыныс, рәхәт була торғайны. Сәй табынын йыйыштырып, иркенләп карауатҡа менеп ултырғас, әсәйем Минафа әбей менән бәйләмгә керешеп китте. Ошонан уңайлы мәл булмаҫ тип, мин Минафа әбейгә: “Ә һин Сабир бабайҙы яратып йәшәнеңме?” – тип ысҡындырҙым. Бәйләмен тубығына һалып, ул тәҙрәгә текәлде. Әйтерһең дә, тегендә, тышта уны үткән ғүмере көтөп тора. Оҙаҡ күҙәтте ул урамды. Әсәйемдең шелтәле ҡарашын тойоп, мин дә тынып ҡалдым. Оҙаҡ ултырҙыҡ, һәр беребеҙ үҙ уйҙарына бирелеп. Биргән һорауымды ла онотоп, мин йәшлек йылдарым буйлап йүгерә инем инде. Бына тымыҡ ҡына Өсән йылғаһы, һыуға эйелгән өйәңкеләр… Ҡулдарыма туфлиҙарымды тотоп, йомшаҡ хәтфә үләндән ашығам. Яр буйына әкрен генә гармун моңо тарала…

Минафа әбейҙең әрнеү ҡатыш һағышлы тауышы мине кинәт бөгөнгөгә ҡайтара:

– Эйе, яратып йәшәнем, балам. Тик уны түгел…

Һораулы ҡарашымды уға төбәйем.

– Эйе, эйе! Уны түгел. Йәшлегемдә ҡалған берәүҙе. Гелән уны күҙ алдына килтереп, һағынғанда йырлай ҙа илай инем…

Иртәлә генә томан,

Кис тә томан,

Был томанҡайҙарға ни булған?

Тау башына менеп,

Ташҡа баҫып һин ҡарарһың, бәғрем,

Мин булмам.

Минафа әбейҙең моңло тауышы өй эсенә һыймай, бар донъяға таралған һымаҡ. Күҙ йәштәре бәйләменә тамып, уның эсенә кереп юғала. Шул ваҡыт күҙ алдыма тау башында баҫып торған Минафа әбей килә. Шундай матур ике толом елдә елберләй, имеш… Ә инде тәңкәләре тау еленән зыңлап тирә-яҡҡа һибелгәндәй.

Кинәт тау өҫтөн томан ҡаплай. Ап-аҡ. Яңы һауған һөттәй аҡ томан. Тау шуның эсендә ҡала. Мин шым ғына илап ултырғанымды иҫләп алам.

– Ниңә илайһың, балам? – Минафа әбейҙең йомшаҡ тауышынан мин ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтам.

– Ә мин һинең яҙмышты уйлап ултырам, онотолоп киткәнмен, әбей. Ә кем һуң ул һинең мөхәббәтең? Ҡабат бер ҙә осрашманығыҙмы ни? – тип төпсөнәм.

– Осраттым шул. Осраттым да яраларымды яңырттым. – Уң ҡулы менән карауатҡа йәйелгән балаҫтың биҙәктәрен һыйпай-һыйпай Минафа әбей хәтер йомғағын тағатты. – Сабир бабайың иҫән ине әле ул саҡта. Балалар инде үҫеп етеп, таралышып бөткән. Эҫе йәй көндәре тора ине. Бесән әҙерләп бөттөк. Иртән һыйыр һауып, көтөүҙе ҡыуырға күршеләрем бар бабайға ярҙамға. Барып ҡайтырға булдым Ҡаңны-Төркәйгә. Ара алыҫ ҡына булһа ла, йәйәүләргә хәл иттем. Былай тураға барһаң, Ҡоръятмаҫ аша әллә ни алыҫ та түгел. Бер аҙ бешеренеп, күстәнәстәр алып, юлға сыҡтым. Ҡартҡа ылау бар, тип алданым. Бик төпсөнөп тә торманы үҙе. Имен-аман йөрөп ҡайт, тип оҙатып ҡалды.

Нимәлер мине ашҡындырып, ашыҡтырып өйөмдән алып сығып китте. Тиҙ үттем Ҡоръятмаҫты. Бүздәк юлына сыҡҡанда төш тә етмәгәйне әле. Оло юл буйлап йөгөмдө арҡаға биштәрләп китеп барғанда, бер еңел машина елдереп үтеп китте. Ҡул күтәрмәнем. Тыуған яҡтар шундай һағындырған, тирә-яҡты күҙәтеп, донъяның хозурлығына һоҡланып атланым да атланым… Мине уҙып киткән машина, кинәт артҡа биреп, яныма килеп туҡтаны. Минең йәштәр самаһындағы сал сәсле ир, машинанан сығып, ҡаршыма атланы…

– Минафа, һин түгелме был? – Төштәремә инеп йонсотҡан, шундай таныш, шундай ҡәҙерле тауышты ишетеп, өнһөҙ ҡалдым. Ҡолағымда шул саҡ, көт мине, Минафа, уҡып бөткәс тә ҡайтып алырмын, тигән һүҙҙәре яңғырап китте.

– Ибраһим! – үҙ-үҙемде белештермәй уға табан йүгерҙем.

Бер-беребеҙҙең ҡосағында күпме торғанбыҙҙыр, иҫләмәйем. Ул мине бер аҙ этеберәк ебәреп, ҡулдарымдан тотто ла күҙҙәремә төбәлде. Шундай таныш, яҡын, төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр… Әйтерһең дә, бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Беҙ икәү баҫыу ҡапҡаһында торған һымаҡ. Ә арала 40 йылға яҡын ғүмер…

– Ә һин үҙгәрмәгәнһең, Минафа. Буй-һының да ҡыҙҙарға биргеһеҙ. Сәстәрең дә элеккесә, ике толомдан, хатта сулпыларың да элеккесә сылтырап тора. Тик күҙҙәреңдән генә һағыш аҡҡан кеүек. Ҡайҙа юғалдың һин, Минафа? Мин бит эҙләнем һине, һорашмаған кеше ҡалманы. Тик атайың ғына бик ҡаты торҙо, алыҫта ул, йыраҡта, сит ерҙәрҙә, эҙләп ыҙаланма, тапмаҫһың, тип ҡырт киҫте. Киттем мин Ҡаңнынан, бөтөнләйгә киттем. Өфөгә барып эшкә урынлаштым. Тик уңайы сыҡҡан һайын тиерлек ҡайтып, һеҙҙең өй тураһынан үткеләнем. Бәлки, ҡайтҡандыр, бәлки, ҡунаҡҡа килгәндер… Өмөт йәшәтте мине донъяла, Минафа, өмөт йәшәтте… Эх, осратһам үҙен, ун балаһы булһа ла урлап китер инем, бергәләп үҫтерер инек балаларын, тип хыяллана инем. Эй ул ғазаплы саҡтар. Бер кемгә лә төшмәне күҙем, ятманы күңел, ғүмерем буйы һине көттөм, Минафам, берҙән-берем минең...

Ибраһим, күҙ йәштәрен тыя алмай, мине ҡәҙерләп кенә яурындарымдан ҡосаҡланы ла юл ситендәге сиҙәмгә ултыртты, үҙе яныма ултырҙы.

– Эх, Минафа, ниңә бер 20-30 йыл элек осрашманыҡ икән, ә? Инде олоғайып та барабыҙ… Ғүмерем буйы күңелем һине көттө, Минафам. Ашығып йәшәнем, ашығып эшләнем. Бына хаҡлы ял ваҡыты ла етеп килә. Ә ниңә һин бер һүҙ ҙә өндәшмәйһең? Нисек йәшәйһең һин, йәнем, ошо оҙон йылдар буйы?

Мин, үкһеп илап, уның күкрәгенә ташландым. Ул арҡамдан әкрен генә һөйөп, сәстәремдән һыйпаны, толомдарымды ҡулына алып, сулпыларымдан үпте. Уның ҡосағында шундай тыныс, рәхәт ине. Күңелдәрем йәшәреп китте. Йөрәгемде ғүмерем буйы баҫып торған ауыр таш ҡайҙалыр юғалғандай булды. Бына ни өсөн ашығып юлға сыҡҡанмын икән мин, бына кем әйҙәп алып сығып киткән мине, донъя мәшәҡәттәренән арындырып! Эй, Хоҙайым, мең рәхмәттәрем яуһын һиңә ошондай ҙур бүләгең өсөн, тормошом мәғәнәһен тапҡандай булдым. Юҡ, юҡ, таптым. Ошо оло һөйөү хисе йәшәткән икән мине алыҫ тараф­тарҙа. Һөйөп йәшәү өсөн бергә булыу ҙа мотлаҡ түгел икән. Ниндәй бәхетле мин бөгөн, Хоҙайым. Артабан йәшәргә көс-ҡеүәт биргәнең өсөн рәхмәт… Эсемдән ошо кескәй генә шатлығыма, бәхетле минуттарыма һөйөнөп, күпме ултырғанмындыр. Ибраһимдың ҡулдарынан ҡулдарымды алып, күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарап биргән һорауы һиҫ­кәндереп ебәрҙе:

– Ә һин һағына инеңме мине, Минафам? Иҫтәреңә төшөрә инеңме?

– Һине уйламаған берәй көнөм булдымы икән? Юҡтыр! Һине уйлап таң ҡаршыланым, һине уйлап төндәргә керҙем. Беләм, һинең ғәйебең юҡ минең алда. Өҙгөләнгәнеңде һиҙҙем мин. Тик атай һүҙенән сығып буламы ни, Ибраһим? Илатып ултыртып ебәрҙе бөтөнләй таныш түгел кешегә. Үҙҙәре лә бик һирәк килде хәл белергә. Ҡунаҡҡа барып киләйек Ҡаңныға, тиһәм иремә, унда һине кем көтөп тора, тип кенә яуаплай ине. “Һағынһалар, үҙҙәре килерҙәр”. Әсәйҙең ғүмер буйы атайымдан ҡурҡып, буйһоноп йәшәүен белгәс, мин дә күндем яҙмышыма. Тик барыбер күңел төпкөлөндә бер йәшерен өмөт йәшәп килде: “Ә, бәлки, Ибраһим мине килеп табыр ҙа алыҫҡа-алыҫҡа алып китер”. Бына ошо өмөт көнөмдө яҡты, төнөмдө хәйерле итә килде.

Ғүмерҙәребеҙ бер-беребеҙҙе юҡһынып, һағынып үтеп киткән бит! Күҙ йәштәренә мансылып оҙаҡ ултырҙыҡ беҙ юл ситендә. Машиналар ҙа күп кенә үткеләне. Ҡайһы берҙәре сигнал биреп, ҡысҡыртып та үтте. Ә һөйләшеп һүҙ бөтмәне. 40 йыл ғүмерҙе бер көндә байҡап сығып буламы һуң? Ибраһим мине туғандарыма илтеп ҡуйҙы. Иртәгәһенә төштән һуң осрашырға һүҙ ҡуйышып, ауылыңа ҡәҙәр илтеп ҡуйырмын, тип һүҙ биреп, оҙаҡ хушлашып торҙоҡ ҡапҡа төбөндә. Төндө йоҡламай уҙғарҙым. Тәҙрәнән айға ҡарап, бар ғүмеремде барлап, илап, төн үткәнен дә һиҙмәгәнмен. Еңгә тейешле кешенең көтөү ҡыуып йөрөүен күреп, хайран ҡалдым. Иртәнге сәйгә саҡырырға кергән еңгәм, минең тәҙрә янында уйланып ултырыуымды күреп:

– Бәй, әллә урын да һалмаған инде? Төндө ултырғыста уҙғарҙыңмы әллә? – тип аптыраны.

– Эйе, еңгә, йоҡлап булманы нишләптер. Ҡайтырға кәрәк миңә, бына сәй эсәм дә юлға сығам, – тинем, ашығып.

Йыуынып алыу ниәтенән ихатаға ашыҡтым. Башымда – мең төрлө уй. Машина менән илтеп ҡуйһа, ҡайҙа йәшәгәнемде белер. Ауыл халҡы аптырар, был ҡортҡаға ни булған, тип бот сабырҙар. Өйөмдө бер белгәс, йыш ҡына килә башлаһа, ҡартыма ни тиермен… Юҡ, юҡ, тиҙ генә ҡайтып китергә кәрәк, төш ауыуға өйҙә булырмын, Алла бирһә, тип тәүәккәлләп, ашығып ҡайтырға йыйындым. Еңгәләргә минең адресты бер кемгә лә бирмәҫкә ҡушып, сығып киттем.

Еңгәмдең:

– Ҡасҡан кеүек, ниңә шулай ашығаһыңдыр?! Алыҫ ара бит, тағы ла ҡасан килә алырһың, оҙағыраҡ торорға ине, – тип ризаһыҙлыҡ белдереп ҡалыуына ла иғтибар итмәнем.

Ҡаңнынан алыҫлашҡан һайын бәхетемдән ҡасып барғандай тойҙом үҙемде. Нисек кисерер Ибраһим был айырылышыуҙы. Ғәфү ит, ҡәҙерлем, шулай кәрәк. Бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай бит, эх, был тормош, тип үкһеп илай-илай ашығып атланым да атланым…

Үҙемдең үткәндәремә үҙем тетрәнеп, Хоҙайымдан ҡалған ғүмеремдә сабырлыҡ һорап, ярылырҙай сиккә еткән йөрәгемде устарыма һалып йыуатырҙай булып, ярһып атлауымды дауам иттем. Урман юлына төшкәс, бер аҙ тынысланғандай булдым. Ҡоштар һайрауы, сиңерткәләр тауышы, урман шишмәһенең сылтырауы күңелемә дауа ине. Шишмәнән ятып һыу эсеп, һалҡын һыуы менән битемде сайҡатып алғас, тағы ла еңелерәк булып китте. Күктәргә ҡараным. Ә унда – шундай тыныслыҡ, тынлыҡ. Шул ваҡыт ошо тынлыҡты боҙоп, бер йыр яңғыраны:

Бейек тауға менеп,

Ташҡа баҫып

Һин ҡарарһың. Бәғрем,

Мин булмам…

Ибраһим бит был! Уның тауышы, уның йөрәк аһәңе… Үләнгә ятып, өнһөҙ генә илап ебәрҙем. Эҙләй сыҡҡан, күңеле һиҙгән минең көтмәгәнемде. Әле урман яңғыратып йырлауы ла мин ишетһен, тауыш бирһен, тип… Ни генә ҡылайым һуң? Эй өҙгөләнде йәнем! Берсә йырға ҡаршы йүгергем килде, берсә ҡушылып йырлағы… Тик аҡыл хистәрҙән өҫтөнөрәк булып сыҡты шул. Йыр алыҫлашып юғалғансы үләнгә ҡапланып яттым. Эй, ғәзиз ергенәм, ал минең ғазаптарымды һыуырып, һеңһендәр улар үлән-сәскә араһына. Ҡотолдор, зинһар, мине ошо мәңгелек ғазаптан. Инде күпме йәшәйһем ҡалған, йән тыныслығы бир миңә, Тәңрем…

Шулай, ни тере, ни үле күпме ятҡанмындыр. “Шап” итеп кабина ишеге ябылыуын да, машинаһының гөжләп ҡуҙғалып китеүен дә – бөтәһен дә ишетеп яттым. Ибраһимдың “Минафа-а-ам” тип үҙәк өҙгөс итеп урман яңғыратып ҡысҡырыуы ла оҙаҡ яңғырап торҙо ҡолағымда. “Нишләйем һуң, йәнем, шулай кәрәк. Яҙмыштарҙан уҙып булмай шул, ғәфү, ғәфү ит, зинһар, мине”, – тип өҙгөләнеп, йәнем-тәнем илап күпме ятҡанмындыр. Тик ҡайтырға кәрәклеге, һуңға ҡалып, төнөн урманда ҡалыу ҡурҡынысы айырҙы ерҙән. Ауырайып, ҡурғаш тултырылған кеүек тәнемде көс-хәл менән күтәреп, ҡайтыр һуҡмаҡҡа төштөм.

Көтөү ҡаршылауға ҡайтып керҙем өйгә. Сабир инеү менән кәйефем юҡлығына иғтибар итеп:

– Бер-бер хәл булдымы әллә, төҫөң ҡасҡан? – тип һорап ҡуйҙы.

– Юл оҙон бит, арытҡан, үтер, үтер, бер аҙ хәл алам да сәй эсеп алырбыҙ күстәнәстәр менән, – тигән булдым.

Тик йөрәгем урынынан ҡупҡайны. Сығып китерҙәй булып тибә. Нимә булды был? Өнмө, төшмө? Ысынлап та, Ибраһимды күрҙемме мин? Күргәс, ниңә ҡасып ҡайтып киттем йәш ҡыҙыҡай кеүек, тип үҙ-үҙемде әрләп, йәнемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй бәргеләндем. Шул көндән башлап йәшәүем мәғәнәлерәк, көндәрем йәмлерәк, төндәрем тынысыраҡ булып китте. Иҫән-һау бит, ана ниндәй машиналарҙа йөрөй, начальник кеше бит, тип уның өсөн ғорурланыу хисе биләне күңелемде. Уның ҡайҙалыр йәшәп ятыуы, иҫән-һау булыуы, һаман да мине яратыуы йәшәргә көс бирҙе миңә, балаҡай. Һөйөү хисе ташламаһын кешене. Йәндә һөйөү булмаһа, йәшәүҙең мәғәнәһе лә юғала ул.

Ә бына хәҙер Ибраһимым йырлаған йыр – минең йырым. Эскәйҙәрем бошоп китһә, “Томан”ды һуҙам. Йырлайым да илайым. Ә күңелемдә шундай илаһи тынлыҡ ярала, шул йыр эсендә йөҙәм. Йырлай-йырлай йөҙәм.

Иртә лә генә томан,

Кис тә томан.

Был томанҡайҙарға ни булған…

Гөлшат Саматова.

Читайте нас: