Бөтә яңылыҡтар

Сиделка

- Эй, Хоҙайым, сабырлығыңдан айырма, - тине ҡатын сирленең күҙҙәренә ҡарап. Мыжғып торған Мәскәү ҡалаһының ун биш ҡатлы йортоноң туғыҙынсы ҡатында бер бүлмәле фатирҙа йәшәгән Зоя Михайловнаны ҡарауы бөгөн ҡыҙғаныс. Арҡа һөйәге ике урындан оҙаҡ ятыуҙан тишелгән, эрен аға. Күрәһең, сиделкалары ла шулайыраҡ булғандыр. Был донъяла түшәктә япа - яңғыҙ ҡалыуҙан да ауырырағы юҡтыр. Беҙ һау саҡта һаулыҡтың ҡәҙерен белмәйбеҙ шул. Бына шулай барыһы ла һәр ваҡыт яҡшы барыр кеүек. Ана, Ленинград шоссеһын ҡара. Себен һымаҡ йөрөгән машиналар бер - береһенән ярышалар. Әгәр беҙ ҡартлығыбыҙға алдан әҙерләнһәк бәлки улай булмаҫ ине. Хәйер, яҙмышты кем белә инде. Ҡайҙа абынырың билдәле булһа икән!

- Мине туғыҙынсы этаждан тәҙрәнән генә ташлағыҙ, зинһар. Бер ниндәй ҙә ярҙам кәрәкмәй миңә! Арыным. Йәшәремде йәшәнем. Кешене лә, үҙемде лә яфалағым килмәй. Зинһар, ырғытығыҙ, -тип ялбарҙы Зоя Михайловна.
- Оҙаҡ түҙҙем. Инде сабырлығым һынды, йәшәгем килмәй...
Уның күҙҙәренән тәгәрләгән йәштәре Ғәлиәнең күңелен тетрәндерҙе. Уйға һалды. Кеше шулай йәшәй - йәшәй ҙә көндәрҙең береһен дә кеше көнөнә ҡалып, үлем һорап ятһын әле. Ғәлимә Зоя Михайловнаның һүҙҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышты:
- Сәй эскегеҙ киләме? Әйҙәгеҙ сәй ҡуяйым. Аллаһ сабырлыҡ бирһен. Аллаһы биргән ғүмерҙе йәшәмәй, ул ҡушҡанды күрмәй гүргә инеп булмай.
- Юҡ, юҡ. Түҙер әмәлем ҡалманы. Арыным, ҡыҙым. Бер нимә лә ашағы ла килмәй. Әле бөгөн дуҫтарым килде.Улар ҙа минең тәҙрәнән төшөүемде һоранылар, - тине.
Ғәлимә аңламаны. Бөгөн бит берәү ҙә килмәне. Ниңә улай тине һуң әле?
- Һеҙгә тынысланып аҙ ғына йоҡлап алырға кәрәк. Бына күреп торорһоғоҙ, тиҙҙән һауығып йүгереп йөрөрһөгөҙ әле.
- Ҡайҙан инде, нисек йүгерә ти, - тауыш ҡалтыранып сыҡты.
Зоя Михайловна ғүмер буйы яңғыҙ йәшәүенә ҡарамаҫтан үҙ донъяһын үҙе бағырға өйрәнгән. Бер ваҡытта ла тормошҡа сыҡмаған. Бала тапмаған. Мәскәү институттарының береһендә ғүмер буйы документтар менән эшләгән апаның тормошо пенсияға сығып яңғыҙ йәшәй башлағас ҡырҡа үҙгәрә. Йәй көндәре ярай баҡсаһына йөрөй, ваҡыт һиҙелмәй үтә. Тик бына ҡыш көндәрен үткәртеп ебәреүе оҙон. Шулай булһа ла бирешмәй. Бәйләмен бәйләй, үҙ - үҙенә эш табып тора. Тик көндәрҙең береһен дә уның тормошо баш түбән әйләнә. Ул ғүмер буйы йәшәгән донъяһында ҡапыл башы әйләнеп тәгәрәп арҡа һөйәген һындыра. Табиптар нисек кенә тырышып ҡараһалар ҙа ул башҡаса аяҡҡа баҫа алмай, түшәккә ята.
Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәгәнлектән, туғандары, балалары булмау сәбәпле, ике туған һеңлеһе уға сиделка эҙләй башлай. Сиделкаларҙың да ниндәйҙәре лә булмай.
- Зоя апаның характеры еңел түгел. Күпме кеше килеп ҡараны инде, иң күбе бер айға сыҙай ҙа тиҙерәк ҡасыу яғын ҡарайҙар. Сабырлығығыҙ етһә эшләп ҡарағыҙ. Эш хаҡын ваҡытында алырһығыҙ, аҙыҡ-түлек аҙнаһына ике тапҡыр алып килеп торасаҡтар. Һеҙҙән иң мөһиме сабырлыҡ талап ителә, - тигәйне Валентина Ивановна эшкә ҡабул иткәндә. - Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай.Иң мөһиме өй тыныс.Ишек ҡағып йөрөгән кешеләр булмаясаҡ. Телевизор бар. Бөтә кәрәк - яраҡтар менән мөмкинселек булдырылған. Тик оло кешенең күңелен күреп, өҫтөн алмаштырып, матур итеп ҡарау төп бурыс итеп ҡуйылған. Төндә йоҡламаған ваҡыттары була. Сабырлыҡ талап ителә. Памперс кейҙергән осраҡтар ҙа була. Йөрөй алмағас бөтә нимәгә лә ярҙам итергә кәрәк буласаҡ...
Ғәлиәнең бындай ауыр хәлдә ятҡан кеше менән быға тиклем бер ваҡытта ла осрашҡаны юҡ ине әле. Кинолағы һымаҡ, тип уйлап ҡуйҙы ул өнһөҙ генә йоҡоға талған әбейгә ҡарап. Нишләйһең... Түҙергә кәрәк буласаҡ. Тәүге көндә Ғәлиә төнө буйы йоҡлай алмай сыҡты. Әбейҙең ыңғырашыуы, тәҙрә аша ырғытығыҙ тип ҡысҡырған тауышы йөрәген ярҙы. Әле ярай йоҡлап китте әле. Ҡатын үҙе лә бер аҙ ял итеп алырға булды. Күҙҙәре йомолоп та та өлгөрмәне, төш күреп ята имеш. Ауылы төшөнә инде. Бала сағы, бөтәһе лә өйҙә. Атаһы ла иҫән. Гармунын ҡулына алып ниндәйҙер матур көй уйнай. Әсәһе ҡушылып йырлай. Шулай матур төш күреп ятҡанда Ғәлиә әбейҙең тауышына һикереп тороп ултырҙы. Их, тыуған яғында эш булһа шулайтып йөрөр инеме һуң? Ул сәсрәп илай башланы.
- Һеҙ ниңә илайһығыҙ? - Зоя Михайлованың тауышына һиҫкәнеп китте Ғәлиә, - Күңелегеҙҙе нимә борсой?..
- Төш күрҙем... Ауылымды, - тип ҡатын нығыраҡ һулҡылдарға кереште.
- Һеҙ мине урамға сығарып ташлағыҙ, ә үҙегеҙ ҡайтып китегеҙ... Һеҙҙе бит берәүҙә тотмай.Берәүҙә ҙә белмәйәсәк.Ҡара тоҡҡа һалып бәйләгеҙ...
Был һүҙҙәрҙе тыңлар көсө ҡалмаған Ғәлиә йүгереп балконға сығып: - Эй, Аллам, сабырлыҡтар бир! Ирегеп килмәнем бит, - тип һыҡтаны. Бер аҙҙан тынысланып әбейгә ашарға бешереп килтерҙе. Өҫтөн алмаштырҙы. Матур итеп йыуындырып һалды.
- Рәхмәт, бик ҙур.Һин бит урыҫ ҡыҙы түгел. Һин цыганкамы?- Зоя Михайловна уға ҡыҙыҡһынып текәлде. Бер аҙҙан өҫтәп ҡуйҙы:- Кем булыуыңа ҡарамаҫтан ҙур рәхмәт. Матур итеп тәрбиәләнең. Инде күҙ йомоп ял итергә була.Аллаға шөкөр, тамаҡ туйҙы.- тине лә әбей, бер нөктәгә төбәлеп уйға ҡалды. - Беҙ бит һуғыш балалары бер ваҡытта ла рәхәт күрмәнек. Бала саҡтан етемлектә үҫтек, аслы - туҡлы йәшәнек. Хәҙер генә тормош матурланды.Ризыҡ күп. Тик беҙ генә түшәккә яттыҡ. - Беҙ һуңлап осраштыҡ, ҡыҙым, һау бул, бәхил бул...Мин һине онотмам. Ишетәһеңме?- тине ҡалтыранып. Ҡулдарын һорап алып Ғәлиәнең ҡулдарынан үпте.- Изгелегең өсөн рәхмәт, мин яратам һине, - тип бышылданы.
84 йәшлек әбейҙең был һүҙҙәре Ғәлиәне тетрәндерҙе.
- Эй, Хоҙайым, сабырлығыңдан айырма, - тине ҡатын сирленең күҙҙәренә ҡарап. Мыжғып торған Мәскәү ҡалаһының ун биш ҡатлы йортоноң туғыҙынсы ҡатында бер бүлмәле фатирҙа йәшәгән Зоя Михайловнаны ҡарауы бөгөн ҡыҙғаныс. Арҡа һөйәге ике урындан оҙаҡ ятыуҙан тишелгән, эрен аға. Күрәһең, сиделкалары ла шулайыраҡ булғандыр. Был донъяла түшәктә япа - яңғыҙ ҡалыуҙан да ауырырағы юҡтыр. Беҙ һау саҡта һаулыҡтың ҡәҙерен белмәйбеҙ шул. Бына шулай барыһы ла һәр ваҡыт яҡшы барыр кеүек. Ана, Ленинград шоссеһын ҡара. Себен һымаҡ йөрөгән машиналар бер - береһенән ярышалар. Әгәр беҙ ҡартлығыбыҙға алдан әҙерләнһәк бәлки улай булмаҫ ине. Хәйер, яҙмышты кем белә инде. Ҡайҙа абынырың билдәле булһа икән!
Көндәр үтә торҙо. Ғәлиә Зоя Михайловнаның характерына тулыһынса өйрәнеп алды. Учасковый врач: - Нисек шулай матур итеп ҡараһығыҙ.? Ысын күңелдән икәне күренеп тора. Хәҙер күрәһегеҙме? Арҡа һөйәгендәге тишелгән урындарын ямап ҡуйғандармы ни? Бер нимә лә аҡмай. Бына ошо дарыуҙарҙы яҙҙым, ваҡытын бутамай бирерһегеҙ. Йүткереүен баҫасаҡ, - тип ҡабаланып сығып китте.
Ысынлап та әбейҙе ҡарағанға ярты йыл булып киткән икән шул. Ошо дәүер эсендә бик күп һынауҙарҙы үткән Ғәлиә врачтың һүҙенә һөйөнөп ҡуйҙы. Ул әбейҙе ысын күңелдән яратып, хөрмәт итеп өлгөргәйне шул. Магазинга йүгереп сығып килгәндә ҡабаланып ҡайтып инә әхирәтенең хәле нисек икәненә борсолоп. Зоя Михайловна үҙ һүҙле булыуына ҡарамаҫтан иҫ киткес яҡшы кеше булып сыҡты.Ул да Ғәлиәне яратып өлгөрҙө.
Татыу йәшәнеләр. Сабырһыҙлығы өҙөлөп көнөнә Зоя Михайловна бер тапҡыр илап алһа ла, Ғәлиәне янына саҡырып рәхмәт уҡый.
- Мин бит кадрҙар бүлегендә генә эшләнем документтар менән. Эшкә барҙым да ҡайттым. Ғүмеремдең шулай тиҙ үтеп китеренә һаман ышанмайым. Бер туған ағайымдың ҡыҙы килеп китә. Башҡа берәүем дә юҡ. Мин был фатирҙы уға яҙып өлгөрҙөм, - тип уфтанды әбей.
Ғәлиә уны эшкә алған ҡатынды күҙ уңында тотто.
- Пенсиямды ла улар алалар. Егерме сутый еремдә уның ҡыҙына яҙылған. Килеп тә әйләнмәйҙәр. Һин уларға риза бул. Мине улар ҡарарға тейеш тә бит, - тип Ғәлиәнең ҡулдарынан һөйҙө.
- Миңә һеҙҙең бер нимәгеҙ ҙә кәрәкмәй. Беҙ бер - беребеҙгә ярҙам итер өсөн йәшәйбеҙ.
- Әгәр үлеп китһәм, - фатирымдан булһа ла нимә кәрәк үҙеңә шуны алырһың, - тине әбей йылмайып.
Ғәлиә әбейҙе шулай 2 йылға яҡын ҡараны. Тәрбиәләне. Төнө буйы йоҡламаған мәлдәре булһа ла Аллаһы Тәғәләбеҙ өсөн тип һәр нимәгә риза булды. Көндәрҙән бер көндө Зоя Михайловна ҡапыл ғына ҡаты сирләп китте.
Ул ым менән генә Ғәлиәне саҡырып алып башынан һыйпап, ҡулдарынан үпте. Һәм көскә: "Бәхил бул, ҡыҙым" - тип бышылданы. Ғәлиә "тиҙ ярҙам" саҡырып ҡан баҫымын үлсәтергә булды.
- Бәй, беҙҙең Зоя Михайловна. Һаман йәшәйме? Беҙ бит уны күптән мәрхүмдер, тип уйлағайныҡ, тип врачтар әбейҙең ҡан баҫымын үлсәгәндән һуң...- Был юлы бөтәһенә лә әҙер булығыҙ. Бик матур итеп ҡараған өсөн генә шулай оҙаҡ йәшәне. Рәхмәт һеҙгә, - тип сығып киттеләр.
Зоя Михайловна тәмле йоҡоға талды. Ул шул тиклем матур итеп хырлап йоҡлай ине.
,, Атайым менән әсәйем килде.Мине моғайын алып китерҙәр. Бик күп яфаландым бит инде. Ҡараның рәхмәт " - тигәйне ул кисә. Күрәһең төш күргәндер.Ғәлиә әбейгә ҡарап оҙаҡ ултырҙы. Ваҡыт - ваҡыт үкһеп алды. Туғандарына ла әбейҙең туғандары күпме йәшәгең килә йәшә тиһәләр ҙә, тиҙ генә әбейҙең хәле насарайыу тураһында хәбәр итһә лә улар:,, Беҙгә, үлгәс кенә хәбәр итерһең, " - тип ҡырт киҫтеләр. Зоя Михайловна шулай матур итеп йоҡлап киткәндән һуң башҡаса күҙен асманы. Күрәһең, ул үҙе әйтмешләй ата - әсәһе янына мәңгегә йоҡоға талғандыр. Ғәлиә түгелеп илаһа ла уны алып киткәс өй ҡот осҡос бушап ҡалды.Уның ҡараштары, әйткән һүҙҙәре ҡолағына йыйып илай - илай сығып йүгерҙе...

Зөлфиә ФӘЙРУШИНА.

 

Сығанаҡ:https://shonkar.com/news/-bi-t/2023-10-24/sidelka-hik-y-z-lfi-f-yrushina-3491092

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: