Ҡартына бер-нисә тапҡыр: «Аш бүлмәһенә телевизор алайыҡ»,-тип, инәлеп ҡараны ла, уныһы тыңламағас, һис бошоноп тормай, үҙенә андроидлы ғына телефон да алып ебәрҙе. Киноһын да шунан ҡарай, аш йүнәткән арала ҡолағына тығып, “Юлдаш»ты ла тыңлай. Йә көлөп ебәрә, йә алып барыусылар менән һөйләшә башлай.
Рәжәп ҡартҡа был оҡшап етмәй, әлбиттә. Әүәлерәк әбейе уның янына хет телевизор ҡарарға тип, килеп ултыра торғайны. Ә ул әбейенә «Көт мине» менән «Мөғжизәләр яланы”н күрһәтмәй, эре генә футбол йә булмаһа хоккей ҡарай. Пульт өсөн дә талаш уның мөнфәғәтенә яҙа торғайны. Һәм был уның үҙенә күрә бәҫен күтәреп ебәрер ине. Һуңғы ваҡыт ҡарсығы ауыҙ асып бер һүҙ өндәшмәй. Рәжәп ҡарттың өндәшеүенә лә, тиҙ генә ҡолағынан теге әкәмәттәрен алып тыңлап ала ла, арлы-бирле яуап биреп, ҡолаҡсындарын кире тығыр булып китте. «Шуға нимә, тип әйтәһең инде. Бик эреләнде әле был!»- үҙаллы һөйләнеп алды ла, елкәһен ҡашып, уйға талды Рәжәп ҡарт.
-Ҡаланан улыбыҙ ҡайтһа, мин дә һөйләшеп ҡарайым әле, ҡарсыҡтыҡы кеүек телефонды әллә мин тота алмайыммы?
Шулай итеп ҡарт улының ялға ҡайтҡанын көтөп алды. Аҡсаһын тотторғас, улы күп һөйләнеп торманы:
-Була ул, атай! Афарин, доньянан артта ҡалырға ярамай!- тип кенә хупланы. Был һүҙҙәр әле үк ҡарсығына мәрәй ҡайтарғандай тәьҫир итте Рәжәп ҡартҡа. Ул иркен һулап ҡуйҙы. Хәҙер улының киләһе ялын ғына көтөү ҡала.
Ҡартының өр-яңы телефонлы булыуы Ғәйниә ҡарсыҡҡа ҡайғы ғына булды- мәшәҡәт өҫтәне:
-Әбей, кил әле, хәҙер ҡайҙа баҫайым? Үҙеңдеке һымаҡ миңә лә шуны эшләп бир әле! Ҡара әле, әллә нимә килеп сыҡты? Хәҙер нимә эшләтәйем?
-Ә һин ни эшләп белмәгән ереңә баҫаһың һуң? Алйыттың бит! Мине әллә һакер тип беләһеңме?
-Йә-йә, бызылдамай ғына тағы күрһәтеп бир ҙә...
-Кил, бына ҡарап тор. Онотма, бутама.
Сөкөрләй-сөкөрләй ҡарсыҡ ҡартына телефон буйынса ликбез үткәрә. Бер аҙналай ҡарт ҡолағынан төшөрмәй «Юлдаш»ты тыңлап йөрөнө. Эш менән булһа ла, тәмәке тартһа ла, хатта бәҙрәф тә лә телефонынан айырылманы. Кәртә эсендәге эштәре лә ырап киткәндәй тойолдо.
... Бер көн кис ҡарт ҡарсығына әкрен генә яҡынлашты ла, мөрәжәғәт итте. Уның радио тыңлап йөрөү менән генә сикләнгеһе килмәй ине, үҙе яратҡан йырҙарҙан исемлек төҙөп, шуларҙы айырым тыңлап буламы икәнлеген һорашты. Икәүләп төн уртаһына тиклем йырҙар һайланылар. Ҡартының балалар кеүек шатланыуы ҡарсығына ла күсте. Ҙур эш башҡарғандай, арып-талып бик ҡәнәғәт йоҡларға яттылар.
Иртәнге сәй күңелле генә үтте . Ни тиһәң дә, ҡарттың да, ҡарсыҡтың да бөгөнгә пландары ҙур ине. Ғәйниә ҡарсыҡ әхирәтенә ҡышҡылыҡҡа салат ябырға барырға йыйынһа, Рәжәп ҡарт әле бер кемгә лә әйтмәгән хыялын тормошҡа ашырырға маҡсат ҡылды. Ул да булһа, ҡапҡа төбөнә семәрләп-семәрләп өр-яңы эскәмйә яһап ултыртыу. Иҫкеһе сереп бөткән инде.
Ҡарсығы сығып китеү менән байтаҡ ҡына ваҡыт тәмәкеһен көйрәтеп, эшләнәһе эскәмйәне күҙ алдына килтереп, тегендә-бында ятҡан таҡталарын, оҫталыҡ ҡоралдарын барланы. Верстагы янына ут һуҙҙы. Үлсәмдәр алып киҫеп тә сыҡты. Шул ерҙә уның телефоны иҫенә төштө. Ни өсөн ул кисә ҡарсығы менән төнө буйы көйҙәр һайлап ултырҙы һуң әле?
-Хәҙер, беҙ уны!-бысҡан таҡтаһына ҡарап күҙ ҡыҫты ла, телефонын алып көй ҡуйҙы. Ҡолаҡсынһыҙ ғына тыңларға булды. Шундай күңелле, дәртле йыр кәртә эсенә тулды. Боронғо йыр түгел, яңыса, заманса.
-Үҙебеҙҙең заман йырҙарына етмәһә лә, ҡай саҡ йәштәр ҙә йырлай белә шул,-тип, ҡарт ләззәтләнеп тыңлай-тыңлай эшен дауам итте. Дәртле көй дәрт өҫтәй инде: ҡартыбыҙ ҙа көй ыңғайына ғына хәрәкәт итә.Көй туҡтаны. Рәжәп ҡарт оҫталыҡҡа мөкиббән тотондо. Икенсе көйҙөң аҙағында ғына ул ул тәүге көйҙөң ҡабатланғанын һиҙеп ҡалды. Шулай ҙа әһәмиәт бирмәне, ҡарсығы бер көйҙө ике тапҡыр яҙҙырғандыр, тип уйланы. Өсөнсө тапҡыр ҙа шул уҡ йыр башланды. Ярай, йырлаһын инде тағы берҙе, матур йыр бит, тип эшен туҡтатманы ҡарт. Дүртенсе ҡатҡа шул уҡ йырҙың яңынан башланғанын һиҙмәй ҙә ҡалды оҫта. Ҡушымтаһын отоп алып, ҡушылып һупалап та ебәрҙе хатта:
Һин минең осор ҡанат ул,
Мин һинең осор ҡанат.
Пар ҡанаттар булып икәү,
Осорбыҙ алға ҡарап.
Көйҙөң бөткәнен көтмәне, эш ҡоралдарын ситкә ҡуйҙы, бирсәткәләрен систе, телефонын ҡулға алды, блокты асырға маташты, ләкин....өлгөрмәне, теге йыр яңынан «эшен» башланы. Рәжәп ҡарт йән-яғына ҡаранып алды, күрше-күлән күҙәтеп тормаһын, йәнәһе. Әһә, тапты! Телефонын икенсе йырға күсерҙе. Моғайын, ҡалған йырҙарҙы сират буйынса тыңлар...Тәмәкегә лә туҡтамай эшенә тотондо. Башлаған эшем ырамлы ғына бара былай, тип ҡыуанды. Тик, һуңғы ҡуйған йыр бөткәс тә, теге тәүге йыр тағы башланды бит.
Иңләп тормоштоң күктәрен,
Осорбоҙ алға ҡарап...
Рәжәп ҡарт бер килке телефоны яғына ҡарап торҙо, унан ҡул һелтәне, йырлаһын, йәнәһе, бында эш мөһимерәк. Шулай ҙа сираттағы йырҙың башланыуын түҙемле генә көттө. Ләкиин өмөтө аҡланманы, тағы теге йыр... Йорт хужаһы ҡулындағы таҡтаһын ҡосаҡлап, верстагы янындағы ултырғыс ролен башҡарған түмәргә ултырҙы. Ике күҙе телефонында. Нимәһен көйләй белмәйем икән мин бының, хәйерһеҙ, ни ҡарсыҡ өйҙә юҡ, тип һуҡрана-һуҡрана баш ватты. Теләр- теләмәҫ кенә таҡтаһын ҡоймаға һөйәне, бирсәткәләрен систе, телефонын блоктан сискәнсе биҙҙерер хәлгә еткән йыр, инде нисәнсегә яңғырай.... Ҡарт һуңғы түҙемлеген төйнәп, тағы ла кисә йыйған йырҙарҙың исемлегенә баҫты. Исемлектең ҡап уртаһынан башларға булды. Әсәйҙәр тураһында моңло ғына йыр ағылды. Күңеленә шундай ятышлы йыр табыуы ҡартты бөтөнләй тиерлек тынысландырҙы. Хатта үткән быуатта ятып ҡалған бала сағын, атай-әсәйен иҫенә төшөрөп, тәмәкеһен ҡабыҙҙы. Был йырҙы тағы тыңлағыһы килде, яңынан шул йырға баҫты. Тороп таҡталары янына килде. Әллә нисә тапҡыр иғтибарын ситкә йүнәлтеүе арҡаһында, ҡайһы таҡтаны ҡайҙа ҡуйырға икәнлекте онотоп буталды. Асыуы килде. Уның ҡарауы, моңло йырҙан һуң, әлеге лә баяғы, ни сәбәптәндер, тағы ла тәүге йыр үҙ нәүбәтендә «пар ҡанатланып осто»:
Осорбоҙ алға ҡара-а-ап.
Осорбоҙ алға ҡара-а-ап....
Рәжәп ҡарттың һарыуы ҡайнаны. Ҡайһыныһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй торған таҡталарын алып һелтәне, ҡалтыранған тауыш менән:
-Хә-ә-әҙер осаһың, мөртәт! Алғааа ҡара-а-ап!- тине лә, асыуынан ҡалтыранған ҡулдары менән телефонын баҡса яғына осорҙо. Телефон өйөрөлөп-өйөрөлөп алыҫҡа барып төшөүгә, ҡарт тертләп ҡуйҙы.
-Әрәм иттем, шәйт! Инәңде эт йыҡҡыры!!!- тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе лә һәйкәл кеүек ҡатып ҡалды. Ташҡа төшмәһә ярар ине, тигән уй мейеһен ярып үтте. Күп тә үтмәй, баҡсалағы түтәл араһынан теге йырҙың дауамы ишетелде. Рәжәп ҡарт ҡатып торған еренән терелеп китте. Тирә-яғына алан-йолан ҡаранды ла баҡсаға инеп китте. Быуылып илап ятҡан сабыйҙы йыуатып ҡулына алғандай:
-Әү-әү! Остоңмо? Осҡоң килгәнгә остоң инде. Онталмаһаң ярар ине?- үсәгәндәй һөйләнеп, ҡарт өлтөрәп барып телефонын ҡулын алды. Телефонының төшкән ере ҡуйы кишер түтәленә тура килгән, сыйылмаған да хатта. Әйләндереп алдын-артын ҡарап сыҡҡас:
-Малади-и-ис, телефон! Ана шулай хужаң кеүек бул, бирешмә,-тип телефонын маҡтап-маҡтап һүндереп, ҡәҙерләп кенә кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ла үҙенә үҙе өндәште:
-Әйҙә, Рәжәп, юҡ-бар менән башыңды бутама, башлаған эшеңде бөтөр.
Ҡарсығы ҡайтыуға йорт хужаһы иҫке эскәмйәне саҡ алыштырып өлгөрҙө.Яңы эскәмйәһенә ултырып Ғәйниәһен ҡаршы алды ул.
-Әйҙә, әбей, ултыр яныма.-Рәжәп ҡарттың йөҙө май ҡояшындай балҡыны. Эскәмйәнең яңырғанын күреп Ғәйниә ҡарсыҡ та ихлас ҡыуанды. Ҙур кинәнес менән ҡарты янына ҡунаҡланы. Яңы йышылған ап-аҡ ҡына, ҡарағай еҫе аңҡып торған таҡталарҙы ҡулы менән һыйпауҙан рәхәтлек тойҙо.
-Ну, бабай, эшләһәң ҡулыңдан килмәгән эш юҡ та инде,-тип ҡырҡ биш йыл бергә ғүмер иткән ҡартын маҡтап та алды. Унан ҡартына әйләнде: --Тамағыңа ашаныңмы исмаһам, өйгә инеп? Әҙерләп киткәйнем бит?
Һиҙмәй буламы һуң Ғәйниә, һиҙҙе, ҡартының күҙҙәре хатта майланып киткәндәй ҙәһә.
-Әллә эстеңме, бабай? Берәйһе килеп киттеме?
-Ю-у-уҡ! Һин нимә?- Рәжәп ҡарттың күҙҙәре йоп-йоморо булды.
-Әтеү, нимә булды? Ай-Һай нимәнелер әйтеп еткермәйһең.
- Бына яңы эскәмйәгә шатланып ултырам, етмәһә телефондағы йырҙар нисек һуң әле. «Осорбоҙ алға ҡарап», тип йырлайҙар, әбей!
Бер ни аңламаған әбейен иңенән ҡосаҡланы. Сыҙаманы үҙе шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
-Бар инде, бар өйгә ин, ашыңды әҙерлә. Хәҙер инәм.
Ҡарт аулаҡлап ике ҡулын ике яҡҡа эскәмйәһенең һөйәнгесенә һуҙып һалды ла тирә -яҡты күҙәтте. Йәнәһе, күрегеҙ, ауылдаштар, Рәжәп ҡарттың оҫталығын—бирешмәй әле ул! Шул уйҙарына тағы ла мәрәкәле, серле мутлыҡ менән, осабыҙ алға ҡарап, тип өҫтәп ҡуйҙы ла, әбейенең ашҡа саҡырыуын көтә-көтә йылмайып ултырыуын дауам итте.
Рәшиҙә МАНСУРОВА.