Бөтә яңылыҡтар

Иң ауыр мәлдә ҡәйнәм ҡул һуҙҙы

Килен менән ҡәйнә бына тигән итеп татыу йәшәп китте. Хаҡлы ялға сығып өлгөрөүенә ҡарамаҫтан, көс-дарманы етерлек булған йәш сырайлы ҡәйнәһе эшен ташламағайны әле. Килене уның ҡайтыуына тәмле ризығын әҙерләп көттө, өй ҙә бөхтә булды, ейәндәре лә гел ҡараулы. Әминәнең уңғанлығын баһалап өлгөргән ҡәйнәһе элегерәк уға ҡарата ҡорораҡ булғанына уңайһыҙланып та ҡуя ине шикелле.

 
 Бөгөн ире, эштән ҡайтып инеү менән, бер һүҙ ҙә өндәшмәй әйберҙәрен йыя башланы. Оло сумкаға бар кәрәк-ярағын, кейемдәрен тултырҙы...

Балалары иҙрәп йоҡлай, ә Әминәнең күҙендә тамсы ла йоҡо әҫәре юҡ. "Хәҙер ни эшләргә? Нисек йәшәргә, балаларҙы ҡайһылайтып үҫтерергә?..." Бөгөн ире, эштән ҡайтып инеү менән бер һүҙ ҙә өндәшмәй әйберҙәрен йыя башланы. Оло сумкаға бар кәрәк-ярағын, кейемдәрен тултырҙы.

Икенсе оста имсәк ҡыҙын ҡосаҡлап бәүетеп торған ҡатыны ла, бер һүҙ әйтә алмай, баҫҡан урынында тораташтай ҡатып, ирен күҙәтте. Былайға уҡ барып етер тип һис уйламағайны ул. Әмир йөрөп туйыр ҙа, аҡылына килер, балаларҙы ташлап китә алмаҫ, тигәйне. Юҡ икән шул... "Ысынтылап яратҡан кешемде осраттым. Башҡа һинең менән ҡала алмайым" тигәне дөрөҫ булып сыҡтымы икән ни?..

Бына Әмир кәштәлә ятҡан банк картаһын барып алды, түш кеҫәһенә тыҡты. Тотонолмай торған, фатирға тәүге иғәнә итеп түләргә тип аҡса йыйып барған картаны... Унан, "атай ҡайҙа бара, әсә-әй?" тип әсәһенең итәгенән тартҡылаған дүрт йәшлек кенә улын да, бер йомарламдай ғына ҡыҙсығын да ҡосаҡлап тормай, ишеккә йүнәлде. Хушлашманы ла...

Ишек шарт итеп ябылған ыңғайы Әминә иҫенә килгәндәй булды. Артындағы диванға лып ултырҙы. Ниндәйҙер бәлә килгәнен аңлағандай шымып ҡалған сабыйҙарын үҙенә ҡыҫып, күҙен йомдо. Өҫтөнә олоғара тау ишелеп төшкәндәй тойҙо ул үҙен. Оло донъяла ике бәләкәй балаһы менән япа-яңғыҙ, терәкһеҙ ҡалған меҫкен йәш ҡатын.

Бер нисә көн шаңҡып йөрөгән йәш әсәнең ҡулына эш, тамағына аш барманы. Һөтө ҡырҡа кәмеп, инде сабыйын да имеҙә алмай башлағас, алты айы ла тулмаған ҡыҙсығын яһалма туҡландырыуға күсерергә тура килде.

Уҡыуын тамамлағас та кейәүгә сығып, бер-бер артлы балалары тыуған Әминәнең ҡулында дипломы бар ҙа, эш тәжрибәһе юҡ. Эше лә табылыр ине, ә балаларҙы ни эшләтәһең? Ярты йәшлек кенә сабыйҙы. Ә аҡса кәрәк, күп кәрәк. Йәшәп ятҡан фатирҙары ялланған, уға түләп торорға көсөнән килмәҫ, хатта әсәләре ярҙам иткән хәлдә лә. Ауылда донъя көткән яҡындары төшөп ҡалғандарҙан түгел, әммә атаһы инде һаулығы буйынса эшенән китергә мәжбүр булғайны, пенсия аҡсаһының яртыһы дарыу, башҡа кәрәк-яраҡҡа китеп тора.

Әлбиттә, ҡыҙҙарының хәлен ишетеү менән яҡындары: "Үҙебеҙгә ҡайтаһың. Ил өҫтөндә сәпсек үлмәй. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырышырбыҙ", – ти һалды. Әсәһе бына-бына килеп төшөргә тейеш. Ауыр уйҙарына сумған Әминәне ишектәге ҡыңғырау тауышы һиҫкәндерҙе. "Әмир!.." – тип елкенгән йөрәген баҫа алмай, ишекккә йүгереп тигәндәй килде лә асып ебәрҙе. Унда ире түгел, ә ҡәйнәһе баҫып тора ине...


* * *
– Һаумы, килен... – ғәҙәттә дорфа ғына тауышлы ҡәйнәһенең тауышы баҫалҡы, хатта үтә яғымлы яңғыраны. – Күҙеңдән күрәм кемде көткәнеңде, әммә был мин... Үтергә яраймы?

Ҡаршыһында баҙап баҫып торған Әминә һүҙһеҙ генә баш ҡаҡты.
– Бөгөн генә ишеттем, килен, Әмир инеп сыҡты. Юҡһа сығып киткән көнөндә үк килеп етер инем, – тип һүҙ башланы ул. – Нимә тип әйтһәм дә, күңелеңә дауа була алмаҫ. Атаһына шул ҡәҙәре лә оҡшар икән! Төҫ-килбәте менән генә түгел, ҡатын-ҡыҙға битараф була алмағаны менән дә... Үҙе атайһыҙ үҫкәнгә күрә, балаларына шундай яҙмыш теләмәҫ ине лә кеше!.. – Ҡәйнәһе, ауыр көһөнөп, диванға барып ултырҙы ла дауам итте:

– Атаһы ташлап сығып киткәндә Әмиргә бит ни бары ете йәш ине. Бер нәмәгә мохтаж итмәнем, яҡшы итеп тәрбиәләргә тырыштым, ләкин шулай ҙа нимәнелер биреп еткермәгәнмен, күрәһең. Һиндәй яҡшы ҡатынын, гөл кеүек балаларын ҡалдырып сығып китерлек булғас!..

Әминә аш-һыу бүлмәһенә сығып, сәй ҡуйып ебәрҙе. Ҡәйнәһен һыйларлыҡ ризығы ла ҡалмаған икән. Бар һыйы — балалар печеньеһы ла ҡайнатма.

– Һин мәшәҡәтләнмә, килен. Сәй эсергә түгел, ыңғай хәбәр менән килдем. Бөгөн әйберҙәреңде йыйыштыр ҙа, иртәгә үк үҙемә күсереп алып ҡайтам!

Көтөлмәгәнлектән Әминәнең күҙҙәре шар асылды:
– Ҡу-уй, ҡәйнәм, кәрәкмәй... – тигәненә уныһы ҡул ғына һелтәне:
– Килен, ят кешеләр түгелбеҙ. Күрәләтә ике ейәнемде яҙмыш ҡосағына ташлайыммы мин?.. Нимәгә йәшәрҙәр, ҡайҙа йәшәрҙәр, нимә ашарҙар, тип уйламайыммы ни? Улай уҡ йөрәкһеҙ кеше түгелмен әле! Хәлеңде минән яҡшы аңлаған кеше юҡтыр. Егерме биш йыл элек үҙем ошо хәлдә ҡалдым, шуға асыҡ беләм!

Әминә иһә таң ҡалып, ни уйларға белмәй торҙо. Ҡәйнәһе уны бик яратып бөтмәй ине, ҙур ҡалала тыуып үҫкән улының ябай ауыл ҡыҙына өйләнеүен хушһынып етмәне. Әле килеп...

– Әсәйем килергә йыйына. Улар янына ҡайтып торормон, – тип мығырҙаны Әминә, тауышы ҡалтырап сыҡты.
– Ҡоҙаның хәле үҙенә башҡа, ҡоҙағыйҙың хәстәрҙәре былай ҙа баштан ашҡан. Унан, ауылда гел генә тормаҫһың, килеп, барыһын яңынан башлайһыңмы? Юҡ, ике лә уйлама. Ике бүлмәле фатирымда урын иркен, беләһең, һеҙгә генә етер. Йоҡо бүлмәһен бушата башланым, хәҙер ҡайтып эшен бөтөрөргә генә ҡалды. Ейәндәремде ҡарашырмын, ваҡыты еткәс, эшенә лә урынлашырһың, тормошоң яйланыр, – тип теҙҙе ҡәйнәһе.

– Ҡәйнәм, һуң бит Әмир... – тигәненә уныһы:
– Кеше ояһын туҙҙырып бәхетле булырға уйлаған ул нәмәһе менән килергә лә уйламаһын, фатихам юҡ! – тип кенә ҡуйҙы.

Икенсе көнөнә ҡәйнәһе йортона күсте килен. Ауылдан әсәһе килә һалып етте. Ике ҡоҙағый аш-һыу бүлмәһендә ярты төнгә ҡәҙәр сөкөрләште, балауыҙ ҙа һығып алды...


* * *
Килен менән ҡәйнә бына тигән итеп татыу йәшәп китте. Хаҡлы ялға сығып өлгөрөүенә ҡарамаҫтан, көс-дарманы етерлек булған йәш сырайлы ҡәйнәһе эшен ташламағайны әле. Килене уның ҡайтыуына тәмле ризығын әҙерләп көттө, өй ҙә бөхтә булды, ейәндәре лә гел ҡараулы. Әминәнең уңғанлығын баһалап өлгөргән ҡәйнәһе элегерәк уға ҡарата ҡорораҡ булғанына уңайһыҙланып та ҡуя ине шикелле.

Әмир яңы кәләше менән инеп сыҡты бер, әммә әсәһе уларҙы ишек төбөнән ары үткәрмәне. Тыуып үҫкән йортонда Әминәне күргән ирҙең күҙе шар булды. "Ә ул бында ни эшләй?!" тип тауышын күтәргәнгә әсәһе: "Минең киленем берәү генә. Ейәндәрем дә үҙемдеке, яттар өлөшөнә төшөп йөрөмәйем!.. Шуға һеҙҙе бында көтмәйҙәр!" – тип ҡаты ғына әйткән ыңғайы күҙе-башы буялған юлдашы сығып ысҡына һалды, артынан Әмиргә лә ишекте ҡаты ябып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Бәләкәй ҡыҙына ике йәш тулып уҙғас, Әминәгә эшкә урынлашырға ла форсаты тыуҙы. Ҡәйнәһе эшенән китеп, ейәндәрен ҡарашты. Ейәнсәре менән бергә өлкәнен баҡсанан барып ала, паркта йөрөйҙәр, унан өсәүләп Әминәнең эштән ҡайтҡанын көтәләр.

Ваҡыт үтә торҙо. Беренсе класҡа уҡырға барған ейәнен мәктәпкә өләсәһе лә оҙатып барҙы. Был ваҡытҡа инде Әмир теге өйҙәшен дә ташлап, өсөнсө ҡатын менән йәшәй башлағайны. Бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәтә, тип хаҡ әйткәндәрҙер, күрәһең.

Шул йылда Әминәнең яҙмышында Илһам пәйҙә булды. Етди, эшлекле, кешеләргә ҡарата ихтирамлы булған ир-егеткә ҡарата йөрөткән хөрмәт тойғоһоноң тора-бара яратыуға әйләнгәнен аңланы ул. Илһам иһә ҡатынды ҡабаландырманы, сабыр ғына янында булды.

Йәштәр кеүек, ҡәйнәһенән оялып ҡына осрашыуға барғылаған Әминәгә берҙән-бер көндө ҡәйнәһе: "Йә, етәр инде бала-саға кеүек ҡасып-боҫоп йөрөргә. Саҡыр өйгә, мин дә күрәйем", – тип йылмайҙы. Илһамды бер күреүҙән оҡшатты, "донъя көтә торған, ышаныслы кеше, балаларҙы ла ситкә типмәҫ" тип баһаланы.

...Әминә менән Илһамдың туйында ҡәйнәһе лә, ата-әсәһе менән бер рәттән, ҡәҙерле ҡунаҡтар араһынан урын алды. Бынан ары ла яңы ғаиләнең өйө уның өсөн һәр саҡ асыҡ булды. Йәштәр уны кәрәк саҡта ярҙамынан ташламаны, әле лә шулай дауам итә. Ейәндәре уның өсөн өҙөлөп тора. Ваҡытында оло йөрәклелек күрһәтеп, балаларына терәк була алғанға күрә, был ханым әле бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Изгелектәр шулай әйләнеп ҡайта икән!..

 

(Геройҙарҙың исемдәре ысынбарлыҡта тап килә ҡалыуы – осраҡлы хәл – авт.)

 Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас в