Бөтә яңылыҡтар

Һыналған мөхәббәт

Район үҙәгенә автобустар йөрөп тора. Ләкин ул такси саҡыртты. Ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтағас, тиҙ генә ишеген бикләне лә, сығып ултырҙы. Таксист боролоп та ҡараманы, һүҙ ҡушманы. Ынйы үҙе лә таныш булмаған кеше менән аралашырға яратмай. Тәҙрәнән ҡышҡы тәбиғәттең матурлығына һоҡланып барҙы. Кеше аяҡ баҫмаған ап-аҡ ҡар бөртөктәре ҡояш нурында ынйылай йымылдай.  Әле ҡасан ғына уҡыуын тамамлап, ошо юлдан беренсе тапҡыр үткән ине. Ете йыл һиҙелмәй ҙә үтеп киткән! Ул йылдарҙа ни генә булманы. Әммә ауырлыҡтар алдында һығылып төшмәне, ғорур булып ҡала белде. Күҙ йәштәрен бер кемгә лә күрһәтмәне. Хатта, ҡыҙым, тип өҙөлөп торған иренең әсәһенә лә...  – Килеп еттек, Ынйы. Ҡайтырға йыйынһағыҙ, үҙем килермен, бына минең визитка, – тине таксист.  Ынйы, ниндәй таныш тауыш, тип таксистҡа күҙҙәрен төбәне. 

 

Бәхеттең ниндәй икәнен мин инде ете йыл белмәйем. Мин туйға ла риза булманым. Кәләштәр кеүек аҡ күлдәк кеймәнем, сөнки теләмәнем. Булат, яҙылышып ҡайтҡас, ике ай ғына минең менән булды. Ауырға ҡалыу менән минән ситләште. Һөйәркәләренә наҙҙарын өләшеп йөрөгәс, мин уға ниңә кәрәк?

Ҡыш уртаһы булыуға ҡарамаҫтан,бөгөн күк йөҙө аяҙ. Шулай булһын инде, Ынйыға юлға сығыр кәрәк бит. Улай уҡ йыраҡ булмаһа ла, хәтһеҙ барырға. Ынйы күптән инде үҙенә матур тун алырға хыяллана ине. Ниһайәт, бөгөн тунға барырға булды. Ауылда йәшәһә лә мәктәптә эшләгәс, матур кейенергә кәрәк. Ынйы – юғары белшемле уҡытыусы.   

Район үҙәгенә автобустар йөрөп тора. Ләкин ул такси саҡыртты. Ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтағас, тиҙ генә ишеген бикләне лә, сығып ултырҙы. Таксист боролоп та ҡараманы, һүҙ ҡушманы. Ынйы үҙе лә таныш булмаған кеше менән аралашырға яратмай. Тәҙрәнән ҡышҡы тәбиғәттең матурлығына һоҡланып барҙы. Кеше аяҡ баҫмаған ап-аҡ ҡар бөртөктәре ҡояш нурында ынйылай йымылдай. 

Әле ҡасан ғына уҡыуын тамамлап, ошо юлдан беренсе тапҡыр үткән ине. Ете йыл һиҙелмәй ҙә үтеп киткән! Ул йылдарҙа ни генә булманы. Әммә ауырлыҡтар алдында һығылып төшмәне, ғорур булып ҡала белде. Күҙ йәштәрен бер кемгә лә күрһәтмәне. Хатта, ҡыҙым, тип өҙөлөп торған иренең әсәһенә лә... 

– Килеп еттек, Ынйы. Ҡайтырға йыйынһағыҙ, үҙем килермен, бына минең визитка, – тине таксист. 

Ынйы, ниндәй таныш тауыш, тип таксистҡа күҙҙәрен төбәне. 

– Һин... һин ни эшләп юл буйы бер нәмә лә өндәшмәнең? Их, һин, аҡыл эйәһе! Ә нишләп таксила? Һин бит институтта белем бирә инең? 

– Ынйы, бәлки, һине оҙатырға кәрәктер, кибеттәрҙә бер үҙеңә күңелһеҙ булыр? 

– Ә ваҡытың, һин бит эштә? 

– Айына бер-ике тапҡыр заказдар алам, танышым таксопарк хужаһы. Йыраҡҡа булһа, миңә шылтыраталар. Ҡала эсендә йөрөргә яратмайым. 

Нурислам машинаһын һүндерҙе лә, Ынйы ултырған яҡтың ишеген асып, ҡулын һуҙҙы. Һуҙҙы һәм, ул тороп баҫҡас, уны ҡосағына алды. Араларынан ете йыл түгел, ун минут айырған кеүек. Нурислам, онотолоп, Ынйының күҙҙәренән, бит остарынан үпте. Унан сейә кеүек ирендәренә үрелде. Уҙған көндәрендә күрҙеме ул бындай бәхетте? 

– Йә, туҡта, етер... – тине Ынйы, аңына килеп. 

Нурислам машинаһын бикләне лә, асҡысын кеҫәһенә һалып, Ынйыға ҡулын һуҙҙы. 

– Ярамай, һандуғас, таныш каешеләр осрар, кәрәкмәҫ, янымдан ғына бар. 

– Кем осраһын, ауыл түгел бит был! 

Ынйыға ҡулын һуҙһа ла, ҡаршы килгәс, бер аҙ ситтәнерәк атланы. 

Ынйы бүлектәр буйлап, хыялындағы тунды эҙләне. Һәм, ниһайәт, күҙҙәре целлофан менән ҡапланған тунға төштө. Йылҡылдап торған, зәңгәр төҫтө хәтерләткән тун ине был. Хаҡы ла матур ғына икән. Һатыусы ҡыҙ янына килеп баҫҡас, кейеп ҡарарға рөхсәт һораны. Матур ҙа һуң тун, иҫ киткес матур! Үҙенә бик тә килешеп тора. 

Нурислам тундың хаҡын ҡараны ла, һатыусы ҡыҙҙы ғәжәпкә ҡалдырып: 

– Тун өсөн аҡсаны һеҙ алаһығыҙмы? – тип йылмайҙы. Ул таныны һатыусы ҡыҙҙы. Институттағы парҙарҙы ҡалодыра-ҡалдыра бына ҡайҙа эшләй икән. Ынйы аны-быны аңлап алғансы, карточкаһы менән түләне лә, ҙур аҡ пакетҡа һалынған тунды Ынйыға һуҙҙы. Һатыусы ҡыҙ алдында бәхәсләшеп булмай бит инде. Бүлектән сыҡҡас: 

– Ниңә улай итергә инде. Тунға түләрлек аҡсам бар минең. Банкоматтан аҡса алам да, һиңә бирәм, – тине Ынйы. 

– Ынйы, ниндәй аҡса? Беҙҙең йәшлек мөхәббәтебеҙ иҫтәлеге булыр. Минең ғүмер юлымда әлегә тиклем ҙур бүләктәр тапшырырҙай яҡын кешем юҡ. Һинән башҡа. Яратам бит мин һине, һаман да өҙөлөп яратам! 

Ынйы Нурисламға ҡараны ла, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, урамға атланы. Нурислам уның артынан эйәрҙе: 

– Ынйы, асыуланма инде, тунды урам буйлап һелкеп бармайҙар. Машинаға ултыр ҙа, илтеп ҡуям һине ауылыңа. 

Ысынлап та, күлдәк түгел бит. Машинаға ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. 

Ҡаланан сыҡҡас, оло юлдан бер аҙ һүҙһеҙ барҙылар. Нурислам урман яғына барған юлға төшөп китте. Урман урман инде, ап-аҡ, матур! Ағастар зифа буйҙарын күрһәтеп, беҙ ҡыш көнө тағы ла зифараҡ, матурыраҡ, тиҙәр кеүек. 

– Ынйы, яңы тунды кейеп, ағастар араһынан йөрөп килмәйһеңме? 

– Үҙем дә шулай уйлап тора инем. Һин һаман да минең уйҙарымды һиҙәһеңме? 

– Билдәле, матурым, сөнки һөйөү уты һүнмәне лә, һүрелмәне лә! 

Ынйы өҫтөндәге бәлтәһен һалып, арттағы урынға ҡуйҙы ла Нурисламдың ҡулындағы тунға кереп сумды. Нурислам, күҙендәге йәштәрен йәшермәйсә, Ынйыны ҡосағына алды. 

– Яҙмыш беҙҙе айырһа ла, яндарымда булмаһаң да, мин һаман да һине генә һөйәм, аңла шуны, Ынйы бөртөгөм! 

Машинаһына асып, магнитофонын ҡабыҙҙы. Әмәлгә ярағандай, унда Ғәбделфәттең «Хыянәт» йыры ағыла ине. Ләкин, ете йыл буйы бер-береһен онота алмаған, көндәр, төндәр буйы йәшлек йәрен уйлап йәшәгән ике йөрәк өсөн был йыр кәртә түгел ине. Ынйы ире менән йәшәһә, Нурислам бер ҙә өйләнмәгән, буйҙаҡ егет ине. Урман яланында эҙҙәрен ҡалдырып, бергә уҡып өрөгән ваҡыттарын иҫкә алып, ирендәре ауырта башлағансы үбешеп, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Ҡышҡы ҡояш офоҡҡа кереп юғалғансы айырыла алманылар. 

– Өйгә ҡайтырға кәрәк, Нурислам!

Ләкин Нурислам һөйгәнен ҡосағынан айырырға уйламаны ла. Ынйыны йәнә ҡосағына алды. Тун эсендәге һөйгәне, ҡыҙ сағындағы кеүек, нескә биле, тулып бешкән сейә кеүек ирендәре менән уны иҫертә ине: 

– Ҡасан осрашабыҙ, һөйөклөм? Һинән башҡа йәшәү йәшәү түгел миңә. Йөрәгемдә янған һөйөү уты тағы ла ялҡынланып, дөрләп китте. 

– Осрашайыҡ һуң, мин ҡаршы түгел. Бәхеттең ниндәй икәнен мин инде ете йыл белмәйем. Мин туйға ла риза булманым. Кәләштәр кеүек аҡ күлдәк кеймәнем, сөнки теләмәнем. Булат, яҙылышып ҡайтҡас, ике ай ғына минең менән булды. Ауырға ҡалыу менән минән ситләште. Һөйәркәләренә наҙҙарын өләшеп йөрөгәс, мин уға ниңә кәрәк? Айырым бүлмәлә төн үткәрәбеҙ. Ирем арып, алйып, һөйәркәләренең әле береһенән, әле икенсеһенән ҡайтҡас, миңә ҡағылыуын теләмәйем. Уҡытыусы була тороп, айырыла ла алмайым. Улым – Нурисламым хаҡына түҙәм.

– Улыңа минең исемемде ҡуштыңмыни?

– Эйе, тормошомда һин булмаһаң да, янымда һинең исемеңде йөрөткән йәнем - балам булһын, тинем. 

– Әммә ул бит минеке түгел, минеке түгел шул.

– Атаһыныҡы. Әйҙә, ҡайтарып ҡуй. Тик күрше урамда төшөрөп ҡалдыр, мәктәп янында. Кеше булмаһа, туҡтарһың. Әгәр ҙә урамда кеше булһа, ары китеп туҡта. Минең турала һүҙ сыҡмаһын. 

– Телефон номерыңды бир, эштә сағыңда һиңә хәбәр итермен, дәрестән һуң ҡалһаң – үҙең шылтыратырһың. Осрашыу көнөн билдәләрбеҙ.

Нурислам һөйгәнен ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ирендәренә үрелде. Айырылыштылар...

 

Ире ҡайтып инеүгә Ынйының табыны әҙер ине инде. Өҫтәлгә тәрилкәләрҙе ҡуйҙы ла, икенсе бүлмәгә инеп китте. Аптырап ҡалды булат. Ғүмере булмағанды. Малай күршелә генә йәшәгән өләсәһендә. Өйҙәрендә икеһе генә. Етмәһә ҡатын да ултырмай өҫтәл артында. Уйлап та бөтөрмәне, бүлмәнән зифа буйлы, матур шәшке тундағы, аяҡтарында ап-аҡ итектәр кейгән, бөҙрә сәстәрен елкәһенә таратып һалған Ынйы килеп сыҡты. 

– Их һине, ҡыҙҙар кеүекһең! Ә туның таныш, мин уны күрше ауылдың мәҙәниәт йорто директорына үткән аҙнала ғына алоып барып биргән инем. 

...Эх был телде, йылан саҡҡыры! Ник быныһын әйттем инде?

– Бик туҙынғайны Лилиә, һиңә килтереп бирҙемени? Алмайым, тип сырылданы.

Икенсе һүҙ ишетергә уйламаған Ынйының иҫе лә китмәне. 

– Юҡ, һинең һөйәркәң килтермәне. Был тунды мин үҙем кибеттән һатып алдым. Мин дә эшләйем бит. Күптән хыяллана инем. Минең матурлығым әсир иттеме һине әллә? Ауыҙыңды ла аса алмайынса ҡарап тораһың? Эйе, белмәһәң – бел, иркәйем, мин һинең һөйәркәләреңдән мең, хатта миллион тапҡырҙар аҡыллы һәм сибәр!

Был һүҙҙәрҙе әйткәс, вальста өйрөлгән кеүек өйрөлдө лә, күрше бүлмәгә кереп, тунын, итектәрен һалды. Ашын, салаттарын бүлеп һалды. Сәй эсергә киҫкән лимон киҫәге яңылыш иренең тәрилкәһенә төшөп китте. Тиҙ генә уның ашын түгеп, яңынан һалды. 

Иренең күҙҙәренә тура ҡарап:

– Миңә тағы бер бәпәй кәрәк. Үҙем кеүек һары сәсле матур ҡыҙ.

Ире һикереп торҙо:

– Ниндәй бәпәй, береһе лә еткән! – тип ҡысҡырҙы. Улы булғанда тауышы ла сыҡмай торған ирҙең ҡиәфәтен күреп, өнһөҙ ҡалды. 

Ҡыш та үтте. Ынйы менән Нурислам аҙна һайын тиерлек ял көндәрендә осрашты. Ынйы, район үҙәгенә барам, кибеттәргә йөрөргә тип сығып китә ине. Унда Нурислам менән аулаҡ урамда осрашып, уның дачаһына баралар. Элек бер-береһенә бирергә оялған наҙҙарын бирәләр. Унан кибеткә инеп, тиҙ генә кәрәк-ярағын ала ла ауылдарына ҡайтып китә. 

 

...Еләкле йәйҙең матур бер көнө. Ынйы – ялда. Улы иҙәндә әсәһенең йәшлек дуҫы бүләк иткән тимер юл менән уйнап мәж килә. Бер көндө әсәһе уны ла ҡалаға алып барҙы. Нурислам менән таныштырғас, улар өсәүләшеп ҙур кибеткә инделәр. Нурислам ағаһы уны ҡулдарына күтәреп: «Һайла, ниндәй уйынсыҡ кәрәк?» – тигәс, ул тимер юлды кеүрһәтте. Нурислам ағаһы менән ул күптән таныш. Әсәһе менән ҡалаға барғас, аттракционда бергә йөрөнөләр. Атаһының да иҫе китте был уйынсыҡҡа. Өйөнә ҡатйтҡанда улар бергәләшеп иҙәнгә ятып уйнанылар. Тик ундай миҙгелдәр айына бер буламы икән? Нурислам атаһын көндәр буйы күрмәй. Ул йоклағанда эшенә китә. Нурислам инде атаһын йоҡоға киткәс кенә өйгә ҡайта. 

Ҡапҡа янына машина килеп туҡтаны. Таныш түгел. Унан бер нисә минуттан Нурислам төштө. Төштө лә ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә барып ултырҙы. Ынйы ни булды был, тип улы янана ултырҙы. Күпмелер ваҡыт үткәс, ире менән Нурислам ишектән килеп керҙеләр. Ире:

– Ҡарсыҡ, һинең курсташыңды осраттым районда. Лилиә менән магазинға барған инек. Тағы биш пар туфли алдырҙы. Үҙебеҙгә килергә күндерҙем курсташыңды. Юлда, уҙыша-уҙыша ҡайттыҡ. Йә ул алға сыға, йә – мин. Яңы машинат алдым тине. Минекенән яҡшыраҡ. Мин бит ауылда йәшәй торған район башлығы ғына. Әммә минең йорт кеүек бер кемдеке лә юҡ! Районда дүрт булмәле буш фатир. Лилиәне өйөнә генә керттем, ә Нурислам беҙгә китте. Табын әҙерлә осрашыу хөрмәтенә.

Нурислам кес кенән Нурислам менән ҡул биреп күреште лә:

– Йә, ҡара әле миңә, мин һиңә атай була аламмы? Минең улым булаһыңмы? 

Унан Нурисламды ҡулына алды.

Бәләкәй Нурислам аптырап ҡалманы:

– Ә һин минең менән уйнарһыңмы көн һайын? Минең менән балыҡ тоторға йөрөрһөңмө? Минең бит атайҙы күргәнем дә юҡ, – тип, Нурисламдың күҙҙәренә ҡараны.

– Эйе, балам, әсәңде нисә йылдар яратҡан кеүек, мин һине лә яратырмын. Балыҡҡа йөрөрбөҙ, ҡышын саңғыла шыуырбыҙ. Сит илдәргә сәйәхәт итербеҙ. Һиңә иптәшкә әсәйең кеүек матур бер ҡыҙ алып ҡайтырбыҙ. Ынйы, Нурислам менән икегеҙҙең кейемдәрен ал да, машинаға сығып ултыр. Ҡулыңдағы балдағыңды сисеп, өҫтәлгә һалырға онотма! Беҙ ишек алдына сығып һөйләшәйек әле, – тип хужаны ишеккә әйҙәне. 

Ишек алдында биш минутлыҡ ирҙәрсә һөйләшеү булды. Һуңғы һүҙҙе Нурислам әйтте:

– Һин уны минән урланың, ләкин уның йөрәген яралап, ваҡытлыса тәнен үҙеңдеке итһәң дә, Ынйыны яратманың, бәхетле итә алманың. Беҙ бер-беребеҙ өсөн тыуған йәндәр. Мин өйләнмәнем, ситтә балам юҡ. Нурисламды үҙ фамилияма яҙҙырам. Һин барыбер улар менән йәшәмәйһең. Һинән бер ни кәрәкмәй. Һөйәркәләрең күп. Әммә Нурислам менән Ынйыны эҙләп йөрөмә! Улар – минеке!

Өйҙән бер нисә сумка тотоп сыҡҡан Ынйы, ни булыр, тип көттө. Нурислам килеп, сумкаларҙы машина багажнигына куйҙы. Унан Ынйыны ҡулынан етәкләп, бәләкәй Нурисламды күтәреп, ҡапҡаға табан китте. 

Булат, кино бөттө ләмени, нишләп бик тиҙ, тигән кеүек, уларҙың арттарынан ҡарап ҡалды. Ҡапҡа ябылғас, ҙур ҡарағас йорттоң баҡсаһына барып ултырҙы. 

Зәңгәр күктә аҡ болоттар йөҙә. Күрегеҙ әле, наҙлы елдәр уларҙы бер-береһенә ҡушып, ҙур йөрәк хасил итә. Һөйгән йәрҙәрҙең дә йөрәктәре бергә булһын! Ҡауышып, бергә ғүмер итһендәр. Юлдарында кәртәләр осрамаһын! 

Нәфисә ҒӘТИӘТУЛЛИНА.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: