Мәүсиләнең тиҙ генә үсегә торған ғәҙәте бар. Шуның арҡаһында аҙаҡ әллә күпме үкенгәне булды, ләкин холоҡто үҙгәртеп булмай икән. Ҡаланан ялға ҡайтып, шәмбе көн һөйгәне Әмир менән клубҡа сыҡҡайнылар. Үҙҙәре кеүек студенттар байтаҡ. Егете менән һөйләшеп, күрешеп танһығы ла ҡанмағайны Мәүсиләнең. Шул ваҡыт “Аҡ бейеү” иғлан иттеләр һәм класташы Гөлзифа Әмир алдына килеп тә баҫты. Уларҙың йылмайып һөйләшә-һөйләшә бейегәндәрен күреп, йөрәге ҡыҫылды Мәүсиләнең. Шул тиклем егетен ҡыҙғанды, хатта бейеп бөткәндәрен дә көтмәй клубтан сығып йүгерҙе. “Минең эргәмә башҡа килмә. Мин күрмәгәндә Гөлзифа менән осрашаһығыҙҙыр әле. Юҡҡа бейергә саҡырмағандыр. Миңә уртаҡ егет кәрәкмәй” тип ҡабалана-ҡабалана телефон аша хәбәр ебәрҙе. Әмирҙең ҡат-ҡат шылтыратыуына ла яуап бирмәне.Ошо көнләшеүе арҡаһында нисә тапҡыр һүҙгә килештеләр бит инде. Һуңғыһында Әмире: “Мәүсилә, миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй, юҡҡа бер-беребеҙҙең йөрәген яндырмайыҡ”, – тигәйне. Ҡыҙҙың сабырлығы оҙаҡҡа етмәне.
Ана шул уйламаған ҡылығы арҡаһында юғалтты Әмирен Мәүсилә. Ялға ғына ҡайтҡан ҡыҙ икенсе көнгә Өфөгә, егет Стәрлетамаҡҡа китеп барҙы. Тәкәбберлек, ғорурлыҡ тигән күренеш көслө булып сыҡты. Үҙ-ара аралашыу юҡтан ғына өҙөлдө лә ҡуйҙы, ләкин йөрәктәренән генә бер-береһен алып ташлай алманылар...
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, әхирәттәре бер-бер артлы кейәүгә сыға башланы. Мәүсиләнең дә ҡарт ҡыҙ булып ултырып ҡалғыһы килмәне, курстағы иң аҡыллы егет Азатҡа тормошҡа сыҡты, ләкин ире ни тиклем генә һәйбәт булмаһын, Мәүсиләнең йөрәген яулай алманы. Хатта бер-бер артлы тыуған алма кеүек балалары – Мәрйәм менән Данил да уларҙың араһын яҡынайтманы. Бер-береһенә ҡарата булған һүрән генә йылылыҡ та ваҡыт үтеү менән һүрелде.
Өйҙәш һымаҡ бер фатирҙа йәшәү ныҡ оҙаҡҡа һуҙылманы. Кесе улдары Данил мәктәпте уҡып бөтөүгә, ире икенсе бер ҡатынға сығып китте.
– Миңә ҡарата һалҡынлығыңды ғүмер буйы тойоп йәшәнем. Балалар хаҡына иғтибар итмәҫкә тырыштым. Был донъяла бер йәшәйбеҙ, минең дә һөйөп-һөйөлгөм килә, – тип ҡыҫҡа ғына итеп аңлатты ул үҙенең ҡарарын хушлашҡан саҡта.
Мәүсилә иренең сығып китеүенә артыҡ бик ҡайғырманы ла. Хатта уға шулай уңайлыраҡ та ине. Яратмаған кеше менән йәшәгәнсе, яңғыҙың булыуың мең артыҡ, балаларына ул былай ҙа ярҙам итәсәк, тип уйланы ҡатын. Күңеле тартылып торған кеше булмағас, иренең юҡлығына ла тиҙ күнегеп китте.
Ҡыҙы Мәрйәм кейәүгә сығам тигәс кенә, атаһын да саҡырырға кәрәклеге тураһында һөйләшеү булды.
Ҡыҙҙарын һоратырға килер көндә Азат та ишек ҡаҡты. Егерме йылға яҡын бергә йәшәгән ирен байтаҡ ваҡыт күрмәһә лә, һағынғанлығын тойманы Мәүсилә. Күптәнге таныштар, дуҫтар һымаҡ ҡына аралашып, дөйөм мәшәҡәттәр тураһында һөйләшеп киттеләр.
– Беҙҙең килен ошо йортта йәшәйме? Һаумыһығыҙ, ҡоҙалар! – тигән көр тауышҡа Мәүсилә ишек яғына әйләнеп ҡараһа, йәшлек йәре Әмирҙең инеп килеүен күрҙе.
Бындай күрешеү Әмир өсөн дә көтөлмәгән булды. Икеһе лә тәүҙә юғалып ҡалғандай булһа ла, һиҙҙермәнеләр. Күрше генә ҡалала йәшәгәндәр, быға тиклем бер ҙә күрешмәүҙәренә ғәжәп итте Мәүсилә. Әмирҙең ҡатыны Сәлимә күрер күҙгә бик матур түгел, етмәһә, төҫөнөң ҡасҡанлығы күҙгә ташлана. “Әллә ауырыймы икән?” тигән уй үтте Мәүсиләнең башынан.
Төҫө булмауының сәбәбен ул һуңынан ҡунаҡ табыны башланғас ҡына белде. Эске яғына бик йомшаҡ икән ҡоҙағыйҙары. Әмир нисек тә ҡатынын эсермәҫкә тырышһа ла, килеп сыҡманы. Бер аҙҙан бөтөнләй иҫерҙе, уртаға төшөп, килешһеҙ итеп бейей, башҡаларға бәйләнә башланы. Бер бөртөк улдары Айнурҙың йөҙөн ҡыҙартып, Әмиргә тиҙерәк ҡатынын алып ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Сәлимәнең эскелек менән мауығыуы күптән килә икән. Әллә күпме дауаланыуға йөрөтһәләр ҙә, был ғәҙәтенән арына алмаған. Киреһенсә, эскелек һаҙлығына батҡандан-батҡан. Былар тураһында Мәүсилә һуңынан Әмир һөйләгәндәр аша белде.
Йәшлек мөхәббәтен күргән көндән алып Мәүсиләнең күңелендә ҡояш ҡалҡҡан, йөрәгендә йәшәү көсө артылған һымаҡ булды, тормошона йән инде. Был тойғоларын бер кемгә лә һиҙҙертмәне. Әмирҙе күреү уның өсөн байрамға әүерелде. Ҡоҙаһы булғас, күрешер өсөн сәбәптәр ҙә табылып тора. Әле балалаларҙың тыуған көндәренә баралар, Яңы йылды ла бергәләп ҡаршылайҙар.
– Мәүсилә, яҙмыш юлдарыбыҙ айырылғанға үкенмәйһеңме? Йәш ваҡытта һин генә инең бит минең уйымда, башҡа кемгәлер ҡарау теләге булманы ла. Шул миңә ышанмауың ныҡ күңелгә тейҙе. Хәҙер булһа, башҡаса хәл итер инем дә. Ул ваҡыт йәшлек ҡыҙыулығы, артыҡ ғорурлыҡ көслө ине шул, – тине икәүһе генә өҫтәл янында ултырып ҡалған бер мәлдә.
– Үкендем, Әмир, мең үкендем, ләкин тормош арбаһы үҙ яйы менән икенсе һуҡмаҡтан киткәйне инде ул ваҡытта. Хәҙер һинең был донъяла барлығыңдан ғына бәхет табып йәшәйем мин, – тип әйтеп өлгөрҙө Мәүсилә, күптән күңеленә йыйылған хистәрен асып.
Ә бер көн таң менән Мәүсиләне телефон шылтырауы уятты.
– Мәүсилә, ҡатыным мәрхүм булып ҡуйҙы бит. Йөрәге күтәрә алманы, һуңғы арала йышайғайны эскеһе. Оҙатышырға кил инде, – тине ҡоҙаһы.
– Барам, әлбиттә, берәй сәғәттән килеп етермен, – тине лә Мәүсилә ҡабаланып юлға йыйына башланы.
Хәйергә өйҙәге запас таҫтамалдарын, мул ғына итеп аҡсаһын алды ла сығып та китте.
Илле йәшенә саҡ баҫҡан ҡоҙағыйының был донъянан китеүе йөрәк әрнеткес күренеш ине. Әмир ҡайғыһын бик күрһәтмәһә лә, улы күҙ йәштәрен тыя алманы. Ниндәй генә булһа ла, бала өсөн әсәй һәр ваҡыт иң ғәзиз кеше булып ҡала шул.
Ҡоҙағыйын һуңғы юлға оҙатып, барлыҡ мәшәҡәттәрен башҡарып, өйҙө таҙартып, йыйыштырып ҡайтып китте Мәүсилә.
Был ваҡиғанан һуң оҙаҡ ҡына күрешмәнеләр. Ҡоҙағыйының ҡырҡы яҡынлашҡанда Мәүсилә үҙе Әмиргә шылтыратты.
– Алдан бәлеш-маҙарын бешереп алып килермен. Матурлап үткәрәйек ҡоҙағыйҙың ҡырҡын. Мәрхүмдәр доғаға ғына мохтаж инде, – тине.
Әмир Мәүсиләнең һүҙҙәренә шатланып китте.
Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.
Фото:stihi.ru
– Рәхмәт, һиңә шылтыратырға тора инем. Ҡайһылай һәйбәт булды, – тине, ихлас һөйөнөп.
Шулай итеп, ҡөрьән ашын да бергәләп матур итеп уҙғарып ебәрҙеләр.
Бөгөн тағы ла бер сәбәп уларҙы осраштыра – бер аҙна элек донъяға килгән ейәндәрен бала табыу йортонан ҡаршылайҙар.
Был ваҡиғаны көтөп алды Мәүсилә. Шуға иртүк юлға сыҡты. Кейәүенә алдан хәбәр иткәс, ул вокзалдан уҡ ҡаршы алды.
– Ейәнемә бүләккә коляска алырға теләйем. Әйҙә, юл ыңғайы магазинға инеп сығайыҡ, – тип сауҙа үҙәгенә туҡталдылар.
Коляска менән генә сикләнмәне Мәүсилә. Кейемен, уйынсыҡтарҙың төрлөһөн һайлап алды. Тәғәйен ваҡытҡа бала табыу йортонда инеләр инде. Ҡыҙының, кейәүенең бәхеттән балҡыған йөҙөн күреп, Мәүсиләнең дә күңеле һөйөндө.
Тыныс ҡына йоҡлап ятҡан ейәндәрен өләсәй менән олатайҙың ҡулына ла тотторҙо йәштәр.
– Мәүсилә, ә бит бәләкәстә һинең дә, минең дә ҡан бар. Бәхетле, тәүфиҡле генә булып үҫһен инде, – тине Әмир, ҡәнәғәт йылмайып.
Йәштәр торған фатирҙа бәләкәс кенә өҫтәл ҡороп ултырҙылар. Шул ваҡытта Әмир барыһын да шаҡ ҡатырҙы:
– Балалар, беҙҙең тормошта һеҙ белмәгән ваҡиғалар ҙа бар. Уны йәшереүҙең файҙаһы юҡ. Беҙ Мәүсилә менән йәш саҡта осрашып йөрөнөк. Аҙаҡ ҡына юлдарыбыҙ айырылды. Йылдар үткәс, яҙмыш беҙҙе йәнә осраштырҙы. Был юлы Мәүсиләне юғалтҡым килмәй. Тик уның менән генә артабан бер тормош һуҡмағынан атларға теләр инем. Мәүсилә, һин быға ризаһыңмы? – тип ҡатынға төбәлде.
Мәүсилә тәүҙә аптырап ҡалды, бер һүҙ өндәшә алмаһа ла, башын ҡағып, ризалығын белдерҙе, күңеле тулып күҙҙәре йәшләнде.
Балаларының ҡарашында был ваҡыт ғәжәпләнеү ҙә, шатланыу ҙа сатҡылары сағылды...