Бөтә яңылыҡтар

Үҙе һайлаған яҙмыш

Йәй айының йылы, ҡояшлы бер кисе ине. Тәбиғәттең иркен һулыш алып, хозурлыҡҡа ҡойонған бер мәле, Йәмилә эштән ҡайтып килә. Таныш урамдар, таныш һуҡмаҡтар алыҫта ҡалған бала сағын, мәктәп йылдарын хәтерләтә. Ғәзиз әсәһен яңғыҙ ҡалдырмауҙарына эске бер һөйөнөс тойоп атлай ул.Ишекте асып инеүгә, күңеле нимәлер һиҙенеп, һыҡрап ҡуйҙы. Ул арала ҡыҙҙары менән улдары килеп, уны ҡосаҡлап алдылар ҙа, илай башланылар. Күрше бүлмәнән көс-хәл менән Йәмиләнең әсәһе, балаларҙың өләсәһе, сыҡты һәм ҡарашын бер яҡ ситкә төбәп: “Фирғәт кейәү китте. Бар нәмәне лә алып китте...” – тине.

Үҙе һайлаған яҙмыш
Үҙе һайлаған яҙмыш
 
 

  Йәмилә эштән ҡайтышлай, ғәҙәтенсә, почта йәшнигенә күҙ һалды. Унда уны, нисектер моңайып, яңғыҙ бер конверт көтә ине. Ул эске тулҡынланыу менән уны ҡулына алды. Күптән инде айырылған ире Фирғәттән ине был хат. Йәмиләнең бит остары ҡыҙып китте. Йөрәге йыш-йыш тибә башланы. “Ниңә инде был хаттар онотолоп бөттө тигәндә...,” – тип уйланы ул әсенеү менән.

Ә бит ниндәй матур башланғайны Фирғәт менән Йәмиләнең мөхәббәте. Бер ҙә һүнмәҫ, һүрелмәҫ кеүек тойолдо. Йәмилә медучилище тамамлап, эшкә урынлашып йөрөгән сағы ине. Тәүге күрешеүҙән үк бер-беренә ғашиҡ булдылар. Буй-һынға матур Фирғәт, сибәр Йәмиләгә хыялында ғына йөрөтөп, ғүмере буйына көтөп алған һөйгән йәре итеп ҡараны. Гөрләтеп туй яһанылар. Һеҙ һоҡланып туймаҫлыҡ матур пар,тиҙәр ине уларға.
Күңелдәрҙе күктәргә үрләтерлек бәхетле саҡтары ла аҙ булманы. Уйлай башлаһа, барыһы ла күҙ алдына баҫа Йәмиләнең.

Өйләнешкәс улар, ата-әсә өйөн ҡалдырып, район үҙәгенән ағас йорт һатып алып, шунда күсенделәр.
...Бына уларҙың баҡсаһы. Юҡ, ябай ғына түгел, ожмах баҡсаһы ине, яртылаш. Сейә, гөлйемеш, ҡарағат, слива, ҡурай еләге ҡыуаҡтары, алмағас, муйыл емештәренең муллығынан ботаҡтарын ергә эйгәндәр. Ул йәшелсә тиһеңме. Бихисап сәскәләр күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Ниндәй килешле Йәмиләнең алһыу күлдәге. Йөҙөндә яҡты йылмайыу. Бик тә бәхетле ул. Фирғәте эштән ҡайтыуға баҡсала табын әҙерләп йөрөй. Бына улар наҙ тулы ҡараштарын бер-береһенә төбәп, бәхетле йылмайышып, сәй эсәләр.

...Ә бына Йәмилә бала табыу йортонда. Ҡулдарында аҡ биләүгә биләгән кескәй ҡыҙсығы. Уларҙы ҡояштай балҡып, ҡулына сәскәләр тотҡан Фирғәт ҡаршылай. Ул сабыйын үҙенә ала. Ниндәй бәхетлеләр.
Йыл артынан йыл үтте. Инде уларҙың ике ҡыҙы, ике улы үҫә ине. Йәмилә бөтә булмышы менән ғаиләгә сумды. Хеҙмәте бик яуаплы булһа ла, барыбер үҙендә көс тапты. Йоҡо, ял менән иҫәпләшмәне. Йәмиләнең тәмле аштары ҡайнар килеш Фирғәтте көткән булыр ине. Ә иртәнгә ап-аҡ күлдәге йыуылған һәм үтекләнгән була торғайны.

Эй, был тормош тигәнең, тирмән ҡуласаһы кеүек әйләндерә лә килтереп баҫа. Донъя мәшәҡәттәренә сумып әйләнәһең дә тулғанаһың. Әкренләп тәүге хистәр ҙә һүнә, һүрелә. Ҡасандыр дөрләп торған мөхәббәт ғәмһеҙлек менән алмашына, бер түбә аҫтында түҙеп йәшәүгә генә әүерелә, ахырыһы. Йәмиләнең күңелен шундай борсоулы уйҙар биләй.

Йә, Хоҙайым, нимә булды Фирғәткә? Ниңә ул ғаиләһенән ситләшә башланы? Эштән һуңлап ҡайта. Ҡайтмай ҡалған саҡтары ла булғылай башланы. Тупаҫланды, бер ҙә юҡҡа баҡыра, көнләшә. Йәмилә ауырыу бала менән дауаханала ятҡанда, уға әйтмәй-нитмәйенсә ял итергә китеүе башҡа һыймаҫлыҡ ғәмәл түгел ине. Йәмилә бындай үҙгәрештәрҙең сәбәбен һис тә аңлай алманы. Нимәлә һуң үҙенең ғәйебе? Юғиһә ул һис тә үҙгәрмәне, һаман да шул ирен яратҡан, уға тоғро, хәстәрлекле ҡатын булып ҡала килде.

Әммә ир затының бөтә сифаты шундаймы икән: башта, ҡатын-ҡыҙҙың мөхәббәтен яулағансы, унан да һәйбәтерәк кеше юҡ, бергә йәшәй башлағас, ул үҙенең ысын холҡон күрһәтә. Мөхәббәткә хыянат, изге хистәрҙе тапау уға бер нимә лә тормай. Ә мөхәббәт ул янған усаҡ кеүек. Утын һалып тормаһаң, усаҡ та һүнә.

Шундай уйҙар менән Йәмилә ирен төрлөсә аҡларға, уны аңларға ла тырышып ҡараны. Әммә уға ауыр ине. Йөрәге һыҙланды. Ә ғүмер тигәнең нисек тә үтә: бер-береңде хөрмәт итеп мөхәббәт менән йәшәһәң дә, йөрәк һағыныуҙары аша ла. Шулай йылдар үтә торҙо.

Йәмилә һуңғы ваҡыттарҙа әсәһе өсөн борсолдо. Сөнки атаһы вафат булғас, ул бер үҙе генә йәшәй ине. Бер көндө телеграмма килеп төштө. Әсәһенең ҡаты ауырып китеүе тураһында хәбәр иткәндәр. Бик оҙаҡ уйлашҡандан һуң, әсәһен ҡарарға үҙҙәренә алып килделәр. Шулай итеп, улар бергә йәшәй башланы.
Әсә күңеле, үҙ хәле ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ балаһы тураһына уйлай. Йәмиләнең әсәһе лә кейәүенең тупаҫлығын, үҙен генә яратыусы кеше булыуын күреп, бик борсолдо. Ҡыҙын ҡыҙғанып, уның йөрәге һыҙланды. Ул кейәүен аҡылға ултыртырға ла тырышып ҡараны. Әлбиттә, Фирғәткә оло йәштәге ауырыу ҡәйнәһенең һүҙҙәренә әҙ булһа ла ҡолаҡ һалып, уға ҡаты бәрелергә кәрәкмәй ине лә бит, юҡ, ул уны тыңларға ла теләмәне. Ә сираттағы ыҙғыштан һуң: “Китәм, бер көн дә тормайым, йәшәмәйем һеҙҙең менән!” – тип белдерҙе.

Йәй айының йылы, ҡояшлы бер кисе ине. Тәбиғәттең иркен һулыш алып, хозурлыҡҡа ҡойонған бер мәле, Йәмилә эштән ҡайтып килә. Таныш урамдар, таныш һуҡмаҡтар алыҫта ҡалған бала сағын, мәктәп йылдарын хәтерләтә. Ғәзиз әсәһен яңғыҙ ҡалдырмауҙарына эске бер һөйөнөс тойоп атлай ул.
Ишекте асып инеүгә, күңеле нимәлер һиҙенеп, һыҡрап ҡуйҙы. Ул арала ҡыҙҙары менән улдары килеп, уны ҡосаҡлап алдылар ҙа, илай башланылар. Күрше бүлмәнән көс-хәл менән Йәмиләнең әсәһе, балаларҙың өләсәһе, сыҡты һәм ҡарашын бер яҡ ситкә төбәп: “Фирғәт кейәү китте. Бар нәмәне лә алып китте...” – тине.

Йәмилә ҡойолоп төштө. Атламаҫ булған аяҡтарын көскә һөйрәп, диванға барып ауҙы. Юҡ, ул иламаны. Тамағына төйөр тығылды. Барыһы ла ошо миҙгелгә бер ҡур­ҡыныс төш кеүек тойолдо уға.

Эйе, Фирғәт бергә ғүмер иткәндә йыйған бөтә зиннәтле әйберҙәрҙе (хатта термосты ла) алып, үҙҙәренең “десятка”һында киткәйне.

Шул китеүҙән һуң ун йыл буйына унан бер ниндәй ҙә хәбәр булманы. Нисәнселер йылды, Йәмилә эштә саҡта, күршеһе аша кинйә улын саҡыртып сығарған. Иномаркала килгән булған икән. “Бына, улым, ҡара әле, ниндәй елле машина алдым,” – тип автомобилен күрһәткән дә китеп барған. Эх, Фирғәт, Фирғәт, атай наҙынан мәхрүм иткән балаңдың күңеле рәнйемәгәндер тиһеңме?
...Һуңлаған хаттар. Уның оло ҡыҙына яҙған хаты.

“Минең хатты алғас, һин, Әлфинә, бәлки, ғәжәпләнерһең. Һуңғы ваҡытта гел һеҙҙең турала уйлайым. Ғүмер үтте лә китте. Уның һуңғы йылдарын һеҙҙең менән үткәргем, ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарашаһым килә, йыш ауырый башланым, бергә булһаҡ, сирем дә сигенер ине, моғайын. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин һеҙҙең турала бер ваҡытта ла онотҡаным булманы. Айырылышыуға килтергән сәбәптәр тураһында яҙып тороуҙың кәрәге юҡтыр. Уҙғанды кире ҡайтарып булмай. Ләкин хаталарҙы мөмкин тиклем төҙәтергә кәрәк. Әсәйең ни хәлдә? Һеңлең, ҡустыларығыҙ? Миңә асыу тотмайһығыҙҙыр. Ни тиһәң дә, ун өс йыл ғүмер иттек. Намыҫым таҙа, ғәҙелмен. Һинән (дөрөҫөрәге һеҙҙән) хат көтәм. Ҡосаҡлап һәм үбеп, атайың”.
Фирғәт иң беренсе булып ҡыҙҙары менән хат алышты, унан улдары менән. Көндәрҙән бер көндө, һис уйламағанда үҙе ҡайтып төштө.

Йәмилә эштән ҡайтып, ҡапҡаны асып ингәндә, уға саҡ бәрелмәне. Тәү сиратта Фирғәтте танымайса торҙо. Ҡартайған, сәстәре ағарып бөткән. Йәмилә шаҡ ҡатты: кеше шул саҡлы үҙгәрер икән. Элекке Фирғәт түгел. Ә ул рәхәт тормош эҙләп киткәйне. Йәмиләнең күңеле, уны күргәс, иремәне лә, туңманы ла. “Килгәс килгән инде,” – тип ҡунаҡ итте. Ял көнө булғас, дүрт балаһы ла өйҙә ине. Бергәләп урманға барып миндек бәйләнеләр, һыу буйына төшөп балыҡ ҡармаҡланылар.

Фирғәт үҙе тураһында һөйләне, хәл-әхүәлдәрен теҙҙе генә. Мәрйәгә өйләнгән булған, унда туғыҙ йәшлек ҡыҙы бар икән. “Ғаиләм менән тормайым, дөрөҫөрәге йәшәмәйем. Риза бул­һағыҙ, ҡайтыр инем, яңынан башлар инек. Һеҙҙән башҡа йәшәй алмайым,” – тине башын аҫҡа эйеп.

Йәмилә ни тиһен инде, нисек бар шулай әйтте лә ҡуйҙы. Теге ваҡытта дүрт балаңды етем иттең. Хәҙер был ҡыҙыңды ла атайһыҙ итмәксе булаһыңмы, хәйер, һин үҙ балаларыңды ташлап китергә, етем итергә күнеккәнһең. Юҡ, бүтән килеп йөрөмә”, – тиеүҙән башҡа һүҙҙәр тапманы.
Фирғәт китте. Хәҙер ун биш көн һайын хаттары килә, бер үк адрес.

“Һеҙҙең эргәнән киткәс, йәнгә тыныслыҡ таба алмайым, – тип яҙа ул. – Күҙ алдымдан китмәйһегеҙ, һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел быны. Йәмилә, һин бер ҙә үҙгәрмәгәнһең, матур килешһең әле лә. Үҙеңде һаҡлап, ҡарап ҡына йөрөткәнһең. Һиңә булған хистәрем бер ҡасан да һүнмәне, һүрелмәне. Мин ташлап киткәс, донъяның ауырлығын, ҡыйынлығын үҙ елкәңдә той­ғанһың. Маладис, ауырлыҡтарҙы еңгәнһең. Балалар уҡып, үҙ урындарын тапҡандар. Улар ғорурлыҡ менән “Әсәй!” – тип кенә торалар... Йәмилә, кисерә алһаң, кисер мине. Тулҡынланып, һинән яуап көтәм. Өмөт итеп һәм үбеп, Фирғәт”.

Хаттар, хаттар... Ҡайһыһын ғына уҡыма, гел үкенес, элеккеләрҙе онотайыҡ та яңынан бер тән, бер йән булып йәшәй башлайыҡ, тип яҙылған. Әммә ләкин айырым йәшәгән ун өс йыл ваҡытты һыҙып ташлау мөмкин түгел ғүмер юлынан. Фирғәт киткәндә малайҙарының олоһона алты, кескәйенә ике йәш ине. Улар аталарын бик һағындылар һәм юҡһындылар. Ә ҡыҙҙарға (береһенә – туғыҙ, икенсеһенә дүрт йәш ине) атайлы килеш, атайһыҙ исемен күтәреү еңел булғанмы? Балаларҙың аталары менән бергә ҡышын саңғыла шыуаһы, йәйҙәрен бергә баҡсала эшләйһе, тәбиғәт ҡосағында ял итәһеләре лә килгәндер. Әммә атай кеше ундай бәхеттән уларҙы мәхрүм итте. Ә Йәмиләгә тормош арбаһына егелеп, уны һөйрәтеүе нисек булған? Бер Аллаһы Тәғәлә генә белә. Ул башын түбән эймәне, барыбер тырышты. Балалары тураһында уйланы, улар менән йыуаныс тапты, эшендә лә һынатманы. Фирғәт айырылып киткәндән һуң малайҙарына, ҡыҙҙарына аҡсаһын да сарыф итмәне, ни, исмаһам, алименты булманы. Бөгөн килеп, кисер, имеш...

Йәмилә уйҙарынан арынып, хаттарҙы ситкә алып ҡуй­ҙы ла ишек алдына сыҡты. Ә унда уны йәйге аяҙ төн ҡаршыланы. Әйтерһең дә, бер серле рәссам күк йөҙөн ҡуйы зәңгәр төҫкә буяған да, ынйы-мәрйендәрен һибеп, ялтырауыҡ урағын элеп ҡуйған. Баш өҫтөндәге икһеҙ-сик­һеҙ Йыһан киңлеге нисектер тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн торорға, ерҙә йәшәүҙең мәғәнәһе тураһында уйланырға саҡыра һымаҡ. Шундай ғәжәйеп ул кешенең хол­ҡо: тормошта ҡыйынлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы үҙе тыу­ҙыра ла уларға ҡаршы үҙе көрәшә башлай һәм ваҡыт һынауҙары аша ғорурлыҡ, мин-минлек кеүек нәмәләрҙе еңеп, йыш ҡына үҙ асылына ҡайта. Бәлки, Фир­ғәт тә ошо халәткә ҡайтҡандыр, тап әлеге минуттарҙа, алыҫта (Йәмилә уның ҡайҙа йәшәгәнлеген дә һораманы) йондоҙло күккә ҡарап уйҙарға сумғандыр? Ә бит һәр кешенең үткәне, киләсәге, күңеле, йөрәге, хис-кисерештәре бар. Тап Йәмиләнең йөрәге, үткәне, кисерештәре, һис тә Фирғәтте ғәфү итә, кисерә алмай. Ул яҙмышын үҙе һайлаған.

Илбарис СӘЛИМХАН. 
 
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: