Бөтә яңылыҡтар

Әлфирҙең бүрке

Мәктәпкә еткәнсе саҡ тынысландым. Ҡолаҡтарым өҙөлһә өҙөлһөн, барыбер Әлфирҙең бүркен кеймәйем, сисеп ташлап китәм, тип үҙемде тынысландырҙым. Тик барышлай ҙа, мәктәптә лә, ҡайтышлай ҙа ташлай алманым. Әсәй әрләр тип ҡурҡтым. Атай ҙа, берәй ваҡыт табып алып, үсегер һымаҡ. Шуныһын ғына аңлай алмайым — Әлфирҙең был бүрке башты әллә өтә, әллә йылыта?

Әлфирҙең бүрке
Әлфирҙең бүрке

Йылына бер тапҡыр, тыуған көнөмдә, мин күңелһеҙ хәтирәләргә батам. Ул хәтирәләр атайым, әсәйем, өләсәйем менән бәйле. Әллә нисә йыл дауамында инде күнегергә лә булыр ине. Тик атай-әсәйемдең йәшенә яҡынлашҡан һайын мин уларҙы аңламағандан-аңламай ғына барам. Улар мине үтә бәләкәй тип уйланылармы, тик үҙ ҡайғылары артында, минең донъям емерелгәнен, эсемдә уттар янғанын, башымда меңәрләгән һорау тыуғанын күрмәнеләр. Ә мин бөтә балалар кеүек үк өлкәндәргә ышана инем. Улар донъяны яҡшыраҡ белеп, ғүмерҙе аңлайҙар тип уйлап, яңылышҡанмын. Мине “беҙҙе ҡыуып сығарған” Әлфир генә түгел, әсәй ҙә, өләсәй ҙә атайһыҙ иттеләр.

 

Мин үкереп илайым, әсәй енләнә. Шулай башланды беҙҙең иртә.

– Йә, ниңә шыңшыйһың? — тип әсәйҙең һорауынан һуң тағы ла ҡысҡырып илай башлағас, тауыш күтәрҙе. — Һуңлайһың бит дәрескә!

Минең әйткем килә, тик һүҙҙәр урынына илау ғына килеп сыға ла ҡуя.

– Тынмаһаң, өйҙө бикләйем дә эшкә китәм. Әйҙә яңғыҙың күпме теләйһең, шунса ила!

Хәҙер мин тауышһыҙ ғына иларға тырышам, әммә илау барыбер үҙенән-үҙе ауыҙҙан килеп сығып тик тора.

– А-а-ай, эшкинмәгән ҡыҙ! Курткаңда тороп тирләйһең бит! Ниңә илайһың, ә?!

– Бүре-е-ек, — тип саҡ әйтә алдым.

– Нимә – бүрек? Ҡыҫамы әллә? — тип башымдан һыпырып алып, тартҡыларға тотондо. — Сәнсәме?

– Оҡшама-а-а-ай... — Мин ҡысҡырып олоп ебәрҙем.

Ул бүректе миңә теге ваҡыт Әлфир бүләк итте. Атайым минең. Мин уны Әлфир тип йәйгеһен, өләстәргә күсеп килгәс, әйтә башланым. Ул көндө иртәнсәк әсәй мине өләсәйҙәргә алып килде лә үҙе кире сығып китте. Шунда өләс нимә булғанын аңлатты.

– Атаң һеҙҙе ҡыуып сығарҙы. Кәрәкмәйһегеҙ уға. Һин дә, әпсәң дә, — тине ул.

Һе, кәрәкмәгәсмен, атай ҙа миңә кәрәкмәй. Атай түгел, Әлфир ул. Әлфир!

Кискеһен әсәй ҙә өләскә килде. Үҙе менән ҙур-ҙур сумкалары ла бар ине.

— Әсәй, беҙ өйгә башҡа ҡайтмайбыҙмы? — тип ипләп кенә һораным. Өләс алдан да атайҙы әрләй торғайны, бәлки, хәҙер ҙә алдатҡандыр...

— Юҡ, ҡайтмайбыҙ, — тине әсәй.

Өләс атыу алдатмаған. Атай хәҙер яңғыҙы өйөбөҙҙә ултырамы икән? Уның бер үҙе генә һыуыҡ һәм ҡараңғы бүлмәлә ултырғанын күҙ алдыма килтерҙем. Әсәйҙәр өйҙә булмаһа, миңә лә гел шулай һыуыҡ һәм ҡыйын. Былай Мурка бар инде унда. Уның менән ҡурҡытмай, етмәһә, йылы ғына. Әллә Әлфир бесәйҙе лә ҡыуып сығарҙымы икән? Хәҙер Мурка тышта, төндә бер мөйөштә бапаҡтарҙан йәшенеп ултыралыр инде... Уға ҡурҡыныстыр... Йә барырға өләсе лә юҡ. Бахырҡай, бер кемгә лә кәрәкмәй ҙә, уны яратмайҙар ҙа... Мурканы шул тиклем йәл. Шул тиклем ҡайтҡым килеп китте! Йәштәр күҙҙән сөбөрләп аға башланы. Быны өләс күреп ҡалды.

— Ай, бына баланы! Нимә булды? Атаңды һағындыңмы әллә?! Кәрәкһәң, ебәрмәҫ ине...

— Әсәй! — тип бүлдерҙе өләсте әсәй.

— Нимә әсәй? Йүнле ир балаһын былай ғына биреп ебәрмәҫ ине. Әйттем мин һиңә, уның тоҡомо алама!..

— Нишләп үҙебеҙ менән Мурканы алма­ныҡ? — тип ҡысҡырып ебәрҙем. Атыу Әлфир кәрәк тип уйлап ҡуйырҙар. — Уға бит ҡурҡыныс... Аҡтояҡты кем һауа? — Көтөүҙән ҡайтҡас, мөңрәп торған һыйырыбыҙ иҫкә килеп төштө. Әсәй көн һайын барып һауып йөрөмәҫтер? — Һин үҙең әйттең бит һаумаһаң, уға ауыр була тип... Шунан ул шартлап ҡуйһа? — Үҙем илайым, үҙем һыйырҙы йәлләйем. — Ә себештәрҙе иртәгә ҡарға алып китһә? — Һап-һары, йомшаҡ ҡына бәпкәләрҙе беҙ Мурка менән көндөҙ көтә инек. — Атай бит мин сәскән сәскәләр ҡайҙа икәнен күрмәне! — Йәй башында сәскән гөлдәрем иҫкә килеп төштө. — Белмәгәс, нисек һыу ҡоя?..

Артабан нисек йәшәребеҙ башыма һыймай. Ниңә Әлфир ҡышҡыһын ҡыуып сығарманы икән? Уға тиклем һыйырҙың да һөтө бөтөр ине, себештәр ҙә үҫер ине, сәскәмде лә ҡарар инем... Миңә бер кем дә аңлатып торманы. Өләс кенә: “Атаңа оҡшап, мыжып ултырма!”— тине. Ә мин Әлфиргә оҡшағым килмәне. Шуға башҡаса иламаҫҡа булдым.

Шулай беҙ өләс менән йәшәй башланыҡ. Атай, әй, Әлфир, килеп тә китмәне. Кәрәкмәгәсбеҙ ни.

Анау көндө беҙ өләс, әсәй менән ҡайтып килдек. Улар икәүләп картуф алды, мин ишек алдында көтөп ултырҙым. Ишек алдыбыҙ үҙгәреп киткән һымаҡ булды. Ул нисектер ҙурыраҡ, бушыраҡ күренде. Мурка ла, Аҡтояҡ та, себештәр ҙә хәҙер ҡәрсәйҙәрҙә, тине әсәй. Әлфир күренмәне. Мин уны осратып ҡуйһам, тип ҡурҡҡайным. Нимә тиергә уға? Ә ул барыбер мине күрмәгән булып үтеп китер ине, моғайын. Бәлки, ул өйҙәлер? Сыҡмай ултыралыр. Мин уны һаман шул ҡараңғы һәм һалҡын бүлмәлә ултыра тип күҙ алдына килтерҙем.

Түҙмәй, өйгә инеп сығырға булдым. Әлфиргә нимә тием шунан? Мурканы эҙләп индем тиермен! Уның өсөн, моғайын, ҡыуып сығармаҫ...

Өйҙә бер кем дә булманы. Унда ла, ишек алдындағы кеүек, буп-буш һымаҡ. Һыуыҡ һәм ҡараңғы. Мин төп яҡҡа индем. Атай йоҡлаған диван тора. Урыны йыйылмаған. Ятҡан эҙе лә ҡалған кеүек. Күҙ алдыма килеп баҫты. Ана бит ул стенаға ҡарап, бөрөшөп кенә ята, өшөгән һымаҡ. Ниңә торғас, урынын йыйманы икән? Әллә белмәйме икән? Гел әсәй йәки мин йыя инем. Атайҙың иртәнсәк уянып, аптырап торған йөҙөн күҙ алдыма килтерҙем дә, көлкө килеп китте. Ҡана йыйып китәйем. Өйгә ҡайтһа, әйҙә аптыраһын. Юҡ, белдем! Тәүҙә урынына ятып йылытам да, шунан ғына йыйыштырырмын. Атай кискеһен өшөп ҡайтып ятһа, йылы ғына буласаҡ! Бына аптырар инде. Мин диванға барып, юрғанға төрөнөп ятып алдым. Атайҙың еҫе... Йоҡлағым килеп китте. Рәхәт кенә... Ниңә ул беҙҙе ҡыуҙы икән? Әллә теге юлы туп менән яңылыш соландың тәҙрәһен ярғайным, шуғамы икән? Гел тыңларға кәрәк булған...

Күҙҙәр йомола башланы. Йоҡлап китеп ҡуймайым тип һикереп торҙом да урынды йыйырға тотондом. Тип-тигеҙ килеп сыҡты. Алдан улай булмай торғайны. Ҡалай үҫкән, эшкингән, тип атай аптырар әле. Ҡулымды юрған аҫтына тығып ҡараным. Йылы...

— Бында нимәңде ҡарайһың? — Өйгә ҡапыл өләс килеп инде. Мин тертләп киттем дә йүгереп тышҡа сыҡтым. Урынды йыйғанды күрҙеме икән? Әсәйгә һөйләп ҡуйһасы? “Атаһын йәлләй. Әсәңде түгел, ә уны яратҡасһың, әйҙә бында ҡал!” — тип әйтһә шунан? Нимәгә Әлфирҙең урынын йыйҙым инде?! Үәт мин иҫәрмен. Оят ҡалай! Өләс бер нәмә тип өндәшмәне. Тик миңә оҙаҡ яман ҡарап йөрөгән һымаҡ тойолдо.

Ә теге ваҡыт минең тыуған көн булды. Әсәй менән өләсәй өҫтәл әҙерләнеләр. Унда кәнфиттәр, салаттар, ананас та булды. Торт та! Өләсәй миңә ҡышҡы итек бүләк итте. Әсәй — куртка. Иң ҙур киҫәк торт миңә эләкте! Күңелле булды!

Шунан тышта машина тауышы ишетелде. Әлфир! Ул тауышты әллә ҡайҙан таныйым. Бергә йәшәгәндә, кис булһа, мин урам осона йүгерә инем. Унда атай машинаһында эштән ҡайтып килгән була. Туҡтап, мине ултыртып ала ла, урамды ике уратып ҡайта инек. Әсәй ҙә ул тауышты танып, тәҙрәгә ынтылды.

— Килә ята, — тине ул өләсәйгә. Ә үҙе өҫтәлдәге һыйҙарҙы йыйырға тотондо.

— Аһ, — тине өләсәй. — Индереп сәй эсермәйһеңме?

— Юҡ, — тине әсәй. — Бар, Әлфиә, сыҡ атаңа, — тип ҡушты.

Мин сыҡтым. Әлфир тупһала ултыра ине.

— Һаумы, ҡыҙым, — тип мине ҡосаҡлап алды. Мин ҡосаҡламаным. — Нисә йәш әле һиңә? Һигеҙме?

– Эйе, — тинем ҡаты итеп.

Ул минең арҡамдан һөйҙө һәм ҡырға әйләнеп күҙҙәрен һөрттө. Мин күрмәне тип уйланы, шикелле. Үҙе мине кәрәкмәй ти, үҙе хәҙер илай. Күҙҙәрен һөрткәс, миңә йылмайып ҡараны:

— Тыуған көнөң менән, Әпиүш, — тип шыптыр тотторҙо. Шыптыр эсендә — һоро бүрек. Шарфы ла бар. Минең бер төҫтә, парлы бүрек менән шарф булғаны юҡ ине. Әлфир мине тағы ҡосаҡлап үбергә иткәйне, мин ҡасып инеп киттем.

— Шунан, нимә ти? Нимә бирҙе? — тип ингәс тә әсәй һораны.

— Бүрек менән шарф, — тип уға һуҙҙым.

— Матур һауытҡа ла һалырға эшкинмәгән, — тип, әсәй миңә уның бүләге оҡшаны тип уйламаһын өсөн, өҫтәп ҡуйҙым. Әсәй өндәшмәй генә алып ҡараны.

— Сыҡмайһыңмы? — тип өләс унан һораны. Әсәй баш ҡаҡҡас, үҙе сығып китте. Бер нисә минуттан таныш машина тауышы йәнә ишетелде. Ул яйлап алыҫлаша башланы. Минең, йүгереп сығып, артынан шул бүректе ташлағым килде.

— Кәрәкмәй! Бүркең дә кәрәкмәй! Һин дә! — тип ҡысҡырғым килде. Тик әсәй бүректе шкафҡа һалып тора ине инде.

Әлфирҙең ул бүрке менән шарфын әсәй утҡа ырғытҡандыр йә ташлағандыр тип уйлағайным. Тик ташлау ғына түгел, бөгөн сығарып миңә кейҙерҙе. Шуға иланым да ҡуйҙым.

— Оҡшама-а-ай... — тип кенә әйтә алдым, әсәй һорағас.

— Ҡолағың туңып өҙөлөп төшһөн тиһеңме? Кейеү түгел, кейерһең, — тип кире башыма кейҙерҙе.

Мәктәпкә еткәнсе саҡ тынысландым. Ҡолаҡтарым өҙөлһә өҙөлһөн, барыбер Әлфирҙең бүркен кеймәйем, сисеп ташлап китәм, тип үҙемде тынысландырҙым. Тик барышлай ҙа, мәктәптә лә, ҡайтышлай ҙа ташлай алманым. Әсәй әрләр тип ҡурҡтым. Атай ҙа, берәй ваҡыт табып алып, үсегер һымаҡ. Шуныһын ғына аңлай алмайым — Әлфирҙең был бүрке башты әллә өтә, әллә йылыта? Бүтән тыуған көнөм булмаһын ине, бүләктәр ҙә бирмәһендәр.

 

Заһиҙә МУСИНА. 

Сығанаҡ: https://shonkar.com/news/-bi-t/2022-10-06/lfir-e-b-rke-2980171

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: