Бөтә яңылыҡтар

Ҡош киҙеүе (хикәйә)

Гөлсирә башын ситкә борҙо. Ауыр ыңғырашты, хәлдең үтә киҫкенлеген төшөнөп, Гөлйемеш инәй урамға атылды. Сығып барышлай, Гөлсирингә ҡысҡырҙы: «Әсәйең эргәһенән китмә, мин хәҙер...»

Ҡош киҙеүе (хикәйә)
Ҡош киҙеүе (хикәйә)

Гөлсирин Ҡайнүҙәккә һуңғы автобусҡа эләгеп килде. Туҡталыштан ауылға ике-өс саҡрым атлайһы әле. Йөгө ауыр булмаған кешегә ҡан яҙыр ғына ара. Ике һикереп, бер атлап үтә уны Гөлсирин. Был юлы ашыҡманы...

Имтихандарының һөҙөмтәһе билгеле булғас та, автовокзалға йүнәлде. Ҡалала, мәғәнәһеҙ уҡытыусылар эшләгән уҡыу йортонда башҡаса бер генә минутка ла ҡалырға теләмәне. Һынауҙарға бергә әҙерләнгән әхирәттәре менән дә хушлашып торманы. Ояты ни тора! Мәктәпте миҙалға бөтөп тә, юғары уҡыу йортона инә алма әле. Ә бит үҙенең көсөнә ныҡ ышанып килгәйне Гөлсирин. Кереренә аҙ ғына ла шикләнмәгәйне. Хәҙер килеп, әсәһенең күҙенә нисек күренер, атаһына ни тиер? Тура үҙҙәренең ауылы Байтирәккә ҡайтмаҫҡа, билетты Ҡайнүҙәккә алырға булды. Ҡайнүҙәктә уның өләсәһе йәшәй. Аңлаһа, ул ғына аңлар ейәнсәренең хәлен.

Башта барыһы ла һәйбәт барҙы. Компьютер һорауҙарына дөрөҫ яуаптар бирҙе. Тәүге фәнде «биш»кә тапшырҙы. Миҙаллы абитуриентҡа ошоһо ла еткәйне, тик, ниңәлер, йәнә бер имтихан бирҙертергә булдылар. Был һынауға ла яҡшы әҙерләнеп килде. Имтихан алыусы көньяҡ кешеһе булып сыҡты. Исем-шәрифенән дә һиҙелә.

Ҡап-ҡара ҡыйғас мыйыҡлы, сөм ҡара йылтыр күҙле, бөҙрә сәсле урта йәштәрҙәге ир. Аудиторияны һөҙөп сыҡҡас, был майлы күҙҙәрен Гөлсириндә туҡтатты. Ҡарашы, рентген нуры тиерһең, бар ағзаларыңды үтә күрәлер, билләһи. Гөлсирин бындай әҙәпһеҙ ҡарашҡа яуап бирмәҫкә булды һәм шунда уҡ язаһын да алды. Имтихан алыусы уны билет алырға иң һуңғы кеше итеп индерҙе. Ҡыҙ, бер аҙ ҡаушаһа ла, билетындағы һорауҙарға тулы яуап бирҙе. Майлы күҙ ҡаршыһына уҡ килеп ултырҙы, һорау артынан һорау яуҙырҙы. Ирҙең күҙен дә алмай ҡарап ултырыуы Гөлсириндең йәненә тейҙе, асыуын килтерҙе. Уның һайын сәмләнеберәк һөйләне. Ҡыҙҙың ихтыярын һындыра алмауына үртәндеме, ир, урынынан тороп, уның тирәләй өйөрөлдө. Ят еҫ Гөлсириндең күңелен уйнатты, башын әйләндерҙе. Ниһайәт, «һорау алыу» туҡталды. Ир, ҡыҙҙың ҡарашын тотмаҡсы булып, ҡаршыһына уҡ килеп баҫты. Гөлсирин, бының үҙен сысҡанды уйнатҡан бесәйҙәй ҡыланыуын һиҙеп, күтәрелеп ҡараманы. Ир кеше хәттин ғәрләнде булыр, тупаҫ, ҡарлыҡҡан тауыш менән былай ҙа ҡурҡышынан йән тиргә батҡан ҡыҙға һуштан яҙырлыҡ хәбәр һалды:

– Ҡәҙерлем, белемең, тартып-һуҙған сүрәттә лә, уртасанан артмай. Билдәңде күтәрергә теләһәң, кис фатирыма кил. Шунда һөйләшербеҙ. Минең фәндән «биш» булмаһа, конкурстан үтмәүең көн кеүек асыҡ. Алдағы яҙмышың, эйе, үҙ ҡулыңда. Һеҙҙең халыҡҡа заманса фекерләү, тәүәккәллек етмәй, һинең йәштә нимә инде ул бер кис...

Гөлсирин һушына килеп һикереп тормаһа, тағы ниндәй һүҙҙәр теҙер ине икән был хәсрәт уҡытыусы? Ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмаған ҡыҙ сумкаһын һәрмәп алды ла ишеккә йүгерҙе. Дөйөм ятаҡҡа ла инеп тормай, таныштарына барып йығылды. Төндө күҙ ҙә йоммай сыҡты. Артабан нимә эшләргә, тигән уй башынан китмәне. Уҡырға инә алмай ҡайтһа, ауылда көлөрҙәр. Һүҙ китер. Миҙалы көмөш булмаған, ҡалай миҙал булған инде әтеү, тиерҙәр. Уҡытыусыларының күҙенә нисек күренер? Уға ҙур өмөт бағлап, ышанып ҡалды бит улар.

Гөлсирин бигерәк гә синыф етәксеһе Ғәйшә апаларын ярата ине. Тура һүҙле, талапсан, яғымлы ла, уҫал да булды ул. «Намыҫығыҙға тап төшөрмәгеҙ, иң ҡиммәт нәмә ул намыҫ», – тип өйрәтте. Күрәһең, ҡиммәт булғанға, иң әүәл намыҫҡа үреләләр. Уны аяҡ аҫтына һалып тапағас, һинең менән теләһә нимә эшләй алалар: йөҙөңә төкөрәләр, йәнеңде телгеләйҙәр, рухыңды имгәтәләр. Рухың имгәндеме – һин ҡол. Юҡ, был һис ҡасан булмаҫ. Иң ауыр, иң ҡара эштәрҙе эшләргә риза, тик йөҙөнә ҡара яҡтыртмаҫ Гөлсирин.

* * *

Күҙҙәрен асҡанда, йорт хужалары ҡайһыһы ҡайҙа таралышып бөткәйне. Йыуынып, кейенеп алғас, Гөлсирин етди ҡарарға килде: институтҡа барып, ректорға инергә, бөтәһен дә һөйләп бирергә. Ректор башҡортмо, татармы, тиҙәр. Бәлки, ҡыҙҙың хәлен аңлар. Гөлсирин үҙ илендә йәшәй, ситтән килмәгән. Бындай кәмһетелеүҙән, хурлыҡтан уны кемдер араларға тейештер ҙә баһа.

Шундай уйҙар менән Гөлсирин ҡабул итеү бүлмәһенең ауыр ишеген асты. Ҙур ялтыр өҫтәл артында сит илдән килтерелеп магазин прилавкаларын тултырған Барби ҡурсағы кеүек ҡыҙ телефондан һөйләшеп ултыра ине. Инеүсегә керпектәрен генә һирпеп алды ла һөйләшеүендә булды. Барбиҙың эше кәмей төшкәс, Гөлсирин шуларҙы белде: ректор Мәскәүгә киткән, проректор отпускыла, декан фәнни конференцияла икән. Юлы уңмауына эсе бошоп, бүлмәнән сыҡты. Коридорҙа имтихандар ҡабул итеү комиссияһы рәйесен осратты. Ни яҙһа, шул булыр, тип, ошо ҡырыҫ йөҙлө ҡатынға сиселеп ҡарарға булды Гөлсирин. Комиссия рәйесе Альберта Альбертовна абитуриентканың һөйләгәнен теләр-теләмәҫ, ышаныр-ышанмаҫ тыңланы. Оҙаҡ ҡына ҡыҙҙың күҙҙәренә ҡарап ултырҙы. Унан, ата ҡаҙың күкәй һаламы тигәндәй, һорап ҡуйҙы.

– Аҡса-фәлән һораманымы?

– Аҡса? Юҡ, аҡса һораманы. Кис фатирына килергә ҡушты.

– Фатирға саҡырыу бер ни ҙә аңлатмай әле, ҡәҙерлем. Уҡый башлағас, уҡытыусыларығыҙҙың фатирына үҙегеҙ үк йүгерә башларһығыҙ. Барҙыңмы һуң?

– Ю...ю...ҡ, һеҙ нимә? Мин – намыҫлы ҡыҙ.

– М... да, намыҫ намыҫ менән...

Альберта Альбертовна тағы нимәлер әйтергә иткәйне лә, әйтеп бөтмәне. Нимәлер иҫенә төшөп, ситкәрәк китеп, кеҫә телефонынан һөйләшеп алды. Һөйләшеп бөткәс, Гөлсирингә, һин әле һаман бындамы ни, тигәндәй, ҡарап алды ла һүҙен ялғаны.

– Нимә булған, шул булған, ҡәҙерлем. Шаулап йөрөмә. Моғайын, ул шаяртҡан ғыналыр.

– Улай шаяралармы ни? Кеше яҙмышы менән...

Өсөнсө көнөнә төштән һуң миҙаллылар араһында конкурстан үтеп институтҡа алыныусыларҙың исемлеген сығарып элделәр. Бәхетлеләр рәтендә Гөлсириндең фамилияһы юҡ ине.

* * *

Ҡайнүҙәк автобусына инеп ултырғас ҡына әҙерәк уйларлыҡ хәлгә килде ҡыҙ. Бер маньяк арҡаһында институтка инә алманысы.

Нисек ундай кешеләр юғары уҡыу йортонда эшләп йөрөй ала икән? Бер Гөлсиринде генә фатирына саҡырмайҙыр бит? Тағы кемдәрҙең битенән көлдө икән ул әҙәм аҡтығы? Ғәйшә апаһы, намыҫ ҡиммәт, ти ҙә ул, бындай әҙәмдәр менән ҡалай көрәшергә? Альберта Альбертовна ла ярҙам итмәне, теләһә, итә ала ине, моғайын, теләмәне. Тәүге һүҙе: «Аҡса һораманымы?» – булды бит. Моғайын, тегегә аҡса бирергә кәрәк булғандыр? Был уй башына ла килмәне. Килһә лә, аҡсаһы юҡ ине. Әсәһе тәҡрарлап ебәрҙе: «Керһәң, үҙ көсөң менән керәһең, кермәһәң, һинең өсөн түләр аҡсабыҙ юҡ. Тапҡан-таянғанды, ана, атайың эсеп бөтөп тора. Керә алмаһаң, фермаға, минең янға, эшкә килерһең».

Гөлсирин эштән ҡурҡмай ҙа ул. Бәләкәйҙән әсәһенә ярҙам итеп, уның һыйырҙарын һауып йөрөнө. Йорт эштәре лә уның өҫтөндә. Атаһы бер эсә башлаһа, аҙналар буйы айный алмай. Аяҡлы бәлә инде.

Әсәһен йәлләп, Гөлсирин күҙ йәштәренә төйөлдө. Әлдә өләсәһе бар, ауыр саҡтарҙа гел уға барып һыйына. Йә өләсәһе үҙе килеп етә. Ул килһә, ҡояш сыҡҡандай, донъялары яҡтырып китә. Күңелһеҙ моңһоу тормоштарына йәм кергәндәй була. Өләсәһе хас терегөмөш, бер минут та тик тора алмай. Әле теге, әле был эш таба, таба ла мөкиббән китеп шул шөғөлөнә бирелә. Кәрәк саҡта үткер ҙә, уҫал да үҙе.

Гөлсирин өләсәһендә үҫте тиерлек. Йәйҙәре, каникул мәлдәре гел Ҡайнүҙәктә үтте. Тәүге мөхәббәте лә – Ҡайнүҙәк егете. Марат унан дүрт-биш йәшкә өлкән ине. Мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәткә китте. Хеҙмәттән үҙгәреп, холҡо боҙолоп, эсергә өйрәнеп ҡайтты. Ҡыҙҙың күбәләктәй талпынған хистәрен аңламаны. Тупаҫ ҡыланды. Һәр килгәнендә эсеп килде. Гөлсирин әйтеп-эйтеп ҡараны ла, башҡаса осрашыуға сыҡмаҫ булды. Марат бер аҙ ауылда эшләп йөрөнө лә ҡайҙалыр китеп юғалды.

* * *

Аҡ ҡайындар солғанышында ултырған Ҡайнүҙәк, бәләкәй булһа ла, бик матур ауыл, Гөлсирин бында тулҡынланып, ашҡыныулы хистәр менән килә торғайны гелән. Әле өләсәһенең өйөн күреү менән йөрәк тапҡырында ниҙер сәнсеп алды. Өләсәһенә хәлен нисек һөйләп аңлатыр? Ҡыйыуһыҙ ғына бәләкәй ҡапҡаның элмәген ысҡындырҙы. Ашығып болдорға менде. Өй бикле ине. Ҡул сумкаһын йоҙаҡ башына элеп, күрше Миңзәйнәп әбейенә йүгерҙе. Икәүләшеп сөкөрләшеп сәй эсергә ярата улар. Гөлсирин уларҙың дуҫлығына һөйөнөп бөтә алмай. Хәҙер бит ауылда ла ҡалалағы кеүек айырымланыу, һәр ғаилә үҙенә генә бикләнеп йәшәү сире көсәйҙе. Вәй, Миңзәйпәп әбейҙең ишегендә лә оло ҡара йоҙаҡ аҫылынып тора. Гөлсирин аптырап урамға сыҡты. Унда ла кеше әҫәре күренмәне. Ҡайҙа булып бөттөләр икән? Юғарғы остан туйтаңлап сатан Солтангәрәй ҡарттың төшөп килеүе күҙемә салынды. Гөлсирин ҡартка ҡаршы атланы. Уныһы ҡыҙмаса ине. Күңелле һөйләште.

Бар халыҡ клубта, ҡыҙым. Өләсәйеңдәр ҙә шунда, ниндәйҙер байраммы, любәләйме, концерт ҡуялар. Гөлйемеш ни, йырлай инде һаман.

– Һин һуң, бабай, ниңә концертҡа барманың?

– Ә?

– Клубҡа ниңә инмәй үттең?

– Ә... ә... Эйе шул, ҡыҙым. Ауыҙҙары асылғанын күрәм, һүҙен ишетмәйем. Әйҙә, лутсы беҙгә. Әбейең яһаған сәмәйгүнде тәмләп, үҙемсә йырлап мәж киләм. Үҙе бер концерт! Бейеп тә алам. Немец алып ҡалған аяҡ урынында таяҡ булһа ла, арыу баҫам. Тик бына ике аяҡ ике төрлө тауыш бирә лә, көйҙө боҙоп ҡуя.

Бабай кеткелдәп алды.

Гөлсирин клубҡа ингәндә, концерт бөтөп, халыҡ ҡуҙғалыша башлағайны. Танығандар ҡыҙҙы уратып, һорашырға керешеп китте.

– Нисек килеп еттең, ҡыҙым?

– Концертҡа һуңлағанһың.

– Өләсәйең йырлағанын ишетә алманың инде. Йөрәктәрҙе айҡай бит моңғынаһы...

Гөлсирин, барыһы менән дә ихлас һөйләшеп, сәхнәгә үтте. Гөлйемеш инәй кейем алмаштыра ине. Эргәһенә килеп ҡосаҡлап алған ейәнсәрен күргәс, былай ҙа тулышҡан күңеле күҙ йәштәре булып керпек остарына һикерҙе.

Клубтан сыҡҡас, урамдан китмәй, һөйләшә-һөйләшә ауыл эргәһендәге ҡайынлыҡҡа күтәрелделәр. Ағастар араһында еләҫ һәм тыныс ине. Гөлсирин, яҡын әхирәттәрен оҙатҡандай, һәр ҡайынды ҡосоп сәләмләй. Өләсәһе ейәнсәренең ҡылығын мәрәкә итеп ҡарап тора. Ул үҙе лә ошо ҡайындарҙы һағынған, күңеле хистәргә тулыша: иркә, шаян йәшлек бер генә була икән шул. Ейәнсәр менән өләсәй башта тегене-быны һөйләштеләр. Ауыл хәлдәренә ҡағылдылар. Өләсәһе бер ни тиклем тынысланғас, Гөлсирин үҙенең хәлен һөйләп бирҙе. Ейәнсәренең һөйләгәне Гөлйемеш инәйҙең йөрәгенә уҡ булын ҡаҙалды. Йөҙө ағарып, һүҙ әйтергә теле эйләнмәй торҙо. Унан ярһып китте:

– Ах, иманһыҙ бәндә. Быны былай ғына ҡалдырырға ярамай, тауыш күтәрергә кәрәк. Килмешәктәр баҫа донъябыҙҙы...

– Тыныслан, өләсәй. Тауыш күтәреү бер ни ҙә бирмәҫ. Беренсенән, енәйәт эшләнмәгән, икенсенән, шаһиттар юҡ. Имтихан тапшыра алмаған ҡыҙ ни һөйләмәҫ, тип кенә ҡуясаҡтар. Өсөнсөнән, мин... исемемде сәйнәүҙәрен теләмәйем.

– Һин нимә, ҡыҙым, шул тиклем оятһыҙлыҡты тыныс ҡына үткәреп ебәрергә уйлайһыңмы ни?

– Осоноп та әллә ни эшләп булмаҫ, өләсәй. Донъяның буталған сағы.

Ейәнсәренең шулай тыныс һөйләшеүе өләсәһен аптыратты. Башында төрлө уйҙар буталды. Ниңә бер уның ейәнсәренә ҡаныҡты икән теге көньяҡ кешеһе? Дөрөҫ, Гөлсирин нәҫелдәрендәге бер кемгә лә оҡшамаған, үтә сағыу сибәр. Йөҙ төҙөлөшө, һығылмалы зифа буй-һыны, атлап йөрөштәре көньяҡ сибәрҙәренә тартым. Әллә ҡыҙы Гөлсирәнең анау бер әйткән һүҙе дөрөҫмө?! Гөлйемеш инәй артабан уйларға ла ҡурҡа. Булмаҫ, теге ир ҡатын-ҡыҙ яратҡан берәй аҙғындыр. Яҙмыш булмаһын. Алла һаҡлаһын. Ҡат-ҡат уҡынып доға ҡылды Гөлйемеш.

Гөлсирин таң ҡаршыларға, ялан аяҡ иртәнге ысыҡты кисеп йөрөргә ярата. Бөгөн уяныуына ҡояш ағас бейеклек күтәрелгән, тәҙрә быялаһы аша ҡараған нурҙар иркәләүҙән уҙып, тәнен семеткеләй башлағайны инде. Радио Көньяҡта ҡош киҙеүе ҡотороуын бәйән итә. И, Илаһым, берүк беҙҙең яҡҡа килә күрмәһен. Ҡыҙ урынынан тороп түшәген йыйҙы. Өҫтөнә халатын ғына элде лә тышҡа сыҡты. Ҡыҙыулығын аҙ ғына ла кәметмәгән август ҡояшы ергә көлтә-көлтә нурҙарын һибә. Үләндә ысыҡ кипкәйне инде. Гөлсирин өйҙәре эргәһенән ағып яткан кескенә шишмәгә килде. Шаптырлап һалҡын һыуға төшөп китте. Шишмәнең сөм урынын табып битен йыуҙы. Терегөмөштәй йүгерек һыуҙы услап алып өҫкә бөрктө. Ҡыҙҙың күҙ алдында аллы-гөллө салауат күпере хасил булды. Ҡыҙыҡ! Күк күкрәп ямғыр яуғанда ғына була торған тәбиғәт мөғжизәһен үҙе яһауына һоҡланып, услап-услап һауаға һыу сойорҙо. Үҙе һыу аҫтында тороп күшекте. Тәне лә, йәне лә сафланғандай булды. Күңеле күтәрелде. Уҡыу менән үткән көсөргәнешле көндәре, юғары уҡыу йортона инә алмау ҡайғыһы ла артҡа сигенде. Әлеге мәлендә ҡыҙыҡай сикһеҙ бәхетле ине. Баш оҫтондә зәңгәр күк, алтын ҡояш, аяҡ аҫтында саф шишмә, хәтфә үлән – кешегә ни кәрәк тағы. Үҙеңде ошо йыһандың бер тамсыһы итеп тойоу үҙе бәхет түгелме ни?

Тәбиғәттә бөтә нәмә үҙ урынында, барыһы камил. Ниңә бәндәләр шулай түгел икән? Башынан шул уй үтеү менән, Гөлсириндең ҡояшлы йөҙөнә болот күләгәһе тошто. Һыу сәсрәтеп уйнауынан төңөлөп, ҡайтыу яғына атланы.

Шәрә ботҡа йәбешкән еүеш халат атларға ҡамасаулай, һалҡын ят ҡул тейгән тойғо тыуҙыра. Гөлсирин буталсыҡ уйҙар эсендә килә. «Әгәр шул кис уның фатирына барған булһам, студентка булып Байтирәк урамынан текә генә баҫып йөрөп ятыр инемме икән ошо көндә? Барһам, мине нишләтер ине? Абау, Хоҙайым. Үҙ милләтең дә түгелсе. Йәше лә ҡырҡҡа етеп баралыр, моғайын. Ҡарашы хәтәр... Бәлки, гипнозлылыр ул? Гипнозсылар ҡатын-ҡыҙҙы ҡарашы менән сисендерәләр, ти бит. Ҡапыл Гөлсириндең хәтеренә ауылда уҙған йыл булған бер ваҡиға килде. Ауылдың иң сибәр ҡыҙы – күрше ауыл мәктәбенең унынсы класында уҡып йөрөгән Зөбәржәт ҡапыл ғына ауырыуға һабышты. Уҡыуын ташланы, урамға сыҡманы. Әсәһе Кинйәбикә: «Ҡыҙыма ҡош киҙеүе тейгән», – тип төрлө ерҙәргә алып барып өшкөртөп тә йөрөнө. Берҙән-бер көн бөтә ауылды шаҡ ҡатырып, тиҫтер егеттәрен зар илатып, һыуға төшөп юғалды Зөбәржәт. Кәүҙәһен яҙғы ташҡындар ҡайтҡас ҡына, ауылдан алты-ете саҡрым алыҫлыҡта таптылар. Ағас ботағына тотолоп ҡалған, ти, бахыр. Юҡһа, әллә ҡайҙарға ағып китәһе икән. Зөбәржәтте ерләгәс, имеш-мимештәр ҡуйырҙы. Был үҫмер ҡыҙҙы ферма төҙөп ятҡан ҡара ағайҙар «шаяртҡан», тиҙәр. Зөбәржәт үҙе кемгәлер: «Ҡараштары менән сисендерҙеләр», – тип әйткән, имеш. Әсәһе бисараның, ҡыҙыма ҡош киҙеүе ҡағылған, тигән һүҙҙәре сәйер бит әле. Уны ни, әлеге киҙеүҙе, берәү ҙә үҙ күҙҙәре менән күрмәгәс, ни әйтәһең. Ҡара ағайҙар ҡыш үҙҙәренә, йылы яҡҡа ҡайтып ҡышлайҙар ҙа, яҙ етеү менән был яҡтарға ҡабат аҡса эшләргә киләләр. Ҡоштар кеүек инде улар, бер уйлаһаң. Ҡыш ауышыу менән килә башлаған ҡарасмандарға ишаралап: «Ана, ҡара ҡарғалар килә башланы, яҙ еткәндер», тип һөйләнә башлайҙар. Ауылда Мәрәкә Маһый ҡушаматлы уҫал апай бар. Ул былай ти икән: «Беҙҙең ҡоштарҙан айырмалары шунда: беҙҙекеләр үҙебеҙгә ҡайтып бала сығара, ә былар үҙҙәрендә лә, беҙгә килеп тә эшләй шул эштәрен...»

Өләсәһе ул ҡайтыуға картуф баҡсаһында колорадо ҡуңыҙы сүпләп йөрөй ине. Ейәнсәрен күреү менән турайып, билен яҙҙы.

– Өләсәй, ниңә мине көтөүгә уятманың? Өйҙә малды гел мин ҡыуам да ул.

– Беләм, ҡыҙым, беләм. Алдыраһы көнөң алда торһон. Гөлйемеш резина бирсәткәле ҡулдарын күтәреп, терһәктәре менән генә ейәнсәрен ҡосоп иркәләне.

– Әйҙә, байуҡ ашарға әҙерләгәйнем, һине уятырға ғына ҡыҙғандым.

Мин дә ҡуңыҙ йыйышайым әле, өләсәй?

– Аҙапланма. Уны йыйып бөтөрөрлөк түгел. Хәҙер ашап та әллә ни ҡыйрата алмай улар. Картуфланған, төбөндә байтаҡ күренә. Сығарып алырға иртәрәк әле, ҡабығы ҡалыная бирһен, тим.

һөйләшә-һөйләшә иртәнге сәй эстеләр. Өҫтәлдә нимәләр генә юҡ: яңы айыртылған ҡаймаҡ, бал, әсетеп бешерелгән ҡоймаҡ, туҫтаҡ-туҫтаҡ емеш-еләк. Заманында уҡытыусы булған өләсәһе уҡымышлы ла, уңған да шул Гөлсириндең. Умарта ла тота, емеш-еләген дә үҫтерә, ҡош-ҡорт та аҫрай. Нисек өлгөрәлер?! Сәйҙән һуң амин тотҡанда оләсәһе:

– Хоҙайҙы ололап, биргәненә шөкөр итәйек, ҡыҙым. Аштан оло булырға, туйып һикерергә ярамай. Бөтә боҙоҡлоҡ туйып һикереүҙән башлана, – тип ҡуйҙы.

Йомшаҡ диванға күсеп ултырғас, Гөлсирин олатаһының комод өҫтөндә торған фотоһына үрелде. Ҡыҙға ҡуйы ҡара ҡашлы, тулы йөҙлө, түшенә орден-миҙалдар таҡҡан утыҙ-утыҙ биш йәштәрҙәге хәрби кеше ҡараны.

– И... и... һылыу ҙа булған олатайым, – тине Гөлсирин һоҡланып. – Өләсәй, олатай хаҡында һөйләсе?

– Эй, ҡыҙым, уны әллә нисә рәт һөйләгәнмендер инде.

– Онотолғансы, ысын, тағы һөйлә.

– Һөйләрмен, ҡыҙым. Тик әле түгел. Хәҙер йыйынып, автобусҡа сығырға кәрәк.

– Ниткән автобус? Берәй-ары китәһеңме ни?

– Эйе, – тине Гөлйемеш етдиләнеп, – һинең менән Байтирәккә китәбеҙ. Атайың, әсәйең менән кәңәшләшмәй тороп, артабанғы яҙмышыңды хәл итеү ярамаҫ.

Гөлсирин ауылдарына тиҙ арала ҡайтырға уйламай ине әле. Өләсәһенең ҡәтғи ҡарарына аптырап ҡалды.

– Бәлки, үҙең генә барып килерһең, өләсәй.

– Уныһы ни тигән һүҙ тағы?

– Ҡайтырға ҡурҡам. Ауылда ҡалырға ла иҫәбем юҡ.

– Һиңә кем ауылда ҡал, ти.

– Бер күргәс, әсәйемде йәлләп, ҡабат сығып китә алмам шул.

– Мин һине Байтирәктә ҡалдырып китергә йыйынмайым. Ул хаҡта торараҡ һөйләшербеҙ. Ә институтҡа инә алмауыңды атай-әсәйеңә хәҙер әйтергә кәрәк. Аҙаҡ аңлатыуы ауыр буласаҡ.

– Оят бит, өләсәй. Ғәйбәт таралыр.

– Ярай, – тине Гөлйемеш ейәнсәренең тел төбөн аңлап, – улайһа, былай итәбеҙ: һин быйыл бер ҡайҙа ла бармағанһың, ял итеп, миңә ярҙамлашып ятҡанһың. Юғары укыу йортона инеүҙе киләһе йылға ҡалдырғанһың. Шулаймы?

– Алдау була.

– Эйе, икеһе лә яҡшы түгел, тик барыбер береһен һайларға тура килә.

* * *

Байтирәккә кисләтеп ҡайтып төштөләр. Юлда һөйләшеп килешкәнсә, бер кис ҡуналар ҙа иртәгеһен төшкө автобусҡа сығалар. Әммә, бәндә ниәт итер, Хаҡ Тәғәлә хәл итер тигәндәй, иртәнге уй кис ярамаҫ булып сыҡты. Ҡайтып инеүҙәренә Гөлсирә түшәктә ята ине.

– Әсәй, әсәкәйем, нимә булды?

Гөлсирин түрҙә ятҡан әсәһенә йомолдо.

Гөлсирәнең хәле ауыр ине. Башы-күҙе күп-күмгәк.

Көрмәлгән телен әйләндереп саҡ әйтә алды.

– Атайың.... Араҡы таптырып...

Гөлйемеш инәй буҫлығып илаған Гөлсиринде сығарып тороп, ҡыҙының бүтән ерҙәрен ҡарай башланы. Гөлсирәнең бөтә тәне тиерлек ҡара янғайны.

– Типкеләгән бит, яһил...

Гөлсирә башын ситкә борҙо. Ауыр ыңғырашты, хәлдең үтә киҫкенлеген төшөнөп, Гөлйемеш инәй урамға атылды. Сығып барышлай, Гөлсирингә ҡысҡырҙы: «Әсәйең эргәһенән китмә, мин хәҙер...»

Гөлсирәне дауаханаға илтеп еткерә алманылар. «Бауырҙарына ҡан һауған. Иртәрәк килтерһәгеҙ, ҡотҡарып та булыр ине», – тине врачтар. Мәрүәнде ҡулға алдылар, иртәгеһен Гөлсирәне ерләнеләр.

Гөлсирин нимә эшләгәнен, ни һөйләгәнен белмәй йөрөнө был көндәрҙә. Әсәһенең үлеме аңын томаланы, ихтыярын һындырҙы. Янында өләсәһе булмаһа, нишләр ине. Гөлйемеш инәй ҡайғыһынан ҡара көйөп, әле тегендә йүгерҙе, әле бында. Йолаһына еткереп, ҡыҙын һуңғы юлға оҙатышты, тәфтишселәргә ҡыҙын туҡмаған мәлғүн кейәүе Мәрүән хаҡында шаһитлыҡ ҡылды. Аяуһыҙ туҡмап, типкеләп сығып киткән дә, бер ни булмағандай, ауыл буйлап эсеп йөрөгән – Гөлсирә ярҙамһыҙ ике тәүлек ятҡан. Күрше-тирәһе лә кермәгән, исмаһам.

Гөлсирәнең ҡырҡы уҙғас, клубҡа халыҡты йыйып, асыҡ суд яһанылар. Унда Гөлйемеш ғәйепләү телмәре менән сыҡты.

– Кешелек дәүере башланғандан алып ирҙәр ҡатындарын, балаларын яҡлаусы, туйындырыусы булып торған. Ул дәүер менән беҙҙең арала меңәр йылдар ята. Ҡасан, ни сәбәп менән ирҙәребеҙ ҡатындарын, балаларын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыусы, хатта уларҙың ғүмерҙәрен ҡыйыусыға әүерелде? Халҡыбыҙ тарихына күҙ һалығыҙ. Иле, көнө тип күпме тапҡырҙар яуға күтәрелгән ирҙәребеҙ, һуңғы һуғыштарҙа ғына күпмеһе яу ҡырҙарында ятып ҡалды. Ғаиләһе, ҡатыны, балалары өсөн баш һалды бит улар. Әле ғаилә ғәмен иҫенә лә алмай урам тулып эсеп йөрөгән ир-атты нисек аңларға? Күбеһенең йәше утыҙ, ҡырҡҡа етһә лә өйләнеүҙең ни икәнен белмәй, эске менән ғүмерҙәрен ағыулаған меҫкен ирҙәр ил-көнөбөҙҙө, яҡындарын яҡларлыҡ, һаҡларлыҡмы?

Яҡлаусыларыбыҙ булмағанға, донъябыҙ сит-ят ирҙәр менән тулып бара түгелме? Улар беҙҙең ҡатындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы аярмы?

Ҡош киҙеүе килә, тип телевизор, радио көн-төн беҙҙе ҡурсалай. Ә ирҙәребеҙҙе ҡыйратҡан сир ҡурҡыныс түгелме? Һуғыш – ул үлем, тибеҙ. Эйе, һуғышта үлтерәләр, ирҙәр ҡырыла, халыҡ яфалана. Ә эскелек һуғыштан нимәһе менән айырыла һуң? Эскелек тә үлтерә, халыҡты яфалай, ирҙәребеҙҙе ҡыра ла баһа. Әммә уны туҡтатырға берәүҙең дә дарманы етмәй. Сөнки эскелек тә һуғыш кеүек кәсеп ул. Кемдәргәлер табыш килтерә. Ә табышлы кәсеп бөтмәй. Берәүҙәр табыш ала, меңдәр ғәрип ҡала. Эскелеккә, эскән ирҙәргә яза ҡаты булһын ине. Мин оло йәштәге яңғыҙ ҡатынмын. Берҙән-бер ҡыҙымды юғалттым. Ал-ял белмәй эшләп, эскесе ирен ҡарап, бер түшәктә йоҡлап йөрөгән, балаңдың әсәһе булған ҡатыныңа нисек ҡул күтәрмәк кәрәк?

Ейәнсәрем – Гөлсиринем йәл булһа ла, судтан әҙәм йөҙөн юғалтҡан яһилға ҡаты яза биреүен һорайым.

Йән тирҙәре бәреп сыҡҡан Гөлйемеш инәй йыйылған халыҡҡа күҙ йөрөтөп алды ла урынына сүгәләне. Элекке мөғәллимәләренең етди фекерҙәренән һуң зал бер аҙға тып-тын ҡалды. Тағы бер нисә кеше һүҙ алды. Барыһы ла ҡатын-ҡыҙ ине. Улар ҙа эскесе ирҙәренә нәфрәт белдерҙе. Әсәһенең үлемен, атаһының хөкөм ителеүен Гөлсирин ауыр кисерҙе. Былар йәш ҡыҙҙың аңына һыйып бөтә алманы. Бер нисә көн иҫенә килә алмай, томан эсендәге кеүек йөрөнө. Өләсәһе: «Арлы-бирле эшеңде бөтөр ҙә Ҡайнүҙәккә кил. Яңғыҙың йәшәмәҫһең бит инде», – тип китһә лә, Гөлсирин Байтирәкте ташлап китә алманы. Әсәһе ебәрмәне. Ауыл осондағы зыяратҡа барғылап йөрөнө. Зыярат Гөлсириндәрҙең тәҙрәһенән дә күренеп тора. Үтһә, һүтһә лә ҡыҙ ялп итеп шул яҡҡа күҙ ташлай...

Көн артынан көн үтте. Үҙ хәсрәтенә күмелеп донъя хәстәрләне Гөлсирин. Кеше араһына сығып йөрөмәне.

Тиҫтерҙәре кем ҡайҙа сығып китеп бөткән. Урамда көндөҙөн дә, төнөн дә эт өйөрө кеүек әзмәүерҙәй ирҙәр эсергә эҙләп ары-бире һуғылып йөрөй. Урамға сығыуы ҡурҡыныс. Бер нисә рәт Гөлсириндең ишегенә лә һуғылдылар. Ҡыҙ ишек аша ҡаты ғына өндәшкәс, китеп барҙылар. Көндәр, көҙөн оҙоная барған төндәр ҙә үтә торҙо.

Ферма мөдире бер нисә рәт инәлеп килгәс, Гөлсирин һауынсы булып эшкә сыҡты. Мәрхүмә Гөлсирәнең төркөмөн уға бирҙеләр. Таныш малҡайҙар аҫтына сүгәләгән һайын әсәһен хәтерләп күңеле юҡһынды, күҙ йәштәре һөт менән бергә аҡты. Һауынсы эшенә лә тиҙ күнекте ҡыҙ. Ферма мөдиренең бәйләнеүенә лә иғтибар итмәҫкә өйрәнде инде. Уныһы Гөлсиринде күрһә, күгәүен кеүек артынан ҡалмай. Оло ғына йәштәге, ғаиләле ағай бит, йә. Шул эсеү боҙа. Эсеп алғас йәш тә, әҙәп тә онотола, күрәһең. Оҙон ҡыш үтеп, март аҙаҡтары инеме икән, Гөлсирин киске һауындан ҡайтып, аш-һыу менән булыша ине, элекке уҡытыусыһы Ғәйшә Ғәлиевна килеп инде. Гөлсирин Ғәйшә апаһын күреп ҡаушап ҡалды. Эш кейемен дә алмаштырып өлгөрмәгән, ашығып сисеп ташлаған халат, яулыҡтары тырым-тырағай ята. Әйберҙәрен алғылап, ҡулын һөрткәс кенә класс етәксеһе менән килеп күреште. Яратҡан апайы бер нисә ай эсендә олоғайып киткән. Иғтибарлы үткер ҡарашы ғына шул көйө. Гөлсиринде ҡосаҡлап байтаҡ һүҙһеҙ торҙо. Күҙ йәштәрен һөрттө. Ҡыҙҙың да күңеле тулышты. Йүгереп йороп сәй өлгөрттө.

Ғәйшә Ғәли ҡыҙы Гөлсирин уҡыған класты сығарғас ялға китте. Әле Мәскәүҙә улында йәшәй икән. Байтирәкте һағынып, күрергә ҡайтҡан. Гөлсирәнең фажиғәле үлеменә үкенес белдерҙе.

– Әсәңде һуңғы юлға оҙата алманым. Уны ла беренсе кластан алып мин уҡытҡайным. Бик әҙәпле, тырыш ине. Яҙмыш тигәнең ана ҡайһылай булып бөткән. Йәл, бик йәл.

Һүҙ Гөлсириндең киләсәге хаҡында ла барҙы.

– Артабан ни эшләргә уйлайһың? Әсәйеңдең яҙмышын ҡабатлама. Уҡырға тырыш.

Гөлсирин тартынып ҡына класс етәксеһенә институтта булған хәлде һөйләп бирҙе. Ғәйшә Ғәлиевна ағарынып китте.

– Хәшәрәтлек бит был. Хәйер, заманына күрә яңы нәмә лә түгел. Нимә генә ҡыланмайҙар! Тәртип бөттө.

Илде килмешәктәр баҫа. Мәскәү ҙә улар менән тулы. Тиктомалдан кеше үлтереп китеү ҙә бер ни тормай. Көсләү, талау, урлау ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара.

– Ғәйшә апай, ҡасан үҙебеҙсә йәшәр тыныс көндәр килер икән?

– Беҙҙә, Хоҙайға шөкөр, илдә тыныслыҡ, халыҡтар үҙ-ара татыу йәшәй әле, ҡыҙым. Башҡа ерҙәрҙә, шул иҫәптән баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә лә хәлдәр күпкә ҡатмарлыраҡ тора. Сит-яттар баҫып бара...

– Уй, Ғәйшә апай, әллә нәмәләр һөйләйһегеҙ, баш етерлек түгел!

– Баш етһен шул, ҡыҙым. Белемеңде күтәрергә, уҡырға кәрәк. Ауылда бикләнеп кенә ятһаҡ, бәлә беҙҙе лә урап үпмәҫ. Беҙҙең халыҡҡа айырыуса ныҡышмалы эшләргә, өйрәнергә, заманаһы шул булғас, бизнес тигәненә лә ҡыйыу тотонорға кәрәк. Юҡһа, ул эштәргә ситтәр килеп ултырасаҡ. Ана, юғары уҡыу йортона килмешәк урынлашҡан, тиһең бит әле. Улар бөтә өлкәлә лә өҫтөнлөк ала барасаҡ. Баҙар күптән шундайҙар менән тулды.

Һүҙ ошо тәңгәлгә еткәс, әңгәмәселәрҙе бүлдереп, өйгә һары сәсле, аҡ йөҙлө, зәп-зәңгәр күҙле 15-16 йәштәрҙәге үҫмер килеп инде. Гөлсириндең аптыраулы ҡарашын күреп, Ғәйшә Ғәли ҡыҙы аңлатма бирҙе.

– Минең ейәнем. Иҙел менән Оляның улы – Дим.

Үҫмер ҡыйыу ғына килен Гөлсирин менән иҫәнләште.

– Дим. Бигерәк матур исем.

– Ошоға бәйле ҡыҙыҡ ҡына хәл дә булып алған.

– Ниндәй хәл, Ғәйшә апай?

– Иҙел улым университетта – математика, киленем Оля мәктәптә сит тел уҡыта. Килен, көндәгесә, сәғәт һигеҙҙән эшенә киткән. Улым төшкә тиклем буш ваҡытынан файҙаланып, биш йәшлек Димде зоопаркка алып барып, йәнлектәр күрһәтеп йөрөгән. Онотолоп киткәндер инде, күпме ваҡыт үткәнен абайламаған. Сәғәтенә күҙ һалһа, эш ваҡыты етеп килә икән. Баланы ҡайтарып йөрөһә, лекцияһына һуңлай. Димдең туҡталыштан ҡайта белеүен иҫәпкә алып, үҙен генә автобусҡа ултыртып ебәргән. Бала үҙҙәренең туҡталышын танып төшөп ҡайтыр ҙа ине, бәлки, автобус бөтөнләй ул маршруттыҡы булмаған. Дим тимер юл вокзалына барый төшкән. Билдәле, биш йәшлек малай таныш түгел ерҙе күреп илап ебәргән. Милицияға алып барып тапшырғандар. Һораша торғас, Дим әсәһенең мәктәптә эшләүен әйтгә. Мәктәпкә шылтыраталар, телефонға әсәһе килә.

– Беҙ тимер юлы милиция бүлегенән шылтыратабыҙ. Әйтегеҙ әле, һеҙ Дмитрий тигән малайҙы беләһегеҙме?

Оля килен уны-быны уйлап тормай. Юҡ, һеҙ яңылышҡанһығыҙ, беҙҙең ундай танышыбыҙ юҡ, тип яуаплаған. Атаһы эштән ҡайтҡас ҡына, аңлашып, баланы барып алғандар.

Гөлсирин, ниңәлер, көрһөнөп ҡуйҙы. Ҡатындар тынып ҡалған арала, Дим ҡулына тотоп ингән ҡурайын уйнай башланы. Гөлсирин Мәскәүҙә тыуып үҫкән малайҙың ҡурайҙа оҫта ғына уйнауына ғәжәпләнеп, Ғәйшә апаһына ҡараны.

– Тәпәй баҫмаҫ элек улына ҡурай тотторған бит атаһы. Уйнамай нишләһен.

Еңел көйҙө тамамлағас, «Урал»ды уйнап ебәрҙе Дим. Йорт эсе яҡтырып, йәмләнеп киткәндәй булды. Әйтерһең, был өйгә бер ҡасан да ҡайғы-хәсрәт һуғылмаған, йыр-моң, бәхет-шатлыҡ менән бөйөк маҡсатлы йәшәү генә хөкөм һөргән. Атай-бабайҙарҙың ил-көнөн, ер-һыуын ҡурсалап яу сапҡан ҡаһармандарҙың дәһшәтле тындары бөркөлә булыр был сихри моңда.

...Гөлсирин моңға эйәреп, гүйә, бала сағында йөрөнө. Бәпкә үлән өҫтөнән йүгерә, ҡайҙалыр осор ҡоштай талпына. Әсәһе ҡояштай балҡып ҡарап тора. И, һөйкөмлө, сибәр ҙә һуң әсәһе. Атаһы ла иҫерек түгел, ҡосағын йәйеп ҡыҙын тотоп ала. Көслө беләктәренә һалып, эй бәүелтә, эй бәүелтә.

Ғәйшә Ғәлиевна халыҡ яҙмышы хаҡында уйланды... Һәр дәүер, тарихи һынылыш халыҡҡа үҙ ауырлығын һалған. Атай-олатайҙарыбыҙ яу ҡайтарған, яуға күтәрелгән, күршеләренә бәлә килгәндә уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған. Илендә нисәмә милләт йәшәй! Әлеге сит-яттарҙың илгә күпләп килеүе хәйерлегә булырмы? Былай ҙа мөлдөрәмә тулы силәк ташып китмәҫме? Үҙ ҡотобоҙҙо, моңобоҙҙо, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе оноттормаҫтармы? Ситтәр артҡан һайын, насар ғәҙәттәр, боҙоҡлоҡтар ҙа арта бара. Ҡаршы тора алырбыҙмы ошо хәлдәргә?

Моң күңелдәргә уй, хистәргә ялҡын һалып талпынды-талпынды ла тынды. Өй эсе элекке рәүешенә ҡайтты. Ҡайғы-хәсрәт тулы дүрт стена, дүрт тәҙрә, береһе зыяратҡа ҡараған. Ғәйшә апаһы үкһеп илаған Гөлсиринде яурынынан ҡосоп үҙенә ылыҡтырҙы. Илауынан тыйманы, йыуатманы. Эскә йыйылған аһ-зарҙың күҙ йәше менән сығып бөтөүе хәйерле.

– Иртәгә юлға сығабыҙ, – тине ахырҙа Мәскәү ҡунағы китергә ҡуҙғалып. – Өләсәйеңә минән күптин-күп сәләм тапшыр. Һин, Гөлсирин ҡыҙым, мин әйткәндәрҙе иҫеңдән сығарма. Бер нәмәгә лә ҡарамай, уҡырға тырыш. Ярҙам кәрәкһә, тартынып торма, адресымды беләһең. Мәскәүгә юлың төшһә, тот та кер. Мин һәр саҡ өйҙә.

– Кәңәштәрегеҙгә рәхмәт, Ғәйшә апа. Мин уйлармын. Әлегә ауылда ҡалам. Атай ҙа, бәлки, ҡайтып килер, йорт-ҡураны ла туҙҙырғы килмәй.

Уҡытыусыһы сығып киткәс тә байтаҡ уйланып ултырҙы Гөлсирин. Яҙмыш көтмәгәндә шулай ҡәһәрләр, тип һис кенә лә уйламағайны. Институтка инә алмауы кескәй хәсрәт булған икән. Өйҙә оло ҡайғы, мәңге онотолмаҫы көтөп торған.

* * *

«Торайыҡ, торайыҡ!!!» – йылы яҡтан торналар ҡайтыр мәл дә етте. Гөлсириндең хәлен беләйем тип юлға йыйынғанда ғына, әллә ҡартлыҡ ғәләмәте, сырханы ла китте Гөлйемеш ҡарсыҡ. Медичка ҡыҙ: «Берәй аҙна ятып тор», – тип ҡушты. Аяҡ өҫтө йөрөп ятҡанда ғына беленмәгән икән, түшәккә ятыу менән Гөлйемеш үҙенең ныҡлы ауырыу икәнеп тойҙо. Тәненең һыҙламаған күҙәнәге юҡтыр. Ҡул-аяҡты ҡуҙғатырлыҡ та түгел. Йыйып киптергән төрлө үлән төнәтмәләрен дә эсеп ҡарай, һис кенә лә һауығып китерҙәй тойолмай. Ошо һуңғы ятыуы микән әллә, тигән ҡурҡыныс уй ҙа килеп ҡуя башына. Ғүмер усағы һүнеп ҡуйһа ла, бер ни ҙә эшләп булмай: йәш түгел, йәшәйһе йәшәлгән, тигәндәй.

Тормош иркәләмәне Гөлйемеште, һуғыш атаһын, ике ағаһын йотто. Әсәһе һуғыш бөтөр яҙҙы стансанан ҡул арбаһы менән сәсеү орлоғо алын ҡайтып килгәндә юлда үлде. Ул саҡта Гөлйемеш ун алты йәше менән бара ине. Ауылдағы ике туған апаһы бригадир Гөлбаныу уны үҙ тәрбиәһенә алды. Үҙе көн-төн эштән ҡайтып кермәһә лә, Гөлйемеште ас итмәне. Уҡыуын да өҙҙөрмәне. Ике йылдан Гөлйемеш техникум тамамлап, уҡытыусы булып ҡайтты. Ҡыш балалар укытты, йәй колхоз эшенә йөрөнө. Урағын урҙы, көлтәһен бәйләне, келәткә иген таҙартырға йүгерҙе. 1947 йыл көҙ хеҙмәттән Сәйетбаттал ҡайтты. Түше тулы орден, миҙал тағып ҡайтһа ла, таҙалығы ныҡ ҡаҡшағайны. Дүрт йыл һалҡын окопта ятыу, йүнле-башлы йоҡо, ашау күрмәү сәләмәтлеген бөтөргән. Ҡыш өйләнештеләр. Сәйетбаттал менән осрашып һөйләшеп тә йөрөмәнеләр. Үҙе ситтән генә күҙләп йөрөгәндер, күрәһең. Бер көн кис, Гөлйемеш дәрескә әҙерләнеп ултыра, апаһы Гөлбаныу ҡаҙанъяҡта аш-һыу менән булыша ине, Сәйетбаттал килеп инде. Инде лә тура ярын әйтте лә һалды: «Мине үҙ ғаиләгеҙгә ҡабул итегеҙ, бүтән барып һөйкәлер ерем юҡ. Гөлбаныу апай, һеҙҙән, яҡын күреп, Гөлйемештең ҡулын һорайым. Кире ҡаҡмағыҙ, зинһар!»

Апалы-һеңлеле аптырашып торҙолар ҙа ни, килгән кешене нисек бороп сығараһың? Унан һуң, ул саҡта ирҙәр ҙә тулып ятмай ине. Һайланып торор саҡ түгел, өлөшөңә төшкән көмөшөңә риза булып йәшәйһең. Сәйетбаттал төҫ-башҡа ла, буй-һынға ла килешле ир ине. Матур ғына йәшәп алып киттеләр. Шул йылды яҙын Гөлйемештең атаһынан ҡалған өйҙө рәткә индереп, башҡаландылар. Бер-береһенә эҫенешеп, яратышып, йыл ярым йәшәп ҡалдылар ни бары. Сәйетбаттал сирләп түшәккә ятты һәм шул ятыуынан тора алманы. Ирен ерләгәс кенә үҙенең ауырға ҡалғанын белде Гөлйемеш. Бер нисә көн буҫығып иланы-иланы ла төңөлдө. Үлгән артынан үлеп булмай. Тереләргә йәшәргә кәрәк. Эшкә сумды Гөлйемеш.

Бер ҡорған донъяны бөтөргөһө килмәне. Мәктәптә эшләп ҡайтҡас, ең һыҙғанын йорт эштәрен атҡарҙы. Йәйе ҡалай ҙа үтә, ҡышы эс-бауырҙарыңды аҡтара. Малыңа ашарға кәрәк, мейескә яғыулыҡ табыу оло бәлә. Бер ҡыш шулай интеккәс, икенсе ҡышына өйөнә ир керетте. Ир ир булыр әле тигәйне лә, яңылышты. Әлеге араҡы бөктө Байгилдене лә. Шайтан һыуы менән дуҫлығы нығына барған һайын холҡо ла боҙолдо. Бер аҙғас, аҙа икән бәндә. Урам тапауҙан бушаманы. Донъя көтмәне. Иртән уңмаған, кис уңмаҫ, кис уңмаһа, һис уңмаҫ, тип белеп әйткәндәрҙер инде. Гөлйемеш ирен эскелектән йолоп алыу өсөн аҙ көс һалманы. Ауыл бисәләренең имеш-мимештәренә лә ҡолаҡ һалмай, иренең абруйын, ғаиләһен һаҡларға тырышты. Тик юҡҡа этләнде, Байгилде төҙәлерлек түгел ине. Сираттағы эсеп йөрөүендә урамда ятып туңып үлде. Ҡыҙы Гөлсирәгә ни бары ике йәш ине. Аҙналар буйы айнымаған ир менән нисек йәшәнең, тип һораусы булманы. Ире фажиғәле һәләк булғас, уҡытыусылар коллективы ла Гөлйемешкә ҡарашын һиҙҙереп һалҡынайтты. Ә бит, киреһенсә, йәш бала менән ауыр хәлдә ҡалған ҡатынға ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк ине. Аңламанылар, аңларға теләмәнеләр...

Гөлйемеш бер янып, бер өшөй, хәтирәләргә бирелеп ятҡанында, ишек ҡаҡтылар.

– Инегеҙ, ишек асыҡ, – тип хәлһеҙ өндәште Гөлйемеш. Ишектән күршеһе Миңзәйнәп күренгәс, битәрләп алды:

– Нишләп сит кеше һымаҡ ишек шаҡып йөрөйһөң? Ин, әйҙә, түргә үт.

Миңзәйнәп сепрәккә тороүле әйберен өҫтәлгә ҡуйҙы. Әхирәте янына уҡ ултырып, оҙаҡ ҡына доға уҡыны. Икәүләшеп фатиха ҡылдылар. Хоҙайҙы ололап амин иткәс, бер-береһенә ҡарашып торҙолар. Тулы түңәрәк йөҙлө Гөлйемеш ағарып, тартылып киткәйне.

– Докторға күренергә кәрәк, күрше. Былай ятыу менән хәл кермәҫ. Ҡана, мин сәй ҡуяйым әле. Ҡоймаҡ ҡойҙом. Йомшаҡ булып уңды. Мәтрүшкәләп сәй эсербеҙ.

Миңзәйнәп шулай һөйләнеп ҡаҙанъяҡта самауырҙың күмерен ҡаҡты.

Эш араһында ауыл хәбәрҙәрен бәйән итте.

– Ҡош киҙеүе лә ҡош киҙеүе, тип телевизорҙан, радионан һөйләйҙәр бит. Көньяҡта быйыл да башланған, ти, шул киҙеү. Беҙгә лә килеп етеү ҡурҡынысы бар, ти. Шул киҙеүгә ҡаршы ҡош-ҡортҡа укол яһай башлағандар. Кисә күрше ауылда яһағандар. Бөгөн беҙгә киләләр, ти.

Гөлйемеш инәйҙең ун алты тауығы бар, шуға ла укол хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.

– Кем белә инде, – тине әхирәте. – Хаҡ алһалар, бер айлыҡ пенсиә етмәҫ инде.

Миңзәйнәп эре мал аҫрамай, ҡош-ҡортто күпләп тота. Балаларым ҡайтһа тип аҫрай ҙа, тегеләре ҡайтмай... Мәтрүшкәләп сәй эскәс, Гөлйемешкә еңелерәк булып китте. Әхирәтен оҙатырға ишек алдына сыҡты. Яҙғы саф һауа башын әйләндерҙе. Болдор күтәрмәһенә ултыраһы итте. Көн болоҡһоп тора. Ямғыр булыр, ахырыһы.

Яуһа, ер бер ыңғай өлгөрөр ине. Аяҡ аҫтын киптереп тә бара. Ҡарсыҡтың хәҙер үк ишек алдын йыйыштырырға тотоноп киткеһе килә, тик хәле генә етмәҫ. Ултыра күтәрмәлә, донъяға аптырап ҡалып. Ҡайһы арала ҡартайып та өлгөрҙө һуң әле ул? И, үткән ғүмер... Әле ҡасан ғына ҡыҙы Гөлсирәне мәктәпкә биреп, белем юлына тәүге аҙымдарын атларға өйрәтә ине. Гөлсирә тыңлаусан бала булып үҫте. Тик һәр төрлө киҙеүҙәргә бирешеүсән, сибегерәк булды. Уҡыуы ла уртасанан үтмәне. Эшкә шәп ине. Кеше менән дә бик аралашып бармаған, йомоғораҡ ҡыҙын уҡырға ситкә ебәргеһе килмәне. Гөлсирә үҙе лә уҡырға атлығып торманы. Унынсы класты тамамланы ла фермала иҫәпсе булып эшкә керҙе, аҙаҡ һауынсы булып китте. Мәрүән Гөлсирә менән бер класта уҡыны. Сибәр, сая егет ине. Хеҙмәткә барып ҡайтҡас, шофер булып эшләне. Гөлсирәгә мәктәптә уҡығанда ук күҙе төшөп йөрөгән икән...

Гөлйемеш инәйҙе һиҫкәндереп, ҡойма башында ҡарға ҡарҡылданы. Әллә килеүен хәбәрләне, әллә хәүеф барын белдерҙе.

Гөлсирине тағы иҫенә төштө. Сибәрлеге бигерәк күҙгә бәрелеп тора ейәнсәренең. Кемгә оҡшап шул тиклем сағыу сибәр булды икән? Ҡыҙының әйткәне раҫмы әллә? Кит, юҡтыр. Ышанырлыҡ хәл түгел.

Гөлсирә оҙаҡ ҡына балаға уҙмай йөрөнө. Гөлйемеш хафалана ла башлағайны. Хоҙай ҡушҡас, йөкләнде Гөлсирә. Тәүге бала булғанғамы, бик ауыр тапты Гөлсиринде. Хәл эсендә ятҡанда ысҡындырҙы ул һүҙен:

– Әсәкәйем, минең менән бер-бер хәл булһа, бел, бала Мәрүәндеке түгел.

Гөлйемештең ҡото осто. Ҡыҙы һаташалыр, тип тынысланды. Шулай ҙа ҡысҡырып һөйләнде.

– Һаташма, ҡыҙым. Мәрүәндеке булмай, кемдеке булһын.

Гөлсирә йән тиргә батып, бер иҫенә килеп, бер онотолоп һөйләнде.

– Мәрүән ферма төҙөй ятҡан ирҙе алын килгәйне.... Үҙе ҡушты беҙҙе. Гөнаһы миңә булмаһын...

Гөлйемеш ул саҡта ҡыҙының һүҙен әллә аңғарҙы, әллә юҡ. Тора-бара ҡыҙының үтә лә серле тәүбәһен бөтөнләй онотто. Әле килеп, шул саҡты иҫенә алып, уйланып ултыра. Уйлауымы, әллә аҡтыҡҡы аҡылынан яҙыуымы? Гөнаһҡа батып, үҙ ҡыҙынан ғәйеп эҙләп ултырасы. Ә күңеле һаман үҙенекен итә. Гөлсириндең матурлығы, саялығы, башын тура тотоп, төҙ баҫып атлап китеүҙәре һуң! Әйтерһең, башына һыулы көршәк ултыртып, сайпылтмай атлаған көньяҡ һылыуы. Сит ҡан ҡушылыуы ла бар шул. Был хаҡта кешегә әйтеү түгел, уйларға ла ҡурҡа Гөлйемеш. Тик уйламай тороп буламы ни? Сит ҡан ситкә тартмаҫмы? Ана бит, институтта береһенең күҙе төшкән. Ярай, ҡаты торған Гөлсирин. Йомшармаған. Намыҫынан көлдөрмәгән.

Гөлсирин эшкә иртә йөрөй. Бөгөн дә әхирәттәренән алдараҡ килеп, һыйырҙарын иркәләп, һауынға әҙерләнде. Ҡайҙандыр ҡараңғылыҡтан ферма мөдире килеп сыҡты. Исеме Ярулла булһа ла, ауылда уны барыһы ла Ярый тип кенә йөрөтә. Төнө буйы төшөрөп йөрөгән, күрәһең, аяғында көс-хәл баҫып тора. Шулай ҙа ҡаршыһындағы Гөлсиринде ҡосаҡларға маташты. Ҡыҙ асыуынан этеп ебәрҙе. Мәтәлләп барып төштө теге.

Гөлсирин йәлләп тә ҡуйҙы: юҡтан имгәтеп ҡуйыр бит. Ярый тороп баҫыуға, Гөлсирин һандуғасы аҫтына сүгәләгәйне. Күҙе тонған мөдир яҡ-яғына ҡаранды ла, ҡат-ҡат һүгенеп, буйлап китте.

Эшкә шәп Гөлсирин. Бәләкәйҙән эшләп үҫте. Һауынсылар уны шатланып үҙ араларына алды. Ферма мөдире Ярулла ғына, теге хәлдән һуң, ҡыҙға нәҫел үгеҙе кеүек ҡаш араһынан һөҙөп ҡарап йөрөнө.

Көндәр һалҡынайтыуға Гөлсирин ваҡ-төйәк малын, ҡош-ҡортон бөтөрҙө. Йорт эштәре шәйлә кәмей төштө. Буш арала китап та тотҡолай башланы. Бер кис шулай бирелеп китап уҡып ятҡанда, әлеге Ярый килеп инде. Күп әсеүҙән теле көрмәлеп бөткән. Кеҫәһенән яртылаш ҡалған шешә сығарып шап итеп өҫтәлгә ултыртҡас, Гөлсирингә рюмка килтерергә ҡушты. Күп китап уҡыуҙан һиҙгерлеген юғалттымы, күңеле хушланған мәл инеме, ҡыҙ эске күлдәктән генә тороп рюмка алып бирҙе. Ярый ҡыҙҙы һәрмәп тотоп алды, ҡыҙ аңына килгәнсе, диванға йығып һалды. Гөлсирин өҫтөндә ятҡан ерәнгес ирҙе йән асыуы менән иҙәнгә тибеп төшөрҙө лә халатын эләктереп сығып йүгерҙе. Ул кисте өйөнә ҡайтманы. Күрше әбейенә инеп ҡунды. Иртән ҡайтһа, ишектәр шарран-яра асыҡ, өй туҙылып, әйберҙәр пыран-заран ята. Теге нәҫел үгеҙе ниҙер эҙләгән, буғай.

Гөлсирин эшкә барып торманы. Өйөн йыйыштырып, ишегенә бик һалды ла Ҡайнүҙәккә өләсәһенә китте. Уны ауылда аңлаусы ла, яҡлаусы ла юҡ ине.

* * *

Ҡайнүҙәккә тиреҫ ҡуңыҙылай ялтлап торған көрәнһыу иномарка ҡояш төшләүгә килеп инде. Һуҡыр сысҡан һымаҡ урамды арҡыры-буй йөрөп, Гөлйемеш инәй йәшәп ятҡан йортҡа килеп тортолдо. Машинанан ҡулына кейс тотҡан ҡара күҙлекле, ҡара мыйыҡлы мыҡты ир сыҡты. Кабинаһынан алып өҫтөнә аҡ халат кейҙе. Икенсеһе – ҡуңыр ялбыр сәслеһе – төшкәс тә тәмәке тоҡандырҙы. Нимәлер һөйләшеп, тапанып торғас, өйгә йүнәлделәр.

Гөлйемеш әллә өнөндә, әллә төшөндә һаташып ята. Ишек алдында ултыра имеш, тиктомалдан ике ҡара ҡарға итәгенән тартҡыларға тотондосо. Аптырап ултыра: элек ҡара ҡарғалар кешегә теймәй торғайны, былары ныҡ асмы икән ни, тип уйлай. Ҡарғалар уның һайын ҡотороноп, суҡый уҡ башланылар. Атаҡ, атаҡ, былары сирле ҡоштарҙыр, тип һикереп тороп йүгермәксе була, аяҡтары тыңламай. Теге ҡарғалар беләктәрен суҡый, башҡа, йөрәккә үк ынтыла. Гөлйемеш ҡысҡыра, сәбәләнә, ярҙам һорай, тик уны ишетеүсе юҡ. Нисек уянып китеп күҙҙәрен асҡандыр, ҡаршыһында аҡ халатлы ирҙе күргәс, тәүге һүҙе: «Ярҙам итегеҙ, ҡоштар харап итә», – булды.

Аҡ халатлы йылмайғандай итте.

– Борсолмағыҙ, беҙ һеҙгә ярҙам итергә килдек.

Ауырыу әбекәй, райондан килгән врачтыр был тип, тыныслана төштө. Күршеһе Миңзәйнәп шылтыратҡандыр, моғайын, дауаханаға. Кисә ул һөйләгән ҡош киҙеүенән укол ҡаҙап йөрөүселәр хаҡында иҫенән сыҡҡайны. Өшөүенән ҡалтырана-ҡалтырана торорға маташты.

– Торма, әбекәй, торма. Күренеп тора, хәлегеҙ самалы. Мин – врач, хәҙер укол бирербеҙ, – тип күҙен майландырып өйөрөлдө халатлы ир. Район дауаханаһында ла, ауылдарҙа ла ҡара мыйыҡлы ир врач булыуын хәтерләй алмай, хәлһеҙ ҡарап ята ауырыу. Арттан ингән ялбыр сәслеһен сырамытҡан кеүек тә... Кем икән?

– Маратик, һыу әҙерлә.

Мыйыҡлыһы башлығыраҡтыр, тегеһе шундуҡ ҡаҙанъяҡҡа ыңғайланы.

– И, рәхмәт төшкәрҙәр, райондан килдегеҙме ни?

Икеһе ике ары нимәлер эшләгән ирҙәр хужабикәнең һорауын яуапһыҙ ҡалдырҙы. Врачы ауырыуҙы тыңлап ҡараны, температураһын үлсәне, ауыҙын астырып, теленә күҙ һалды, шунан күҙ ҡабаҡтарын баҫҡыланы.

– Сирем бик ҡатымы, улым? Дауаханаға һалмағыҙ инде. Донъям, аҙ булһа ла, ҡош-ҡортом бар.

Ҡаҙанъяҡта Гөлйемештең ҡул тиреһе ярылмаһын осон һөрткөләй торған «Тройной»ын эсеп торған Маратиктың башына елле уй килде. Ул аҡ халатлы дуҫын ҡаҙанъяҡҡа саҡырҙы.

– Гоша, табыш беҙгә үҙе йылмая.

– Нимә, әллә ҡарсыҡтың алтынын таптыңмы?

– Әлегә тапманым. Бәлки, уныһы ла барҙыр. Уҡытыусы булып оҙаҡ эшләне. Запасһыҙ түгелдер.

– Әйтерең шулмы?

– Гоша, әбейгә ҡош киҙеүе тейгән, тигән диагноз ҡуй. Мин хәҙер уның ҡош-ҡортон тейәп, тегендә илтеп киләм. Анализға, тиербеҙ. Әбейгә берәй сараһын күрә тор. Һине өйрәтәһе түгел. Мин тиҙ әйләнермен.

– Ә аҙаҡ?

– Аҙағын күҙ күрер. Шау-шыу китһә, укол хаҡын да бермә-бер күтәрергә була.

 

* * *

Гөлсирин таныш туҡталышта автобустан төшөп ҡалып, Ҡайнүҙәк юлына боролдо. Ике-өс аҙым атларға өлгөрмәне, ҡаршыһына ҙур тиҙлектә иномарка килеп сыҡты. Саҡ-саҡ машина аҫтына эләкмәй ҡалды. Руль артында ултырған ир таныш һымаҡ күренде. Ҡобараһы осоп ҡурҡҡан ҡыҙ иҫенә килеп өлгөргәнсе, машина күҙҙән юғалғайны инде. Ҡурҡыуы үткәс, яңыра барған тәбиғәткә һоҡланып ҡарап барҙы. Яҙ был яҡта хосуси матур һымаҡ. Талдар шартлап бөрөһөн аса. Ҡайындар япраҡҡа төйнәлә. Ҡайнүҙәк юлы Гөлсирингә бигерәк яҡын. Тәүләп Маратты ошо юлда осратҡайны бит ул. Иҫ киткес гүзәл йәйге көн ине. Марат салғыһын ҡулбашына һалып, ана анау тал өйкөмө артынан килеп сыҡты. Салбар балағы төрөлгән, башына ҡулъяулыҡ бөркәгән. Юл уртаһында баҫып торған ҡыҙҙы күргәс, егет ҡаушаны булһа кәрәк, ни үтеп китмәй, ни һүҙ әйтмәй, ҡатып тик торҙо. Гөлсирин дә таҙа беләкле һылыу егетте күреп тулҡынланды. Яҡын-тирәлә берәй йәп эйәһе булһасы. Бар тирә-йүн тып-тын. Хуш еҫ бөрккән үләндәр араһында сиңерткәлер генә сырылдай, бал ҡорттары безелдәп сәскәнән сәскәгә күсә, йәнә күбәләктәр – ал, һары, ҡыҙыл күбәләктәр ҡыйылып-ҡыйылып оса. Ҡайҙалыр кәкүк ҡысҡырҙы. Бер, ике, өс... Өстө генә ҡысҡырҙы ла тынды. Егеттең шулай аптырап тороуынан Гөлсирин пырх итеп көлөп ебәрҙе. Их, ҡайҙа шул саҡтар?

Гөлсирин ауыр көрһөнөп юлын дауам итте.

* * *

Өләсәһенең түшәктә ятыуын, эргәһендә аҡ халатлы кеше тороуын күреп, Гөлсириндең йөрәге ярыла яҙҙы. Әйберен дә ҡуйырға онотоп, ҡыбырламай ятҡан өләсәһе янына йүгереп килде.

– Өләсәй, ни булды, өләсәй?

– Әле генә йоҡлап китте, – тине аҡ халатлы ир.

Гөлсирин һиҫкәнеп аҡ халатлы иргә ҡараны. Күҙҙәрен майландырып, ҡара мыйығын тырпайтып, Гөлсириндән анау йыл имтихан алған уҡытыусы тора лаһа. Ул да ҡыҙҙы таныны.

– Был һеҙме Гуль... э...э...

– Гөлсирин, – тине ҡыҙ, – таныйһығыҙ икән әле.

– Ғәфү ит, ҡәҙерлем. Теге саҡта яңылышлыҡ булды. Аҙаҡ мин һине эҙләнем, тик таба алманым.

– һеҙ бында нисек килен сыҡтығыҙ, мине эҙләп түгелдер бит?

– Бына әсәйең сирләп киткән икән.

– Өләсәйем.

– Ә... эйе... эйе... Өләсәйең. Мин уға яңыраҡ укол бирҙем. Ул йоҡлай, һауығыр.

– Һеҙ кем?

Гөлсирин урынынан ҡалҡынып ҡоро ғына һораны. Ул был әҙәмдең бер һүҙенә лә ышанмай ине.

– Ы... ы... Мин–доктор.

– Бында ни эшләйһегеҙ?

– Гуля, давай яҡшылап һөйләшәйек. Һин юлдан, буғай. Сисен. Яйлап аңлашайыҡ.

– Хәҙер үк был өйҙән сығып китегеҙ.

Гөлсирин был оятһыҙ ирҙең бында ниңә килгәнен дә, ни эшләгәнен дә белмәй, бары тик һиҙемләүе менән уның йүнлегә йөрөмәүен төшөнә ине.

– Гульсирин, ҡәҙерлем, ҡыҙма, зинһар. Мин һеҙгә осраҡлы ғына индем. Беҙ, то есть, мин ҡош киҙеүенә ҡаршы профилактик сара үткәреп йоройом. Илгә, то есть, һеҙгә ҡош киҙеүе янай. Бик яман, йоғошло киҙеү. Кешегә лә күсә.

– Өләсәйемә нимә булды?

– Ул сирләп ята ине. Беҙ ҡош-ҡортҡа укол яһарға индек. Өләсәйеңдә, по всем признакам, ҡош киҙеүе. Ну, һин ҡурҡма, медицина уны дауалай ала. Мин иптәште дарыуға ебәрҙем. Ул хәҙер килеп етә.

– Өләсәйемә ниндәй укол һалдығыҙ?!

– Хәҙергә – тынысландыра торғанын.

– Хәҙергә? Ә тағы ниндәйен яһамаҡсыһығыҙ?

– Беҙҙә, то есть, миндә ҡош киҙеүен дауалаусы көслө дарыу бар. Әлегә әсәйеңә, то есть, өләсәйеңә, уны ҡулланманым, бик ҡиммәтле дарыу.

– Күпмелек?

Гөлсирин был кешенең бер һүҙенә лә ышанмаһа ла, дарыу хаҡын һорайһы итге.

– Уныһы мөһим түгел. Һинең хаҡҡа уны бушлай ҙа эшләрбеҙ.

– Бушҡа ҡиммәтле дарыу таратыр өсөн абруйығыҙҙы төшөрөп, кафедрағыҙҙы ҡалдырып, ауылдар буйлап сәйәхәт итмәйһегеҙҙер.

– Мине дөрөҫ аңла, Гуля. Әле ял мәлендә халыҡҡа ярҙам йөҙөнән...

– Етер, етер, аңлашылып тора. Өҫтәмә аҡса кеҫә тишмәй. Иптәшең кем? Әле ҡайҙа китте?

– Маратикмы? Э... э... ул профилактик үҙәккә... хәҙе}) әйләнеп килә ул.

Гөлсирин яңылыш ишетмәнемме тип яңынан һораны.

– Кем-кем тинегеҙ?

– Маратик. Әйткәндәй, ул ошо яҡтан, буғай.

Гөлсириндең башы әйләнеп китте. Теге иномаркала, ысынлап та, шул үҙе булған икән. Марат, ҡасандыр Гөлсирин яратҡан Марат, хәҙер ниндәйҙер килмешәк аферистар менән бәйләнгән, тимәк.

Гөлсирин үҙен әле врач тип танытҡан, яҙмышын селпәрәмә килтергән был ир менән һаҡ булырға кәрәклеген аңланы. Ләкин һуң ине инде. Гоша Гөлсиринде көслө ҡосағына ҡармап иҙәнгә йыҡты, Ҙур дозала индерелгән йоҡо дарыуынан айный алмаған Гөлйемеш өләсәһенең йөрәге һиҙҙе булыр: «Ҡарғалар...» – тип ыңғырашҡандай булды ул.

Түләк ҒИРФАНОВ.

Читайте нас: