Бөтә яңылыҡтар

Ҡояшлы сәскәләр (хикәйә)

Зәлифә апай магазиндан урап ҡайтҡанда ишек алды буш ине. Малайҙар өйҙә лә, баҡсала ла күренмәгәс, күңелен шом биләне. Велосипедтары ла урынында. Ҡайҙа китеүҙәре ихтимал? Күршеләр ҙә бер ни ҙә әйтә алманы.

Ҡояшлы сәскәләр (хикәйә)
Ҡояшлы сәскәләр (хикәйә)

Етем илағанда, ер-һыу илай,

Рәнйетмәгеҙ етем баланы.

Уның яраларын уңалтырлыҡ

Табығыҙ һеҙ шифа дауаны.

Абдулхаҡ Игебаев.

Раян ингәндә балалар таралышмағайны әле. Тәрбиәсенең тыйыуына ҡарамаҫтан, туп-тура ҡустыһы янына үтте.

– Әйткәндәрен тыңлап ҡына йөрө, тәртип боҙма, – тине ул малайҙар һәм ҡыҙҙар менән бергә бутҡа ашап ултырған ҡустыһына. – Тыңламаһаң, килтерерҙәр ҙә ташларҙар...

Фаяз, ризалығын белдереп, эйәк ҡаҡты, ауыҙындағы икмәкте йотоп ебәргәс кенә телгә килде:

– Ярар.

Оҙаҡ тотҡарлана алманы Раян, мәктәпкә китергә ваҡыт еткәйне, шуға күрә ашыға-ашыға хәбәрен теҙҙе:

– Мәктәптә уҡыу бөткәс тә үҙеңде күрергә барырмын, һөйләштем. Ебәрербеҙ, тинеләр...

Һуңғы көндәрҙә Раян үҙенә урын тапмай: ҡустыһын уллыҡҡа аласаҡтарын белгәндән бирле берсә ҡыуанды, берсә көйөндө.

Ҡыуанды, сөнки ҡустыһы, ниһайәт, атай-әсәйле була. Уныһы шулай, ләкин йүнле ғаиләгә эләкһә ярай ҙа. Шуға Фаязды алыр кешеләр килгән һайын, сысҡан һағалаған бесәй кеүек, күҙ яҙлыҡтырмай арттарынан күҙәтте: ир кеше – мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы; ҡатыны ла төҫкә-башҡа килгән, ҡиәфәте һөйкөмлө. Ул, ирекһеҙҙән, үҙенең ғәзиздәрен күҙ алдына баҫтырҙы: атаһының ҡулына алып, башы түшәмгә еткәнсе һикерткәнен, мыйығының битен сәнскәнен, әсәһенең ҡалын толомдарын, нурлы йөҙөн, наҙлы тауышын... Ҡустыһы уларҙы бөтөнләй хәтерләмәй, үкһеҙ етем ҡалғанда йәше лә тулмағайны шул. Әлегеләре лә яҡшы кешеләргә оҡшаған, йылмайып-көлөп кенә һөйләшеп, Фаязды туҡтауһыҙ һөйҙөләр, етәкләп кенә йөрөттөләр. Ишетеп белеүенсә, балаларҙы теләһә кемгә тоттороп ебәрмәйҙәр, тәүҙә ныҡлап тикшерәләр икән.

Көйөндө, сөнки ҡустыһы менән айырылыша. Донъялағы берҙән-бер яҡын кешеһе менән. Ҡабат әллә осраша алалар, әллә юҡ. Өләсәһе һөйләгән Саҡ менән Суҡ кеүек йәшәрҙәрме икән ни? Үҙе өсөн әллә ни борсолмай. Үҫкән инде, ун икенсе йәше менән бара. Ошоғаса балалар йортонда ла, мәктәптә лә, ауылда ла үҙен бер кемдән дә йәберһеттермәне.

Бер теләге генә бойомға ашмаҫ хыял булып ҡалды. Уны ниңәлер тәрбиәгә алманылар. Хәйер, быға ғәжәпләнергә лә кәрәкмәй. Балалар йортона килгән ағайҙар һәм апайҙар иң элек кескәйҙәргә күҙ һала. Ҡустыһын ғаиләгә аласаҡтары асыҡланғас, уның да күңелендә өмөт ҡуҙы баҙлап ҡуйғайны ҡуйыуын. «Икебеҙҙе лә алып китһендәр ине!» Өмөтө аҡланманы. Күрәһең, быларға бер генә бала кәрәктер.

Ҡустыһы өсөн сикһеҙ шат. Киреләнә генә күрмәһен! Шунлыҡтан гел эргәһендә булырға тырышты. Үҙенсә өгөт-нәсихәт бирҙе. Әле хатта алдашыуға тиклем барып етте. Имеш, күрергә бара. Тәрбиәселәр менән һөйләшкән. Ебәрәбеҙ, тигәндәр. Бынан бик ысҡынып китеп булмай шул.

Ауыл мәктәбендә уҡығанына шатланып бөтә алмай. Бер яғы һәйбәт, ауыл малайҙары менән аралаша. Бигерәк тә класташы Фәнирҙе яҡын күрә. Өйҙәрендә лә булғаны бар. Дуҫының әсәһе уны бер ваҡытта ла сәй эсермәй ебәрмәй. Мейестә ҡабарып бешкән ап-аҡ икмәк менән боҫо борҡоп торған картуф хан һыйынан да артыҡ күренә. Ашханала биргән кәбеҫтә һурпалары, бутҡалары ары торһон! Фәнирҙәрҙең өйө – ҡустыһының да яратҡан урыны. Барһа, алып китеп булмай, ҡайтмайым, тип ҡыр талаша.

Фаяздың кескәй йөрәге дөрҫ-дөрҫ типте, ирендәре дерелдәне. Ағаһы янына килеп баҫҡас, ашауын да онотоп, ҙур ҡара күҙҙәрен төбәне.

Ҡустыһының күҙҙәрендә йәштәр күренгәс, үҙенең дә күңеле тулышты, илап ебәрмәҫ өсөн ирендәрен тешләне. Ҡосағына алып, арҡаһынан һөйгөһө, елкәһен ҡытыҡлап көлдөргөһө килде – тыйылды. Сәстәренән һыйпау менән генә сикләнде.

– Пока!

Фаяз иһә йөҙө һытылып иларға тотондо.

Тәрбиәсе Раяндың еңенән тартты:

– Кит! – Үҫмер урынынан ҡуҙғалмағас, екеренә үк башланы. – Кит, тим дә баһа! Кемгә әйтәләр!

Әллә ҡаушауҙан, әллә көтмәгәндә бүлмәлә ҡупҡан тауыштан ҡурҡҡан Фаяз ҡулындағы ҡалағын иҙәнгә төшөрөп ебәргәс, тәрбиәсе сығырынан сыҡты; тамам ҡатып ҡалған Раянды этеп-төртөп бүлмәнән оҙатҡас, Фаязға йәбеште.

– Һинең кеүек ебекте кем алһын? Илап ултырғаныңды күрһәләр, шунда уҡ ҡул һелтәйәсәктәр, – тип тәтелдәне тәрбиәсе теле телгә йоҡмай. Төркөмдәге башҡа балаларға ла өлөш сыҡты. – Аңшайышып ултырмағыҙ! Тиҙерәк ашап бөтөгөҙ!

Фаяз уйнарға сыҡманы. Хәйер, уны саҡырманылар ҙа. Барыбер китә, бүлмәлә ҡалһын, тигәндәрҙер. Ул күҙҙәрен тәҙрәнән алманы, түҙемһеҙләнеп, әсәһе менән атаһының килеүен көттө. Ә улар һаман күренмәне. Ҡара машинала килергә тейештәр. Ағаһы машинаның исемен дә әйткәйне. Иҫендә ҡалдыра алманы, бығаса ул ишетмәгән әллә ниндәй ят һүҙ шунда. Шул машинала килһәләр, атаһынан һорар әле. Тик онотмаҫҡа кәрәк. Туйғансы ултырып йөрөр. Атаһы рөхсәт итһә, үҙе лә йөрөтөп ҡарар машинаны. Телевизорҙа үҙенең күргәне бар, машинаны атайҙар менән ағайҙар ғына түгел, уның кеүек малайҙар ҙа йөрөтә. Уның бер ҡыйынлығы ла юҡ, рулде тотоп тик бараһың, машина юлдан елдерә генә. Теләгән ереңә «һә» тигәнсе бараһың да етәһең. Атаһы ла уны үҙҙәренең өйҙәренә выжт итеп алып ҡайтыр.

Аяҡтары талһа ла, Фаяз тәҙрә эргәһенән китмәне. Килгәндәрен күрмәй ҡалыуҙан ҡурҡты. Юҡтар. Һағынманылармы икән ни? Әсәһе һуңғы килгәндә: «Һағынып йөҙәрбеҙ инде үҙеңде. Оҙаҡламабыҙ, көт», – тип яратҡайны. Алмаҫҡа булдылармы икән әллә? Етемдәр әҙ тиһеңме ни донъяла? Башҡа малай тапҡандарҙыр, унан матурыраҡты.

Малайҙың күҙҙәре йәшләнде. Ул үҙен килеп аласаҡ әсәһе: «Тымаулағанһың, танауыңды һөртөп йөрө», – тип биреп ҡалдырған ҡулъяулыҡты эҙләп кеҫәһенә тығылды. Ҡулъяулыҡты алғанда иҙәнгә өрөк тостары ҡойолдо. Фаяз тертләне, ярамаған эш ҡылғандай, ҡурҡып ҡына ян-яғына ҡаранды. Тәрбиәселәр компот эскәндән һуң стакан төбөндә ҡалған тостарҙы йыйғанды яратмай, сөнки малайҙар уларҙы уйнатыр өсөн түгел, ә ярып ашар өсөн йәшереп кенә кеҫәләренә тултыра. Тышта уйнағанда таш менән тос ярғанды күреп ҡалһалар, башың әрләнеүҙән сыҡмай: «Хәҙер үк ташла! Сирләгең килдеме ни?! Күпме әйтергә була һиңә, аңра!» Фаяз тостарҙы йыйыр өсөн иҙәнгә эйелде...

Тәҙрә эргәһенә яңынан барып баҫҡанда, ул зарығып көткән машина ҡапҡа төбөндә тора ине. Килгәндәрен күрергә саҡ ҡына өлгөрмәй ҡалды! Тос та булған ашамлыҡ. Барыбер тамаҡты туйҙырмай. Ҡыҙыҡ күреп кенә ашайҙар. Ята бирһендәр ине иҙәндә. Урамдан ингәс, иптәштәре йыйып алыр ине әле. Малай үрле-ҡырлы һикерҙе, сәпәкәй итте:

– Ур-ра!

Фаяз аҫҡы ҡатҡа йүгереп төшмәксе, директор бүлмәһенә атылып барып инмәксе булды. Ғәҙәттә, балаларҙы оҙатҡанда ошо бүлмәгә йыйылалар. Атаһы ла, әсәһе лә уны шунда көтәлер, оҙаҡлауына аптырап бөткәндәрҙер. Ә ул мыштырлапмы-мыштырлай, әйтерһең, башҡа берәү артынан килгәндәр.

Ишекте асыу менән ҡаршыһына тәрбиәсе килеп баҫты. Уны алмаштырып ҡуйғандармы ни, баяғы уҫаллығының эҙе лә ҡалмаған, хатта йылмайып тора.

– Үҙеңде алырға килгәндәр, ә һин әллә ҡайҙа ҡасып йөрөйһөң, киткең килмәйме әллә? – тип шаяртты, етәкләп алғас.

Фаяз өндәшмәне, тәрбиәсенән ҡалмаҫҡа тырышып, ваҡ-ваҡ аҙымдар менән атлауын белде. Бүлмәгә ингәс, артабан ни эшләргә белмәй, ишек төбөндә туҡтай ҡалды. Атаһы күтәреп алғас, муйынынан һығып ҡосаҡланы, танауын мыш-мыш тартты. Әсәһенең ҡосағында иһә түҙмәне, илап ебәрҙе:

– Ниңә оҙаҡ килмәй торҙоғоҙ? Һағынып бөттөм...

Оҙатырға тәрбиәселәр генә сыҡты. Балалар машинаның ҡуҙғалып киткәнен тәҙрә аша күҙәтте. Күбеһенең йөҙө моңһоу ине. Фаяздың ағаһы Раянды саҡырырға береһенең дә башы етмәне. Ул ҡустыһын үҙенсә оҙатты: тәүге тәнәфескә сығыу менән, мәктәптән ҡайта һалып, балалар йорто ихатаһында үҫкән ағастарҙың береһенә менеп ҡунаҡлағайны...

* * *

Кешегә һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, үҙ өйөндә толҡа тапмай Зәлифә апай һуңғы ваҡытта. Балалары буй еткереп таралышҡайны, икәүҙән-икәү торҙо ла ҡалдылар ире менән ҡола яландай өйҙә. «Оптимизация» тигән булып, урта мәктәпте туғыҙ йыллыҡҡа ҡалдырғас, ҡыҫҡартыуға эләкте, етмәһә. Яратҡан эшенән яҙғайны, донъяһының бер сите кителеп төшкәндәй булды ла ҡуйҙы. Иртән өйҙән – мәктәпкә, кис мәктәптән өйгә ашыҡҡан көндәрен һағына, дәрестәргә план төҙөгәне, уҡыусыларының ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәрҙәрен тикшергәне, балалар менән дәрес үткәргәндәре төшөнә инеп йөҙәтә. Өлгөрмәйем, өйҙә ярҙамлашырға бер кем юҡ, икеһенең береһе ауылда ҡалманы, тип ҡайһы саҡта ҡыҙы менән улына үпкәләп алыуын көлөп кенә иҫкә төшөрә хәҙер. Дүрт һаны һау кешегә көндәлек эш нимә инде ул: мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарау үҙе йыуаныс, йәй – баҡса...

Балаларын көтөп үтә көндәре. Улары һирәк күренә өйҙә. Телефон аша хәбәрләшеп торалар тороуын, ҡара- ҡаршы ултырып һөйләшеүгә ни етә! Икеһе лә – эш кешеһе. Ҡыҙы Юлиә үҙе белем алған институтта уҡыта. Тормошта. Берҙән-бер ир бала үҫтерәләр. Спортсы итмәкселәр үҙен. Ейәндәре ауылға ҡайтҡанда ла күнекмәләр яһауҙан бушамай: әле йүгерә, әле турникта күтәрелә, әле быуала йөҙә. Каникулда ла тынғылыҡ бирмәйҙәр, ҡайтып өлгөрмәй, ярышҡа саҡыралар тип китеү яғын ҡарай. Ун өс йәштә генә булһа ла, әллә күпме миҙалы бар, дипломдарының иҫәбе-һанына сыҡҡыһыҙ.

Рафаэлдары ауылда ҡалыр, мәктәптә эшләр, тип өмөтләнгәйнеләр. Уларса килеп сыҡманы. Уҡып бөтөр-бөтмәҫтән үҙ эшен асты. Эшҡыуар. Бер үк ваҡытта аспирантурала уҡып йөрөй, һаман өйләнмәгән. Ҡолаҡ итен күпме генә сәйнәмәһендәр, саҡ ҡына ла ыжламай.

– Тиң-тоштарың әллә ҡасан башлы-күҙле булып бөттө. Бер һин йөрөйһөң. Эшең бына тигән. Торор урының бар. Тағы ни кәрәк һиңә? Беҙҙе лә уйла, ейән-ейәнсәрҙәр һөйгөбөҙ килә.

– Улай бик бала танһыҡлағас, детдомдан берәй малай алығыҙ.

Рафаэлдең уйынлы-ысынлы әйткән һүҙе Зәлифә апай менән Йәғәфәр ағайҙы уйға һалды. Дөрөҫ әйтә түгелме? Үҙенсә бытылдығы сығып, дыу килеп берәй бала уйнап йөрөһә, өйҙәренә йәм инеп китер, бәлки? Теләктәрен ҡыҙы ла, улы ла хуплағас, тәүәккәлләнеләр. Ҡустылары өсөн улар ҙа йән атып тора. Шылтыратҡанда хәлен белешәләр, ҡайтҡанда атап бүләк алалар. Рафаэль ағаһы машинаһынан велосипед сығарғас, ҡыуанысының сиге булманы сабыйҙың. Хәҙер бар белгәне – шуға атланып йөрөү. Йоҡлағанда ла айырылғыһы килмәй, карауаты янына ҡуйып ята.

Фаяз тиҙ эйәләште яңы йортҡа, ата-әсәһен, туғандарын да үҙ итте. Алып ҡайтҡанда ябыҡ ҡына ине, тиҙ арала йөҙөнә нур ҡунды, шат күңелле балаға әйләнде.

Ата-әсәнең шатлығы эсенә һыйманы. Зәлифә апай янынан ебәрмәне уны, ҡайҙа барһа ла үҙе менән алып йөрөттө. Тегене-быны төпсөнөп янында уралмаһа, нимәлер етмәгән һымаҡ. Йәғәфәр ағай ҙа яратып туйманы, буш ваҡытын уның менән үткәрҙе. Ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, бының ниңә кәрәклеген аңлаттылар, сөнки Фаяз күп нәмәне белмәй ине. Өйҙә булһынмы, ихатала булһынмы – берәй әйбергә ҡағылыр алдынан ниҙәндер шикләнгәндәй алан-йолан тирә-яғын байҡап ала. «Гел тыйып тороу ҙа баланың ихтыяр көсөн ҡаҡшата шул», – тип уфтанды Зәлифә апай. Сәйер ҡылыҡтары ла бар ине. Табындан торор алдынан кеше-маҙар күрмәгәндә кеҫәһенә икмәк тултыра. Эткә бирергә аламы икән әллә, тип уйланы тәүҙәрәк Зәлифә апай. Мендәр аҫтынан да икмәк киҫәктәре тапҡас: «Детдомда асҡа ҡырҡылып, интегеп йөрөгән икән», – тигән фекергә килде.

– Улым, улай кеҫәңә икмәк тултырма. Ашағың килһә, өҫтәлдән бар ҙа ал, – тип өйрәтһә лә, Фаяз оҙаҡ ташлай алманы был ғәҙәтен. Уның кейемен йыуғанда кеҫәһенән ҡатҡан икмәк валсыҡтары тапҡан һайын әсәнең йәне әрнене. Етемлек ҡайһы заманда ла етемлек инде ул.

Ә бер мәл аш бешергәндә баҡсанан һуған алып инергә ҡушҡас, Фаязды мәктәпкә әҙерләргә ваҡыт еткәнен аңланы. Теремек, ҡыҙыҡһыныусан булһа ла, хәреф танымай, унға хәтлем дә һанай белмәй икән дә баһа. Был йәштә ҡыҙы ла, улы ла алфавитты белә, һис бер яңылышмай һанай ине. Фаяз бер ҡыяҡ һуған тотоп килеп ингәс, аптырап ҡалды.

– Был ғына етмәҫ ул?

– Тағы ла кәрәкме ни?

– Кәрәк шул. Төбө менән йолҡ. Өсәүҙе.

– Өсәү нисәү була һуң?

– Улайһа, усың тулғансы йолҡ.

Алып ингән һуғанын һанатып ҡараны.

– Бер, ике... – Фаяз аҫтан ғына әсәһенә күҙ төшөрөп алды ла төртөлөп ҡалды.

– Әйҙә әле, бергәләп һанайыҡ. Нисәүҙе йолҡтоң икән? Минең арттан ҡабатла. Берәү, икәү, өсәү... Бөтәһе етәү. Кис йоҡлар алдынан әкиәт тә уҡырбыҙ, һанарға ла өйрәнербеҙ, йәме? – Фаяз ризалығын белдереп йылмайҙы. – Юҡһа, көҙгә мәктәпкә барғас, үҙеңә ҡыйын булыр.

Һыйырҙы һауып, ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы ҡураға бикләп, табынға ултырғас, Фаяз һорау бирҙе:

– Атай, мәктәптә уҡыу бөттөмө әле?

– Бөттө, күптән инде, – тине Йәғәфәр ағай. – Әллә уҡырға барғың киләме?

– Юҡ. – Фаяз башын сайҡаны. – Раянды һағындым.

– Кемде?! – Ирле-бисәле улдарына төбәлделәр.

– Ағайымды. Уҡып бөткәс тә килеп күрермен, тигәйне. Алданы... – Фаяздың керпектәре йәшкә мансылды.

Зәлифә апай йәһәт кенә тора һалын, уның янына килеп баҫты, иңбашынан ҡосто.

– Йә, тыныслан... Илама... Атайың да, мин дә бер ни аңламаныҡ. Ағайым, тиһең... Ҡайҙа йәшәй һуң ул?

– Тегендә.

– Ҡайҙа? – Фаяз өндәшмәгәс, Зәлифә апай һорайһы итте:

– Детдомдамы ни? – Ул түҙемһеҙләнеп улына текәлде.

Малай әйтәйемме икән, юҡмы икән тигән һымаҡ, башын түбән эйеп, бер килке уйланып торҙо ла күтәрелеп ҡараны:

– Эйе.

Ирле-ҡатынлы ни әйтергә белмәй аптырандылар. Баланың күңеленә шом һалып ауыҙ йомоп ултырыу ҙа килешкән эш түгел ине.

– Киләм тигәс, килер. Көтәйек. – Әсә улының арҡаһынан ҡаҡты. – Ағайыңды беҙ ҙә күрербеҙ. Әле генә юлға сығырға форсаты юҡтыр.

– Килмәй ул. – Фаяз йәнә танауын тартып ҡуйҙы. – Ебәрмәйҙәр. Унан сығып йөрөгән өсөн әрләйҙәр.

– Ә ул һорап китер. Туғанымды күргем килә тиһә, ниңә ебәрмәһендәр, ти, ебәрерҙәр. – Зәлифә апай Фаяздың алдына яңы һауылған һөт ҡуйҙы. – Ашыңды ашап бөт тә эсеп ҡуй.

– Килмәһә, үҙебеҙ барып күрәйек, йәме, атай, – тине Фаяз һөт һемерә-һемерә. – Машина менән. Ул һинең машинаны таный. Тачкалары класно, ти.

– Барырбыҙ, улым, барырбыҙ, – тине Йәғәфәр ағай, көлөмһөрәп. – Улай беҙҙең машинаны ла оҡшатҡас. Теләһә, ҡунаҡҡа ла алып ҡайтырбыҙ, беҙҙә әҙерәк тороп китер. Икәүләп уйнарһығыҙ.

– Йоҡларға ятырға ваҡыттыр. – Зәлифә апай табынды йыйыштыра башланы. – Атайыңа иртүк яланға китергә, минең дә көтөү ҡыуырға тораһым бар.

– Әсәй, әкиәт һөйләмәйһеңме ни?

– Һөйләрмен, улым, һөйләрмен, һауыт-һабаны йыйыштырып бөтәйем дә... Ята тор.

Яҡын күреп йөрөгән берәй малайҙы юҡһыналыр – Фаяздьң көйһөҙләнеүен шулай ҡабул итте Зәлифә апай менән Йәғәфәр ағай. Белешкәс, телһеҙ ҡалдылар. Улдары юҡҡа мыжымай икән, бер туған ағаһы Раян балалар йортонда тәрбиәләнә! Һорашырға үҙҙәренең башы етмәүе бер хәл, балалар йортонда был хаҡта ауыҙ асып һүҙ әйтеүсе табылманы. Фаяздың ата-әсәһе тураһында һорағас, үкһеҙ етем тинеләр, ағаһын иҫкә төшөрөүсе лә булманы. Ата-әсәләренең ғүмере фажиғәле өҙөлгән: өр-яңы машиналары менән «КамАЗ» аҫтында ҡалғандар.

Етемдәрҙе өләсәләре тәрбиәләгән. Ул вафат булғас, балалар йортона тапшырғандар.

Йәғәфәр ағай менән Зәлифә апай ике уйлап торманы – Раянды ла үҙебеҙгә алабыҙ! Ә документтар йүнләгәнсе ҡунаҡҡа алып килергә. Ошо аҙнала уҡ!

Фаяз балалар йортона барманы, ҡайтҡандарын өйҙә генә көттө. Алып ҡалырҙар, тип шөрләне.

Ныҡ һағынған икән ағаһын, янынан китмәне, ҡайҙа барһа ла артынан тотам да ҡалманы. Хужа булып бар донъяны күрһәтеп йөрөнө. Маҡтансыҡ та икән әле үҙе, өҫтәүенә.

– Рафаэль ағайым ҡаланан алып ҡайтты, – тине велосипедына атланып ишек алдын әйләнгәс. – Һин дә йөрөп ҡара, шундай рәхәт!

– Үҙең генә йөрө, йә күсәрен һындырып ҡуйырмын. Был сәпит миңә бәләкәй. – Раян велосипедты күҙҙән үткәргәс, насос һорап алды. – Алғы тәгәрмәсе бушаған, һауа тултырырға кәрэк.

– Һинеке лә булыр, әлегә тәпәй тура атта йөрөп тор, – тине Йәғәфәр ағай, тырыша-тырыша тәгәрмәскә һауа тултырыусы Раянға.

– Рафаэль ағайҙың да машинаһы бар. Атайҙыҡынан да шәберәк. – Фаяздың ауыҙы бер минутҡа ла ябылып торманы. – Мине машинаһында быуаға һыу инергә алып барҙы. Йөҙөргә өйрәтте.

– Өйрәндеңме һуң? – Раян ҡустыһына күтәрелеп ҡараны.

– Юҡ әле, – Фаяз башын сайҡаны. – Мин бит ике тапҡыр ғына барҙым, шул арала өйрәнеп булалыр шул. Ә Рафаэль ағай шундай шәп йөҙә, бер кемде лә уҙҙырмай. Сумғанын күрһәң! Һыу аҫтында шундай оҙаҡ тора, ҡасан сыға инде тип ҡурҡып бөттөм.

– Ныҡ ҡурҡтыңмы? – Раян ҡустыһын шаяртты.

– Башы һыуҙан күренгәнсе ҡурҡтым инде. – Фаяз ағаһына ҡушылып кеткелдәне. – Атай, ҡасан һыу инергә барабыҙ? Раян ағайыма быуаны күрһәтербеҙ. Уның унда булғаны юҡ бит әле. Һыуы йып-йылы, төшһәң сыҡҡы ла килмәй.

– Барырһығыҙ, барырһығыҙ. Сәй ҡайнаны. – Зәлифә апай ашарға саҡырҙы.

Зәлифә апайҙың күңеле көр. Донъяһын көтөргә лә, ирен, уллыҡҡа алған балаларын ҡарарға ла, әллә ниҙә бер ҡайтып ураған ҡалалағы улы менән ҡыҙын ҡунаҡ итергә лә өлгөрә. Йәғәфәр ағай көноҙон эштә – бесән әҙерләйҙәр. Ҡояш менән тороп сығып китә, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта. Үҙе лә гел аяҡ өҫтөндә: баҡсаларында емеш-еләк, йәшелсә уңды. Шуларҙы эш итеү кәрәк.

Утыҙ ҡаҙаҡлы биҙрә тултырып өсәүләшеп ҡарағат йыйҙылар. Ҡараһа, ҡайнатма яһарға шәкәре етмәҫ кеүек. Өҫтөн алмаштырҙы ла магазинға барырға йыйынды. Малайҙарға бер ҡайҙа ла китмәҫкә, ишек алдында ғына уйнарға ҡушты ла ҡапҡаны асты:

– Оҙаҡламам.

Раяндың күптән өй ҡаршыһында үҫкән тирәккә менгеһе килә ине, әсәһенең артынан ҡапҡа ябылғас та баҡсала ҡарағат ашаусы ҡустыһына ҡысҡырҙы:

– Фаяз, кил әле!

– Ниңә?

– Килгәс әйтермен.

Ул ҡустыһын өйҙән дә бейек булып үҫкән ағас янына алып барҙы.

– Әйҙә, башына менәбеҙ.

– Унда нишләмәксе булаһың?

– Әсәйҙең магазиндан ҡайтҡанын ҡарарбыҙ.

– Бейек бит. Үҙең генә мен.

– Мин һине елкәмә баҫтырып күтәрәм. Анау ботаҡҡа тотонорһоң. Артыңдан мин үрмәләрмен.

Ботаҡтан ботаҡҡа тейен етеҙлегендә күсеүсе Фаяз олондоң яртыһына ла етә алманы, яҙа баҫты. Бәхете бар икән, ергә үк ҡоламаны, һуңғы ботаҡҡа эләгеп аҫылынып ҡалды. Ҡустыһының артынан үрмәләүсе Раян ҡаушаны, ләкин оҙаҡҡа түгел, шунда уҡ үҙен ҡулға алды:

– Ҡыбырлама, ҡоларһың әтеү, хәҙер үҙем төшөрәм!

Фаяз ботаҡта ике ҡуллап сат йәбешкәйне, саҡ ысҡындырып алды.

– Бер ерең дә ауыртманымы? – Раян ҡустыһын ергә баҫтырҙы, ашыға-ашыға баштан-аяҡ тәнен ҡапшап сыҡты. – Имгәнмәгәнһең, маладис! Тик майкаң йыртылған.

Фаязға ҡурҡыуы яңы барып етте, буғай.

– Хәҙер әсәй беҙҙе нишләтә инде? – Ул ергә ултырып тыпырсына-тыпырсына иланы, кескәй йоҙроҡтары менән күҙҙәрен ыуҙы. – Майканы йыртҡан өсөн кире детдомға илтеп ташлаһа?!

Раяндың үҙенең дә ҡот киткәйне. «Тамағығыҙ туҡ, өҫтөгөҙ бөтөн. Рәхмәтегеҙ шулмы? Туйып һикерәһегеҙ! – Раян Зәлифә апай менән Йәғәфәр ағайҙың туҙынғанын күҙ алдына килтерҙе. Балалар йортонда берәй эш боҙһалар, гел ошо һүҙҙәрҙе әйтәләр ине. – Беҙгә детдомда йәшәргә яҙғандыр инде. Әллә...» Ул ҡустыһын елтерәтеп торғоҙҙо:

– Әйҙә!

Фаяз ағаһына бер һүҙһеҙ буйһондо, ҡайҙа барғандарын да һорашманы, артынан эйәрҙе.

Картуф баҡсаһы аша сыҡҡас, ауыл эргәһенән үтеүсе юлға боролдолар. Артына ла әйләнеп ҡарамай атлаусы Раян ныҡлы ҡарарға килгәйне: «Кире балалар йортона китергә! Барыбер түгелме ни, исмаһам, бергә булырҙар». Юлдан әленән-әле машиналар үтә, берәйһе йәлләп ултыртыр әле. Йәйәү атларға алыҫ, ҡустыһы арыр. Асыҡтым, һыуһаным, тип мыжырға ла күп һорамаҫ. Әммә туҡталышҡа еткәс, уйынан дүнде, теләһә кемгә ултырып киткеһе килмәне. Әллә нимә эшләтеп ҡуйырҙар йә. Иң яҡшыһы – ГАИ машинаһын туҡтатыу. Йлтеп ҡуйырҙар әле, машиналары шәп. Детдомға барып урау улар өсөн бер ни түгел. Балалар йортонан ҡайтҡанда анау боролошта торалар ине. Гаишник ағай аҡлы-ҡаралы таяғын күтәргәс, атаһы машинаһын туҡтатты, һөйләшеп торҙолар. Шул гаишник ағайҙы күрергә өмөтләнде, ләкин боролошта бер кем дә юҡ ине. Раян танауын төшөрмәне, арыраҡ туҡтағандарҙыр тип, алдын-артын ҡарамай, атланы ла атланы. Ул юлдан барырға шикләнде, юл буйлап үҫкән ҡайын ағастары араһына төштө. ГАИ машинаһы күренгәс кенә юлға сығырға уй ҡорҙо. Әлегә Фаяз да мыжымай, мыштым ғына эйәреп килә. Ләкин ҡустыһының түҙемлеге оҙаҡҡа етмәне, шыңшырға кереште.

– Арыным. Әйҙә, ҡайтайыҡ, әсәй юғалтҡандыр. Әйтмәй сығып киттек бит.

– Ҡайтмайбыҙ. Детдомға барабыҙ.

– Ю-у-уҡ, бармайыҡ! – Фаяз иларға уҡ тотондо.

– Ә йыртылған майка өсөн өйҙә беҙҙе туҡмаясаҡтар! Белдеңме? Тегендә йәлләтербеҙ. – Раян үҙен дә, ҡустыһын да ышандырыр өсөн ҡулдарын бутай-бутай һөйләне. – Атай ҙа, әсәй ҙә беҙҙе яратманылар тиербеҙ. Ашатманылар тиербеҙ. Гел эшләттеләр тиербеҙ.

– Алдашма! Эшләгәнебеҙ юҡ та инде.

– Көтөү ҡаршыларға барыу, һыу буйына бәпкәләр ҡыуыу эш түгелме ни!

– Һы! һыйырҙы ла, һарыҡтарҙы ла, бәпкәләрҙе лә әсәй үҙе ҡыуа. Беҙ эйәреп кенә йөрөйбөҙ.

– Ә мунсаға утын ташыу? Оноттоңмо ни?

– Һы! – Фаяз бирешмәне. – Мин биреп торҙом, әсәй үҙе ташыны.

– Ә мин бер ҡосаҡ утын алып барҙым.

– Барһаң ни, әсәй миңә ҡушһа, мин дә алып барыр инем.

* * *

Зәлифә апай магазиндан урап ҡайтҡанда ишек алды буш ине. Малайҙар өйҙә лә, баҡсала ла күренмәгәс, күңелен шом биләне. Велосипедтары ла урынында. Ҡайҙа китеүҙәре ихтимал? Күршеләр ҙә бер ни ҙә әйтә алманы. «Яңыраҡ тауыштары сыға ине» – яуаптары шул булды, һыу инеп йөрөйҙәрме икән ни? Бар эшен ташлап, быуаға йүгерҙе. Йөҙә лә белмәгән көйҙәренә батып ята күрмәһендәр тағы?! Бында ла юҡтар. Яр буйы тулы халыҡ. Береһе бер күрмәгән. Килеп сыҡһалар, әсәйегеҙ юғалтҡан, тип әйтерһегеҙ әле, тине лә өйөнә ашыҡты.

– Фаяз! Раян! Һеҙ ҡайҙа?

Зәлифә апай ҡысҡыра-ҡысҡыра өйөн, келәтте, мунсаны, аҙбарҙы ҡарап сыҡты, баҡсаға ла күҙ һалды. Тауыш биреүсе булманы. Бына бер ғиллә, көпә-көндөҙ балаларыңды юғалтсы әле! Ай-һай, был һис тигенгә түгел, улар ниндәйҙер бәләгә тарыған.

Зәлифә апай ни уйларға ла, ни ҡылырға ла белмәне. Үҙенә асыуы килде: ҡуҡайып ултырып та фәтүә юҡ. Йәғәфәргә хәбәр итергә кәрәк, ҡайтһын, сараһын күрһен. Бәлки, уның башына берәй йүнле уй килер. Урамда велосипедта йөрөүсе малайҙарҙың береһен яланға ебәрҙе:

– Йәғәфәр ағайыңа әйт, Зәлифә апай тиҙ генә ҡайтып етергә ҡушты тиң.

Ҡалалағы балаларына хәбәр биреүҙе лә урынлы һананы. Ял көндәрендә лә тынсыу фатирҙа ятмаһындар, ҡайтһындар. Яңғыҙына күпме ут йоторға мөмкин?

Зәлифә апай өҫтәлдә ятҡан кеҫә телефонына үрелде. Руль артында килгән Рафаэль әсәһенең ни һөйләгәнен тиҙ генә төшөнә алманы.

– Башыбыҙға оло ҡайғы төштө бит, балаҡайым! Юғалдылар! Ҡайҙа йөрөйҙәрҙер инде?!

– Әсәй, бер ни ҙә аңламайым. Ҡысҡырмай ғына һөйлә әле, мин һәйбәт ишетәм. Ниндәй ҡайғы? Кемдәр юғалды? Илама!

– Иламай түҙеп булһа икән! Раян менән Фаяз юғалды бит. Ни атайың өйҙә юҡ.

– Ҡасан юғалдылар? Ҡайҙа киткәндәр?

– Белһәм икән, балаҡайым!

– Ҡасандан бирле эҙләйһегеҙ? – Рафаэль һорауын ҡабатланы.

– Төштән һуң зым-зыя юҡ булдылар. Эҙләмәгән ерем ҡалманы. Иҫән түгелдәрҙер, иҫән булһалар, был ваҡытҡа ҡалмаҫтар, ҡайтырҙар ине.

– Әсәй, тыныслан. Юҡҡа үҙеңде бөтөрмә. Мин уларҙы юлда осраттым, шикелле.

– Ысынмы, балаҡайым?!

– Ысын, әсәй, ысын! Хәҙер кире боролам. Шылтыратырмын, борсолма.

Юл буйындағы ағастар эргәһенән атлаусы ике бала алыҫтан уҡ иғтибарын йәлеп иткәйне Рафаэлдең. Етәкләшеп баралар-баралар ҙа, берәй машина яҡынлаша башлаһа, ағастар араһына инеп китәләр. Уны ла шулай үткәреп ебәрҙеләр. Ул алыҫлашҡас ҡына яңынан күренделәр.

Рафаэль уларҙы уҙа биреп туҡтаны. Үҙҙәре килмәҫтәрме тип көтә бирҙе лә, арттарынан юллап, ҡайындар араһына инде. Туҙанға батҡан, өҫтәрендәге майкалары йыртылып бөткән малайҙар уға таныш – ата-әсәһенең уллыҡҡа алған балалары Фаяз менән Раян ине. Рафаэль туғандарынан бер ни ҙә һорашманы, был эште ата-әсәһенә ҡалдырҙы. Былай ҙа йөрәк-бауырҙары ҡалтырап баҫып торалар. Ҡарап тороуы үҙәктәрҙе өҙөрлөк. Асыуланып бер һүҙ өндәш – хәҙер балауыҙ һығырға тотонасаҡтар. «Ҡайтабыҙмы?» – тип һорау ғына бирҙе. Тегеләр, ауыҙҙарына йөҙөк ҡапҡандай, шымтайғайны. Элеккесә үҙен күреү менән йүгереп килеп ҡосаҡлап алмайҙар, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә яңылыҡтары менән уртаҡлашмайҙар икән, быларға ниҙер булған, тимәк. Сабыр холоҡло әсәһе юҡҡа шылтыратмай.

Рафаэль малайҙарҙың бәләкәсен күтәреп, олоһон етәкләп, машинаһына атланы. Улар шым ғына артҡы урынға сумды. Ҡулдарына һыу тотторғас, кабинанан сыҡты, өйҙәренә шылтыратты.

– Әсәй, мин уларҙы таптым.

Әсәһе тыныслана төшкәйне, был юлы сабырһыҙланманы.

– Ҡайҙалар ине?

– Ҡайтҡас һөйләрмен.

Киске табынға һуң йыйылдылар. Зәлифә апай ашты көтөү ҡайтыр алдынан ғына һалғайны.

– Ҡайҙа барҙығыҙ, ниҙәр күрҙегеҙ? Беҙгә лә һөйләгеҙ, беҙҙең дә белге килә.

Зәлифә апай туранан-тура һорашманы, улайтһа, малайҙарҙың һөйләмәҫен аңлай ине ул. Ни тиһәң дә, ғүмер буйы мәктәптә эшләгән кеше, бала-сағаның күңелен нисек яуларға икәнлеген белә.

Һин башла тигәндәй, малайҙар бер-береһенә ҡарашты. Улар йәшермәй барыһын да һөйләп бирергә һүҙ ҡуйышҡайны инде.

– Әсәй, беҙ ағас башына менгәйнек, һинең магазиндан ҡайтҡаныңды ҡарарға, – тине Фаяз ҡалтыранған тауыш менән. – Мин йығылып төштөм. Майкам йыртылғас, әрләрһең тип ҡурҡтыҡ.

– Шунан бер кемгә лә әйтмәй сығып киттегеҙме?

– Эйе. – Малайҙар башын түбән эйҙе.

– Ҡайҙа барырға йыйындығыҙ? Башлағас, һөйләп бөтөгөҙ, атайыңдың да, Рафаэль ағайыңдың да белгеһе килә.

– Детдомға. – Раяндың бышылдап ҡына әйткән һүҙе барыһын да һиҫкәндерҙе.

– Шуның өсөн генә өйҙән ҡасып сығып китәләр тиме ни?! – Зәлифә апайҙың һөмһөрө ҡойолдо. – Әйбер йыртылмай тормай инде ул. Ана, бер көндө атайығыҙ ҙа күлдәген йыртып ҡайтҡайны яландан. Бер ҙә әрләмәнем дә баһа. Юлда бер-бер хәл булып ҡуйһа?! Ярай, бәхетегеҙгә ағайығыҙ осраған, – тине, һыҡтап.

– Әсәй, илама! – Фаяз уны ҡосаҡлап алды.

Раян да улар янына барып баҫты.

– Ҡабат тәртип боҙмабыҙ. Туғанымды ла ҡарап ҡына йөрөтөрмөн.

Әсә улдарын ҡосағына ҡыҫты:

– Балаҡайҙарым минең!..

Йәғәфәр ағай менән Рафаэлдең дә йөҙҙәренә нур ҡунғайны.

Табынға хуш итер алдынан Рафаэль туғандарын ҡыуандырҙы, икеһенә лә ҡул фонары тотторҙо.

– Алып ҡайттыңмы ни? – Фаяз йылп иттереп ағаһына ҡарап алды. Фонарь алырға ул ҡушҡайны. – Рәхмәт, ағай!

– Ағай, рәхмәт! – Күҙҙәре баҙлап киткән Раян Рафаэлдең ҡулын ҡыҫты.

Малайҙар бүлмәләренә инеп киткәс, Рафаэль атаһы менән әсәһенә ҡарап мут йылмайҙы:

– Һеҙгә лә бүләгем бар. Буласаҡ киленегеҙ сәләм әйтергә ҡушты.

– Бирһен Хоҙай! – Зәлифә апай ҡулындағы тәрилкәһен саҡ төшөрөп ебәрмәне.

– Һинең ауыҙҙан да йүнле һүҙ сығыр икән, – тине Йәғәфәр ағай мыйығын һыпырып.

Ниңә үҙең менән алып ҡайтманың, ҡунаҡ булып китер ине.

– Бушамай. Сменалы эштә. Табип ул.

– Туй көнөн билдәләнегеҙме әле?

– Ҡаршы төшмәһәгеҙ, киләһе аҙнала күмәкләшеп ҡыҙ һоратырға барырбыҙ тигәйнем. Туй хаҡында шунда һөйләшербеҙ.

Гәпләшеп ултыра торғас, ярты төн уҙғанын да һиҙмәй ҡалғандар. Улар ятырға йыйынғанда Фаяз менән Раян йән белмәй йоҡлай ине.

* * *

Йәғәфәр ағайҙар ғаиләһе бөгөн сәхрәлә. Үҙҙәре генә түгел, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ла бар. Рафаэлдең туйын байрам итәләр. Йәшел келәм түшәлгән аҡланда бер түгел ике усаҡ дөрләй: береһендә ит бешә, икенсеһендә сәй ҡайнай. Аҡлан ығы-зығы менән тулған: ир-аттар машиналарҙан эйбер бушата, утын хәстәрләй, ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу яраштыра. Раян менән Фаяз да улар араһында. Тиҫтерҙәре менән кемуҙарҙан йүгерешәләр, күпереп үҫкән үлән өҫтөндә көрмәкләшәләр.

Атаһы менән ҡоро-һары йыйырға барғас, урман ситендә үҫкән сәскәләрҙе күреп Раяндың иҫе китте. Алы ла, зәңгәре лә, ағы ла бар, ҡояш нурҙары аҫтында күҙҙең яуын алып ултыралар. Ҡосағындағы сыбыҡ-сабыҡты усаҡ янында ҡалдырғас, ул ҡустыһын саҡырып алды. Ҡолағына нимәлер бышылдағас, урман яғына йүнәлделәр. Урап килгәндә ҡулдарында сәскә гөлләмәһе ине. Гөлләмәнең береһен Зәлифә апайға тотторҙолар.

– Әсәй, беҙ һиңә сәскәләр йыйҙыҡ! – тине Раян.

– Ағайың менән еңгәңә бирәйекме әллә, бөгөн уларҙың байрамы бит, – тине Зәлифә апай икеләнеп кенә.

– Уларҙы ла онотманыҡ.

Еңгә кеше малайҙар биргән сәскәләрҙе еҫкәп туйманы.

– Ҡайһылай хуш еҫлеләр! – тип һоҡланды ул. Йәғәфәр ағай менән Зәлифә апай уртаһында йылмайып торған Фаяз менән Раянға ҡарап өҫтәп ҡуйҙы: — Ҡояшлы сәскәләр! Рәхмәт, ҡәйнешкәйҙәрем!

– Муйынығыҙға ҡамыт кейеү менән ҡотлайбыҙ! – тине Раян, шаян ҡарап.

Өлкәндәр тыйыла алмай көлөп ебәрҙе.

– Кемдән ишеттең был һүҙҙәрҙе? – Еңгәһе уның арҡаһынан һөйҙө.

– Бәй, кисә бер ағай шулай тине, оноттоғоҙ ҙамы ни?! – тигән булды малай, мәрәкәләп.

Үҙе рәхәтләнеп көлдө. Уға Фаяз ҡушылды. Ағаһы менән еңгәһе лә, атаһы менән әсәһе лә көлдө. Баш осонда ҡояш көлдө.

Факил МЫРҘАҠАЕВ.

2010

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: