Бөтә яңылыҡтар

Матур туфли. Хикәйә

– Мин барырға теләйемме-юҡмы, был турала һорашҡан кеше юҡ. Ҡурсаҡ итеп күрәһегеҙ икән үҙегеҙҙең әсәйегеҙҙе! Бөгөн бында, иртәгә тегендә... Юҡ, мин күсмә ҡаҙаҡ түгел! – Хәлисә урындыҡҡа лып итеп барып ултырҙы. – Белешегеҙ ҡарттар йортон. Бына шул аҙаҡҡы һүҙем.

Матур туфли. Хикәйә
Матур туфли. Хикәйә

Хәтере ҡалды Хәлисә әбейҙең игеҙәк ҡыҙҙарына. Ныҡ хәтере ҡалды. Олоғайған әсәләренә ваҡыттары юҡ. Донъя артынан ҡыуалар. Кемдең донъя артынан ҡыуып еткәне бар? Бына Хәлисә әбей үҙе ҡыҙҙарына ҡарағанда күп мәртәбә етеҙерәк, егәрлерәк тә ине. Аһ, шулай булмай тағы! Ун биш йәшенән фермаға сыҡҡан кеше тураһында бүтәнсә нисек әйтергә мөмкин? Эйе, ул да күпме ҡыуҙы донъя тигәненең артынан, юҡ, етә алманы. Әле лә ярыҡ ялғаш янында ултыра. Атаҡ, шулай тимәй ҙә булмай! Игеҙәктәренә былтырҙан бирле бит инде өйөн рәтләп-һипләп бирегеҙ тип инәлә. Ярар-ярар, тип һуҙҙылар ҙа бөгөн килеп нимә тип торалар йүнһеҙҙәр! Ярым серек өйөң кемгә хәжәт? Беребеҙгә йәшәргә күс, имеш. Ғәмиләһе менән йәшәргә булыр ине, тик уның өйө әсәһенекенән әллә ни ҙур түгел. Рәмиләһенең өйө арандай, тик бына үҙе... Ай, телгә әсе бит! Бәләкәйҙән шулай. Балаларға бер үк тәрбиә булды, бер үк мөнәсәбәт. Юҡ, холоҡ тигәнең тыумыштан биреләлер, күрәһең. Игеҙәк булғас, бер-береһенә тамсыҡай кеүек оҡшаштар, ә холоҡтары... ут менән һыу.

Бәләкәй саҡта Рәмиләһенә туҡмаҡ та әҙ эләкмәне шикелле. Тик тора белмәгән, ҡулсыр ҡыҙыҡай әле бер нәмәне ҡыйрата, әле икенсеһен... Күрше ҡыҙҙары менән телләшергә өлгөрә. Шунан инде әсәһенең йоҙроғо баш осонда нишләп уйнамаһын? Эре күҙ йәштәрен түгеп илап ебәрә лә, шул уҡ минутта тиерлек үпкәһен онотоп, йәнә хахылдарға керешә. Кемгә оҡшап шулайҙыр? Алма ҡарсыҡ: «Бушҡа аптырайһың, әхирәт, үҙеңдең әсәйең ут-дауыл булды ла баһа», – тигән була ул. Туҡһанына етеп донъя ҡуйған, ғүмере буйы ошо ике баланы ҡарашҡан әсәһенә рәхмәттән башҡа нимә әйтһен инде Хәлисә? Уҫал булһа булғандыр, ләкин таяныс-терәк ине. Рәмилә тураһында шулай тип әйтә аламы һуң ул? Бер эшен башлай ҙа, икенсеһенә тотона, уныһын тамам итергә сабырлығы етмәйенсә, өсөнсөһөнә йәбешә. Шунан әйҙә «ваҡыт юҡ» тип сәбәләнә, һөҙөмтәлә теге йөгө лә әллә ни алға тәгәрәмәй, быныһы ла. Өйө арыу булыу менәнме ни! Ғәмиләһе бер ҙә өтәләнеп саҡырмай бит әле, игеҙәгенә ҡарап баш ҡағып тик тора.

– Миңә күсерһең, берәй мөйөш табылыр, – ти Рәмилә.

Шунан килеп нишләп әсәһе үсекмәһен ти инде?

– Берәҙәк эткә лә мөйөш табалар! Минең үҙемдең торған урыным бар!.. Өйөмдө рәтләп бирергә аҡса ҡыҙғанып ултыраһығыҙ. Мин, бахыр, һеҙ кеше булһын тип, көндө төнгө ялғап бил бөктөм, һаулығымды бөтөрҙөм. Ғүмер буйы яңғыҙ ҡараным да баһа икегеҙҙе лә! Игелекһеҙҙәр!..

– Ниңә, алыусыһы булһа, сыҡҡан булыр инең, беҙ ҡаршы килмәҫ инек, – тип ауыҙ йыра Рәмилә.

– Һин генә ҡараманың да инде, яныбыҙҙа өләсәй булды. Беҙҙе хатта кейәүгә биреште, – тип өҫтәне Ғәмиләһе. Уныһы ауыҙын һирәк йыра. Был юлы ла уйсан ғына әйтеп ҡуйҙы.

– Бына нисек, ошо һүҙҙәрҙе ишетер өсөн этләнеп үҫтергәнмен икән һеҙҙе! Ит изгелек – көт яуызлыҡ!

– Бер үҙеңә тормош көтөүе ауыр ҙа баһа. Беҙ ҙә һиңә көн дә килеп йөрөй алмайбыҙ. Үҙебеҙҙең донъя бар. Эш. Бер ауылда торһаҡ, көнөн дә, төнөн дә инеп сығырға булыр ине, ә былай ҡалай инде...

– Былай ҡалай, имеш! Уны еңел генә хәл итеп була. Китәм мин ветерандар йортона!

– Ҡайҙа тинең, әсәй? Ял йортонамы?

– Ялы тар ләхеткә инеп ятҡас булыр! Йүнһеҙ, аңламағанға һалышып тора. Хәҙер хөкүмәт ҡарай ҡарттарҙы!

– Ә-ә, ҡарттар йортон шулай тип әйтәһеңме ни? – Ғәмилә рәхәтләнеп көлә. – Һуң, унда бит ҡараусыһыҙ, бала-сағаһы булмағандарҙы тоталар. Бына бит беҙ, балаларың, һиңә мөлдөрәшеп ҡарап торабыҙ... Ветерандар йорто, ха-ха-ха!..

Нишләп әсәһенең һөйләгәненән көлә? Бишенсе тиҫтәне ваҡлап, һаман шарҡылдауҙан туктай белмәгән бала булды ла баһа. Бала инде, бала булмай тағы!..

– Алып барып тығыр инегеҙ берәй ҡарттар йортона! Нисек аталғанын да бик яҡшы беләһең бит! Баш ватырға түгел!..

Рәмиләнең йәнә ауыҙы йырылды. Йәнәһе, юрамал ғына һөйләйһең, һиңә кем ышанһын ти инде. Ах, йүнһеҙҙәр, ошо ике баланы ирҙән ҡалып, оло өмөттәр бағлап, күпме яфалар күреп үҫтергәйне. Хәлисә әбей ярһыуынан яңы һатып алған туфлийына йәбеште.

– Алып барығыҙ хәҙер үк!

Ғәмилә, тыныслан тигәндәй, ҡулы менән ишараланы.

– Туҡта, әсәй, ҡыҙма. Нимә булды ул һиңә бөгөн?

Хәлисә әбей өндәшмәй-нитмәй генә туфлийын кейергә кереште. Бер размерға ҙурыраҡ аяҡ кейеме. Үҙенә оҡшағас, ҙур булһа ла алғайны шул. Ҡатлап носки кейһә, ярарға тейеш. Үткер күҙле Рәмилә күреп тә ҡалды.

– Нишләп күрәләтә ҙурҙы алдың ул? Элекке һымаҡ кейем юҡ замандар булһа инде...

– Өйрәтмә мине!..

– Ҡарттар йорто һәйбәтерәк булыр тип уйлайһыңмы?

– Рәмилә! Һин дә өндәшмәйерәк торһаң булмаймы? – тине сабырлығын юя төшкән Ғәмилә. – Әсәй миндә йәшәр ҙә ҡуйыр тип үҙең һуҙҙың бит ремонтты.

– Мин барырға теләйемме-юҡмы, был турала һорашҡан кеше юҡ. Ҡурсаҡ итеп күрәһегеҙ икән үҙегеҙҙең әсәйегеҙҙе! Бөгөн бында, иртәгә тегендә... Юҡ, мин күсмә ҡаҙаҡ түгел! – Хәлисә урындыҡҡа лып итеп барып ултырҙы. – Белешегеҙ ҡарттар йортон. Бына шул аҙаҡҡы һүҙем.

– Ну, әсәй, – тип баш сайҡаны ҡайғырыуҙың нимә икәнен белмәгән Рәмилә. – Күңелеңде күрер өсөн ҡыҙыҡһынырға тура килер.

Ғәмилә игеҙәгенә ризаһыҙ ҡарап алды.

– Әсәйҙе шулай шаяртмайҙар инде.

– Ремонт файҙа бирерме? Өй бик иҫке инде. Әсәйемдең күҙенә элекке һымаҡ һәйбәт күренәме икән ни?..

Хәлисә әбей ҡыҙҙары яһаған сәйҙе эсмәне. Ҡайтырға ҡуҙғалғастары оҙатырға ла сыҡманы.

* * *

Шулай ҙа ҡыҙҙары ҡайтып киткәс, донъя буп-буш ҡалғандай тойолдо. Түҙмәне әбей, ишек алдына сыҡты, ҡапҡа яғына йүнәлде. Нисектер атлауы яйһыҙ һымаҡсы, быуындары шулай ҡата башланымы икән? Ул аяғына күҙ һалды. Әй әттәгенәһе, теге матур туфлийҙы сисергә онотҡан бит! Яңы аяҡ кейеменә өйрәнеүе ауыр булмаҫмы икән? Матур күреп, ҡыҙығып һатып алыу менән генәме ни? Хәйер, гел калуш һөйрәп тә йөрөп булмай инде... Алма әхирәте төнә яңы кофтаһын кейеп килгәйне, бер ун йәшкә йәшәреп киткәндәй тойолдо. Ә Хәлисәнең йүгерек аяҡтары хәстәргә мохтаж түгелме ни! Шулай тип уйлағас, ирекһеҙҙән көрһөнөп ҡуйҙы. Үтте замандар... Бар ине бит болан һымаҡ етеҙ саҡтар! Ун биш йәшенән фермала һауынсы булып эш башлағайны. Үҙенең тыуған ауылы Балҡырҙа. Әсәһенең кинйә ҡыҙы булһа ла, бер ҙә наҙлы үҫтермәне. Эй, эшкә-йомошҡа ҡалай йүгертә торғайны! Тыңламай ҡара!.. Әсәйең бигерәк уҫал булды, тип ҡуя шул Алмаҡай. Ҡазбулат ауылына Хәлисә иренән айырылғас күсеп килде. Ул саҡта әсәһе ҡыҙын бәләкәй саҡтағы һымаҡ йомошҡа йүгертмәй торғайнысы, ҡыҙыҡ инде әхирәте лә...

Эйе, үтте замандар... Егермеһе тулғас, Хәлисәнең тыуған ауылы Балҡырға Рафиҡ килеп тошто. Бына тигән тракторист ине. Таныштылар, бер-ике аҙнанан егет өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Быға Хәлисәнең әсәһе лә ҡаршы булманы. Йортта ла ир ҡулы кәрәк ине. Шуны ла уйлағандыр инде. Һәүетемсә генә бергәләп тормош көтә башланылар. Ике йыл самаһы йәшәгәндән һуң, бөтәһе лә пыран-заран килде лә ҡуйҙы... Хәлисә әбейҙең йөрәген нимәлер семетеп алды.

Бер көн эштән ҡайтыуға, өйҙә ят ҡатын ултыра. Тупһа аша үтеүе булды, теге ҡатын йоҙроҡ төйнәп өҫтөнә ташланмаһынмы!

– Бына ҡайҙа ҡасырып йәшәтәһең икән минең ирҙе! Тапмаҫ, тинегеҙме? Ҡайҙа үҙе!

Әсәһе Гөлүсә әбей килеп айырып алмаһа, Хәлисәгә бик ҡиммәткә төшәһе ине был көтөлмәгән осрашыу. Дөрөҫ әйтә Алмаҡай, уҫал булды шул әсәһе. Бер ҙә бирешеп торманы оло кәүҙәле ҡатынға, тегене дөрөп сығарып ебәрҙе. Кискеһен бер ни белмәгән Рафиҡ ҡайтып инде.

– Һин бисә алмаштырып йөрөүсе әҙәм аҡтығы икәнһең! Булған бит үҙ ғаиләң!

Рафиҡ «эйе» тип тә, «юҡ» тип тә өндәшмәне. Күҙҙәрен ҙур асҡан килеш тора бирҙе. Был оторо ярһытты Хәлисәне.

– Мине белмәҫ тип уйланыңмы!

– Хәлисә, ул заманында үҙе көсләшеп өйгә килеп инде. Үҙе йәшәп китте. Әрһеҙләшеп...

– Көсләшеп килеп инһә лә, бала яһарға эшкә ашҡанһың бит!

– Алтын тигән кейәүебеҙ тутыҡҡан тимер булып сыҡты! – тине Гөлүсә әбей. Шунан ишек төбөндәге төйөнсөккә күрһәтте: – Ана, әләм-һәләмең. Тот та сығып кит!

– Хәлисәкәй, ғәфү ит мине! Әйтергә ҡурҡтым шул. Һине юғалтыуҙан ҡурҡтым. Шуға ғына һуҙҙым...

Гөлүсә әбей ярһып ҡулын һелтәне.

– Бер илле йылдан әйтер ине!.. Ҡартлыҡ әжәле алҡымыңдан алғас. Ярар үҙем иҫән саҡта беленде кемлегең! Бисә алмаштырып йөрөүсе әҙәм аҡтығы!

Бер-ике аҙнанан тағы килде бахырҡай. Тик әсәһе тупһа аша үткәрмәне. Балалары булмаҫ элек айырылышыуҙары хәйерлерәк, тип уйлағандыр инде... Яҙмыш ҡына бүтәнсәрәк хәл иткән булып сыҡты. Иренән ауырға ҡалғаны һуңғараҡ беленде шул. Ике йыл бергә йәшәгәйнеләр бит инде... Бәлки, һуҡҡан ерҙән өҙмәҫкә кәрәк булғандыр?

Хәлисә лә әсәһен алып Ҡазбулатҡа күсенде. Дөрөҫөрәге, унда ҙур мал комплексы асылғас, алдынғы һауынсыны үҙҙәре саҡырҙы. Рафиҡ та юҡ булды. Бисәһен алып райондан сығып киткән, тинеләр.

«Бер баланы етем итмәбеҙ, ҡалай ҙа үҫтерербеҙ», – тигән булды әсәһе мәрхүмә. Ә донъяға игеҙәктәр тыуҙы... төҫтәре менән хас та аталары булып.

Беләктә көс бар ине. Бирешмәне Хәлисә. Йорт-ҡаралтыһы ла ирле ҡатындарҙыҡынан кәм булманы. Игеҙәктәре генә ата наҙын татып үҫә алманы. «Атайыбыҙ кем? Ул ҡайҙа? Нишләп беҙгә килмәй?» тигән һымағыраҡ һорауҙар менән дә әсәләрен йонсотманылар. Бәлки, бындайыраҡ һорауҙарға өләсәләренә яуап бирергә тура килгәндер... Һәр хәлдә, өйҙә Рафиҡтың исеме телгә алынғаны булманы.

Эйе, беләктә көс бар ине. Эштән арып ҡайта ла йылғаға йүгерә. Арҡыры-буй ҡолас ташлап йөҙә. Бөтөн арыу-талыу, үкенес-хәсрәттәрҙе һыу йыуып алып ҡала. Ҡазбулат халҡы уның шәп йөҙгәненә эй аптырай торғайны. Хәҙер хәтерләүсе ҡалдымы икән шул саҡтарҙы?

Хәлисә әбей эйелеп аяғындағы яңы матур туфлийҙарын һыпырҙы. Шунан ғорур тороп баҫты. Аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре йылғаға табан атланы. Былтыр һыйырын тотонғандан бирле был тирәлә булғаны юҡ ине. Ағастар ҙа һирәгәйеп ҡалған һымаҡ. Тирә-яҡта йылғалар һайыға, имеш, тигән хәбәр ҙә ишеткәне булды. Юҡ, йылғаның ағымы элеккесә һәлмәк, олпат.

Хәлисә әбей, сихырланған кеше һымаҡ, йылғанан күҙен ала алманы. Йылға тулҡына, ҡайҙалыр ашыға, талпына, гүйә, уны алда кемдер көтә. Ярһый йылға, урыны-урыны менән ҡалҡып-ҡабарып китә. Хис-тойғоларын Хәлисә һымаҡ эстән генә кисермәй. Уның үҙ йыры бар. Ҡарасәле, нисек ошоға ҡәҙәр был моңға ҡолаҡ һалынмаған икән? Йылға ағышы ла тигеҙ түгел, тимәк, тауышы ла төрлө ерҙә төрлөсә урғылалыр... Тормошта ла шулай, бер заман бөтәһе лә көйлө, ыңғай ғына барған кеүек, икенсе ҡарағанда ул шомло, зарлы ыңғырашыу менән тулған була... Бына шулай үткән ғүмер.

Бөгөн ул бөтәһен дә күргән-кисергән бик ҡарт бер тере йән эйәһе булып, һыу ағышын күҙәтә. Йылға ла тере. Балыҡтары һыуҙа уйнай, ҡаҙ-өйрәктәр ғорур йөҙөп уҙа. Ҡайҙалыр теге яҡ оста – балаларҙың шат тауышы... Үҙе тере булғас, тереклеккә лә йәшәү шатлығы бүләк итә. Ике йылға яры нисәмә меңәр йылдар бер-береһен күҙәтә. Ошо ҡартайған, өңшәйеп, бүҫелеп бөткән йыйырсыҡлы ике яр араһына һыя йылға. Дөрөҫ, ярһып-ташып киткән саҡтары ла була... Ул саҡта инде... Хәлисә әбей яҙғы ташҡын мәлдәрен күҙ алдына килтереп иңбашын йыйырып ҡуйҙы. Тик барыбер үҙ ярҙарына ҡайта. Үҙ ярҙарына...

Уңдымы ул үҙ балаларынан? Нимәне биреп еткерә алманы? Әллә өҫтәре бөтөн, тамағы туҡ булһын тип, сабыуҙан башҡаны белмәнеме? Нимәне хәл итә алмайҙар? Ҡайҙа ашығалар? Ҡыуып етерҙәрме, табырҙармы эҙләгәндәрен? Әллә Хәлисә әбей һымаҡ арып, тамам марама булғас, бер заман йылға буйына килеп һыйыныу табырҙармы? Йәшәүенең, тормошоноң мәңгелек йомағына әйләнгән һорауҙарға яуап эҙләйҙәрме? Йылға бар бысраҡлыҡты ла, матурлыҡты ла үҙе менән ағыҙып алып китергә һәләтле. Ләкин ул берәүҙе лә үҙенә саҡырмай, ин миңә, сум да йотол, тип инәлмәй. Ул үҙенең мәңгелек аға белеүе менән бәхетле. Талпына һәм алға әйҙәүе менән... Ул бит убып та ала. Шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла ҡуша йота... Хас та кеше һымаҡ. Ғүмере булған һәр бер әҙәмгә ҡартлыҡ мотлаҡ килә. Тик үлемдең үҙ ҡаршыһына ҡайһы урында, ни рәүешле килеп баҫырын ғына белмәй. Йәшәләһе инде йәшәлгән, талпыныр сәбәп тә юҡ, шулай булғас, үлемдең насары йәки яҡшыһы буламы? Юҡ, шулай ҙа һыҙланмай-нитмәй, берәүгә лә ауырлыҡ яһамай тәбиғәт ҡосағында ғына йән бирһәң ине икән ул!

Шул мәл уңда күҙенә ниндәйҙер шәүлә сағылғандай булды. Әбей һиҫкәнеп шул яҡҡа ҡайырылды. Ҡапыл башы әйләнеп китте. Камалетдиндың күҙен аҡайтҡан тоҡом үгеҙе уға етеп килә лә баһа! Ҙур, һимеҙ көрән үгеҙҙе тирә-яҡ ауылдарҙа ла яҡшы беләләр. Элекке йыл бит саҡ бер кешене һөҙөп үлтермәне!.. Хужаһы Камалетдин уны һәр саҡ бәйҙә генә тота ине лә һуң. Нисек, ни рәүешле был тарафҡа килеп сыҡҡан? Ана бит башын аҫҡа эйҙе, ғазраил! Әҙерләнә!.. Йә Хоҙа, үлем һорап ултыраһың тип ебәрҙеңме был ғибрәтте? Ҡалай үкенесле үлем! Әжәле үгеҙ ҡиәфәтендә баҫып тора. Был рәүешле... Юҡ! Я Рабби, бармы унан ҡотолоу юлы? Әбей һул яҡҡа ағаслыҡтар араһына ташланды. Ах, яңы алған туфлийы! Ҙурыраҡ ине шул, һул аяҡтағыһы һурылып тошто лә ҡалды... Туфли ҡайғыһымы ошо мәлдә? Йән ус эсендә...

Тыны ҡыҫылып, ах та ух килеп Алманың урындығына килеп йығылды. Әлдә лә әхирәте өйҙә булып сыҡты.

– Эй, Хоҙайым, нимә булды? Өйәнәгең ҡалҡтымы әллә? Мә, һыу... Аһ, тота ла алмайһың бит. Ҡана, үҙем...

– Алмаҡай, туҡта!.. Бәләкәс кенә тын алайым. Ғазраил алҡымдан ала яҙҙы. Шулай була икән... Шулай килә икән үлем тигәнең...

Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә Алманың ҡулы ҡалтырап китте.

– Ҡасан?.. – тип көс-хәл менән һораны.

– Ҡасан тип... Әле генә! Камалетдин үгеҙе баҫтырҙы... Бер генә һелтәй ине. Әллә нисек ҡотолдом, үҙем дә хәтерләмәйем... – Хәлисә әбей кире урынына йығылды.

– Ят-ят, хәҙер һиңә ашығырға түгел. Тик сырхап ҡына китә күрмә, Аллам һаҡлаһын! Хәбәр итермен әле балаларыңа...

Бер аҙҙан Хәлисә әбей һикереп тороп ултырҙы.

– Ҡәһәр генә һуҡһын ул Камалетдин үгеҙен! Мап-матур туфлийымды әрәм итте. Ана, күр, һыңары ғына тороп ҡалды!.. Ҡалай яратып алғайным мин уны! – Шунан Алмаҡайға ҡарап тынысланыбыраҡ дауам итте: – Әлдә йәш саҡта шуға сыҡманың. Бигерәк һаран әҙәм бит. Эй, оҡшатып йөрөй торғайны үҙеңде, ибет, әхирәт!

– Кит, хәтерләмәйемдәсе!.. – тигән булды Алма әбей, шулай ҙа үҙенең йөҙөнән йыйырсыҡтары юйылып китте. – Хәҙер беҙҙең бәхет балаларыбыҙҙың изгелеген күреп йәшәүҙә, әхирәт.

– Игеҙәктәремдең миңә бер генә ваҡыттары булмай башланы бит. Былтырҙан тылҡыйым, өйөмә ремонт кәрәк, тип. Әле килеп нимә тип торалар! Беҙҙә берәй мөйөш табылыр, имеш. Өс-дүрт йыл булалыр, бик саҡырғастары Николай белештәргә һуғылғайным. Мөйөштәрендә бер һүрәт элеүле тора ине. Шәме янып тора. Үҙ ғүмеремдә бындай нәмәне күргәнем булманы. Шул иҫкә килде лә төштө. Мин бит тере! Эй, йәнем көйҙө тегеләргә!.. Мине ветерандар йортона ебәрегеҙ, тип әрләп ҡайтарҙым.

– Ебәрерҙәр, иншаһ Аллаһ, ебәрерҙәр! һине лә ебәрмәгәстәре! Ғүмер буйы фермала алдынғы һауынсы булдың. Бер йылды хатта Социалистик Хеҙмәт Геройы итәбеҙ тип тә башлағайнылар. Нишләптер тормош үҙгәреп китте бит. Барырһың, Алла бойорһа!

– Ул ни тигән һүҙең ул, Алмаҡай? Ҡыуанып ултыраһыңмы?

– Мин үҙем һинең шикелле ветеран түгел бит. Һинең өсөн ҡыуанам! Ял итеп ҡайтырһың.

– Әй әттәгенәһе! Ҡарттар йортона ебәрегеҙ, тинем! Яңылыш һөйләп тик ултырам. Әлеге лә баяғы Камалетдин үгеҙе!..

– Әрләмәсәле Камалетдиндың үгеҙен! Хужаһы уртансы улына ҡунаҡҡа киткән. Шуға был бахыры ҡараусыһыҙ тороп ҡалған инде.

– Ауылда шуны тотоп бәйләрлек ир ҙә юҡ бит, ә!

– Беҙ үҙебеҙ ҙә ҡайһылай ирҙәр эшен башҡара торғайныҡ! Көс тә булған, ә!

– Ниңә әле килеп зарланып ултырабыҙ? Үҙ аяғыбыҙҙа йөрөйбөҙ ҙә баһа!..

– Әйтмә лә! Кеше етмеш биш йәштә ҡарт була тиме! – Алма әбей ҡәнәғәт тауыш менән шулай тине лә, һиҙҙермәй генә күҙ төбөн, маңлайын ҡулы менән һыпы- рыпһыпырып алды.

– Шулай ҙа ҡарттар йортон бөтөнләй иҫтән сығармаҫҡа ине...

– Эй, әхирәткәйем, балаларыңдың атаһы эргәңдә булһа, бындай һүҙҙе һөйләп ултырмаҫ инең... Үҙем ҡыуып сығарҙым, тигән булаһың да бит. Гел әсәйҙе лә тыңлап ултырып булмай инде!..

– Атаҡ, нишләп улай тиһең?

– Бигерәк дыуамал ине бит Гөлүсә апай. Һин әрләгән Рәмиләң дә шуға оҡшаңҡыраған. Йә, улай һөҙөрҙәй итеп ҡарама миңә! Үҙең дә, әсәйем ҡорораҡ шул, тиеберәк ҡуя инең инде...

– Әлләсе, бер ҙә иҫләмәйем. Изгелегенән башҡаһын. Ә бына ата тигән кешенең ҡыҙҙары менән ҡыҙыҡһынғаны булманы, ғибрәт! Балаларҙы әсәйем үҫтереште, әтеү тере ҡулһыҙ булыр инем.

– Теге әҙәм дә һине шундуҡ онотмаған. Бер-ике хат килгәне булды, Хәлисәгә күрһәтмәнем, ниңә уның күңелен уйнатырға, тине бер мәл әсәйең.

Хәлисә әбей ышанмағандай ҡысҡырып һораны:

– Ҡасан?

– Ул ваҡытта тере ине...

– Һин дә һөйләнең һүҙ!

– Үлеренән бер нисә йыл алда шулай тип ысҡындырҙы. Ҡайҙалыр ситкә сығып киткән, шунан һиңә хәбәр-фәлән ебәргән булған. Тик быны әсәйең һиңә әйтеп тормаған. Шунан меҫкен ир төңөлгәндер, нишләһен...

Рафиҡ хат ебәргән!

Бына һиңә мә! Әсәһенең ҡатылығы бар ине шул. Рафиғынан хәбәр килгәнен бер ҡасан да әйткәне булманы...

– Бер генә саҡырған булһаң, ул бахыр ҙа...

Хәлисә әхирәтенә әйтеп бөтөргә ирек бирмәне:

– Эх, әрәм булды бит!

– Әхирәткәй, һин әллә ысынлап та үк... үкенәһең...

– Әрәм булды! – тип ҡабатланы Хәлисә. – Шундай яратып алғайным! Шырлыҡта тороп ҡалды!

– Ә?

– Шырлыҡта тороп ҡалды матур туфлийым! Нишләп шуны кейеп төштөм йылға буйына? Үкенәм!

* * *

– Әсәй, һинең донъя күргең килә ине. Йөрөтөп, ҡайһы бер нәмәләрҙе күрһәтеп, таныштырып алып ҡайтырға ине иҫәп!

Ғәмилә Рәмиләгә мәғәнәле ҡарап алды.

– Ҡунаҡҡа алып барам, тигәнсәле!

– Ветеран йортона, тип әйтәйемме?

Әбей уларға өмөтһөҙ күҙҙәре менән ҡарап алды. «Беләм инде нимәгә төрттөргәнегеҙҙе, ярар, әҙәм балаһы яҙғанын күрә. Әжәле етмәгәс...»

– Ниңә ҡунаҡ ҡына тиһегеҙ? Тороп та ҡалырмын әле! Үҙ яҙмышыма үҙем хужа. Бер ҡасан да кеше көнлө булып йәшәлмәне!

Рәмилә ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе. Үҙе, ғәҙәттәгесә, ауыҙын йыйып ала алмай.

– Шулай икәнен беләбеҙ, әсәй. Барғас, үҙең ҡарарһың!

Ғәмиләһе һүҙһеҙ генә баш ҡаға.

Ҡыҙыулыҡ менән әйтелгән һүҙ бына ҡалай әйләнеш алды... Ҡарттар йортон барып күрһен, әйткән һүҙе өсөн оялһын, тиҙәрме икән? Әллә ысынлап тороп берәй яры урынлаштырырға итәләрме? Һаман әсәләрен тәрбиәләп маташалармы былар? Нишләп тәғәйен асыҡ бер нәмә лә әйтмәйҙәр? Ғәмиләнең башында этлек булмаҫ, Рәмиләһе юҡ-барҙы уйлап сығарырға ярата. Нимә тураһында һаман быш-быш киләләр? Бер аҙҙан Рәмилә телефондан һөйләшергә керешеп китте.

Уғаса булмай урам яҡтан еңел машина килеп туҡтаны. Ана, унан бер ир-ат килеп сыҡты. «Алырға ла килгәндәр...» – тип уйланы әбей. Ғәмилә тегене Наил тип таныштырҙы. Күрешкән саҡта Наил тигәне ни өсөндөр Хәлисә әбейгә ныҡ ҡына итеп ҡарап алды. Унан Ғәмиләгә боролдо.

– Ҡуҙғалайыҡмы, улайһа?

Ҡыҙы баш ҡаҡты. Уларҙы күҙәткән әбейҙең йөрәген нимәлер һыҙып үтте. Рәмилә бит ҡыуанысын йәшерә алмай! Ғәмиләһе лә ҡалай ҡәнәғәт баҫып тора. Оҙата, йәнәһе. Быларҙы күргән әбей беренсе булып үҙе машина яғына атланы. Яҙғанды күрмәй, кереп булмай гүрҙәргә... Ҡайҙалыр ишеткән шул юлдар иҫкә килеп төштө.

Борма-борма юлдар әҙәм хәсрәте һымаҡ һуҙылған, осо ла, ҡырыйы ла юҡ... Наил менән Рәмилә нимә тураһындалыр шыпырт-шыпырт ҡына һөйләшеп алалар. Әбейҙең уларҙа эше юҡ. Уның хәҙер бер нәмәлә лә эше юҡ. Тик бер боролошто үткәс кенә һиҫкәнеп башын ҡалҡытты.

– Балалар, райондан сығып киттек түгелме? Был ерҙәр күршеләрҙеке бит.

– Дөрөҫ, апай, күрше район үҙәгенә етеп киләбеҙ. Туҡталышыбыҙ шунда.

Хәлисә әбей иренен ҡымтыны. Ҡарттар йорто бөтөнләй икенсе районда булып сыҡты. Эй яҙмыш, яҙмыш...

Бер аҙҙан улар бик матур, ыҡсым йорт ҡаршыһына килеп туҡтанылар. Матур йорт икән, ҡараулы... Хәлисә әбейҙең эсенә ниндәйҙер йылылыҡ ингәндәй булды. Ләкин йөрәк һыҙлауы барыбер баҫылманы. Ихатала ике-өс баш күренде. Уларға күҙ һалып торманы әбей. Ололарҙы бағыусыларҙыр, йәштәр бит. Ҡаршыһында таяҡ таянған ҡарт хасил булғас ҡына туҡталғандай итте. Эйе, бында тороусылар ҙа күренә башланы... «Нисә кеше йәшәйҙәр икән?» – тип уйлап алды.

– Хәлисә!

Кем килерен әйткәндәрҙер, бына бит исеменә тиклем белеп торалар. Ярар, улай булғас, уртаҡ тел табырҙар, яҙмыштары ла оҡшаш бит...

– Эйе, мин Хәлисә, – тине әбей.

– Мине танымайһыңмы?

– Ҡайҙан? Күргән-белгән кешем түгел. Был яҡта мин беренсе мәртәбә... – Шулай тине лә тораташтай ҡатты ла ҡалды. – Һин... Рафиҡ, был һинме? Түгелме?..

– Хәлисә...

– Атай, һаумы, – тине шул саҡ Рәмилә.

– Ҡыҙым!

Ҡосаҡлашҡан ата менән ҡыҙға ҡарап шаҡ ҡатты Хәлисә әбей. Был нисек була? Быларҙы нисек аңларға?

– Хәлисә апай, әйҙәгеҙ, эскә. Мин һине атай йортона ҡунаҡҡа алып ҡайттым, – тине шул саҡ Наил.

– Һис башыма һыймай. Ҡапыл-ҡара бөтәһе буталды. Рафиҡ, һин бит... һеҙ әллә ҡайҙа, Себергәме шунда, сығып киткәйнегеҙ түгелме? – Өйгә ингәс, үҙен ҡулға алып, тәүге биргән һорауы шул булды Хәлисәнең.

Ҡарттар үҙҙәре генә һөйләшһендәр, типмелер, барыһы ла сығып бөттө. Рафиҡ ҡарт был һорауға оҙаҡ ваҡыт яуап бирмәне. Нимә тураһындалыр уйлап ултырҙы. Хәлисә менән осрашһа, бөтәһен дә еңел генә аңлата алыр һымаҡ ине. Юҡ, улай булмай икән. Ҡарт Хәлисәгә ҡарап йылмайған булды... Үкенесле лә, һағышлы ла ине был йылмайыу.

Тормошо еңел булманы Рафиҡтың. Һынау артынан һынау ебәреп кенә торҙо. Бибигә ул йәшлек хатаһы менән өйләнде. Шул хатаны үҙенсә төҙәтергә маташты. Тағы ла нығыраҡ буталды... Балҡырҙа йән һөйгәнен тапҡайны, Балҡырҙа уҡ юғалтып, кире сығып китте. Бер мәртәбә аңлашыр өсөн кире барып та ҡарағайны, Хәлисәһен тап итә алманы. Уның ҡарауы, элекке ҡәйнәһенең тәртешкәһен «татыны». Уҫал тигән даны бар ине Гөлүсә әбейҙең. Хәлисә лә бит бер ҡасан да уның һүҙенән сыҡманы. Бөтәһен дә әсәһе хәл итте. Хәлисә һис кенә лә Гөлүсә ҡарсыҡҡа оҡшамаған, бик баҫалҡы, күндәм. Әсәһенең күҙенә лә сабый бала һымаҡ мөлдөрәп кенә ҡарап тора ине... Хәйер, Рафиҡ үҙе лә үткерлек менән айырылып торманы. Уның ҡарауы, Биби ҡалай дыуамал холоҡло булды! Түҙмәҫлек үк булмағандыр, йәшәнеләр бит. Ҡабат бергә тороп киттеләр. Малайы, Наилы, хаҡына күнде Рафиҡ. Әлбиттә, Биби ирен бүтәндәрҙән көнләшеүен ҡуйманы, ләкин нишләйһең... Хәлисәнән ҡайтыу менән ҡаты талап ҡуйҙы Бибекәй. Ситкә китергә! Коммунист булып ҡалғың киләме? Тимәк, ҡырға китәбеҙ, бөттө, вәссәләм! Бына шулай итеп, күсмә ҡаҙаҡ һымаҡ тейәнешеп сығып киттеләр. Ахыр Кемеровоға барып төпләнделәр. Ҡайҙа ғына, кем генә булын эшләргә тура килмәне Рафиҡҡа.

– Беләм, – тине Хәлисә. – Бөтәһен дә эшләгәнһеңдер, алтын ҡуллы инең бит. Ауылда ололар, беҙҙең ҡорҙаштар, әле лә ҡай саҡ һине иҫкә төшөрә. Ярҙамың тейҙе...

Рафиҡ ҡарт тамағына торған төйөрҙө йотто. Күҙҙәрен селт-селт йомоп алды.

Бына шулай крәҫтиән һөнәрен эшсегә алмаштырырға тура килде Рафиҡҡа. Пенсияға сыҡҡансы шахтер һөнәренә тоғро ҡалды. Тормоштары етеш булды.

– Әҙәм балаһын мохтажлыҡ бөтөрә, һиңә тормошҡа зарланырға түгел, Рафиҡ. Ҡатыныңды ла яратҡанһыңдыр. Ә беҙ, – әбей үкенесле генә йылмайҙы, – хас әкиәттәге һымаҡ, эй киткән, эй киткән, энә буйы ер киткән... Беҙҙе, беҙҙе тип... Хәйер, үҙем ҡыуҙым. Үҙем әйттем, онот, тип...

Шул мәл Рафиҡ уйсан ҡарап алды, ҡашы йыйырылды.

– Хәлисә, ҡыҙҙарым барлығын мин күптән түгел генә белдем бит.

– Булмаҫ! – Әбей хатта урынынан ҡалҡынғандай итте.

– Бында ҡайтҡас. Тыңла улайһа, Хәлисә.

Күсеп китеп бер йыл самаһы үткәс, Кемеровола йәшәгәндә зәһәр йылмайған Биби хат тотоп килеп инде: «Бына, апайымдан хат! Хәтәр яңылыҡтар яҙған. Белеп ҡуй, тием. Йәш бисәң һин киткәндең иртәгеһенә үк кейәүгә сыҡҡан бит. Хәҙер маҡтанып йөрөй, ти. Иллә Рафиҡ ҡайтып китеп һәйбәт булды, барыбер ҡыуып сығарыр инем. Йән һөйгәнем менән ҡауыштым, тип һөйләгән.

Бәпәйләп тә ҡуйған инде. Бөтә ерҙә һине хурлай икән... Апайым аптырай...» Рафиҡ тешен ҡыҫып өндәшмәне. Тынманы ҡатыны, берәр айҙан йәнә хат йомарлап килеп баҫты: «Бер ғибрәт тураһында ишеткең киләме?» Был юлы ир йоҙроғон йомарланы. «Етте!» –тип бер генә ҡысҡырҙы ла ишекте шарт ябып сығып китте. Бик оҙаҡ йөрөп, һуң ғына ҡайтты ул. Ҡатынының, балаһының йөҙҙәренә ҡарап уларҙы ни дәрәжәлә ҡурҡыуға һалғанын аңланы. Бүтән был һөйләшеүгә әйләнеп ҡайтманылар. Рафиҡ асыуын да, үкенесен дә эш менән баҫты.

Бер нисә йылдан ғаиләгә тағы ла ҡайғы килде. Бибекәйе трамвай аҫтына ҡалып, уң аяғын өҙҙөрҙө. Ир инвалид ҡатынын ҡараны. Тик Бибиҙең самаһыҙ көнләшеүе генә баҫылманы. Бының сәбәбен Рафиҡ бер ҡасан да аңламаны... һуңғы ун йылда Биби түшәктән тора алманы. Ул саҡтарҙа ла Рафиҡ Башҡортостанға, тыуған яҡтарға ҡайтыу тураһында һүҙ ҡуҙғатып ҡарағайны. Әбейе оторо ҡаршы торҙо. Ә унан һуң... Эйе, үлеменә бер ай самаһы ҡалғас, янына саҡырып ҡулынан тотто, күҙҙәрендә шул тиклем ялбарыу ине. Ул мәлдә Рафиҡ әллә нимә эшләп китте – күңелен хәүеф-шом биләп алды.

– Шәбәйерһең-шәбәйерһең... Табип та шулай тине. Төҫөң дә арыуланған... – тине ул әбейен хәленсә йыуатырға тырышып.

Биби әбей әллә йылмайҙы, әллә иламһыраны – икеһе лә бер юлы булды, ахырыһы. Унан байтаҡ ваҡыт күҙен йомоп ятты. Шунан йәнә ҡартына төбәлде. Был юлы ҡарашы шундай етди, шундай үткер ине. Рафиҡҡа хатта әбейе сәләмәтләнгән дә, хәҙер һикереп килеп торор һымаҡ тойолоп китте.

– Ҡартым, – тине Биби әбей. – Гонаһым бар һинең алда. Үҙ эргәмдә һине көслөк менән тоттом инде. Көсләшеп һөйөклө булын булмаҫын белһәм дә... һиңә лә көн күрһәтмәнем. Шуға үҙем дә язаһын күрҙем. Барыбер тынманым. Шул килеш китеп барыуҙан ҡурҡам хәҙер. Ғүмерем буйы бер ҙур алдыҡ йөрөттөм күңелемдә. Теге апайым ебәргән тигән хаттарҙы үҙем яҙҙырттым бит мин. Унда барыһы ла минең һүҙҙәр. Барыһы ла алдыҡ. Хәлисә тураһында бөтә ялғанды үҙем уйлап сығарып һөйләнем. Бөгөн уны төшөмдә күрҙем... Миңә һүҙһеҙ генә баш сайҡаны. Беләм, был хушлашыу! Бөтә ҡарғышым үҙ башыма булды. Һине рәнйетеүҙәрем, көнләшеүем тик шул ялғаныма бәйле. Хәҙер ул үкенес, һыҙланыу булып йәнемде кимерә. Ысын донъяға гонаһлы йән булып күсеүҙән ҡурҡам. Мине бәхиллә. Иҫән булһа, Хәлисә лә бәхилләһен ине... Минең балалар атайлы үҫтеләр, яҡлаулы булдылар, шулай булғас, уға ни үсем булһын ти инде...

Хәлисә әбей әкрен генә урынынан торҙо. Тәҙрә ҡаршыһына килеп баҫты.

– Аллаһы Тәғәлә беҙҙе бәхилләһен... Кемдең миндә ни бурысы булһын? Бурысыбыҙ тормошҡа ғына барҙыр. Яуабыбыҙ Хаҡ Тәғәлә алдында. Берәүгә лә үсем дә, рәнйеүем дә юҡ. Үҙемә тейешле йөктө үҙем күтәрҙем. Балалар ҙа күптән үҙ аллы. Рәмиләһе менән күрештең. Яҙған булһа, Ғәмиләһен дә күрерһең.

– Мин уларҙың икеһен дә күрҙем, икеһендә лә ҡунаҡта булырға өлгөрҙөм, Хәлисә, асыуланмаһаң.

Нимә тип тә әйтергә белмәгән Хәлисә үҙе һорау бирергә мәжбүр булды:

– Ҡасан ҡайттың был яҡҡа, Рафиҡ?

– Өлкән улым Наил күптән инде бында. Үҙһенмәне теге яҡтарҙы. Бына шулар алып ҡайтты былтыр. Ҡалған балаларға килгәндә, улар шунда, үҙҙәре тыуған яҡта тороп ҡалдылар.

– Йортоң матур. Үҙегеҙ һалдығыҙмы?

–  Юҡ, һатып алынды. Аҡсалы эштә эшләнем бит. Һайлап алдыҡ. Урам яҡтан хатта «Ветеран йорто» тигән таҡта ла ҡағып ҡуйғандар. Ауыл хужалығында эшләгән ветеран булмаһам да. Ингән саҡта, моғайын, иғтибар иткәнһеңдер.

Бына нисек! Иғтибар итеүен итмәгәйне. Уның ҡайғыһы булдымы ни? «Ветеран йорто...» Һе, юлға сығыр алдынан Рәмиләһе «ветеран йортона алып барам» тип ауыҙ йырып торҙо шул. Бибаштаҡ! Уның уйын бүлдереп, ветеран шахтер һүҙен дауам итте:

– Һиңә барырға күптән йыйына инек... Әйтеүе генә еңел... – Ҡарт, нисек дауам итергә белмәгәндәй, туҡталып башын һыпырҙы. Ҡулы ҡалтырауын баҫырға тырышты.

– Бына ошолай әйтмәй-нитмәй генә мине һинең ҡашыңа баҫтырыусыһы кем? Рәмиләнең этлегелер инде, бәләкәй саҡтан шулай булды! Мәктәптә уҡығанында мөғәллимдәренән күпме һүҙ ишетергә тура килде... Һаман ҡуймай холҡон!.. Һине килеп табыусыһы ла шул булғандыр.

– Район үҙәгенә барғанда... Кем әле? Камали! Камалиҙы тап иттем.

– Камалетдин.

– Эйе, Камалетдин. Шундуҡ таныуын әйт! Бер ҙә үҙгәрмәгәнһең, ти был. Аҙаҡ игеҙәктәр тураһында һораша башланы. Бына шулай белдем дөрөҫлөктө. Үҙе һиңә өндәшеп тормаған икән, әләйһәң.

– Уртансы улына ҡунаҡҡа киткән, тиҙәр ине. Ваҡыт тапмаған түгелдер инде... Кит ул Камалетдинды! Һаранлығы, ҡырыҫлығы гел үҙе менән... Ней, былай үгеҙе шәп инде.

– Ә-ә-ә, былай үҙе шәп, тиһеңме? – Рафиҡ бабай аңлаған кеше булып баш ҡаҡты.

– Ыста... Үгеҙе, тием.

– Нимәһе шәп? – тип һораны һаман аңлап бөтә алмаған Рафиҡ ҡарт.

– Шәп үгеҙ тота. Ауыл һыйырҙарын ҡасырған берҙән-бер үгеҙ – унда.

– Ә-ә-ә, шулай икән.

Шул саҡ ишектә Наил менән Рәмилә күренде.

– Атай, һеҙ һөйләшеп бөттөгөҙмө?

– Сәй әҙер.

– Ә-ә, эйе... – Ҡарт тамағын ҡырҙы. – Хәлисә, әйтәһе һүҙем бар ине. Бына балалар алдында әйтәйем, тормошто икәүләп башлап ебәрһәксе, ҡарттарса ғына итеп. Балалар үҙҙәре үк риза. Бына ошо минең йортта.

– Ҡалырға? Тороп?.. – Хәлисә әбей берсә балаларға, берсә Рафиҡ ҡартҡа алмаш-тилмәш ҡарап алды. – Шулай була тиме ни? Нисек инде? Туҡта!.. – Шунан ҡырҡа ҡарарға килде: – Юҡ, улай булмай!..

Рәмилә хатта бер урында «бейеп» алды.

– Әсәй!.. Һин үҙең ветеран йортонда тороп ҡалам тип күпме тылҡының!..

– Һинең менән дә арыулап һөйләшермен! Ашыҡма! Ҡоромағыр, әсәй менән шулай шаяралар тиме, ә!

Ҡыҙының төҫө ҡасҡанын күргәс, хәҙер Хәлисә әбей ҡәнәғәт йылмайҙы. Бына шулай ултырталар һинең кеүектәрҙе төп башына! Әсәйең һин уйлағанса бөтөнләй бер ҡатлы түгел. Хәҙер инде һүҙҙе дауам итергә була.

– Эйе, шулай булмай тағы! Тик торғанда үҙемә килеп ултырырға бында... Шып итеп. Аһ-аһ... Самазванес булып. Балаларым, ейәндәрем, кейәүҙәрем, – ул Наилға ҡарап алды, – эйе, килендәрем юҡмы минең, һөйләшеп, йола буйынса килешергә кәрәк. Тота һалып өйөңә килеп инергә... Улай ҡапыл-ҡара булмаҫ!

Рәмиләһе «терелде». Наил менән бер-береһенә ҡарап йылмайҙылар. Хәлисә әбей был юлы үтә лә етди ҡиәфәт алырға тырышты. Рафиҡ ҡарт ҡына күҙҙәрен селт-селт йомдо.

– Үҙем дә шулай уйлай инем. Бына балалар... – Ҡарт улына шелтәле ҡараш ташланы.

Һүҙгә Наил ҡушылды:

– Башта һин әйткәнсә уйланылғайны, апай. Үҙегеҙ менән барып танышырға. Атайҙы алып барырға. Рәмилә һеңлекәште күреп һөйләшкәс, ҡапыл пландар үҙгәрҙе лә китте. Ахыр, шулай һәйбәтерәк булыр тип тә уйланыҡ... Юҡһа атай ҙа үҙ кисерештәренән аяҡтан ҡала яҙғайны.

Хәлисә әбей ихатала осрашҡас Рафиҡтың ҡаушап төшкәнен күҙ алдына килтерҙе... Эй, меҫкен, шул һүҙҙәрен әйтер өсөн ыуаланып йөрөгәндер инде. Үҙенсә әҙерләнгән булып. Йөҙҙө һыр баҫһа ла, йөрәк йәштәрсә ҡаға инде ундай мәлдә... Хәйер, быны ғына аңламаймы ни Хәлисә әбей!

– Улай булғас, бөгөн ҡунаҡтарҙы кире алып барырға тура килә, – тине Наил. – Хәлисә апайҙың әйткәне – беҙгә закон.

– Туҡтағыҙ, балалар, сабыр итегеҙ, нисек итеп ошонан ғына ҡарап ҡалайым, ти? Оҙатып барырға кәрәк, йолаһы шулай. – Рафиҡ ҡарт та сәбәләнә башланы.

– Атай, оноттоң бит!.. Таяғыңды ал!

Бына шулай кире килеп төштө улар Ҡазбулатка.

Мәжлес ҡороп, матур ғына ултырғанда соланда аяҡ тауыштары ишетелде. Хәлисә Алма әбейҙе аяҡ тауышынан уҡ танып тора, шуға ҡаршы алыр өсөн үҙе сыҡты.

– Ай, ваҡытһыҙыраҡ килдем шикелле... Ремонт яһашыусылар килдеме әллә? Теге көн Рәмилә, минең әсәйгә сюрпризым бар, тип тора ине шул. Өмә яһатырға итәлер, тип уйлағайным да. Йә, ярар. Мин оҙаҡҡа түгел. Хәлисә, һиңә бер генә һүҙ әйтәм дә... Ҡайтҡан Камалетдин ҡунаҡтан! Барып әрләшеп килдем бит, әйкәйем. Ҡыҙыл үгеҙеңә сара тап, юғиһә судҡа бирәм, кеше үлтерә яҙҙы, тинем. Хәҙер, моғайын, бер нәмә эшләтер... Ныҡ әйттем. Көйҙөрт, әбейҙәрҙе баҫтыра, тинем.

– Юҡ-юҡ, һин нимә! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Хәлисә әбей.

– Бәй, нишләп? Теге мәл һине баҫтырҙы, ә иртәгә ҡайһы әбейҙе? Шулай булмай инде! – Алма әбей тамам аптырауға ҡалды.

Хәлисә әбей тотлоҡто.

– Һуң, үҙең аңлап тораһың да инде... Бөтөн ауыл һыйыры шул үгеҙгә ҡарап тора.

– Уныһы шулай, әйтерең бармы! Тик барыбер... Барыбер берәй нәмәһен, әйтәйек, мөгөҙөнмө көйҙөртөргә кәрәк инде...

– Шундай мөгөҙө булмаһа, ул үгеҙҙән кем ҡурҡһын! Унан... Теге ваҡыт мине баҫтырмаһа, йәшәүгә дәрт уяныр инеме? Әлдә генә йылға буйына килеп сыҡҡан, тием, шул Камалетдин үгеҙе!

Алма әбей бот сапты:

– Бер нәмә лә аңламайым, теләһә нимә эшләгеҙ!.. Кисә бер төрлө хәбәр, бөгөн сәпсим икенсе... Ә, бына, матур туфлийың! – Ул ҡулындағы төйөнсөктө һуҙҙы.

– Нимә?

– Һиндә хәҙер туфли ҡайғыһы ла юҡ, аңламаҫһың быларҙы... Кешенекен кейеп сапмағанһыңдыр бит? Оноттоң дамы ни? Матур туфлийыңдың һыңары!

– Юҡ инде, әхирәт. Хәҙер һыңар туфли түгел! – Хәлисә әбей янына сығып баҫҡан Рафиҡ ҡартҡа ҡарап алды. – Матур туфли яңғыҙ түгел!.. Таныйһыңмы, Алма? Хәйер, ҡайҙан таныйһың ти инде? Күргәнең булманы бит, ҡана, таныштырайым...

Алма әбей уға һүҙен тамамларға бирмәне:

– Ғәмилә менән Рәмиләнең атаһы!.. Һуйған да ҡаплаған! Ай Алла, бына бит... Шулай ҙа була икән!.. Рафиҡ! Һуң, ундай яңылыҡты... Туҡта... Хәлем бөтөп киттесе... Йәш саҡта нимәгә, кеше былай ҙа ныҡ була, ҡартайғас кәрәк бит ул терәк. Ай, кәрәк! Ҡана мин дә терәләйем, юҡмы шунда ултырғыс булһа ла...

Терәк. Хәлисә инде ултырғысҡа түгел, диванға барып ултырған Алма әбейгә ҡарап йылмайҙы. Әхирәте аҙ ғына яңылышты – терәк һәр ваҡытта ла кәрәк. Йәш саҡта Хәлисә әбей өмөттө терәк итте, үҙенә булған ышанысты, хыялды, сабырлыҡты. Быларҙың барыһынан да яҙған һымаҡ ине, ләкин тормош уға барыбер мәрхәмәтле булды. Яҡындарына, үҙен уратҡан кешеләргә ул да бит бар хәленсә терәк булды. Ә быныһы... Хәлисә әбей керпектәрен селт-селт ҡаҡҡан Рафиҡ ҡартҡа күҙ һирпеп алды – был донъяла ғына түгел, фанилыҡта ла бергә буласаҡ йәре, һыңары, пары...

Бәхетле булырға бер ҡасан да һуң түгел – шуны аңлатты ла баһа уға Камалетдин үгеҙе! Хәйер, был хаҡта ҡысҡырып әйтеп булмай. Йә хыялыйлана башлаған тиерҙәр...

Уйын Алма әбей бүлдерҙе:

– Яңыраҡ ҡына «Йәшәү йәме» тигән бер китап уҡығайным. Йөкмәткеһенән бер нәмә лә аңламаным, әммә ошо һүҙ тел осонан китмәй ҙә ҡуясы!

Рәмиләнең ауыҙы йырылды.

– Йәшлек йәме – ҡартлыҡта, тимәксеһеңме, Алма апай?

– Уныһын, балаҡай, атаң менән әсәңдән Һора! Мин дөрөҫ аңлата алмам тип ҡурҡам. Минең бурыс – яҡшы һүҙҙе еткереү генә!

Бөтә кисерештәрен, тулҡынланыуын мөмкин тиклем эскә йыйған Хәлисә әбей мөләйем генә өндәште:

– Бына бит яҡшы ҡунаҡтар өҫтәлә тора! Әйҙәгеҙ, берәр сынаяҡ сәй эсеп алайыҡ әле. Унан самауыр яңыртырбыҙ... Унан...

– Унан? – тип ҡабатлап һораны Алма әбей.

– Унан, ҡалғанын, тием, күҙ күрер!

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: