Бөтә яңылыҡтар

Күрше ҡатын ниңә аҫылынған?

Алты малайы ла бер-бер артлы 30 йәшен дә тултырмай үлеп бөттө. Быныһының башы төрмәнән сыҡманы.Ҡайҙалыр йыраҡта ултырғанда әсәһе шул балаһына барырға булды. “Йөрөмә, йыраҡ, унда нимә ҡалған” - тип туҡтатырға тырышһаҡ та, оҙон юлға сыҡты. 

Күрше ҡатын ниңә аҫылынған?
Күрше ҡатын ниңә аҫылынған?

 

Туҡһанды ваҡлаған  инәй менән урам алдындағы эскәмйәлә әңгәмәләшеп ултырабыҙ. Хәбәребеҙ күп, көҙҙән бирле осрашыу форсаты теймәне, ҡыҙҙары әсәләрен ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә ҡалаға алып китә. Ер-һыу асылғас, үҙ нигеҙенә ҡайтып, ирәйеп, кәйефе күтәрелеп йөрөгән мәле.

Ҡаршылағы быялаһыҙ, тәҙрә ҡапҡастары ҡыйшайған, рәшәткәләре серегән  йорт алдындағы ағас төпһәһенә ҡунаҡлаған бөкөрө ирҙе башлап ҡына күреүем түгел. Өҫтөндәге бысраҡ кейеме, маңлайына тиклем батырып кейгән малахай ишараты, аяғындағы тишек быймалары әллә ҡайҙан уның  бер кемгә кәрәкмәгән әҙәм икәнлеген ҡысҡырып тора. Иртә яҙ булһа ла, был урамға көләс ҡояш та ҡурҡып ҡына ҡараған һымаҡ тойола, кипкән әрем, сүп-сар баҫҡан һарай ишаратының саҡ ҡына һерәйеп күренгән  тәҙрә уйымынан ел иҫкән ыңғайы  әллә ҡояш, әллә ел ашағанлыҡтан инде епкә әйләнә башлаған  ҡатын-ҡыҙ күлдәге елберәп ала.

- Мин уның ата-әсәһен яҡшы беләм,- тип башы менән ишараланы инәй. – Бер туған 7 улдың кесеһе был. Аталары ныҡ холоҡһоҙ булды, ғүмер буйы ҡатынына көн күрһәтмәне, балаларын да типкеләп йәшәне. Әллә ҡыҙыу, әллә ауырыу - тиктомалға йоҙроғо уйнап торҙо. Һөйләһәң кеше ышанмаҫ, уның ғаиләһенә күрһәткән этлектәрен ишек алдары күҙ алдында булғас, насар ҡылыҡтарын теләмәһәк тә күрергә тура килә ине. Ошо улы тыуған йылды ҡатынын туҡмап, февраль һалҡынында кейемһеҙ урамға сығарып ташлағанын күреп, колхоз рәйесенә хәбәр иттек. Депутат, милиция, район үҙәгенән әллә кемдәр килеп йөрөнө, холоҡһоҙ әҙәм уларҙан ҡурҡырлыҡ түгел ине. Бахыр Сәбиләне туҡмап ҡына үлтерер был тип уйлай инем үҙем дә. Ауыл көтөүен көттө, колхоздың әллә нисә атын йә яндырып, йә туҡмап һәләк итте ул ир. Балалары ошондай шартта үҫкәс, холоҡтары менән аталарына оҡшап үҫте. Бәләкәсе бигерәк вәхши ине. Бала саҡтан урлашты, бер ерҙә лә эшләмәне.  Аяғы һынып аҡһаҡ булып ҡалды, шунлыҡтан армияға ла алманылар үҙен. Үҙе типкеләп үҫтергән  малайҙарының беләгенә көс ингәс, аталарын “теге ваҡыттағы өсөн” тип “тәрбиә” өсөн ғазаплағандарына ла шаһит булдыҡ.  Уларҙың йортонда бер ҡасан да ватылмаған ултырғыс, һауыт-һаба, йыһаз булманы. Ҡышҡыһын  аталарын туҡмап һыуыҡ мунсаға бикләгән дә, шул килеш онотҡандар. Өс көндән иҫтәренә төшкән дә бит, ғинуар һыуығына яғылмаған мунсала кем тере ҡалһын?!

Алты малайы ла бер-бер артлы 30 йәшен дә тултырмай үлеп бөттө. Быныһының башы төрмәнән сыҡманы.Ҡайҙалыр йыраҡта ултырғанда әсәһе шул балаһына барырға булды. “Йөрөмә, йыраҡ, унда нимә ҡалған” - тип туҡтатырға тырышһаҡ та, оҙон юлға сыҡты.  Әммә, яуыз йән, үҙ балаһы шунда әсәһен мыҫҡыллаған. Ауылға ҡайтҡас, илай-илай был турала һеңлеһенә һөйләгән.

Ошо ваҡиғанан  һуң ғәрлегенә түҙә алмай, ҡайтыу менән күршебеҙ  һарайға инеп аҫылынған. Был турала һеңлеһе, бәлки, һөйләмәҫ тә ине, мәрхүмә оҙон ғына хат яҙып ҡалдырған.

... Был тарихты күптән белгән инәйҙән ишетмәһәм, уйҙырма тип, ҡул ғына һелтәп ҡуйыр инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йән өшөтөрҙәй бына ошондай  хәлдәр ҙә осрай  тормошта. Был әҙәм аҡтығы ниндәй уйҙар менән йәшәй икән бөгөн. Әсәһе тере булһа күҙенә ҡарай алыр инеме!? Ҡарашым ҡапыл иҫкән елгә елберләгән күлдәк ишаратына төштө. Ул күкрәк һөтө биреп үҫтергән балаһына әллә сәләм, әллә үпкә булып елберләйме икән?

 

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА. 

Сығанаҡ: https://shonkar.com/articles/y-m-i-t/2024-06-06/k-rshe-atyn-ni-a-ylyn-an-3800640?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478

Фото:mixyfotos.ru

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: