Бөтә яңылыҡтар

Еңгәм рәнйеше (булған хәл)

Күңелемде тетрәндергән бер ваҡиға әле булһа хәтеремә төшөп, яҙмыштар һәм нәҫел бәйләнешенең мөғжизәле көсө хаҡында уйланырға мәжбүр итә.

Еңгәм рәнйеше (булған хәл)
Еңгәм рәнйеше (булған хәл)

Беҙҙең ауылға сибәр генә бер ҡыҙ килен булып төштө. Иҫемдә, уның матурлығына, яғымлылығына бөтә ауыл һоҡланғайны. Еңгәкәй, тип беҙ ҙә әхирәттәрем менән, ул ваҡытта кескәй генә ҡыҙсыҡтар, эргәһендә өйрөлөп-сөйөрөләбеҙ. Уның тауышы сылтырап аҡҡан саф шишмәләй наҙлы һәм иркә генә яңғырай. Йөҙө тулған айҙай яҡты, ә күҙҙәрендә – ҡояш балҡышы. Бәләкәй саҡта бәхет хаҡында уйламайһың. Әммә ул еңгәнең мөләйемлеген, нурлы ҡарашын тойоп, ошондай гүзәл ҡиәфәтле булһаң, донъяла йәшәүе рәхәттер инде, тип уйлай инем. Урамда уйнап йөрөгән ерҙән уның саҡырыуына йүгерешеп барабыҙ. Рәшәткә буйында өйөлөп ятҡан бүрәнәләргә ултырып, уның мауыҡтырғыс хәбәрен тыңлай инек. Хәйер, юҡ-бар ғына хәбәр ҙә сибәр кешенең теленән татлы, мөһим кеүек тойолғандыр.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхет төшөнсәһе йөҙ камиллығына ла, күңел байлығына ла, белем тәрәнлегенә лә бәйле түгел, күрәһең. Быны үҫкәс кенә аңланым. Һөйөп кейәүгә сыҡҡан тормош иптәше менән бергә оҙаҡ йәшәй алманы ул. Бер нисә йылдан һуң ире, уны айырып, күрше ауылдан икенсе һылыуға өйләнеп ҡуйҙы. Был хәл мине генә түгел, әхирәттәремде лә, яҡташтарҙы ла таң ҡалдырҙы. Тирә-яҡҡа нур бөркөп йөрөгән алиһәне юғалтты ауыл. Еңгәбеҙ булмағас, беҙ йыйылып ултырған бүрәнә етемһерәп, ә улар йәшәгән йорт ҡотһоҙланып ҡалғандай булды. Шунда тәүге тапҡыр күңелемдә бушлыҡ тойҙом. Һағыныу, юҡһыныу хисен байтаҡ йылдар йөрәгемдә йөрөттөм.


Мин бәләкәй саҡта кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ниндәйҙер йылы, ихлас мөғәмәләгә ҡоролған кеүек ине. Хәйер, үҙемдең бала күҙлегенән донъяны матур сағылышта, яҡты сүрәттә күрергә теләгәнмендер, бәлки. Туған-тыумаса ғына түгел, күрше-күлән дә бер-береһенә таяныс ине ул мәлдә.

Кеше яңғыҙ йәшәй алмай. Донъяла туғанлыҡтан һәм дуҫлыҡтан да ҡәҙерлерәк төшөнсә юҡтыр, моғайын. Йәшәү маҡсаты, әҙәп, донъяға ҡараш, зауыҡ йыш осраҡта беҙҙе уратып алған кешеләрҙән күсә. Нәҫелгә хас үҙенсәлектәрҙең, ғөмүмән, ата-бабаларҙан бирелгән ыңғай һәм кире һыҙаттарҙың да яҙмышыбыҙға йоғонто яһауы билдәле.
Киләсәгебеҙ, бәхетебеҙ, йәшәү ҡотобоҙ өсөн, нисек кенә сәйер тойолмаһын, нәҫел-нәсәбебеҙ ҙә яуаплы килеп сыға түгелме һуң? Тормошта ата-әсәнең, олатай-өләсәйҙең хатаһы өсөн балалары, ейәндәре яуап биргән осраҡтар аҙ түгел.


Күңелемде тетрәндергән бер ваҡиға әле булһа хәтеремә төшөп, яҙмыштар һәм нәҫел бәйләнешенең мөғжизәле көсө хаҡында уйланырға мәжбүр итә.
Беҙҙең ауылға сибәр генә бер ҡыҙ килен булып төштө. Иҫемдә, уның матурлығына, яғымлылығына бөтә ауыл һоҡланғайны. Еңгәкәй, тип беҙ ҙә әхирәттәрем менән, ул ваҡытта кескәй генә ҡыҙсыҡтар, эргәһендә өйрөлөп-сөйөрөләбеҙ. Уның тауышы сылтырап аҡҡан саф шишмәләй наҙлы һәм иркә генә яңғырай. Йөҙө тулған айҙай яҡты, ә күҙҙәрендә – ҡояш балҡышы. Бәләкәй саҡта бәхет хаҡында уйламайһың. Әммә ул еңгәнең мөләйемлеген, нурлы ҡарашын тойоп, ошондай гүзәл ҡиәфәтле булһаң, донъяла йәшәүе рәхәттер инде, тип уйлай инем. Урамда уйнап йөрөгән ерҙән уның саҡырыуына йүгерешеп барабыҙ. Рәшәткә буйында өйөлөп ятҡан бүрәнәләргә ултырып, уның мауыҡтырғыс хәбәрен тыңлай инек. Хәйер, юҡ-бар ғына хәбәр ҙә сибәр кешенең теленән татлы, мөһим кеүек тойолғандыр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхет төшөнсәһе йөҙ камиллығына ла, күңел байлығына ла, белем тәрәнлегенә лә бәйле түгел, күрәһең. Быны үҫкәс кенә аңланым. Һөйөп кейәүгә сыҡҡан тормош иптәше менән бергә оҙаҡ йәшәй алманы ул. Бер нисә йылдан һуң ире, уны айырып, күрше ауылдан икенсе һылыуға өйләнеп ҡуйҙы. Был хәл мине генә түгел, әхирәттәремде лә, яҡташтарҙы ла таң ҡалдырҙы. Тирә-яҡҡа нур бөркөп йөрөгән алиһәне юғалтты ауыл. Еңгәбеҙ булмағас, беҙ йыйылып ултырған бүрәнә етемһерәп, ә улар йәшәгән йорт ҡотһоҙланып ҡалғандай булды. Шунда тәүге тапҡыр күңелемдә бушлыҡ тойҙом. Һағыныу, юҡһыныу хисен байтаҡ йылдар йөрәгемдә йөрөттөм.
Хәйер, хәтирәм бының менән генә тамамланмай әле. Ағайыбыҙ яңы ҡатыны менән татыу йәшәне. Гөрләтеп донъя көттөләр. Иң ғәжәпләндергәне – төпсөк ҡыҙҙары Гөлсөм һуйып ҡаплағандай ағайҙың тәүге ҡатынына оҡшаған. Төҫкә сибәр, аҡыллы, мөләйем, тауышында ла яратҡан еңгәбеҙҙекенә оҡшаш талғынлыҡ, нәзәкәтлек, яғымлылыҡ бар. Итәғәтле, тәртипле, егәрле ҡыҙ, бер юлы ике юғары уҡыу йортон тамамлап, районға белгес булып ҡайтты. Ата-әсәһе генә түгел, бөтә ауыл халҡы уға ҙур өмөт бағлай ине.
Зифа һынлы, сөм ҡара күҙле, ҡарлуғастай ҡыйғас ҡашлы гүзәлкәйгә лайыҡлы тормош иптәше лә табылды. Кейәү егете уҡымышлы, тырыш, эшһөйәр зат­тан булып сыҡты. Ата-әсәһе төрлө яҡлап өлгөр, егәрле, матур килен эләгеүенә ҡыуанып, йәштәргә нисек ярҙам итергә белмәй өтәләнеп торҙо. Кеше ҡылған эше менән генә түгел, үҙен тотошо, холҡо, донъяны эскерһеҙ яратыуы менән дә тормошто биҙәй, балҡыта. Бәхетле йәштәр тирә-яҡтағылар өсөн затлы тормош биҙәгеләй тойола ине. Үҙ-ара яғымлы, сабыр мөғәмәлә һаҡлаған егет менән ҡыҙҙың бәхетле, мөхәббәтле киләсәгенә бер кем дә шикләнмәгәндер. Киреһенсә, улар донъяға пар аҡҡоштай бер-береһен өҙөлөп һөйөр өсөн генә яратылғандыр, тип һоҡланды күптәр.


Әммә яҙмыш барыһын да көтөлмәгәнсә хәл итә лә ҡуя шул. Гөлсөм һөйгәне менән бергә бәхетле ғүмер итә алманы – йәштәр, татыу киләсәк юраған туғандарын шаҡ ҡатырып, никахтарын өҙҙө. Гөлсөмдөң үҙенә лә яратҡан йәре менән айырылыу еңел булмағандыр. Дәртләнеп яңы донъя көтә башлаған йәш ҡатынға иренең: “Һин минең өсөн шул хәтлем ҡәҙерле, Гөлсөм. Ләкин мин һине һеңлемде яратҡан кеүек кенә яратам. Былай артабан йәшәй алмайым, ғәфү ит”, – тип әйтеүе аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итә.
Яҙмыштың ғәҙелһеҙлеге менән килешә алмай, күҙ йәштәренә быуылып, нисә төндәр, айҙар, йылдар уҙғарғандыр сибәр ханым?! Уныһы беҙгә билдәле түгел.
Бәхеткә күрә, Гөлсөм яңынан ғаилә ҡорҙо. Аллаға шөкөр, бала ҡосоу бәхетенә иреште. Гөлсөмдө юлда осратҡан һайын, бала сағымдың иң күркәм хәтирәһе – алиһә йәнле еңгә күҙ алдыма баҫа. Ҡыҙының яҙмыш һынауын, йөрәк әрнеүен күңел күҙлеге аша үткәргәндә, атаһы тәүге ҡатынының уны айырған саҡта ниндәй ауыр тойғолар кисергәнен аңлағандыр, моғайын. Йөрәгендә мөхәббәт уты йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙың рәнйеше ни хәтлем көслө һәм уның өсөн кемдер башҡа, мәҫәлән, ҡәҙерле балаң яуап бирер, тип уйлайһыңмы инде.


Әйтерһең, нәҫел-ара мөнәсәбәт­тәр меңәрләгән еп менән бәйләнгән дә, берәүһенә генә хаҡһыҙ ҡағылыу ҙа, ваҡыт үтеү менән үҙен һиҙҙертеп, үткәндәргә байҡау яһата. Уйландыра, һыҙлан­дыра йәки, киреһенсә, бәхет тойғоһо менән сорнай. Яҙмыш әҙәмдең һәр ҡылығына, аҙымына үҙе баһа ҡуйып бара.

Альбина ШӘҺИТОВА.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: