Бөтә яңылыҡтар

Көмөш туй (хикәйә)

Шул тиклем ғәрләнде Зәүрә, әйтеп аңлатырлыҡ та түгел. Йөрәге дөпөлдәп тибеүгә күҙ алдары ҡараңғыланды, тамағы кипте. Йүгереп сығып та китер ине, аяғын ҡуҙғатырлыҡ әмәле ҡалмағайны. Әҙерәк тынысланғандай булғас, әйләнәһенә күҙ һалды: Әминәнең ҡолағына ире нимәлер шыбырлай, кухняла һауыт-һаба йыуған Рәйсә менән Илшат сөкөрләшә. Был минутта ошо өйҙәге бөтә ҡатындарға ла ирҙәре: «Яратам һине, яратам һине...» тип әйтәлер кеүек тойолдо Зәүрәгә.

Көмөш туй (хикәйә)
Көмөш туй (хикәйә)

Зәүрә йоҡонан тороу менән, ғәҙәтенсә, тәҙрә ҡорғандарын тартты, тышҡа күҙ һалды. Күҙ һалды ла аһ итте: кистән генә ҡарайып, урыны-урыны менән туңып ятҡан ергә ҡар яуған. Тыш яҡтырған да киткән. Өй алдындағы миләш тә кисәгеләй түгел. Уның ҡыҙыл тәлгәштәре бына-бына ерҙәге аҡ ашъяулыҡҡа өҙөлөп төшөргә торған һымаҡ...

– Сәғәт нисә икән?

Иренең тауышына Зәүрә терт итеп ҡалды. «Уянған икән. Уф, бөгөнгө көн дә шулай башланғас...» – тип уйлап ҡуйҙы ла иртәнге тамаҡты хәстәрләргә тотондо. Нимәгә өмөтләнергә, нимәгә хыялланырға – уңаһы уңғандыр, күрәһең. Ә шулай ҙа... Бөгөн бит уларҙың көмөш туйы! Нимәлер үҙгәрергә, ниндәйҙер мөғжизә булырға тейештер бит бындай көндә?!

– Кемдәр килә? – Раян, ҡатынының яуабын көтөп тормай, бармаҡтарын бөгөп һанай башланы: апайымдар, ағайымдар, ҡоҙалар...

Ә кистән, ҡамыр ҡуйғанда, Зәүрә көмөш туйлы был иртәне бөтөнләй бүтәнсә булыр тип юрағайны. «Хәйерле иртә, бисәкәй, – ти Раяны, күҙен асыу менән. Өҫтәлдә ялбыр башлы астралар балҡып ултыра. Зәүрәнең күкрәгенә шарлауыҡтай йырлап шатлыҡ бәреп инә. Ире уны етәкләп тәҙрә янына алып килә. – Беҙҙең байрам хөрмәтенә ниндәй матур көн! Күр әле! – Күҙ күнегеп бөткән күрше-тирәгә хайран ҡалып ҡарап торалар... – Хәтереңдәме, өйләнешкән йылда ла ҡар шулай иртә яуғайны. Беҙ таҡта төкөтмәлә генә йәшәй инек». «Ә һалҡынды тойманыҡ та, – тип элеп алып китә Зәүрә. – Йөрәк ҡайнарлығы менән тотош Ер шарын йылытып булыр һымаҡ ине. Йәш саҡта ни...» Раяны уның күҙҙәрендәге һағышты шәйләп ала ла ялғап ебәрә: «Әле лә ҡарт түгелбеҙ, бисәкәй, һиңә килгәндә инде – көндән-көн йәшәрәһең, матурланаһың».

Ошо урында Зәүрәнең хыялдары бөтөнләй осоноп китә. Раяны уны еңел генә күтәреп ала ла... Юҡ, быныһы инде бигерәк, тип ул уйын йүгәнләй төшә һәм бүтәнсәрәк, баҫалҡыраҡ итеп ослап ҡуя: ире менән күҙгә-күҙ бағып, һөйләшмәй генә, йәндән йәнгә күскән йылылыҡты тойоп ултырыу ҙа үҙе бер бәхет түгелме ни?!

– Мин балаларға, Әлфиәләргә тим, барып ҡайтайым әле. Ошо осор нишләптер күҙгә-башҡа салынмайҙар.

Раяндың тауышына тағы тертләп ҡуйҙы. Уф, был донъя! Ә ул, донъя, мең мәшәҡәт, мең хәстәр тейәлгән ҡәҙимге арбалай, дөбөр-шатыр тәгәрләүен белә. Ярай, тәгәрләүе хәйерле.

Зәүрә тиҙ-тиҙ генә оло мейескә ут яғып ебәрҙе. Икмәк һалаһы, бәлеш бешерәһе бар. Шулай ҡулы эшләй торҙо, уйы йүгерә торҙо. «Кем иҫәр – мин иҫәр, – тип үҙен-үҙе битәрләне ул, – булмаҫтайға өмөт һуҙып йәшә лә йәшә, имеш. Күнгәс инде күн дә ҡуй, күнмәһәң... Балалар янда саҡта был тиклем дә ауыр һымаҡ түгел ине. Икәүҙән-икәү ҡалғас, аранан ел бәреп тороуы бигерәк тә беленә икән дә... Ни булды һуң был Раянға? Шымыҡайыраҡ булһа ла, хисле генә егет ине бит. Күңел һиҙгерлегенән мәхрүм, тип тә булмай. Йәшәй башлаған йылдарҙа һуң, ҡатыны бойоҡһа, тиҙ үк күрә, һағая, уйланып йөрөй торғайны. Йыуата белмәне белеүен...»

Байрам ҡамырына тупылдап күҙ йәштәре тамды. Зәүрә үҙенең бөтөнләй ебеп төшөүенә аптырай ҡалды. Әле килеп тыуған хәлме ни инде? Тик ниңә һуң бөгөн бигерәк тә тулай йөрәге, ниңә үрһәләнә күңеле?

Бергә йөшәүҙәренә сирек быуат. Үҙе бер ғүмер. Һәр кемгә лә был көн хисап көнө һымаҡтыр ул. Ә, бәлки, түгелдер. Нисек кенә булмаһын, Зәүрә, үҙе лә һиҙмәҫтән, алдан уй йөрөтмәҫтән, Раян менән үткән ғүмерен байҡап төшөп китте. Яҡшыһын да, яманын да хисапланы, ағын да, ҡараһын да барланы. Хәтере төйнәп барған барлыҡ төйөндәрҙе сисеп сыҡты. Бөтәһе лә әҙәмсә һымаҡ килеп сыға былай. Ғауғаһыҙ ғына йәшәнеләр, хәләл көс менән мал таптылар, түңәрәк кенә донъя ҡорҙолар. Уллы-ҡыҙлы булдылар. Яңыраҡ ҡына улдарын армияға оҙаттылар. Ил имен торһон инде, хеҙмәт итер ҙә ҡайтыр. Ошо нигеҙҙә ғаилә ҡороп ебәрһә... Ә ул ҡайтыуға, ата-әсәһе донъя болартып, айырылышып торһа?! Уйының көтмәгәндә ошолай йырып барып сығыуына Зәүрә үҙе лә шаҡ ҡатты.

Нисек тә кәйефен күтәрергә теләп, ул кейем шкафын асты. Көмөш туйға тип тегелгән күлдәген алды. Кейеп ҡараны. Кәүҙәһе саҡ ҡына тулылана төшһә лә, кейем килешерлек әле. Үлән йәшел төҫкә ваҡ ҡына аҡ борсаҡ төшкән ебәк күлдәк тәнен иркәләп ебәргән кеүек булды. Туҡта әле, нимәгә болоҡһорға? Тотоп ҡына әйтерлек сәбәбе булһа икән! Шулай ҙа... Балалары үҫә, тормоштары муллана барған һайын, нишләптер, Зәүрәнең йән тыныслығы юғала бара. Нимәлер, бик яҡын, бик ғәзиз нәмә уны ташлап китә һымаҡ. Эйе, ул – мөхәббәт, ике йөрәкте тоташтырған илаһи бер тоталҡа, ҡайҙалыр, күҙ күрмәгән, аяҡ йөрөмәгән төпкөлдәргә алыҫлаша. Бына-бына ул бөтөнләй юҡҡа сығыр, уны эҙләп табып та, яңынан ҡороп та булмаҫ!

...Матур башланғайны уларҙың мөхәббәте. Бесән өҫтө ине. Ул йылда сабынлыҡтарынан бәләкәйерәк ике кәбән сыҡты. Береһен, ҡыҙыҡ өсөн, олораҡ өмәселәр, икенсеһен йәштәр һалды. Ана шул икенсе кәбәндең башында Зәүрә торҙо. Беләккә ныҡ көс төшһә лә, кәбән һалғанда башта торорға ярата торғайны. Унлаған кеше килгәйне өмәгә. Сәмләнеп, ярышып эшләнеләр. Йәштәр ҙә көс булһа, ололарҙа таһыл бар. Таһыллылар эшен теүәлләп, һәнәктәрен күтәреп ҡыуыш янына йүнәлеүгә, йәштәр ҙә, кәбәндәрен ослай һалып, йән-фарман уларҙы ҡыуа төштө. Аяҡ еңел булғас, уҙып та киттеләр, ҡыуыш эргәһенә беренсе булып барып етеп: «Беҙ еңдек, беҙ еңдек!» – тип һөрән һалдылар. Шунда ғына иҫтәренә төштө – Зәүрә кәбән башында ҡалған бит. Уға ергә төшөргә ярҙам итергә Раян килде. Егет күләгә яҡҡа барып баҫты ла ҡулдарын һуҙҙы. Ҡыҙ, бесән саңы борхотоп, туп-тура уның ҡосағына килеп сумды. Аяҡтары ергә лә теймәне шикелле. Теймәһәсе! Кәбән башынан һикереп аяҡ шаңҡытмаһын тип, шулай кемде лә тотоп алалар инде. Нимәгә шунда аҙап торған, рәхмәт тиң дә йүгер ҙә кит ине... Аптырамаҫлыҡ та түгел шул. Раян әллә нисек сәйер күренде уға. Ипләп кенә ҡыҙҙың сәсендәге бесән ҡауаҡтарын алып ташланы, муйынын әсеттереп аҡҡан тирҙе бармағы менән һөртөп алды. Асыуланма, йәме, мин бит иркәләп, яратып ҡына, тигән һымаҡ ҡарап ҡуйҙы үҙе. Ә күҙҙәре һуң, күҙҙәре – ҡаршылағы томорап ултырған муйылмы ни! Әллә шул ҡараштың ялҡыны күсте йөрәгенә, Зәүрә үҙен-үҙе онотоп егеткә һыйынды. Егет битен һаҡ ҡына уның уттай янған битенә терәне һәм... һәм ирендәр, эске бер ярһыуҙан тәҡәттәрен юйып, бер-береһенә барып ҡушылды. Йәйге ҡояш ҡайнарлығы, таңғы тамсы сафлығы, бешкән еләк тәме... Тағы әллә ниндәй тойом-хистәрҙең ҡөҙрәте ярып инде уларҙың йәндәренә.

– Зәүрә-әү! Раян! Сәйгә мәтрүшкә алып килегеҙ!

Ҡыҙҙы был тауыш һиҫкәндереп ебәрҙе. Шулай ҙа егеттең күкрәгенә башын һалып бер аҙ айырыла алмай торҙо әле. Нишләп һуң Раян өндәшмәй? Ниңә Зәүрә күңелендә теҙеп, хыялланып йөрөгән һүҙҙәрҙе әйтмәй?

Бер ерҙә сабылмай өлпәйеп ултырып ҡалған мәтрүшкәне йыйып, өмәселәр янына йүгерҙеләр. Сәй эсеп, әҙерәк ял итеп, кисләтеп кенә ҡайтылды ул көндө. Уйынға ла сығып булманы. Раяндар ҙа шәмгә ут та алмай йоҡларға ятты: ике өй аша ғына торғас, тәҙрәләре күренеп тора. Зәүрә эстән генә күҙе төшөп йөрөгән егеттең ҡапыл яҡынайыуына бер ышанды, бер юҡ. Тимәк, ул да уны ярата. Бөгөн әйтмәһә, иртәгә әйтер...

Барыбер шул танһыҡ һүҙҙәрҙе әйтмәне бит Раяны. Өйләнешкәс тә әйтмәне. Мөхәббәте уның күҙҙәренән наҙ булып тама, күкрәгендә дәрт булып таша һымаҡ ине. Бер ҡараһаң, әллә ниндәй матур һүҙҙәргә бәрәбәр инде был. Аҡылы менән шуға килешкәндәй итте Зәүрә. Әммә юҡ-юҡ тигәндә лә уйлап алғыланы: «Оҙағыраҡ йөрөргә, холоҡ һынашырға кәрәк булғандыр, инәлтергә... Теле лә сиселер ине. Ана бит, ҡайһы берәүҙәрҙең ире ҡатынына өҙөлөп тора. Мин кемдән кәм?»

Ошо тамсылап ҡына һарҡыған ризаһыҙлыҡ тойғоһо берҙән-бер көндә даръялай тулышыр ҙа, ихтыярыңды бәрә һуғып, тышҡа ташып сығыр, тип кем уйлаған?

Татыу ҡатышып йәшәгән Рәйсәләргә ҡунаҡҡа барҙылар. Рәйсәнең ҡалалағы һеңлеһе Әминә лә ире менән ҡайтып төшкән икән. Уны күргәс, Зәүрәнең күңелендә әллә ҡасанғы көнләшеү тойғоһо ҡымырйып ҡуйҙы. Йәш сағында Раян менән хат алышҡан, тиҙәр. Әммә уйын йыраҡҡа ебәрмәне, ғәҙәтенсә, йүгереп йөрөп Рәйсәгә ярҙамлашты, уйын-көлкөгә ҡушылып, ҡыуанып ҡына йөрөнө.

Был йортта һыйҙан бигерәк ана шул уйын-көлкө менән алдырыуҙарын белә ул. Бигерәк матур йәшәйҙәр инде. Илшаты яйы килгән һайын ҡатынының күңелен күрергә генә тора. Уф, булманы инде шулай йәшәп! Уғаса Илшат: «Бер бик мәҙәк уйын оттом берәүҙәрҙән, әйҙәгеҙ, уйнап алабыҙ», – тип бөтәһенең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Әле килеп Зәүрә ул уйынды бәйнә-бәйнә иҫенә лә төшөрә алмай. Кем ота ла кем отолаға ҡоролғайны шикелле. Отолғанға «яза» бирәләр. Берәү әтәс булып ҡысҡыра, ә икенсе... Ҡыҫҡаһы сират Раянға етте бер мәл. Отолдо бит! Шунда бөтәһе лә, алдан һүҙ ҡуйышҡандармы ни, уға «Зәүрәне яратам!» тип һөрән һалырға ҡуштылар. Бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы Раян, маңлайынан тир бәреп сыҡты. Әмәлгә таянғандай Әминә лә: «Әйт инде, көттөрмә, әллә яратмайһыңмы Зәүрәңде?» – тип һүҙ ҡатты. Раян шунда әллә бөтөнләй ҡаушап төштө, әллә асыуы килде, ҡырт ҡына итеп: «Ун йыл йәшәгән ҡатынымды яратам тип ҡысҡырып торорға бала-саға түгелмен», – тине лә тәмәке тартырға сығып китте. Ҡунаҡтағылар был йәпһеҙ хәлде нисек тә шымартырға була, көлкөгә һабыштырып, һүҙҙе икенсегә бороп ебәрҙеләр.

Шул тиклем ғәрләнде Зәүрә, әйтеп аңлатырлыҡ та түгел. Йөрәге дөпөлдәп тибеүгә күҙ алдары ҡараңғыланды, тамағы кипте. Йүгереп сығып та китер ине, аяғын ҡуҙғатырлыҡ әмәле ҡалмағайны. Әҙерәк тынысланғандай булғас, әйләнәһенә күҙ һалды: Әминәнең ҡолағына ире нимәлер шыбырлай, кухняла һауыт-һаба йыуған Рәйсә менән Илшат сөкөрләшә. Был минутта ошо өйҙәге бөтә ҡатындарға ла ирҙәре: «Яратам һине, яратам һине...» тип әйтәлер кеүек тойолдо Зәүрәгә.

Юл буйы ләм-мим һүҙ ҡатышмай ҡайттылар. Балаларға күҙ-ҡара булып ҡалған ҡәйнәһе уларҙың кәйефһеҙ икәндәрен күрһә лә, төпсөнөп торманы. «Урын алмаштырһам, йоҡлай алмай яфаланам», – тип үҙенә ҡайтып китте.

– Нимә, әллә Әминәнән ҡурҡтыңмы шул тиклем? – Зәүрә үҙ тауышын үҙе таныманы. – Яратмағас, өйләнмәҫкә ине.

Раяндың өндәшмәүе уны ярһытып ҡына ебәрҙе. Илай-илай, башына нимә килһә, шуны әйтеп бөттө.

– Ярар инде, иртәгә эшкә.

Раян, әйтер һүҙем шул ғына ине тигәндәй, башын баҫып сығып китте. Моғайын, кесе өйгә инеп йоҡлағандыр. Ә Зәүрә төнө буйы керпек ҡаҡманы. Яйлап ҡына күңеле урынына ултырғандай итте. Үҙен тыя алмай, күп һүҙгә барып етеүенә үкенә төштө. Шуны ғына көтөп торғандай, күҙгә күренмәй генә, әммә һәр кемдең дә аңында-йәнендә йәшәгән эске тауыштар бәхәсләшә башланы:

– Раяндың бит бөтмөшө шулай: эсендәге тышында түгел. Яратҡанын үҙең белгәс, етмәгәнме ни?

– Белгәс, ти. Ҡасан әйткәне бар әле?

– Шым ярата ул, үҙенсә.

– Яратмай, тимәк...

Зәүрә осо ла, ҡырыйы ла күренмәгән был бәхәстән арып йоҡлап китте.

Иртән дә һүҙҙәре берекмәне ир менән ҡатындың. Бер-береһенә ҡарамай ғына кейенделәр ҙә эшкә ашыҡтылар. Өҫтәлдәге самауыр юҡҡа күмер әрәм итеп борхоп ҡайнап ултырып ҡалды.

Кисен, эштән ҡайтҡас, өйҙә сәй ҡуйырлыҡ та һыу булмай сыҡты. Балаларға ышанһаң, береһе киноға киткән, береһе уйынға әүрәгән. Исмаһам, утын индереп тә ҡуймағандар. Раян дарҫ итеп диванға барып ултырҙы ла телевизор ҡарай башланы. Зәүрә һыуға барып килде килеүен, әммә ашарға бешермәне. Балаларға икмәк-һөт тотторҙо, үҙе сәй эскән булды. Ир кеше сәйгә ҡәнәғәт буламы ни, өҫтәл янына килеп тә тормай, йоҡларға ятты.

Шунан китте лә барҙы кирегә тормош тигәнең. Элек күҙгә лә салынмаған ваҡ-төйәк сәбәптәр хәҙер йән ҡыйғысҡа әйләнде. Ваҡытында аңлаша алмағас, ара һыуына ғына барҙы.

Әле килеп тә Зәүрә шул көндәрҙе иҫләп яфалана. Кем башланы, кем ғәйепле? Раян! Раян ғынамы? Зәүрә үҙен ҡулға алғайны тиерлек, ҡунаҡтағы ғәрлеген еңеп, күңеленең иң-иң төбөнә йәшереп ҡуйғайны. Ә ул ир башы менән үсегеп ултырҙы. Бәлки, ныҡ арыған булғандыр? Ул бит механизатор, эше еңел түгел. Йә нимәгәлер баҫыуҙа кәйефе ҡырылғандыр. Нимәгә икән? Их, һорарға ине...

Кәңәшләшергә кешеһе лә булманы бит шунда. Әсәһен борсомайым тине, ә ауыр замандарҙа яңғыҙы бала үҫтергән ҡәйнәһе уның ҡыҫыр ҡайғыһынан бот сабып көлөр кеүек ине. Бер ҡараһаң, көлкө лә инде. Тик Зәүрәнең йәштән күңелендә көҙөк булып ҡалған уйҙары ҡуҙғалды шул. Раян, күрәһең, уны яратмай. Үҙе барып муйынына аҫылынғас ни... Рәйсәгә лә әйтмәне. Бер кис уларға барып та әйләнгәйне, һөйләшергә яйы сыҡманы. Күрше инәй инеп ултыра ҡалды, унан һүҙ араһында Рәйсә: «Бәхетле булдыҡ беҙ, Зәүрә, һинең ирең дә һәйбәт, егәрле, аҙмай-туҙмай», – тип әйтеп тә ташлағас, бөтөнләй ауыҙ асмаҫҡа булды. Шулай төйөн сиселмәй ҡалды. Әй, күпмелер ваҡыт үткәс, ҡәйнәһе ҡуна килде бит әле.

– Раян, һуғыштан һуң тыуһа ла, ауырлыҡ менән үҫте, – тип һөйләп алды ул, һүҙ ыңғайын килтереп. – Атаһы ҡайтып ике йыл да йәшәмәне, яраларынан мантый алманы, бахырҡайым. Раянға күҙ терәп ҡалдым. Эш күп төштө малайға. Ҡаты ла тоттом үҙен. Йоҡлаған сағында ғына сәсенән һыйпап ярата торғайным. Ҡосаҡлап һөйгөм, илай-илай эс серҙәремде лә түккем килә ине ҡай саҡ. Әммә тыйылдым. Ебемәһен, ир булып үҫһен, тинем. Әллә шуға бик әҙ һүҙле булды ул. Бөтә уйын эсендә бөтөрә. Эй, тешләнеп йәшәүҙән дә ауыр хәл юҡ та инде. Нишләйһең, холҡоң шулай булғас. Хәйер, быны әсә йөрәге генә аңлайҙыр...

Аҡыллыға ишара булған да бит был һөйләшеү, Зәүрә генә аңламаған. Сөнки уның бауыр итен талаған ғәрселлектең берҙән-бер теләге нисек тә Раянды ҡылығына үкендереп, тәүбәгә килтереү ине. Уйы менән ул әллә нисәмә тапҡырҙар ирен тубыҡландырып ҡуйҙы, ҡолағы зарығып көткән һүҙҙәрҙе әйттерҙе. Әйттерҙе лә ләззәткә сумып, ойоп ултырҙы. «Йәнем, ҡыйын инеме ни күптән шулай итһәң?» – тип күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы... Тик ысынында тормоштары башҡаса барҙы. Ике ара әлйе-бөлйө булып бәрелде-һуғылды ла тынысланғандай итте һәм яй ғына, шым ғына йәшәлде лә кителде. Таң атты ла кис булды... Юҡ, Раянды уҫал булды, тупаҫ булды тип әйтә алмай Зәүрә. Балалар тип йән атып торҙо. Донъя эше бүлешеп тә бүтәнсә үсегешмәнеләр. Тик бына иренең күкрәгендәге дәрт кәмегәндәй, күҙҙәрендәге осҡондар һүрәнәйгәндәй булды...

Зәүрә бошондо-бошондо ла яйлап моңһоҙлана башланы. Ире менән донъяуи халәттә генә һүҙ ҡатышыуына ла күнекте. Күңелендә үпкәме йә берәй өмөтмө моронлай башлаһа, уны буй ебәрмәй, баҫыра килде. Тик бына бөгөн... Бөгөн баҫыра алмай. Күпме ғүмер үҙеңде алдап йәшәлгән. Имеш, яратышалар берәүҙәр. Шым яратышалар. Әҙәм көлкөһө! Балалар үҫте, һылтаныр сәбәп юҡ хәҙер. Үҙ-ара һыуынышып бөткән кеше менән артабан да бергә ҡалырғамы? Юҡ! Бөгөн бына гел туған-ырыу, дуҫ-иш йыйыласаҡ, тураһын ярып әйтергә лә ҡуйырға. Төрлөсәгә юрап, аптырашып йөрөмәһендәр, үҙебеҙҙән ишетеп белһендәр. Зәүрә шулай хәл иткәндәй булды. Теге эске тауыштар шунда тағы сәкәләшеп алды:

– Мин-минлегеңде еңә алмағанға үрһәләнәһең, балалар хаҡына йәшәнем тип, ана шул сәмеңде йыуатаһың. Иреңде яратыуыңды үҙеңдән үҙең танаһың.

– Ышанмайһыңмы, бына бөгөн ишетерһең.

– Терһәгеңде тешләрҙәй булырһың...

– Мин үкенмәм, ул үкенер. Бөгөнгө көндә лә бер йылы һүҙ таба алмай. Байрам бит, ҡотлар ине берәү булһа?..

– Ә ниңә үҙең уны ҡотламайһың?..

* * *

...Раяндың иртүк ҡыҙы менән кейәүе йәшәгән үрге осҡа юлланыуының сәбәбе бар ине. Кисә кис тә инеп сыҡҡайны уларға. Әллә нимәгә турһайышып ултырыуҙарын күреп, эсе бошоп ҡайтҡайны. Бөгөн иһә һин дә миндәр.

– Алданыраҡ барып, әсәйегеҙгә ярҙамлаша тороғоҙ, тимәксе инем. Әйткәйнек шикелле, бөгөн кискә мәжлес йыйып алмаҡсыбыҙ.

Йәштәрҙең ярашҡанын күреп, күңеле үҫеп китте Раяндың. Еңел атлап ҡоҙалары яғына йүнәлде, бер ыңғай уларҙы ла ҡабатлап саҡырып ҡайтмаҡсы булды. Ә уйҙары, килә-килә, һәүетемсә генә үҙ тормошона барып тоташты. Ниңә һуң Зәүрә менән улар, бынауы йәштәр ише, еңел генә аңлаша алмай? Ниңә күңелдәге юшҡынды бер һүҙ менән тиҙ генә юйып ташлап булмай? Нисәмә тапҡыр тел осона килгән һүҙҙәрҙе лә әйтә алманы бит. Әйтергә уҡталманы түгел, уҡталды... Зәүрәнең, бөтә ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, матур һүҙгә мөкиббән икәнлеген белә ул. Телевизор ҡарағанда һуң ир менән ҡатын бер-береһенә мөхәббәт һүҙҙәре һөйләй башлаһа, йотлоғоп тыңлай, донъяһын онота. Шунан һуң әллә күпме ғүмер бойоғоп, уфтанып йөрөй. Шунда бер яйын килтереп: «Бисәкәй, кинолағы мөхәббәткә көнләшмә, мин дә бит һине үлеп яратам», – тип әйт тә ҡуй ине лә... Раян шулай үҙ хәлен аңлай торҙо, әммә ихтыярһыҙҙан үҙен ҡатынынан ситләтә торҙо. Әле лә һиҙә, Зәүрәнең уйға сумып өндәшмәй йөрөүе тиктәҫкә түгел. Яңыраҡ үҙ алдына үҙе: «Үткәс үтһен инде шул көмөш туйы, әҙәм аптыратҡы килмәй... ошо ла булдымы тормош!..» – тип һөйләнгәне йөрәкте өйкәп тора. Әллә? Юҡ-юҡ, нисек инде... Айырылышыу тигән уй Раяндың да башына килде. Эй, сейәлде бит аралар! Теге көндә һуң кеше араһында хур итте бит Зәүрәне. Ҡайтҡас телеңде тешләү менәнме ни, һүҙең бер ысҡынғас. Эх, шул хәбәр рәте белмәүе! Ҡатынына «яратам» тигәндән бер кемдең дә теле һынмаған да баһа! Ә иртәгәһенә һуң? Тамаҡ өсөн үсеккәндәй килеп сыҡты. Көлкө, билләһи! Шәкәр сөгөлдөрөн ҡайтанан сәсеп, арып, йәне көйөп ҡайтҡайны шул. Үҙең баш, үҙең түш тип, баҫыу бүлеп бирәләр ҙә, ҡасан һөрөргә, ҡасан сәсергә өйрәтеп бер булалар. Әйтеп торҙо, ер туң әле, орлоҡ өшөйәсәк, кире сәсергә тура килмәгәйе, тип...

Ҡатыны менән иртәгәһенә лә һөйләшергә форсат сыҡманы. Аҙаҡ инде, ҡуҙғатып тормайым, яйлап онотолор, тине. Ә Зәүрә онотманы. Башҡаларға ишаралап булһа ла, иҫенә төшөрөп торҙо. Рәйсә әхирәте бер көндә шишмә аша сығып барғанда, боҙ кителеп, аяғы һыуланған да, Илшаты өйөнә күтәреп алып ҡайтҡан. Шуны иҫе китеп һөйләп бер булды. Әйтерһең, ундай осраҡта Раян уны ялан аяҡ ҡарҙан атлатыр ине. Үҙенсә нисек тә шуны аңлатырға иткәйне лә, ҡатыны, ауыҙ асҡанын да көтмәйенсә: «Һинме ни ҡатын-ҡыҙ күңелен аңлар әҙәм, туң бәрәңге!» – тип, ниәтенән һыуындырҙы ла ҡуйҙы. Иң ғәжәбе шул, Раян, ысынлап та, үҙенең туң бәрәңге икәнен иҫбат итергә йәшәгәндәй йәшәне. Теләмәне ул, әммә шулай килеп сығып тик торҙо. Күрәһең, Зәүрәнең был һүҙе уның былай ҙа ярлы тел ҡеүәһен селпәрәмә килтергәйне...

Юҡ, Зәүрәне баш-баштаҡ, яһил ҡатын тип әйтә алмай Раян. Бөтә әтнәкәһе лә шунда шул. Әллә нисек кенә итеп араға кәртә ҡора ла ҡуя ул. Әйтереңде әйтә алмай, аҙап ҡалаһың.

Нишләргә, нисек итеп әүәлге йылылыҡты кире ҡайтарырға ике араға? Бәлки, һуңдыр? Түгелдер әле... Бөтөнләй ҙә һыуынһа, Зәүрә ошо көнгәсә уның менән йәшәмәҫ ине. Төптө күҙ буяп йәшәүгә күнмәҫ ине ул. Ниндәйҙер бер сәмле ғорурлыҡ бар унда...

Раян ҡунаҡтарҙы саҡырып сыҡты ла мәжлескә әҙерлек мәшәҡәттәренә сумды. Зәүрә менән тап-татыу ғына итеп әллә күпме эш эшләп ташланылар кискәсә. Һәм, ниһайәт, күркәм табын әҙер булды. Ҡатынының тилберлегенә, аш-һыуға оҫталығына бөгөн дә һоҡланып туя алманы Раян. Тел осона әллә күпме маҡтау һүҙҙәре килде, әммә әйтмәне. Баштараҡ ашатлап ҡына сығырлыҡ кәртәнең хәҙер килеп араға тауҙай булып килеп баҫҡанын тойоп тетрәнде ул. Һикереп тә сығырлыҡ түгел. Бары тик емерергә генә була уны. Ә емерергә көс етерме һуң?!

* * *

Эңер төштө. Донъяны һиллек сорнаны. Өйҙәрҙә балҡып уттар тоҡанды. Зәүрә менән Раяндың көмөш туйына ҡунаҡтар йыйылды. Сәскәләр, бүләктәр, ҡотлауҙар. Бына икеһе лә эске бер ҡурҡыу менән көткән минут етте. Ҡунаҡтарҙың уларҙы тыңлағыһы килде. Башта Зәүрә тороп баҫты. Бына ул һүҙ әйтергә ынтылды ла туҡтап ҡалды. Кеше һиҙҙеме, юҡмы, Раян уның нимәгәлер күңеле тулыуын тойҙо. Зәүрәнең ҡарашы өҫтәл осонда ултырған Рәйсә менән Илшатҡа төбәлгәйне. Илшат эйелеп ниҙер эҙләй, ә-ә, Рәйсәһенең ҡулъяулығы төшөп киткән икән. Бына ул ҡулъяулыҡты тапты ла ҡатынының усына һалды, бер ыңғайҙан яурынынан һөйөп алғандай ҙа итте. Раянды шунда кемдер тартып торғоҙғандай булды. Башта ул юғалып ҡалды. Былай ҙа йәпле генә ултырған сәскә вазаһын тегеләй-былай шылдырғыланы.

– Йә, йә, хужаны тыңлап ебәрәйек әле, – тип табындағылар уға ҡеүәт биргәндәй итте. Раян бер ҡулын ҡатынының иңенә һалып, икенсеһе менән ярһый төшкән йөрәген баҫты.

– Туғандар, дуҫтар... – Ул тамаҡ ҡырып алды, ҡатынын үҙенә тағы ла нығыраҡ һыйындырҙы. – Бынан байтаҡ йылдар элек беҙ бер яҡын кешеләрҙә ҡунаҡта булғайныҡ. Шунда мәҙәк өсөн мине «Зәүрәне яратам!» тип әйттермәкселәр ине, мин әйтә алманым. Уҫлаптай кәүҙәң менән нисек кеше араһында һөрән һалып тормаҡ кәрәк, йәнәһе. Унан, уйын тип тә ҡараным. Әммә уйын булып сыҡманы ул... Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта тигәндәй, бөгөн әйтмәй ҡалмайым, ғүмер буйы яраттым һәм әле лә яратам мин Зәүрәмде.

Ҡушылып һүҙ ҙә әйтә алмай, быуындары йомшап ултыра төштө Зәүрә. Бер йылмайышҡан ҡунаҡтарға, бер тулҡынланыуы йөҙөнә бәреп сыҡҡан иренә ҡараны...

Кемдер йыр башланы:

Илатҡан да, йырлатҡан да

Саф мөхәббәт бар...

Ир менән ҡатындың ҡараштары осрашты. «Кисер мине, бисәкәй, кеше бәхетенә тилмереп ҡарарлыҡ хәлгә еткергәнем өсөн кисер», ти ине Раяндың күҙҙәре.

Зәүрә юғалып ҡалды. Сөнки үҙен үҙе аңламай ине. Раян уның йәне сарсап көткән һүҙҙәрҙе бөтә әҙәм алдында әйтте ләһә, тағы ни кәрәк?!

«Эх, Зәүрә, Зәүрә, ир кешене ошо көнгә төшөрмәһәң инде. Үҙеңә генә әйтһә ни булыр ине. Теләһәң, әйттерер әмәлен бер түгел, мең тапҡыр табыр инең дә...» Теге эске тауыштарҙың береһе Зәүрәне шулай тип битәрләп алды...

Көмөш туй! Сәстәргә көмөш яуғанда уҙғарған өсөн шулай тигәндәрме уны? Әллә өлөшөңә төшкән көмөш хаҡынамы?

Зәүрә... Раян... Икеһенең дә хәтеренә бесән өҫтө, кәбән янындағы ҡабатланмаҫ минуттар килеп төштө. Бер-береһен оҙаҡ йылдар эҙләшеп табышҡандай хис итте улар үҙҙәрен.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Читайте нас: