Нәйлә был көндө нисә йылдар көтһә лә, ошолай ҡапыл һәм аңлайышһыҙыраҡ килер тип уйламағайны. Наҙланып-иркәләнеп йөрөү түгел, хатта ауылдағы апаһы менән кәңәшләшергә лә өлгөрмәй ҡалды.
«Нәйлә, ЗАГС-ҡа ғариза бирәйек!» – тип тәҡдим яһауы булды Хисамдың, ризалашты ла ҡуйҙы. Бөгөн Никах йортона бармаҡсылар, шуға эштән төш ваҡытында уҡ йүгерә-атлай ҡайтты. Поликлиника мөдиренән иртәрәк ебәреүен һорап ингәйне, тегеһе сәбәбен белешкәс, тулҡынланыуынан бер һүҙ әйтә алманы. Ҡыҙҙың һуңғы мәлдә моңайыбыраҡ йөрөүен һиҙгәйне мөдир, башҡаса төпсөнмәне. «Өлкән медсестраға әйтергә онотма», – тип кенә ҡуйҙы.
Нәйлә әле өйҙә. Иртәнән бирле күңелен ҡытыҡлаған йырҙы көйләп көҙгө алдында бөтөрөлә. Сәсендә бигуди, ҡаш-күҙҙәренә һөрмә тартҡан. Биҙәнеү үҙенә килешә икән дә баһа, ҡайһылай балҡып тора, әйтерһең, сибәрҙәр бәйгеһенең ханбикәһе. Тик күлдәктәренең ниндәйен кейергә белмәй, әле береһен, әле икенсеһен алып, оҙаҡ һайланы. Етен туҡымаһынан һуңғы мода өлгөһөндә яңыраҡ ательела тегелгәненә туҡталды.
Бына ҡулына бәләкәй сумка, зонтик тотҡан Нәйлә урамдан атлай. Ә көн ифрат йылы, көҙҙө ҡышҡа тоташтырыусы ноябрь тип һис уйламаҫһың. Тәбиғәт тә ҡайһы саҡ үҙ ҡағиҙәләренә буйһонмай икән. Октябрҙәге һыуыҡтарҙан һуң ун-ун биш көн йылы торғайны, газондар йәшелләнеп, ағастар бөрөләнде. Ғүмерҙә булмаған хәл: күбәләктәр күренде хатта. Әле ике аҡ бәләкәй генәһе, Нәйләнең күлдәгенә төшөрөлгән сәскәгә ымһынып, уның йә алдына, йә артына сығып осоп уйнай. Нәйлә генә уларға иғтибар итмәй атлауын белә. Ашыҡмаһа ла, өлгөрәсәк бит. Әллә йөрәк ярһыуын баҫырға теләп, осрашыу урынына яҡынлашҡан һайын аҙымдарын тиҙләтәме? Тик тегеһе һаман дарҫлап тибеүендә, етмәһә, күңелгә шом өҫтәп, һәләкәт һиҙгәндәй, сәнсеп-сәнсеп тә ҡуя. Ә бына талғын иҫкән көньяҡ еле сәстәренән һыйпап, алһыу бит, танау остарын, хатта күк көмбәҙендәй зәңгәр күҙҙәрен дә иркәләп, уға бәхет, шатлыҡ теләй кеүек. Ысынлап та, ниңә шулай булмаҫҡа! Көндәр ҙә сихри тора бит! Утыҙға етеп барған Нәйләнең бындай ғәжәп көҙҙө күргәне түгел, ишеткәне лә юҡ ине. Сәйер тәбиғәт күренеше кеше тойғоларын, уйҙарын да тарҡата икән...
Медицина институтын тамамлағас, Нәйлә өс йыл Себер яғында эшләне. Дуҫы Сәүиә менән барғайнылар унда. Тәүҙә әллә ниндәй ҙур булмаған ҡалала йәшәнеләр. Эше лә оҡшаны. Хатта Башҡортостанға ҡайтыу тураһындағы уй башына инеп тә сыҡманы. Ә бына Сәүиә тормошҡа сығып, донъя көтә башлағас, үҙгәрҙе. Үҙен егеттәр генә түгел, алты йыл бергә уҡыған дуҫы ла нисектер үгәйһеткәндәй тойолдо. Нәйлә кистәрен фатирҙарына барһа, тегеһе ире менән сөкөрләшә лә сөкөрләшә, әйтерһең, тирә-йүндә уларҙан бәхетле кеше юҡ. Ә ул унда ҡулына китап тотоп, уҡыймы-юҡмы – ултыра йә телевизор ҡарай шунда. Балалары булғас, Сәүиә йыһанда булып ҡайтҡандай шатланды. Нәйләне ҡосаҡлап алыр ҙа: «Беләһеңме, дуҫҡайым, ҡатын-ҡыҙ бәхете нимәлә? Ул һөйгән ир менән бала», тип шаталаҡланып һөйләнер ҙә һөйләнер...
Тора-бара ул Сәүиәләргә һирәк йөрөй башланы. Ә егеттәргә килгәндә – береһе лә Нәйләгә оҡшаманы. Танышып һөйләшкәндә үк уларҙың кире яҡтарын эҙләп, нисектер донъя көтөрҙәй, уны бәхетле итерҙәй сифаттары юҡ, тип һалҡын ҡанлылыҡ, ҡырыҫлыҡ күрһәтеп, шунда уҡ үҙенән биҙҙерә торҙо. Кемде көттө, кемде эҙләне – үҙе лә белмәй, әммә әлегәсә таныштарына һис тә оҡшамаған булырға тейеш ине ул.
Өс йыл тулғас, тиҙ генә йыйынып Өфөгә ҡайтты ла балалар поликлиникаһына эшкә урынлашты. Участка бирҙеләр, хәйер, үҙе теләп алды. Һәр саҡ дарыу еҫе сығып торған тынсыу бүлмәлә ултырғансы, бында, саҡырыуҙарға сығып, елләнеп керәһең. Көн артынан көн үтеп, әлеге йылы ноябрь килде. Нәйлә дуҫ ҡыҙҙарының береһе булмаһа, икенсеһе кейәүгә сыҡмағандыр, таныш егеттәр ҙә күп, улар менән Өфөлә Себерҙәге кеүек күңелһеҙ булмаҫ әле, тип уйлағайны. Әммә бында ла шул уҡ хәл. Таныштарының күптәре башлы-күҙле булып бөткән. Яңғыҙҙары әллә нисек сәйер көн итә. Ауыҙҙарында һәр саҡ бер үк һүҙ: Ҡырым-Кавказға сәйәхәт тә турбазала кәйеф-сафа ҡороу...
Тағы яңғыҙлыҡ... Бер көн эштән ҡайтышлай бөрөләре тулышҡан ағас ботағын һындырып алды ла шешәгә ултыртты. Аҙмы-күпме ваҡыттан ни күрә – тегеләр япраҡ ярған. Тик улар аҡһыл, оҙонса, бигерәк сибек ине. Яҙғы ҡуйы йәшел япраҡтарға һис тә оҡшамаған... Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты микән? Хәйер, кешеләрҙең ғүмерендә иң уңышлы бер генә яҙы, бер генә мәле була, тиҙәр. Ул яҙҙы нисек белергә лә, ул мәлде нисек тоторға?
Тәбиғәттең иләҫ-миләҫ ошо көндәре Нәйләнең тормошон кинәт үҙгәртте лә ебәрҙе. Саҡырыу бар ине...
– Инергә мөмкинме?
– Әйҙәгеҙ, әйҙә... тип уны утыҙ-утыҙ биш йәштәр тирәһендәге ир ҡаршыланы.
– Мин врач. Һеҙҙең...
– Эйе, эйе, саҡыртҡайныҡ, малай ауырып китте шул, уҙығыҙ...
Ул, шулай ихлас һөйләнә-һөйләнә, Нәйләнең плащын һалырға ярҙамлашты. Малай ысынлап та ауырый ине.
– Кемегеҙгә бюллетень асабыҙ?
Миңә, – тине ир кеше, нисектер уңайһыҙланып китте. Аңлатма биреүҙе кәрәккә һанаптырмы, ахыры: – Әсәһе юҡ шул, автомобиль аварияһында һәләк булды, хәҙер йылдан ашыу...
Нәйлә дарыуҙарға рецепт ҡалдырҙы. Кисен укол ҡаҙарға килергә вәғәҙә бирҙе. Ниңә улай итте, үҙе лә аңламай ҡалды, һәр ауырыуға ошолай хәстәрләп йөрөй китһәң, ваҡыт та, дарман да етмәйәсәк. Әллә теге малай – Заһитты ҡыҙғандымы, әллә йә Хисамға – яңғыҙ бала тәрбиәләүсегә яҡшылыҡ эшләргә уйланымы, килергә булды.
Кисен улар нисектер бик тиҙ уртаҡ тел тапты. Тәүҙә Хисам уңайһыҙланып ҡына сәйгә саҡырғайны, тора-бара асылды ла китте. Әйтерһең, оҙаҡ йылдар айырылышып күрешкән таныштар осрашты. Тәүҙә эшендәге хәлдәрҙе һөйләне, һатыусыларға, товароведтарға бағышлап анекдоттарҙы бик уңай ҡуллана-ҡуллана, үҙенең дә шул эштә эшләүен белдерҙе. Ә Нәйлә, икенсе йыл инде йүнле ҡышҡы аяҡ кейеме таба алмайым, тигәс, үтә йәнләнеп, оҙаҡламай Мәскәүҙән күп тауар ҡайтасағын әйтеп ташланы. Тағы нимәләр кәрәк, табырбыҙ, тип вәғәҙә лә бирҙе.
Иртәгеһенә тағы ла осраштылар. Ә Заһит һауыҡҡанда, уларҙың аралары яҡынайғандан-яҡынайып, өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡайнылар инде...
Улар нисек тиҙ өйләнешһә, шулай тиҙ айырылышты. Бергә тороуҙарына өс-дүрт ай үттеме-юҡмы, Хисам туристик путевка менән Балтик буйына китте. Унан ҡайтҡас, Украина яғына командировкаға... Мәскәү, Ташкент...
Йөрөгән ҡалаларының иҫәбе юғалды. Ә Нәйлә менән дүрт йәшлек Заһит уның өсөн донъяла бар ни, юҡ ни. Исмаһам, «Мине шунда ебәрәләр» йә булмаһа «Ял итергә ине иҫәп, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?» тип өндәшһәсе! Юҡ! Эшенән йүгерә-атлай ҡайта, тиҙ-тиҙ сумкаһына тегеһен-быныһын һала ла: «Пока, мин киттем!»
Тәүҙә Нәйлә әллә ни өндәшеп барманы. Бер үҙе бала ҡарап ятҡан бит, әҙерәк иләҫләнеп алһын, тигәндер. Хәйер, хәҙер эше лә һәр саҡ юлда булыуҙы талап итә ине. Өйләнгәс, ул үҙенең тәүге һөнәренә – өлкә-ара товароведлыҡҡа күсте. Был юлы ла ҡатыны менән кәңәш итеп тормай, бер нисә көн уҙғас: «Мин хәҙер шул эштә», – тип кенә ҡуйҙы.
Нәйлә ауырға ҡалғас, нисек Хисамға әйтергә белмәй аптырап бөттө. Бала тураһында һүҙ сыҡһа: «Заһит үҫә төшһөн әле, бер-ике сит илгә сәйәхәткә барып ҡайтайыҡ, донъя гиҙәйек», – ти йә был турала бөтөнләй өндәшмәҫ ине.
Нисек аңлатырға? Кәрәкмәй тип, алдырырға ҡушһа?.. Һуңғы мәлдәрҙә Нәйләнең башында осо-ҡырыйы күренмәгән аңлайышһыҙ уйҙар, күҙенә йоҡо, ҡулына эш бармай, тәҡәтен ҡоротоп бөтәләр. Етмәһә, Хисам һуңғы командировкаһынан ҡайтҡас, үҙен бик сәйер тотто. Бер аҙ ҡыҙмаса ине. Ашарға ултырҙылар. Шешә лә алды. Градус өҫтәлгәс:
– Һинең яныңда ниндәй ир өйрәлә ул? – тип мыҫҡыллы өндәште.
Нәйлә тәүҙә аптыраштан телһеҙ ҡалды, шуға ла бер нисә секундтан, ишетелер-ишетелмәҫ тауыш сығарып:
– Нимә, нимә? – тигән булды.
– Нимә, имеш, күҙемдән юғал, һөйрәлсек...
Хисам, ҡыҙғандан-ҡыҙа барып, тулы рюмкаһын ауыҙына түңкәрҙе лә, сумкаһын күтәреп, дөп-дөп баҫып сығып китте.
Икенсе көн, әйтерһең, Хисамды алыштырҙылар. Иртә менән ҡайтып, шаяра-шаяра Заһитты уятты. Икәүләп зарядка яһанылар. Сәй эстеләр ҙә мунсаға һыпырттылар. Ә Нәйләгә: «Һаумы, бисәкәй!» – тип әйтеүҙән башҡа һүҙ өндәшмәне. Ҡышҡы оҙон төн буйы илап сыҡҡан кешегә, исмаһам, йылы ҡараш ташлаһа. Ҡайтыр ҙа: «Ғәфү ит, фәлән дә фәсмәтән», – тип таҡмаҡлар ине... Юҡ! «Сикәһенә сабасаҡмын...» Ошондай уйҙар ине Нәйләнең күңелендә. Ә ҡалай килеп сыҡты. Ысынлап та, ниндәй бәндә һин? Күҙ ҡарашы әрһеҙ, ҡомағай. Әйтерһең дә, урмандан тотоп ситлеккә бикләнгән бүре балаһы. Ни эшләп быны Нәйлә тәүҙә үк һиҙмәгән? Ҡайҙа инде ул һиҙеү, хатта уйлап та ҡараманы бит. Заһит саф балалыҡ менән уның йөрәген ялмап алғайны шул. Эйәләшкәйне. Үҙе лә ныҡ хушһынды. Айырылышһа, үҙен үҙе юғалтыр кеүек тойҙо. Етмәһә, Хисам нисек өлтөрәнде. Күп кәрәкме утыҙға етеп килгән дуҫ-ишһеҙ яңғыҙ ҡыҙға? Хәҙер нимә эшләргә? Бәлки, балаһы буласағын белһә?..
...Уйҙар, уйҙар... Һис осона сығырмын тимә.
Аяҙ март көнө. Өсәүләшеп паркка барҙылар. Унда ҡыш оҙатыу байрамы ине. Спорт ярыштарын ҡарап, концерт тыңлап оҙаҡ йөрөнөләр. Илһамланды, ләззәттә йөҙҙө Нәйләнең күңеле был көндө. Әммә иң шатланғаны Заһит булғандыр. Ул әле әсәһе менән йүгерешеп, әле атаһына еүеш ҡар дөмбәҫләй уйнаны. Йөҙө хатта муйынына ураған ҡыҙыл шарфынан да матурыраҡ ҡыҙарғайны.
Буфетҡа инеп тамаҡ ялғап алғас, каруселгә ултырҙылар. Нәйләнең бейек-бейеккә күтәрелгән һайын ауыҙына әскелтем тәм өҫтәлә килде лә, иң түбәнгә еткәс, «аһ» итеп уҡшып ебәрҙе, башы әйләнеп, йән-сатырманға Хисамға йәбеште.
Ергә төшкәндә икеһенең дә төҫө ҡасҡайны. Нәйләгә бер аҙ хәл кергәс, Хисам һорайһы итте:
– Нимә булды?
– Мин, мин бала көтәм...
– Әйтәм, йөҙөң үҙгәреп киткәндәй...
Ҡайтып кергәнсе Заһиттан башҡа ауыҙ асып өндәшеүсе булманы. Малай ғына шаярҙы ла көлдө. Паркта күргәндәрен һөйләй-һөйләй, иртәгә тағы барайыҡ, тип әле атаһын, әле әсәһен өгөтләне.
Ишек асып булашҡанда Хисам үҙ-үҙенә әйткәндәй: «Шул ғына етмәгәйне», – тип мығырлап ҡуйҙы.
Икенсе көндө ул иртән оло сумкаһын алып киткәйне, төш алдынан шылтыратты: ике айға командировкаға ебәрәләр.
Ебәрәләр, ебәрәләр...
Ике аҙна самаһы ваҡыт үткәс, Хисамдан хат килеп төштө: «Бала кәрәкмәй, алдыр! Мине тыңламаһаң, үҙеңә үпкәлә!..» Ошо ине иренең ҡағыҙ бысратып яҙған һүҙҙәре. Ниндәй бәғерһеҙ кеше һин? Күҙгә-күҙ ҡарап әйткәнгә ҡарағанда, хат аша еңелерәк шул. Ҡатыныңдың уй-хистәрен, борсолоу-әрнеүҙәрен күрмәйһең дә белмәйһең.
Тағы йоҡоһоҙ төндәр. Был саҡ янында Заһит булмаһа, Нәйлә һис шикһеҙ аҡылдан яҙыр ине. Дүрт йәшлек малай уны йыуатыусы ла, терәк тә булды. Әсәһенең күҙ йәштәрен күреп ҡалһа, килеп алдына ултыра ла эскерһеҙ ҡарашы менән Нәйләгә төбәлә һәм үҙенә әйткәнде ҡабатлай: «Бәпес булдыңмы әллә иларға?» – ти. Әгәр иғтибарһыҙ ултырһаң, ҡушылып балауыҙ һығырға ла тотона. Нисек ошондай баланы ташлап китәһең? Юҡ-юҡ, һис булмаясаҡ!
Ике айға тип киткән кеше дүрт айҙан һуң да ҡайтманы. Нәйлә декретҡа сыҡты. Ауылға бер туған апаһына, хәл белергә барғайны, еҙнәһе менән икәүләп өгөтләгәс, уларҙа ҡалды ла ҡуйҙы. Заһит та янында.
Ҡыҙы тыуҙы. Хисамға бер түгел ике телеграмма ебәрҙеләр, әммә унан хәбәр килмәне. Яҙған хатты ла яуапһыҙ ҡалдырҙы.
Ҡыҙына өс ай тулғас, Нәйлә Өфөгә килде. Өйҙәре янына еткәс, өҫкә ҡарағайны, фатир тәҙрәләрендә зәңгәр ут күреп, кинәт һиҫкәнеп китте. Кем икән унда? Әллә Хисам ҡайтҡанмы? Уны йәйге ҡойондай кинәт сорнап алған асыулы һәм һағышлы хистәр, балаһының ауырлығын да тойҙормай, йүгертеп дүртенсе ҡатҡа күтәрҙе. Нәйләнең йөрәгемдә Хисамға ҡарата йылылыҡ һаман да һүрелмәгәйне. Бәлки, тора-бара икенсе эшкә күсер, әллә ни эсеп тә йөрөмәй, айыҡ кеше ҡаты бәғерле булмай ҙа, тип уйланы ул.
...Зың-зың-зың... Эстә өндәшеүсе булманы. Ул тағы ҡыңғырау төймәһенә баҫты. Оҙаҡ көттөргәс, яй ғына атлап берәү ишектән башын күрһәтте. Таныш түгел оло йәштәрҙәге апай Нәйләгә иғтибар менән ҡарап алды ла:
– Һеҙгә кем кәрәк? – тине.
– Хисам өйҙә юҡмы ни?
– Кем, кем? Ә-ә, теге егеттең исеме шулай бит әле, иҫтән сығып та киткән.
– Ул ҡайҙа?
– Һин Нәйләме?
– Эйе...
– И-и-и, балаҡайым, – тип теге апай уны ҡосаҡлап илап та ебәрҙе.
– Ниңә, ниңә илайһығыҙ, апай? Әллә Хисам менән берәй хәл булдымы?
– Ул әҙәм аҡтығына нимә булһын...
Фатирҙың документтарын алып ике-өс көн үттеме-юҡмы, күршеләре инеп, Нәйлә менән балалары тураһында һөйләгәс, нимә эшләргә белмәйенсә аптырап ҡалған был апай. Хисамға, тиҙ килеп ет, мин фатирҙы кире алмаштырам, тип телеграмма ла һуҡҡан хатта. Тик Төмәндән: «Квартирант өйҙә юҡ», – тигән яуап ҡына килгән. Апай Нәйләне көттө. Кәрәк икән, кире фатирҙы алыштырырға риза ине. Кемдең йөрәге етһен ике балалы ҡатынды урамда ҡалдырырға. Әле лә уны күреү менән илап ебәрҙе.
Сәй эсеп, ҡыҙының өҫ-башын алыштырғас, Нәйлә, нимәлер эҙләгәндәй, фатир буйлап йөрөргә тотондо. Бер нисә айҙа донъя нисек үҙгәргән? Әйтерһең дә, улар Хисам менән был бүлмәләрҙә бер ҡасан да тормаған, ошо иҙән буйлап йөрөмәгән, балконға сығып иләҫләнеп ултырмаған. Бер ниндәй эҙ ҡалмаған уларҙың бергә йәшәүенән был донъяла. Тик тәҙрә ҡаршыһындағы мөһабәт тирәк кенә бер ни һиҙмәй элеккесә тора.
Хужа апай, Нәйләнең ҡайғыһын уртаҡлашырға уйлаптыр:
– Никахың бармы һуң? – тине, тауышына яғымлылыҡ өҫтәргә тырышып. Тик был тауышта әрнеү ауазы ғына ишетелде. Нәйлә быны һиҙҙе: «Юҡҡа өҙгөләнәһең, апай, ғәйеп бит үҙемдә». Ул шулай уйлаһа ла, битарафыраҡ тауыш менән:
– Бар, – тине.
Улайһа, ни эшләп пропискаға инмәнең?
– Шулай килеп сыҡты инде. Хисам, өлгөрөрбөҙ әле, тип һуҙҙы ла һуҙҙы.
– Беҙ уға өс бүлмәле фатир ҡалдырып киттек, судҡа бирһәң, бәлки...
– Ю-юҡ, миңә унан хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй!
– Малайын, Заһитты әйтәм, илтеп бирәһеңдер бит?
– Киреһенсә, иртәгә үк үҙемә яҙҙырырға юллай башлайым
– Үәт һиңә бер әҙәм. Ике баланы, ҡатынды ташлап, Төмән һыпырт тиң, ә? Етмәһә, фатирын алмаштырып... Пенсияға сыҡтым, бындай хәлде күргәнем түгел, ишеткәнем дә булманы. Күршеләреңә адресыңды ҡалдырмағанһың бит, телеграмма һуғырҙар ине. Малайын йәлләп, бер белмәгән кешегә кейәүгә сығырға... Хәйер...
Апай тағы нимә һөйләгәндер, тик Нәйләнең ҡолағы томаланғайны. Ул илап ебәрмәҫ өсөн иренен ҡымтып тешләне лә балаһын күтәреп вокзалға йүгерҙе.
...Ноябрь айы. Ябалаҡлап яуған ҡар бөртөктәре болотто әрсеп сығып килгән ҡояш нурҙарында ике ҡатлы ауыл советы контораһы тәҙрәләрендә гәүһәрҙәй емелдәй. Ошо сихри матурлыҡҡа һоҡланып, белгестәр бүлмәһендә бер-береһенә һыйынышып ике кеше ултыра. Шул тиклем ихлас һөйләшәләр, әйтерһең, тәбиғәт гүзәллеге менән тоташҡан.
– Бәшир, бер аҙ көтәйекме әллә?
– Нәйлә, артыңдан ике йыл йөрөйөм бит инде, һаман миңә ышанмайһың, ә? Ауыл халҡы әллә ниндәй уйҙырмалар сығарып бөттө, ә мин һине ҡосаҡлап үпкәнем дә юҡ. Хисам табылаһы кеше булһа, бер килеп сығыр ине. Әйткәндәй, ул һиңә берәй хат яҙҙымы?
– «Заһитты интернатҡа тапшыр» тигән ғаризаһы ғына килде, ниндәйҙер станцияла конвертын почта йәшнигенә төшөргән, хатта мисәтен дә таный алманым. Бер ауылдашы, Хисам поезға тапалып үлгән, тип һөйләп киткәйне. Ә мин белешеп йөрөмәнем.
– Ауыл советында һөйләштек тә инде, «Хәбәрһеҙ юғалды» тип оформить итергә ризалаштылар.
– Ҡәберенән сығып судлашып йөрөр кеүек, бала уның фамилияһында бит.
– Юҡ-юҡ, хәҙер бер көн дә, бер сәғәт тә кисектермәйбеҙ. Рәйестең «Волга»һын да белештем.
– Килешмәгәнде, йәйәү ҙә барып ҡайтыр инек әле. ЗАГС танытмаһын тауыш-тынһыҙ ауыл советы секретары ла яҙып бирер.
– Килешер. Мировой итеп туй үткәрмәҫкә әле, беҙ төшөп ҡалған егеттәрҙән түгел.
Бәширҙең тағы ла нимәлер тип маҡтанырға иҫәбе бар ине, Нәйләнең күҙҙәре йәшләнә башлағас, туҡтап ҡалды һәм, иҫәркәйем, һөйөклөм, һандуғасым, тип тағы әллә нәмәләр таҡмаҡлап-таҡмаҡлап, күҙ йәшенән әскелтем тәм ингән ирендәренән, биттәренән һөйөп үбә-үбә ҡосағына алды...
Нәйлә теге китеүенән Өфөгә әйләнеп тә ҡараманы. Апаларының ауылына участка дауаханаһына эшкә урынлашты.
Хисамға әрнеүен тора-бара ауырыуҙар мәшәҡәте, балалары, йорт эштәре менән баҫырға өйрәнде. Ихласлыҡ, йәшәү дәрте, Бәширҙе осратҡас, дөрләп ҡабынды.
Ысынлап та, уҡығанда университеттың гимнастика буйынса чемпионы, баянсы һәм бейеүсе, сөм-ҡара күҙҙәре менән бер йылмайып өндәшеүенә ғашиҡ, ауылдың ғына түгел, ә бөтә район ҡыҙҙарының хыялы Бәшир ике балалы ҡатынды ни эшләп яратты икән? Хәҙер балаларҙы ла үҙенеке итергә йөрөй. Тик был һорауға Бәшир үҙе генә яуап бирә ала. Әммә күп ғашиҡтар ундай һорауҙарға яуап бирмәй, хистәре менән генә белгертә, тиҙәр...
Нәйлә менән Бәшир, уйҙарға сумып, кескәй генә бүлмәлә ҡосаҡлашып ултыра.
Урамда бөтә ғаләмде йәмләндереп ябалаҡлап ҡар яуа...
Фәнис ЯНЫШЕВ.