– Үҙеңә күрә түгелһең, ә!.. Телефондан саҡыраһың – юҡ, артыңдан йөрөр кәрәк, – тип, ишек асҡансы түҙеме бөтөп, бәреп килеп инде Гөлниса.
– Кешегә һанамауыңмы?! Әҙер егеттәр, әҙер өҫтәл... Ашап-эсеп, кәйеф-сафа ҡороп ҡайтырға... Ҡалай инәлтәһең!
Гөлниса бер аҙ баҫыла төштө:
– Оҡшамаһа, ҡалмаҫһың. Миндә ни, ундай ғыналар – һәр көн. Ә һин шул сәскәләй сағыңды әрәмгә үткәреп, ойоҡбаш бәйләп уҙғар.
– Улай тимәле, әхирәт, донъя булғас, ойоҡбашы ла кәрәк. Әҙерәк буш ваҡытымда бәйләмәһәм, аҙаҡ – «ҡалған эшкә ҡар яуа» ул. Отпускы көндәре лә – һанаулы ғына. Улым атаһы менән ял йортонан ҡайтҡансы, бөтөрөр кәрәк. Улар менән плита эргәһенән китеп булмай, – тине Гөлниса. – Унан кире, минән ҡорбан яһамай тор әле. Шулай йәшәүемә күнегеп тә бөткәнмен инде. Үҙемде хатта бәхетле тоям. Ғаиләм Аллаға шөкөр, тормошом етеш.
– Һин, әхирәт, бәхетлемен, тип әйтергә ашыҡма. Донъя һинең ғаиләңдән генә тормай. Билеңде турайт, күҙеңде ас! – Гөлниса һаман үҙенекен тылҡыны. – Мин бит һине юҡ-бар кешеләр эргәһенә саҡырмайым. Береһе доцент, юғары уҡыу йортонда уҡыта, тоже ғаиләле, машиналы... Ну все, все!... Көтәләр, киттек!...
– Кит инде, Гөлниса, кеше көлдөртмә! – Бибинур һаман ҡаршылашты.
– Һине бер кем дә тотоп ашарға тормай... Ошолай өй һаҡлап ултырып, отпускың үтә бит инде.
– Ну, ярай, барам. Тик саҡ ҡына ултырам да ҡайтам. Бөгөн-иртәгә улыҡайҙарымды ла көтөп торам...
– Ҡайтырһың, ҡайтырһың! – Гөлниса әхирәтен урынынан ҡуҙғата алыуына эстән генә ҡыуанып та ҡуйҙы.
Ҡайта-нитә ҡалһалар тип, Бибинур өҫтәлгә Гөлнисаның телефон номерын яҙып ҡалдырҙы.
Бибинур – ыҡсым ғына кәүҙәле, сабыр холоҡло, оҙон һары сәсле, һөйкөмлө ҡатын. Ә әхирәте Гөлниса – уның киреһе. Ошо йәшенә тиклем бошонмай ғына яңғыҙ ғүмер кисерә. Шулай тейеш тигән кеүек ҡабул итә быны. Хатта үҙенең «независимая» булыуы менән ғорурлана. Әхмәте ҡыҫҡа ғүмерле булды. Шуғамы, ярты йыл кейәүҙә булған ваҡытын иҫәпкә лә алмай.
Юлда барышлай ҙа Гөлниса ләпелдәүенән туҡтаманы.
– Эй, ҡыҙыҡай, анау Өлфәт тигәне миңә сат йәбеште бит, әй, Германияға алып китәм, ти. Һинең кеүек ҡатынды мин ғүмер буйы эҙләнем, ҡатыным – мәрйә, яратмайым, ти. Алып китһә, китәм дә барам, эйе бит, мине бында кем тота? Исмаһам, донъя күреп йөрөп ҡайтырмын.
Ишекте уртаса буйлы, пеләшерәк башлы бер ир асты.
– Һаумыһығыҙ!
– Һаумы, Бибинур! – тине теге ишек асыусы.
Гөлнисаның күҙе маңлайына менде.
– Әстәғәфирулла! Әллә таныш булып сыҡтығыҙ?
Бибинур танырға тырышып, ишек асҡан иргә иғтибарлыраҡ ҡараны.
– Хәниф, әллә һин инде? Ни эшләп йөрөйһөң бында?
– Һинең менән осрашырға килдем, – тигән булып, уңайһыҙ хәлдән анһат ҡына ҡотолдо Бибинур. Хәниф:
– Донъя – ҡуласа, тимә инде. Мин распределение буйынса Сибайға киттем, ә һин аспирантурала ҡалғайның бит.
– Эйе, эйе... Әйҙә, үтегеҙ! Гөлниса, һин Өлфәткә ярҙам ит әле, әтеү ул унда бер нәмә лә эшләй алмай, – тип Хәниф хужабикәне аш бүлмәһенә оҙатып, үҙе Бибинур менән залға үтте. Аш бүлмәһенән алъяпҡыс бәйләгән Өлфәт ҡабалан килеп сыҡты.
– Әйҙәгеҙ, таныш булайыҡ, – тип Бибинурҙың ҡулынан үпте.
– Бибинур.
– Бибинур, Бибинур – буйы зифа, йөҙө нур!.. Әйҙәгеҙ таныш булайыҡ, мин Өлфәт. Һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын! – Өлфәт һынаулы ҡарашы менән Бибинурҙы энә күҙенән үткәрҙе. Алъяпҡысын сисеп, Хәнифкә ырғытты ла:
– Дуҫҡайым, бар әле, Гөлнисаға ярҙам ит! Беҙ Бибинур менән иркенләп һөйләшеп алайыҡ, – тип Бибинурҙы диванға ултырырға саҡырҙы.
Бибинур:
– Юҡ, юҡ! Әйҙәгеҙ, бергәләп әҙерләйек.
– Бергәләп икән, бергәләп, – Өлфәт өтәләнде, Бибинурға юл бирә-бирә, аш бүлмәһенә ыңғайланылар.
Хәниф, дуҫына төрттөрөп:
– Өлфәт, аяҡ аҫтыңа ҡарабырак атла, әтеү ҡоламағайың, тим...
Гөлниса янына сыҡҡас, Өлфәт:
– Беләһегеҙме, Бибинур, беҙ Гөлниса менән Германияға китергә булдыҡ бит әле. Минең унда бер семесстр лекция уҡыйһым бар. Әлбиттә, Гөлнисаның түҙемлеге етһә. Сөнки, мин көндәр буйы эштә буласаҡмын, – тип аш яраштырып торған Гөлнисаның биленән ҡосто.
– Борсолма, ҡуяным, күпме кәрәк, шул ҡәҙәр көтөп ултырырмын, – Гөлниса әйләнеп Өлфәттең муйынынан ҡосаҡланы, шунан үбештеләр. Өлфәт менән Гөлниса икенсе бүлмәгә сығып киттеләр:
– Әйҙәле, әйҙә әйтер һүҙем бар.
Тегеләр күҙҙән юғалғас, Хәниф:
– Тойоуымса, өҫтәл эше беҙгә тороп ҡалды. Һауыт-һаба, фужерҙар ҡайҙа икән инде?..
– Бына бында, буфетта.
– Әйткәндәй, Бибинур һин ниндәй музыка яратаһың?
– Әлләсе тағы, улым заманса йырҙар тыңлай... Ә миңә бөтә яҡшы музыка оҡшай.
Һөйләшер нәмәләре күп булғанғамы, Бибинурҙа башта булған уңайһыҙланыуҙар ҙа үтте. Бына табын әҙер.
– Һине өйләнгән икән тип ишетеп ҡалған инем, инде балаларығыҙ ҙа ҙурҙыр инде?
– Эйе. Өс улыбыҙ бар беҙҙең. Иң төпсөгөнә алты йәш. Улар ауылда, ял итәләр.
– О-о-о! Ҡалай маладисһығыҙ! Ҡатыныңа орден бирергә кәрәк – бер үҙе дүрт ирҙе ҡарай! Мин үҙемдең ике бөртөк ир-егеттәрем менән хәлдән таям! Ә бында дүртәү, ҡатыныңа Хоҙай сабырлыҡ бирһен!
– Үҙеңдеке ауыр булмай ул! Беҙ бит бергәләп эшләйбеҙ! Так что әсәйебеҙҙе ҡулда ғына күтәреп йөрөтәбеҙ...
– Шулай ҙа, йортта ир-ат белмәгән, күрмәгән эштәр ҙә бик күп бит әле ул, – Бибинур Хәнифкә ҡараш ташлап алды. Хәниф:
– Мин әле кисә генә Мәскәүҙән ҡайтып төштөм дә, бына, Өлфәт дуҫ ыңғайына «буйҙаҡ» булып йөрөп ятам. Эштәрҙе ослап, ялға ҡарай, ауыл яғына юлға сығырмын тип торам. Үҙеңдең тормош юлың?.. Бер ни ҙә һөйләмәйһең, Бибинур.
– Нимәһен һөйләйһең инде уның? Студент йылдарын үҙең дә белеп тораһың, ә һуңынан кейәүгә сыҡтым, улыбыҙ тыуҙы. Әле улар ял йортонда, ял итәләр.
– Ә ниңә һин дә ял итергә барманың? – тип Бибинурҙы бүлдерҙе Хәниф.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин өйҙә бер үҙем генә булғанда ял итә алам. Эшемдә лә шау-гөр, студенттар араһында булғанғамы, тауыштан арып бөткәнмен. Унан, ир кешеләрҙең икеһе генә һөйләшер һүҙҙәре лә барҙыр. Балыҡ ҡармаҡлайбыҙ, тип суҡынышалар. Унда ла яңғыҙым юҡты бушҡа ауҙарып ятыр инем, ә бында ваҡ-төйәк эш менән булам.
– Ә иптәшең ҡайҙа эшләй һуң? – тип төпсөнөүен дауам итте Хәниф.
– Элек инженер ине, әле бизнес менән мауығып китте.
– Яратышып өйләнештегеҙме һуң?
– Яратышҡанбыҙҙыр инде, – тип йылмайҙы Бибинур. – Әтеү өйләнешмәҫ инек. Улыбыҙ ун алтынсы йәш менән бара. Шунан бына бөгөн Гөлниса һеҙҙең менән таныштырырға бәйләп тиерлек алып килде... Берүк әллә ни уйлай күрмә инде! Ә һин, Хәниф, үҙгәргәнһең, ҡыйыуланғанһың...
– Донъя өйрәтә, донъя!..
Көлөштөләр. Хәниф:
– Теге, студент йылдарында, шунда берәй яусы булмаған. Кем белә, бәлки?..
– Белмәйем, белмәйем, – тип башлаған һүҙен әйтеп бөтә алманы Бибинур, шул ваҡыт икенсе бүлмәнән Гөлниса менән Өлфәт күренде. Өлфәт:
– О-о-о!.. Өҫтәл дә әҙер! Мин шундай асыҡтым, – тип майлы ит киҫәген тоҙға манып ҡабып ҡуйҙы... – Хәҙер, йәмәғәт, мин, Гөлнисаның фатирында булғас, хужа вазифаһын үҙ өҫтөмә алып, бөтәгеҙҙе лә өҫтәл артына саҡырам. Ҡуяным, һин ҡаршы түгелһеңдер? – тип Гөлнисаның битенән суп иттереп үбеп алды.
– Ҡаршы, сөнки иренемдән үпмәнең, – тип Гөлниса, күҙҙәрен йомоп, ирендәрен үбергә йәтешләп... Өлфәт, роленән сыҡмай:
– Кит инде, кисер мине! Кил бында, кил, Ҡуянбикәм! – тип Гөлнисаның ирененән үпте. Тегенеһе ҡәнәғәт хихылданы, һүҙен дауам итте:
– Хәҙер ултырһаҡ та була. Т-ә-ә-әк... Ҡуяным, һин – минең янда. Хәниф, һин – Бибинур эргәһенән урын ал... Үҙегеҙҙе үҙ өйөгөҙҙә кеүек хис итегеҙ! Өлфәт, бокалдарҙы тултыр! – Гөлниса ҡапыл тулҡынланып китте. – Ҡуяным, беренсе тосты үҙең генә әйт инде. Минең һеҙҙең кеүек юғары белемем дә юҡ, йә, яңылыш һөйләп, көлкөгә ҡалырмын...
Өлфәт килешеп баш ҡаҡты ла, бөтәһен күҙҙән үткәреп, ҡарашын Бибинурҙа туҡтатты:
– Беренсе тосты мин Бибинур менән танышыу хөрмәтенә күтәреп ҡуяйыҡ, тим... Әлбиттә, Гөлниса, һинең өсөн дә... Хәниф дуҫ, һинең өсөн дә... Ҡыҫҡаһы, осрашыу, танышыу, мөхәббәт өсөн күтәреп ҡуяйыҡ. Әйҙәгеҙ, төбөнә тиклем! – Гәлсәр бокалдарҙы зыңлатып, сәкәштереп, эсеп ҡуйҙылар. Гөлниса ҡыуанысынан хатта сәбәкәйләп тә алды.
– Әйҙәгеҙ, икенсе тосты Бибинур әйтһен. Бибинур, һөйлә! – тине ул. Фужерҙар йәнә мөлдөрәмә тулды. Бибинур:
– Бер бейек тау башында яңғыҙ ғына өй ултыра, ти. Көн дә ишек алдын ҡар күмеп китә икән. Әйҙәгеҙ, шул өйҙә йәшәүсе көн дә ҡар көрәп йонсомаһын, ә дуҫ-иштәре күп булып, тапап, таҡырлап торһондар өсөн күтәрәйек! Дуҫлыҡ өсөн, Гөлниса, һинең өсөн...
– Уф, әхирәтем, рәхмәт инде, – Гөлнисаның күҙҙәре йәшләнде.
Тост артынан тост, анекдот артынан анекдот, төрлө ҡыҙыҡ-мыҙыҡтар сурытып, күңелләнеп алдылар. Бибинур артығын эсмәй, ризыҡ ҡабып ҡына ултырһа ла, кәйефе күтәрелгәнен тойҙо. Гөлниса байтаҡ ҡына булып алғайны инде.
– Әйҙәгеҙ, бейешеп алабыҙ! – тип Өлфәтте бейергә һөйрәне.
Бер аҙ бейешеп алғас, кәйефтәре тағы ла күтәрелеп китте. Ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәлде яңыртҡансы, ир-егеттәр саф һауа һуларға балконға сыҡты.
Төн, һорап алған кеүек, йылы, сихри. Күктәге тулған ай, емелдәшкән йондоҙҙар был илаһи төнгә тағы ла серлелек өҫтәй. Ҡариҙелдән һирәк-мирәк йөҙөп үткән аҡ пароходтар, көтмәгәндә төнгө тынлыҡты ярып гөрөлдәгән моторлы кәмәләр, йылға аръяғында, алыҫта янған усаҡ та бөгөнгө тылсымлы, илаһи кискә матурлыҡ өҫтәй. Өлфәт, көтмәгәндә моңһоуланып китеп:
– Хәниф, беләһеңме, мин ваҡыт үткән һайын, яҙмышым менән ҡәнәғәт түгеллегемде тоям. Эстә әллә ниндәй икеләнеү, шик... Уйлап ҡараһаң, был тормошта насарлыҡтан яҡшылыҡты күберәк күрҙем, ә шулай ҙа... күңелем киттек, тип әйтеп ҡуйҙы.
– Кит, һин дә шулай һөйләп торғас. Бынамын тигән ғаиләң – ҡатының, ҡыҙың! – тип тынысландырҙы дуҫын Хәниф.
– Эйе, бынамын тигән мәрйә! Ә ниңә үҙ милләтем ҡыҙына өйләнмәгәнмен икән?!. Бына бит, бынамын тигән Бибинур, Гөлнисалар... Әҙ булдымы ни улар миндә? Ә өйләнергә... мәрйәгә тартҡан, – тип үҙен-үҙе әрләп алды Өлфәт. – Таҙ, заманында мәрйәгә өйләнгәнемә ғорурланып йөрөй торған инем бит әле. Әсәйемдәрҙең ҡаршылашҡанын күрһәң, малай! Мөхәббәт, йәнәһе, – тип әсенеп, бер яҡ ситкә төкөрөп ҡуйҙы Өлфәт.
– Ярай, үткән өсөн хәҙер бер нәмә лә эшләп булмай.
– Эх, дуҫҡайым, йәш барған һайын ғына аңлайһың икән... Ҡыҙым бит «атай» тигән һүҙҙең мәғәнәһен дә аңламай, «пап» тип йөрөтә.
– Элегерәк уйларға кәрәк ине, ә хәҙер «терһәкте тешләп булмай», – тине ахыры Хәниф, башҡа тынысландырыр һүҙ тапмағас.
Балкондан ингәс, Өлфәт, бер ни өндәшмәй, бокалын тултырып араҡы эсеп ҡуйҙы. Яныуын баҫырға уйланымы, әллә?.. Быны унан башҡа бер кем дә белмәй. Өҫтәлгә аш ташый башланылар. Гөлниса:
– Ҡуяным, әйҙә, аш алды ла ҡойоп ебәрсе! – тине.
Өлфәт мөлдөрәмә бокалын күтәреп, тороп уҡ баҫты. Ул, аяҡ быуынының йомшарыуын тойоп, кире урынына ултырҙы:
– Йәмәғәт, мин ҡарап ултырҙым-ултырҙым да Германияға Бибинурҙы алып китергә булдым. Асыуланма, Гөлниса, ул сибәрерәк, юғары белемле, ә сит илдә был бик мөһим. Хәниф дуҫ, һин нисек уйлайһың? – тине, фекерен тупларға тырышып. Хәниф ҡысҡырып көлдө:
– Һин дуҫ, Бибинурҙы ғына түгел, ҡушып, ирен, малайын да алып китә алаһың.
Өлфәт күҙен тупайтты:
– Ә ниңә, ул яңғыҙ ҡатын түгелме ни?
Гөлниса:
– Түгел шул, түгел, минең бәхеттән.
– Уйланым да-а-а шул!.. – тип һуҙҙы Өлфәт. – Был ниндәй ашау ҙа ашау ул, әйҙәгеҙ, бейешеп алайыҡ, – тип залға ыңғайланы. Залға барып етә алмайынса, йоҡо бүлмәһенә боролдо.
Гөлниса ултырған еренән, Хәнифтең яурын башына ҡулын һалды:
– Хәниф, беләһеңме, бөгөнгө өҫтәл артында һин иң шәп кеше.
– Беләм, беләм, тап өҫтөнә баҫтың.
– Әйҙә, Хәниф, икәү вальс бейейек. Өлфәт Бибинурҙан күҙен ала алмай, мине күрмәй ҙә. Ә үҙе, алып китәм, тигән ине. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул Бибинурға һуҡыр бер тингә лә кәрәкмәй. Симпатичный әхирәттәр иметь итмәм, тигән һүҙем бар ине, булмай бит, ә?!. Ахыры, үҙем симпатичный булғас, улар ҙа шулай була ла ҡуя, ҡоромағырҙар... Әстә-ә-ә... уның менән китмәһәм, һине бисәңдән тартып алам да ҡуям...
– Алһаң, өс малайым менән бергә алаһың инде. – Көлөштөләр.
– Үҙеңде лә, өс малайыңды ла, бисәңде лә... Ни эшләп бер-берегеҙҙән айырыла алмайһығыҙҙыр – аңламайым. Ну, ярай, бейейек.
Хәниф менән Бибинур вальс бейей башлағас, Гөлниса ла Өлфәт артынан инеп юғалды.
Күпмелер тынлыҡтан һуң, Хәниф:
– Бибинур, мин һине тәүге тапҡыр студенттар ашханаһында күрҙем. Әле булһа хәтеремдә: ҡыҫҡа ғына юбкаң... Яңылышмаһам, һин дә миңә иғтибар иттең. Шул көндән һуң һине һәр ваҡыт күҙәтеп йөрөнөм. Башта исемеңде, нисәнсе курстан икәнеңде, факультетыңды белештем. Әле ғәжәп итәм, ни өсөн эргәңә бармағаныма.
– Ҡыҙыҡ, мин был турала белмәнем дә... Ҡыйыуһыҙ була торған инең шул. Ашхананы хәтерләмәйем, ә бына ҡыҙыл мөйөштәге дискотекалар ваҡытында бейемәй, тәҙрә төбөнә ултырып кемделер күҙәтеүеңде иҫләйем. Хатта: «Был һөйкөмлө, оялсан егет кем тип янып ултыра икән, ниңә мине бейергә саҡырмай икән?» – тигән уй ҙа килде башыма, – тип, Хәнифтең хәтирәләренә Бибинур ҙа ҡушылғас, әңгәмәләре тағы ла йәнләнеп китте.
– Ә мин һине күҙәтә инем, Бибинур. Их, шул ваҡыттарҙы кире ҡайтараһы ине лә, тик булмай шул!.. Мин һине бер һүҙһеҙ бейергә саҡырыр инем.
– Әле лә һуң түгел, саҡыр! Хәйер, бейеп йөрөйбөҙ түгелме һуң?!. – тип йәнә көлөштөләр.
– Ул ваҡытта һинең арттан минең группалаш егет – Назар йөрөй ине.
– Эйе, йөрөй ине шул. Тик ул миңә бер генә лә оҡшамай торғайны. Дегәнәк кеүек йәбешкәк, бәйләнсек, маҡтансыҡ... Бейеүгә лә минең партнерым булыр өсөн генә йөрөнө. Былай үҙе яҡшы ғына бейей ине.
Һүҙҙәр бөттө. Хәниф Бибинурҙы үҙенә нығыраҡ ҡыҫты...
Бибинурҙың тәне буйлап татып ҡарамаған рәхәтлек йүгерҙе. Хәнифтең ҡосағына бер ҡаршылыҡһыҙ сумды. Мөғжизә!.. Ниндәй илаһи мәл!.. Әйтерһең дә, ул ошо минуттарҙы ғүмере буйы көткән. Ә бөгөн – көтмәгәндә!.. Эстә үҙенә ҡарата бер ниндәй намыҫ ғазабы ла юҡ. Киреһенсә, күңеле төбөндәге бушлыҡ кинәт юҡҡа сығып, үҙ-үҙенә лә әйтергә ҡыймаған эске тойғолары, әлеге ысынбарлыҡ менән тулы гармонияла булып, күңел тыныслығы бирә. Хәнифтең көслө ҡулдарында, ҡайнар тыны тулҡынында бер ҡаршылыҡһыҙ иреп юҡҡа сығыр ине...
Ә Хәниф Бибинурҙың сәстәренә яңағы менән ҡағылып иркәләнде. Был, моғайын да, төштөр, сөнки өндәр былай сихри булмай?.. Нисә йылдан һуң да төҫ ташламаған йәш ҡатын, уның ҡосағында бер ҡаршылыҡһыҙ, уртаҡ хис тулҡындарында йөҙә. Бибинур!.. Бибинур!.. Хәниф үҙен ҡыҙыл мөйөштәге дискотекала итеп хис итте... Йәш саҡтары, ҡыйыуһыҙ, үҙ-үҙенә ышанмаған саҡтары!.. Нурияһы ҡыйыу булмаһа, моғайын, әле булһа буйҙаҡ йөрөр ине. Уйҙарын Бибинур бүлде.
– Ҡыҙыҡ был донъя!.. Кем уйлаған, ун биш йылдан һуң ошолай осрашып, аңлашып, вальс бейеп йөрөрбөҙ тип?!. Һин нисек уйлайһың, Хәниф?
– Минең бөгөн бер нәмә тураһында ла уйлайһым килмәй. Сөнки бөгөн минән дә бәхетле кеше юҡ!.. Бына ошолай һиңә ҡағыла алыуым өсөн генә лә әллә ниҙәр бирер инем, теге ғашиҡ булып янып йөрөгән сағымда. Ә бөгөн! – Бибинурҙы йөрәкһеп ҡосаҡланы. Бүлмә уртаһында ике һын бер булды.
Хәнифтең ҡайнар ирендәре Бибинурҙа күптән кисермәгән наҙ тойғоларын уятты. Хәниф наҙлауынан туҡтай алмай:
– Яратам, үлеп яратам! – тип шыбырҙаны. – Ғәфү ит, үҙемде, тойғоларымды йүгәнләй алмағаныма, – тип Бибинурҙы күтәреп үк алды... Диванға ултырҙылар. Бибинур үрһәләнде:
– Етте, туҡта, саманан сығып барабыҙ түгелме?
– Асыулана күрмә инде, зинһар, ғәфү ит! – Хәниф өҙгәләнде.
– Мин үҙем дә ғәйепле, йәш-елкенсәк кеүек, – тине Бибинур. – Хәтерләмәйем, мин ҡасан һөйөү тулҡындарында бөгөнгөләй йөҙҙөм икән? Бала, донъя ығы-зығылары, эш...
– Мин дә шулай уҡ. Нуриям мине «оялсан ул, оялсан» ти торғас, ҡыйыу булырға ла уңайһыҙландым. Әллә нисек булыр, ҡатын аңламаҫ тип, – Хәниф тә асылып китте. – Бөгөн мин үҙемдә күпме көс, ғәйрәт, һөйөү, наҙ ойоп ятҡанын белдем. Бибинур, һин уяттың уларҙы. Миңә хәҙер ни эшләргә?..
– Әйҙә, сәй эҫетеп эсерәм үҙеңә, – тине Бибинур ахры, сөнки был һорауға яуапты бер кем дә белмәй.
– Сәй эскән бар ҙа ул, шулай ҙа, әйҙә, – тип Хәниф Бибинурҙы етәкләп аш бүлмәһенә ыңғайланылар.
Йоҡо бүлмәһенән Гөлниса күренде:
– Хәниф, был йоҡо сүлмәгеңде нимәгә алып килдең? – тине ул, эргәһенә ултырып.
– Нисек, нимәгә? Һин саҡырҙың, беҙ килдек... Күреүемсә, бөтәһе лә яҡшы!
– Э-эй, һуңғы ваҡытта бер нормальный ир осрағаны юҡ. Прямо ҡайғы... Яталар ҙа йоҡлап китәләр, яталар ҙа йоҡлап китәләр... Ә минең Әхмәтем – йөрәккәйем, вәт шәп булды!.. Өлфәт белә ул уны. Йөрәккәйем, үҙе лә йоҡламаны, мине лә йоҡлатманы. Тик ғүмеркәйе генә булманы... Бындай эшкинмәгәндәрҙе башҡа йөрөтмә! К черту их! Булһа ир булһын, булмаһа булмаһын... – Гөлниса буталып һөйләнде: – Э-эх, Әхмәткәйем – йөрәккәйем, иҫән саҡтарында ҡәҙерҙәреңде белмәгәнмен икән!... – тип һөйләнә-һөйләнә, эсә башлаған сәйен дә эсеп бөтмәй, диванға сығып ятты. Күпмелер ваҡыттан йоҡлай ине инде.
Хәниф музыканы туҡтатты. Өй эсе тып-тын булып ҡалды. Улар балконға сығып баҫтылар. Ел, Ҡариҙелдән йылға еҫе алып килеп, танауҙарҙы ҡытыҡлай. Бибинур көтмәгәндә:
– Хәниф, әйҙә, һыу инеп киләбеҙ! – тине.
– Әйҙә, тик һалҡынса, өшөрһөң.
– Юҡ, өшөмәм...
– Улай булһа, әйҙә! – Хәнифтең күҙҙәре янып китте.
... Улар һыу инергә йүгерергә әҙерләнеп, ишек асырға ғына торғанда, телефон шылтыраны. Ҡапыл ҡатып ҡалдылар. Осҡонланған күҙҙәре бер-береһенә төбәлде. Бибинур трубканы күтәрҙе. Трубкала:
– Алло, әсәй, беҙ ҡайттыҡ! Һаумы! – тигән улының шатлыҡлы тауышы Бибинурҙы ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы.
– Ғәфү ит, Хәниф, мине өйҙә көтәләр, – тип хушлашып, ашыҡмай ғына, ишекте йомшаҡ ҡына ябып, ҡайтып китте.
Хәниф, ҡапыл да нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалды. Әйтерһең, тыңлап ултырған илаһи матур пластинкаһы ватылып, селпәрәмә килде. Туҡталды моң!.. Ул яңынан балконға сығып баҫты.
– Бына юҡ, тип әйтеп ҡара һин Алланы! – тип йылмайҙы. – Яҙмыш, яҙмыш! Ҡалай үгәй әсәһең һин! Ниңә тормошомда бындай боролош яһаның? Үткәнеңә үкен! – тип әйтеүең булдымы?.. Ә мин үкенмәйем, сөнки йәшлегем менән йәнә осраштырыуыңа рәхмәт! – Бөгөнгө ваҡиғаның ошо урында өҙөлөүенә Хәниф ҡыуанып та ҡуйҙы. Сөнки йәшлек хәтирәләре киләһе көндәренә үҙендә ышаныс нуры ҡабыҙҙы. Ул тоннель осондағы яҡты ут кеүек уны үҙенә саҡырып, әйҙәп, көс биреп торор...
Хәниф инеп, телефондан ауыл яғына бара торған автобустың иң беренсе рейсын шылтыратып белеште лә, юлға әҙерләнеп ҡуйырға тип, хушлашмай ҙа ҡайтып китте...
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.