Совет власы осоронда ҡәртнәйем кибеттә һатыусы булып эшләгән. Һатыуҙан килгән килемде ниңәлер өйөндә йәшереп тотҡан. Аҡсаның нимә икәнен төшөнөп бөтмәгән ике бәләкәс ҡыҙы, уның заначкаһын табып, бер-нисә ҡағыҙ аҡсаны төргәктән алып, яңыраҡ ситтән күсеп килгән күрше ҡыҙы менән “тәтәй” итеп уйнатҡандар. Был хәлде аңғарып ҡалған күрше ҡатыны, ҡыҙҙарҙы лампасый менән һыйлап, аҡсаны үҙенә алырға әүәҫләнгән.
Бер көн кибеттә ревизия эшләгәс, ҡәртнәйемдең өҫтөнә байтаҡ ҡына аҡса сыҡҡан. Енәйәт эше асҡандар. Ярар әле ҡартатайым һыйырын һатып, ҡәртнәйемде төрмәнән ҡотҡарып алып ҡалған. Аҙаҡ ҡына ҡыҙҙар, аҡсаны нисек тәм-томға алмаштырғандарын һөйләп, атай-инәһен аптыратҡан.
Тормош бит ул. Үҙебеҙ ҙә ҡай саҡ лампасыйға алданып, намыҫыбыҙҙы юғалтабыҙ. Яҙмыш тигәнең зәһәр нимә: бер көн лампасый менән һыйлаһа, икенсе көнөнә был артыҡ шашып китмәһен, тип арҡаға ҡамсыһы менән һуҡтыра.
...Һыйыр һатып ҡына ҡотолоп ҡалырмын, тимә.
Рамай Ҡаһиров.