Бөтә яңылыҡтар

Йәйге селлә. Хикәйә

Көнләште шул Гөлназды. Әйтерһең, эсенә шайтан инеп ояланы... Бесәндән ҡайтып күпмелер үтеүгә шундай бер хәл булды. Искәндәрҙең иҫкә алғыһы ла килмәй. Себерҙәге ағаһы отпускыһында уларға һуғылды. Еңгәһе эшендә тотҡарланып ҡалған.

Йәйге селлә. Хикәйә
Йәйге селлә. Хикәйә

...Мөйөштәге ҡыҙыл көләпәле шәмдән һирпелгән ҡыҙғылт яҡтылыҡта ниндәйҙер тылсым барлығын һиҙемләй Искәндәр. Бәлки?.. Гөлназдың нескә бармаҡтары ҡыйыуһыҙ ғына уның наҙ көҫәп тилмергән тәнен иркәләй, күбәләктәй булып, тейер-теймәҫ кенә ирендәренә ҡағыла, иләҫләнеп айҡалған күкрәге тәңгәлендә талпына. Баҙнатлыраҡ итәһе килә уларҙы, һәм бармаҡтар, көтмәгәндә, уның эске талымын шәйләгәндәй, шуҡланып китә, күкрәктәге саҡ ҡына беленеп торған ике алһыу төймәгә алмаш-тилмәш баҫып ала. Ир тәнендә үҙҙәренең барлығын да онотҡан ул төймәләр уянып, һиҫкәнеп ҡуя. Аһ...

Искәндәр үҙенә иркәләнеп һарылған ҡатындың сикәһендә алҡаланып торған сәстәренә ҡайнар тынын өрә, кескәй генә матур ҡолаҡтарына ирендәрен тейҙереп-тейҙереп ала. Шуның һайын һөйгәненең һылыу йөҙө үҙгәрә башлай, танау япраҡтары һиҙелер-һиҙелмәҫ дерелдәй. Наҙҙарыңды шулай танһыҡлап ҡабул иткән ҡатындың илаһи халәтен күреү үҙе бер ләззәт. Ул ләззәт, ниһайәт, Искәндәрҙең бар булмышын биләп ала, тыйып торғоһоҙ тойғолар ташҡыны уны өйөрөлтөп әллә ҡайһы тәрән сөңгөлдәргә батыра ла, аңдың ҡараңғы төпкөлөнә инеп йәшеренеп ҡалған ҡырағай ауаздар шаңдауы менән тетрәндереп, айыҡ донъяға алып сыға.

Тағандағы сәйнүктең «тызт» итеп ҡалыуына Искәндәр тертләп китте. Ниндәй гүзәл хистәрҙе бүлде был сәйнүк. Ут көсәйгән икән. Сәйнүк тағы бер нисө ҡат тызлап алды ла, ҡыҙып китеп, шажларға кереште, ахырҙа көйләп йырлап ебәрҙе һәм, бер тына ҡапыл шымып торғас, усаҡ ғәйрәтенә сыҙамай, ҡапҡасын һикертеп даҫырлап ҡайнап сыҡты. Әллә ҡайын утын ялҡыны, әллә бесән мәлендәге йәйге селлә ипкене шулай тулата сәйнүкте, – белмәҫһең...

Сәй эсеп алғас, Искәндәр гәҙәтенсә ял итергә ҡыуыш эсенә инде. Төш ауышып, көн һүрәнәйә төшһөн дә, тағы бер талай эшләп алыр. Йылдың-йылы ул ялын ошо мәлдә ала ла инәһенең Ыҡ аръяғындағы ҡәҙимге сабынлығында ҡуна-төшә бесән сабып ята. Апаруҡ олоғайған инәһе, һаман һыйырҙан яҙмай, үҙенсә шулай әүерәп, донъя көтә. «Төңөлмә, балам, аслан төңөлмә сабынлыҡтан, атайыңдан мираҫ булып ҡалған даһа, – тип улын ҡеүәтләй ҙә, – эй, мәрхүмем, ҡыуаҡтарҙы ботап, киңәйтеп алғайны аҡланды...» – тип оҙон хәтирәләргә төшөп китә торған инәһен күҙ алдына килтереп, Искәндәр көлөмһөрәп ҡуйҙы. Ҡасандыр атаһы, ағаһы менән өсәүләп сабалар ине лә бесәнде... Әзмәүерҙәй иргә эш сыҙамай ҙа ул, сәхрәлә беләгеңдәге көстө уйнатып алыу ғына был уның өсөн. Бер үҙе йөрөүе эсен бошора. Гөлназ менән уҙғарған былтырғы йәйҙе хисапламағанда, күпме ғүмерҙәр инде япа-яңғыҙ ул ошонда. Был юлы ағаһының Себерҙән каникулға ҡайтҡан улы менән килһә лә була ине, ун алтыһы тулған егетте, шыйыҡһың әле, тигән булып эйәртмәне.

Эргәләш сабынлыҡтағы ағай-эне янына барып гәпләшеп алырға, ҡыуышты шунда ҡорорға ла була, теләмәне. Көнө-төнө тынғы бирмәгән нәмәләр хаҡында яңғыҙы иркенләп уйларға, ниндәйҙер бер аныҡ ҡарарға килергә кәрәк уға. Һаман да тормошо шулай дауам итһә, хыялый буласаҡ. Сәйер. Уйының хыялыйлыҡҡа барып осланыуы үҙе сәйер.

Искәндәрме инде юғалып ҡалыр ир? Етмәһә, кем өсөн шулай болоҡһой бит әле күңеле, шулай аҡтарыла йәне – ҡатын-ҡыҙ өсөн.

Бөтәһе лә ҡапыл килеп сыҡты. Көтмәгәндә. «Килдем. Күрҙем. Еңдем», тигән ти бит бер ир аҫылы. Шуның һымағыраҡ. Күрҙе, ғашиҡ булды һәм үҙенеке итте ул Гөлназды. Әллә киреһенсәме? Һәр хәлдә, осрашып танышыуҙарына күп тә үтмәне, улар Гөлназдың фатирында бергәләшеп йәшәй башланы. Егерме йыл ғүмер иткән ҡатыны Ларисаны, үҫеп буй етеп килгән ҡыҙы Индираны, түп-түңәрәк донъяһын ташлап киткәнен белмәй ҙә ҡалды. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, башта Гөлназ менән көн итештәре һәйбәт барҙы. Һуңғараҡ башланды... Юҡ, яңы баштан тағатырға кәрәк уйҙы. Юғиһә осона ла сыға алмаясаҡ. Искәндәр, серәкәй маҙаламаһын тип, ҡыуыш ауыҙын сепрәк менән ҡаплап ҡуйҙы, кипкән бесән өҫтөнә һуҙылып ятты. Шуны ғына көткәндәй, уйҙары уны йәһәтләп ҡамап-сырмап алды, тағат та тағат әйҙә...

Көнләште ул Гөлназды. Анау бер мәжлестә һуң... Гөлназдың әхирәте ҡыҙының туйына саҡырғайны. Бик матур урында, шыршылар араһындағы бер кафела барҙы туй. Шулай матур ғына уйнап-көлөп ултырғанда ҡоҙалар яғынан кемдер гармунсы таптыра башланы. Йәнәһе, магнитофонға бейеү бейеү түгел ул. Гөлназдың әхирәте түҙмәне, гармунсы эҙләп ҡала буйлап сыҡты ла китте. Китеп барһа, береһе гармун уйнап, икенсеһе ҡурай тартып ике егет килә икән. Әхирәте үткер ҡатын, әйтә һалған, туйға инеп, ҡунаҡтарҙы бейетеп сыҡмаҫһығыҙмы, ҡустылар, тип, тегеләр ризалашҡан. Килеп керҙеләр, әй, «Аҡ сирендәр»ҙе һыҙҙырып. Бәй, ҡурай тартҡаны Гөлназдың танышымы? Искәндәр өҫтәл артынан сығып еләҫкә, тәҙрә төбөнә барып баҫҡайны. Ары-бире йөрөп ҡайнашҡан ҡунаҡтар аша күреп-күреп ҡала: Гөлназ теге егетте ихласлап өҫтәл артына ултыртты, әллә ҡосаҡлап та алды, әллә үпте лә, әллә хатта тубығына менеп ултырҙы... Искәндәрҙең күҙ алдары ҡараңғыланды. Тамағына төйөр килеп тығылып, сәсәп ебәрҙе. Тәне ҡалтыранды, быуындары бәлтерәне. Яндарына барыр ине, ҡуҙғала алмай, әйтерһең, ҡаҙаҡлап ҡуйғандар. Тәмәке тартайым тиһә, бармаҡтары тыңламай. Йәнасыҡҡа иҙеүен ысҡындырҙы, галстугын бушатты...

Ҡайтҡас шуларҙы әйткәйне, Гөлназ рәхәтләнеп көлдө.

– Үҙем дә инде, егеттәр менән шундуҡ таныштырырға кәрәк булған. Йәштәрҙән көнләшеүең күңелде үҫтерҙе, тик улай итмә башҡаса. Ҡурайсы егетте ысынлап та яурынынан яратып, яңағынан үбеп алдым шул. Үҙемдең уҡыусым бит, ҡалғаны – күҙеңә күренгән, – тине.

Был үпкәләшеү яйлап баҫылды. Ул арала бесән өҫтө килен етте. Гөлназ менән бергә отпуск алдылар ҙа Искәндәрҙең тыуған яҡтарына юлландылар. Инәһе әҙерләнеп көтөп торған. Тиҙ өйрәнде ул да Гөлназға. Ғүмер иткән килене һымаҡ күрҙе лә ҡуйҙы. Лариса был яҡтарға килмәй ҙә ине, гел үҙенекеләр яғын ҡайырҙы. Баланы ла форсаты сыҡҡан һайын шунда оҙатты. Шуғалыр ҙа Искәндәрҙең инәһе ул килененән ситләшеп бөттө.

Бер-ике көн ял иттеләр ҙә, аҙна-ун көнлөк ризыҡ алып, сабынлыҡҡа киттеләр. Күршеләренең дә бесәне Ыҡ аръяғында, уларҙың арбаһына тейәлделәр.

Бик дәртләнеп килә лә килеүен, эш майлы бутҡа түгел, түҙерме икән? Ялыҡһа, ҡайтарып ебәрер, яңғыҙ бесән эшләргә өйрәнәһе түгел. Искәндәр шулай уйлап, Гөлназға күҙ һалды. Уныһы арбанан аяҡтарын һәлендереп ултырған да тирә-яҡ мөхиткә таң ҡалған.

– Искәндәр, күр әле, ҡайындар беҙҙән ҡалмаҫҡа тырышып йүгерешә!..

Бер ҡасан да, мәңге-мәңге ҡабатланмаҫмы икән ни былтырғы йәй?! Шулай йәнде болоҡһотор, һыҙландырыр һағыш ҡына булып ҡалырмы?

Төш ауышыуға килеп еттеләр. Ҡыуыштың бер-ике терәүе ҡыйшайған, шуны йүнәтеп йәшел бесән менән ҡаплайһы ғына бар. Әйберҙәрҙе урынлаштырырға кәрәк.

Гөлназ иһә бер ҙә нишләргә белмәй юғалып ҡалманы. Эргәлә генә сылтырап аҡҡан шишмәгә төшөп һыу алды, ҡаҙанға картуф йыуып һалды, сәйнүк менән бергә тағанға элеп тә ҡуйҙы. Утты ла тиҙ тоҡандырҙы. Искәндәр үлән сабып килтергәнсе ашъяулыҡ йәйеп, аш-һыу хәстәрләп өлгөрҙө. Аҙаҡ һауыт-һабаны йыуып, аҡ сепрәккә төрөп ағас ботағына элеп ҡуйыуына тиклем белдекле ине. Әйтерһең, ғүмер буйы бесән сабып, яланда көн иткән.

Эште кистән башламаҫҡа булдылар. Иртәнге эш хәйерле. Йоҡлар алдынан йыуынып-сайынып алырға тип шишмәгә төштөләр. Бер урынды Искәндәр быуалап та ҡуйғайны: сөм генә, ирәүәнләп йөҙөп булмай, ә сайҡанып сығырлыҡ. Шунда ҡыҙыҡ өсөн генә һыу сәсрәтешеп шаяра башлағайнылар, Гөлназдың аяғы тайып китеп, сумды ла ҡуйҙы. Уны тотоп ҡалам тигән Искәндәрҙе лә бергә һөйрәне. Лыс һыу булып, көлөшә-көлөшә ҡыуыш яғына йүгерҙеләр. Усаҡтың ҡуҙы баҙлап ята ине әле, сытыр-сатыр ырғытыуға дөрләп тә китте. Искәндәр йәһәт кенә күлдәк-салбарын сисеп, ағас ботағына элде, усаҡ тәңгәлендәге бер төмөзгә барып ултырҙы. Ә Гөлназ... Гөлназ бик йыш тап шул ваҡыттағы ҡиәфәтендә уның күҙ алдына килеп баҫа. Еүешләнгәс бөҙрәләнеп киткән сәстәре яурынына төшөп тора. Былай ҙа ҡара ҡаштары ап-аҡ йөҙөндә әллә ҡайҙан ҡыйғасланып күренә. Күктәге ай нуры, ерҙәге усаҡ ялҡыны бергә ҡушылып әллә ниндәй сихри яҡтылыҡ хасил итә. Гөлназ күлдәген һалып һыға, сәстәрен тарай. Әллә ысын, әллә әкиәт. Уның һынында шундай әсир итеү көсө бар, әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Әлбиттә, бала тапҡан ҡатындың кәүҙәһе тел тейҙергеһеҙ камил түгел, кәмселектәре лә бар. Әммә улар тап Искәндәрҙе ылыҡтырған кәмселектәр. Гөлназдың атлауы шундай матур, оҙон аяҡтарын тубыҡтан түгел, ә янбашынан ҡуҙғатып атлап китһә, һомғолдоң да һомғоло. Усаҡ тирәләй әле тегеләй, әле былай үткеләп, ҡалай арбай күҙҙе. Ут өлпөлдәп яна, ҡан хәтерендә ҡалған әллә ниндәй тойғоларҙы ҡуҙғата уның өлпөлдәүе, ә тәбиғәт ҡосағында әкиәти яҡтылыҡта һынланған ярым яланғас ҡатынды күҙәтеп ултырған ирҙең йөрәге елкенә. Күпме сабыр итергә була? Янына барып сүгәләне Искәндәр. Әле олоғайыу касафаты ҡағылмаған төҙ, шыма аяҡтарҙы ҡосаҡланы, һәм һикереп тороп ҡатынды күтәреп алды. Көс тә бар икән үҙендә. Ауыр ғына кәүҙәле Гөлназды елп иттереп ҡыуыштағы йәшел бесән өҫтөнә йәйелгән түшәккә алып барып һалды. Һалды ла, һоҡланып ҡарап торҙо. Гөлназ тигеҙ тештәрен күрһәтеп йылмайҙы. Искәндәрҙең ул тештәрҙе берәм-берәм теле менән һанап барлағаны, берәм-берәм үбеп сыҡҡаны бар. Ә әле, ҡыуыш ауыҙынан урғылып ингән ай яҡтыһында Гөлназдың тештәре аҫыл таш кеүек йымылдай... Искәндәрҙең башын әйләндереп сәскә еҫтәре аңҡый. Гөлназдың сәстәре, йәшел бесән, – бер иш шулай аңҡый, иҫеңде ала...

– Искәндәр, беләһеңме ни өсөн бында төндәр шулай яп-яҡты?

– Һин булғанға.

– Мин юҡта ла яҡтылыр, сөнки, ҡайҙа ҡарама, аҡ ҡайындар балҡып ултыра. Мин уларҙы аҡ шәмдәргә оҡшатам.

Һуңынан Гөлназ уның беләгенә башын һалып йоҡлап киткәс, Искәндәр оҙаҡ уйланып ятты. Мөхәббәт тигәндәре бөтөнләй ул белмәгән нимә булып сыҡты лаһа...

Лариса менән дә һәүетемсә, татыу ғына йәшәне. Ир менән ҡатын араһында була торған нимәләр улар араһында ла булды. Ләкин бына әлегеләй, үҙеңде-үҙең аңдып, иртәгә лә ҡабатланырмы был мөғжизә, тип, ышаныр-ышанмаҫ бәхеткә сумып ятыу ҡайҙа ти ул?

Искәндәр һаҡ ҡына тороп тышҡа сыҡты. Тәү күргәндәй, йомро аҡланды уратып баҫҡан ҡайындарға күҙ һалды. Бәй, улар бит баяғы усаҡ янында баҫып торған Гөлназға оҡшағандар. Ап-аҡ тәнле, һомғол буйлы Гөлназдар. Их, әйтәһе ине үҙенә, ярар инде, йоҡлаһын...

Иртән Гөлназ уятты.

– Искәндәрем, – ул йыш ҡына шулай өндәшә, – уян, салғыларҙы яны, ҡояш төшлөккә етеп бара. Сәй ҡайнаттым, мәтрүшкә һалып.

Туғыҙлы салғы ла Гөлназға тип алып килгәйне, үҙе бик һорағас: ағас араһын булһа ла сапҡылар, йәнәһе. Ә Гөлназ уның артынан төшөп алды, үксәһен уйып алырҙай булып, бер тотам ҡалмай. Ҡолас ташлап тороп саба, аяҡтарын ирҙәр кеүек баҙыҡ баҫып килеүен күр. Тап-таҡыр итеп ала бит әле.

Бесәнде бер аҙнала сабып, күбәләп тә ҡуйҙылар. Нисек кенә арыһалар ҙа, ана, ай шаһит, улар бер-береһенә арҡа ҡуйын, һөйөшмәйенсә таң аттырманы. Бер төн икенсеһенә оҡшаманы, үҙенсә ҡабатланмаҫ булды.

..Бер таңда Искәндәр иртәрәк уянды. Юлда күргән ромашкалар иҫенә төшөп, шуларҙы бер ҡосаҡ йыйып алып ҡайтты. Ярай сапмағандар икән әле. Сәйнүкте тағанға аҫып, ут яҡты ла, сәскәләрен ҡыуышҡа индереп, Гөлназдың баш осона һалды. Уныһы асынып китеп, тәмле итеп йоҡлай. Искәндәр бер ромашканың таждарын өҙөп, Гөлназдың тәненә һипте. Уянманы. Ысыҡлы таждар уның ап-аҡ түштәрендә һарғылтыраҡ булып күренеп ята. Аҡ ромашкаларҙан да ағыраҡ түштәр. Аһ... Искәндәр тағы бер сәскәне алып, һаҡ ҡына Гөлназдың биттәренә, ирендәренә ҡағылды, муйынын ҡытыҡланы. Ромашка уның ихтыярына буйһон до, ҡатындың тәнен ул теләгәнсә иркәләне. Күл өҫтөндә йүгергән күренер-күренмәҫ тулҡындар һымаҡ тибрәнеүҙе күрҙе Искәндәр ул дәрт менән ҡуша уянған тәндә.

– Ана, сәйнүк ҡайнай түгелме?

– Их, шул сәйнүкте, инде һушыңды алдым тигәндә, Гөлназ...

– Көндөҙгө серемгә ҡалһын уныһы, йәме, Искәндәрем...

Аяуһыҙ селләнең төшлөк мәлендә ҡыуышта ял итеүҙе Гөлназ «көндөҙгө серем» тип атағайны. Күпме серләште, сөкөрҙәште улар шул сәғәттәрҙә. Гөлназ уғата асылып, ихласланып китте. Бер көндөҙгө серемдә ике бәләкәс ҡыҙыҡай тураһында һөйләгәндәре Искәндәрҙең хәтерендә уңмаҫлыҡ, уңалмаҫлыҡ булып уйылып ҡалды.

...Ике бәләкәй генә ҡыҙ бала сана һөйрәп ҡарама ботарларға тип урманға бара. Юлдан әллә ҡайҙа эстә кирелеп үҫеп ултырған ҡарамаларға көрт йырып саҡ-саҡ үтәләр. Өлкәнерәге, туғыҙ йәштәр самаһындағыһы, биленә балта ҡыҫтырып, ҡарамаға үрмәләп менеп китә. Шунан ботаҡ остарын сабып, аҫҡа ырғыта, ә һеңлеһе йыйып санаға тейәй. Былай булғас, һәүкәштәре иҫән-һау йәшел үләнгә аяҡ терәр, инде март та бөтөп килә.

Йылдың-йылы шул март етһә, бесән яғы таҡырая. Ҡарама ботағы, йыла ташып хитлана ҡыҙҙар. Һәүкәш тә, ваҡ мал да ҡараманы бик әүәҫ мөнтәй.

Их! Ҡарама башындағы ҡыҙыҡайҙың ҡулынан балтаһы төшөн китә лә яҙғы ҡояшта муртайған ҡарға сума. Ҡыҙыҡай, артынан һикереп, муйынынан ҡарға бата. Һеңлеһе ҡысҡырып илап, уның яғына ынтыла. Нишләргә? Һеңлеһе былай килһә, икәүләп баталар ҙа, сыға алмайҙар инде. Әһә, әсәһенең Белоретҡа көнбағыш һатырға барғанда ошондайыраҡ хәлгә тарығанын һөйләгәне хәтерендә. Ниндәйҙер бер йылға аша сыҡҡанда боҙ уйылып китә лә, әсәһе һыуға сума. Хәл хәтәр. Инде сығам тиһә, боҙ кителә лә, кире бата, арҡаһына артмаҡлаған төгө ла артҡа тарта. Мәңге ҡотолаһы түгел. Шунда унан алда боҙҙан үтеп өлгөргән әхирәте ярҙамға килә, санаһына йәбештереп, һөйрәп сығара, һеңлеһе лә шулай итһен, сананы бушатын, анаһы яғына этәһен дә, был тотонғас, бауынан тартһын. Шулай итәләр ҙә. Һеңлеһе юл буйы: «Апай, әл дә һин батыр әле», – тип илап ҡайта.

– Ул ике ҡыҙыҡайҙың өлкәне һинме, Гөлназ?

– Нисек танының?

– Таныным инде. Ышанырлыҡ түгел түгелен һинең кеүек иркә ҡатындың шул ауырлыҡтарҙы кисереүенә.

– Иркәләүҙән дә мин мәхрүм булып үҫмәнем. Ике яҡтан ике өләсәйем бәпләне, үҙҙәренсә. Иремдән бик уңдым, яратты, рәнйетмәне. Яҡшы ҡулға эләкһә – ебәк, насар ҡулға эләкһә – сүбәк, тип ҡатын-ҡыҙ тураһында әйткәндәр. Мине ирем ебәк итте.

Байтаҡ ваҡытҡа икеһе лә шым ҡалды. Шунан Гөлназ һүҙ башланы.

– Искәндәр, һин дә әҙерәк бала сағың, егет ҡороң хаҡында һөйләп алыр инең.

Тотоп ҡына нимә һөйләһен инде Искәндәр? Күҙен йомоп йоҡлағанға һабышты. Үҙе шым ғына уйы менән шәхси тормошон байҡап сыҡты. Атайлы булғас, ел-ямғыр күрмәй үҫте, уҡыны. Армиянан ҡайтҡас, ҡалаға сығып китте, пропискаһы еңел тип, милицияға эшкә керҙе, һаман да эшләп йөрөй шунда. Өйләнде. Уңманы, тип әйтеп булмай. Лариса ипле, сибәр ҡатын. Индиралары тыуыуға ҡәйнәһе менән ҡайныһы йыһаз тулы фатирҙарын йәштәргә ҡалдырып ауылдарына ҡайтып китте. Шунда мал аҫырап донъя көтәләр әлегәсә. Ите-майы – уларҙан. Ни етмәгән? Гөлназ осрамаһа, әүәлгесә йәшәп тә ятыр ине. Осраны шул... Әллә үҙенә, әллә Гөлназға ризаһыҙлыҡ морон төртөп ҡуйҙы.

Күпме тырышһа ла, Искәндәр уйҙарын бәйнә-бәйнә генә һүтә алманы. Әле бер остан, әле икенсе остан килеп сығып сыуала башланы улар. Ҡайһы остан тартһа ла, «Ниңә айырылдыҡ һуң беҙ Гөлназ менән?» тигән һорау һуҙылып килә лә сыға, килә лә сыға.

Көнләште шул Гөлназды. Әйтерһең, эсенә шайтан инеп ояланы... Бесәндән ҡайтып күпмелер үтеүгә шундай бер хәл булды. Искәндәрҙең иҫкә алғыһы ла килмәй. Себерҙәге ағаһы отпускыһында уларға һуғылды. Еңгәһе эшендә тотҡарланып ҡалған. «Өфөлә осрашабыҙ ҙа, башта инәй янына, унан еңгәндең тыуған ауылына китәбеҙ, быйыл мәсьәләне шулай ҡуйҙым», – тигәйне лә ағаһы, еңгәһе, ғәҙәтенсә, уның һүҙен йығып, тура үҙ яғына ҡайтҡан да киткән. Шунан ирен саҡырып телеграмма һуҡты. Бүтән саҡта «һайт» тигәнгә «тайт» итеп торған мәүеш ағаһы был юлы иҫе лә китмәне. «Өлгөрөрбөҙ, беҙҙең отпуск ике ай, – тип кенә ҡуйҙы. – Әле килен миңә театрҙарҙы күрһәтергә вәғәҙә итте, йөҙ йыл башҡорт әртистәренең уйнағанын күргән юҡ».

Еңгәһе өс телеграмма һуҡты, ул бик яндырай холоҡло. Нисек шартлап үҙе килеп төшмәне әле, ғәжәп. Ә ағаһы театрҙан театрға йөрөй. Бер спектаклгә Гөлназ да барҙы. Ҡайтҡас, телевизорҙан шундай шәп киноны ла һанламай, кухняла үҙҙәре ҡараған тамаша тураһында һөйләшеп ултырҙылар. Икәүҙән-икәү. Кино бөткәс, былар эргәһенә сыҡһа, ни күрһен: ағаһы тубыҡланған, бер ҡулын күкрәгенә ҡуйған, икенсе ҡулына Гөлназдың ҡулын алған... Искәндәрҙең, теге туй мәжлесендәге кеүек, тыны ҡыҫылды, һауа етмәгәнлектән, ауыҙы бер асылды, бер ябылды. Ҡалғанын хәтерләмәй, күҙен асҡанда карауатта ята ине. Моғайын, ҡолағандыр. Шул кәүҙәһе менән! Һөйрәтеп килтереп һалдылармы икән тегеләр?

– Искәндәр, ҡурҡыттың бит. Хәҙер врач килер, «скорый» саҡырттыҡ, – ти Гөлназ.

Ағаһы, мәүеш (мәүеш итерһең уны), күҙен селт-селт йомоп ҡаушаған да киткән.

– Ни ҡыланыуың был, ҡусты, йөрәгең слабый түгел ине лә, вәт те на! – тип һөйләнә үҙе.

Искәндәрҙең шаңҡыуы шул кимәлдә ине ки, ул кемеһенәлер нимәлер тип әйтергә үҙендә көс тапманы.

«Скорый» врачы: «Берәй стресс кисерҙегеҙме?» – тип төпсөндө, дарыуҙар яҙып бирҙе. Ҡан баҫымы күтәрелгән икән. Ғүмерҙә булмағанды...

– Ярай, ҡусты, һин держись, минең бисә тағы телеграмма һуҡҡан, ҡуҙғалайым, эләгер әтеү, – тип, ағаһы ауыл яғына шылды. Гөлназ байтаҡ ваҡыт шымайып йөрөнө, борсолоуы йөҙөнә сыҡты.

– Ғәйебеңде таный беләһең икән әле шулай ҙа, – тип һүҙ ҡатты Искәндәр ахырҙа.

– Шулай әйтерһең, тип ҡурҡҡайным да...

Йомшаҡ холоҡло тип уйлаған Гөлназ уға шунда бик ҡаты бәрелде, оноторлоҡ түгел.

Искәндәр йәненә сыҙамай барып ҡыуыш ауыҙындағы сепрәкте йолҡоп ырғытты. Түҙерлек түгел был селләгә, өтөп алып бара. Эсеңдә лә ут янһа, ят та үл инде.

– Арыным, Искәндәр, – тине Гөлназ. – Мин шундай кеше, һәр нимәлә үҙемдең дә ғәйебемде эҙләйем. Был юлы ла һинең көнсөллөгөңдө күҙ уңынан ысҡындырғанмын, абай булырға ине, тип үҙемде битәрләйем. Һуң бит бер туған ағайың! Уның менән дә ҡурҡып, һағайып һөйләшәйемме?

– Күрҙем бит!

– Нимә күрҙең? Ул бит шулай нескә күңелле кеше икән, хисләнеп китте лә, спектаклдәге бер күренеште ҡабатлап күрһәтте. Үҙем дә көтмәгәйнем. Хәйер, шул тәьҫиргә бирелеп киткәйнем... Ә һин, әллә ниндәй мәғәнәһеҙ уй уйлап... Юрый ҡыланһаң, ғәфү итмәҫ инем, үлә яҙҙың бит. Абау, хоҙайым. Бик тә көнләшкең килһә, ана, минең үлгән иремдән көнләш. Рөхсәт итәм. Теләйемме, теләмәйемме, мин һеҙҙе сағыштырырға мәжбүр, ғүмеремдең яртыһы уның менән үткән. Их, ниндәй алтын кеше булған, нисек аңлаған, әҙәмгә һанаған икән ул мине!

Шунан һуң Искәндәр көнсөллөгөн эсенә ныҡ йәшерергә тырышты. Гөлназ да аң йөрөнө, ахыры. Хәйер, Искәндәр әллә ни көнләшмәҫ тә булып китте, тик көнө-төнө мейеһен бер шик бырауланы: Гөлназ яңғыҙ ҡалмаҫ өсөн, ышыҡ булһын өсөн генә сыҡҡандыр миңә, һаман да вафат ире тип йөрәге һыҙылалыр. Имеш, унан көнләшергә рөхсәт итә. «Ебәк иткән» иргә ни... Тимәк, һаман уны иҫләй, уны ярата.

Был ғазаптан да ҡотолорға яйы сыҡты һымаҡ ине. Бер мәл Гөлназ үҙе башланы һүҙҙе:

– Анау Мәсәғүттәге апайыңды әйтәм, Искәндәр, нишләп тағы иргә барманы икән? Ирһеҙ ҡалғанда утыҙҙан саҡ уҙғайны, тиһең бит. Әле лә бирешмәгән, төҫ ташламаған.

– Ниңә уны иҫеңә алдың әле?

– Бәй, анаулайтып йонсоғансы, инәй ҡайғыра лаһа, ҡапҡаһы ҡыйшайған, кәртә-ҡураһы туҙған, тип. Бер бөртөк ҡыҙы ла әллә ҡайҙа Ҡаҙағстанда кейәүҙә икән. Ауылда яңғыҙ йәшәүҙең ни икәнен беләм мин, әсәйемдән күреп беләм. Юҡмы икән ни берәй тол абзый?

– Булһа ла, бармай ул. Һоратып ҡарағайнылар.

– Йүнлеһе һоратмағандыр.

– Йүнлеһе лә һоратты, барманы. Еҙнәм үҙен бала менән ташлап сығып киткәс, бер ултырып та иламаны: «Киткән ерендә ерекһен, әйләнеп ҡайтмаһын, аҡ тәүбә, ҡара тәүбә, мәңге ир төҫө күрмәһәм дә бәхил», – тип әйтте апайың, тип инәйем һөйләгәне иҫтә. Еҙнәм иҫ китмәле алама холоҡло ине. Эсте лә ғауға күтәрҙе, эсте лә ғауға күтәрҙе. Шуға үлеп биҙгән унан, ғөмүмән, ир-аттан төңөлгән ул апайым.

Шуны ғына көткәндәй, Гөлназ эләктереп алды:

– Искәндәрем, һин бит мине бимазалаған бер һорауға яуап бирҙең дә ҡуйҙың. Әлбиттә, мин тәүге ирем һәйбәт булғанға күрә генә икенсе тапҡыр ғаилә ҡорорға тәүәккәлләнем. Уны онотҡанға, яратмағанға түгел, киреһенсә, онотмағанға...

Үҙе ҡапыл, еренә еткереп аңлата алмауына ғажиз булып, туҡталып ҡалды.

– Яратҡанһың шул уны, әле лә яратаһың, – тип ялғаны Искәндәр төшөнкө тауыш менән.

– Юҡ, әле мин һине яратам. Һине. Шуға ла ул мине теге донъяла ғәфү иткәндер, тим, аңлағандыр. Аҡыллы, йөрәкле кеше ине.

– Ә мин аҡылһыҙ, йөрәкһеҙ инде? Бер бүкән?

– Бүкән булма! – Гөлназ шулай киҫкен генә әйтте лә, йомшағыраҡ тауыш менән бөтөрөп ҡуйҙы: – Атайһыҙ, ағайһыҙ үҫтем, олатайҙарым һуғышта үлгән, был донъяла мин белгән, үрнәк иткән ир кеше әлегәсә берәү ине – ул...

Шул һүҙҙәрҙән һуң да тағы нимә төпсөнәһең инде Гөлназдың тәүге ире хаҡында. Ул ир бер ҡасан да ҡатынының күңеленән сығып китмәйәсәк. Быға күнергә, Гөлназ күңелендә үҙ урыныңды яуларға ғына ҡала.

Бөтәһен дә аңлаған һымаҡ ине лә, иллә мәгәр барыбер әллә нимә булды Искәндәргә. Ирлек сәменә тейҙе Гөлназдың һүҙҙәре тиһәң инде... Ҡайҙалыр эстә, күңелдең йәшерен мөйөшөндә бер шайтан уянды ла, уңайы сыҡҡан һайын уны ҡотортоп тик торҙо.

Бер көн иртән, дежурлығын атҡарып ҡайтырға торғанда, Лариса шылтыратты. Индира ауылда өләсәһендә икән дә, сирләп киткән, тиҙ генә ҡалаға алып ҡайтырға, врачтарға күрһәтергә кәрәк. Әлбиттә! Искәндәр бик ашығып алыҫ районға юлға сыҡты. Бара-бара әҙерәк тынысланғас, ипләп фекер йөрөтә башланы. Гөлназға хәбәр итергә кәрәк тәһә. Аэропорт тирәһенә саҡ етеп килә, боролоп инеп, шылтыратып була. Шунда эсендәге шайтан ҡотҡо һалды: юғалтһын әле, көйәләнһен. Үҙе лә көнләшһен. Искәндәр аэропортҡа боролоп торманы...

Машинаһын ҡәйнәләренең йорто алдына туҡтатыуға, ҡапҡанан Индира йүгереп килеп сыҡты:

– Папа килгән, папочка!

– Ҡыҙым, сирләмәйһеңме? – тип һораны Искәндәр.

– Юҡсы, не болею, не болею, – тип яуапланы ҡыҙ.

Ул да булманы, ҡәйнәһе күренде.

– Бәс, кейәү, хәбәр-хәтерһеҙ генә килеп төштөң, – тине ул. – Ни хәлдәр бар? Әйҙүк, уҙ, самауыр ҡуйып ебәрермен. Их, ҡайның өйҙә юҡ, йәй булһа, урмандан ҡайта белмәй.

Юҡ, ашығам, тип боролоп китеп булмай ҙаһа. Ҡыҙын да һағынған. Бер аҙнанан уның тыуған көнө лә, ун биш йәш тула. Бүләк алырға кәрәк, бәй. Өйгә лә инеп тормай, тура магазинға йүнәлде Искәндәр.

Магазин бай ғына икән. Алыпһатарҙар төрлө тауарҙы килтереп өйгән. Ҡыҙына ҡиммәтле генә сумка алды, үҫкән инде, тотоп йөрөһөн әйҙә, йәме менән. Шунан өсәүләп ултырып сәй эстеләр, уны-быны һөйләштеләр. Ҡәйнәһе былай ипле ҡарсыҡ, төрттөрөп маташманы. Индира әллә бик аңлап етмәй атаһының бөтөнләйгә икенсе ҡатынға киткәнен, әллә замана балаларына хас булғанса, илтифат етмәй. Ҡайтырға ҡуҙғалғас ҡына, ғәҙәтенсә: «Мамаға привет», – тип ҡуйҙы ла, нисектер сәйер итеп ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Ҡыҙының был ҡылығы бик эсен бошорҙо Искәндәрҙең. Һәм ул һуңғы айҙарҙа беренсе тапҡыр үҙен ғәйепле итеп тойҙо, әйтерһең, кемдер яурындарына ауыр йөк килтереп баҫтырҙы. Ярай әле, шунда Ларисаның уны алдап ебәргәне иҫенә төштө, асыуы ҡабарҙы, теге йөктө һелкеп ырғытты ла, киҫкен баҫып машинаһына йүнәлде.

Көн кискә ауышты. Ямғыр һибәләй башланы, юл ауырлашты. Баяғы йөк тағы яурынын иңкәйтте. Ә ниңә Ларисаның алдағанын көтөп торорға? Ниңә Индираны былай ҙа барып күрмәҫкә ине уға? Гөлназдың да ҡыҙы бар, аңлар. Искәндәр бит әле уның ҡыҙын ҡарай...

Ҡарай? Был уйы үҙен дә аптыратты. Нишләп ул һөнәр алып эшләй йөрөгән еткән ҡыҙҙы ҡараһын ти? Гөлназ әйтмешләй, күҙ асып йоморға өлгөрмәҫһең, күҙле-башлы булып сығып та китер. Ә ниңә уның сығып китеүен теләй һуң Искәндәр? Ул бит ҡамасау түгел. Үҙ бүлмәһе, үҙ тормошо, күҙгә-башҡа ла салынмай. Их, кистәрен, бөтә ғаилә түңәрәкләп сәй эсеп ултырғанда Индираһы ла янда булһа икән дә бит...

Ҡапыл баранка ҡулынан ысҡынғандай булды. Машина, боҙҙа тайғаҡлаған кеүек, тегеләй-былай уйнаҡлап китте лә фараларын шарҙай итеп яҡтыртып килгән «уазик»ка һырты менән барып бәрелде. Кемдең нисектер, Искәндәрҙең башынан бер генә уй үтте: бөттө! Нисек-мәгәр ярлауға осмай ҡалып, машинаһын туҡтатыуға, теге «уазик»тың хужаһы ажғырып килеп сыҡты. Эй, шул урыҫтарҙың ҡот осҡос алама һүгенеүе. Баҫҡан урыныңда ер булырһың, билләһи. «Уазик» имгәнмәгән, әҙерәк сыйылған ғына, Искәндәрҙең «Жигули»йы арыу уҡ йәмшәйгән. Урыҫ та яйлап тынысланды, биргән аҡсаны алды ла ары китте. Искәндәргә ошонда туҡтап ҡалыуҙан башҡа сара ҡалманы. Руль тыңламай, тағылып ҡайтырға машина юҡ, төндә кем йөрөһөн оҙон юлда? Ҡыҫҡаһы, ике көн, бер төн тигәндә Өфөгә саҡ барып етте.

Гөлназ балконда юлға ҡарап көтөп тора ине. Күҙе киткән ҙурайып, ҡобараһы осҡан. Бысранған кейеменә шикләнеп ҡарай. «Машинаны бәрҙем», – тигәс, ҡулдарын, аяҡтарын ҡапшай башланы, һынмағанмы, йәнәһе. Лариса булһа, сәрелдәп, машинаны ҡарарға йүгерер ине әле...

– Ҡайҙа барҙың һуң, кемгә?

– Мәсәғүткә. Апайымдың ҡапҡаһын йүнәтеп килдем.

– һәйбәт булған. Нишләп һуң әйтеп китмәнең? Борсолдом, уйламаған уй ҡалманы. Инәйҙәргә һуғылдыңмы? Юл ыңғайы ла.

– Юҡ, өлгөрмәнем. Иртәгә тағы дежурға.

– Һуғылырға ине.

– Шулай килеп сыҡты инде. Алдамайым, ант бына, инәйем менән ант итәм.

– Ташла әле. Искәндәр, шул ғәҙәтеңде. Ниткән ант итеү ул, етмәһә, инәй исеме менән.

Юҡ-бар нәмә өсөн дә «ант ит» тип ныҡышҡан Ларисанан шулай еңел генә ҡотолоп өйрәнгән шул Искәндәр. Алдап та өйрәнгән...

«Гөлназ кем әле ул тиклем, маһайтма. Үҙе һине көнләшһен», – тип теге шайтан да һаман ҡотортоуҙан туҡтаманы. Искәндәрҙең еңешеп өйрәнмәгән йомшаҡ холҡо тамам ҡотҡоға буй һондо ла ҡуйҙы. Юрамал эшенән һуңлап ҡайтҡан булһынмы, тәүге ҡатынына ун йылдан һуң да кире әйләнеп ҡайтҡан бер танышын иҫкә төшөрөп алһынмы, гел бер яҡҡа һуҡтырҙы – Гөлназды шөрләтеү яғына. Уныһы бик илтифат итмәгәс, хатта шундай уйҙырма сығарыуға барып етте: имеш, Индира, «Папа, ҡайт, ҡайтмаһаң, машина аҫтына ташланам», тип әйтә була.

Инде Гөлназ уға бигерәк тә сат йәбешеп ятыр тигәйне лә, киреһенсә булды.

– Искәндәр, һин минең йөрәгемә ауыр йөк һалдың, – тине Гөлназ, бер килке уйланып йөрөгәс. Иҫтән дә сыҡмаҫ был. Ысынлап та балаға бер-бер хәл булһа, эшемдә лә эшләй алмам. Кемделер фажиғәгә этәреп, ни намыҫ менән мин уҡыусыларыма матур һүҙҙәр һөйләп торормон. Ғөмүмән, йәшәй алмам, әгәр ҙә... Ғаиләңә ҡайтырға тейеш һин, былай булғас.

– Шаярттым ғына мин, улай тәрәнгә төшмә, Гөлназ.

– Нисек, шаярттың?

– Ну, алданым. Ант итәм, алданым.

– Алдағанға ла ант иткәнде ишеткәнем юҡ ине әле...

Артабан сөй өҫтөнә сөй өҫтәлә барҙы. Теге бесәнде алышырға тип барып төшһәләр, инәһе менән Мәсәғүттәге апаһы сәй эсеп ултыра. Йөрәге терт итеп ҡалғайны ла, тиктәҫкә булмаған. Гөлназ һүҙ араһында: «Апай, ҡапҡаң матур булғанмы, килештерҙеңме Искәндәрҙең эшен?» – тип һораны ла ҡуйҙы. Апаһы ла инде, иҫһеҙ, тиҙ генә башын эшләтһә ни була: «Ниндәй ҡапҡа, ул бөтөнләй ауҙы әле», – тип бошоноп китеп һөйләй башланы. Гөлназдың төҫө ҡасты. Ағарынған сырайында бер минут эсендә әллә күпме кисерештәр сағылды. Үҙе аҙаҡ әйтеүенсә, сабыр туҫтағына һуңғы тамсы тамғандыр.

Кисен, тупһаға сығып ултырғас, Гөлназ Искәндәрҙең ҡосағына ла һыйынманы, яурынынан һыйпаған ҡулын да ытырғанып алып ырғытманы, талаш та ҡуптарманы.

– Айырылабыҙ, Искәндәрем, – тине ул ябай ғына итеп.

Үтер, юҡ-бар нәмә өсөн кеше айырылыша тиме ни. Шулай уйланы Искәндәр. Иртәгәһенә лә Гөлназ һүҙен яңыртмағас, ҡәйнәһе менән көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп йорт эштәре менән булашҡас, бөтөнләй тынысланды. Тик, Өфөгә ҡайтҡас, тағы ла:

– Искәндәр, йыйын инде. Ғаиләңә ҡайт, ҡабул итерҙәр, – тип һалмаһынмы Гөлназ.

– Ҡабул итмәй, ҡайҙа барһындар? – тине Искәндәр ҙә, сер бирмәҫкә була. – Эшкә шалтыратмаған көндәре юҡ.

– Улай булғас, бөгөндән йыйын, минең дә күңел тынысланды, юҡһа, ҡайҙа барыр, тип борсола инем.

– Гөлназ, ә ниңә айырылабыҙ?

– Мөхәббәтте күтәрерлек көсөң юҡ һинең, Искәндәр. Көнләшәһең. Алдашаһың.

– Шул ҡапҡа тип, бер пүстәк алдашыуға бәйләнәһеңме?

– Бер алдаған мең алдай, мең алдаған гел алдай, ти торғайны өләсәйем.

– Мин һиңә хыянат итмәнем. Ант итәм. Инәйем менән... – Искәндәр телен тешләне.

– Алдашыу үҙе хыянат.

– Үкенерһең, Гөлназ.

– Үкенермен, моғайын. Эсмәйһең, ҡул күтәрмәйһең. Эш мәнеһе беләһең. Йомартһың да. Ул яҡтан тәүге иремә оҡшағанһың. Тәүҙәрәк, алғы тәгәрмәс ҡайҙан тәгәрләһә, артҡыһы ла шунан тәгәрләй тип, яҙмышыма ҡыуанғайным. Иртә ҡыуанғанмын. Алдашыуың, үҙең әйтешләй, пүстәк саҡта айырылайыҡ. Әле күңелемдә һине һыуытмай һаҡларлыҡ әмәл бар. Ә йәшәп ҡалһаҡ, мин баштағы Искәндәремде бөтөнләй юғалтасаҡмын.

Башҡаса һүҙ көрәштермәнеләр. Искәндәрҙең шайтаны тағы баш күтәрҙе. Ярай, терһәген тешләрҙәй булыр әле. Егерме йыл көткән донъяһы бар, өйрәнгән, күнеккән ҡатыны, үҫеп бөткән ҡыҙы бар. Ҡайтыр ҙа, әүәлгесә тып-тыныс йәшәп алыр ҙа китер...

Ул да булмай, тағы Лариса шылтыратты. «Индираны ауылдан алып ҡайтырға кәрәк, уҡырға төшөргә ваҡыт етә», – тине. Дежурҙан һуң тура ҡыҙы артынан юлланды. Гөлназға әйтеп торманы. Ара бер боҙолғас... Ҡыҙын алып ҡайтты, әйберҙәрен индереште, ҡыҫтағас, ултырып сәй ҙә эсте. Унан, бик һуң инде, тип тороп та ҡалды. Иртәгәһенә барыуына Гөлназ уның сумаҙанын әҙерләп ишек төбөнә үк ҡуйғайны. Шулай ҙа, нишләптер, һорап ҡуйҙы үҙе:

– Ҡайҙа булдың?

– Ә, эштән ҡайтышлай машинаға әллә нимә булды ул, һөйрәтеп алып барып, гаражда йүнәтеп яттым.

Искәндәр, мин бит Ларисаға шылтыраттым...

– Тикшерәһеңме мине?

– Һине түгел, үҙемде тикшерәм. Әллә ашыҡтыммы, яңылышаммы, тип.

Гөлназ уны тышҡа тиклем оҙата сыҡты. Битәрләп бер һүҙ ҡатманы. Бына кире саҡырыр, кире борор һымаҡ ине. Саҡырманы.

– Мин бит һине яратам, Гөлназ.

– ...

– Һин мине яратмайһыңмы?

– Яраттым, Искәндәр.

– Ә мин һине әле лә яратам. Ант... – Искәндәр тағы телен тешләне.

– ...

Һуңғы һүҙҙәре һауала аҫылынып ҡалды. Улар әле лә шунда аҫылынып торалыр кеүек.

Ямғыр иртән дә туҡтамағайны. Искәндәр ҡайтып китергә лә, яуын туҡтағас, яңынан килеп эшләргә булды. Сәй эсеп алмай булмаҫ, ни тиһәң дә ун саҡрымдан ашыу атлайһы бар. Шулай тип уйлап, ул тиҙ генә урман эсенән ҡоро-һары йыйып сыҡты ла, тағанға сәйнүк элеп, ут яғырға булды. Ямғыр ҙа баҫылды бер арый. Усаҡтың көлө еүешләнгән, уны һыпырып ситкә өйҙө. Шырпыһы ебегән, ҡыуыштағы ҡалай һауытта бар ине шикелле бер ҡап, шуны эҙләп китте. Ул ҡалайҙы таймай бер булды, уңарсы, ямғыр күҙе тағы төшә башланы. Усаҡ тоҡанғандай була ла «быст» ти ҙә һүнә, «быст» ти ҙә һүнә. Ахырҙа, ҡыуышта бер мөйөштә ултырған кәрәсинле шешә иҫенә төштө. Ике-өс йыл ултыра шунда. Бына кәрәге төштө. Кәрәсин һипкәс, усаҡ дөрләп янып китте. Сәйнүк тә «тызт-бызт» тип өндәшкеләне. Ләкин ямғыр туҡтауһыҙ һибәләгәс, ут тағы һүрәнәйҙе, төтөнләне. Сәйнүк үлде, ҡабат терелмәне. Ҡайнар сәйҙән ваз кисеп, Искәндәр өйөлгән утынды тырам-тырағай типкеләп таратты ла ауыл яғына атланы.

Радио, ямғыр яҡындағы ун көндә лә яуыр тигәс, иртәгәһенә Өфөгә үк ҡайтып китте. Нимәгә инәһен мәшәҡәтләп ятырға. Йорт тирәһендә лә эш эшләп булмаясаҡ.

Кисләтеп ҡайтып инде. Лариса уны ғәҙәтенсә битараф ҡаршыланы. Искәндәр мыштым ғына йөрөп ванна керҙе, бер сынаяҡ сәй эсте лә карауатҡа менеп ятты.

Лариса менән йәшәүҙең бөтөнләй тәме ҡалманы. Быны инде үҙгәртеп булмай, шулай дауам итәсәк. Искәндәрҙең йәне өшөп китте. Алда әллә күпме ғүмер барҙыр бит әле...

Үҙе Ларисаның сәсен тағатыуын, ҡулдарына еҫле май һөртөп, йоҡларға ятырға әҙерләнеүен күҙәтә. Үҙе башҡаны уйлай. Бер мәлгә уға көҙгө алдында Гөлназ ултыра һымаҡ тойолдо. Бына ул көмөш беләҙектәрен һалды, матур беләктәре ялт-йолт итеп ирҙең күҙен арбаны, дәртен уятты. Ул дәрт эргәһенә килеп ятҡан ҡатындың Гөлназ түгел икәнлеген күргәс тә һүнмәне, боронғо инстинкттарҙың иң көслөһө уны тамам биләп алды һәм үҙенекен итте. Нишләптер теге кәрәсин һибеп тоҡандырған усаҡ иҫенә төштө Искәндәрҙең. Сәйнүкте йырлатманы, ҡайнатманы ул усаҡ, сөнки яна-яна ярһып көсәймәне, дөрләмәне, сәйнүкте уратып ҡайнар ҡосағына алманы. «Ялп» итеп тоҡанды ла, «былт» итеп һүнде. Әлеге Искәндәр һымаҡ. Туҡта-туҡта, кем сәйнүк тә, кем усаҡ һуң әле? Ә бармы ни айырма? Әйҙә, Искәндәр икән ти, сәйнүк, Гөлназ – усаҡ.

– Юҡ, мин сәйнүк түгел, мин – усаҡ. Мин – усаҡ!

Искәндәр шулай онотолоп ҡысҡырып әйтте, ахырыһы, Лариса тертләп килеп уянды:

– Кем сәйнүк?..

– Нин түгел...

Лариса икенсе ҡабырғаһына әйләнеп тағы йоҡлап китте.

Кем сәйнүк? Кем усаҡ? Ошо хыялый һорау килде лә бәйләнде Искәндәргә, килде лә бәйләнде. Анау ямғыры ҡамасаулап, осона сығып ҡайта алманы бит уйҙарының. Түҙмәй, тороп йөрөнөргә тотондо. Унан ашыҡ-бошоҡ йыйынып сығып китте. Бер сәғәт тә үтмәгәндер, баш ҡаланың әллә нисәмә оҙон урамын үтеп, Гөлназ йәшәгән йорт алдына барып сыҡты.

Төнгө икеләр булыр. Нишләп тәҙрәһендә һаман ут бар? Әллә?!

Гөлназ бер шаҡыу менән үк тауыш бирҙе:

– Кем ул?

– Мин.

Ишек асылды. Гүйә күҙ алдында аллы-гөллө аҡлан пәйҙә булды: Гөлназдың өҫтөндә сәскәле сарафан ине. Былтыр бесәнгә лә шул сарафанды кейеп ҡайтҡайны шикелле.

– Нишләп былай төн уртаһында?

– Үтеп барышлай...

– Улайһа, юлында бул, Искәндәр. Хуш.

Ишек ипләп кенә ябылды. Аллы-гөллө аҡлан нисек пәйҙә булһа, шулай юҡ булды. Искәндәр подъездағы аҡ стеналар ҡамауында иҫәңгерәп тороп ҡалды.

Ә бит ул Гөлназ менән аңлашырҙай булып килгәйне. Унһыҙ йәшәй алмағанын, көнө-төнө уны ғына уйлағанын йәшермәй әйтергә ниәтләгәйне, көнләшмәйәсәкмен, алдашмаясаҡмын, тип үҙ-үҙенә ныҡ һүҙ беркеткәйне.

Ниңә Гөлназ уны тыңларға теләмәне? Тупһа аша ла уҙғарманы. Әллә? Икенсе берәү менән?!

Был уйҙан Искәндәрҙең башына ут ҡапты, ҡолағы шауланы. Былай ҙа тар подъезд тағы ла тарайғандай, аҡ стеналар өҫтөнә ауып килгәндәй тойолдо. Йәйге селләнең сыҙап торғоһоҙ ҡайнар тыны, сыжылдап үлән сапҡан салғы тауышы, усаҡтағы ялҡын телдәре, сәскәле сарафан – бөтәһе бергә ҡушылып буталды...

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Читайте нас: