Бөтә яңылыҡтар

Ҡәҙерһеҙ (хикәйә)

Сабиттың һөйәркәләренән ғүмер буйы мыҫҡыл ителеп йәшәнем: әхирәт ҡиәфәте сығарып күңелемә инәләр ҙә өйөмә килеп иремде арбарға тотоналар. Хәйер, үтә тырышырға ла кәрәкмәй, ирем һәр ваҡыт күҙен-башын уйнатып стартта тора. Ымлаусы ғына булһын.

Ҡәҙерһеҙ (хикәйә)
Ҡәҙерһеҙ (хикәйә)

– Күңелең тартмағанға үлтерәм тиһәләр ҙә, өйләнмә, улым. Йәнең дә, тәнең дә екһенгән кеше менән ун йыл йәшәгәнсе, яратҡаның менән бер көн бергә булыу артыҡ. Заманында миңә ошо аҡылды биреүсе булманы. Шуның һөҙөмтәһен – әсәң менән ни рәүешле йәшәгәнебеҙҙе үҙең күреп үҫтең. Минең хатаны ҡабатлама.

Ябыҡ ишек үтә Сабиттың тауышы әллә ҡайһылай тоноҡ, ҡарттарса булып ишетелә. Ә мин, уның йәне лә, тәне лә екһенгән кешеһе, йөрәгемде услап улыбыҙ Мансурҙың яуабын көтәм. Нисәмә йылдар буйы ҡустыһы менән уны атайлы булһындар тип йөҙөмдө йыртып, эт ҡайышы булып йәшәнем, – ул нимә әйтер?

– Аңлайым, атай, – ти баш балам. – Аңлайым. Икегеҙ ҙә шул тиклем йәлһегеҙ, һин дә, әсәйем дә.

«Һин дә», – ти бала. Ир бала шул. Ҡыҙ булһа, әсәһенең әрнеүҙәре нығыраҡ аңлашылыр ине.

Тамағыма төйөлгән эҫе төйөндө йотоп ебәрә алмай, күҙҙәремә тығылған йәш томаны аша үткәнемде күрәм.

...Тау кеүек ҡорһағымды кәпәйтеп китеп барышлай силос ташыған «Беларусь» тракторын осраттым. Уны Сабиттың йөрөткәнен күреү менән ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡул болғайым. Ә ул мине таныу менән газға баҫып тиҙлекте арттыра ла алға елдерә. Ә мин, рәнйеүҙән, асыуҙан аҡылымды юйып, уның артынан ҡыуа төшәм дә ҡырсынлы юлда сосайып торған ташҡа абынып йығылғансы йүгерәм. Ярһыуҙан шашып шартларға еткән мәлемдә эсемдәге балам тулап иҫемә ҡайтара. Сеңләп илай-илай юл ситендәге ереклектән аҡҡан инештә һыҙырылған терһәк-тубығымды йыуам. Башҡа кейемем һыймағас, әсәйем аптырап мендәр тышлығына тип алған эре сәсәкле ҡыҙыл сатиндан тегеп биргән күлдәгемдең итәге бер яҡ ситенән бүҫелеп сыҡҡанын да күргәс, ошонда йәшен генә атып үлтерһәсе, тип һыҡтағаным һаман иҫемдә. Шул мәлдәрем өсөн мине кемдәр йәлләр икән?

Бешергән ашыма тып-тып йәшем тама, тик бала хаҡы бар. Юлға сыҡҡан саҡтарында рәнйемәйем тип ярһыуымды йотам. Сабит менән йәшәгән йылдар бынан яманыраҡ мәлдәргә бай булды – өйрәнәһе түгел.

Йәйге имтихандан һуң үҙе кеүек талип иптәштәре менән эшләп алырға булған Мансурым хушлашҡанда күҙемә ҡарамай. «Әсәй» тип өҙөлөп, талаш, тартыш мәлдәрендә гел минең яҡлы булған таянысым атаһы яғына ауған өсөн үҙен ғәйепле тоя.

«Тормоштоң алды ла, арты ла бар. Һинең бәхетең кешегә бәхетһеҙлек килтергән саҡтар ҙа күп. Йәшәй-йәшәй аңларһың әле», – тип әйткем килә лә, өндәшмәйем. «Нимә уйлаһа ла, иҫән-аман йөрөһөн». Шулай тием дә, тынысланам. Эшем дә күп.

Тик берәй ваҡиға булырға мотлаҡ тейеш икән, бар нәмәһе гелән тура килеп кенә тора бит ул. Әйтерһең дә, ниндәйҙер көс, ихтыярыңдан тыш, һинең менән идара итергә, йүнәлеш бирергә тотона. Бына әле лә, берәүҙәргә шылтыратырға йыйынып, һанын йыйғайным, бөтөнләй башҡа телефонлы Сафияның ҡыҙы яуап биргәс, аптырап ҡалдым.

– Әсәйем өйҙә юҡ, Фәнүзә апай, – тине бала мине тауышымдан танып. «Өйҙә юҡ икәнен үҙем дә беләм, – тип уйланым күңелемде көйҙөрөп сәсрәгән шик осҡононан һиҫкәнеп. – Өфөгә китте».

– Ә һин нишләп уның менән барманың?

– Ҡустым менән беҙгә машинала урын етмәне. Беҙ атайым менән иртәнән һуңға поезда китәбеҙ, – тигәнде ишетеп, трубканы ташланым. Башыма ҡара ҡан һикерҙе.

Тимәк, иң яҡын әхирәтем баш ҡалаға иремдең машинаһына ҡушарлап ҡына ултырып һыпыртҡан. Әйтәм, Сабит: «Шоферҙың бисәһе ауырыҡһына. Әллә рулгә үҙемә генә ултырырға инде», – тип һөйләнә ине. Имеш тә, теләһәң биш кеше лә ултырмалы «Волга»ла ике балаға урын етмәгән?

Тиремә һыя алмай бер торам, бер ултырам. Эш ҡайғыһы ла, донъя ҡайғыһы ла китте. Шул тиклем ярһыным, бына-бына шартлармын, йә гөрф итеп ҡабынып дөрләп янырмын кеүек. Сафияның иренә шылтыратам, секретары тоташтырмай: «Мөһим кәңәшмә бара», – йәнәһе лә.

Сабиттың һөйәркәләренән ғүмер буйы мыҫҡыл ителеп йәшәнем: әхирәт ҡиәфәте сығарып күңелемә инәләр ҙә өйөмә килеп иремде арбарға тотоналар. Хәйер, үтә тырышырға ла кәрәкмәй, ирем һәр ваҡыт күҙен-башын уйнатып стартта тора. Ымлаусы ғына булһын. Тик кемдән-кемдән, Сафиянан быны көтмәгәйнем. «Апай» тип өҙөлөп тора, һүҙебеҙ ҙә, серебеҙ ҙә берегә. Бында күсеп килгәс, ошондай күңелгә күңел яғылып торған яҡыным осрауына ҡыуанып бөтә алмаған сағымда...

Тағын телефонға тотондом. Ниһәйәт, бушаған.

– Низам ҡусты, – тип ҡысҡырам ярһыуымды тыя алмай. – Ҡатыныңды минең күпте күргән күн ҡата менән ҡушарлатып ултыртып ебәрергә башыңа тай типкәнме әллә?

Низам гөрһөлдәтеп рәхәтләнеп көлә.

– Ҡуйсәле, Фәнүзә апай, – ти ул пырхылдауына быуыла-быуыла. – Бабайыңа ҡара ла миңә ҡара. Әллә ҡартың минән шәп күренәме? – Шунан етдиләнеп өҫтәне. – Сафия менән йән дуҫтарбыҙ тип йөрөгән булаһығыҙ түгелме? Ярай, апай, ғәфү итегеҙ, минең кабинетта кеше күп, һау булығыҙ, – тип трубканы һалып ҡуйҙы. Миңә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәне. Түҙмәнем, алйот ирҙе һүгә-һүгә өйҙәренә йүнәлдем. Балаларынан һораштырайым: ни рәүешлерәк ултырышып киттеләр икән?

Йүгерә-атлап барам, эй үҙемдең талағым таша. Ярһып килеп индем дә, үҙем дә һиҙмәҫтән, ун ике-ун дүрт йәшлек балаларға ҡысҡыра башлағанмын. Улары ҡурҡыштан ҡатып ҡалды, ауыҙҙарынан һүҙ алырлыҡ түгел. Улы илай башланы. Аптырап ҡул һелтәнем дә, борҡоп, йәнә сығып йүгерҙем.

Янам, дөрләп янам. Хәлемде үҙе ошондай мәсхәрәгә тарыған кеше генә аңлар. «Инде баҫылғандыр был абышҡа, – тип ышанғайным бит, юғиһә. – Ике улды ир еткерҙек, тәүбәгә килергә ваҡыт», – тип уйлағайным. Ә Сафия һуң? Әхирәт тигән һүҙ әхирәткәсә тоғро дуҫлыҡ тигәнде белдерә, тип күлдәктәр бирешеп, байрам һайын йөрөшөп... Һүгеп-һүгеп хат яҙып һалайым ул албаҫтыға. Ауылына ялға ҡайтмаҡсы ине, артынан ҡыуып етеп ҡанына тоҙ һалһын әле. Мине иҫәргә сығарып ҡыуана алмаһын.

Ирем менән әхирәтемдең оҙон юлда, шәп машинала икәүләп кенә бәүелешеп, ихахайлап барыуын күҙ алдына килтерәм дә, утҡа май һипкән кеүек үҙемде ҡыҙҙырғандан-ҡыҙҙырам, уның һайын әшәкерәк, эт ашамаҫтай һүҙҙәр теҙәм хатыма. Күп яҙҙым. Инде булды, тип асыуым бүҫкәреп торһам – конверт юҡ. Ике-өс киоскыны бер итеп саҡ таптым. Почта йәшнигенә ырғытып кире ингәйнем, шөғөлөм бөткәс, йәнә ярһый башланым. Ғәрлегемдән, көсһөҙлөгөмдән гөл кеүек йыйылған өйөмдөң аҫтын-өҫкә әйләндергем килә.

Сафия бүләк иткән, хатта яратып кейгән күлдәгемде йыртҡыслап ырғыттым, 8 Мартҡа алып биргән гәлсәр һауытын иҙәнгә селпәрәмә бәрҙем. Шунан бер аҙ үсем ҡанды кеүек. Күҙ йәштәремдең ташҡыны күңелем быуаһын ярып сыҡты ла хәтеремде гелән һағыш та рәнйеш тулы үткәнем менән хәҙергем араһында юнысҡы кеүек өйөрөлтөп йөрөттө. Бөгөн икенсе тапҡыр бәхетһеҙ йәшлегемә ҡайттым.

Сабитты тәү күргән мәлемде хоҙай ҡарғағандыр. Шулайҙыр. Юҡһа ул тиклем дә гонаһлы бала түгел инем... Аҙып-туҙып, тәмәке тартып, эске ойоштороп йөрөгән ҡыҙҙар бына тигән кешеләр менән ғаилә ҡороп уйһыҙ ғүмер итә. Ә мин?!

Институтта гел дүрткә-бишкә уҡыным. Аҡылым да камил, төҫ-башҡа ла төшөп ҡалғандарҙан түгелмен, мин-минлек менән ныҡышмалыҡ инде баштан ашҡан.

«Тиреҫ ҡорттары» менән (ауыл хужалығы институты талиптарын мыҫҡыл итеп шулай атай инек) аралашҡан кеше түгел инем. Бергә уҡыған ҡыҙ туйына саҡырҙы. Ғөмүмән, һуңғы курста туйҙан башыбыҙ сыҡманы. Был һабаҡташымдың кейәүе буласаҡ агроном ине.

– Бында танау сөйөп йөрөгән булаһығыҙ ҙа, ауылға ҡайтҡас, шуларға көнөгөҙ төшәсәк. Уҡытыусы кем инде? Ә былар гел түрә: йә баш, йә урынбаҫар. Шуға күрә сос булығыҙ. Араларында алтындай егеттәр бар, – тип өгөтләне һабаҡташыбыҙ. – Сабит тигәненә генә ымһынмаһағыҙ ҙа була. Юҡҡа ваҡыт әрәм итмәгеҙ. Ауылда йәрәшкән ҡыҙы бар.

Киҫәтмәһә, бәлки, иғтибар ҙа итмәгән булыр инем... Юҡ, итер инем. Шәп ине егет: оҙон буйлы, төҫкә лә матур, өҫтәүенә, гармун тарта. Хәйер, әле йылдар үткәстен барлап ҡараһам, башҡалары ла Сабиттан ҡайтыш булмаған. Беҙҙең тағы өс ҡыҙыбыҙ шунда танышып кейәүгә сыҡты, гөрләтеп йәшәйҙәр. Ә миңә, ҡара тырышҡа, мотлаҡ утлы боғалаҡҡа баш тығырға кәрәк бит инде. Сабитты күрҙем дә ҡапландым.

Бер ҙә фәтеүәһеҙ түгел, тип кинәнәм. Сөнки ул да минән күҙен алмай, һуңынан оҙата килде, тағы, тағы осраштыҡ.

– Был «упр» малайы башыңды ашамаһын, ҡыҙый, – тип иҫкәртте һабаҡташым.

Атаһы совхозда управляющий булып эшләй икән. – Ауылда бик яратҡан ҡыҙы бар.

– Кемдең ауылда яратҡаны булмаған. Мин дә беренсе мөхәббәтемде илай-илай армияға оҙатҡайным. Ике йылдан осрашҡас, уртаҡ ике һүҙ таба алманыҡ.

Көлдөм генә. Шунда туҡтарға булған да бит. Ә мин, йәнәһе, егетте тоҙаҡҡа эләктерәм. Уға ҡорған ҡапҡаныма үҙем ҡабып үрле-ҡырлы һикергәндә иһә һуң ине. Ут йотоп, йәш түгеп һуңғы имтихандарымды бирҙем, диплом яҡланым. Ә практикаға тип яҙғы сәсеү мәлендә үк ҡайтып киткән Сабит һыуға батҡан кеүек юҡ булды.

Хат яҙам – яуап юҡ. Телефонға саҡырам – килмәй. Ә минең хәлдәр хөрт. Ауылға ҡайтһам, яңғыҙ әсәм әрләй-туҙа илай: «Һөйөклө балам, көйөклө булдың...»

Йәй үтеп бара, көҙ етеүгә миңә тәү тапҡыр уҡытыусы булып мәктәпкә барырға кәрәк... Нишләйһең, үҙем эҙләп киттем егетемде. Ауыл осона еткәс, икенсе яҡҡа боролған машинанан төшөп ҡалғайным – «Беларус»та елдереп үтте. Ә мин ереклектә байтаҡ буҙлағас, Сабиттарҙың ауылына кис ҡорон, көтөү ҡайтҡас ҡына барып еттем. «Былай тиермен, тегеләй тиермен», – тигән булып юл буйы батырайып, ярһып барһам да, уларҙың йәшелгә буялған бейек ҡапҡалы ҙур өйҙәре янында ажарым ҡайтты. Тыңлап та тормай, «битһеҙ» тип ҡыуып сығарһалар, төн йөҙөндә ҡайҙа барырмын? Итәге тубыҡтан өҫтөн булып тырпайып торған сатин күлдәгемде эй тартҡылаған булам. Ҡарынымдағы сабый йәлләгән, ҡеүәт биргән кеүек тулай башлағас ҡына бөтөп ихтыярымды йыйып ҡапҡаны астым.

Йыйнаҡ, киң ихата, ныклы кәртә-ҡура, емештәре һығылып торған бейек алмағастар – барыһы ла Сабиттың ҡараулы донъяла ҡәҙерләп үҫтерелгән аяулы бала булыуын күрһәтеп тора. Минең кеүек йәтимә түгел инде. Ундай ата-инә балаһы өсөн үңәсеңде лә сәйнәп өҙөр. Ҡаушауҙан башым әйләнеп китте, аяғым атламаҫ булды. Әмәлгә күрә, ҡапҡа эргәһендә бер бүкән торған икән, шуға терәлдем. Ул арала һарайҙан оло биҙрә күтәргән өлкән генә ҡатын сыҡты. Сабиттың әсәһелер... Уға оҡшап эре һөйәкле, оҙон буйлы. Хужабикә лә мине абайланы, шешмәк ҡабаҡлы күҙҙәрен ҡыҫа биреп һынсыл ҡарай. Йөҙө ҡырҡыу, талапсан.

– Ойомос һорарға килгән бала кеүек нишләп унда туҡтаның? Уҙып кит. Эт юҡ. Үҙебеҙ ҙә тешләшмәйбеҙ.

Ҡыйыуһыҙ ғына ҡалҡындым.

– Әллә нишләп аяғым ҡорошто ла китте, – тигән булдым.

Әсә кеше бит ул, хәлемде шунда уҡ аңланы. Буй-һыныма һирпелеп баҡҡандан һуң тауышы йомшарҙы:

– Ауыр аяҡлы саҡта шулай ҙа була ул. Ярай, ултырып тор, мин аласыҡҡа һөттө генә индереп сығам да...

Тәүге минуттан уҡ бәлә һалыуҙы килеш-термәй, аҡһап-туҡһап булһа ла үҙем барың күрештем.

Бер аҙҙан «уазик»та елдертеп атай кеше лә ҡайтып төштө. Шулай ҙа Сабит уның яғына нығыраҡ тартҡан икән: ҡара һылыу йөҙ, сая ҡараш.

Киске аш ашағансы бер нәмә лә һорашманылар. Әммә бер-береһенә мәғәнәле генә ҡаpaп ҡуйыуҙарынан уҡ шик-шөбһәләре аңлашыла ине. Хәйер, өйләнмәгән береһенән-береһе мөһабәт дүрт улы булған кеше тағы нимә уйлаһын инде. Минең Сабит тиеүем генә уларҙы шаңҡытты. Артыҡ һүҙ ҡуйыртманылар, әммә ҡәйнә булаһы кешемдең йөҙө яҡтырыбыраҡ киткән кеүек тойолғас, ғәжәпләндем. Яңылышҡанмындыр тиер инем, урын һалып биргәндән һуң арҡамдан һөйөп ҡуйҙы.

Икенсе көндө уларҙың аш бүлмәһендә ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшкәненә уянып киттем. Көтөү ҡыуып, иртәнге сәй әсәләр.

– Әллә кемдең ғәзиз балаһын шул хәлгә ҡалдырған икән, нимәһен уйлап тораһың инде, алабыҙ ҙа бирәбеҙ, – ти әсәһе.

– Ай-һай, Сабит үҙе бер ҙә улай уйламайҙыр. Вәғәҙәләшкән ҡыҙы бар ҙа.

– Уйлар урын ҡалдырмаған инде. Үпкәләре юҡ, – тип үҙ яғын ҡайыра һамай әбей.

– Һин бигерәк ҡыҙыҡһың инде, Бибикамал,– тип ҡыҙа башланы атай кеше лә. Бәлки, ул аҙып-туҙып йөрөгән бер нәмәлер. Тыумаған баланың Сабиттыҡымы түгелме икәнен кем белә? Кешегә бер күреүҙән мөкиббән булаһың да китәһең... Ыштанһыҙланып.

Иренең тупаҫыраҡ һалдырыуы булды, быға тиклем нисек тә йомшартырға тырышып ултырған әбей сабырлығын юйҙы.

– Ғүмер буйы көндәш бисәләр шул бер ҡатлылығым арҡаһында мыҫҡыл итте лә инде. Үҙемдең намыҫым таҙа булғас, был балаға ла ышандым. Ғоманлы килеш алдашып гонаһ алмаҫ. Ә һин, үҙең йөрөмтәл булғас, башҡаларҙан да шикләнәһең. Улың да үҙеңә оҡшағандыр...

– Әсәһе, һин башыңдан себен осорма. Сабиттың аҙып-туҙып йөрөгәне булманы. Бишенсе кластан бирле шул Зөһрәһенән башҡаға ҡалҡып ҡарағаны юҡ.

«Еңде был ҡарт. Мине ҡыуып ҡына ҡайтаралар инде», – тип йөрәгемде тотоп ятам, сөнки әсә өндәшмәй, самауырҙан Һыу ағыҙғаны ғына ишетелә. Бабай ҙа һүҙҙе теүәлләнем, тип уйлағандыр, сынаяғын түңкәреп, рәхмәт әйтеп ҡуҙғалғаны ишетелде.

– Улының бәхетен ҡайһылай ҡайғырта атаһы... Ай-Һай... – Әбейҙең тауышы күкрәгенән ҡыҫылып шым ғына сыға. – Ғәзиз баламдың туйында көндәште ҡоҙағый итеп түргә ултыртып, һеҙҙең мине мыҫҡыллап йымылдашҡанығыҙҙы ҡарап ултырырмын тип уйлағайнығыҙмы?! Был бисара бер нәмә лә күрмәне лә, күрмәй ҙә, тип уйлағайнығыҙмы? Үлһәм дә быға күнмәйәсәгемде белмәй инегеҙме?

Ғүмер буйы рәнйешен үпкәһенә йомоп йөрөгән ҡатындың ҡайһылай уҫал итен асылғанына тетрәнеп, тын алырға ла ҡурҡып, юрғаныма боҫтом. Бабай ҙа бындай күҫәкте көтмәгән булғандыр, ахыры, бер һүҙ әйтә алманы, сығып китте. Күтәрмәнән төшкәнен пәрҙә ситенән генә ҡарап ҡалдым. Йөҙөнә эҫе һыу һипкән кеүек ине. Йәтеш булды.

Шул килеүҙән бейем мине ҡайтарманы, ҡанаты аҫтына алды. Стажым өҙөлмәһен тип мәктәпкә бер нисә сәғәткә генә эшкә урынлаштырҙы. Ике-өс йыл элек кенә ялға сыҡҡан абруйлы уҡытыусының, етмәһә, түрә бисәһенең, һүҙе үтемле.

Сабит та ҡарышҡаҡ икән, күрше ауылда эшләп йөрөй, ҡайтып морон күрһәткәне юҡ. Ураҡты бөтөрөп һуңғы имтихандарын тапшырырға китте, ата-әсәһе менән хушлашманы. «Кем-кемде»гә китте хәҙер еңмешлек.

Декабрь башында Мансурым тыуҙы, бәхетемә күрә, һуйған да ҡаплаған олатаһы ине. Больницанан әсәйем менән бейем икәүһе генә килеп алғайны, ҡайтҡас, ҡайным, биләүҙәге бәпескә бер генә һирпелеп баҡты ла сығып китте, ике көнгә юҡ булды. Өфөгә барып, Сабиттың ҡолағынан тотоп машинаһына ултыртҡан да, алып ҡайтҡан. Бәпәй туйы менән бергә үҙебеҙҙең туйҙы ла үткәрҙеләр.

– Еңдек! – тине бейем икенсе көндө.– Баланың ырыҫы еңде. Теге бисураһы Себер яғына сығып киткән!

...Уйҙарымды бүлеп, бөгөнгөмдә ишек ҡыңғырауын зыңғырҙаталар. Көткән кешем юҡ, китер әле, тип асмайым – ныҡыш бәндә булып сыҡты.

«Ай, хәйерһеҙ, кәрәгең генә бар ине», – тип албаҫты кеүек ярһып асһам, Сафияның Низамы тора.

Илап шешенгән йөҙөмә йәлләп ҡараны ла итәғәтле генә итеп:

– Бая аңғартып һөйләшмәгәнемә ғәфү үтенәйем тип килдем. Икәүләшеп кенә китмәнеләр бит, апай. Унан көнләшеүегеҙ ҙә мәрәкә тойолдо. Шофер ҡатынын больницаға алып китте. Сафия унды бөтөп университетҡа йыйынған уҡыусыһын алдына ултыртып тигәндәй алды. Саҡ һыйыштылар. Сабит ағай юлда Мансур менән бергә төшөп ҡалам,– тип һөйләнде.

Низам йәлләп тә, сәйерһенеп тә күҙемә ҡарай, минең сикһеҙ көнсөллөгөм уны ытырғандыра булыр. Мин дә, уның һүҙҙәрен ишетеп, оялышымдан бурҙаттай тоҡандым: «Эй ауһарлыҡ! Мансурҙың эшләйәсәк еренә төшөп ҡалып, ҡарап китергә йыйыныуын белә инем бит иремдең».

– Ғәфү ит, ҡустым. Шулай аңды-тоңдо белмәй ҡыҙып китә торған холҡом бар шул. Өлкәнәйгән һайын нервылар бөтә...

Шулай тигәс, Низам аңлайым, тигәндәй баш ҡаҡты ла кеҫәһенән бер гәзит сығарып һондо:

– Бөгөнгө «Башҡортостан»ды күрмәгәнһегеҙҙер әле. Унда Сафияның һеҙҙең уҡытыу оҫталығығыҙ хаҡында мәҡәләһе баҫылған икән, – тип хушлашып китеп барҙы. Башыма суҡмар алғандай һеңгәҙәп тора бирҙем дә тышҡа йүгерҙем. Нишләргә белмәй йөрөйөм почта йәшниге тирәһендә өйөрөлөп.

– Киске хаттарҙы алдылар. Етелә үк алалар бит, – тип «ҡыуандырҙы» мине ихата һепереүсе ҡарт.

Өйгә инеү менән үкенестән, асыуҙан ни эшләргә белмәй йәйә үкереп илап ебәрҙем. Шул Сабит тип кеше менән боҙолошоуҙарым... Шуның хыянаттары, минең янъялдарым арҡаһында урындан урынға күсенеүҙәр. Ярай әле түрәләрҙең ултырғысы күп, береһенән икенсеһенә күсә. Шуныһы йәл: тағы бер тигән әхирәтемде юғалттым.

...Үҙенсә килеп сыҡмағастын, мине ауыҙлыҡлап алмаҡсы булды Сабит йәш ваҡытыбыҙҙа. Бер-бер артлы тыуған ике бала бәләкәй саҡта йөҙөмә сәркеүен алып өйҙә ултырҙым. Ә ул, һине уҡытайым әле. тигәндер, йөрөнө бәйеле аҙып. Мин дә тырабуз. Улдарым ҙурайып ҡына алғайны, артынан бер тотам ҡалмай йөрөмәһәмме... Мәжлескә барып берәйһе менән һүҙ, йә күҙ уйната башлаһа, аңдып ҡына ултырам да теге ҡатындың сәсенә йәбешәм. Һөйрәкләп алып ҡайтып күк талаҡтай туҡмап ташланы тәүге тапҡыр, ҡурҡытырмын тигәйне, үҙенә насар, миңә йәтеш булды. Шул килеш хужаларына илаулап барҙым. Уның ҡанһыҙлығына хайран ҡалдылар. Айырам, тигәйне – коммунистар партияһы бар. Шунан бер аҙ баҫыла, тартыла бирҙе. Йәшәй килә икенсе алым һайланы: аҫтан ғына итәккә ут төртә лә, һинең өҙгөләнеп туҙынғаныңа аптырап ултырған була: «Ғәфү итегеҙ. Минең ҡатындың холҡо еңелерәк шул...»

Егерме йылдан ашыу бер-береһенә бығаулап ҡуйған ике ҡан дошман кеүек ғүмер итәбеҙ. Әйтерһең дә, кем-кемдең башына етә, тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Үҙем дә белмәйем, нимә күберәк миндә уға ҡарата: яратыумы, нәфрәтме? Бөтөн донъяны үҙемдән биҙҙереп нимә өсөн шулай айҡашам һуң мин? Балалар ҙа ҙурая килә атайға нығыраҡ эҫенде. Ана бит, Мансурым: «Аңлайым, атай», – тип тора. Үҙемдән хатта үҙем дә бүгеп бөттөм, ахыры, мин.

Тып-тып күҙ йәшемде тамыҙып иҙәндән теге күлдәк йыртыҡтарын, гәлсәр һауыттың ярсыҡтарын йыям. Бармаҡтарым ҡанға туҙҙы. «Ҡаным менән бәхиллегемде яҙып, ҡайтыуына ваннала үлеп ятайыммы икән әллә? – тигән хәтәр уй төштө башыма бер мәл. – Үлеп үс алайым, ҡалған ғүмеренә ҡаным сәсрәһен әйҙә». Бик тә оҡшап китте миңә был һүҙҙәр. Уларҙы йыр кеүек ҡабатлап былай ҙа йыйыулы өйөмдө йыя башланым.

Керҙәрҙе үтекләп, таҫлап өйҙөм. «Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит», – тип өйрәтә торған бейем. Үҙенең ике бала менән ҡайнымдан айырылырға йыйынғанын бер нисә ҡат иҫкә төшөргәне бар иие: «Бөтөн өйҙө ҡырып йыуып, таҙалап, иремдең күлдәктәрен үтекләп, төймәләрен тағып (түрә кешегә кейем мөһим бит инде) мәктәп өйөнә күсеп сыҡтым. Алдымда тубыҡланып тороп кире алып ҡайтты».

Әйҙә, Сабит та ҡара гүрҙәргә төшөп алдыма тубыҡланһын. Эшемде бөтәйем дә үлә һалайым тип ашҡынып йөрөгәнемдә, телефон шылтыраны.

– Төн уртаһында бимазалаусы беҙ, – тине ауылдағы килендәшем. – Бейем насарланып китте бит. Ҡайта һалығыҙ. Сабит менән һине бигерәк тә күргеһе килә.

Һикһән алты йәшендә лә салт зиһенен һаҡлаған бейем менән бәхилләшергә бурыслы инем. Беҙҙең бәхетһеҙлегебеҙгә үҙен дә ғәйепле тойған кеүек йәшәне бит ул. Ҡарты вафат булғас, беҙҙә ҡышлар булды. Үҙебеҙ йылыта алмаған донъябыҙға ҡотон ҡундырырға тырышты.

...Ни тиклем ашыҡһам да, тере сағында өлгөрмәнем. Уны һуңғы юлға оҙатырға кеше шул тиклем күп йыйылды.

«Матур йәшәне, матур итеп донъя ҡуйҙы, һуңғы төйәге лә матур», – тип уны бабайы эргәһенә ҡарт ҡайын аҫтына ерләп ҡайттылар.

Әллә ниндәй сәйер йоғонто яһаны миңә был үлем. Ҡыҙған мәлемдә тормош менән иҫәп- хисапты өҙөргә йыйынып бөткәнгәме, ҡәйнәм менән үҙемде сағыштырып ҡарайым да, кем минең өсөн шулай өҙәләнеп илап ҡалыр икән, тип уйлайым. Ул ниндәй булды ла, мин ҡайһылай? Ул бәхетһеҙлегенән дә бәхет яһап йәшәй алды, ә мин... «Ҡайырылып ҡарайым да хайран ҡалам. Ҡалай алйот булынған. «Шаһи ағай башайының һыңарын минекенә алмаштырып кейеп ҡайтҡан, шуны ғына бир әле», – тип килгән йөрөмтәл яңғыҙ ҡатынға:

– Ә шулаймы ни? – тип башай сығарып биргәнмен.

Хәҙер килеп шуны уйлайым да, әллә нишләп китәм. Күмәк бала, өй эше, мәктәп – гел арып йөрөгәнгә шулай вайымһыҙ булынғандыр инде», – тип хәтерләп алыр ине.

Ысынлап та, кеше алдында бер ваҡытта ла иренең йөҙөн йыртманы, балаларына ла гелән: «Атайығыҙҙың һүҙе – һүҙ», – тип кенә торҙо.

Ә бит шартлап торған уҫал ине. Аҡыллы уҫал. Кешене үтәнән-үтә күреп тора. Берәйһе менән аралаша башлаһаң: «Килен, быныңды яҡын юлатма», – тип ҡырт киҫә. Икенсе берәүҙе иһә әйҙүкләп ҡаршылай: «Килеп, самауырыңды ҡуй», – тип өлтөрәп тора. Аҙаҡтан ишетәһең, теге тыйып ҡуйған ҡатындың Сабитҡа ысынлап та берәй бәйләнеше булған, йә бергә эскәндәр, йә шиҡандаған.

Нишләп мин уның кеүек була алмайым был тормошта? Өҙгөләнәм дә йолҡҡоланам?

...Бейемдең өсөн уҡытырға бөтөн ауылды йыйҙыҡ. Йәштәр ихатала, өлкәндәр өйҙә ултырышты. Мулла Ҡөрьән уҡыны. Мул итеп хәйер тараттыҡ. Йәштәр һурпа индерә башланы.

«Бигерәк күп йүгерҙең, арының», – тип мине ҡуҙғатманылар. Сабит, ғәҙәтенсә, миңә ҡабырғаһын ҡуйып кем менәндер гәпләшә ине, ҡапыл тертләп ишеккә табан боролдо. Әсәһен ерләгәс һурылып, ҡарайып киткән йөҙөнөң ҡапыл ниндәйҙер эске балҡыш менән нурланғанын ғәжәпләнеп ҡарап торҙом. Ул күҙ алдында терелеп киткән һәм тормош дәртенә һуғарылған мәйет, шытым ебәргән кипкән ҡаҙыҡ кеүек тойолдо миңә.

Ул ҡараған яҡҡа боролдом – ишектә Зөһрә тора. Ҡасандыр мин еңеп, ауылдан ҡыуған ҡыҙ... Ҡартайған, элекке матурлығын юғалтҡан, арыған, бәхетһеҙ яҙмышы сырайына уҡ яҙылған. Тик уға сибәр ҙә, йәш тә, көләс тә булырға кәрәкмәй. Бары ишектә ошолайтып торорға ла торорға ғына кәрәк. Сөнки ул Сабит өсөн берҙән-бер... Уға шул етә. Сабиттың күҙҙәре уны үҙҙәре матурайта, Сабиттың тойғолары уны йәшәртә, Сабиттың зиһене үҙе уны аҡыллы итә. Ә Сабит үҙе уны бәхетле итәсәк. Тик Зөһрә әлегә быларҙың береһен дә белмәй, ҡаушай биреп, төшөнкө генә тора. Шул саҡ әллә йөрәге һиҙенде, әллә ҡарашты тойҙо – ул да Сабитҡа баҡты. Ҡарағайны... Әйтерһең дә сарсап, бәжеп ултырған гөл һыуға туйынды. Япраҡтары ҡалҡып, таждары асылды, төҫө сағыуланды.

Ниндәй көс ҡуҙғатҡандыр мине урынымдан, нисек өйҙән сыҡҡанмындыр?! Аласыҡ янынан үткән саҡта һурпаға һалма һалып торған бер килендең икенсеһенә «ҡәҙерһеҙ» тип ниҙер һөйләгәне ҡолағыма салынды. Шунда ғына мин бәхетһеҙлегемдең сәбәбен аңланым. Ысынлап та, ғүмер буйы ҡәҙерһеҙ булдым... Ирем генә түгел, үҙ баһамды үҙем дә белмәнем бит. Кешеләр менән дә гелән тәмһеҙләшеп йәшәнем.

Зәңгәр эңер төшкән ауыл урамынан аңҡы-тиңке китеп барғанымда яҡтыһы менән күҙҙе сағылдырып бер машина килеп сыҡты. Ҡулым менән күҙемде ҡаплап юл ситенә сыҡтым. Ул көтмәгәндә туҡтаны. Бәләкәй генә автобус ине, индем дә ултырҙым.

Алда ғына ултырған ир ҡиәфәтемдән хәлемде аңланымы – урын бирҙе. Йәйге кис «булһа ла, күлдәксән һалҡын ғына икән. Ят кешенең ултырғыс күнендә ҡалған йылыһы рәхәт булып тәнемә йүгерҙе. Ҡыр талашып, өҙгөсләнеп алмаған яҡшылыҡ ҡына ҡәҙерле булалыр, тигән уй килде. Ә мин быға тиклем бөтә нәмәне көрәшеп, йолҡҡосланып алдым. Ҡапыл былай ғына, бер кемдән бер нәмә көтмәй, өҙгөләнмәй, йолҡҡоланмай ғына йәшәп ҡарағым килде. Үҙемдең ҡәҙеремде белеп, кемгә кәрәкмен, шуларҙың ғына тормошон йәмләп...

«Теләгәнеңсә йәшә, яратҡаның менән йәшә, – тиермен Сабитҡа, – яратҡаның менән,– тиермен.– Баҡһаң, мин дә күптән инде һине яратмайым икән. Бәлки, яратмағанмындыр ҙа. Шул тиклем һинән, һинең яныңдағы үҙемдән арығанмын».

Был ҡарарым зиһенемдә төйнәлеү менән өҫтөмдән ауыр йөк төшкән кеүек булды. Йөрәгемде быуып торған боҙ шауҙырлап ҡойолғас, диҡҡәт менән эргә-тирәмдәге кешеләргә ҡарайым. Уларҙың мөләйем мөнәсәбәте күңелемде йылытып ебәрҙе. Күп йылдар элек үҙемде-үҙем тышап ҡуйған бығауҙарҙан арынғас, тын алыуы иркен, йәшәүе рәхәт тойолдо. Ер менән күк тоташҡан ерҙә шәфәҡтең ана юйылам, бына һүнәм тип торған һуңғы нуры күңелемә шыуып инде лә булмышымды яҡтыртты. Күкрәгемә ҡунған йән тыныслығы ҡутарылып осоп ҡына китмәһен, хоҙайым.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: