Бөтә яңылыҡтар

Күптән эҙләгән йән

Гөлмирә артабан тыңлап торманы. Машинаһына ултырҙы ла, вокзалға елдерҙе. Эскәмйәләге бәләкәй генә һынды күреп ҡалғас, эсенә йылылыҡ йүгерҙе. Машинаһынан һикереп төшөп әбейгә атылды. Зөләйха ла уны күреп ҡалыу менән урынынан торҙо. Инәй шатлығын йәшерә алмай, үҙе һиҙмәҫтән Гөлмирәне ҡосаҡлап алды. Шунан ғына: “Бер күргән ҡатынды кеше ҡосаҡлаймы, вәт мин иҫәр!” — тип артҡа атларға иткәйне, Гөлмирә үҙе әбейҙе һыға ҡосаҡланы. Береһе өләсәһе йылылығын тойоп илап ебәрҙе, икенсеһе нисә йәшкә етеп тәүге тапҡыр әсәлек тойғоларын һиҙеп иланы. Берәр сәғәттән әбей менән Гөлмирә, ике үҫмер ҡыҙ талҡанлап, күмәсләп сәй эсәләр ине.

Гөлмирә машинаһын йыуырға ҡалдырҙы ла, яҡындағы баҙар буйлап йөрөп килергә булды. Ҡышҡы кис тиҙ төшһә лә, баҙар һаман гөрләй. Эштән әле генә сыҡҡан ҡала кешеләре бигерәк тә һөт-ҡаймаҡ һатыусылар тирәһенән өҙөлмәй.

Бөгөн генә һауҙым! Бөгөн генә айырттым! Иң тәмлеһе! Иң арзаны! — Береһенән-береһе нығыраҡ ҡысҡырған ирҙәр, ҡатындар араһында ситтә генә торған әбей нимәһе менәндер Гөлмирәнең иғтибарын йәлеп итте. Был бәләкәй генә инәй янына кеше һирәк туҡтай. Уның һатҡандары – бер нисә киҫәккә бүленгән ҡабаҡ, бәләкәй банкала еләк ҡайнатмаһы һәм ниндәйҙер шыптыр төргәк.

Гел машинала йөрөп өйрәнгән Гөлмирәнең ҡышҡы һыуыҡҡа аяҡтары өшөнө. Ул урынында бейеп-бейеп алды. Әммә китергә ашыҡманы. Гөлмирә нимәгәлер инәйҙән күҙен ала алманы, шуны ҡарап тик торғоһо килде. Әбей эргәһенә бер берәҙәк эт килеп еҫкәнергә тотондо. Тешләп ҡуймаһын тип борсолоп, Гөлмирә шул яҡҡа атлайым ғына тигәйне, әбей эттең башынан һыйпап алды. Күрәһең, таныштар. Ҡарсыҡ бейәләйҙәрен сисеп бер ҡулына тотто ла, икенсеһе менән тәгәрмәсле сумкаһынан ярты телем икмәк сығарҙы. Эт шунда уҡ ҡойроҡтарын күңелле болғарға кереште. Үҙенең төшкө ашынан эткә тип ҡалдырғандыр инде, тип уйланы Гөлмирә. Әбей ҡулын һуҙып та өлгөрмәне эт шунда уҡ ауыҙын ҙур итеп асып, икмәкте эләктереп алды. Икмәк менән бергә бейәләйҙең береһен тешләне һәм күҙ йомған арала ҡайҙалыр йүгерҙе. Ҡапыл да аңғармай ҡалған әбекәй эт артынан ынтылды, әммә ул берәҙәк инде күҙҙән юғалды. Ҡарсыҡ бер эт киткән яҡҡа, бер кешеләргә ҡаранды, әммә бер ни тип тауыш күтәрмәне. Һыңар бейәләйен кейҙе лә, икенсе ҡулын кеҫәһенә тыҡты. Гөлмирәгә ниңәлер был ят әбей йәл булып китте. Ул шунда уҡ күҙе менән бейәләйҙәр һатҡандарҙы эҙләргә тотондо. Әммә бер кемде лә тапманы. Ҡулын кәҫәһенә тыҡты. Үҙенең бирсәткәһен алған икән, ғәҙәттә, машинаһында онотоп китә. Гөлмирә әбекәйгә яҡынланы:

Һаумыһығыҙ!

Һаумыһығыҙ! Еләк ҡайнатмаһы алығыҙ! Үҙем йыйҙым, үҙем ҡайнаттым. Ҡуйы, тәмле... — Әбей бер бейәләйле ҡулын һелтәй-һелтәй, тиҙ-тиҙ һөйләп алып китте.

 Мәгеҙ, — уны бүлдереп, Гөлмирә бирсәткәләрен һуҙҙы.

Әбей шунда уҡ ҡулын артҡа йәшерҙе, әйтерһең, уларына кемдер һуғып ебәрҙе.

Юҡ, һеҙ нимә, кәрәкмәй! Аһ-аһ!

Алығыҙ, инәй. Әле генә ҡайтмайһығыҙҙыр, өшөйһөгөҙ бит.

Әбей баштан аяҡ Гөлмирәнең тунына ҡараны, шунан тире бирсәткәһенә ҡараш ташланы:

Уй, ҡиммәттер бит...

Юҡ, юҡ, инәй... — Гөлмирә инәйҙең ҡулын тотоп алып, үҙе үк усына бирсәткәләрен һалды ла, баш тартмаҫ борон тип китергә ашыҡты.

Туҡта, ҡыҙым! — Әбей уның артынан ҡысҡырҙы.

“Ҡыҙым”... Егерме йылдан ашыу бер кем дә Гөлмирәгә улай өндәшмәй. Гөлмирә әйләнде.

Мә, күстәнәс. — Әбекәй шыптыр төргәк һуҙҙы. — Талҡан. Һөт менән майға болғап ашаһаң, бигерәк тәмле!

Талҡан! – Гөлмирәнең күңелендә ниҙер ҡыбырланы. — Өләсәйем мәрхүмә элек гел эшләй торғайны. Һуңғы тапҡыр ҡасан ашаным икән?.. Ҡыҙҙарыма ла тәмләтеп ҡаратырмын! — Үҙенең ауыҙы ҡолағына етте. — Өләсәй күреп үҫмәгәстәр, талҡан нимә икәнен дә белмәйҙәр. — Гөлмирә үҙе һиҙмәҫтән барыһын һөйләп алып китте. Бәләкәй генә әбейҙең “ҡыҙым” тип өндәшеүе иреттеме, әллә йылы ҡарашы ышандырҙымы, Гөлмирә ят кешегә үҙе тураһында барыһын һөйләп ташланы ла ҡуйҙы. Өләсәһе тәрбиәһендә үҫеүе, ире китеүе, хәҙер үҙе генә ике үҫмер ҡыҙ тәрбиәләүе тураһында теҙҙе... Әбей уны бүлдермәй тыңланы, һорауҙарын да бирҙе, кәрәк урында уфтанып, кәрәк урында Гөлмирәгә йәлләп тә ҡараны.

Ҡыҙым, иртәгә тағы кил әле бында, — тине хушлашыр алдынан инәй. — Мин һинең ҡыҙҙарыңа ҡурмас алып киләм! Талҡандың үҙенән дә тәмлерәк бит ул!

Гөлмирә өйгә шат йылмайып ҡайтып инде. Дәрес әҙерләп ултырған ҡыҙҙарын шунда уҡ аш бүлмәһенә саҡырып алды. Талҡан тураһында һөйләй-һөйләй, уны эшләргә тотондо. Ҡыҙҙарына бигерәк оҡшаны был ят ашамлыҡ, шунда уҡ тәрилкә төбөнә төштөләр. Ә Гөлмирәне был танһыҡ тәм йәнә бала сағына алып ҡайтты. Өләсәһен хәтерләтте. Ата-әсәһе аварияға эләгеп мәрхүм булғас, Гөлмирә уларҙы белмәй ҙә. Әммә бар яҡлап иғтибар менән уратҡан өләсәһе янында ул үҙен бер ваҡытта ла етем тойманы. Хәҙер был бәләкәй генә әбей нимәгә иғтибарын йәлеп иткәнен аңлап ҡалды. Ул шул тиклем өләсәһенә оҡшаған!

Әле ле хәтерендә: бәләкәй Гөлмирә иркәләп, бар ҡиәфәте менән йоҡлай алмаған булып ята бирә. Өләсәһе йылмая ла һорап ҡуя:

Нимә, ҡыҙым, әллә йоҡлап булмаймы?

Берәй тәмлекәс ашаһам, йоҡлап китер инем...

Өләсәһе тәмле генә талҡан эшләп бирә. Икәүләп ултырып, талҡанлап сәй эскәс, рәхәтләнеп әүен баҙарына китә...

 

Зөләйха әбей төнө буйы күҙен дә йомманы. Улай-былай борғоланып ятты ла ятты. Ул яңғыҙы йәшәй. Бабайы бер нисә йыл элек мәрхүм булып ҡалды, балалары юҡ. Уйынан бирсәткә биргән ҡыҙ сыҡманы. “Белеп торам бит бирсәткәһе ҡиммәтле икәнен, арзан тигән булды. И-и-и, балаҡай!.. Ике ҡыҙым бар, ти. Ҡыйындыр инде ирһеҙ бала тәрбиәләү...” Ятып түҙә алманы. Тороп ҡурмас ҡурҙы. Гөлмирәның балалары оҡшатҡан булһа тип, күберәк талҡан һалып алды. Үҙенә тип һауған кәзә һөтөн дә ҡойоп әҙерләне. “Ә, йоҡаҡ ҡына итектә ине бит ул бала. Аяҡтары өшөйҙөр”, — тип яңы бәйләгән йөн ойоҡ та һалды сумкаһына. Һәм ҡалаға барған иртәнге автобусты түҙемһеҙләнеп көтә башланы...

Әбей баҙарҙағы ғәҙәттәге урынына торҙо. Гөлмирә эштән һуң ғына килә алырын тойомлаһа ла, иртә таңдан уны күҙҙәре менән эҙләне. Иҫәпһеҙ кешеләрҙең барыһын да тиерлек күҙ аша үткәрҙе. Танымай, үтеп китеп ҡуймаһын тип, ослап-ослап ҡаранды. Көн кискә ауышҡас, былай ҙа насар күргән күҙҙәре тағы ла насарыраҡ күрә башланы. Әммә Зөләйха әбей иғтибар менән күҙәтеүен дауам итте. Әллә берәй нәмә булдымы икән, тип боросола ла башланы хатта. Гөлмирә юҡ та юҡ. Инде баҙар яйлап бушаны... Әбей тамам өмөтөн юғалтты. Ул ниңәлер, үҙе лә аңламаҫтан, Гөлмирәне үҙ итте лә ҡуйҙы... 

“И-и-и, иҫәр әбей! Ҡарт көнөңдә берәйһенә кәрәкмен тип уйланыңмы? Хәҙер, әллә кем һинән ҡурмас алам тип килеп етһен, ти. Ул, моғайын, ғаиләһе менән сәй эсәлер инде... Ә һин, иҫәр, ошонда өшөп тораһың... Хыялый әбей! Ул һинең кеүектәрҙе көн дә күрә... — Баҙарҙа инде Зөләйха менән үҙ машинаһында һатҡандар ғына ҡалды. — Әй-й, иҫәр! Инде автобусҡа ла һуңланың!” Әбей сумкаларын йыйҙы ла, вокзал яғына атланы. Автобус, ысынлап та, киткән ине инде. Зөләйха аяҡтарын һәлендереп эскәмйәгә ултырҙы. Күңелендә буп-буш. Төнгө һыуыҡ та, ҡайҙа йоҡлауы ла уны борсоманы. Был тиклем үҙен яңғыҙ итеп тойғаны юҡ ине.

Гөлмирәны бөгөн татлы йоҡоһонан ҡыҙҙарының “Әсәй, эшкә һуңлағанһың!” тигән тауыштары уятты. Төшөндә ул баласағын, өләсәһен күреп, бер нәмә белмәй йоҡлаған. Эш көнө лә ҡаңғырышта үтте. Йә уныһы, йә быныһы һорау менән инде. Йә етәксеһе саҡыра, йә мәктәптән етеп килгән шыршы кисәһе буйынса шылтыраталар... Ҡырҡҡа ярылһаң да өлгөрмәҫһең... Баҙарҙа осратҡан әбей бөтөнләй башынан сыҡҡан ине. Кисәге матур хәтирәләрҙе көндәлек ығы-зығы баҫты. Гөлмирә кискә генә өйөнә арманһыҙ булып ҡайтып инде. Уны ҡыҙҙары ҡаршы алды:

Алып ҡайттыңмы? — тинеләр улар бер тауыштан, әсәләрен күргәс тә.

Нимәне? — Гөлмирә аптырап китте.

Һуң һин беҙгә бер тәмлекәс ашатам тигәйнең бит!

Ҡыҙҙарына кисә ҡурмас вәғәҙә иткәйне. Бөтөнләй онотҡан. Ҡолаҡ төбөндә теге инәйҙең “ҡыҙым” тигәне яңғыраны. Гөлмирә сәғәткә ҡараны. Киске һигеҙ... Эх, баҙар ябылғандыр инде. Шулай ҙа үҙ күҙҙәре менән шул буш урынды күрмәйенсә тынысланмауын белеп, сығып китте. Етмәһә йөрәк төбөндә уның тағы бер тапҡыр шул “ҡыҙым”ды ишеткеһе килде... Баҙарға барып туҡтағанында, һуңғы һатыусы ҡумталарын йыя ине. Аптыранған ҡатынды күреп, һатыусы эшен ҡалдырып торҙо:

Әбекәйҙе эҙләйһегеҙме? Ул яңыраҡ вокзал яғына китте. Көнө буйы берәүҙе көткән һымаҡ ине шул...

Гөлмирә артабан тыңлап торманы. Машинаһына ултырҙы ла, вокзалға елдерҙе. Эскәмйәләге бәләкәй генә һынды күреп ҡалғас, эсенә йылылыҡ йүгерҙе. Машинаһынан һикереп төшөп әбейгә атылды. Зөләйха ла уны күреп ҡалыу менән урынынан торҙо. Инәй шатлығын йәшерә алмай, үҙе һиҙмәҫтән Гөлмирәне ҡосаҡлап алды. Шунан ғына: “Бер күргән ҡатынды кеше ҡосаҡлаймы, вәт мин иҫәр!” — тип артҡа атларға иткәйне, Гөлмирә үҙе әбейҙе һыға ҡосаҡланы. Береһе өләсәһе йылылығын тойоп илап ебәрҙе, икенсеһе нисә йәшкә етеп тәүге тапҡыр әсәлек тойғоларын һиҙеп иланы. Берәр сәғәттән әбей менән Гөлмирә, ике үҫмер ҡыҙ талҡанлап, күмәсләп сәй эсәләр ине.

Ярты йыл үтеп тә китте. Гөрләп яҙ етте. Зөләйха әбей теге юлы баҡсаһын һөрҙөрөп, бөгөн күршеләренән көрәк һорап торорға инде:

— Ҡаланан балалар килә, картуф сәсәбеҙ, — тип аңлатты. Күршеләр әбей яңғыҙлыҡтан бөтөнләй иҫәрләнгән, тип йәлләп ҡалды. Әммә бер-ике сәғәттән машина килеп туҡтап, унан ике ҡыҙ, бер ҡатын килеп төшкәс, бар ауыл аптыраны. Кемдәр икән былары?.. Ҡалала танышып киткәндәрен белгәс, әбейҙең өйөн үҙҙәренә яҙҙырып алырға уйлайҙарҙыр, тип тә һөйләнеләр. Зөләйханың үҙенә лә әйтеп ҡаранылар. Тик ул көлдө генә:

Ундай ҡыҙҙарым өсөн өйөмдө генә түгел, ярты ғүмеремде лә бирергә әҙермен! — Күҙ алдында бер нисә йылға йәшәреп киткән, тәрбиәле Зөләйха әбейҙе күреп, ауыл кешеләре бик тиҙ тынысланды. 

Зөләйха әбей ғүмеренең һуңғы ун ике йылын ҡан түгел, ә йән туғандары менән бик бәхетле үткәрҙе. Был донъянан ул Хоҙайға рәхмәттәрен уҡый-уҡый китте. Һуңғы юлға инәйҙе ҡыҙылай күргән Гөлмирә менән уның яңы тормош иптәше, ейәнсәрҙәре һәм ике бүләсәре оҙатты. Ә Гөлмирә хәҙер — үҙе ейән-ейәнсәрҙәрен талҡан менән һыйлаған бәхетле өләсәй...

Шулай, бер берәҙәк эт йылылыҡҡа сарсаған, күптән бер-береһен эҙләгән яңғыҙ йәндәрҙе осраштырҙы.

 Заһиҙә МУСИНА.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: