Бөтә яңылыҡтар

Хыялдағы ҡыҙ

Римма Әхмәтйәнова Тәү күреүҙән ғашиҡ булды ул. Тәүге кадрҙан күҙе төштө киноактриса ҡыҙға.

Ҡупшы буй-һынлы, оҙон сәсле, ҙур күҙле сибәр актриса ҡатнашҡан һәр сериалды ҡарап барырға тырышты егет.
Гөлфирә, һоҡланғыс, таң ҡалдырғыс гүзәл Гөлфирә төп ролдәрҙе уйнай бит. Һәр саҡ тәртипле, сибәр, бар яҡтан өлгө булырлыҡ ҡыҙҙар ролендә ул.
Хәйер, бер тапҡыр кире образда ла булды ул. Иҫ киткес сибәр, шул уҡ ваҡытта үткер, яуыз ҡатын ролендә ине ҡыҙ.
Гел генә ыңғай ролдәр булмайҙыр, кире образдар ла уйнарға тейештер ҙә бит. Тик яҡшы ролдәрҙә генә уйнаһын ине лә бит. Ҡайҙалыр, ыңғай ролдәрҙе башҡарыуға ҡарағанда кире ролдәрҙә уйнау ауырыраҡ, тип уҡығайны. Тик талантлы артистар ғына кире образдарҙы башҡара ала.
Был ролендә оҡшаманы Гөлфирә. Матур шул, һоҡланғыс шул ул... Тик һәр саҡ яҡшы ролдәрҙә генә уйнаһын ине лә бит. Ролдәрен иҫ киткес оҫта уйнай.
Матур йәш актрисалар, ҡыҙҙар күп тә ул, тик ни эшләптер, ролдәре иҫтә ҡалмай. Исемдәре лә.
Гөлфирә үҙе бер башҡа бит. Илһам яратып билдәле актриса Глафира Тарханованы Гөлфирә тип нарыҡланы.
Их, ошондай һөйгәнең булһа ине, ул уны яҡлап, ел-ямғырҙан һаҡлап, күтәреп кенә йөрөтөр ине!!! Ҡатыны донъялағы иң бәхетле ҡатын - ҡыҙ булыр ине.
Ул ошондай һылыуҡайҙы ысынбарлыҡта осратырына өмөтләнеп йәшәй. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит... Өмөтләнә егет.
Илһам район үҙәгенә барғайны.
Ҡайтҡан сағында туҡталышта торған ике ҡатын-ҡыҙҙы машинаһына ултыртып алды.
Өлкәнерәге юл буйы һөйләшеп, Илһамға һорауҙар яуҙарып, үҙенә бирелгәндәренә яуап биреп килде. Район үҙәгенә ни өсөн килгәнен дә, егеттең ҡайһы ауылдан икәнен дә, кем балаһы икәнен дә белеште. Яңылыҡтарын теҙҙе генә һүҙсән алсаҡ апай.
Артта ултырған ҡыҙ өндәшмәне. Телефонына текләп тик килде. Илһам уға килеп етеп, багажниктан пакеттарын алып биргәндә генә иғтибар итте.
Ҡыҙыҡай шундай яғымлы итеп рәхмәт әйтте, бигерәк матур йылмайҙы. Ҡараштары осрашҡайны, телевизорҙан үҙе күпме һоҡланып баҡҡан күҙҙәрҙе күрҙе егет. Хыялындағы сибәр актриса теп-тере, яп-яҡын булып баҫып тора. Илһамдың ҡаршыһында ғына Гөлфирәгә оҡшаған иҫ киткес һөйкөмлө ҡыҙ тора һәм ул шундай матур йылмая!!!
– Гөлфирә?! – аптыраулы һораны егет.
– Әсәйем Гөлфирә. Ә мин Гөлсинә. 
Ҡыҙыҡай оялып китте, оҙон керпектәр ҡаймалаған ҙур күҙҙәрендә аптырау, ғәжәпләнеү сағылды. Ике бите алһыуланып, ҡыҙыҡай тағы ла сибәрерәк, тағы ла һөйкөмлөрәк булып тойолдо.
Әҙәм балаһының яҡты хыялдары бойомға аша бит. Бигерәк тә ысын күңелдән, бик ихлас теләһә.
Хыялындағы актрисаға оҡшаған ҡыҙҙы осратыуына Илһам бик шат ине.
Гөлсинә лә егетте оҡшатты.
Танышыуҙарына өс ай ҙа булманы, йәштәр өйләнеп йәшәй башланы.
Кинойондоҙҙар ысын йондоҙҙар кеүек, бик алыҫтан балҡыйҙар шул. Ни тиклем сағыу, ни тиклем ымһындырғыс булмаһын улар, бары һоҡланырға ғына ҡала.
Һылыулығы яғынан уларҙан һис ҡалышмаған ҡәҙимге ҡыҙҙар янда ғына йөрөй. Ҡәҙимге түгел инде улар, иҫ киткес сибәр, уңған, бар яҡтан килгән ҡыҙҙар. Уларға иғтибар итергә, уларҙың үҙенсәлекле матурлығын күрә белергә генә кәрәк...

Автор:
Читайте нас: