Бөтә яңылыҡтар

Ирек абзый

Атай менән Ирек ағай бергә китәләр фермаға эшкә, бергә ҡайталар. Мал врашы дарыуҙарын арбаға тейәп апара, апҡайта.Шулай йәй етте. Әғләм ағай бер ниндәй әмәлен тапманы - Ирек абзый һаман да беҙҙә йәшәүен дауам итте.Тәмәке тартмай былай, өҫ-башы таҙа ғына. Минең ағай менән кис клубҡа сығалар.-Гөлшат апай, әйҙә минең бикәсте һеҙҙәге егеткә димләйек, - тип хәбәр һалды бит киске сәйгә ингән еңгәй.Дүртме, бишме туған ағайҙың ҡатыны ул. Ул ағайҙарҙың әсәһе лә, атаһы ла вафаттар инде. Шуға күрә бикәсен башлы-күҙле итмәкселер инде еңгәйҙең уйы.-Һәйбәт малай, эшлекле ғәләмәт, ипле. Әүлиә инде! - әсәй шулай тип маҡтап ебәрҙе.Ә миңә Ирек абзый оҡшамай - әллә ниндәй һап-һары, һимеҙ, етмәһә. Рәмзиә апайҙы ҡыҙғаныңҡырап ҡуйҙым эсемдән генә.

Соланда аяҡ тауыштары ишетелде лә, кемдер ҡаты итеп ишекте төкөлдәтте.
-Инегеҙ, ништәп төкөлдәтеп тораһығыҙ, ишек элеп ултырмайбыҙсы.
-Гөлшат апай, бына һиңә тағы ла ул алып килдем әле, улдарың өсәү генә бит, - тип мәрәкәләгән булып, Әғләм ағай ҙур ике сумканы иҙәнгә ҡуйҙы, артынса ҙур кәүҙәле, етен сәсле, әллә зәңгәр, әллә йәшел күҙле бер ағай килеп инде.
-Практикаға ебәргәндәр. Мал врашы! Берәй әмәлен тапҡансы, һеҙҙә йәшәп тора инде. Әйҙә, ҡусты, үт, оялма, ошо бүлмәлә йәшәрһең, - тип урын күрһәтеп, сумкаларын диван эргәһенә индереп ҡуйҙы ла, сығып та китте.
-Исәнмесез. Ирек булам, сезгә абзый булам, кызлар, - беҙҙеңсә түгел һөйләшеүе.
-Әйҙүүүк, - тигән булды әсәй, үҙе самауырға йәбеште.
Үҙебеҙ ашъяулыҡ эргәһендә бер юлы туғыҙ ҡашыҡ күтәрәбеҙ, был ағайҙы ништәп индереп китте инде, әсәй ништәп ризалашты инде?
"Баһымсаҡҡа баҡа айғыр" ошо булды инде!
Әғләм ағай управляющий беҙҙә. Упраф, тиҙәр ауылда. Өйөгөҙ ҙур, тиҙәр ҙә беҙгә әпкиләләр - киномеханик йәшәне, фельдшер йәшәне, электрик йәшәне... Үҙенең әсәйенең өйө беҙҙекенән дә ҙурсы, әсәһенә апармай. Ҡата башындай булһам да, көйөп ҡалдым Әғләм ағайға.
Яҙ башы ине. Ат санаһын һарайға һөйәтеп ҡуйып, арбаны сығарып ҡуйҙыҡ урам уртаһына. Атай арба тәгәрмәстәрен майлай, беҙ сәлидүрҙе йәмшек биҙрәһе менән улай-былай йөрөтәбеҙ, йә арбаның кендеген майлашабыҙ, йә тәгәрмәстең тәзеһенә, кендегенә май һөртөп ебәргән булабыҙ - ярҙам итәбеҙ.
Арбаға юл асылды, шөкөр!
Атай менән Ирек ағай бергә китәләр фермаға эшкә, бергә ҡайталар. Мал врашы дарыуҙарын арбаға тейәп апара, апҡайта.
Шулай йәй етте. Әғләм ағай бер ниндәй әмәлен тапманы - Ирек абзый һаман да беҙҙә йәшәүен дауам итте.
Тәмәке тартмай былай, өҫ-башы таҙа ғына. Минең ағай менән кис клубҡа сығалар.
-Гөлшат апай, әйҙә минең бикәсте һеҙҙәге егеткә димләйек, - тип хәбәр һалды бит киске сәйгә ингән еңгәй.
Дүртме, бишме туған ағайҙың ҡатыны ул. Ул ағайҙарҙың әсәһе лә, атаһы ла вафаттар инде. Шуға күрә бикәсен башлы-күҙле итмәкселер инде еңгәйҙең уйы.
-Һәйбәт малай, эшлекле ғәләмәт, ипле. Әүлиә инде! - әсәй шулай тип маҡтап ебәрҙе.
Ә миңә Ирек абзый оҡшамай - әллә ниндәй һап-һары, һимеҙ, етмәһә. Рәмзиә апайҙы ҡыҙғаныңҡырап ҡуйҙым эсемдән генә.
,,Күсейҙә матур ағайҙар бөткәнме?" Фәнил, Ҡыуат, ике Айбулат... Ағайымдың класташтарын берәм-һәрәм барлап, Рәмзиәне күңелемдән шул ағайҙарға ҡоҙалап ҡуям хатта.
-Трррр, уңғыр мал!
Атайҙың ҡырын тейәп ҡайтҡанын ҡапҡа алдына килеп туҡтағансы уҡ һиҙеп торабыҙ. Һиҙгес шәп эшләй. Атты әрләп туҡтаһа - тимәк, "һуҡҡан".
Атты туғарып, тышап ебәрҙек тә, киске ашҡа индек. Әсәй күптән итен турап, аш яраштырып, көтөп ултыра. Атай ҡырын төшөп ятҡан ашъяулыҡ эргәһенә. Туҫтаҡтарға аш бүлеп бирҙе әсәй. Атай башланған араҡыһын ашъяулыҡҡа ҡуйҙы.
-Аш алдынан берәрҙе. Бөгөн һарыҡтарға дарыу һөртөп, күлгә төшөрөп йыуындырып бөттөк. Ҡусты ла арыны, - тип ыстакан төбөнә һалып Ирек ағайға һондо.
-Мин эчмим, абзый, - тип ағай ҡырт киҫте.
-Мин һиңә абзый түгел!!!
Әллә "абзый" оҡшаманы, әллә ҡулын буш иттеме Ирек ағай беҙҙең атайҙың, ней тигәндә лә, атай асыу менән Ирек ағайға типте бит! Тамаҡ ҡайғыһы китте. Урындыҡтан һикерешеп төшөп ҡастыҡ. Әсәй атайҙы әрләй. Зыҡ ҡуптылар!
Икенсе көндө кискә Ирек абзый иҫерееек ҡайтты.
Беҙ, ҡыҙҙар, көнө буйы йөрөп иҙән шалдаған инек, иҙәнде тапалап бөттө. Оҙаҡҡа һуҙылды. Магазиндан бара ла ала, бара ла ала араҡыны. Беҙ өйгә инмәйбеҙ, тышта кәртә башына урын һалып, бесән араһында йоҡлайбыҙ.
-Әсәй, Әғләм ағайға әйт, икенсе кешеләргә апарһын ағайҙы.
-Ҡуй, әллә ҡайҙан килгән берәүҙең ғәзиз балаһын нисек ҡыуайым, кеше әллә нимә тейер. Айныр, -әсәйҙе тыңлатып булманы.
Шулай абзыйыбыҙ магазинға киткәнендә, кейемдәрен сумкаһына тыҡҡыслап, гараждан дарыу-марыуҙарын йәшниге менән ҡапҡа тышына сығарып ултырттыҡ. Ҡапҡаны эстән элеп ҡуйҙыҡ. Өй тышына йоҙаҡ элдек.
Упраф әмәлен тапты, фермала бер өй бар ине, шунда индерҙе Ирек ағайҙы. Көҙгә ветвраштың практикаһы бөттө. Хушлашырға килде беҙгә. Ҡылғандарына үкенес белдереп, ғәфү үтенеп, мең рәхмәттәр әйтеп, ҡайтып китте Ирек абзый.
Ҡарар күҙгә бер ниндәй ҙә зыяны юҡ һымаҡ йып-йылтыр һыу беҙҙең магазинда 4 һум 12 тин тора ине. Әүлиәләрҙән шайтан яһаусы йылтыр һыу...

"Алай ҙа ғына Рәмзиә апайҙы димләп өлгөрмәнеләр,бик ыҙалар ине әтеүһә" - тип ҡыуанышып тороп ҡалдыҡ...

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: