– Өләсәй, өләсәй, тор, асыҡтым, – бәләкәй ейәненең һүҙҙәренә уянып китте Гөлнур. Ошо сабыйҙар хаҡына аяғына баҫып килә ул. Врачтар, ҡәтғи генә итеп, юҡ тиһәләр ҙә. Алға китеш бар. Сырхау кешене, теләгән теләктәре лә йүнәлтә тиҙәр бит. Ысын, ахырыһы.
...Бер генә бөртөк ҡыҙ булып үҫте ул. Нишләптер, башҡа балалары булманы атай-әсәһенең. Ниңә минең ағай-апайҙарым, йә булмаһа кесе туғандарым юҡ тип һораһа: “Эй, бәпесем, һине саҡ табып алдыҡ”, – тип яуап бирерҙәр ине. Шулай итеп яйлап онотолдо төпсөнөүҙәр.
Иркәләнеп кенә үҫте. Артыҡ йәлләп тә үҫтергәндәрҙер бәлки. Аяғына зәғифләнеп ҡалды бала саҡта. Һигеҙ йәшендә, муйыл ағасынан йығылып төшөп имгәнде. Быуынын да ултырттылар, һыламаған май ҡалманы. Тик... бер аяғы ҡыҫҡараҡ булып үҫеште. Ә шулай ҙа ауылда беренсе ҡыҙ ине!
– Матурлыҡты ҡыҙыңа Хоҙай муллап биргән, Сәлимә. Хур ҡыҙылай! – тип әйтеп килделәр ауылдаштары. Үҙ ыңғайына баҫып торһа, кәртинкә меней? Тик шул, атлап китһә, ҡыйшайыңҡырай. Ә сәстәре, оҙооон ине, үксәһенә тиклем. Хәҙер киҫтерҙе. Биленән ҡалдырып. Йоҡарһа ла, матур сәсе. Сикә тирәһендә генә ағара башланы. Нәҫелдәрендә сәстәре бик ағарып бармай. Элек дуҫ ҡыҙҙары ярышып тарарҙар ине... Ине... Барыһы ла артта хәҙер.
...Ауылда тыуып үҫкән кеше икелетә бәхетле бит ул. Нишләптер, Гөлнур һәр саҡ шулай уйлай. Бына ҡарағыҙ әле. Яҙ миҙгеле – үҙе бер сихри донъя. “Ҡуй инде, йоҡонан уятмағыҙ” – тигән һымаҡ шыбырҙап ҡына ҡар һыуҙары аға. Үпкәләп кенә үләндәр морон төртә. Ҡояш апайҙы һағындыҡ, асығыҙ, зинһар ер-япманы, тигәндәй.
...Таң менән әсәйеңдең сепарат тауышына уянып китеүе-үҙе бер серле моң. Быжж,быжжж... Ятаһың тыңлап, күҙәтәһең.Ситтән кеше эшләүен еңел генә кеүек тояһың. Хәрәкәттәре лә еңел тип. Хәҙер генә аңлайһың, иртәнге татлы йоҡоһон ауыл ҡатындарының.
Ә, көҙҙәрен һуң!.. Алтын төҫтәр!.. Бар тәбиғәт һарғылт төҫтәргә мансыла. Тыныс, һиллек... Муллыҡ айы. Ауылдың гөрләгән мәле. Ихласлап иген ташыһындармы. Ҡауын тейәлгән арбалар. Сөгөлдөр баҫыуҙары ҡайнай. Тирә-яҡ эш менә тулған. Тормош үҙе бер агрегат кеүек. Мәктәп балалары менән нисек күңелле йөрөйҙәр ине ярҙамға. Комсомол, пионерия осоро. Барыһы ла иҫтәлеккә ҡалды. Хеҙмәт тәрбиәләне бала-сағаны ул осорҙа. Һуңынан, күңелде тулыландырып, шәкәр тараталар ине бит әле. Эшләгәнеңә баһа. Эй, шатланаһың..Эскерһеҙ бала саҡ!..
..Бала саҡтың ғәмһеҙ сағы, ҡыштыр ул. Баҡса утарға түгел. Уйнайһың да,уйнайһың көнө буйы. Быймаларың, итектәрең шаҡылдап тора. Ҡайтырға уйлаған кеше юҡ. Барыбер ауыл балалары иркен үҫә. Тәбиғәт балалары. Бушҡа ғына атаҡлы йырсылар гүзәл тәбиғәт төбәктәренән түгелдер...
– Ҡуй әле, төпкә төшмәйем, – Гөлнур уйҙарын бүлде.Уйҙарға бирелә лә китә шул. “Ғүмер уҙа, аҡыл керә, балам. Минең йәшкә етһәң, бигерәк тутлы уйҙар”, – тейер ине мәрхүм әсәһе. Эйе, тутлы хәҙер уйҙары, таҫыллап һалынған үҙ урынына.
...Мәктәпте уңышлы тамамлап, Стәрлетамаҡтағы педагогия институтына уҡырға керҙе. Тырыш булды уҡығанда. Зәғифлеге күҙгә күренеп беленһә лә, староста итеп ҡуйҙылар. Тыңлата белә кешене Гөлнур. “Характерлы” тиҙәр ундайҙарҙы. Төркөм менән һайлағас, ризалашты.
Студент йылдары уҙып та китте. Уҡып бөтөп, үҙ ауылына эшкә ҡайтты. Һигеҙ йыллыҡ мәктәп ауылдарында. Балалар күп. Йөҙөп эшләне. Йыр түңәрәге алып барҙы.Үҙеңә баһа биреп булмай. Тик “Хисле йырлайһың, күңел төбөнән”, тип директор үҙе ҡыҫтағас, түңәрәк эшен алды. Күрше ауылдар менән бер-береһенә концерттар ҡуйып йөрөй башланылар. Ана шунда осратты ла инде яҙмышын – Рәфис исемле шофер егетте.
Колхоз автобусын йөрөтә ине . Кәрәк саҡта мәктәп йомоштарын ҡушалар. Райондар буйлап йөрөй торғас, яҡынлашып киттеләр. Өс йыл эшләп та ташланы. Йәше еткән. Рәфис тәҡдим яһағас, юҡ тимәне. Тауыш-тынһыҙ ғына ғаилә ҡороп ебәрҙеләр. Тәүҙә иренең әсәләрендә төпләнһәләр, аҙаҡ колхоз йортонан бер бүлмә алып башҡа күсенде йәш ғаилә.
Һин үтәһе ғүмер юлын
Үтмәҫ шул әсе елдәр.
Һынағанды һынай яҙмыш,
Түҙер бары сабырҙар..
Шшулай булып ҡуйҙы ла. Үпкәһенә һыуыҡ тейеп, өс ай ауырыны тигәндә үлеп тә ҡуйҙы ире. Йүтәлләп йөрөп, кем белгән шулай булырын. Арҡаһына тотонорлоҡ хәл ҡалмағас барҙылар шул больницаға. Тик үпкәһе шешеп таралған ине инде. Бер йәшлек ҡыҙы менән тол ҡалды йәш ҡатын. Һынау артынан һынау. Оҙаҡ та тормай, атаһы ла ташлап китте яҡты донъяны. Әсәһе эргәһенә ҡайтып, кире бергә йәшәп алып киттеләр.
Ҡыҙы, Ләйсәне һөйөндөрә әсәһен. Атаҡай ғына! Шым ғына күренһә лә, шундай шуҡ. Һөйкөмле бала. Өйҙәренең биҙәге, ҡолонсағы. Шулай алтынсы йәшкә лә етте бәпесе.
– Ҡыҙым, һин юҡта Тимерәйҙән килеп һоратып киттеләр бит әле. Күркәм генә күренә буласаҡ кейәүең, – тип шаяртыу ҡатыш әсәһе ҡаршы алды бөгөн. Нисек инде һораттылар?
– Йола буйынса ,балам. Күрше әбейе менән килделәр. Туғандары беҙҙең ауылда бар тей, шикелле. Маҡтағандар һине. Кис,үҙем килеп сығам, тип хушлашты буласаҡ кейәү балаҡай. Һиңә сәләм әйтергә ҡушты, Фәрүәз исемле.
Үҙе лә яңғыҙлыҡтан талсыҡҡайны. Әсәһе лә: “Яңғыҙ үткәрмә матур сағыңды, балам. Бешкән сағың бер осор. Ләйсәнеңә лә иптәш алып ҡайтырһың” – тигәс, өгөтөнә ҡаршы килмәне шул.
Килгән-киткәнендә яғымлы күренде Фәрүәз. Механизатор икән. Өй башлаған. Ризалашты ла ҡуйҙы Гөлнур. Ике-өс көнләп кенә белгән ир кешегә ышанып алға атланы.
Йәмле июнь айы ине. Кем йәй көнө сыҙаһын һыу инмәй. Ире эштә булғанда, ҡыҙы менән һыу инеп ҡайттылар. Бәләкәй генә, тәрән булмаған күл ауыл эргәһендә. Исеме лә йәтеш, Мәләшле. Ҡыҙыу ҡояш нурҙарына ҡойоноп, эй шатлана ҡыҙсығы. Күңелдәре булып өйҙәренә ҡайттылар рәхәтләнеп һыу инеп. Кинәнес менән тәмләп сәй эсеп, эшкә кереште ул көн. Һаман хәтерендә ул көн.
...Ҡолаҡ төбөнән зыңҡ итеп нимәлер осҡандай булғанға,тертләп артына әйләнеп ҡараған ине. Ҡурҡышынан ни күрә – сүмес тотоп ире тора ла һуң.
– Нимә булды ул, – тип әйтеп тә өлгөрмәне. Һуғып та йыҡты иптәше.
– Кәнтәй. Рөхсәт һорамай һыу инергә йөрөйһеңме? Ҡәйнештәреңде күҙләп...
Иң яман һүҙҙәр ишетте был төн Гөлнур. Шунда ғына ҡайтып китмәй. Харап итте киләсәген. Кешенән оялам, кеше нимә әйтер, тигән булып ҡалды бит. Имеш, иренә ярамай айырылған.. Ахмаҡ булған. Хәҙер бына күрә емештәрен. Үҙенән оялып йәшәй. Кеше һүҙенән түгел.
Ләйсәне ошо тауыштан һуң, күрә алмаҫ булды үгәй атаһын. “Атай”, – тип өйрәнеп, әкренләп яйға ла һалып киленә ине. Тик буталды барыһы. Бала күңеле кисермәне. Ҡурҡты. Ихтирамын юғалтты үгәй атаһына.
Аяҡтарына теҙләнеп илап алып ҡалды Фәрүәз ҡатынын, ҡайтарманы. Ысынлап, башҡа ул хәтлем енләнеүҙәре булманы. Тик матур ҙа йәшәмәнеләр. Ярты йыл тигәндә улы Альфирға ла уҙған ине. Ләйсәне илап, бында йәшәмәйем, тип өләсәһенә ҡайтты. Ҡайтты тип. Ҡасып китте , әллә нисә тапҡыр кире үҙҙәренә ҡайтарып ҡаранылар. Тик иренә башҡаса ҡыҙы әйләнеп тә ҡараманы. Сабый күңеле рәнйегән ине.
Кем рәнйетә һине – ҡасырға кәрәк. Үҙеңде яратырға кәрәк. Уҡыусыларына тәрбиә емештәрен ошо юҫыҡта аңлатһа ла, үҙе һүҙендә торманы . “Кеше нимә һөйләр”, тип ҡалды шул Гөлнур.
Ә һуңынан... Йылдар уҙҙы. Малайҙары тыуҙы. Мәктәп эше күп ваҡытын ала ине. Йылы һүҙгә, ир наҙына әүрәп йәшәмәне ҡатын. Бер нисек тә ыңғайына ярай алманы. Ләйсәне, мәктәпте бөтөп училищеға керҙе. Ошо йылдар дауамында әсәһенә үпкәһен белгертеп кенә торҙо.
– Мине түгел, иреңде һайланың. Өләсәйҙә төндәрен һине һағынып илай инем тип, – йөрәген йолҡоп сығарып ҡулдарына тотторорҙай булып ҡайтып китә ине Гөлнур үҙҙәренә.
Кейем-һалым, ашауҙан өҙмәһә лә. Әсәй тәрбиәһен тулыһынса бирә алманы. Бирә алманы шул. Үҙе ғәйепле, бер кем түгел. Бала, әсәй эргәһендә үҫергә тейеш. Әсәй иркәһен төймаған бала, ҡырыҫ була. Күңеле тулы айҙай балҡымай. Ташландыҡ кеүек хис итә үҙен. Аңлай ҙа бит Гөлнур. Ваҡыт уҙған...
Шулай байтаҡ ғүмер уҙып кителде. Илле бер йәшендә ире һыуға батып үлде. Эштән нисек кенә арып ҡайтһа ла, ихлас балыҡсы ине. Үҙенсә хоббиһы. Эләкһә лә, эләкмәһә лә, яр буйын тапаны. Альфиры егет булып үҫеп етте. Үҙе лә ваҡыты етеү сәбәпле, уҡытыусы стажы менән пенсия ала башланы. Шулай ҙа эшен тиҙ ҡалдырманы. Эшләне лә әле бер осор.
...Ир ҡайғыһы – итәктә, баланыҡы – йөрәктә. Ана шул, бала ҡайғыһы аяктан йыҡты ла инде. Ҡыҙы, саҡлы-суҡлы уҡыуын тамамлағас, ауылға ҡайтты. Ял көндәрендә күренмәгән шул, эсеүгә һалышҡан булып сыҡты. Етмәһә, балаға уҙған.
– Атаһы кем? – тип һораһаң, яуабы ней тора. Ояты!
– Һинең иреңде лә күрмәйем, – тип уҫал төрттөрә башланы. Һәр бер өйрәтеүгә яуабы бар. Имеш тә ул ир эҙләп күрше ауылға китмәгән ваҡытында. Балаһын ҡыуып ҡайтармаған. Тәфсилләп, дөрөҫләп аңлата башлаһаң, донъяны ҡыйрата башлай. Шунан китә иреш-талаш. Илауҙар...
Һуңғы алты йылда ошондай тормош хөкөм һөрә. Ябай ғына ауыл ғаиләһендә. Хәҙер балалары өсәү, ейәндәргә бай Гөлнур. Тупылдап торған малайҙар. Биш-алты ир индереп йәшәп тә ҡараны ла бит ҡыҙы. Араларында арыу ғыналары бар ине. Бигерәк дыуамал шул. Үҙе башлап һуғыша башлай. Юҡтан талаш сығара. Ошо хәлдәрҙән ауырыу ғына аяҡтарына етә ҡалды Гөлнурҙың. Хәлгенәһе юҡ. Саҡ йөрөй. Альфиры бушаған арала ҡайтып өгөт-нәсихәт уҡыһа, аҙыраҡ рәтләнә апаһы.
Өйҙө улына яҙҙырҙы, шуға ла үпкәләй. Яҙҙырмаҫ ине, ҡыуып сығарыуы бар. Альфирына ышанысы ҙур. Эсмәй. Эшләп йөрөй. Туғандарын кейендерә. Эскелектән дауалап та ҡаранылар Ләйсәнде. Шымлатып, имләгән дарыуҙар эсереүҙәр. Куп инде ул... Нимә генә ҡулланманы Гөлнур менән улы. Тик ваҡытлыса шул. Яман сиргә тарыны балаһы. Ямау өҫтөнә ямау.
– Ана, күрәһеңме, яратҡан улыңа – өй, миңә күкиш! – тип туҡмап һалып ҡуйҙы элекке көн...
Йәш ҡатындың эсеүе, әлбиттә, халыҡ телендә йөрөй. Опека хеҙмәткәрҙәре лә килеп, әллә нисә тәрбиәләп маташтылар. Гөлнур Раисовна, бер һүҙегеҙ етә – сабыйҙарҙы алып китәбеҙ. Яҡшы урынға урынлаштырырбыҙ, – тип өгөтләһәләр ҙә риза түгел. Үҙе ҡараясаҡ хәленән килгәнсә.
Бәлки аҡылына килер тип өмөт итә әсәй. Әсәй бит ул, ышанырға тейеш әсәй кешегә. Ейәндәрен бирә алмай ул хөкүмәткә. Йөрәге ҡушмай. Ҡыҙына үпкәләрҙәр тип ҡурҡа. Киләһе бәләләр ошонда бөтһөн ине, тип теләй. Ниндәй генә булһа ла яҙмыш, үҙ әсәләре менән үҫһендәр балаҡайҙары. Эсмәгән саҡтары була ла һуң Ләйсәндең. Керҙәрен йыуып ала ап-аҡ итеп. Ҡоймағын да ҡоя һирәкләп. Үҙ ҡулдары менән сығарған күктәренә кремдәр һөртөп яйлай әсәһенең тәнен. Йәлләй бит барыбер. Тимәк, һуң түгел әле... Юҡ, һуң түгел. Ышана ул балаҡайына. Ышана... Хоҙай аяғынан ғына яҙҙырмаһын. Хәҙер өсләтә түләй бит ул хаҡты. Өсләтә....Өсләтә...
Римма Саньярова.