Бөтә яңылыҡтар

Мәликә (хикәйә)

Төрмәгә күсереп килтереүҙәренә теүәл бер аҙна ваҡыт үтте. Ә тикшереүҙе тамамлағансы кәмендә өс ай ваҡыт кәрәк булыр, тип һөйләйҙәр. Өс ай!.. Был әҙме, әллә күпме?.. Төрмә шарттарында был тотош бер ғүмергә бәрәбәр кеүек. Ә Мәликә, уйҙарының иге-сигенә сыға алмайынса, ут йотоп, ҡайғырып, көндәрҙе түгел, сәғәттәрҙе, минуттарҙы үткәрә алмайынса ыҙалана.

1

Төрмәгә күсереп килтереүҙәренә теүәл бер аҙна ваҡыт үтте. Ә тикшереүҙе тамамлағансы кәмендә өс ай ваҡыт кәрәк булыр, тип һөйләйҙәр. Өс ай!.. Был әҙме, әллә күпме?.. Төрмә шарттарында был тотош бер ғүмергә бәрәбәр кеүек. Ә Мәликә, уйҙарының иге-сигенә сыға алмайынса, ут йотоп, ҡайғырып, көндәрҙе түгел, сәғәттәрҙе, минуттарҙы үткәрә алмайынса ыҙалана.

– Өс энеңдең бөтәһе лә иреңде үлтереүҙә ҡатнаштымы? – тигән һорауҙы бирҙе кисә тәфтишсе.

Тимәк, ҡустыларының береһе лә яуаплылыҡты өҫтәренә алырға теләмәй.

– Мин улар хаҡында бер нимә лә белмәйем. Үҙем өсөн генә яуап бирәм, – тиеү менән сикләнде Мәликә.

Энеләренән ҡайһыһы ныҡ тора, ә ҡайһыһы бөгөлөп төштө икән? Ишҡол менән Ғәмил бирешкәндер, моғайын. Улар икеһе лә бер ҡатлы, йомшаҡ тәбиғәтле. Ә Баттал?.. Ул аҙ һүҙле, ҡырыҫ холоҡло. Әле енәйәттәре фаш ителмәҫ элек үҙ-үҙенә ныҡ ышанған ҡиәфәт менән: «Юҡ, минән бер ауыҙ һүҙ ала алмаҫтар!» – тигәйне.

Шулай тип әйтеү бер, ә тәфтишсе алдында яуап тотоу – икенсе. Тикшереүсе тигәндәй, бөгөн үҙен камеранан алып сығып, һорау алырға килтергәндә, ул Баттал ҡустыһы менән йөҙгә-йөҙ осрашты. Уны алданыраҡ саҡырған булғандарҙыр. Күрәһең, тәфтишсенең һорауҙарына яуап биреү еңел булмаған. Сөнки уның ҡаушағаны, борсолғаны йөҙөнән күренеп тора. Хатта ҡарашында әйтеп аңлатып булмаған үкенеү ҙә бар ине. «Нишләттең һин мине, апай?.. Нишләп был көндәргә төшөрҙөң?» – тип әйткән кеүек тойолдо уның шул үкенесле ҡарашы. Тимәк, ҡаты, ҡырыҫ холоҡло энеһен дә һындырғандар, күмәкләп ҡылынған енәйәтте һөйләргә мәжбүр иткәндәр.

Тәфтишсе Мәликәнән дә, энеләренән дә төрмә эсендәге етенсе һанлы бүлмә-камерала һорау ала. Шунлыҡтан надзиратель ҡатын уны хәҙер нисәнсе көн инде туп-тура ошо камераға оҙата килә.

– Һаумыһығыҙ!

Бер нисә минут элек кенә Баттал энеһенән яуап алған тәфтишсе ҡоро ғына иҫәнләште лә ултырырға ымланы. Ҡырҡ йәштәр самаһындағы был хоҡуҡ һағындағы кеше юҡҡа-барға осонмай, үҙен баҫалҡы тота, тыныс ҡына һөйләшә, ҡурҡытмай, янамай, кемлеген күрһәтергә теләмәй. Киреһенсә, гел уйсан, борсоулы күренә, хатта эсендә бер кем белмәгән ҙур, ауыр ҡайғы йөрөтә һымаҡ.

«Баҫалҡы, тыныс тәбиғәтле булһа ла, барыбер Баттал энемде һындырған, уның эс бауырына ингән», – тип уйламай булдыра алманы Мәликә.

– Иремде үҙем генә үлтерҙем, тип әйтеүегеҙгә баштан уҡ ышанмағайным. Сөнки шундай таҙа, баһадир ирҙең башын сабып өҙөүегеҙ һис кенә лә мөмкин түгел. Экспертиза ла шундай һығымта яһаны... Һәр хәлдә, баштан уҡ дөрөҫ яуап бирмәүегеҙ һеҙҙең файҙаға булманы, Ҡәнзәфәрова...

Был һүҙҙәрҙән тикшереүҙең асылын аңламау мөмкин түгел ине. Өс энеһе лә «серҙе» һаҡлап ҡала алмаған, ошо аҙ һүҙле тәфтишсе алдында енәйәттең ниңә, ни өсөн эшләнеүен бәйнә-бәйнә һөйләп биргәндәр.

– Ошоғаса ялған яуап биреп килдегеҙ. Нисек тә мине ышандырырға маташтығыҙ. Бөгөн инде һеҙгә, Ҡәнзәфәрова, дөрөҫтө һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалманы!..

Тәфтишсе Дәминдаров менән тәү осрашҡанда уҡ ҡойолоп төшкәйне Мәликә. Енәйәтсе менән тикшереүсенең йөҙгә-йөҙ килгәне өсөн ҡаушап төшмәне, буғай. Мөһабәт кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле, уйсан ҙур ҡоңғорт күҙле был кешене элегерәк бүтән шарттарҙа күргәне, был затҡа күп мәртәбәләр һоҡланғаны, нисек тә уның шәхесен белергә теләүенә ҡайтып ҡалмаймы икән уның ҡаушауы, ҡойолоп төшөүе?..

Туҡай урамындағы аллея аша үҙе йәшәгән Әрхәрәйгә ҡайтып барғанда осраҡлы ғына бер нисә күрҙе Мәликә Дәминдаровты. Ул саҡта ҡайҙан белһен инде уның Дәминдаров икәнен дә, тәфтишсе икәнен дә. Беренсенән, уның таҙа буй-һыны, бөхтә кейеме күңелгә ятһа, икенсенән, был кешенең һәр осраған һайын ҡулдарын артҡа ҡуйып, шул ғәжәйеп матур йүкә аллеяһында уйланып йөрөүе әллә ниндәй ҡыҙыҡһыныу уятты. «Был ғәҙәти кеше генә түгел, йә атаҡлы шағирҙыр, йә композиторҙыр... Шулай булмаһа, гел уйланыр инеме ни, гел һағышланыр инеме ни?» – тип уйлауы бөгөнгөләй хәтерендә.

Ана шул саҡ ул һоҡланған, ул ҡыҙыҡһынған кеше шағир ҙа, композитор ҙа булмаған да баһа!.. Ғәжәп хәл!..

Бөҙрә сәсле тәфтишсенең уйсан күҙҙәренә күтәрелеп ҡараны ла:

– Башта энеләрем менән күҙләштереү үткәрегеҙ, шунан ҡарай ҡарарбыҙ, – тине Мәликә.

Был бик урынлы яуаптың көтмәгәндә башына килеүенә ул үҙе лә аптыраны һәм тәфтишсене лә шаҡ ҡатырҙы.

– Күҙләштереү үткәрергә әле әҙ генә иртәрәк, Ҡәнзәфәрова.

– Мин талап итәм.

– Талабығыҙҙы кире ҡағам.

– Әләйһә, мине ашыҡтырмағыҙ. Уйларға форсат бирегеҙ.

– Форсат бирәм. Кәрәк икән, өс көн уйлағыҙ, кәрәк икән аҙна-ун көн уйлағыҙ, – тине тәфтишсе. Оҙатҡанда тағы ла шуларҙы өҫтәне:

– Ирегеҙ Нәҙерша һеҙҙең Әрхәрәй микрорайонында иң абруйлы, иң мәртәбәле кеше булған. Эсмәгән, һуғышмаған. Һеҙгә хәстәрлекле булған. Халыҡ теле менән әйткәндә, һеҙҙе ус төбөндә генә йөрөткән. Шул әүлиә ирҙе үлтерергә нимә сәбәпсе булды? Ғөмүмән, тормошоғоҙ хаҡында йәнә бер ҡат етди уйланып сығығыҙ. Дөрөҫ йәшәгәнһегеҙме? Ошо көнгә тешәүегеҙҙең төп бәләһе нимәлә?

Кире камераға алып китер өсөн надзиратель ҡатын да килеп етте. Ул, йә, әйҙә, тип өндәшкән арала, Мәликә әллә ниндәй әрнеү, әллә ниндәй йөрәк һыҡрауы менән тәфтишсенең күҙҙәренә күтәрелеп ҡараны. Дәминдаровтың ҡарашы ла уға төбәлгәйне. Ни өсөндөр тәфтишсе уны битәрләмәй, киреһенсә, ҡыҙғана һымаҡ тойолдо Мәликәгә. «Әҙгә ҡәнәғәт булмаған, күпкә лә ҡәнәғәт булмай. Һеҙҙең төп бәләгеҙ ҙә шунда. Ҡәнзәфәрова!..» – тигән һүҙҙәрҙе уҡыны ул тегенең ҡыҙғаныулы ҡарашында.

«Әҙгә ҡәнәғәт булмаған, күпкә лә ҡәнәғәт булмай». – Сәйер!.. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе тәүге ире Йәмил дә уға әленән-әле әйтә торғайны. «Кешеләргә ҡарап, күңелеңде аҙҙырма. Икебеҙ эшләп алған беҙгә муйындан етә бит! Барына ҡәнәғәт булған кешенән дә байыраҡ кеше юҡ был донъяла», – тип әйткән һүҙҙәре тәфтишсенең уйлаған уйҙары менән ауаздаш булып сыҡты.

Бер ҡарағанда, мәрхүм беренсе ире Йәмил Дәминдаровҡа оҡшап ҡуя. Ире, буй-һыны менән бик үк таҙа, бик үк бәһлеүән булмаһа ла, имәндәй ныҡ, тарамыш ине. Сәсе бөҙрә, күҙҙәре уйсан һәм һағышлы ине. Тотош буй-һындарының оҡшашлығы, уй-фекерҙәренең оҡшашлығы бик ғәжәйеп!

Артабан Мәликәнең уйҙары, хис-тойғолары икенсерәк йүнәлеш алды. Быға надзирателдең үҙ-үҙен тотошо, ауыҙына килгән кәрәк-кәрәкмәгән һүҙҙәрҙе борсаҡтай сәсеүе сәбәпсе булғандыр, моғайын.

– Ғүмерем буйына тиерлек төрмәлә эшләгәнем өсөнмө икән, мине иблис тип йөрөтәләр. Ә бына һин, кәнтәй, минән дә яман иблис!.. Ни өсөнмө?..

Файза исемле төрмә надзирателенең «иблис» ҡушаматы йөрөткәнен Мәликә яҡшы белә, сөнки икеһе лә Әрхәрәй тауына һибелгән бер ҡатлы ағас йорттарҙа ғүмер буйы бергә йәшәйҙәр. Өйҙәре йәнәшә булмаһа ла, урамдары, тыҡрыҡтары йәнәшә. Бында яҡшы хәбәр ҙә, яманы ла көнөндә, сәғәтендә һәр берәүҙең ҡолағына барып ишетелә... Шуға ла Мәликә надзиратель Файҙаның ҡул аҫтына килеп эләккәне өсөн төрмәгә күсерелгән тәүге көндән үк хафаланғайны, үҙен утлы табаға баҫҡан кеүек хис иткәйне.

– Һин йүнле булһаң, тәүге ирең Йәмилдең ҡәҙерен белер инең. Ниндәй изге күңелле бәндә ине бит! Эшләне. Донъяңды алып барҙы. Аҡсаһын әрәм-шәрәм итмәне. Үҙеңде ҡаҡманы-һуҡманы. Ә бер гармун уйнап ебәреүҙәре ни тора ине!.. Тотош Әрхәрәй тауы, Ағиҙел буйҙары яҡтырып китер ине, моңға күмелер ине!..

Һин уны эштән һуң шабашкала йөрөтөргә теләнең. Һиңә етмәне, һиңә күп кәрәк булды. Ә Йәмилде ҙурлап, хөрмәтләп табындарға, туйҙарға саҡыра торған булдылар. Юҡ, табындарҙа гармун телдәрен һайратып, кешеләр күңелен күтәргән, кешеләр күңеленә дәрт өҫтәгән ир һине ҡәнәғәтләндермәне. Бәй, һәр көндө һинең кеҫәң ҡалынаймай бит. Аҡса өсөн йәнен фиҙа ҡылған кеше өсөн ни бысағыма ул гармун телдәренең һайрауы!.. Ул үҙ үлеме менән үлмәне, үлмәне!.. Әллә беҙҙе бер ни ҙә аңламай тип беләһеңме?.. Әхирәтең – Камалдың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы ла бер ҙә юҡҡа түгел!.. Аһ, һинең гонаһтарыңдың бөтәһен дә асып һалып булһа икән!.. Иң тәжрибәле Дәминдаровтың да һиңә теше-тырнағы үтеренә ышанмайым мин!

Ошо көндө камераға алып ҡайтып япҡансы надзиратель Файза уның тетмәһен тетте лә башҡа көндәрҙә ләм-мим һүҙ өндәшмәне. Әммә һәр яйы сыҡҡанда нәфрәтләнеп ҡараны, көйҙөрөп ҡараны.

2

Төрмәгә килтереп ябылған һәр тотҡондоң үҙ ҡайғыһы, үҙ хәсрәте, үҙ фажиғәһе, үҙ кисереше, үҙ уйҙары... Мәликәнең бында килгән көндән бирле камералағы бер тотҡон ҡатын менән дә һөйләшкәне юҡ. Бәлки, һөйләшергә теләһә лә һөйләшеп китә алмаҫ ине. Ни өсөндер надзиратель Файза кеүек һәр береһе уға аҫтан киҫтереп ҡарай, ерәнеү ҡатыш нәфрәтен һиҙҙерә. Тимәк, уның ҡылған енәйәте бындағыларҙыҡынан ҙурыраҡ, бындағыларҙыҡынан яманыраҡ!..

«Мине ошо тиклем дә түбәнлеккә килтереп еткереүҙең төп бәләһе әхирәтем Камалдан көнләшеүҙән башланды түгелме? – тигән уй баш ҡалҡытты Мәликәлә. – Эйе, бергә уйнап үҫкәндә, портфелдәрҙе арҡаға аҫып уҡып йөрөгәндә әхирәтенә көнләшеүен әллә ни һиҙмәне ул, һиҙһә лә әҙ-мәҙ көнләшеүенә артыҡ иғтибар итмәне. Мәктәп йылдары артта ҡалып, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫҡас, элек иғтибар ителмәгән «сир» нисектер, әкренләп-әкренләп баш ҡалҡытты түгелме? »

Һуғыштан һуң йә техникумға, йә институтҡа инеп уҡыу хаҡында хыял итергә лә мөмкин түгел ине. Әхирәте Камалдың ата-әсәһе лә ҡарт, сирле инеләр. Шулай уҡ үҙенең атаһы-әсәһе лә оло, ауырыуҙар. Унынсы класты бөтөр-бөтмәҫ үк икеһенең дә эшкә тотоноп алып китеүҙәре бик тәбиғи ине. Әммә Камал тәү көндән үк яҡшыраҡ эшкә урынлашты, ә уға, Мәликәгә, үҙенең күңеленә ятҡан эш эләкмәне.

Баш ҡалалағы офицерҙар йортонда эшләгән ике туған апаһы саҡыртып алды Камалды. Декретҡа китеү сәбәпле, үҙе урынына буфетта һатыусы итеп ҡалдырҙы. Былай ҙа үткер, зиһенле әхирәте ҡурҡып-ҡаушап торманы, һатыусы һөнәрен тиҙ үҙләштерҙе һәм коллективта ла яҡын арала үҙ кеше булып китте.

– Миңә лә үҙ яныңда берәр эш тап. Теләһә ниндәй эшкә лә ризамын, – тип бер нисә мәртәбә әхирәтенә әйткәне әле лә хәтерендә.

Камал ихлас, киң күңелле, ярҙамсыл тәбиғәтле ине. Уның, әхирәтенең, үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Әллә бер аҙнанан, әллә ике аҙнанан шул уҡ офицерҙар йортонан эш тапты. Гардеробта кейемдәр ҡабул итеп, кейемдәр биреп торған эш ине ул. Әлбиттә, Мәликә башта был эште өнәп етмәне етеүгә. Әммә Камал был эштең ваҡытлы ғына буласағын төшөндөрҙө, күп тә үтмәҫ, арыуыраҡ эш табырбыҙ, тип ышандырҙы. Ике-өс айҙан әхирәте әйткәндәр ғәмәлгә ашты.

– Мине складҡа мөдир итеп күсерҙеләр, ә һине үҙ урыныма буфетҡа һатыусы итеп ҡалдырырға һөйләштем. Шулай итеп, иртәгәнән яңы эшкә сығасаҡһың, – тине әхирәте Камал.

Ярты йыл ваҡыт та үтмәне, офицерҙар йортонда үҙ кешеләр булып киттеләр. Ә унан... унан ошонда икеһе лә тормош иптәштәрен тапты. Уларҙың береһе – Йәмил ине, ә икенсеһе – Нәҙерша!.. Был егеттәр икеһе лә стройбатта эшләп йөрөй ине. Совет армияһы көнөндә тантаналы кисәгә килгәс осрашып танышты улар. Офицерҙар йортонда йыр-уйын таң атҡансы тиерлек дауам итте. Йәмил йәш һалдаттарҙы, гармунда өҙҙөрөп уйнап, әле бейетте, әле йырлатты.

– Гармунсы егет миңә оҡшай. Дуҫы менән беҙҙе оҙата бармаҫтармы икән? – тине баштан аҙаҡ шул кисәлә буфетта һатыу иткән Мәликә.

– Ә миңә уның иптәше оҡшай. Бейеүе генә лә ни тора! – тине Камал.

Яйы сыҡты, һөйләштеләр. Таныштылар. Ә кисәнән һуң ике стройбат егете Мәликә менән Камалды өйҙәренә оҙата китте. Гармунсы егет үҙен Йәмил тип таныштырҙы. Дим буйында тыуып үҫеүе хаҡында ла әйтте. Камалдың күңелен яуларға өлгөргән егет тә Дим буйынан икән. Нәҙерша исемле. Бәһлеүәндәй таҙа, ерән мыйыҡлы был егет үтә шаян, көр күңелле булып сыҡты. Береһе гармунсы, береһе шаян-йор һүҙле егеттәр менән артабанғы осрашыуҙар байрам төҫөн ала барҙы. Мәликә Йәмилде бер аҙна күрмәһә, уның гармун телдәренең һайрауын ишетмәһә, һағышҡа бирелде, үҙенә урын таба алманы.

Егеттәрҙең һуңғы хеҙмәт йылы ине. Тәүге оҙата килгән мәлдәрҙә, һүҙ эйәрә һүҙ сығып, әле Йәмил, әле Нәҙерша яҙ миҙгеленең яҡынлашыуы, һиҙҙермәйсә генә тыуған яҡтарға ҡайтыу көндәре етеп килеүе хаҡында һүҙ ҡыҫтыра башланы. Юҡ, улар бушты һөйләмәне, ысынлап та, көн артынан көн үтә генә бирҙе, ҡыш артта ҡалып, йылы яҙ килде. Осрашыуҙар йышайғандан-йышайҙы. Әле үҙҙәренең ишек алдында йыйылышып, әле Ағиҙел буйҙарына төшөп, өҙҙөрөп гармун уйнанылар, бөтә тирә-йүнгә тамаша ҡылып, бейешеп йырлаштылар. Шундай ғәҙәттәге бер осрашыуҙа Йәмил гармунын дуҫы Нәҙершаның ҡулына тотторҙо ла, бармаҡтарын бөгә-бөгә, хеҙмәтен тултырып ҡайтаһы көндәрен иҫәпләргә тотондо. Баш ҡала менән, хәрби часть менән һаубуллашырға ике-өс аҙна ғына ваҡыт ҡалған булып сыҡты.

– Был егеттәр беҙҙең ҡала егеттәренә оҡшамаған. Ауыҙҙарынан бер әшәке һүҙ сыҡмаҫ. Үҙҙәре тыйнаҡ, үҙҙәре уңған, үҙҙәре эшсән. Беҙҙе ташлап ҡайтып китәләр икән, һағынып-һарғаясаҡбыҙ бит, – тине Мәликә, өҙгөләнеп, әхирәте Камалға.

Ә Камал уға ҡапыл көтөлмәгән хәбәр әйтте, ошо хәбәре менән күңелен күтәреп ебәрҙе, һөйөндөрҙө, бәхет күгенә сөйҙө.

– Күңелеңде төшөрмә! Беҙҙең егеттәр хеҙмәттән һуң ҡалала тороп ҡаласаҡ. Бында эшкә урынлашасаҡтар. Бөгөн Нәҙерша был хаҡта миңә сер итеп кенә әйтте. Ә унан... унан, – тип әхирәте хәйләле генә күҙ ҡыҫты.

«Ә унан... унан», – тип Камалдың хәйләле күҙ ҡыҫыуының сәбәбен, мәғәнәһен аҙағыраҡ белде Мәликә. Баҡһаң, һөйгән егете Нәҙерша шул кисте уға өйләнергә тәҡдим яһаған булған икән. Был яңылыҡҡа Мәликә берсә һөйөнһә, берсә көйөндө.

– Әләйһә, Нәҙерша өйләнә лә, ә Йәмил өйләнмәй булып сығамы? – тине шул саҡ Мәликә, өҙгөләнеп.

– Ашыҡма!.. Бындай эштә сабыр итеү хәйерле, тиҙәр. Минең иҫәбемсә, башта Нәҙерша минең ҡылды тартып ҡараған. Аҙаҡ Йәмил үҙ һүҙен әйтер. Улар туйҙы үткәрергә булһа, бергә үткәрерҙәр, вәт!..

Артабан, ысынлап та, ғишыҡ-мишыҡ эштәре нәҡ әхирәте Камал әйткәнсә үрелеп китте. Нәҙершаның тәҡдимен Камал кире ҡаҡмағас, шул арала ашыҡтырып, Йәмил дә өйләнергә тәҡдим яһаны. Хеҙмәт срогын бөтөрөү менән үк гөрләтеп туй яһанылар ҙа, гөрләтеп йәшәп тә киттеләр. Әгәр ҙә мәгәр, һәр яҡлап уйлап ҡараһаң, шул көн кеүек асыҡ: туйҙан һуң ике-өс йыл буйы ире Йәмил менән улар татыу йәшәгән, юҡ-бар өсөн һүҙгә килешмәгәндәр, бер-береһенең ҡәҙерен белгәндәр, бәхетлеләрҙең бәхетлеһе булғандыр.

«Ошо бәхетле тормоштоң ҡасан һәм ни өсөн йәме китте һуң?» – тип хәҙер төрмә камераһында, тәфтишсе саҡырыуын көтөп ятҡанда, йөҙ мең мәртәбә үҙенә һорау бирҙе Мәликә Ҡәнзәфәрова. Уйҙары бер кеше, әхирәтенең яратҡан ире Нәҙерша тирәһендә урала. Ошо үтә лә шаян, үтә лә йор һүҙле егет ғәжәйеп тырыш, ғәжәйеп уңған, ни тотһа, шуны эшләй ала торған алтын ҡуллы ир булып сыҡты. Бына уның ошо шәп сифаттары инде Мәликәнең тынғыһыҙ күңелендә көнсөллөк уты ҡабыҙҙы.

– Ана, Нәҙерша ни арала яңы ҡапҡа яһап ҡуйған, ана ни арала ул тәҙрә рамдарын буяп ҡуйған, ана ул ни арала өй артындағы утындарын киҫеп өйгән!.. – тип Мәликәнең үҙенең зарланыуҙарын, иренә урынлы-урынһыҙ дәғүәләр белдереүенән әкренләп-әкренләп боҙола башланы икеһенең араһы.

– Мин дә ҡулымдан килгән ярҙамды күрһәтәм бит, тик тормайым, – тип аҡланыуын-аҡланды Йәмил. Тик Мәликә тынысланманы. Хәйер, тынысланып китеү хаҡында ниндәй һүҙҙең булыуы мөмкин. Яҡташы Нәҙершаның балта оҫтаһы, алтын ҡуллы кеше, ә унан бигерәк тә ярҙамсыл кеше икәнен белеп-ишетеп өлгөргән Әрхәрәй тау битендәге үҙ өйҙәре менән йәшәгән кешеләр, әле өй баштарын ҡалай менән яптырыуҙы, әле тәҙрә рамдарын яңыртыуҙы, әле тау аҫтына табан ишелә төшкән ҡоймаларын төҙәтеүҙе һорап, бер-бер артлы килә башламаҫтармы!

Үҙен һанға һуғып килгән һәр ҡарт-ҡороға, һәр яңғыҙ бисә-сәсәгә ярҙам итте эштән һуң алтын ҡуллы балта оҫтаһы. Мәликә күреп-белеп торҙо, иренең кәсебенән әхирәте Камалдың кеҫәһе көндән-көн ҡалыная барҙы. Камал үҙе лә йәшерен тормайынса: «Аллаға шөкөр, ирҙән уңдым, эшенән дә аҡсаны услап ҡайтара, кәсебенән дә файҙа-керем ҙур, былай булғас, ҡолас йәйеп йәшәргә була», – тип ара-тирә танауын да сөйөп ебәргеләне. Эйе, ул юҡҡа шулай әйтмәгән икән. Нәҙерша «кәсепкә» тотонғандан һуң әллә ике, әллә өс йылда үтмәне, Әрхәрәй тау битенә йәм өҫтәп, ҡалай менән башы ябылған дүрт-биш бүлмәле ҡарағай йорт ҡалҡып сыҡты. Нәҙерша иң маҡтаулы, иң мәртәбәле кешегә әүерелеп китте.

3

Йәмил, дуҫы Нәҙерша менән бер төҙөлөш идаралығында кирбес йорттар һалһа ла, төҙөүсе исеме йөрөтһә лә, балта тотоп бүрәнә юнырға, күҙҙәрҙең яуын алырлыҡ тәҙрә рамдары яһарға ҡулы ятманы. Был хаҡта ул ҡатыны Мәликәгә дөрөҫөн әйтте: «Нәҙершаның үҙ һөнәре, минең үҙ һөнәрем», – тине ул. «Үҙ һөнәрем», тип әйтеүе гармунсымын тиеүе ине. Эйе, гармунсы булараҡ, Йәмилдең даны-шөһрәте балта оҫтаһы Нәҙершаныҡынан кәм түгел ине. Әрхәрәй битендә йәшәүселәрҙән, ысынлап та, Йәмилде белмәгән, уны ихтирам итмәгән берәр йән эйәһе булдымы икән?

– Йәмил туған, алдағы аҙнала беҙҙең өйҙә туй мәжлесе. Һин табыныбыҙҙың иң мәртәбәле ҡунағы буласаҡһың. Зинһар, килеп беҙҙе һөйөндөр. Көтәбеҙ!..

Бына шулай Әрхәрәй тауы битендә йәшәүселәр бер-бер артлы Йәмилде саҡырып ҡына торҙо. Тәү мәл Мәликә ире менән әле туй мәжлестәрендә, әле төрлө-төрлө байрам табындарында бик теләп, бик ихлас йөрөһә, аҙаҡ һүрелә төштө. «Табын түрендә гармун уйнап ҡына кеҫә ҡалынайтып, өй яңыртып булмай икән шул!..» – тигән уй башына килгәндән һуң, ирен табындарға йөрөтөүгә ҡаршы төштө.

– Һин мине Нәҙерша менән бер йәнәшәгә ҡуйма. Ул кеҫә ҡалынайта тип, мин кәсепкә китә алмайым. Барына ҡәнәғәт булайыҡ. Ҡәнәғәт кеше генә бәхетле була, – тип шул саҡ ире сабыр ғына итеп әйтә, тәүге яҡшы мөнәсәбәтте нисек тә һаҡлап ҡалырға тырыша ине.

Юҡ, ул иренең әйткәндәренә ҡолаҡ һалманы, тора-бара уның кәңәштәрен ишетергә лә теләмәне. «Беҙҙең өй иҫкерҙе. Яңыртырға кәрәк. Нәҙерша дуҫыңа эйәреп, эштән һуң кәсепкә йөрө!» – тип ныҡышты. Әммә тегенең ҡулы балта тоторға ашҡынып бармағас, ҡатыны нисек кенә ҡыҫташһа ла, бер фәтүә лә булманы.

Ғәҙәттәге бер туй мәжлесендә Мәликә үҙен бик сәйер тотто. Башта тәҡдим ителгән һәр бер рюмканы бөтөрә эсте. Күҙгә күренеп иҫерҙе. Ә иҫереп алғас, шашып-шашып йырланы, бейене. Уны Йәмил тыйырға, туҡтатырға теләне. Ошо ваҡыт Мәликә бер сәбәпһеҙгә ирен битәрләргә, унан зарланырға тотоноп китте.

– Бына был мине бейеүҙән туҡтатырға теләгән бәндәнән дә булдыҡһыҙ кеше юҡ!.. Мин уға кейәүгә сығып алдандым, минән дә бәхетһеҙ ҡатын юҡ донъяла!..

Был мәжлестә Әрхәрәй битендә йәшәгән бик күп ҡунаҡтар бар ине. Йәмил ошо кешеләр алдында ҡатынының үҙен оятһыҙ тотоуына, намыҫлы иренә ғәҙел булмаған тупаҫ һүҙҙәр әйтеүенә үтә лә ғәрләнде. Артабан һүҙҙәре берекмәҫ булып китте, икеһе араһында һалҡынлыҡ урынлашты. Йәмил ҡатыны йортонда үҙен сит тоя башланы. Саҡырылған мәжлестәргә гармунын ҡултығына ҡыҫтырып яңғыҙы ғына йөрөр булды.

Мәликә ире менән икеһе араһындағы яҡшы мөнәсәбәтте боҙоуҙа үҙенең, тик үҙенең ғәйепле икәнен яҡшы аңланы, яҡшы белде. Әммә шуға ҡарамаҫтан, әллә ниндәй бер ярһыу, үсегеү менән ирен урынлы-урынһыҙ, гонаһһыҙға ғәйепләй башланы. Шулай ҙа иң яманы башҡала ине: ул мәжлестәргә яңғыҙы киткән ирен, әйләнеп ҡайтҡас, өйгә индермәйенсә яфаларға тотондо.

– Йә, ярар, бер юлға индер инде!.. Мәжлес тип, бүтәнсә яңғыҙыңды ҡалдырып китмәм. Өшөйөм бит, – тип Йәмил бер тәҙрәнән икенсеһенә йөрөнө. Ярты сәғәт шулай ялбарып йөрөй, бер сәғәт... Әммә, күпме йөрөһә лә, Мәликә ирен барыбер индермәй. Аҙаҡҡы сиктә ул йә Нәҙерша дуҫының тәҙрәһен, йә икенсе берәй күршеһенең тәҙрәһен барып шаҡырға мәжбүр була торғайны.

Тик был тартҡылашыуҙарҙың аҙағы йүнле барып бөтмәне. Бына хәҙер төрмә камераһында үткәндәрен ентекләп иҫкә төшөргәндә, Мәликә иренең һуңғы кисен, һуңғы ғазаплы төнөн, беренсе мәртәбә йөрәге әрнеп, ҡат-ҡат күҙ алдына баҫтырҙы.

Ғинуар урталары ине. Утыҙ биш-ҡырҡ градус һалҡын. Шундай һалҡын, шундай һепертмә буранлы кистә үҙе барырға әллә ни теләк белдермәһә лә, уны ай-вайына ҡуймайынса, хөрмәтле һәм таныш бер кешенең туй мәжлесенә алып киттеләр. «Үҙемде генә ебәрмә. Көндәр ҙә һыуыҡ. Әйҙә бергә барайыҡ», – тип ялбарҙы шул саҡ Йәмил. «Ауырып та торам. Бармайым», – тип ҡырт киҫте Мәликә һәм иренә асыу-үпкә һаҡлағаны өсөн генә өйҙә тороп ҡалды.

Башҡа ваҡыттарҙа ире менән бергә китмәйенсә ошолай өйҙә ҡалғанда, карауатҡа ятҡас та хырылдап йоҡлап китә торғайны. Ни ғәләмәт, был кистә күҙҙәренә йоҡо инмәне. Эсе бошто, үҙенә урын таба алманы. «Кейәүегеҙ бөгөн бик оҙаҡланы», – тип, бер нисә мәртәбә атаһы менән әсәһе ятҡан яҡҡа ла инеп сыҡты. Шулай арып-талып йөрөп карауатҡа ауыуы булды, ни арала йоҡомһорап та китте. Нәҡ ошо ваҡытта алыҫ-алыҫтан гармун телдәренең һайрауы ҡолағына килеп сағылды. Өҫтәүенә, гармунға ҡушылып, өҙҙөрөп-өҙҙөрөп йыр йырланылар. Гармун-йыр тауышы яҡыная килгән һайын үлеп йоҡоһо килде Мәликәнең. Йоҡо менән йыр-моң бик оҙаҡ яғалашты, бик оҙаҡ тартҡылашты. Әйтерһең дә, оҙон бер ғүмергә һуҙылды.

Ә шулай ҙа ире һәм уны оҙата килеүселәр өйҙәре тапҡырына килеп етеп, ҡапҡалары төбөндә бейешә башлағас, Мәликәнең йоҡоһо бөтөнләй ҡасты. «Ғибрәттәр, кеше йоҡлағанда ни ҡыланышалар, – тип ул тәҙрәгә килеп ҡапланды. – Мин һиңә бөгөн күрмәгәнеңде күрһәтәм!»

Уға тәҙрәнән тамашаны оҙаҡ ҡарарға тура килмәне, сөнки оҙата килгән ҡунаҡтар бейеп бер ике әйләнделәр ҙә Йәмил менән һаубуллаша башланылар. Ҡул ғына бирешмәнеләр, шәп гармунсыны егеттәре лә, ҡыҙҙары ла маҡтай-маҡтай ҡосаҡланы, маҡтай-маҡтай үпте. Уларҙың ошо ҡыланыштары Мәликәнең йөрәгенә бысаҡ булып ҡаҙалды, шашыныу сигенә еткереп, асыуын ҡабартты. «Бөгөн һиңә, мөртәт, йылы өйгә инеп йоҡлау юҡ!..» тип тешен ҡыҫты һәм, ярһыуын саҡ-саҡ тыйып, карауатына менеп ятты. Ниһайәт, ошо саҡ өйҙөң эске яғынан әсәһенең тауышы ишетелде. «Кейәү ҡайтты. Ишекте асып индер. Тышта һыуыҡ», – тине ул. «Индереү йә индермәү минең эш. Беҙҙең араға ҡыҫылма, әсәй!» – тине Мәликә.

– Мәликә, мин ҡайттым. Ишекте ас! – тип Йәмил бик оҙаҡ ишекте ҡаҡты. Бер яуап та булмағас, тәҙрәне килеп шаҡыны. Береһен шаҡыны, икенсеһен, өсөнсөһөн... Мәликә һаман да тешен ҡыҫып ятты, өндәшмәне, ишекте лә барып асманы. Өйҙөң эске яғынан әле әсәһе, әле атаһы бер үк үтенес менән Мәликәгә өндәште. «Ҡыҙым, кейәүгә ишекте аса күр. Аяғын-ҡулын өшөтөп ҡуймағайы!..» – тинеләр. «Ҡайҙан ҡайтты, шунда китһен!.. Ҡыҫылмағыҙ!..» – тип ул атаһы менән әсәһенең ауыҙын япты.

– Мәликә, мин бөгөн яңы көй отоп ҡайттым. Хәҙер шуны уйнайым. Тыңлаһаң, миңә асыуың бөтөр, – тип Йәмил ҡулына гармун алды.

Тәҙрә тышында баҫҡан килеш биш, әллә ун минут самаһы ул отоп ҡайтҡан шул яңы көйөн өҙҙөрөп уйнаны. Мәликә бөтә йөрәге менән аңланы: яңы көй ғәжәйеп моңло, таш йөрәкле кешеләрҙең дә йөрәген иретерлек ине. Тик ни өсөндөр уның йөрәге генә иремәне. Нескә күңелле гармунсы эштең ниҙә икәнен төшөнөп етеп булһа кәрәк, ҡабатлап ялбарманы, тәҙрә ҡаршыһынан китте. Ул гармунын уйнай- уйнай китте. Башҡа ваҡыттағылай йә Нәҙерша дуҫына, йә берәр күршегә ҡунырға киткәндер.

Мәликәнең бөгөнгөләй хәтерендә: гармун телдәре тәҙрә ҡаршыһынан алыҫлашҡас, бер ара ишетелеп торҙо ла ҡапыл тынды. Иртәгеһен Йәмилде ҡапҡа ауыҙында туңып үлгән килеш таптылар. Көрт баҫып китеү сәбәпле, ул үҙҙәренең ҡапҡаһын асалмайынса, гармунын ҡосаҡлаған килеш тубыҡтан көрткә батып, ҡар өҫтөнә ауған һәм шунда ғүмере өҙөлгән.

4

Надзиратель Файза көндәрҙең береһендә тотҡон Мәликәне карауатында үкһеп илап ултырған килеш күрҙе. Күрҙе лә, мыҫҡыллы йылмайып, янына килде. Теге күҙ йәшен йәшермәне, йәшерергә лә теләмәне.

– Әһә, таш йөрәгеңдә әҙерәк намыҫ уяндымы? – тине ҡалын, көр тауышлы Файза. – Камераға килтереп ябылған тәүге көндәрҙә күҙҙәреңдә ут уйнай ине бит. Эсендә ҡайнаған зәһәрҙән тотош тирә-йүн, тотош донъя дер-дер ҡалтырай ине... Әйткәндәй, һинең төрмәгә килеп эләгеүеңдең төп бәләһе үҙ иренде һанламауҙан, уны Нәҙерша кеүек кәсептә йөрөүсе итеп күрергә теләүҙән тип әйтһәм, ни тиерһең?

– Эйе, дөрөҫ әйттең, Файза апай. Мин дә уның кәсеп итеп, дуҫы менән бер ҡатар аҡса эшләүен теләнем. Әхирәтем Камалдыҡынан тормошомдо кәм итеп күргем килмәне, һин күрәҙә кеүек был хаҡта дөрөҫөн әйтеп һалдың.

– Мин генә түгел, ә Әрхәрәй битендә йәшәгән һәр кем, һинең нәфсеңә баш булалмайынса, иреңде нахаҡҡа рәнйетеүеңде күреп-күҙәтеп торҙо... – тип Файза бөтөнләйгә сиселеп китте. Их, кеҫә ҡалынайтыуҙа ғына булһа икән бәхет!.. Күбенә түгел, ә әҙенә ҡәнәғәт булған кешене бәхетлерәк тигән боронғолар. Йәмилең төҙөлөштә лә яҡшы эш хаҡы алды бит. Ситтә эсеп йөрөп, аҡсаһын әрәм-шәрәм итмәне. Һатыусы булараҡ үҙең дә арыу эш хаҡы алдың. Күҙегеҙҙе таштырмағанда шул аҡсаларға ла шөкөр итеп йәшәргә була ине бит? Эйе, була ине. Әйткәс, әйтәйем инде. Һинең Йәмилең рухы менән бай ине. Ул һиңә әйләнеп, беҙҙең яҡта төпләнгәс, Әрхәрәй битендә йәшәүселәр уны үҙ итте. Нәҙерша кеүек алтын ҡуллы балта оҫталарын аҙым һайын осратып була. Ә Йәмил кеүек йөрәктәрҙең аҫтын-өҫтөн килтерерлек гармун телдәрен һайратыусылар йөҙгә, йә меңгә бер генә осрай был донъяла. Әле теге, әле был мәжлестәрҙә булып, күпме кешеләрҙең күңелен күтәрә, күпме кешеләрҙе бәхетле итә ине бит ул... Хәҙер уның гармун моңдары мәңгегә тынғас, Әрхәрәйебеҙҙә йәм-ҡот бөттө, хатта тотош Ағиҙел буйҙары, һандуғастарынан мәхрүм ҡалған урмандар кеүек, етем тороп ҡалды. Тағы ла шуны өҫтәмәксемен: надзиратель булып эшләгәнем өсөнмө, мине уҫал Файза тип йөрөтәләр. Әйтмәйем, уҫаллығым да барҙыр. Әммә мин бәләкәй генә, сибек кенә ябай иремде лә йәберләмәйем, рәнйетмәйем, сөнки мине ирҙе һанларға, ирҙе ир итергә өйрәттеләр. Һин ата-бабаларыбыҙҙың йолаһын тотмайынса, алтын кеүек иреңде йәберләп, тотош Әрхәрәйҙә йәшәүселәрҙең ләғнәтен алдың. Бына шул ләғнәт һине ошо төрмә камераһына килтереп япты ла инде...

«Уҫал» ҡушаматы алған Файҙаның һүҙҙәре ҡапыл Мәликәнең күҙҙәрен асып eбәрҙе тарҡалған зиһенен, буталған уйҙарын тәртипкә һалды. Йәмилде юғалтыу фажиғәһенән һуң атаһы менән әсәһенең өҙгөләнеп-өҙгөләнеп әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө. «Аҫыл иреңдең башына еттең. Бының өсөн Хоҙай һинең башыңдан һыйпамаҫ», – тине улар. Хәҙер бәйнә-бәйнә күҙ алдына килтерһәң, шулай булып сыға ла инде.

Һуғыш инвалиды булараҡ, атаһының сәләмәтлеге былай ҙа шәп түгел ине. Яратҡан кейәүен күҙ алдында юғалтҡас, ҡарт, ҡайғыларына сыҙай алмайынса, үҙе лә ике-өс ай тигәндә донъя ҡуйҙы. Әсәһен паралич һуҡты. Ул шул килеш йыл самаһы ыҙаланып ятты. Уның әрнеү ҡатыш шелтәле ҡарашын Мәликә гел үҙенә төбәлгән кеүек күрҙе. «Ләғнәт һиңә!.. Ләғнәт!..» – тип әйтә ине уның шул шелтәле ҡарашы.

Файза әйткәндәр менән әсәһенең ҡарғыштары нисектер бергә тура килгәс, бер төйөнгә төйнәлгәс, Мәликә йөрәге киҫелеп: «Мин, ысынлап та, атайым менән әсәйемдең, тотош Әрхәрәйҙә йәшәүселәрҙең ләғнәтенә дусар булдым», – тигән ныҡлы фекергә килде.

Әммә ирен, аҙаҡ әсәһе менән атаһын юғалтыу әле киләсәк бәхетһеҙлектәрҙең башы ғына булған. Дөрөҫ, бер йыл самаһы ваҡыттан һуң, ул, тыныслана төшөп, бер көйөрәк йәшәй башлағайны. Иң мөһиме – әхирәте Камал менән ире Нәҙерша иғтибарлы булдылар, имеш-мимеш һүҙҙәргә ҡарап, уны ситкә ҡаҡманылар. Ял көндө лә, байрамда ла үҙҙәренә саҡырҙылар, тиң күреп, бергә һөйләштеләр-серләштеләр, ҡайғы-шатлыҡтарҙы уртаҡ иттеләр. Мәликә үҙе лә ихлас һөйләшкәндәй була ине. Ләкин ысынбарлыҡта бик үк улай түгел ине шул. «Ә ниңә улар татыу, бәхетле йәшәй ҙә, ә мин яңғыҙым ут йотоп, ҡара ҡайғы эсендә йәшәйем», – тигән уй башына килгәндән һуң, күңелендә көнләшеү тойғоһо тағы ҡабынды.

Элегерәк, нишләптер, ул Камалдың буй-һынына, алсаҡлығына, бүтәндәрҙекенә оҡшамаған әллә ниндәй ғәжәйеп күркәмлегенә иғтибар итмәгән булған. Күрәһең, үҙенең мин-минлеген өҫкә ҡуйған өсөн тирә-йүндәге матурлыҡҡа һуҡыр килеш ҡалған булғандыр. Хәҙер әхирәте менән йәнәшә бергә эшкә барғанда һәм барғас та шуға иғтибар итте: юлда осраған һәр берәү тиерлек Камалдың кершән кеүек мөләйем аҡ йөҙөнә, хәтфәләй ҙур, нурлы күҙҙәренә һоҡланып ҡарап үтә. Ә эш урынында һәр офицер уның менән һөйләшергә форсат эҙләй, ҡайһы берҙәре бөтөнләй тиерлек ҡойолоп ҡала уның алдында.

«Миңә бер кем дә йылмаймай, бер кем дә һоҡланып баш эймәй. Мин Камал әхирәтемдең күләгәһе генә. Ләкин был гел шулай булырға тейеш түгел. Бының сиге, эйе, сиге булһа ине бер», – тигән уй-фекер бер көндө күңелендә гөлтләп ҡабынды.

Ә уның сиге нисек булыуы мөмкин ине һуң?.. Был уй-фекере әллә күпме ваҡыт асыҡланып етмәне, күк томан кеүек һауала осоп йөрөнө. Әммә берҙән-бер көндө ана шул күк томан таралып, зиһене яҡтырып китте. Үҙен яуызлыҡҡа этәргән ул хәл-ваҡиғаны ғүмергә онотоу мөмкин түгел.

Әллә ниндәй бер байрам алды ине. Камалдың складынан аҙыҡ-түлек алырға килеүселәр күп. Әле теге, әле был юғары чинлы офицерҙар, ҙур сумкалар тотоп, бер-бер артлы килә. Улар әхирәтенә әле сәскә һоналар, әле хуш еҫле майҙар бирәләр. Аҙыҡ-түлектәрҙе биргәс, Камал бик дәрәжәле, бик мәртәбәле офицерҙарҙы оҙата сыға. Шул ыңғайҙа үҙ эше артынан йөрөп, юғалып-юғалып та тора. Ә Мәликә буш ваҡыттарында күпме теләй, шул тиклем әхирәтенең складында ултыра. Уға Камал үҙенә ышанған кеүек ышана.

Бына шул байрам алды шау-шыулы көндө лә Мәликәгә әхирәте складын ышанып ҡалдырҙы, үҙе әллә ҡайҙа оҙаҡ ҡына йөрөнө. Үҙ нурына балҡып, бәхетенән башын юғары сөйөп йөрөгән әхирәтенә ҡарата йәнә көнләшеү тойғоһо, йәшен утылай, йөрәген көйҙөрөп үтте. «Мин һаман да әхирәтемдең күләгәһе. Миңә бер кем дә иғтибар итмәй. Был ғәҙел түгел. Түгел!..» Ошо уйҙар башынан сағылып үтер-үтмәҫ, уның күҙҙәре өҫтәл өҫтөндәге әхирәте йыйып һалған керем-сығым документтарына төштө. «Ошонда ятҡан бер генә накладнойҙы алып юҡ итһәң дә, Камалдың башы төрмәлә серейәсәк бит», – тигән уй әллә ҡайҙан Мәликәнең башына килеп, уны берсә һағайтты, берсә билдәһеҙ бер яман эшкә этәрҙе.

– Хи-хи!.. Теләһә ниндәй накладнойҙы юҡ итмәҫкә, ә миңә файҙа килтерә торғанын... – тип ул, ҡапыл күңелендә тыуған ышаныс менән, өҫтәл өҫтөндәге өйөм-өйөм документтарҙы аҡтарырға тотондо. Ниһайәт, күңелен елкендереп ебәргән ике накладной ҡулына эләкте. Үҙенең буфеты аша ниндәйҙер икенсе сит ойошмаларға күпләп һатылған аҙыҡ-түлектәрҙе иҫәпкә алған накладнойҙар. Һәр бер накладнойҙа берәр миллион һумлыҡ һандар. Тауарҙарҙы алған теге ойошмалар тейешле аҡсаларҙы буфетчица Мәликәгә түләп тә өлгөргәйне. Тик ул аҡсалар склад мөдире Камалға ғына тапшырылмағайны. Хәҙер ҡулына эләккән накладнойҙарҙы үҙе менән йәшереп алып китеп, аҙаҡ юҡ итә икән, тимәк, алты-ете миллион һум аҡса Мәликәнең кеҫәһендә ҡаласаҡ.

Накладнойҙарҙы алырғамы-алмаҫҡамы тип, икеләнеп, уйланып торған бер нисә секунд ваҡыт эсендә эсе-тышы алтын менән биҙәлеп, тотош тирә-йүнде, тотош донъяны балҡытып-нурландырып торған, хандарҙыҡынан да күркәмерәк һарай күҙ алдына килеп баҫты Мәликәнең. Имеш, һарайҙың эсе зиннәтле йыһаздар, кейем-һалымдар менән тулы. Унда ниндәй генә фасонлы күлдәктәр, ниндәй генә костюмдар, аяҡ кейемдәре, эшләпәләр юҡ!.. Бына шул күркәм һарайҙың хужабикәһе Мәликә икән дә!..

Бына ошо хыялый күренештән күҙҙәре ҡамашҡас, Мәликә ҡытҡылдап көлдө лә, хәҙер ҡарап ҡарарбыҙ, ул күләгә булырмы ла, мин күләгә булырмынмы тип, ҡулындағы накладнойҙарҙы бөкләп кеҫәһенә һалды...

Элегерәк тә, хәҙер төрмә камераһында ултырғанда ла, уйҙары шул саҡ накладнойҙарҙы кеҫәһенә һалған мәлгә барып тоташҡанда, Мәликә гел ҡаушап, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Әлбиттә, был бер ҙә юҡҡа түгел, сөнки артабан ваҡиға бөтөнләй көтөлмәгән йүнәлеш алды. Был хәрби округтан ҡапыл ғына ревизия килеп төшөүгә бәйле булғандыр, моғайын.

Башта үҙен тыныс тотҡан Камал ревизияның аҙағында бөтөнләй ҡаушаны, юғалып ҡалды. Элекке ревизия ваҡыттарында өҫтөндә бер тин дә сыҡмаған булһа, хәҙер етмәгән аҡсалары, етмәгән аҙыҡ-түлектәре әллә нисә миллион һумдарҙан ашып китте. Ул әллә ҡаушауынан, әллә юғалып ҡалыуынан күпме генә уйланһа ла, күпме генә баш ватһа ла, ҡулындағы керем-сығым документтарының осона сыға, уларҙы барлай алманы.

– Әһә, Әрхәрәй башындағы хан һарайҙарыныҡы кеүек ҙур йорт бер ҙә юҡтан ҡалҡып сыҡмаған икән!.. Камалдың төшөмлө эштә эшләүенең ғәләмәте булған бит был!..

Ни арала ошондай ҡот осҡос хәбәр таралып өлгөрҙө. Был ревизорҙың да ҡолағына барып етте. Тентеү менән өйгә килделәр. Әллә ниндәй шик, әллә ниндәй уҫал ниәт менән барлыҡ йыһаздарҙы, барлыҡ йорт-ҡоролмаларҙы иҫәпкә алдылар, судҡа тиклем уларға арест һалдылар.

Был көтөлмәгән хәлгә ҡатыны Камалдан да Нәҙерша нығыраҡ хайран ҡалды. Ул тәү мәл ҡатынына шикләнеберәк тә йөрөнө. Ә өйҙәренә тентеү килеп киткәс, күтәрелеп бәрелде, ҡатынына шелтә һүҙҙәре лә әйтте:

– Был өй минең көсөм менән һалынды. Өй эсендәге йыһаздар ҙа минең хәләл эшләп алған аҡсама һатып алынды. Ә һин һуң өҫтөңә сыҡҡан аҡсаларҙы ҡайҙа ҡуйҙың?.. Әллә һөйәркәң булып, уны ашатып-эсереп яттыңмы?.. – тине ул.

Мәликә был ғаиләнең яҡын «дуҫы» булараҡ ошо һүҙҙәр әйтелгәндә уларҙа ине. Әммә әхирәтен яҡлап ләм-мим һүҙ әйтмәне, әйтергә лә теләмәне. Камал үҙен аҡларға теләп, ни бары ике-өс ауыҙ ғына һүҙ әйтте. «Минең бер ғәйебем дә юҡ, Нәҙершаҡайым. Миңә үҙеңә ышанған кеүек ышана алаһың», – тине ул.

Иренең үҙенә шик белдереүенә ғәрләнепме, әллә көтөлмәгән фажиғәнең ауырлығын күтәрә алмайынсамы, Камал шул ғибрәтле төндә үҙ-үҙенә ҡул һалды.

5

Тәфтишсегә һуңғы допросҡа оҙата килгәндә надзиратель Файза бер нисә йыл элек донъя ҡуйған мәрхүмә Камал хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Был юлы ул ярһый китмәне, тыныс ҡына һөйләне. Хатта уның уйсан ҡиәфәтенә ҡарағанда, Мәликәнең ҡайғыһын да уртаҡлаша кеүек тойолдо.

– Был, бәлки, беҙҙең һуңғы һөйләшеү булыр, – тип һүҙ башланы Файза, ваҡытынан алдараҡ камераға килеп ингәс. Камерала был иртәлә аулаҡ ине. Бәғзе бер тотҡон ҡатындарҙы иртән үк суд ултырыштарына, бәғзе берҙәрен допросҡа алып киткәйнеләр. Бәлки, Файза ошондай аулаҡ ваҡытты көтөбөрәк тә йөрөгәндер. – Әхирәтең Камалдың фажиғәле үлемендә һинең бер-бер ҡыҫылышың бармы?.. Дөрөҫөн әйтһәң – ихтыярың, әйтмәһәң дә ихтыярың. Бында инде хәҙер ҡурҡып йә шикләнеп тораһы юҡ, сөнки был енәйәтең өсөн генә лә һине атырҙар, йә аҫырҙар. Мин мәрхүмә әхирәтең хаҡында һорашһам, үҙем өсөн һорашам, ә тәфтишсегә ошаҡлар өсөн түгел.

Юҡ, Мәликә башын күтәрә алманы, надзирателдең күҙҙәренә ҡарап, дөрөҫтө һөйләргә баҙнаты етмәне. Үҙе өсөн дә был бик аяныс хәл ине бит.

– Йә, ярар, һөйләмәһәң дә үпкәм юҡ. Сөнки һөйләп була торған хәлдәр ҙә, һөйләп булмай торғандары ла була. Күңелемдә мәңгегә төйөн булып ҡалмаһын өсөн, рөхсәт итһәң, мин үҙем уйлағандарым хаҡында бер-ике ауыҙ һүҙ әйтәм. Әхирәтеңде ерләгәндән һуң бер йыл да үтмәне, һин әле яңы күлдәктәр, әле яңы пальтолар тектереп, йә һатып алып, ҡала урамдарында арҡыры-буй саба башланың. Быға Әрхәрәй битендә йәшәүселәр шунда уҡ иғтибар итте. Бер-бер артлы ҡиммәтле йорт йыһаздары алыуың да кешеләр күҙенән ситтә ҡалманы. Был – бер. Икенсенән, яңғыҙ ҡалған Нәҙершаның йортона йыш инеп сыға башланың. Ни өсөн?.. Хәйер, һорау биреп тораһы юҡ, бер ни тиклем ваҡыттан бөтә халыҡ, бөтә мир алдында ирле-ҡатынлы булып киттегеҙ. Ҡалған яғын инде һөйләп тормаһаң да билдәле...

– Юҡ, мин Нәҙершаның ҡатыны булырға теләмәгәйнем. Эйе, уйымда ла юҡ ине, – тип Мәликә, ҡорттан сағылғандай, урынынан һикереп торҙо, – ул үҙе ҡатыным бул, тип ялбарҙы.

– Бушты һөйләмә, кеше ышандырып ҡуйырһың.

– Йөҙ, мең мәртәбә ҡабатлай алам. Минең был тәңгәлдә ғәйебем юҡ.

– Ай-һай!..

– Ул ҡатынын юғалтыуҙы ауыр кисерҙе. Бәһлеүән кеүек ир күҙ алдында бөгөлөп төштө. Мин уны йәлләнем.

– Белмәйем... Белмәйем!.. Беҙҙең төбәктә кешеләр бүтәнсәрәк уйланы.

Нимәләр генә әйтһә лә, Файҙаны ышандыра алмаясағына төшөнөп, Мәликә башын түбән эйҙе. «Минең һүҙҙәремә хәҙер бер кем дә ышанмай. Сөнки кешелек дәрәжәм төштө. Мин ысын мәғәнәлә күләгәгә әйләндем», – тип уйларға мәжбүр булды Мәликә Ҡәнзәфәрова.

Камераны артта ҡалдырып, төрмәнең әллә ниндәй тар коридорҙарынан әле бер, әле икенсе тимер ишектәрҙе үтеп, һуңғы допросҡа килгәндә, күҙҙәре нурһыҙланып эскә батҡан тотҡон ҡатын ирендәрен сәйнәп: «Тәфтишсе һорай икән – тәфтишсегә, судья һорай икән – судьяға, мин Нәҙершаның ҡатыны булырға теләмәгәйнем, ул, ҡатыным бул, тип ялбарҙы, тип әйтәсәкмен», – тигән ныҡлы ҡарарға килде.

Мәликәнең уйлаған уйҙарында ла, һөйләгән һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар ине. Нәҙерша, ҡатынын юғалтҡас, ысынлап та, бөгөлөп төштө, әллә бер, әллә ике йыл буйына тиле-миле йөрөнө. Ҡулына эш барманы, күҙҙәренә йоҡо инмәне, тамағына аш тығылды.

– Тотош донъяны ҡара һөрөм ҡапланы. Йәшәүемдең йәме-тәме ҡалманы. Бер көн тораһыларым килмәгән саҡтарым йыш була минең, Мәликә, – тип әйләнгән һайын өҙгөләнде, әйләнгән һайын һағышланды ҡасан ғына әле күңел көрлөгөнән тирә-йүнгә шатлыҡ-нур сәскән әзмәүерҙәй ир.

– Донъяң бөтөн. Үҫеп килгән балаларың бар. Алтын ҡуллы оҫтаһың, һине Әрхәрәйҙәге ҡарты ла, йәше лә хөрмәт итә. Ҡайғыларың әкренләп-әкренләп баҫылыр, Нәҙерша. Сабыр итергә кәрәк, – тип нисек тә йыуатырға тырышты уны Мәликә.

Әллә электән бүтән күршеләргә инеп аралашып бармағанға инде, Нәҙерша һағыштан үҙенә урын таба алмаған саҡтарҙа әйләнде лә Мәликә янына инде, ә ҡайһы саҡ уның үҙҙәренә инеүен үтенеп-үтенеп һораны. Бына шулай тормош үҙе уларҙы яҡынлаштырҙы. Ә бер көндө Нәҙерша уға:

– Һин дә яңғыҙ, Мәликә. Мин дә яңғыҙ. Әйҙә, өйләнешәйек тә ҡуяйыҡ,–  тип әйткәс, ул ҡаушабыраҡ ҡалды. Әлбиттә, ҡаушауының етди сәбәбе бар ине. Нәҙерша бәһлеүәндәй таҙа ир булһа ла, алтын ҡулдары менән «кәсеп» итеп, аҡса эшләп торһа ла, Мәликә уны үҙ итә алманы. Сөнки ғүмер иткән һайын ул Йәмилде, тик Йәмилде генә өҙөлөп яратҡанлығын нығыраҡ аңлай, нығыраҡ төшөнә барҙы. Әленән-әле уның гармун моңдарын өҙөлөп-өҙөлөп һағынды.

– Өйләнешергә ашыҡмайыҡ әле, Нәҙерша, – тине ул шул саҡ, буласаҡ бәхетһеҙлекте алдан тойған-һиҙгәндәй, әллә ниндәй икеләнеүгә төшөп.

– Юҡ, юҡ, улай ҡаршы төшмә!.. Өфөлә минең һинән башҡа бер кемем дә юҡ, – тип Нәҙерша ҡыҫтаны, үҙ һүҙенән сигенергә теләмәне.

– Минең Йәмилдән балаларым булманы. Бала ҡарауҙың тәртип-мәшәҡәттәрен дә белмәйем. Һинең балаларыңдың яйын-көйөн таба алмаһам, беҙҙең арала аңлашылмаусылыҡ та килеп сығыуы ихтимал. Шуға ла ашыҡмайыҡ әле тим бит.

– Балаларҙа ғына эш ҡалһа, уларҙы ваҡыт-ваҡыт атайым менән әсәйемдәргә ҡайтарып тороп буласаҡ. Ә үҫә төшкәс, интернаттарға урынлаштырып та уҡытып булыр.

Береһе икенсеһенә пар килмәгән һыңарҙарҙың ашыҡ-бошоҡ ҡушылыуы тегеһенә лә, быныһына ла бәхет килтермәне. Мәликә үҙе лә, шулай уҡ Нәҙерша ла береһе икенсеһенә ят һыңарҙар икәнен беренсе кисте үк аңланылар. Нәҙерша үҙенең таҙа буй-һынлы, һөйөп-яратып туя алмаҫлыҡ элекке ҡатыны урынында тәнендә ит әҫәре булмаған ябыҡ, ҡаҡса ҡатын затын күреп, шунда уҡ төңөлдө. Хатта ул уның тәненә лә сирҡанып ҡына ҡағылды. Мәликәгә ашығып өйләнеп, төҙәтә алмаҫлыҡ хата яһауын да аңламауы мөмкин түгел ине. Мәликә үҙе иһә, икенсе ирҙең ҡуйынын ожмах түгел, ә тамуҡ, тигән фекергә килде. Нәҙершаның бөтә тәненән аңҡыған әсе тир еҫе генә лә Мәликәнең ҡоҫҡоһон китерҙе: «Йәмилемдең тәненән һәр саҡ хушбуй еҫе генә килеп торһа, Нәҙершанан арымай-талмай эшләгән ат еҫе килә», – тип ихыярһыҙ уйланы.

Шулай ҙа Мәликә баштараҡ өмөтөн өҙмәне, өҙөргә лә теләмәне. Яратыуын яратмаһам да, бәлки, күнегеп китермен Нәҙершаға, тип уйланы. Ләкин уйлау, өмөтләнеү мәсьәләнең бер яғы ғына икән шул. Көн эш, ә унан өйҙәге төрлө-төрлө мәшәҡәттәр менән һиҙелмәйенсә үтһә, төндө үткәреү әкренләп-әкренләп үлем ғазабына әүерелде.

– Исмаһам, эсеп ҡайтмаҫ инең. Көн дә эсеп ҡайта башланың бит хәҙер. Миңә төндәр буйына араҡы еҫе еҫкәп ятыуы бик танһыҡмы? – тине аптырағас Мәликә һәм икенсе карауатҡа күсеп ятҡылай башланы.

– Нишләргә миңә аҡыл өйрәтмә!.. Йөрәгем яныуҙарын баҫа алмағанға эсәм мин, – тип эсендәген йәшермәйенсә дөрөҫөн әйтеп һалды Нәҙерша.

Балаларҙы тәрбиәләүгә бәйле аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыуы бик мөмкин, тип Мәликә әле бергә тора башлағансы уҡ күңеле һиҙенеп, дөрөҫөн әйткән булып сыҡты. Нәҙершаның улы менән ҡыҙы Мәликәне үҙ итмәгәйнеләр. Ә үҫә төшкәс бөтөнләй күрә алмаҫ булдылар. Үгәй әсәйҙең ҡушҡан эштәрен теләһәләр – атҡарҙылар, теләмәһәләр – юҡ. Әленән-әле әрепләштеләр.

– Улың да, ҡыҙың да мине һанламай. Ни теләһәләр, шуны эшләйҙәр. Әрепләшәләр. Бындай хәлдә беҙ әллә нишләп бөтөрбөҙ. Яҡшы саҡта мине үҙ өйөмә ҡайтар, – тине Мәликә берҙән-бер көндө.

– Юҡ, ҡайтармайым. Хәҙер инде кемде генә алып килһәм дә, барыбер үҙ әсәләре кеүек булмаясаҡ. Ә балаларҙы теҙгенләүҙе үҙ өҫтөмә алам...

Нәҙерша байтаҡ ҡына ваҡыт улы менән ҡыҙын «теҙгенләргә» тырышты. Ләкин тырышҡан һайын эш кирегә тәгәрәне.

– Һин, ошаҡсы, кәнтәй. Эт кеүек атайымды беҙгә һөстөрәһең. Юҡ, нишләһәң дә беҙҙе теҙгенләй алмаясаҡһың, – тип ике етем бала асыҡтан-асыҡ Мәликәнең битенән тырнай башланылар.

Тартҡылашыуҙар бер ниндәй һөҙөмтә лә бирмәгәс, аҙаҡ балаларҙың береһен интернатҡа, икенсеһен балалар йортона урынлаштырырға мәжбүр булдылар. Ошонан һуң бер ҡарағанда өйҙә тыныслыҡ урынлашҡан кеүек булғайны. Ләкин был тыныслыҡ ысын тыныслыҡ түгел, ә хәүефле, хәтәр тыныслыҡ ине. Ни өсөн «хәүефле» һәм «хәтәр»?.. Сөнки балалар тыуған йорттарынан «ҡыуылып», өй буп-буш булып, етемһерәп ҡалғас, Нәҙерша ҡапыл тиҫкәреләнеп китте. Эштән ҡайтып ингәс, ситлеккә ябылған ҡырағай януар кеүек, үҙенә урын таба алмайынса, ары һуғылды, бире һуғылды. Мәликә менән бөтөнләй һөйләшмәҫ булып китте. Ҡырағайланды. Ә унан иң яманы – ул элеккегә ҡарағанда нығыраҡ эсеп ҡайта башланы, өйҙә урынлы-урынһыҙға ғауға ҡуптарҙы.

– Балаларым янымда булмағас, мин өйҙә йәм таба алмайым, – тип ул бер кисте эсендә ҡоторған дауылды тыйып-тотоп ҡала алмайынса тышҡа сығарҙы.

– Ҡулдарымды һөйәлләндереп, һарай кеүек был ҡарағай йортто ниңә һәм кем өсөн һалдым икән? Ә был күҙҙең яуын алып торған мебелдәр ниңә кәрәк булды?.. Гардеробтар тулы кейем-һалым кемгә шатлыҡ бирә?.. Юҡ, миңә шатлыҡ та, йыуаныс та бирмәй!.. Бөтәһен дә ватҡым, емергем, юҡ иткем килә!..

Дөрөҫ, Мәликә әрепләшмәне, тешен ҡыҫып түҙҙе. Дауыл да бер ҡотора ла баҫыла. Нәҙерша ла үҙ ваҡыты еткәс, баҫылмай булмаҫ, баҫылыр, тип үҙен тыныслай килде. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нәҙерша баҫылманы, киреһенсә, көндән-көн ярһый, шаша барҙы.

– Бик ҡотораһың, бик шашаһың. Нәҙерша. Үҙ башыңа булмағайы, – тип үҙе лә һиҙмәҫтән әйтеп һалғайны шундай шаулы бер кистә Мәликә. Уның ошо һүҙҙәре бөтөнләй бауҙан ысҡынырға етә ҡалды Нәҙершаға.

– Әһә, һин минең дөмөккәнемде теләйһеңме? – тип шунда уҡ элеп алды ул. – Мин был йортта артыҡмы? Бәлки, балаларымды ҡыуып ебәргән кеүек мине лә сығарырға, ҡыуырға ниәтләп йөрөйһөңдөр? Үҙеңдең генә йортта ҡалаһың, хужабикә булаһың киләме? Булмай тор! Мин башта «күҙҙе ҡамаштырған» йыһаздарҙы тапап-иҙеп бөтәйем, ҡарағай йортто утҡа тотоп, көлөн күккә осорайым, ә шунан...

Артабан Мәликәнең йөрәгенең аҫтын-өҫкә килтергән, ҡараштарын тамырынан үҙгәрткән хәтәр эш ҡылынды Нәҙерша тарафынан.

6

Тикшереү башланғансы ла, тикшереү башланғас та, нисәмә көндәр, нисәмә төндөр төрмө камераһында, Мәликә, йөҙ-мең мәртәбәләр күңеле менән шул хәтәр хәл-ваҡиғаға әйләнеп ҡайтты. Әммә шул ысын булған хәл уға, нишләптер, һәр саҡ һаташыулы төш һымаҡ тойола. Нәҙершаның шундай ҙа яман эш ҡылыуына ул үҙен һис кенә лә ышандыра алмай.

– Нисек инде ул үҙ көсөң менән тапҡан байлыҡ-хазиналарҙы үҙ ҡулың менән вата-емерә алаһың, юҡҡа сығараһың ти, – тип ул һаман да башын сайҡай, үҙ һорауҙарына яуап таба алмайынса көрһөнөп-көрһөнә.

– Күреп тор, үҙ көсөм менән тапҡан байлыҡ-хазиналарҙы үҙ ҡулдарым менән ватып-емергәнде, – тип, буфетҡа теҙеп ҡуйылған затлы сынаяҡ-тарелкаларҙы, береһенән икенсеһенән матурыраҡ вазаларҙы иҙәнгә һыпырып төшөрөп, тапарға-иҙергә тотондо ла инде шул саҡ Нәҙерша.

– Туҡта, Нәҙерша!.. Бындай сервиздарҙы хәҙер миллион һумдарға ла алып булмай, – тип Мәликә әллә нисә мәртәбә тегенең ҡулдарына барып йәбеште. Ләкин был Нәҙершаның асыу-сәмен генә көсәйтеп ебәрҙе.

– Миңә ҡамасаулама!.. Кит юлымдан!.. Китмәһәң, бер- бер хәл эшләтеп ҡуйыуым бар! – тип, Нәҙерша уны тупты сөйгән кеүек сөйөп ебәрҙе.

– Яр-ҙам!.. Яр-ҙам!.. – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра Мәликә иҫәрләнгән кешеләй, ни ҡылырға белмәйенсә, өй эсендә бәргеләнергә тотондо. Әммә ҡотороноуы-шашыуы көсәйә барған Нәҙершаның тыйылырға иҫәбе лә юҡ ине. Ул буфеттағы барлыҡ сынаяҡ-тарелкаларҙы, ҡиммәтле аш һәм сәй сервиздарын ватып-иҙеп бөткәс, гардеробтағы кейем-һалымдарҙы алып, киҫкеләргә һәм йыртҡыларға кереште.

– Милицияға барам! Участковойҙы алып киләм! – тип Мәликәнең оран һалырға мәжбүр булыуы, ни ғәләмәт, Нәҙершаны шып туҡтатты. Ләкин ул бөтөнләйгә баҫылманы, ә утлы ҡарашын Мәликәгә төбәне лә:

– Ә, милицияға барырғамы иҫәбең?.. Бармай тор! – тине лә тегенең яғаһынан бөрөп алды. – Яңынан бер мәртәбә милиция һүҙен әйтһәң, мин һине үҙ ҡулдарым менән быуып үлтерәм. Үлтерәм дә «ых» та итмәйенсә, Ағиҙелгә ырғытам... Бөттө-китте!..

Аҙаҡ, Нәҙерша йоҡлап киткәс, Мәликә урынынан торҙо ла, артынан әкрен генә ишекте ябып, үҙҙәренең өйөнә йүнәлде. «Былай булһа, ул мине үлтерәсәк. Хәҙер ҡул ҡаушарып торорға ярамай. Ни булһа ла эшләргә кәрәк!» – тип, энеләре менән кәңәшләшергә ҡайтты. Уларға ни булғанын бәйнә-бәйнә һөйләп биргәс, әле килгәндә күңелен биләп алған хәүефле уй-ниәтенә баҫым яһап:

– Хәҙер ни булһа ла ҡылырға кәрәк. Артабан ҡул ҡаушарып торһаҡ, ул мине үлтерәсәк, – тип йомғаҡ яһаны.

Байтаҡ уйлашҡас-фекерләшкәс, Ишҡол менән Ғәмил, ығы-зығыһыҙ ғына Мәликә апаларының айырылып ҡайтыуын урынлы булыр, тинеләр. Ләкин уларҙың был фекеренә ҡыйыу, сая тәбиғәтле Баттал ҡаршы төштө: «Таш менән атҡанға таш менән атырға кәрәк. Ҡурҡып-ебеп ҡалмаҫҡа, – тине. – Апайым Нәҙершаға өс-дүрт йыл хеҙмәт итте. Хәҙер килеп буш ҡул менән нисек һыпырылып ҡайтырға тейеш әле?! Ә унан беҙҙең бәләкәй генә өйҙә йәшәргә уға урын да булмаясаҡ. Теге саҡ түгел бит. Хәҙер һәр беребеҙҙең ғаиләһе бар...»

Үҙ йорттарында күмәкләшеп йәшәргә мөмкинлек юҡ ине хәҙер. Шуның өсөн күсенеп ҡайтыу менән ашыҡмаҫҡа булдылар. Әммә энеләре апаларын ҡанат аҫтына алырға вәғәҙә бирҙе.

– Шуны белеп тор, апай, – тип оҙатты Баттал энеһе, – әгәр ҙә Нәҙерша һиңә берәр ауыр һүҙ әйтһә, йә ҡул күтәрһә, мин үҙем уның муйынын борасаҡмын, өс энең – һинең ныҡлы таянысың!..

Мәликә энеләре янына бер ошаҡ менән барып ҡайтҡас, артабан да йыш ҡайта башланы. Теге ваҡыттағылай ире менән бер көн дә, бер сәғәт тә йәшәү мөмкинлеге юҡлығын төрлө дәлилдәр менән иҫбат итте.

– Дөрөҫ, ул хәҙер ғауға ҡуптарып бармай, һауыт-һабаларҙы ватҡаны-ҡырғаны юҡ. Ләкин үткән бер кис хәтәр һүҙ әйтеп, мине хәүефкә һалды, бөтөнләй тыныслығымды алды, – тине энеләренә, ҙур енәйәт эшләнергә аҙна-ун көн ҡалғас.

– Ниндәй хәтәр һүҙ? – тип элеп алды энеләре.

Бик ҡыйынһынып булһа ла Мәликә энеләренә дөрөҫтө һөйләп бирергә мәжбүр булды.

– Элек тә Нәҙершаның миңә шикләнеберәк ҡарағанын һиҙенеп-һиҙенеп ҡуя инем. Был юлы эсендә йөрөткәнен йөҙөмә бәреп әйтте, – тип һөйләп алып китте ул. – Ҡайһы бер кешеләр мәрхүмә ҡатынымдың үлемендә һине ғәйепләмәкселәр, тине ул. Йәнәһе, мин бергә эшләүемдән файҙаланып, Камал әхирәтемде иҫәп-хисапта яңылыштырғанмын. Элегерәк Нәҙерша, был хаҡта ишетә биреп ҡуйһа ла, ишеткәндәрен ғәйбәт һүҙ тиеберәк ҡабул иткән икән. Хәҙер ҡатынының үлеменә бәйле яңынан һүҙ ҡуйыртыусылар табылған.

– Уға китһә, Камал апайҙың үлемендә һинең ғәйебең бармы һуң, апай? – тип энеләре Мәликәгә һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Әлбиттә, энеләренән дөрөҫлөктө йәшерә алманы Мәликә. Ҡыҙарып-бүртенеп, өҫтән-мөҫтән генә булһа ла, әхирәтенең иҫәп-хисап эштәрендә буталып китеүендә «бер ни тиклем» ғәйебе барлығын таныны.

– Әләйһә, Нәҙершаның һине үҙ итмәүендә, әленән-әле шашып ҡотороноуында хикмәт булған, – тип элеп алды Баттал. – Һис шикһеҙ уның бер-бер дыуамаллыҡ ҡылыуы бар.

– Уның ниндәйҙер этлек уйлауын йәнем-тәнем менән тоям. Бер көндө харап итәсәк ул мине!.. Харап итәсәк!.. – Мәликә, ысын-ысындан ҙур бәхетһеҙлек ябырылып килеүен һиҙенеп булһа кәрәк, үкһеп илап ебәрҙе.

Башҡаса һөйләшеп-аңлашып тороуҙың кәрәге булманы. Мәликәнең: «Ул мине харап итәсәк!..» – тип әйткән йәнде тетрәткән һүҙҙәре, үкһеп-үкһеп илауы энеләренә һәләкәтле аҙым яһарға тәүәккәллек бирҙе. Күҙҙәрен ҡан баҫҡан өс әзмәүер егет аҙна-ун көн үтмәҫ борон Нәҙершаны, аяҡ-ҡулдарын һәм башын киҫкеләп, тоҡҡа һалып, Ағиҙел төбөнә батырҙы.

– Нәҙершаның юҡ булыуын нисек аңлатырға теләнегеҙ һуң һеҙ? – тип, тикшереүҙе бөтөрөр алдынан һуңғы һорауҙы бирҙе тәфтишсе Дәминдаров Мәликә Ҡәнзәфәроваға.

– Яҙ көнө ине бит. Ағиҙелдән һал ағып килгән мәл. Нәҙерша кәмә менән шул һалдарҙы тоторға тип, эштән һуң һәр көн Ағиҙел буйына төшә торғайны, һал тотҡанда кәмәһе әйләнеп, уны шунда һәләк булған тип әйтергә һүҙ берләштерҙек...

Ошо уҡ һорауға Мәликәнең энеләре лә бер төрлөрәк яуап бирҙе.

Тикшереүҙе тамамлап, һуңғы нөктәне ҡуйғас, тәфтишсе Дәминдаров, тиҙҙән хөкөм алдына баҫасаҡ ғәйепләнеүсе Мәликә Ҡәнзәфәроваға кәңәш итеп, бер нисә һүҙ әйтте:

– Миңә бөтәһе хаҡында ла инде дөрөҫтө һөйләргә ҡарар итеп, яҡшы эшләнегеҙ. Суд алдында ла тик дөрөҫөн, дөрөҫөн һөйләгеҙ. Шулай булһа, судьялар язағыҙҙы еңеләйтә төшөр, – тине ул һәм, һаубуллашып, Мәликәгә һуңғы мәртәбә моңһоу ҡарашын төбәне.

Судҡа тиклем өс аҙна самаһы яңынан төрмә камераһында ятты Мәликә. Иртәгә суд башланясағын ишеткәс, төнөн йоҡлай алманы. Әҙ генә күҙҙәре йомолдомо, йөрәгенең аҫтын-өҫкә килтереп, төрмә диуарҙары аша үтеп, әллә ҡайҙарҙан тәүге ире Йәмил уйнаған гармун моңдары ҡолағына килеп һарылды. Күңеле-йәне танһыҡлаған таныш көй-моң, күпмелер ваҡытҡа уны ҡайғы-ғазаптарҙан арындырып, онотолмаҫ хәтирәле йылдарға алып китте. Офицерҙар йортондағы тантаналы кисәлә күрешеү-танышыу, шунда башлап уның өҙҙөрөп гармун уйнауын ишетеп һоҡланыу, ғашиҡ булыу, өйләнешеү, Әрхәрәй битендә йәшәгән кешеләргә ҡунаҡ-туй мәжлестәренә йөрөү – бөтәһе лә, бөтәһе лә, әллә ниндәй биҙәктәргә әүерелеп, йөҙ-мең мәртәбә күҙ алдына килде. «Йәмил менән бергә йәшәгән һәр көнөм, һәр сәғәтем ожмах булған икән. Тик был тормоштоң мин ваҡытында ҡәҙерен белмәгәнмен. Шул тиклем дә мәртәбәле ирҙең кәсеп менән шөғөлләнеүен талап итеп, уны ла, үҙемде лә харап иткәнмен», – тигән фекергә килде ул.

Иртәгеһен энеләре менән йәнәш ултырып, япмалы төрмә машинаһында судҡа китеп барғанда ла Мәликә, тәүге ире уйнаған таныш көй-моңдарҙы ишетеп, тетрәнеп китте. Йәнә күҙҙәрен сытырҙатып йомоп, ҡайғы-ғазаптарынан арынырға теләне. Әммә был юлы арына алманы. Киреһенсә, ҡолағына һарылған көй-моң: «Һин Йәмилеңдең ҡәҙерен белмәнең!.. Белмәнең!.. Хәҙер ғүмер буйы үкенәсәкһең!..» – тип оран һалды.

Хәкимйән ЗАРИПОВ.

Читайте нас: