Бөтә яңылыҡтар

Рәсимә (хикәйә)

Август аҙағындағы ғәжәп сыуаҡ тымыҡ көндәрҙең береһендә беҙ – өс студент – Урал тауҙарынан йәйге практиканан ҡайтып киләбеҙ. Икебеҙ – егет, беребеҙ – ҡыҙ кеше. Рөстәм, Рәсимә, мин.

Рөстәмебеҙ – ҡалын кәүҙәле, киң яурынлы, ҡуңыр йөҙлө буйсан егет. Мөһабәт кәүҙәле егеттәрҙең барыһы ла шулай буламы икән, белмәйем, әммә Рөстәмгә үҙ һынына бәрәбәр башҡаларҙан һәр яҡлап өҫтөн булыуы килешеп тора. Үҙ-үҙенә ышанған хәлдә, тамаҡ төбөнән тауыш сығарып, ашыҡмай, белдекле төҫ менән һөйләшеүе лә, һәлмәк хәрәкәттәре лә тәбиғи тойола. Ул яһалма ҡыланмай, әҙәпле, кеселекле итеп һөйләшә, шуға күрә өҫтөнлөгө һине ҡыйырһытмай.

Ә Рәсимә... Туҡта, уның хаҡында бер-ике һүҙ менән генә әйтә алмайым. Ентекләберәк һөйләргә кәрәк.

...Университет фәндәре башта миңә шаҡтай ауыр тойолдо. Лекцияларҙа күп кенә нимәләр аңлашылып етмәй ҡала ине. Нисә әйтһәң дә, урта мәктәпте тамамлағанға биш йыл үтеп киткән шул. Унынсыны тултырғас, миңә, университетҡа кергәнсе, ике йыл һарыҡ көтөргә, шунан һалдат хеҙмәтен үтәп ҡайтырға тура килде.

Бер аҙна самаһы уҡығас, Рәсимә исемле ошо ҡыҙ, минең яныма килеп ултырып:

– Әйҙә, ағай, бергә уҡыйыҡ! – тигәйне. Мин теләп риза булдым. Район үҙәгендәге бер яуаплы эшсенең иркә ҡыҙы Рәсимә шул йылда ғына урта мәктәпте алтын миҙал менән тамамлаған, мәктәптән туп-тура университетҡа килгән икән. Ун дүрт-ун биш йәшлек ҡыҙыҡайҙарҙыҡы шикелле сибек кенә кәүҙәле, ҡаҡса битле, ҡара сәс толомоноң осона күбәләк төҫлө итеп бантик таҡҡан, ҡояшҡа уңып бөткән ябай күлдәк кейгән, асыҡ сырайлы, ҙур ҡара күҙҙәре уйынсаҡ рәүештә йылтлап торған ошо зирәк ҡыҙыҡай уҡыуҙа миңә бик күп ярҙам итте. Шул килеп ултырыуынан ул минең янымдан китмәне, бына өс йыл инде бер партала ултырабыҙ, семинарҙарға бергә әҙерләнәбеҙ, күберәген университетҡа дөйөм ятаҡтан бергә килеп-ҡайтып йөрөйбөҙ.

Бына беҙ, университетта берәй буш бүлмә табып, бер-беребеҙгә һыйынып, семинарға әҙерләнәбеҙ. Уҡып-уҡып арығас, берәй төрлө уйын табып, ял итеп алабыҙ. Йә шунда Рәсимә:

– Әйҙә, күҙҙәргә ҡарашабыҙ, кем күҙен элегерәк йомор, шуның маңлайына ике ҡабат – ҡаты, өс ҡабат уртаса, биш ҡабат йомшаҡ итеп сиртергә, – тип уйлап сығара.

Ул, сөм ҡара ҙур күҙҙәрен тағы ла нығыраҡ асып, миңә төбәлә. Мин, һис тартынмай, күҙемде ҡыҫа биреп, уның күҙенә ҡаҙалам, торған һайын ҡарашымдың зәһәрлеген арттыра барам. Тишерҙәй ҡарайым, керпек тә ҡаҡмайым.

Ахыр килеп, Рәсимә еңелә. Ул, ҡылансыҡланып, миңә ауыша, күндәм рәүештә маңлайын бирә. Мин, уның кескәй генә һығылмалы кәүҙәһен ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырып алып, нәфис маңлайына сырылдата-сырылдата сиртәм. Юҡ, ҡыҙғанып сиртәм, әлбиттә. Рәсимә былай иркәләнеп кенә сырылдай.

Ул аҙаҡ минән ҡотола, нескә иренен турһайтып, үпкәләгән кеше була; кейемендә бер генә кеҫә заты күренмәһә лә, йылдам хәрәкәт менән ҡайҙандыр йомро көҙгө килтереп сығара, туҙған сәсен рәтләй, һытылырҙай булып алһыуланған битен, маңлайын һыйпаштыра.

– Кит, шулай ҡанһыҙ ҡыланмаһаң... Бына бит күгәреп сыҡҡан! – тип иламһыраған була. – Бына, бына үҙеңә! – тип, минең маңлайыма аяуһыҙ сиртергә керешә. Уның тырнаҡ шәбеһе ни минең маңлайға, себен йөрөгән һымаҡ ҡына, тейә.

Йә Рәсимә, бер нисә көндәр буйы мине үҙенең бер туған ағаһы роленә ҡуйып, иркә һеңле булып ҡыланып йөрөй; башын ҡырын һала, ҡылтымбыйланып, сәсен туҙҙыра, телен сабыйҙарса боҙоп, тәтелдәп һөйләшергә керешә. Мин дә ул арала уны үҙемдең һылыуым итеп күрергә күнегеп бөтәм.

Хәҙер инде ул миңә бөтөнләй үҙенең бер туған ағаһы итеп ҡарай. «Ағай!» тип өндәшеүе эскерһеҙ саф күңелдән әйтелгән булып ишетелә.

Хәтеремдә, бынан элекке ҡыш, паркта саңғыла йөрөгәндә, пыр туҙып ҡарға буташтыҡ. Ҡайтыр алдынан, бер-беребеҙҙең өҫтөн ҡағышҡанда, мин, Рәсимәнең арҡаһынан гөпөлдәтеп һөйөп, маңлайына иренемде тейҙереп алдым.

Ә ул шарҡылдап көлдө лә:

– Үбешә белмәйһең, белмәйһең! – тип мине үртәргә кереште. Бер үпкәндә ике хата яһаның.

– Ниндәй хаталар? – тип мин дә көлдөм.

– Беренсенән, маңлайҙан үпмәйҙәр – иренде үбәләр. Икенсенән, үпкәндә күҙҙе йомалар.

– Ҡайҙа, улайһа, дөрөҫ итеп үбәйем һуң.

– Һа-һа-һа! Тағы бер хата! Һорап үпмәйҙәр!

– Һорамай үбәйем һуң.

– Һорамай үпһәң, сикәңә сабырмын!

Мин шунда, сәмләнеп китеп, ҡыҙҙы ҡосаҡлап алдым да ҡайнар ирендәренән һурып үптем.

Тоҡанып китерҙәй булып ҡыҙарған Рәсимә мине йомшаҡ ҡына итеп этеп ебәрҙе, ләкин вәғәҙә иткәнсә, сикәмә сапманы, һүҙһеҙ генә ситкә боролдо.

Беҙ, саңғыларыбыҙҙы күтәреп, ятаҡҡа һөйләшмәй ҡайттыҡ. Икенсе көндө аудиторияла осрашҡас, мин, нисектер оялып, ҡарашымды ситкә алғайным.

Рәсимә:

– Нимә булды, Ҡотлобай ағай? – тип төпсөнгәйне. Ул һаман мине шаяртырға тырышты, әүәлгесә иркә һеңле булып ҡылана бирҙе.

– Ҡотлобай ағайым әллә ни эшләне лә ҡуйған булды, мине яратмай башланы! Ыһы-ыһы... – тип, башын яурынына һалып, көйһөҙләнде.

Тик мин, бөтөнләй үҙ ихтыярымдан тыш, уның менән тотанаҡлыраҡ һөйләшә, тартыныбыраҡ мөғәмәлә итә башланым.

Былтыр йәйге каникулдан Рәсимә ҡапыл үҙгәреп килгәндәй булды. Кәүҙәһе түңәрәкләнә төшкән, буйға ла үҫеп киткәндәй. Әүәлге үк кейемдәре, ләкин улар тәненә һыланып, кәүҙәһенең һәр һанын нәфис кенә итеп белендереп тора. Элек гел шаярырға өндәп, уйнап торған яҡты ҙур күҙҙәрендә ниндәйҙер серле тәрәнлек, моң барлыҡҡа килгән кеүек.

Йыйып ҡына әйткәндә, һуңғы бер йылда Рәсимә еткән ҡыҙға әйләнде, торған һайын сибәрләнә барҙы.

Ҡала егете Рөстәм, мәктәпте тамамлағас, университетҡа тиклем театрҙа сәхнә хеҙмәткәре булып эшләгән. Башҡалар, алыҫтан ғына күреп, йә радионан тауышын ғына ишетеп, һоҡланып йөрөгән күренекле артистар менән ул яҡындан таныш икән. Улар тураһында егет, көн дә күреп йөрөгән ябай кешеләр хаҡында һөйләгән кеүек, һис иҫе китмәй һөйләй; сәхнә артында була торған, ябай тамашасыларға күренмәгән бик күп ҡыҙыҡтар белә.

Сәнғәт кешеләре менән ике йыл аралашыу ҙа кешене ни тиклем күтәрә! Ул ҡатын-ҡыҙ менән джентльмендарса әҙәпле мөғәмәлә итә белә, һомғол атлап йөрөй. Кисәләрҙә килешле, баҫалҡы ишара менән ҡыҙҙарҙы тансыға саҡыра. Төҙ һынын ҡуҙғатмай, йөҙөп йөрөгән кеүек кенә итеп, ҡыҙҙы еңел йөрөтә. Бейеп бөткәс, ҡыҙҙы урынына оҙата, муйынын бөкмәй, баш ымы менән кеселекле рәүештә рәхмәт әйтә.

Мин уның манераларына ҡыҙығып, көнләшеп ҡарайым.

Оҫта бейей белмәгәс, мин тансы кисәләренә бик әүәҫ йөрөмәйем. Ниңә унда ҡороға күҙ һатып торорға? Унан һуң бит мин – уртасараҡ өлгәшеүсе студент. Башҡаларға тиңләшеп барыр өсөн, уларға ҡарағанда икеләтә күберәк уҡырға тура килә – тансыға ваҡыт та теймәй.

Уның ҡарауы, Рәсимә, тансы тиһәң, аҡылынан шашырға әҙер. Ул мине:

– Ағай, әйҙә барайыҡ инде! Ағай!.. – тип ҡыҫтай-ҡыҫтай ҙа: – Эй, ошо Ҡотлобай ағайҙы, бөтөнләй, тыумай ҡартайған, дәртһеҙ... тип турһайып, үҙе сығып китә.

Ул тансынан ҡайтҡас та мине эҙләп таба. Күңеле бик күтәрелеп, кәйефләнеп ҡайтҡан ҡыҙ, аһ та уһ килеп һөйләргә тотона:

– Ах, Ҡотлобай ағай, белһәң ине, миңә шул ҡәҙәре күңелле булды!.. Бөгөн Рөстәм мине өс танецҡа саҡырҙы. Ысын кавалер! Балда бейегән принц тип торорһоң!

Икенсе мәртәбә ул, һалҡындан биттәре янып, катоктан ҡайтып инә:

– Ах, ниндәй рәхәт! Рөстәм! Ул ниндәй шәп егет! Нисек оҫта йөрөтә! Музыка! Аяҡта коньки бары ла тойолмай. Аҡҡош кеүек йөҙәһең! Ах, Ҡотлобай ағай! – Ул, мине көсләп урынымдан ҡуптарып алып, бүлмәлә өйөрөлтөргә керешә.

Рөстәм!

Рөстәмчик!

Рөстәм уны машина аҫтына инә яҙғас тартып алған!

Ах, Рөстәмдең күҙҙәре!

Шулай итеп, торған һайын Рәсимәбеҙ Рөстәмде йышыраҡ телгә ала башланы; университеттан тыш уларҙың осрашыуы ла йышайҙы.

Шулай март кистәренең береһендә, ғәҙәтебеҙсә, телебеҙгә ни килһә, шуны һөйләп, ғәмһеҙ көлөшөп ятаҡҡа ҡайтып киләбеҙ. Рәсимә ике ҡуллап беләгемә аҫылынып алған. Уның Рөстәм хаҡында һүҙ ҡуҙғатырға теле ҡысып ҡына тора.

Мин шунда уға ҡаршы нимәлер әйтергә йыйынғайным, Рәсимә, уйымды алдан белгән шикелле, усы менән ауыҙымды баҫты.

– Бер һүҙ ҙә әйтмә, ағай!..

Беҙ ятаҡ алдында туҡтаныҡ. Шунда Рәсимә серле генә төҫ менән мине ярым ҡараңғы аллеяға табан әйҙәне.

Ялбыр ҡарт ҡайын төбөндә туҡтаныҡ. Киске һалҡындан ҡыҙҙың биттәре уттай яна.

– Ағай, мин һиңә бөтә серҙәремде һөйләйем әле, – тип бышылданы ул. Рәсимәнең ҡара оҙон керпектәре беректеләр, ул түбән ҡарай, бер аҙға үҙ хыялдарына бирелеп торҙо.

– Һин һиҙәһеңдер инде, ағай? Мин бит... Рөстәмде... яратам... ысынлап та.... бик ныҡ, – тине ул, тулҡынланыуҙан өҙөк-өҙөк итеп. Үҙе һаман түбәнерәк ҡарай. – Һиңә әйтмәгәнемә асыуланма инде, йәме? Тәүҙә бит мин үҙем дә белмәнем... Белгәс, әйтергә оялдым... Яратҡаныңды ағайыңа әйтеү ҡыйын икән... – Ул оялсан төҫ менән тынып ҡалды.

Рәсимәнең кисерештәренә бирелеп, мин дә өндәшмәй торам.

Эйе, мин быны әҙерәк һиҙемләй башлағайным инде, тик был тиклемгә барып етмәгәндер, Рөстәм менән ваҡытлы мауығыуы ғыналыр, тип уйлай инем. Бына ул ни дәрәжәгә барып еткән... Ниңәлер миңә ҡыйын, бик ҡыйын булып киткәндәй... Йөрәгемде һағышҡа оҡшаған ауыр тойғо солғаны. Нимәлер әйткем килде. Нимәнелер кире ҡаҡҡым килде... Ләкин тейешле һүҙҙәр табылмағайны әле. Бары йөрәгем генә, Рәсимәнең ошо мөхәббәтенә ризаһыҙлыҡ белдереп, өнһөҙ-тауышһыҙ дыулай ине. Көнләшеүме әллә был?! Китсе әле!

Рәсимә уңайһыҙ тынлыҡты боҙҙо:

– Ә һин, ағай, башта уҡ әйтһәм, рөхсәт итер инеңме?!  – тине ул уйсан төҫ менән, минең пальто төймәмде әйләндергеләп.

– Ә рөхсәт итмәһәм?

– Рөхсәт итмәһәң... барыбер... һинән йәшерен булһа ла... бәлки.... – тине Рәсимә, бер аҙ уйланып торғас, һағышлы тауыш менән. – Иң һәйбәт егет ул Рөстәм, эйе бит, Ҡотлобай ағай?

Ул минең күҙҙәремә ялбарып ҡарай. Рөстәм хаҡында берәй насар һүҙ ысҡындырмаһам ярар ине тип ҡурҡа. Уның тураһында бары маҡтау һүҙе генә ишеткеһе килеүен күҙе әйтеп тора. Минең ул турала һүҙ асырға ашыҡмағанымды күреп, түҙеме бөтөп, үҙе әйтә һала:

– Мин белеп торам инде... Һин миңә асыуланмайһың... яратҡаным өсөн... – һуңғы ике һүҙҙе ул, нисектер, килешһеҙ итеп әйтте.

Өндәшмәйем. Бары үҙемдеке генә булған, һүҙ менән аңлатып биреүе мөмкин дә булмаған, тамаҡҡа ҡаты төйөн булып тығылған ауыр бер тойғо мине иҙә, торған һайын ауырттырыбыраҡ йөрәкте өйкәй.

Әйтә алмайым, ҡыҙ күңелендә ниндәй үҙгәреш барлыҡҡа килгәндер; бәлки, ул һағышлы ҡарашымдан үҙенсә нимәлер тойғандыр, сикһеҙ бер йылылыҡ менән, мине ҡыҙғаныуын йәшермәй, күҙҙәремә ҡараны.

– Их, Ҡотлобай ағай! – тине ул, көрһөнөп. – Минең бит бер генә ағайым да юҡ. Мин уны ни тиклем яратыр инем!.. Бына... һине яратҡан кеүек итеп... Беләһеңме, ағай... – тип өҫтәй ул, йәнләнә төшөп, – май байрамына беҙгә ҡайтайыҡ. Мин атайымдарға хат яҙҙым инде. Улар беҙҙе көтөп торор.

Эйе, мин һуңғы ваҡытта, Рәсимә ни әйтһә, шуға күнеп, уның ыңғайына ғына тора башлағанмын икән шул. Ҡыҙыҡай инде «ағаһы»ның ризалығын белешеп тормаҫҡа күнегеп бөткән.

Ҡапыл Рәсимә башын артҡа һирпте, йөҙөндәге оялсанлыҡ эҙҙәре секунд эсендә юҡҡа сыҡты. Минең алдымда үҙем шаштырып иркәләткән кескәй һылыуым, шаян, илгәҙәк Рәсимә – элекке Рәсимә – бойондороҡһоҙ төҫтә бәхетле йылмайып тора ине.

– Рөстәм миңә мөхәббәт иғлан итте инде... Мин унан тоттом да һораным: «Яратаһыңмы?» – тинем. «Яратам!» – тине. Ах, ҡайһылай матур итеп әйтте ул! «Һин сибәр ҡыҙ, – ти, – фигураң матур, – ти. – Тансыла һинең менән бер әйләнеү – бер ғүмер, ти. Мин аҡыллы булып ҡыланған ҡыҙҙарҙы яратмайым. Сухарь була улар», – ти. Буквально шулай әйтте.

Рөстәмдең был маҡтау һүҙҙәре ҡыҙҙың башын тамам әйләндергәне күренеп тора.

...Бына беҙ өсәүләп практиканан ҡайтабыҙ, тау, урман араларынан бормаланып-бормаланып килгән, артыҡ тапалмаған тар юлдан барабыҙ.

Башта дәртләнеп атланыҡ. Станцияға тиклем булған етмеш саҡрым араны, гел йәйәү генә булһа ла, сүп урынына ла күрмәй, бер тында үтер төҫлө инек.

Балағының осо тубығынан саҡ ҡына түбән төшөп, балтырын һығып торған тар еңел салбар кейеп алған ялан аяҡ Рәсимә маңлай сәсен һелкетә-һелкетә, ырғып һикереп алдан бара.

Ҡыҙ миңә «ағай» тип өндәшә лә Рөстәмдең мөһабәт кәүҙәһенә һыйына, уның күҙҙәренә тултырып ҡарай, Рөстәм уға өндәшһә, тыңлаусан бала һымаҡ, әүәҫ яуап бирә. Ул Рөстәмгә булған мөхәббәтенә ҡолағынан батҡан.

Практика бөткәс, студенттарҙың төрлөһө төрлө яҡҡа ҡыҫҡа ғына ялға таралды.

Юл буйлап беҙ өсәү атлайбыҙ. Август аҙаҡтары булһа ла, төш етәрәк көн бик ныҡ ҡыҙҙырҙы. Ҡалын ҡарурман менән ҡапланған тауҙар араһында ел юҡ, томра. Юлдың ике яғындағы ағастарҙа турғайҙар пырылдашып оса.

Мин палатканы төрөп артмаҡлағанмын. Рөстәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы күтәргән. Ары барған һайын, йөк ауырлаша төшкәндәй.

Тау төпкөлөнән киглән был аулаҡ юлда машиналар һирәк осрай. Көн буйына бары беҙҙе ике машина ҡыуып үтте, улаpы ла ултыртманы. Тәүгеһенә тотош бер эҫкерт дәүмәле бесән тейәлгән. Икенсеһе, саманан тыш күп утын тейәлгәнлектән, иҫәпһеҙ-һанһыҙ һикәлтәләрҙә аумаҡлай-аумаҡлай, саҡ-саҡ үтеп китте. Ә машиналар иген ташый торған оло юлға бик алыҫ әле.

Рәсимә еңел генә юл ҡапсығын йәлпелдәтеп алдан бара; әле йырлап ебәрә, әле тиктомалға шарҡылдап көлә.

– Һо-һо-һо-һой!

– Һи-һи-һи-һий!

Тауҙарға ҡаҡлығып шаңдаған тауышы менән һоҡлана ул.

Бер арала ул мине ҡултыҡлап ала ла, ауыҙ эсенән еңел тансы көйө көйләп, мине үҙе менән бергә ырғанларға өндәй.

Мин теләкһеҙ генә һикерәнләйем. Ул, ризаһыҙлыҡ белдереп:

– Һуйырға алып барған үгеҙ һымаҡ киләһең шунда! – тип, Рөстәм янына китә.

Егеттең кәйефе юлда бик ныҡ ҡырылды, шуға ярашлы рәүештә теле лә тупаҫланды.

– Йөҙәтмә әле, күгәүен! – тип ҡырт киҫә ул Рәсимәне.

Ҡыҙ уға инде икенсе төрлөрәк яуап бирә:

– Нимә, Рустик, арыныңмы?! – тип ысын күңелдән хәл уртаҡлаша.

Рөстәм, ысынлап та, юлға һуҡранып, асыу менән төкөрөнөп килә ине.

– Бынау реактив двигателдар, ракеталар заманында йәйәү йөрөү һөнәрме ни ул! – тип ҡуя.

– Ә беҙҙең тиктормаҫ ҡыҙыбыҙ, бер арала йәнә уртабыҙға төшөп, беҙҙе етәкләп ала ла яңы хәбәрҙе һала:

– Һеҙҙең икегеҙгә лә исемде яңылыш ҡушҡандар. Ҡотлобай! Ни тиклем ҡалын, ҙур исем! – Ул сәтәкәй бармағын күрһәтә.

– Ә үҙең бынауының хәтле генәһең. Ә Рөстәм, Рөстәмчик! Бәләкәс кенә, матурҡай ғына сабый бала исеме. Ә үҙе бынау имәндәй... Әйҙә, исемдәрегеҙҙе алмашығыҙ, ысынлап, Рустик! – тип яҡты күҙҙәре менән Рөстәмгә төбәлә.

Рәсимә кисә генә яңы прическа уйлап сығарҙы: алдағы сәсен киҫеп алды ла, киҫелгәндән ҡалғанын ҡашына еткәнсе маңлайына төшөрөп тарап ҡуйҙы. Былай ҙа етдилеге самалы булған йөҙҙән етдилек сифаттарының һуңғы шәүләләре, йыуып ташлағандай, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ошо прическаһы, өҫтәүенә, ҡыҫҡа ҡара салбар кейеүе лә уға ун ике-ун өс йәштәрҙәге тыйнаҡһыҙ ҡыҙыҡай ҡиәфәте бирҙе. Ул ошо ҡиәфәте менән үтә ҡәнәғәт, күрәһең. Шуны һүҙгә йыш ҡына килтереп ҡыҫтыра.

– Ҡотлобай ағай, һин – необтесанный кеше – был прическаны белмәйһеңдер әле: «мин әсәйемдең иҫәркәй ҡыҙы» тип атала ул. Минең яңы прическам һиңә оҡшаймы?

– Оҡшай, матур, – тим мин, ҡыҙҙың күңелен ҡырмаҫ өсөн.

Рәсимә Рөстәмде ҡултыҡлап ала.

– Ә һиңә?

– Нимә миңә?

– Прическам оҡшаймы, тием бит.

– Харап инде! Исеме есеменә тап килеп тора.

– Эһе-эһе, әсәй-й!.. Мыҫҡыл итәләр! – тип үсегеп, Рәсимә алға йүгерә һәм, юлға сурайып сығып ятҡан ташҡа яҙа баҫып, сүгәләп ултыра.

– Әлә-лә-лә, үлдем!

Беҙ ике яҡлап уға ташланабыҙ, быуыны бөткән ҡыҙҙы ҡултыҡлап баҫтырабыҙ. Ул, беҙгә таянып, бер-ике аҙым атлай ҙа, ауыртыуҙан һыны ҡатып, тағы сүгәләп ултыра.

– Ныҡ ауыртамы?! – тип боролоп һорайым.

– Күп осоңдо! – тип мығырҙана Рөстәм.

Бер аҙ беҙгә шулай аҫылынып барғас, әллә сер бирмәҫ өсөн, әллә, ысындан да ауыртҡан аяғы яҙылып, Рәсимә, аҡһай-аҡһай, үҙе генә атлай башланы. Тештәрен ҡыҫа ҡыҫа баҫыуына ҡарағанда, уның ныҡ ҡына һыҙланыуы күренеп тора ине.

Мин, уның тоҡсайын алып, бер яҡ яурыныма аҫтым. Рәсимә Рөстәмдең ҡултығына аҫылынып сатанлай.

Бара торғас, егет тә, туҡтала биреп:

– Минекен дә ал инде. Рәсимәне ипләп кенә алып барайым, – тине.

Шулай итен, юл ғазабын ҡап уртаға бүлдек: Рөстәм, аҡһаҡ ҡыҙыбыҙҙы ҡултыҡлап, алдан төштө, мин, тоҡтар аҫтында бөкрәйеп, арттан барам.

Юлдаштарым мине байтаҡ ташлап китте. Мин уларҙы күрә- күрә генә киләм.

Сәғәт биштәр етте. Көн һүрәнәйеүгә бара. Аяҡ өҫтө ҡоролай ғына ҡапҡылап алғайныҡ – һыуһатты. Тик нисек башлап, туҡтайыҡ, тип әйтәһең.

Ә ҡарурман япҡан ҡырыҫ, тәкәббер тауҙар, юлды ике яҡлап ҡыҫып, беҙгә һаман эйәреп килә. Уларҙың иге-сиге юҡтыр, киң далаға бер ваҡытта ла килеп сыҡмабыҙ төҫлө.

Алда тау араһынан бында икенсе бер үҙән килеп ҡушыла. Уның төбөндә генә һай һыулы, йылдам тау йылғаһы, суйыр таштарға бәрелеп, селтерәп ағып ята. Йылғаның өҫтөн ерек шырлығы ҡаплаған.

Дуҫтарым йылғанан саҡ ҡына үрҙә, юл ситенә сығып, йәшел сиҙәмгә һуҙылғандар ҙа мине көтәләр.

– Ошонда ҡунабыҙ, – тине Рөстәм.

Көн иртәрәк әле. Ләкин туҡталмай мөмкин түгел. Рәсимәбеҙ етди аҡһай, һыҙлана, күрәһең, яңылыш баҫыуҙан тамыры тартылғандыр.

Шунда уҡ юл буйына бәләкәй палаткабыҙҙы ҡорҙоҡ.

Ниндәй генә һыу күрмәйем – кескәйме ул, ҙурмы – мин уға тыныс ҡарай алмайым. Таштарға бәрелеп йылдам ағыусы һай тау йылғаларында бәрҙе тигән матур сос балыҡтар йәшәй.

Мин ҡармағымды әҙерләнем дә, тиҙ генә йылға буйына, ерек шырлығына сумдым. Бәрҙе тотоуҙан да күңеллерәк шөғөл бармы икән! Арығанлығың, асыҡҡанлығың, ғөмүмән, бар донъяң онотола!

Бөгөн дә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эре-эре унлап бәрҙе тотоп алдым.

Офоҡто моңһоу ал нурға манып, ҡояш байыны. Балыҡтар эләкмәй башланы. Йылға буйлап үҙебеҙ туҡтаған урындан бер саҡрым самаһы үрләп киткәнмен икән. Юл ыңғайында, Рәсимәгә тип, һуңға ҡалғaн ҡурай еләктәрен сүпләштерҙем. Уға аҙ ғына яҡшылыҡ эшләү ҙә мине сикһеҙ ҡыуандыра шул.

Рөстәм дәү кәүҙәһе менән сиҙәмгә һуҙылып төшөп ятҡан. Рәсимә уның эргәһендә ултыра; ул үлән һабағы менән егеттең ҡолаҡ төбөн ҡытыҡлай.

– О, күпме балыҡ тотҡанһың! Ҡайһылай эреләр! – тип ҡыуанып ҡаршыланы ул мине.

Ах, уның серле ҡарашлы төпһөҙ ҡара күҙҙәре!

Мин тал ботағына шешләнгән балыҡтарҙы һүҙһеҙ генә үлән өҫтөнә ырғыттым да, үҙенең ирендәре төҫлө алһыу ҡыҙыл ҡурай еләктәрен ҡуш услап Рәсимә алдына һалдым.

– Ой, рәхмәт, Ҡотлобай ағай! Һин ниндәй яҡшы күңелле кешеһең! – тип миңә иҫ киткес мөләйем йылмая Рәсимә, ә үҙе... эргәһендә күккә ғәмһеҙ ҡарап салҡан ятҡан Рөстәмдең ҡалын ҡара сәстәрен иркәләп, бармаҡтары менән тарай. Етмәһә, бер ҡурай еләген ауыҙына оҙатып, икенсеһенә үрелгәндә, ҡапыл туҡтаны ла, миңә туп-тура ҡарап:

– Ә еләк йыйыр алдынан селәүсен менән булашҡан ҡулыңды йыуҙыңмы һуң? – тине.

– Борсолма, – мин устарымды уның алдында ялтыраттым да, хәтерем ҡалғанын һиҙҙермәҫ өсөн, ситкә боролдом, балыҡтарҙы алып кисеүгә төштөм.

Шунда уҡ артымдан еңелсә аҡһай-аҡһай Рәсимә килеп етте.

– Бир, бир, үҙем таҙартам! Аяғым ауыртмай тиерлек инде!

Төн талғын ғына яҡынлаша. Ҡараңғылыҡ ҡуйырған һайын, салт аяҙ зәңгәр күктә яңынан-яңы йондоҙҙар ҡалҡа. Үҙән тирәһе серле тынлыҡҡа төрөнә, иҙрәп йоҡоға тала. Ҡараңғылыҡ беҙҙең бәләкәй лагерыбыҙҙы уратып ҡыҫып килә. Торған һайын күҙ күреме тарая бара. Бына яҡын-тирәләге ҡаяларҙың ҡара һындары ла, төн ҡараңғылығында ирегәндәй, юғала баралар. Усаҡҡа ваҡ сытыр ташлағанда, ҡараңғылыҡ тертләп артҡа сигенә, ҡуйы ҡыуаҡтар араһына боҫа; шунан, усаҡ һүрәнәйгән һайын, тауыш-тынһыҙ ғына шыуып килеп, беҙҙе тығыҙ дүңгәләк менән уратып ала.

Тауҙарҙағы төндәрҙә усаҡ янында ултырыуҙы үлеп яратам. Усаҡ янғанды шым ғына күҙәтәһең. Тирә-яғыңда шомло шәүләләр емелдәшә. Күңелдән төрлө уйҙар үтә.

Балыҡтар ялҡында һап-һары булып ҡурылды, сәйнүк тә бығырҙан ҡайнап сыҡты. Табын әҙерләнек, һәр ҡайһыбыҙ, үҙ уйҙары менән мауығып, һүҙһеҙ генә ашаныҡ.

Рөстәмдең йөҙә йәмрәйгән.

– Ну, был юлды! – тип ҡашын емерә ул. – Исмаһам, Рәсимә, һин аҡһамаған булһаң!

Ҡыҙ, үҙе һыҙланһа ла, егеттең күңелен күтәрергә тырыша, уға иркәләүсән, уйынсаҡ һүҙҙәр әйтә.

Ә Рөстәм һаман үҙенекен һөйләй:

– Былай барһаҡ, иртәгә станцияға әллә барып етәбеҙ, әллә юҡ.

Ул, ашаған еренән ҡуҙғалмай ғына, арты менән боролоп, йоҡларға әҙерләнә башланы.

Егеттең күңел төшөнкөлөгө ҡыҙға ла йоҡто. Ул хәл уртаҡлашыусан төҫ менән уға байтаҡ мөлдөрәп ҡарап ултырҙы.

– Йоҡом килә... – тине ул, ахырҙа, был юлы бер миңә генә йылмайып ҡарап.

Рөстәм йоҡлай ине шикелле инде.

Мин Рәсимәне бәләкәй палаткабыҙға ҡәҙерләп кенә индереп ятҡырҙым, өҫтөнә плащымды яптым.

Ул шулай үҙен бала һымаҡ көйләгәнде ярата, сабый шикелле, көйһөҙләнергә керешә.

– Аяғың һыҙлаймы?

– Саҡ ҡына ышҡыһаң, һыҙламаҫ, – ти ул йыуаш наҙлы тауыш менән. – Әлә-лә-лә!.. Ул ҡәҙәре ҡаты түгел, йом-ша-аҡ ҡына итеп, иркәләп кенә... Ана шулай... Һинең усың ҡайһылай йылы, рәхәт, Ҡотлобай ағай! Хәҙер бер ҙә һыҙламай башланы.

– Өшөмәҫһеңме һуң, Рәсимә?

– Ҡабырғаларыма әҙерәк кенә ҡыҫтырғылаһаң, өшөмәм, – ти ул, һаман иркәләнеп.

Мин, бик ҙур эш башҡарған һымаҡ, үтә рухланып, уны биләүгә төргән төҫлө хәстәрләй плащҡа урайым.

– Бәпес кеүек кенә бит һин! – тип арҡаһынан һөйөп ҡуям.

– Мин бәпес кенә бит әле, ағай. Бына ҡуян балаһы кеүек кенә!

– Тыныс йоҡо, бәпесем!

– Тыныс йоҡо, минең шәфҡәтле күңелле, һөйөклө ағайым!

Ул ятҡан килеш ҡараңғыла, ике бармағын ирененә ҡуйып, үбеү тауышы сығара. Палатка ауыҙында тубыҡланған хәлдә, мин дә уға ситтән генә үбеү оҙаттым.

Баш аҫтыма бер буш тоҡсайҙы йомарлап һалып, ҡарағусҡыл зәңгәр күккә ҡарап ятам.

Ә ни тиклем киң нәмә бит ул, донъя! Уның сикһеҙлеген аҡылға һыйҙырып булмай; уйлаһаң, баш шаулай башлай. Кеше тирә-яғындағы сикле әйберҙәрҙе генә күреп өйрәнгән шул. Кеше аңының сиге, офоҡтары бар. Ул офоҡтар йә бик киң, йә саманан тыш тар була. Йә ул офоҡ киң генә күренһә лә, эсенә дөрөҫкә оҡшаған ялған декорация ҡуйылған була.

Ҡапыл ғына, бер ниндәй бәйләнешһеҙ башыма килгән ошо фәлсәфәүи уйҙы көсләп ҡыуам. Кеше тураһында һис насар уй уйлағы килмәй ошо иҫ киткес гүзәл зәңгәр төндә.

Ах, йондоҙҙар! Ни тиклем эре күренәләр улар был яҡта! Ни тиклем яҡты емелдәшәләр!

Ай янында яҡты йондоҙ,

Минең йондоҙом ғына.

Таң алдынан ул да һүнә,

Ҡалам яңғыҙым ғына.

Ни өсөндөр өмөтһөҙлөккә төшөрә торған ошо йыр күңелдә бәйләнсек рәүештә ҡабатлана.

Һәр кемдең үҙенең бер бәхет йондоҙо була тиҙәр. Эйе, йондоҙҙар һанһыҙ күп, һәр кемгә етеп, артып ҡалырлыҡ. Бәхет йондоҙо, әлбиттә, уйлап сығарылған нәмә. Булһа ла, минең бәхет йондоҙом, таң тыуғас та, һүнмәһен ине!

Йондоҙҙарҙан уйҙарым ергә төшә.

Бына ике йылдан мин университет бөтөрәм, һис шикһеҙ, ауылға уҡытырға китәсәкмен. Мин – ялан яғы кешеһемен. Ләкин тауҙарҙы ныҡ яратып өлгөрҙөм. Уҡытыуҙан тыш та бында географҡа күпме мауыҡтырғыс эштәр бар! Ҡуйынында меңәр йылдар буйы күпме сер, иҫәпһеҙ байлыҡ һаҡлап ятҡан ҡырыҫ тауҙар!

Тауҙарға ғашиҡ булғаныма үпкәләмә, минең тыуған ялан яғым! Яланда ла мауыҡтырғыс эштәр донъя ҡәҙәре. Унда ебәрһәләр ҙә, шат булырмын.

Тик мин, ҡайҙа ғына булһам да, үҙемде Рәсимәнән – бәләкәс кенә һөйөклө Рәсимәкәйҙән – башҡа күҙ алдыма килтерә алмайым. Уйымдағы киләсәк тормош мине тауҙар араһына килтерһә лә, эргәмдә Рәсимәнең хыялый һыны үҫеп сыға; беҙ уның менән, бер-беребеҙгә булыша-булыша, дәртләнешеп, текә ҡаяларға үрмәләйбеҙ. Йә беҙ икәүләп икһеҙ-сикһеҙ дала буйлап етәкләшеп атлайбыҙ.

«Ағай!» Ни тиклем матур һүҙ! Рәсимә миңә шул һүҙ менән бигерәк яғымлы, иркә итеп өндәшә.

Ағай булып, мин һылыуым Рәсимәкәйҙе уттар, һыуҙар аша һаҡлап алып сығырға әҙермен; уны бөтә ауырлыҡтарҙан ҡурсаларға, хатта, кәрәк булһа, уға ағай булып үлергә әҙермен.

Фу, ниндәй төшөнкөлөк, өмөтһөҙлөккә бирелеү!

Юҡ, Рәсимә өсөн мин ике ғүмер күтәргәнде, һис ауыр тимәй, бер үҙем еңел генә күтәреп йәшәр инем. Ул бөтмәҫ көс бирер ине миңә.

Шул урында мине татлы ғына иҙрәү алды, ойота башланы. Күпме йоҡлағанмындыр – палатка эсендә Рәсимәнең бошаланғанын ишетеп, уяндым.

Таң беленмәгәйне әле.

– Рәсимә һылыу, әллә йоҡлап булмаймы? – тип шым ғына өндәштем.

– Аяғым һыҙлай, ин әле, ағай, – тине ул һүрән тауыш менән.

Палаткаға башымды тыҡтым.

– Ни эшләтәйем икән һуң?

Ҡул ҡаушырып тороуҙы килештермәй, мамыҡҡа йод тамыҙып, ҡыҙҙың аяҡ быуындарын ышҡырға керештем.

– Хәҙер ауыртмай башланы, рәхмәт, ағай!

– Тынысланып ҡына йоҡла инде, оҙаҡламай таң да атыр.

– Юҡ, минең йоҡом ҡасты, ағай. Һин сыҡма әле... Йоҡоң килһә, бынауында башыңды төртөп тор. – Ул, бер яҡҡа шылып, эргәһенән миңә урын күрһәтте. – Ниңәлер, яңғыҙыма бик ауыр...

«Ах, Рәсимәкәй, һинең тыныслығыңды һаҡлап, бик күп төндәр буйы аяҡ осонда ултырырға ла әҙермен... Тик унан һиңә еңеллек кенә килһен...» – тип елкенеп уйланым мин. Тик телем менән бары:

– Ярар... – тип кенә әйтә алдым.

– Төш күрҙем, Ҡотлобай ағай... Имеш, беҙ ҡаяға үрмәләйбеҙ. Рөстәм әллә ҡайҙа менеп тә еткән инде. Мин арығанмын, уға ынтылам. Ә ул, йылмайып, миңә ҡул һуҙа. «Кил бында, – ти, – бында бик йәмле», – ти. Ҡапыл ҡая уртаға айырылды! Ах! Арабыҙҙа төпһөҙ упҡын барлыҡҡа килде... Мин ҡысҡырам, ул ишетмәй! Яманһыулап килеп уяндым...

Рәсимәнең тәне ҡалтырана башланы. Ул үкһей ине шикелле.

– Сеү, аҡыллым, тыныслан. Төштәргә ышанма... – тинем.

– Мин уларға ышанмайым да... тик улар уйландыра... шомландыра... – тине ул хәсрәтле тауыш менән.

Мин Рәсимәнең йомшаҡ сәсен һыйпайым.

– Әллә ни булды миңә, Ҡотлобай ағай. Ни эшләгәнемде үҙем дә белмәйем. Минең еңелерәк ҡыланыуым Рөстәмгә оҡшағанын белгәс, иҫәр ҡыҙ булып ҡыланам... Ә үҙем эстән уйланам... илағым килә. Күҙ йәштәрем атылып сыҡмаһын өсөн, тағы ла шашынып шаярырға тотонам...

Ҡыҙ йәнә ярһып китте.

– Яратам мин һине, Ҡотлобай ағай! – Ул, ҡалҡына биреп, муйыныма һарылды. Битемә уның ҡайнар күҙ йәштәре тамды. – Бына... ағайым бит һин минең!.. Һис тә сит кеше кеүек түгелһең... Ғүмер буйы бергә булғанбыҙ төҫлө, һин мине кескәй сағымда уҡ етәкләп, күтәреп йөрөткәнһең төҫлө... Бына хатта һинең ҡосағыңда ултырырға ла тартынмайым. Ә Рөстәм... әллә ниндәй ул... аңламайым. Кем ул Рөстәм? Бына өс йыл уны белгән кеүекмен. Яратам, ә кем икәнен әле һаман белмәйем кеүек.

Ул минең өсөн шулай асылмаған бөрө булып ҡалырмы икән ни? Мин уның асылғанын ашығып көтәм. Кем ул Рөстәм?!

Мин өндәшмәйем.

– Юҡ, бер яуап та бирмә. Ниндәйҙер кәмселеге барын үҙем дә күңелемдән тоям. Тик – ниндәй кәмселек – әйтеп кенә бирә алмайым. Дөрөҫөрәге, уның кәмселеген күргем килмәй шикелле.

Рәсимә миңә яҡыныраҡ һырыла.

– Нығыраҡ ҡосаҡла, ағай, мине... Ҡурҡам мин!.. Әллә нимәнән ҡурҡам! Үҙем дә белмәйем, һаҡла мине... яҡлаш! Битем ҡыҙа, шашыныуҙарым өсөн берәй яза күрермен төҫлө...

– Бер ҡурҡыныс та юҡ, Рәсимә, һин төшөң менән шомланып, иләҫләнеп уянғанһың...

Беҙ шулай байтаҡ ултырҙыҡ. Рәсимә тыныслана төшкәндәй булды. Ул, минең яурыныма башын төртөп, шым ҡалды. Ҡыҙҙың йылы тыны бәрелеүҙән тәнем ирерҙәй булып ләззәтләнә.

Рәсимәнең тығыҙ күкрәге бер шикһеҙ ышаныу менән минең күкрәгемә ҡапланған. Ике йөрәк, бер-береһенә һыйынып, йәнәшә тибә. «Ағай! Ағай!» – тип тибә уларҙың береһе...

Мин һаҡлыҡ менән генә ҡыҙҙың хуш еҫле сәстәрен үбәм.

– Һөйөклөм минең! Яратам! Яратам! – тип, Рәсимәнең ирендәре шым ғына ҡыбырҙай. Ҡыҙ муйыныма нығыраҡ һарыла. Шул саҡ уның башы хәлһеҙләнеп артҡа ташланды; ҡайнар ирендәре, дерелдәшеп, минең елгә ярылып шырауланып бөткән ирендәремә ҡағылды... Шул хәлдә күпме ултырғанбыҙҙыр, ваҡыт тойғоһо юғалды... Минең аңымда ике нәмә көрәшә башланы: күңел рәхәтлеге һәм уңайһыҙланыу хисе.

– Иртән тағы байтаҡ юл үтәһе бар бит әле... Иркенләберәк йоҡлап ал, – тип шыбырҙарға үҙемде көсләп мәжбүр итәм һәм Рәсимәнең башын ипләп кенә урынға һалам да палатканан сығам.

Яҡтыра башлаған. Үҙәндәргә ҡуйы һалҡын томан төшкән. Тау үркәстәре, томан өҫтөнән баштарын ҡалҡытып, ерҙән айырылған шикелле, тын торалар. Үләнгә сүмес менән һоҫоп алырлыҡ ауыр, тос ысыҡ төшкән.

Мин инде йоҡом килеүҙән тамам өмөт өҙҙөм. Йылғаға төшөп йыуынып алғас, байтаҡ еңеләйгәндәй булдым. Тәнем хәрәкәт талап итә ине. Үҙ уйҙарыма бирелеп, яҡындағы тын ҡаяға үрмәләнем.

Ярты сәғәт самаһынан кескәй лагерыбыҙға әйләнеп килдем.

Рөстәм уянған. Ул һүнгән усаҡ янында ботинкаһын кейеп ултыра ине.

Рәсимә ыңғыраша. Аяғы бик ауырта ахыры, – тине ул ҡайғыртыусан тауыш менән.

– Эйе, һыҙлана, – тинем мин.

– Бына бәлә, ни эшләйбеҙ инде? Ул, маңлайын йыйырып, палатка ауыҙына һүҙһеҙ генә ҡарап торҙо, тағы ҡашын емерҙе... – Бына бәлә! – тип ҡабатланы.

Уның тауышынан ризаһыҙлыҡ, ярһыныу билдәләре тотанаҡлы ғына ишетелеп ҡалды.

– Ҡотлобай, – тине ул бер аҙҙан, нисектер уңайһыҙланған төҫ менән, – миңә ашығырға кәрәк... аңлайһыңмы?.. Киткәндә, әсәйем сирләй биреп ҡалғайны... (Ул, ай тигәндә, беренсе мәртәбә әсәһен иҫенә төшөрҙө.) Бөгөнгө поезға өлгөрөргә кәрәк, – тине. Үҙе, мин берәй һүҙ әйткеләгәнсе типтер инде, ҡабаланды, тоҡсайҙарҙың береһен алып яурынына аҫты.

– Беҙ яҡын дуҫтар бит, аңларһың, ташлап китте, тигән хата уйҙа булмаҫһың...

Мин, өндәшмәй, уға туп-тура ҡарап торҙом. Ул, минең ҡарашымды күтәрә алмай, күҙен ситкә йәшерҙе.

– Рәсимәне ипләп кенә алып ҡайт инде, зинһар... Хуш хәҙергә.

Уның миңә һуҙылған ҡулы бер нисә секундҡа һауала аҫылынып торҙо, шунан, кесерткән саҡҡан шикелле, тартып алынды.

Рөстәм ҡабаланды. Рәсимә уянғансы, китеп өлгөрөргә тырышты шикелле ул... Бына егетебеҙ йылға аръяғына сыҡты, артына боролоп, ҡулын козырегына килтерҙе:

– Ҡалала вокзалға төшөп ҡаршылармын. Сәскәләр менән... шампанское аттырып...

Мин өндәшмәнем.

Эйе, вокзалда ҡаршылауҙы Рөстәм килештерер инде ул! Рыцарь булып ҡыланыуҙар... килешле реверанстар!.. Рәсимәне, усына ултыртырҙай итеп, вагондан етәкләп төшөрөр... Ай вайына ҡуймай, ҡулындағы әйберен алыр; әҙерәк барғас, уны миңә тотторор, ҡыҙҙың яурынына ҡулын һалыр... Аһ-уһтар!.. Ә ҡыҙҙарҙың күп кенәһенең бындай килешле манералар алдында иреп төшә, донъяларын онота торған ғәҙәте бар...

Ана, Рөстәм, үҙенең бөтә олпатлығын онотоп, йәлп-йөлп атлап, боролма артына инеп юғалды.

Шунда палатканан, асыҡ йөҙө менән йылмайып, Рәсимә килеп сыҡты.

– О, һеҙ торғанһығыҙ ҙа...

Ул, минең төҫөмә ҡарағас, ҡапыл һағайҙы.

– Ә Рустик ҡайҙа?!

Мин ҡарлығыңҡыраған тауыш менән:

– Ул вокзалда беҙгә тантаналы ҡаршылау әҙерләргә ашығып китте.

Күрәһең, Рәсимә минең һүҙҙәрҙе төптән аңланы. Был уға тетрәткес тәьҫир итте. Нимәлер әйтергә теләне, ләкин телен тешләп тыйылды. Бер нисә секунд эсендә, моғайын, уның башынан мең төрлө ҡапма-ҡаршы, сыуалсыҡ уйҙар үткәндер.

Ҡыҙ, ни эшләргә белмәй, аптырап, Рөстәм киткән яҡҡа ҡарап торҙо. Торараҡ аңына килде ахыры, ул ни өсөндөр ғәфү үтенгән тауыш менән:

– Бына мин үҙемдең һорауға яуап таптым. Рөстәм... Ярар инде, ул хәҙер юҡ... – Ул башын күтәрҙе, йөҙө яҡтырҙы. Ҡара әле, Ҡотлобай ағай, китеүенә биш минут та үтмәне... Рөстәм беҙҙең арала булмаған да төҫлө.

Ошо нәҙекәй генә, ҡарамаҡҡа йомшаҡ ҡына ҡыҙҙың бер-ике минут эсендә йөрәгендә ниндәй ҙур тетрәткес үҙгәрештәр кисереп тә, уларҙы тышҡа сығармаҫҡа, күҙ йәштәрен күренмәҫ элек эскә йоторға үҙендә шундай ҙур көс тапҡанына иҫең китер!

Ул кескәй эйәген ғорур рәүештә алға сөйҙө:

– Киттек, Ҡотлобай ағай!

– Киттек!

Мин уны ҡултыҡлап алдым. Ул, шуны көткән шикелле, миңә һыйынды.

– Ә һиңә ауыр булмаммы?

– Юҡ, Рәсимә! – тинем мин, елкенеп.

«Бик еңел һин миңә, ҡәҙерлем! Ғүмер буйы ҡулымда күтәреп барырға ла әҙермен!» – тип уйланым. Тик быныһын әйтмәнем. Күптәр ҡабатлаған һүҙ шул ул.

Фәрит ИҪӘНҒОЛОВ.

1961

Читайте нас: