Бөтә яңылыҡтар

Яратам, тигәйнең

«Араларын бута! Араларын бута!» Нисек итеп? Ошоғаса ҡыҙ ғашиҡтарҙы бер-береһенән биҙҙерерлек сәбәп тапманы. Мөхәммәтте Алиналарҙа тап иткәс, шатлығынан йығылып китә яҙҙы: «Булды, былай булғас! Егетеңдән ҡолаҡ ҡаҡтым тип иҫәплә, Илһөйәркәйем! Шундай итеп хат әтмәлләйәсәкмен, Мөхәммәтең һине күргәс, яныңа йүгереп барыу түгел, урамдың икенсе яғына һыпыртасаҡ!»

Повесть

Бәхет-илгә илткән юл гел турамы ни...

Рәшит Назаров

 

Мөхәммәт Һуңғы кәртте япты.

– Уйнағас, бына шулай уйнарға кәрәк, ҡустым! – Ул шап иттереп Вәсилгә погон йәбештерҙе. – Баянан бирле дүрәк ҡалдырам тип, шапырынаһың да шапырынаһың. Маҡтанырға шул бер телең бар инде. Телең булмаһа, әллә ҡасан ҡарға суҡып китер ине күҙеңде. Телеңдән ҡыуан!.. – Мөхәммәт урынынан ҡалҡынды. – Ә хәҙер, ҡустым, маңлайыңды әҙерлә! Бая сирткәндә лә бармаҡтарым ауыртып бөткәйне, ни эшләйһең, һинең хаҡҡа түҙергә тура килә. Яҡын күргән берҙән-бер дуҫымһың бит.

– Кәрәкмәй! – Ишеккә йомолған Вәсил артынан иптәштәре ташланды. Коридорға уҡ сығып йүгергән дүрәкте сусҡа балаһылай сыйылдата-сыйылдата һөйрәкләп кире урынына килтереп ултырттылар. Мөхәммәт уның арт яғына сығып, башын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла һуҡ бармағын маңлайҙа бейетергә тотондо:

– Бер! Ике! Өс!..

– Етте! Үлтерәһең, эсеңдә йәнең юҡтыр һинең, – тип тыпырсынды Вәсил, тиҙерәк язанан ҡотолорға теләп.

Ҡыҙҙар, донъя ҡуптарып шаулашҡан егеттәргә күҙ һирпте лә, яңынан бушты-бушҡа ауҙарырға тотондо. Улар Зәлиәгә егете бүләк иткән алҡаларҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡарай ине.

– Бигерәк матурҙар! Хаҡы ла нисауалыр инде, – тиештеләр.

– Кем һораған уныһын, биргәс, алдым да ҡуйҙым. – Зәлиә ҡәнәғәт йылмайҙы.

– Беҙгә лә таҡтырырһың әле.

– Иртәнән һуңға театрға саҡырҙылар, – тине Фирүзә, Зәлиәнең күҙҙәренә мөлдөрәп ҡарап. – Бер кискә генә биреп торорһоң, йәме?

– Башта үҙем күңелем булғансы йөрөтәйем әле, шунан ҡарарбыҙ, – тине Зәлиә эре генә.

XI «Б» – мәктәптә иң билдәле класс. Ыңғай яҡтан түгел, кире яҡтан. Кемдәр шаярып уҡытыусыға дәрес үткәрергә ҡамасаулай? – XI «Б»-лар! Кемдәр йәмәғәт эштәренән баш тарта? – XI «Б»-лар! Кемдәр дәрестән ҡасып киноға йөрөй? – XI «Б»-лар! Уҡытыусыларҙы борсоуға һалған ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, тикшереп-нитеп тороу юҡ, XI «Б»-ларға япһаралар. Мәктәпкә бомба һалғандар, тип шылтыратһындар, ике лә уйлап тормай, террорсыны мотлаҡ XI «Б»-лар араһынан эҙләйәсәктәр, бүтәндәрҙе иҫәпкә лә алмаясаҡтар. Үҙ шәүләләренән үҙҙәре ҡурҡа бит улар, ҡайһыһының йөрәге етеп телефонға үрелһен!

Шулай инде, бүренең, һарыҡ боғаҙлағанмы-юҡмы, ауыҙы һәр саҡ ҡанлы. XI «Б»-лар эт ҡайышына әйләнгән, бындай урынлы-урынһыҙ ғәйептәргә күнегеп бөткән – ыжламайҙар ҙа. Бер ни булмағандай, йөрөп яталар.

Кластағыларҙың бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалыу килешеп бөтмәҫ, араларында тырышып уҡыусылар ҙа бар. Ләкин улар күпселекте тәшкил итмәй, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Өлгәш буйынса класс, нигеҙҙә, уртасалар рәтендә йөрөй, алға ла сыҡмайҙар, артта ла ҡалмайҙар. Хет ҡамсыла, хет ҡамсылама, файҙаһыҙ: улар өсөн үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын.

Дөрөҫ, йыйылыш йыйып, уҡытыусылар һәм ата– әсәләр ҡойроҡтарын ҡаты ғына борһа, бер ни тиклем йәнлелек тойола-тойолоулыҡҡа, әммә оҙаҡҡа түгел. Күпмелер ваҡыттан һуң барыһы ла элекке хәленә ҡайта. XI «Б»-ларҙан йәнә зарланырға тотоналар.

Мәктәптә ир-ат уҡытыусыларҙың булмау бәләһе был. Ҡатын-ҡыҙ – ҡатын-ҡыҙ инде, нисек кенә тырышмаһын, ҡырҡ ата балаһын тыңлата алмай, бар эше – тамаҡ төбө менән ҡысҡырыу, янау. Бала-сағаға шул ғына кәрәк, уҡытыусы тызрайған һайын үсегәләр. Ир-аттың ҡаты ҡулы етмәй замана балаларына. Күҙ ҡарашынан шөрләрҙәр, әйткән һүҙен аяҡ аҫтына һалып тапамаҫтар ине. Юҡ бит, юҡ, им өсөн мәктәптә ир-аттарҙан һыңар уҡытыусы юҡ. Хәйер, ғаиләңде ҡарарға ла етмәгән эш хаҡына ҡайһы көслө зат көноҙон бала-саға араһында буталһын инде.

Класс етәкселәре барҙа хәл ул хәтлем насар түгел ине әле. Сәүиә Иҡсан ҡыҙы нисектер уҡыусыларҙың көйөн табып, ҡулында тота, уҡыуҙары ла арыу ғына ине. Мәскәүгә күсеп киткәс (ирен ҡайһылыр министрлыҡҡа эшкә алғандар), мәктәп директоры Илира Мөхтәр ҡыҙының сәстәре үрә торҙо. Сәүиә Иҡсан ҡыҙы урынына кеше тапҡансы, хеҙмәттәштәре буш дәрестәргә инеүҙән баш тартты. XI «Б»-ларға дәрес бирәм тип, нервы бөтөрәһем юҡ әле, тиҙәр. Күпме генә өгөтләмәһен, береһе лә ризалашманы. Артыҡ дәрес үткәреүҙән килгән аҡсаға ла ҡыҙыҡманылар: «Ас тамағым – тыныс ҡолағым», һөҙөмтәлә, XI «Б»-лар аҙна һайын бер нисә дәрес тырай тибә.

* * *

Бөгөн урамға сығырлыҡ түгел, иртәнән бирле ямғыр ҡоя. Бүлмәлә ултырыуың мең артыҡ. Күрмәгән ураммы! Тәнде земберләтерлек һалҡын ел ағас ботаҡтарындағы һуңғы япраҡтарҙы илата-илата өҙгәләй. Ямғыр ҙа тиҙ генә туҡтарға оҡшамаған, быҫҡаҡлап яуыуын белә. Яуһын, әйҙә, XI «Б»-ларҙың кәйефе былай ҙа күтәренке. Өсөнсө дәрестә урыҫ әҙәбиәте урынына инглиз телен өйрәнәсәкһегеҙ, тип ҡурҡытҡайны мәктәп директоры иртән. Дәрес башланғанға әллә ҡасан, уҡытыусыларҙың береһе лә класс бүлмәһе ишеген асырға баҙнат итмәне.

Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл: егеттәр мөкиббән китеп кәрт һуға, ҡыҙҙар сафсата һата, баш күтәрмәй дәрес әҙерләүселәр ҙә күренә.

Кәрт уйнау ҙа ялҡытты. Ә дәрес бөтөргә байтаҡ ваҡыт бар. Киләһе дәресте ҡараштырырға (кем белә, бәлки, уҡытыусы тап унан һорар), һис юғы, өйгә бирелгән эштәрҙе әҙерләргә мөмкин мөмкинлеген, тик, ниңәлер, ҡулға китап-дәфтәр тотҡо килмәй. Өйгә бирелгән эш өйҙә эшләнергә тейеш. Шуға күрә ул «өйгә эш» тип атала. Буш дәрестәр гел генә тәтемәй, файҙаһын күреп ҡалырға кәрәк.

Мөхәммәтте күптән тыңлағандары юҡ. Көлдөрөп алһын әле бер. Күңелдәре күтәрелеп ҡалыр.

– Һабаҡташтар, иғтибар! – Усын усҡа һуғып, бүлмәлә тынлыҡ урынлаштырғас, Вәсил тантаналы тауыш менән иғлан итте. – Хөрмәтле тамашасылар! Хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа Башҡортостандың атҡа атланған, һыйыр етәкләгән, кәзә эйәрткән артисы Мөхәммәт Иҡбаев сығыш яһай! Сәхнәгә рәхим итегеҙ, әртис әфәнде! – Уң ҡулын күкрәгенә ҡуйып Мөхәммәт алдында баш эйҙе. Йөҙөндә – аҫтыртын йылмайыу. Был уның үҙен дүрәккә ҡалдырып маңлайына сирткән иптәшенән үс алыуы ине.

Мөхәммәт – пародиялар оҫтаһы. Теге йәки был кеше булып ҡыланырға тотонһа, көлөп эсең ҡата. Шул тиклем килештерә, һынландырған геройының тауышын да, ым-ишараларын да теп-теүәл бирә лә ҡуя. Әйтерһең, алдыңда Мөхәммәт түгел, теге кеше үҙе тора. Көн-төн телевизорҙан төшмәгән Максим Галкиндың танауына сиртә! Телефондан берәйһе булып һөйләшһә, әгәр һуңынан үҙе әйтмәһә, тауышын һис айырырмын тимә. Еткергән хәбәренә һис һүҙһеҙ ышанаһың да ҡуяһың.

Былтыр, шулай, дәрес әҙерләп ялҡып киткәс, тотто ла Илһөйәрҙәргә шылтыратты. Трубканы Әнүзә апай алды. Мөхәммәткә шул ғына кәрәк ине лә инде. Тотондо класташы Илһөйәрҙең тауышы менән һөйләргә!

– Әсәй, мине юғалтма, тиҙ генә ҡайтмам. Ҡыҙҙар менән дискотекаға барабыҙ.

– Балам...

Мөхәммәт Әнүзә апайҙың һөйләгәнен тыңлап бөтмәне, йәһәт кенә трубканы урынына ҡуйҙы. Ул үҙенең ниндәй ахмаҡлыҡ эшләгәнен аңлап өлгөргәйне инде. Йәнәһе, берәү пародист! Тупаҫ шаярыуың арҡаһында дуҫлашып йөрөгән ҡыҙыңдан ҡолаҡ ҡаҡһаң! Әсәһенең күҙенә ни йөҙөң менән күренерһең! Бынан ары тупһаларына аяҡ та баҫтырмаҫ.

Хафаға төшкән егет шунда уҡ кеҫә телефонынан хәлде аңлатып бирҙе Илһөйәргә. Дәрестәрҙән һуң универмагка нимәлер алырға киткән ҡыҙҙың иркенләп һөйләшергә ваҡыты ҡыҫтау инеме, әллә егеткә асыуландымы, «Хәҙер әсәйемә шылтыратам», — тине лә бәйләнеште өҙҙө. Һуңынан Мөхәммәткә Әнүзә апай алдында ояла-ояла ғәфү үтенергә тура килде. Асыуланманы былай, көлкөгә һабыштырҙы ла ҡуйҙы. Ә бына әсәһе, ишетеп ҡалғас, тетмәкәйен тетте, ғүмергә онотолмаҫлыҡ һабаҡ бирҙе.

Әсә һабағын тотманы Мөхәммәт, ул әйтмешләй, «малайланып» алды йәнә бер.

Класс етәксеһе Сәүиә Иҡсан ҡыҙы булып, Вәсилдең әсәһе Гөлйыһан апайға шылтыратты. Уҡыуынан, тәртибенән зарланды. Артабан да былай дауам итһә, улығыҙҙы мәктәптән ҡыуасаҡбыҙ, тине. Иртәгә үк килеп етергә ҡушты. Кистән иптәше шылтыратты. «Сәүиә Иҡсановна әсәйҙе мәктәпкә саҡыртҡан, сәбәбен белмәйһеңме?» – тип ҡыҙыҡһынды. Мөхәммәттең мутлашып һөйләшеүе Гөлйыһан апайҙың уйына ла инмәгән, әлбиттә. «Ай-Һай, улым, мәктәптә эштәрең хөрттөр, юҡҡа саҡыртмайҙыр», – тип шик белдергән. Иртәгеһенә үк мәктәпкә барып етә һалған. Класс етәксеһе әсәнең килеүенә һис тә аптырамаған, үҙем саҡыртырға йыйына инем әле, килеүегеҙ һәйбәт булды, тигән. Икәүләшеп тегене бешкәндәр. Аҙаҡ үпкәләп йөрөүен йөрөнө Вәсил. Әммә Мөхәммәттең әллә ни иҫе китмәне. Уныңса, яратҡан ҡыҙының әсәһе менән Гөлйыһан апайҙы шаяртыу араһында айырма ҙур ине. Файҙаға ғына булды, Вәсил уҡыуға ваҡытты күберәк бүлә башланы.

Бындай шаяртыуҙарҙы бөтөнләй ташланы аҙаҡ. Хәҙер сәхнәләрҙә, иптәштәре һорағанда, класта йә бергә йыйылғанда ғына «кәмит» күрһәтә. Әле лә инәлтмәне. Күптән сығыш яһағаны юҡ, әҙерәк телен сарлап алһын.

Ысын сәхнәлә торамы ни, таҡта янына сығып баҫҡас, ҡул сабыусылар ҙа табылды. «Тамашасылар»ға баш эйгәс, Мөхәммәт арты менән боролдо. Икенсе ҡарағанда, ул бер ниндәй гримһыҙ-ниһеҙ башҡа кеше ҡиәфәтен алғайны. Тәүге һүҙҙәрҙе әйтер-әйтмәҫтән хихылдашырға тотондолар. Ельцин! Мәскәү янында уҡыусылар менән осрашҡан сағы.

– Йәшелсәне һәр кем үҙе үҫтерергә тейеш. Бына беҙ, мәҫәлән, шулай итәбеҙ. Яҙ көнө баҫыуға ике тоҡ картуф ултыртабыҙ ҙа көҙ ике тоҡ картуф ҡаҙып алабыҙ. Понимаешь!..

Геү килделәр. Берәүҙәр көлә-көлә эсенә йәбеште, икенселәр, күҙ йәштәрен һөртөргә ҡулъяулыҡ эҙләп, кеҫәһенә тығылды.

Мөхәммәттең репертуары иптәштәренә таныш ине. Йәнә Жириновскийҙы, Горбачевты, Черномырдинды, Лужковты, Пугачеваны тыңланылар.

Егеттәр һәм ҡыҙҙар Мөхәммәтте тиҙ генә «сәхнә»нән ебәрмәне.

– Мәктәп директорын!

– Илира Мөхтәровнаны! – тип талап иттеләр.

Күҙлек килтереп тотторҙолар. Мөхәммәт уны танау осона ҡундырғас, күҙлек аша иптәштәренә һөҙөп ҡараны. Былай ҙа ултырып етмәгән тауышын тағы ла нәҙегәйтеберәк сәрелдәргә кереште:

– Егеттәр, һеҙгә әйтәм, бөгөндән кәләш алырлыҡ булғанһығыҙ бит инде. Ҡыҙҙар, һеҙгә әйтәм, бөгөндән тотоп кейәүгә бирерлек булғанһығыҙ бит инде. Был – балалар баҡсаһы түгел, был – мәктәп! Ҡасан ысынлап уҡырға тотонаһығыҙ? Әллә һеҙгә аттестат кәрәкмәйме?..

– Ну, килештерә!

– Директор ҡарап торһа, таныр инеме икән үҙен?

– Дәрес бөткәнсе йырлап та ишеттерһәң, «бишле» ҡуябыҙ! – тигән теләк белдерҙе Фирүзә.

Уҡытыусының өҫтәленә ултырғыс ҡуйҙылар. Тейенме ни, Мөхәммәт етеҙ генә ултырғысҡа менеп ҡунаҡланы. Гитара тотторҙолар. Егет, бармаҡтарын ҡылдар өҫтөнән йүгертте лә, йыр башланы:

– «Һә» тигәнсе үтеп китте

Еще один год.

Ғүмерҙәр шулай тиҙ үтә,

Не заметишь вот.

Ҡунаҡҡа ошо байрамда

Приглашаем вас.

Приходите, приносите

Много күстәнәс.

Ҡыш бабаҡай менән бергә

Дед Мороз идет.

Өр-яңы йыл беҙгә килә,

Значит, Новый год.

Йырҙы тыңлап бөтә алманылар. Көтмәгәндә бүлмәгә директор килеп инде.

– Быныһы ниндәй кәмит тағы, ә?! – тип ҡысҡырҙы Илира Мөхтәр ҡыҙы.

Ҡапыл яңғыраған тауышҡа Мөхәммәт терт итеп ҡалды, саҡ урынынан ҡолап төшмәне. Бирелеп йыр тыңлаған иптәштәре баштарын түбән эйгәйне. Эштең ниҙә икәнлеген самалап өлгөргән егет, директор иҫ-аҡылын йыйғансы, өҫтәл аҫтына гитараһын йәшерә һалды, ултырғыс та йәһәт кенә үҙ урынына төшөп ултырҙы.

– Шашығыҙ, шаш! Бер рәхәттең бер ҡыйыны була. Ҡалдырған дәрестәрегеҙ өсөн иртәгәнән көнөнә етешәр-һигеҙәр сәғәт уҡыясаҡһығыҙ. Сәүиә Иҡсановна урынына яңы уҡытыусы килә. Төрмәлә зэктарҙы уҡытҡан, һеҙгә генә көсө етер! – тигән хәбәр һалды Илира Мөхтәр ҡыҙы.

Директор ярһып-ярһып һөйләне лә, сатната баҫып, бүлмәнән сыҡты.

XI «Б»-лар, асҡан ауыҙҙарын ябырға ла онотоп, ултырып ҡалды.

* * *

«Зэктарҙы ла уҡытҡас, бик ҡырыҫтыр, беҙҙе дер һелкетер, дәрестә ҡымшанырға ла ирек бирмәҫ», – тип борсолғайны XI «Б»-лар. Иртәгеһен директорға эйәреп класҡа ингән яңы уҡытыусыны күргәс, аптырап киттеләр. Түҙмәне егеттәр, бер-береһенә ҡарашып, йылмайышты. Илира Мөхтәровна юҡҡа ҡурҡытҡан, үҙҙәренә белем биргән уҡытыусыларҙан артыҡ ере юҡ, ҡатыраҡ бәрелһәң, ҡыҙҙар һымаҡ себен теймәҫ сер итеп баралыр әле шунда, йәнәһе.

Урыҫ әҙәбиәтенән уҡытасаҡ, шул уҡ ваҡытта класс етәксеһе буласаҡ уҡытыусы тәү ҡарауға былай мөләйем генә. Ерәнгә буятҡан сәсен ҡабартып ҡуйған, күк костюмы һомғол буй-һынына килешеп тора. Кәримә Усман ҡыҙы тип таныштырҙы уны директор. Илира Мөхтәр ҡыҙы был юлы ла мөмкинлекте ҡулдан ыскындырманы, класты яңы уҡытыусыға тапшырғансы, нотоҡ һөйләп алырға өлгөрҙө. Әлеге шул бер балыҡ башы: тырышып уҡығыҙ, тәртип боҙмағыҙ, уҡытыусыны хөрмәт итегеҙ. Иҫкә төшөрмәһә, әйтерһең, белмәйҙәр.

Кәримә Усман ҡыҙы дәресте уҡыусылар менән танышыуҙан башланы. Журналдағы исемлек буйынса һәр кемдең исем-шәрифтәрен атап, аяғүрә баҫтырҙы. Бер ҡарауҙан танып ҡалырға тырыша, ахыры, кемдәрҙәндер ҡарашын байтаҡ алманы, икенселәргә ике-өс секунд ҡына бүлде. Кемдең нимәгә һәләтле икәнлеген, холоҡ-фиғелен, нисек уҡыуын асыҡларға самалай, күрәһең. Был уҡыусыларға оҡшаманы. «Баҙарға ҡолдар һайларға килгәнме ни, ауыҙҙы астырып, тештәрҙе генә ҡарайһы ҡалды», – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе ҡайһы берәүҙәр. (Директор Илира Мөхтәр ҡыҙының XI «Б»-ларҙан зарланыуы урынһыҙ, тарихтан ҡол биләүселек ҡоролошон «бишле»гә беләләр!)

Ниһайәт, Кәримә Усман ҡыҙы исемлектең аҙағына етте.

– Һорауҙарығыҙ бармы? – тине ул, журналдан ҡарашын күтәреп.

Бер юлы бер нисә уҡыусы ҡул күтәрҙе. Уҡытыусы, кемде баҫтырырға ла белмәгәндәй, класҡа күҙ йүгертеп сыҡты ла:

– Тыңлайым, Әбделмәнов, – тине. Ҡара әле, хәтере шәп икән, Вәсилдең фамилияһын шунда уҡ иҫендә ҡалдырған!

– Кәримә Усмановна, Һеҙҙе төрмәлә зэктарҙы уҡытҡан, тиҙәр. Шул дөрөҫмө? – тип һораны Вәсил, тороп баҫҡас, һорауым менән ризаһығыҙмы, тигәндәр бүтәндәргә күҙ ҡыҫып алырға ла онотманы үҙе. Йөҙөндә хәйләкәр йылмайыу сағыла ине.

– Дөрөҫ, – тине уҡытыусы. Маңлайын сирып, бер килке уйланып алғас, һүҙен дауам итте. – Асыҡлабыраҡ әйткәндә, мин үҫмерҙәр колонияһында уҡыттым.

– Барыбер инде, тегеһе лә, быныһы ла – төрмә, – тиеште уҡыусылар. — Һөсләтеү менән өҫтөңә ырғырға әҙер эттәр эйәрткән, баштан-аяҡ ҡоралланған һаҡсылар ҡарауыллай. Аяҡ-ҡулың көн-төн бығауҙа...

– Уҡыусылар, һүҙҙәрегеҙ ысынбарлыҡҡа тап килеп бөтмәй, – тип ҡаршы төштө Кәримә Усман ҡыҙы. – Тотҡондарҙы һаҡ аҫтында тотоуҙары хаҡ. Быныһын дөрөҫ әйтәһегеҙ. Ләкин мин уларҙың береһендә лә бығау күрмәнем.

– Ҡурҡтығыҙмы?

– Кемдәрҙән? – тип асыҡланы уҡытыусы. – Тотҡондарҙанмы ни? Юҡ, ҡурҡманым. Ундай уй яңылыш ҡына ла башыма инеп сыҡманы. Улар ҙа — беҙҙең кеүек ҡәҙимге кешеләр. Тотҡондарҙы иректәгеләрҙән шул ғына айыра: улар ҡасандыр аңлымы-аңһыҙмы йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс енәйәт ҡылған, хәҙер шуның язаһын татыйҙар. Мин бит ундайҙарҙы уҡытманым. Ҡабатлап әйтәм, колонияла эшләнем. Ә унда һеҙҙең тиҫтерҙәрегеҙ ултыра, араларында бер-ике йәшкә өлкәнерәктәр ҙә бар.

– Ҡурҡмағас, ниңә киттегеҙ һуң? – Уҡыусылар һаман ныҡышты. Кәримә Усман ҡыҙы ниҙелер йәшерә кеүек тойолдо уларға.

– Минме?! – Уҡытыусы, кәрәкле һүҙ эҙләгәндәй, ҡарашын түшәмгә төбәне. – Һеҙгә класс етәксеһе талап ителеүен ишетеп ҡалдым да йүгереп килеп етә һалдым. – Тыйнаҡ ҡына көлдө. Уҡыусылар ҙа ҡушылды. – Дөрөҫөн әйткәндә, көн дә ҡаланың бер осонан икенсеһенә йөрөү ялҡытты. Унан үҙемдең көсөмдө ҡәҙимге мәктәптә һынап ҡарау теләге лә тыуҙы. Нимәгә һәләтле икәнмен, шуны белгем килә.

– Колониялағыларҙың уҡыуы нисек? Уларға ла «икеле» ҡуя инегеҙме?

Фирүзәнең һорауы Кәримә Усман ҡыҙын йылмайырға мәжбүр итте.

– «Икеле» ҡуйырға ла өлгөрҙөммө ни әле, Мәжитова?! Ул билдәне бөтөнләй ҡулланмайымдыр мин, бәлки?

– Өлгөрөрһөгөҙ әле, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Вәсил. – Беренсе дәрес кенә бит.

«Аяғығыҙ инһә, башығыҙ инмәгән мәктәпкә», – тип әйтергә теле бик ҡысытһа ла, тыйылды, тәүге көндән үк уҡытыусы менән йәмһеҙләшкеһе килмәне.

– Колонияла мин уҡытҡан уҡыусыларҙың белем кимәле төрлөсә ине. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, иректә йүнле юлда йөрөмәгән улар. Уҡыу ҡайғыһы булмаған. Араларында һәләтлеләре лә бар, теманы бер аңлатыу менән төшөнәләр. Ҡәҙимге мәктәпкә йөрөһәләр, һеҙҙән кәм уҡымаҫтар ине. Бәғзеләренә бер үк нәмәне ҡат-ҡат тылҡыһаң да, һүҙҙең нимә хаҡында барғанын төшөнмәй. Уларға Тургеневтың Мумуһы ла – кеше, Толстойҙың Анна Каренинаһы ла – кеше. Төпсөнә башлаһаң, үлгәндәр бит инде, ниңә уларҙы борсорға, ҡәберҙәрендә тыныс ҡына ятһындар, тиҙәр. Үлгәндәр тураһында насар һөйләү – гонаһ, йәнәһе, уларса. Анна Каренина менән Мумуҙың әҙәби герой икәнлеген дә айырмаусыларға ҡулың барып нисек «икеле» ҡуяһың?

Инде дәрескә тотонорға ла ваҡыттыр, тип аҡбурға үрелгән уҡытыусыны Зәлиәнең һорауы туҡтатты.

– Кәримә Усмановна, сер булмаһа, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡайҙа уҡынығыҙ? – Үҙе урынһыҙ һорау биргәненә оялып, урынына сүгә һалды ҡыҙ.

Бындай һөмһөҙлөктө көтмәгәйне Кәримә Усман ҡыҙы. «Алдан һөйләшеп ҡуйғандар, күрәһең, бер-бер артлы һорау бирәләр». Әммә шиген тышҡа сығарманы.

– Беҙҙе уҡытырлыҡ белеме юҡтыр, тип шикләнәһегеҙме әллә? – Ул шымып ҡалған уҡыусыларға ҡарап йылмайҙы. – Белемем – юғары. Башҡорт дәүләт университетын тамамланым. Әле ситтән тороп аспирантурала уҡыйым.

Класс өндәшмәне, һағайып ниҙер көттөләр.

– Һүҙгә мауығып, дәресте онотҡанбыҙ ҙа баһа! – Кәримә Усман ҡыҙы сәғәтенә күҙ һалды ла теманы яҙырға тип таҡтаға боролдо. Ҡулына аҡбур алырға ла өлгөрмәне, ҡапыл шау-шыу ҡупты. Уҡытыусы әйләнеп ҡарағанда барыһы ла тороп баҫҡайны. «Ана! Ана!» – тип ҡысҡыра үҙҙәре, өҫтәл аҫтына ҡарап.

– Ни булды? Ниңә ҡысҡырышаһығыҙ? – Кәримә Усман ҡыҙының һүҙҙәренә берәү ҙә ҡолаҡ һалманы. Шау-шыу көсәйгәндән-көсәйҙе.

– Ана бара!

– Хәҙер эләктерә!

– Тотһа, әрәм итә инде меҫкенде!..

Ни булғанын асыҡларға күп ваҡыт кәрәкмәне Кәримә Усман ҡыҙына. Бер һоро бесәй өҫтәлдәр араһында алйырҙан ҡыуа ине. Бисара ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй, тегендә-бында һуғыла, ә бесәйгә шул ғына кәрәк, артынан тотам да ҡалмай. Уҡыусылар иһә шуны мәҙәк күреп, тыйыла алмай, шырҡ-шырҡ көлөшә. Тапҡандар кәмит, һаҡаллы сабыйҙар!

– Илембәтов, бесәйҙе тотоп коридорға сығар! – тип бойорҙо ишек янындараҡ ултырған уҡыусыға Кәримә Усман ҡыҙы. – Ә һин, Бакиров, алйырҙаныңды алып ҡайтырға онотма. Өйҙә уйнарһың. Бесәйең бармы? Булмаһа, алырға рөхсәт итәм.

Уҡыусылар аптырашып бер-береһенә ҡарашты. Уҡытыусыларының күҙе үткер икән! Банканан алйырҙанды сығарғанды, тәҙрә төбөндә тәмләп йоҡлап ятҡан бесәйҙе уятып, иҙәнгә төшөргәнде ҡайһы арала күреп ҡалды икән?! Бының менән артабан һаҡ булырға кәрәктер. Тәүбәңде әйттерергә лә күп һорамаҫ.

Элек бындай хәлдән һуң дәрес өҙөлә, уҡытыусы пыр туҙҙырып уҡыусыларҙы әрләй, ҡыҙҙарҙың береһен директор артынан ебәрә йә үҙе тороп саба торғайны... Мәктәп гөж килә. Йәнә XI «Б»-лар! Уҡытыусылар аптырашта: йөрәгең етеп шунда нисек дәрес үткәрмәк кәрәк?! Уҡыусыларҙы борсаҡ урынына ҡыҙған табала бейетәләр. Ғәйеплене эҙләйҙәр... Баҫтырып ҡуйып ҡат-ҡат оялталар... Әле иһә улай булып сыҡманы. Кәримә Усман ҡыҙы сытайманы ла хатта, бер нәмә лә булмаған һымаҡ, яңы тема аңлатырға тотондо.

Бер нисә һөйләм әйтергә лә өлгөрмәне, дәрес бөткәнен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Шуны ғына көткән уҡыусылар, уҡытыусының бүлмәнән сыҡҡанын да көтмәй, ишеккә ташланды. Эстә бүреләр олой, тиҙерәк ашханала сират алырға кәрәк!

Директор:

– Дәрес нисек үтте? – тип белешкәс, Кәримә Усман ҡыҙы бер һүҙ менән генә яуапланы:

– Яҡшы!

* * *

Мәктәптән ҡайтып тамағын туйҙырғас, Мөхәммәт кейенә башланы. Теләр-теләмәҫ кенә йыйынды. Аҙна булалыр инде, «А» класынан Алина йөҙәтә. Осраған һайын, компьютерым эшләмәй, килеп ҡарап ҡына кит әле, тип ялына. Уларға барырға ниңәлер аяғы тартмай. Ниңә икәнлеген үҙе лә аңлата алмай. Шуны ғына белә: теләмәй – вәссәләм! Алина менән яҡындан аралашҡандары юҡ, күрше класта уҡыусы был ҡыҙ менән танышлығы быға ҡәҙәр тәнәфестәрҙә, ашханала, транспорт туҡталышында юлдары тап килешкәндә сәләм алышыуҙан уҙманы. Бөгөн класс бүлмәһенә үк юллап килгән. «Компьютерға шул тиклем өйрәнгәнмен, унһыҙ бер нәмә лә эшләй алмайым, һүҙемде тыңла инде, минең дә ярҙамым тейер әле», – ти, иламһырап. Баш тарт, хәҙер балауыҙ һығырға тотонасаҡ. Ҡыҙҙы аҙна буйы артынан йөрөткәне өсөн үҙенә лә уңайһыҙ булып китте, төштән һуң мотлаҡ барырмын, тип вәғәҙә бирҙе. Тик шуныһына аптыраны: үҙҙәрендә компьютер төҙәтерлек бер генә егет тә юҡмы икән ни?!

Мөхәммәт ишек төбөнән кире боролдо, өй телефонынан Илһөйәргә шылтыратты. Кеҫә телефонынан да һөйләшә ала, әлбиттә, ләкин аҡсаны һаҡ тотонғаның яҡшыраҡ. Әсәһе менән атаһы бер ҡасан да артыҡ ҡыҫмаһа ла, уларҙан гелән аҡса теләнеү уңайһыҙ.

Айырылышҡандарына сәғәт тә тулмаған, шул арала егет Илһөйәрҙе юҡһынып өлгөргәйне. Яғымлы тауышын ишеткәс, йөрәге елкенде, ярым ҡараңғы бүлмә нурға ҡойондо.

– Мин өҙөлөп яратҡан ҡыҙ ни эш бөтөрә?

– Бүлмәләрҙе йыйыштырҙым да атайымдар эштән ҡайтыуға кискелеккә ашарға әҙерләргә йөрөйөм.

– Нимә бешермәксеһең?

– Килеп сыҡһа, кәтлит ҡыҙҙырмаҡсымын.

– Һине кәләш итеп аласаҡ егеттән көнләшә башланым әле.

– Ниңә улай тиһең, Мөхәммәт?

– Сөнки ул егет һин телеңде йоторлоҡ итеп ҡыҙҙырған кәтлиттәрҙе ашаясаҡ.

– Мине кәләш итеп аласаҡ егет кем инде ул? Бәлки, әйтерһең.

– Әйтәм, ниңә әйтмәҫкә, ти, әйтәм! Ул бәхетле егет әле һинең менән һөйләшкән Мөхәммәт!

Икеһе лә көлөп ебәрҙеләр.

– Һин ни эшләйһең? – тип ҡыҙыҡһынды Илһөйәр, көлөп туйғас.

– Алиналарға барам. Компьютерым ватылды, тип илаулай.

– Ҡайтышлай беҙгә ин. Үҙеңде кәтлит менән һыйлармын. Һөйләшеп ултырырбыҙ.

– Саҡырыуыңа рәхмәт. Килеп сыҡмаҫтыр ул. Бокс секцияһында ла көтәләр. Дәрестәр ҙә әҙерләнмәгән...

– Улайһа, иртәгә мәктәптә осрашҡанға тиклем!

– Үбәм!..

Мөхәммәт трубканы ирендәренә тейҙерҙе лә йылмая-йылмая урынына ҡуйҙы.

* * *

Алинаның компьютеры байтаҡ ваҡытты алды. Кемдер белер-белмәҫ көйөнсә ҡулын тығып, аҫтын-өҫкә килтергән. Өҫтәүенә, вирус йоҡторған.

– Ял көнө ағайымдың улы килгәйне, шул боҙғандыр, – тине Алина. – Үҙем өйҙә булһам, тотондормаҫ инем.

Ҡыҙ Мөхәммәт эргәһенән китмәне, юҡ-бар һорауҙар биреп маҙаһына тейҙе.

– Класс етәксегеҙ нисегерәк? Оҡшаймы?

– Оҡшай. – Егет Алина менән ниңәлер асылып китеп һөйләшә алманы, һорауҙарына теләр-теләмәҫ кенә яуапланы.

– Дәресен өҙгән өсөн асыуланманымы?

– Асыуланһа асыуланғандыр, беҙгә һиҙҙермәне. – Мөхәммәттең ул дәресте иҫкә төшөргөһө килмәне, ә ҡыҙ, үсәгән кеүек, һүҙҙе шул хаҡта алып барҙы.

– Үҙегеҙҙә лә ҡыйыулыҡ бар икән, әй! Белмәгән-күрмәгән уҡытыусының дәресендә бесәйҙән алйырҙан ҡыуҙырт әле! Алдан әҙерләнгәйнегеҙме ни? Беҙҙекеләр ишеткәс, һындары ҡатып көлдө! Берәүҙәр – хурлай, икенселәр – хуплай. Ну, мәктәп йылдарының ҡәҙерен белә XI «Б»-лар, тиҙәр...

Алинаның өҙлөкһөҙ бытылдауынан туйған егет, эшен теүәлләп, сумкаһына үрелде.

– Компьютерыңды тәртипкә һалдым. Әлегә теймәй тор, вирусын бөтөрәһе бар. Иртәгә тағы килермен.

– Ул вирусты әле үк бөтөрөп булмаймы?

– Дискеталарҙы үҙем менән алмағанмын. Кешегә биреп торғайным, килтермәгән әле. Һау бул!

– Сәй эсерермен тигәйнем, – тип һөйләнеп ҡалды ашығып сығып киткән егет артынан Алина.

* * *

«Килһә генә ярар ине! Тағы артынан йүгертһә?..» – тип шикләнгәйне ҡыҙ. Мөхәммәт бер һүҙле егет икән, әйткән ваҡытына килеп етте.

Бөгөн ул үҙе күберәк аш-һыу бүлмәһендә булды. «Сәй эсермәйенсә ебәрмәйем, кисә лә оялып бөттөм!» – тип һөйләнә-һөйләнә алъяпҡыс быуҙы ла, фатирға тәмле еҫтәр таратып, нимәлер бешерҙе-төшөрҙө, Мөхәммәткә күҙ һалып алырға ла онотманы. Бер сыҡҡанда егет ниндәйҙер ҡалын ғына белешмә аҡтара ине. Һүрәттәренә ҡарағанда, компьютерҙар тураһындағы китапҡа оҡшаған. «Шунһыҙ булмайҙыр, был тиклем ҡатмарлы техниканы нисек белеп бөтмәк кәрәк», – тип уйлап ҡуйҙы ҡыҙ.

– Әллә булды ламы? – тип һораны Алина.

– Юҡ әле. Бер тотонғас, осона сығып ҡуяйыҡ. Ҡат-ҡат йөрөрлөк булмаһын, – тине Мөхәммәт, китаптан айырылып.

– Бөткәс, өндәшерһең, ҡапҡылап алырбыҙ. – Ҡыҙ яңынан аш-һыу бүлмәһенә инеп юғалды.

Мөхәммәттең ҡыҙ менән табында оҙаҡлап ултырғыһы килмәй ине. Ләкин әҙер өҫтәлен ташлап сығып китһәң, үпкәләйәсәк. Мәктәптә һүҙ таратыуы ла ихтимал: «Мин уны егеттер тиһәм, әсәһенең итәгенә йәбешеп йөрөүсе бер мәмәй икән дә баһа. Әллә мине тотоп ашар тип ҡурҡты!»

Егет үҙ-үҙе менән кәңәш-төңәш иткәндән һуң ҡалырға булды. Өләсәһе өйрәткәнсә, ризыҡ хаҡы ла бар бит әле. Аш-һыуҙан өҫтөн булырға ярамай.

Эште теүәлләп, өҫтәл янына ултырышҡайнылар ғына, ишектә ҡыңғырау зыңғырланы.

– Кем булыр икән? – тип ҡулын алъяпҡысына һөртә– һөртә сыҡҡан Алина бер аҙҙан Фирүзәне эйәртеп инде. — Ваҡытлы килдең, сәй яһарға ла өлгөрмәгәйнем.

Фирүзәлә табын ҡайғыһы юҡ ине, сәсен тәртипкә килтергән арала әле Мөхәммәткә, әле әхирәтенә ҡараны. Егеттең бында нисек килеп эләгеүе аптырашта ҡалдырғайны уны. «Әллә?!..»

– Һеҙҙең эштәр хәтәр, әй, бында! Өҫтәлгә май шәме генә етмәй, – тине Фирүзә.

– Мөхәммәтте эшкә ектем әле. Компьютерым боҙолғайны, шуны йүнәтеп бирҙе, – тине Алина, әхирәтен бүлдереп. Белмәҫһең, әллә нимә һөйләп былай ҙа томһайып ултырған егеттең хәтерен ҡалдырыр. Унан барыһын да көтөргә мөмкин. Ҡайһы берҙә ни һөйләгәнен, ни ҡыланғанын үҙе лә аңлап бөтмәй ул. – Рәхмәт инде, Мөхәммәт, бер бәләнән ҡотҡарҙың. Үҙебеҙҙең кластағы егеттәргә әйтеп ҡараным, береһе-бер тыңламаны. Ҡулдарынан килмәй, күрәһең. Тағы бер тапҡыр рәхмәт!

– Һиндәй уңған ҡыҙға ла ярҙам итмәһәң, Алла һуғыр. Күпме ризыҡ әҙерләп өлгөргәнһең. Береһенән-береһе тәмле! – Мөхәммәт һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырҙы.

– Еңел ҡотолаһың, Алинаҡайым, еңел, – тине Фирүзә, әхирәтенә ҡашын һикертеп. – Һинең урында булһам, Мөхәммәтте үбеп алыр инем.

– Мөхәммәт кеүек егеттәрҙе үпһәң дә хәләл! Ҡулдары алтын бит уның. Илһөйәр белеп ярата уны. Ҡайҙа, һөйгән йәрең күрмәгәндә үҙеңде бер «әп» итеп алайым әле.

Алина ҡылансыҡланып егеттең уң битенән супылдатып үбеп алғас, Фирүзә:

– Браво! Браво! – тип сәпәкәй итте.

Ҡыҙҙарҙың, осрашһа, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.

Алина менән Фирүзә лә яндарында Мөхәммәттең барлығын да онотто. Зәлиәнең үҙенән күпкә өлкән егет менән дуҫлашыуының, Кәримә Усман ҡыҙының мәктәпкә нисек кейенеп килеүенең ниндәй ҡыҙығы барҙыр? Ене һөймәй ҡыҙҙарҙың юҡ-бар һөйләп ваҡытты бушҡа уҙғарыуын.

Егет үҙенең бында артыҡ икәнлеген төшөндө.

– Һый-хөрмәтең өсөн рәхмәт, Алина! Мин китәйем инде, – тине. Ҡыҙҙар уны тотҡарламаны, һөйләшәһе һүҙҙәре күп ине уларҙың.

Был табында ҡатнашыуҙың һуңынан үҙенә бик ҡиммәткә төшәсәген белһә, Мөхәммәт Алиналарҙың фатирына ике аяғының береһен дә баҫмаҫ ине.

* * *

Үҙен көтмәҫен белһә лә, мәктәп ихатаһынан сыҡҡас, Зәлиә, туҡтап, тирә-яҡты байҡаны. Күҙенә таныш машина салынманы. Юҡ, кисә лә юҡ ине, бөгөн дә, иртәгә лә булмаясаҡ. Бәлки, бер ай үтер... Бәлки, ике-өс ай... Ул үҙенең ҡасан киләсәген алдан әйтеп йөрөмәй. Әйтер ине, үҙе лә белмәй. Эше шундай.

Автобусҡа ултырғас, йәненә урын тапмаған ҡыҙ тәҙрә аша тышты күҙәтте. Көҙгө тәбиғәт моңһоу ине. Ҡала урамдарын йәй буйы йәмләгән ағастар яланғасланған, ботаҡтарында берәм-һәрәм ҡалған япраҡтар оҙаҡҡа сыҙамаҫ, өҙөлөп төшөр. Түтәлдәрҙәге сәскәләр ҙә шиңгән. Скверҙағы үләндәр генә йәшеллеген юғалтмаған әлегә, тиҙҙән улар ҙа ҡар аҫтында ҡалыр.

Өйгә ҡайтып еткәнсе түҙмәне Зәлиә, сумкаһынан фото сығарҙы. Фотолағы мөләйем йөҙлө егеткә күҙҙәре талғансы ҡараны. Егеттең күҙҙәрен берсә һағыш баҫып китә, берсә көлә ине. Шулай ҙа буламы икән ни, тип ғәжәп итте, фотолағы күҙҙәрҙе үҙе нисек күрергә теләһә, шулай күргәнен белә тороп.

«Рифат... Рифат Тәҡиуллин... Әле ҡайһы илдәрҙе гиҙәһең?.. Һөйөклөңдө иҫкә төшөрәһеңме?.. Төшөрәһеңдер. Һине минең йөрәгемдән бер кем дә һыҙып ташлай алмаясаҡ, һөйөклөм, тип ҡабатлайһың бит һәр осрашҡан һайын».

Күңеленән һөйгән кешеһе менән серләшкән ҡыҙҙың күҙҙәрен йәш ҡапланы.

* * *

...Улар бер ҡалала йәшәһә лә, Өфөлә түгел, ситтә танышты. Әгәр Зәлиә өләсәләренә ҡунаҡҡа бармаһа, бөтөнләй осрашмауҙары ла ихтимал ине.

Күңеле бөткәнсе ҡунаҡ булғас, Зәлиә ҡайтырға йыйынды. Аяҡ терәп ҡаршы төшһә лә, өләсәһе сумкаһына ҡаймағын, ҡайнатмаһын, танһыҡ ризыҡ тип, үҙе бешергән икмәгенә хәтлем тултырҙы. «Баш тартма, балам! Беләгеңде талдырып, күтәреп йөрөмәйһең дә баһа! Күршеләр менән һөйләштем, улар иртәгә баҙарға юллана. Вокзалға индереп сығырға ризалаштылар. Автобусҡа бер эләкһәң, Өфөгә барып еткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың», – тине уның өсөн барыһын да алдан хәл итеп ҡуйған өләсәһе.

Билетты автобус килгәс кенә һаталар икән. «Яңғыҙым вокзалда ни эшләп ултырам әле?» Ваҡытты нисек үткәрергә белмәгән Зәлиә эргәләге баҙарға китте. Эсе-тышы йөк һәм еңел машиналар менән лыҡа тулған майҙанды ҡырмыҫҡа иләүенә оҡшатты ҡыҙ. Баҙарға ашығыусы, унан тейәнеп сығыусы кешеләр көн-төн тынғы белмәгән ҡырмыҫҡаларҙы хәтерләтте. Зәлиә эскә үк үтмәне, кершән-фәлән менән һатыу итеүсе машина янында туҡталды. Капот өҫтөнә түшәлгән сепрәктәге биҙәнгестәрҙең әле береһен, әле икенсеһен ҡулына алды. Үҙенә оҡшағанын тапҡас, аяҡ аҫтына ҡуйған сумкаһын алмаҡ булып эйелде. Ләкин сумкаһы ҡуйған урынында юҡ ине, ерҙә буш ҡаптар ғына туҙышып ята. «Кем алғанын күрмәнегеҙме?» Иларға етешкән ҡыҙҙың һорауын һатыусы ла, үҙе менән бергә кершән-инлек һайлаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яуапһыҙ ҡалдырҙы. Оло йәштәрҙәге бер апай ғына: «Ошо тирәлә өс егет урала ине, шуларҙың эше түгелме икән?» – тип шик белдерҙе. Вокзал яғына китеүҙәрен әйтте. Зәлиә ары йүгерҙе, бире йүгерҙе, ләкин егеттәрҙе лә, сумкаһын да тапманы. Осраған кешеләрҙән һораштырып та ҡараны, тегеләр иңбаштарын һикертте лә ҡуйҙы.

Ҡыҙ үҙ-үҙен тиргәне: «Ридикюле менән аҡсаһын ниңә сумкаға тығырға ине инде?! Йә берәй ерҙә онотоп ҡалдырыр, йәнәһе. Ҡалдырғаныңды көтмәнеләр, сумкаһы-ние менән урланылар!» Ҡулында кеҫә телефоны ғына. Уныһы ла эшләмәй, зарядкаһын ауылға алырға онотҡайны.

Күршеләр ит һата, буғай. Баҙарҙа эштәре бөткәнен көтөп, улар менән кире ауылға киткәндә? Өләсәһен хафаға һалырға теләмәне ҡыҙ. Былай ҙа саҡ йөрөгән кеше аяҡтан ҡалыр йә. Билетһыҙ автобус янына яҡын да килтермәйәсәктәр. Шофер менән алдан һөйләшкәндә?.. Аҡсаһын илтеп бирер ине әле Өфөгә ҡайтҡас. Килешә алмаһалар? Хет баҙар ҡапҡаһы төбөндә хәйер һорашыусы ҡарсыҡ эргәһенә барып ултыр!

Күренмәҫтәрме тип, Зәлиә вокзал алдындағы киоск янына сығып баҫты. Үҙен төп башына ултыртҡан егеттәрҙең ситтән генә күҙәтеүен, ул вокзалдан китмәйенсә бында морон да тыҡмаясаҡтарын күҙ алдына ла килтермәй ине ҡыҙ. Ул кешеләрҙең бөтәһе лә үҙе һымаҡ эскерһеҙ, изге күңелле, ярҙамсыл, тип уйлай ине. Бер ҡатлы фекер йөрөтә. Шул арҡала ауыҙы ла бешкәне бар. Быныһы – икенсеһе.

Унда ла мәүешлеге арҡаһында хурлыҡҡа ҡалды. Уңайлы тип, мәктәпкә «ГАЗель» автобусында йөрөй. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙең береһендә аҡса янсығын тапманы. Ҡарамаған ерен ҡалдырманы, юҡ ҡына бит эҙләгән нәмәһе! Гардеробта кейенгәндә пальто кеҫәһенә тыҡҡан һымаҡ ине, күрәһең, яҙа һалғандыр. Ә шофер, атаһы йәшендәге мыйыҡлы ағай, үлтереп алып бара. Пассажирҙар төшөп бөттө, ә уны сығармай. Әйтмәгән һүҙен ҡалдырманы. Йәнәһе, сигарет менән һыраға аҡса табаһығыҙ, юлға түләргә тигәндә – юҡ. Күпме һеҙҙе бушҡа ташырға була! Фәлән дә фәсмәтән, теге лә был... Китте теҙеп, китте теҙеп. Ғәйбәтселәрҙән уҙҙыра, билләһи, һүҙҙәрен ҡайҙан таба?! Зәлиә, анау ғына йортта йәшәйем, хәҙер сығарып бирәм, тип тә ҡарай, яҡын да килмәй.

Әрләп туйғас, ишекте асты шулай ҙа шофер, ләкин Зәлиәнең кәйефе ҡырылғайны. Фатир ишеген асып инеү менән үкһергә тотондо. Күңеле бушағансы күҙ йәштәрен ҡойғас, аҡса алды ла туҡталышҡа китте. Оҙаҡ көттө ҡыҙ. Өшөп бөттө, әммә микроавтобус күренмәйенсә урынынан ҡуҙғалманы. Пассажирҙар төшөп бөткәс, аҡса иҫәпләүсе шофер, әле генә үҙе әрләгән ҡыҙ унлыҡты моронона төрткәс, күҙе маңлайына менде. Ғәфү үтенеп тә маташты, буғай, уныһын Зәлиә ишетмәне.

Тәүгеһендә үҙенә ышанмауҙарына ғәрләнһә, әле, киреһенсә, ышаныуы арҡаһында һемәйҙе.

Сарсағайны ҡыҙ, киоскынан һыу алып эсеүсе кешеләрҙе тамшанып күҙәтте, һыуһыны ҡанманы, ҡулдарынан шешәне тартып алыр дәрәжәгә етте.

«Мерседес»тан төшкән бакенбардлы егет тә киоскыла һатыу итеүсе ҡатындан һыу һораны. Таныштар ине булһа кәрәк, һүҙгә керештеләр. Ирекһеҙҙән, уларҙың әңгәмәһенә ҡолаҡ һалды.

– Өфөгә китеп барыш.

Ҡыҙҙың ҡолағы ҡарпайҙы: «Мине лә алмаҫмы икән? Кабинаһы буш, пассажирҙары күренмәй».

– Атай ҡартҡа бесән әҙерләштем.

– Беҙҙекеләр һаман тотонмаған әле. Ҡустының Себерҙән ҡайтҡанын көтәбеҙ. Үҙемә салғы тоторға тура килер, ахыры.

Егет әйләнеп килгәндә Зәлиә машина эргәһендә ине инде.

– Ағай, мине лә үҙегеҙ менән алығыҙ әле.

– Аҡсаң бармы һуң? – Егет тәненә һылашып торған джинсы салбар, кофта кейгән ҡыҙға һынамсыл ҡараш ташланы.

– Аҡсам булһа, һеҙгә ялынмаҫ, автобус менән китер инем. – Ул бер-ике һүҙ менән хәлен аңлатып бирҙе.

Машина ҡуҙғалып китеү менән, Зәлиә кеҫә телефонына йәбеште.

– Әсәй, мин ҡайтырға сыҡтым. Көмөш төҫтәге «Мерс»та китеп барам. Номеры...

– Минән шикләнәһең инде, ә? – Егет йәнәшәһендэге ҡыҙға көлөмһөрәп ҡараны. – Дөрөҫ эшләйһең, үткенсе машиналарға ултырған ҡыҙҙар юҡ-юҡта юғалып ҡуйғылай. Тик телефоның эшләмәй бит, матурым. Мә, минекенән шылтырат.

Зәлиә оялышынан бурлаттай ҡыҙарҙы, һуңынан был хәлде иҫкә төшөрөп, әллә нисә мәртәбә көлдөләр.

Егет телефонын кеҫәһенә тыҡҡас, сигарет ҡабыҙҙы. Зәлиәгә лә тәҡдим итте.

– Сигареттан баш тартҡан ҡыҙҙарҙы тәүге күреүем, – тине, әллә ысынлап, әллә юрый.

Дим йылғаһы аша һалынған күперҙе үткәс, шофер егет йәнә юлдашына һүҙ ҡушты.

– Асыҡтырҙы, ҡапҡылап алабыҙмы әллә? Дим ярында икәүләшеп ҡасан ултырабыҙ әле.

Ул, ҡыҙҙың яуабын да көтмәй, машинаһын уңға борҙо. Күп тә үтмәй, йылға күренде. Зәлиә машинанан төшмәне.

– Юлда ҡыҙ-ҡырҡын аулаусы манъяктарға ҡайһы ерем оҡшаған? – тип үпкәләне егет. – Бармаҡ менән ҡағылһам да, исемем Рифат булмаһын! Әйткәндәй, һиңә һөйгәнең кем тип өндәшә? Минекен ишеттең инде.

– Ундай кешем юҡ әлегә. Ә исемем – Зәлиә.

– Бына таныштыҡ та. – Рифат ергә балаҫ түшәне. – Әсәй ҡарсыҡтың күстәнәсенән ауыҙ итәйек әле. – Ул пакеттан тауыҡ, икмәк, помидор, ҡыяр сығарҙы. – һин йәшелсәләрҙе турай тор, мин ҡул сайырға һыу алып киләм.

Егет биҙрә тотоп ҡыуаҡтар араһына инеп киткәс, Зәлиә иң беренсе эше итеп стакан тултырып һыу эсте. Сарсауы ла еткән икән үҙенең, күҙе асылып ҡалды. Саф һауала тирмән шәп тарта икән. Ҡыҫтағанды ла көтмәй, һыпыртты ғына! Табынды йыйыштырғанда үҙенән-үҙе оялып ҡуйҙы хатта. Егет уны-быны һиҙҙермәне.

Юл буйы әңгәмәләшеп барҙылар. Күберәк Рифат һөйләне. XI класҡа барасаҡ ҡыҙҙың хәбәре ике-өс һөйләмдән артманы. Рифат күп илдәрҙе күреп өлгөргән. Алыш-биреш менән шөғөлләнәләр икән. «Офиста ултырып ҡына аҡса эшләп булмай, – тип аңлатты үҙенең эшен. – Йыш йөрөргә тура килә».

Рифат Зәлиәне өйҙәренә үк килтереп ҡуйҙы. Айырылышыр алдынан телефонын һораны, «Һеҙҙең тарафтан рөхсәт булһа, беҙ фәҡирегеҙ ваҡыт-ваҡыт шылтыратырға риза», – тине, ҡыҙҙың ҡулын оҙаҡ ысҡындырмай.

Һирәк, бик һирәк шылтыратты ул. Эше күплеккә һылтанды. Ауылдан бергә ҡайтҡандан һуң, ай ярым Өфөлә торҙомо-юҡмы, йәнә юғалды. Шул ай ярым эсендә Зәлиәгә лә ваҡыт бүлә алды. Тыуған көнөндә ресторанға алып барҙы, ҡолағына алҡалар таҡты. Ярым ҡараңғы залда оҙаҡ серләштеләр. Вальс әйләнгәндә беренсе тапҡыр үпте, «һөйөклөм» тип әйтте. Форсат тапҡанда, мәктәптән ҡаршы алды. Ҡыҙҙың күҙ алдынан һөйгәне китмәне. Үҙе алыҫта булһа ла, янында итеп тоя.

Ғашиҡ ҡыҙ киләсәккә пландар ҡорҙо. Урта мәктәпте тамамлау... Вузда уҡыу... Рифаттарҙың фирмаһына эшкә урынлашыу... Кейәүгә сығыу... Дипломлы көйө эшһеҙ йөрөү, кеше тупһаһында көн күреү – күптәрҙең бәләһе. Зәлиәне быларҙың барыһы ла урап үтәсәк, сөнки уны Рифат ярата. Ул һөйөклөһөн бер нигә лә интектермәйәсәк!

* * *

Каникулда ла тынғылыҡ белмәне Кәримә Усман ҡыҙы. Уның бар булмышын үҙенә ышанып тапшырылған XI «Б» класы биләп алғайны. «Уҡытыусыларҙың йәнен ашар, сәсен ағартыр» уҡыусылар менән уртаҡ тел табырына, хатта дуҫлашырына инана ул. Коллегалары ышандырырға тырышыуынса, юлдан да яҙмағандар, теләһә ҡайҙа аҙып-туҙып та йөрөмәйҙәр. Башҡаларҙан бер ни менән дә айырылмайҙар. Донъяға алһыу күҙлек аша бағыусы шул уҡ вайымһыҙ үҫмер ҡыҙҙар һәм егеттәр. Уйын-көлкө яраталар, юҡтан ғына ҡыҙыҡ сығарырға маһирҙар. Мәктәптә һуңғы йыл уҡыуҙарын, алда етди имтихандар тороуын, күңелгә ятышлы һөнәр һайларға кәрәк буласағын аңлап бөтмәйҙәр. Ана шуны ныҡлап төшөндөрәһе бар үҙҙәренә. Араларында тәүге һөйөү хистәренән иҫереп, ҡыуаныстарынан ҡайҙа баҫҡандарын белмәй йөрөүселәр ҙә бар. Быныһын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.

Кәримә Усман ҡыҙы, эш тәжрибәһенән сығып, фекер туплағайны инде. Һис кисекмәҫтән, ата-әсәләр менән осрашырға кәрәк. Мәктәпкә йыйып түгел, ә һәр уҡыусының өйөндә. Бер юлы уларҙың ниндәй шарттарҙа йәшәүен дә асыҡлар. Күмәк кеше араһында ата-әсәләр бигүк асылып бармай, күңелдәренә асҡыс ярата алһаң, өйҙәрендә балалары хаҡында күпте белергә мөмкин. Шунан уҡыусылар һәм ата-әсәләр ҡатнашлығында йыйылыш йыйыр. Бөтәһен дә уртаға һалып һөйләшерҙәр, дөйөм бер фекергә килерҙәр. Иманы камил, бер генә ата-әсә лә үҙ балаһының киләсәгенә битараф түгелдер, уның кеше булыуын теләйҙер.

Уҡыусылар араһында анкета үткәреүҙе лә оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Был уға артабан уҡытыу-тәрбиә эшен ниндәй юҫыҡта алып барырға булышлыҡ итер. Бәлки, ҡайһы бер күҙәтеүҙәре диссертацияһына ла инеп китер.

Уй-ниәттәрен директор менән дә уртаҡлашты. «XI «Б»-ны ҡулға ала алһаң, коллегаларың алдында үҙеңде ысын педагог итеп танытырһың», – тине Илира Мөхтәр ҡыҙы, уны хуплап.

Уҡыусыларының ата-әсәләре менән танышыу өсөн Кәримә Усман ҡыҙы ял көндәрен һайланы. Шәмбе-йәкшәмбелә өйҙә булырҙар, ҡат-ҡат барырға тура килмәҫ, тип уйланы. Үҙенең ниәтен бер кемгә лә әйтмәгәйне. Ике-өс фатирҙа булып өлгөрҙөмө-юҡмы, ни эшләп йөрөүен бөтә уҡыусылары ла белә ине инде. Белеүҙәре бер яҡтан шәп булды – килгәнен көтөп алдылар.

Һәр өйҙә йылы ҡараш тойҙо уҡытыусы. Уҡыусылары тураһында күпте белде, ата-әсәләр үҙҙәре лә һорау менән күмеп ташланы. Вәсилдең атаһы Ғиләжетдин ағай ғына уҡытыусының үҙҙәренә ниңә килгәнен башта аңлап бөтмәне шикелле. Улына йәбеште:

– Нимә, насар уҡыймы?! Нимә, тәртип боҙамы?! Уҡытығыҙ, шуның өсөн ҡайырып аҡсаһын алаһығыҙ бит. Ҡулығыҙҙан килмәһә, мәктәптән китегеҙ! Мине бимазаламағыҙ.

Саҡ тынысландырып алды тиреһенә һыймай туҙынған ата кешене. Шаңҡып ҡалған Вәсил иһә бер һүҙ әйтә алмай, дер ҡалтырап тора, битен тимгел-тимгел ҡыҙыллыҡ баҫҡан. Ни әсәләре өйҙә юҡ, баҙарҙан ҡайтып етмәгән. Ипләп кенә һораша-һораша шуны асыҡланы: Ғиләжетдин ағай өйҙә эшһеҙ ята икән.

Оҙата сыҡҡанда атай кеше уңайһыҙланып һөйләнде:

– Уҡыр, «икеле»ләрен төҙәтер. Бынан ары үҙебеҙ ҙә күҙ-ҡолаҡ булырбыҙ... Дорфалығым өсөн ғәфү итә күр инде, һеңлекәш, ҡыҙып киткәнмен! Нервыларым ҡаҡшаған, докторҙарға күренәһе бар. Йыйылышта ҡатнашырбыҙ. Үҙем бара алмаһам, әсәһен ебәрермен. Борсолмағыҙ...

Ата-әсәләр менән танышыу, йыйылыш үткәреү һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Уҡыусылар уҡыуға етдиерәк ҡарай башланы, йәмәғәт эштәренән дә баш тартмайҙар. Уҡытыусылар ҙа XI «Б»-ларҙан зарланыуҙан туҡтаны.

* * *

Фирүзә урамда үҙ тиңендәге егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың етәкләшеп йөрөгәнен күрһә, эргәләренән тыныс ҡына үтә алмай. Уның үҙенең ошолайтып ҡулға-ҡул тотоношоп йәнәш атлар кешеһе юҡ. Егеттәр ҡарамаҫлыҡ ҡыҙ ҙа түгел үҙе былай. Буй-һыны ҡупшы, төҫкә-башҡа ла зарлана алмай. Ҡарлуғас ҡанатылай ҡаштар, төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр, бешкән сейәләй алһыу ирендәр – тағы кемдә бар әле улар! Һуҡырҙыр был егеттәр, шуны ла күрә белмәйҙәр! Башҡа ҡыҙҙар ике-өс егет «туҙҙырырға» өлгөрҙө, ә ул берәүҙе лә ҡарата алмай ыҙалана. Ҡыҙ башы менән егеттәрҙең муйынына аҫылына алмай ҙа баһа?! Аллам һаҡлаһын ундай түбәнлеккә төшөүҙән! Арыуыраҡ егет осратһалар, күҙ-баштарын уйнатҡылап, янында бөтөрөлгән ҡыҙҙар ҙа бар бит. Икенсе ҡарағанда, атлап барған ерҙәренән туҡтап, кешеләргә үтергә ҡамасаулауҙарын да онотоп, юл уртаһында үбешәләр. Фирүзә лә ғашиҡлыҡҡа ғашиҡ. Унан ни мәғәнә! Оҡшатҡан егетенең өҙөлөп-өҙөлөп һөйгән үҙ йәре бар. Улар – Мөхәммәт менән Илһөйәр. Мөхәммәт менән бер партала ултырғыһы, кисәләрҙә күҙгә-күҙ ҡарашып бейегеһе, урамдан етәкләшеп үткеһе килә лә бит. Тик был мөмкин түгел. Мөхәммәт – Илһөйәрһеҙ, Илһөйәр Мөхәммәтһеҙ йәшәй алмай.

Башта Фирүзә уларҙың дуҫлығына һоҡланып ҡарай ине, тора-бара күңеленә көнләшеү тигән ғәләмәт оялап алды. Күңел түрен биләгән был яуыз көнөн дә, төнөн дә тынғы бирмәне: «Араларын бута! Араларын бута!» Нисек итеп? Ошоғаса ҡыҙ ғашиҡтарҙы бер-береһенән биҙҙерерлек сәбәп тапманы. Мөхәммәтте Алиналарҙа тап иткәс, шатлығынан йығылып китә яҙҙы: «Булды, былай булғас! Егетеңдән ҡолаҡ ҡаҡтым тип иҫәплә, Илһөйәркәйем! Шундай итеп хат әтмәлләйәсәкмен, Мөхәммәтең һине күргәс, яныңа йүгереп барыу түгел, урамдың икенсе яғына һыпыртасаҡ!»

Хатты Илһөйәр исеменә яҙҙы. Мөхәммәткә юллаһа, йыртып ташлар ҙа онотор йә. Ҡыҙҙар иһә бындай хатты иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

Хатты почта йәшнигенә төшөрмәй аҙна самаһы йөрөттө сумкаһында. Икеләнде. «Түбәнселеккә төшмә, ҡыҙыҡай! Йыртып ташла бысраҡ хатыңды!» – тип әленән-әле үҙен тыйҙы. Көнләшеү ҡорто унан көслөрәк ине, күңелде кимерҙе лә кимерҙе: «Һуңғы аҙымды яһайһы ғына ҡалды. Ҡыйыуыраҡ бул! Ҡыйыуыраҡ бул!»

Ҡыҙ еңелде.

* * *

Физиканан контроль эш эшләнеләр. Зәлиә был фәндә һай йөҙә. Ҡыҙ ярҙам һорағас, Вәсил теләп ризалашты. Шыбыр тиргә төшһә-төштө, уның мәсьәләһен дә, үҙенекен дә систе.

Һуңғы ике дәрестә егет хыял диңгеҙендә йөҙҙө. Күңелендә һүнер-һүнмәҫ быҫҡыған өмөт сатҡылары ҡабат ҡабынды. Мотлаҡ оҙатырға кәрәк. Күкрәгендә йөрәк урынына таш йөрөтмәһә, кире бороп ебәрмәҫ, һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыр. Күпме янып-көйөргә мөмкин? Түҙемлектең дә сиге бар.

Уйлағанса килеп сыҡманы. Мәктәп эргәһендә таныш «Мерседес», мин бында тип, әллә ҡайҙан һөрәнләй ине. Машинаны күреү менән, Вәсилдең арҡаһынан иләүе менән ҡырмыҫҡалар йүгерешеп үтте. «Ҡайтҡан икән!» Һағайып ҡына Зәлиәгә күҙ һалды. Ҡыҙ, өнөммө-төшөммө тигәндәй, бер килке урынында тапанды ла үҙенә табан атлаған егеттең ҡаршыһына йүгерҙе...

Бындай хәлде башына һыйҙыра алманы Вәсил. Исмаһам, киноға саҡырырға ла өлгөрмәне. «Бына шулай һемәйтәләр һинең кеүек асыҡ ауыҙҙарҙы!» – тип үртәлде.

Үҙенә баш бирмәгән ҡыҙҙың дәрестәрҙән һуң «Мерседес»ҡа ултырып китеүен ауыр кисерҙе Вәсил. Зәлиә уны теленән дә төшөрмәй: «Рифат Тәҡиуллин да Рифат Тәҡиуллин!» Етмәһә, тәнәфес булдымы, асыуҙы килтереп, бүләктәре менән маҡтана. Ҡыҙҙары ла килешкән, бал киҫмәгенә ябырылған себендәрҙәй, уның янынан китмәй, ғүмергә әйбер күрмәгән һымаҡ ҡыланалар. Вәсил һуҡыр түгел, бөтәһен дә күреп-белеп йөрөй, сыҡмаған мыйығына сорнап ҡуя.

Рифат Тәҡиуллин... Был исем-шәрифте мәңге онота алмаҫ, ахыры, Вәсил. Ҡыҙҙы нимәһе менән ҡаратҡандыр, аптыраш! Буй-һынын әйтер инем инде, торғаны ҡолға! Лампочка элеп, урамға ҡаҙаһаң, йәнде көйҙөрөп Зәлиә янында уралыуҙан туҡтар ине, бәлки. Төндә ҡапыл ҡаршыңа килеп сыҡһа, бакенбардын күреп, йөрәгең ярылыр, билләһи! Ҡап-ҡара төктәре йөҙ-ҡиәфәтен матурлай, тип уйлайҙыр инде үҙенсә. Бер өҫтөнлөгө бар: «Мерс»та елдерә, башҡалар һымаҡ ҡала транспортында этелеп-төртөлөп йөрөмәй. Уның йәшендә Вәсилдең дә тачкаһы булыр әле.

Бер көн уларҙың подъезд төбөндә ҡосаҡлашып тороуҙарын күргәс, сығарынан сыҡты. Шунда уҡ уй төштө башына. Үс алырға! Һис нимәгә ҡарамай үс алырға! Тәүҙә машинаны шартлатырға яҫҡынды. Тик шартлатҡысты ҡайҙан табаһың?! Тапҡан хәлдә лә хаҡы ҡиммәттер. Ә уның кеҫәһендә елдәр уйнай. Лом менән тәҙрәләрен ҡыйратҡанда? Лом аҡса таптырмай. Гаражға ғына бараһы. Былай ҙа килеп сығырға оҡшамаған. Ломды алып килде лә, ти. Ҡайҙа һаҡлар? Өйгә индерһәң, ата-әсәһе төпсөнөргә тотонасаҡ. Мәкерле уйын уның үҙенән башҡа эт тә белергә тейеш түгел! Иң яҡшыһы – тәгәрмәстәрҙе тишеү. Беҙ менән! Оп-осло беҙ менән! Бының нисек булырын ап-асыҡ күҙ алдына баҫтырҙы. Машинанан төшкәс, теге Зәлиәне подъезға ҡәҙәр оҙата. Улар үбешкән арала тәгәрмәстәр бер-бер артлы ергә ләпәшә лә ҡуя. Рифат Тәҡиуллиндың тачкаһы янында елкәһен тырнай-тырнай сәбәләнеүен ситтән генә күҙәтәсәк. Ха-ха-ха!..

Яңы тәгәрмәстәр алып ҡуйғансы көндәр үтә... Машинаға өйрәнгән тәтәй егет ҡала урамдары буйлап тәпәйләргә теләмәй... Рифат ҡыҙ янына йөрөүҙән туҡтай... Улар үпкәләшә...

Араларын боҙҙо ла, ти. Зәлиәгә дәғүә итергә кем һуң әле ул? Быуындары нығынып етмәгән, танау аҫтында бәпкә йөндәре яңы беленә башлаған егет остоғо ни бары! Ә ул? Зәлиәне усында ғына йөрөтә. «Мерс»та елдереүҙәр... Ресторанда күңел асыуҙар... Рифат Тәҡиуллин алдында үҙенең көсһөҙлөгөн тойһа ла, күңеленә инеп урынлашҡан мәкерле уй һис тынғы бирмәне Вәсилдең. «Ятып ҡалғансы атып ҡал. Ауыҙ асып йөрөмә. Бәхет өсөн көрәшергә кәрәк! Ҡыҙ үҙе күңелен асып һалмаясаҡ! Нисек тә уның күңелен яуларға! Бының берҙән-бер юлы – Рифат Тәҡиуллиндың эҙен һыуытыу! Кәңәшләшер кешеһе лә юҡ, исмаһам. Мөхәммәткә серен тишер ине, ниңәлер һуңғы арала үҙенең һөмһөрө ҡойолоп йөрөй».

Ноябрь башы ине. Ҡар ятып өлгөрмәгән, бер туңдырып, бер иретеп торған көндәр. Йәшәгән йорттары күрше генә булғанлыҡтан, кәрәкле подъезд тәҙрәнән асыҡ күренә. Вәсил ике-өс көн инде тыштан күҙҙәрен алмай. Тегеләрҙе яҙлыҡтырыуҙан ҡурҡып, тамағын да бүлмәһендә туйҙырҙы. Зәлиә ҡайтып етмәгән, дәрестәр бөткәс, «Мерс» менән ҡайҙалыр тайҙылар. Был ваҡытта ниндәй күрешеүҙер, йүнле кеше, эшен бөтөргәс, һөйгәне менән кис осраша. Ә былар – көпә-көндөҙ!

Көн кискә һарыҡты, һаман күренмәйҙәр. Ҡасан да килтерергә тейеш бит инде. Килтермәһә?! Зыян юҡ, иртәгә лә көн бар. Үҙ тигәнен эшләмәйенсә тороп, уйынан кире ҡайтмаясаҡ. Тәгәрмәстәрҙе тишкәндә ҡулы ғына ҡалтырамаһын. Ул өҫтәл тартмаһына йәшергән беҙҙе тотоп ҡараны ла кире урынына һалды.

Көтә-көтә күҙҙәре тонған Вәсил, подъезд төбөндә уларҙы күргәс, артынан ишекте бикләргә лә онотоп, тышҡа атылды. Лифтты көтмәне. Ул килгәнсе Рифат китеп барыр йә. Һулышы ҡабып килеп сыҡҡанда, тегеләр һаман да подъезд янында ине әле. Машинаһын ҡайҙа ҡалдырҙы икән? Машинаһын! Йәйәү килмәгәндер бит? Ишек алдына теҙелгән машиналарға ашығып күҙ атты. Әһә, анала баһа уға кәрәкле «Мерс»! Иң ситтә. Ҡуҙғалып китергә уңайлы булһын тип, шунда ҡуйғандыр. Китмәйерәк тор әле, ағаҡайым!

Килеп ҡағылыу менән, машина әллә ниткән тауыштар сығарып үкерергә тотондо. Үҙенә зыян һалаһыларын һиҙенгән тере йәнме ни, ярҙам һорағандай, нисегерәк сыйылдай. Ах! Быныһын уйлап еткермәгән икән дә баһа! Ара алыҫ ҡына. Сыҡҡас-сыҡҡас, ул килеп өлгөргәнсе һис юғы бер тәгәрмәстең башына етергә кәрәк. Кеҫәһенән беҙен сығарыуға, кемдер яғаһынан матҡып тотоп алды ла йоҙроҡлап күҙ төбөнә тондорҙо. Мәтәлләп барып төштө.

Беҙҙе күреп ярһыған ир бысраҡ ҡар өҫтөндә аунаған егетте үсе ҡанғансы типкеләргә йыйынды. Берҙе тибеү менән еңенән тарттылар:

– Теймә, Рифат! Үтенәм.

Вәсил һушын йыйып өлгөргәйне инде, тиҙерәк табан ялтыратыу яғын ҡараны. Йоҙроғо тос икән «Мере» хужаһының. Күҙҙәрен ҡаплап, күгәреп сысҡан йөҙөн көҙгөнән ҡарарға ла ҡурҡып, өс көн бүлмәһендә бикләнеп ятты. Әсәһенә, малайҙар менән һуғыштым, тип ҡотолдо. Ул, берсә улын ҡыҙғанып (күҙенә зыян ғына килмәһә ярар ине), берсә малайҙарҙы ҡарғап (ҡанһыҙҙар!), һөйләнде-һөйләнде лә тынды. Атаһы күрһә, ни тиер ине икән? Әсәһе һымаҡ йәлләп тормаҫ, малайының ниндәй юлда йөрөүен белгәс, үҙе лә ҡулын уйнатыр ине, моғайын. Бәхетенә күрә, ул өйҙә юҡ. Себергә вахталы эшкә урынлашҡайны.

Вәсил хәбәр таралыуҙан ҡурҡты. Зәлиә әллә ҡасан бөтә мәктәпте тултырғандыр. Атларға ла ирек бирмәҫтәр, аҙым һайын үртәп йәненә тейерҙәр.

Мәктәптә күренеү менән, иптәштәре көлдө-көлөүен. Ләкин ни сәбәптән былай «матурланыуын» береһе лә белмәй ине. Кәримә Усман ҡыҙы ғына, дәрестәрҙән һуң мине күрмәйенсә китмә, тине. «Уныһына ни етмәгән тағы?! Әллә берәй нәмә һиҙенәме?»

* * *

– Һиңә ни булды, Илһөйәр? Ниңә һөйләшмәйһең?

– Кәйефем юҡ. Миңә бәйләнеүеңде туҡтат, Мөхәммәт.

Тәнәфестә лә, дәрестә лә һүҙ ҡатып ҡараны егет, ләкин ҡыҙ асылманы.

– Әллә берәйһе рәнйеттеме? Әллә мин үпкәләттемме? Өҙөлөп яратҡан ҡыҙы бойоҡҡас, Мөхәммәттең дә күңеле төшөнкө, – тип шаяртып та ҡараны. Элек ҡыҙ сыңғырлатып көлөп ебәрер, егеттең сәстәрен йомшаҡ ҡулдары менән һыйпар, «Үтте инде, борсолма», – тиер ине. Был юлы күҙенең ағын әйләндереп ҡарау менән сикләнде. Әйтерһең, әлеге мәлдә тиҙҙән башланасаҡ дәрестән дә мөһимерәк нәмә юҡ ине уның өсөн.

Аралашыуҙары осрашҡас һаулыҡ һорашыуҙан уҙмай. Мәктәпкә бергә барып, бергә ҡайтыуҙар, осраша алмағанда кеҫә телефонынан SMS-хәбәрҙәр алмашыу, өй телефонынан оҙаҡлап һөйләшеүҙәр – онотолдо быларҙың барыһы ла.

Һыртын ҡабартҡан бесәй кеүек йөрөй ҡыҙ. Үҙ эсенә бикләнде. Бойоғоу белмәҫ Мөхәммәтте лә күңел төшөнкөлөгө баҫты. Күңелендә һүҙ менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хәүеф. Мөхәббәттәрен бөрөләнеп сәскә атып килгәндә генә ҡырау һуҡты ла ҡуйҙы. Бер сәбәпһеҙгә! Эйе, эйе, бер сәбәпһеҙгә! Егет үҙҙәренең мөнәсәбәттәренә күләгә төшөрөрҙәй бер ниндәй ҙә сәбәп күрмәй. Ҡыҙ яғынан да, үҙенең яғынан да.

Мөхәммәт үҙен белә-белгәндән бирле ҡыҙға иғтибарлы булды. Балалар баҡсаһынан алып бергә улар. Бәләкәй саҡта ла, буй еткергәс тә гел ҡурсалап йөрөттө. Берәүҙән дә рәнйеттермәне.

Уҡырға төшкәс, уларҙы саҡ айырманылар. Ҡыҙҙар күп була тип, икеһен ике класҡа яҙырға йыйындылар.

– Икебеҙҙе лә бер класҡа алмаһағыҙ, башҡа мәктәпкә китәбеҙ ҙә барабыҙ. Беҙҙең кеүек матур ҡыҙ менән матур малай уларға ла кәрәк! – тимәһенме уҡытыусыларҙың һөйләшкәнен тыңлап торған ҡыҙ. Етмәһә, йүгереп барып Мөхәммәтте етәкләп алды.

Рәхәтләнеп көлөшкәйне ул саҡта өлкәндәр. Хәҙер килеп ошо ҡыҙҙың осрашыуҙан баш тартыуына кем ышаныр?! Кем? Йөрәген өҙлөкһөҙ өйкәп торған ошо һорауҙы йөҙ ҡат бирәлер инде Мөхәммәт үҙенә. Һорауы яуапһыҙ ҡала. Шуны яҡшы белә: һорауына яуап тапмайынса, тыныслана алмаясаҡ. Әллә араларына өсөнсө берәү килеп ҡыҫылдымы? Ҡыҫылһа, бәхетенә ҡул һоноусы кем? Унан яҡшыраҡмы? Илһөйәрҙе бәхетле итә алырлыҡмы? Нисектер бер һөйләшкәндә, һүҙҙән-һүҙ сығып: «Минән яҡшыраҡты осратһаң, әйт, ҡаршы булмам», – тигәс, ҡыҙ: «Был һүҙҙәреңде ҡабат ишетмәйем!» – тип, ауыҙын япҡайны. «Яратам», – тигәйне. Әгәр Илһөйәрҙең күңелен башҡа берәү яулаһа, артҡа сигенеүҙән башҡа юл күрмәй. Бер килеп онотор әле. Ташлашҡан йәрҙәр бер улар ғына түгел.

Кәримә Усман ҡыҙы тултыртҡан анкета ла уның кәйефен асыҡ сағылдыра ине.

Һорау. Класта тәртипте тағы ла яҡшыртыу өсөн һин нимәләр эшләр инең?

Яуап. Тәртип боҙоусыларҙың ҡолағын бороп, мөйөшкә баҫтырып ҡуйыр инем.

Һорау. Киләсәгеңде нисек күҙ алдына килтерәһең?

Яуап. Бер нисек тә. Башта ҡулға аттестат алырға кәрәк әле.

Һорау. Мөхәббәт, һин уны нисек аңлайһың?

Яуап. Кәкре-бөкрө.

Уҡытыусы асыуланһа-асыуланғандыр, ошонан артығын яҙырға ҡулы барманы. Класс етәксеһе үткәргән әңгәмәлә ҡатнашманы. Иван Тургеневтың ниндәйҙер әҫәренән килтерелгән өҙөк кенә һеңеп ҡалды ҡолағына:

«Любовь! В ней все тайна: как она приходит, как развивается, как исчезает. То является вдруг она, несомненная, радостная, как день, то долго тлеет, как огонь под золой, и пробивается пламенем в душе, когда уже все разрушено; то вползает она в сердце, как змея, то вдруг выскользнет из него вон».

Әллә ысынлап та шулаймы икән?

...Тышта буран тулай... Егеттең йөрәген һағыш уты өтә... Көндән-көн көсәйгән был ялҡын урамға сығып ҡарҙа аунаһаң да һүнмәҫ төҫлө.

...Үҙҙәренең араһын кемдер бутар тигән уй Мөхәммәттең башына ла инеп сыҡманы.

* * *

Тәҙрә аша тышты күҙәткән Вәсил ишек асылған тауышҡа һиҫкәнеп боролдо. Уҡытыусы ингән икән.

– Ултыр, Әбделмәнов! – тине Кәримә Усман ҡыҙы.

Класс етәксеһенең ҡаршыһынан урын алғас, Вәсил күтәрелеп ҡараны ла башын түбән эйҙе.

– Тыңлайым.

– «Икеле»мде киләһе аҙнала төҙәтергә һүҙ бирәм.

– Мин ул хаҡта түгел, – тип бүлдерҙе уҡытыусы. – Төҙәтереңә ышанам.

– Улайһа, ниңә алып ҡалдығыҙ һуң? – Вәсил битараф ҡиәфәттә ултыра бирҙе.

– Ни өсөн һуғышҡаныңды белгем килә.

– Уның нимәһен һөйләйһең, – тине башын иҫәргә һалып. – Малайҙар менән һуғыштым. Көстәр тигеҙ түгел ине. Улар – күмәк, ә мин – бер үҙем. Тәмәке таптырҙылар. Тартмағанымды белә тороп.

– Алдаша ла беләһең икән, Әбделмәнов. – Уҡытыусы баш сайҡаны. – Һөйләмәһәң, мәжбүр итә алмайым. Ярҙамым теймәҫме икән, тип алып ҡалғайным яңғыҙыңды. – Ул уҡыусыһының нимәлер йәшергәнен күҙҙәренән уҡый. Ниҙер булған. Дөрөҫөн һөйләргә ҡыйыулығы етмәйме, әллә тартынамы? – Тотмайым, Әбделмәнов, ҡайтырға ярай.

Вәсил ҡуҙғалманы. Урынынан ҡубырға итә, ләкин кемдер сабыуынан тартып кире ултырта һымаҡ.

– Тәки еңдегеҙ! – Вәсил йылт иттереп уҡытыусыға ҡарап алды. Ул бер ниҙе лә йәшермәне, һөйләп бөткәс, күңеле бушап ҡалғандай булды. – ...Аҙаҡтан ахмаҡлығым өсөн үҙем дә үкендем, әммә эш уҙғайны.

Кәримә Усман ҡыҙы бүлмә буйлап йөрөп әйләнде.

– Күңелеңә ятҡан ҡыҙ һиңә ҡарамаған өсөн үс алыу – егетлекме? Был кешенең көсһөҙлөгөн күрһәтә.

Аяуһыҙ һүҙҙәр Вәсилде өҫтәлгә һеңдерҙе лә ҡуйҙы. Ниңә һөйләгәненә үкенеп бөтә алманы. Уҡытыусының нимә әйтере алдан уҡ билдәле ине бит инде. Ҡыҙҙы Рифат Тәҡиуллиндан һалдырып алырға уның да, үҙенең дә ҡөҙрәтенән килмәй.

– Быны ғына белер йәшкә еткәнһең, Әбделмәнов. Дуҫлыҡты көс ҡулланып яуламайҙар, һин үҙеңдең кемлегеңде эшең менән күрһәт. «Вәсил – егет солтаны, вәт!» – тип, ҡыҙҙар аһ итерлек булһын.

– Аңланым, Кәримә Усмановна.

– Күҙеңдең шеше ҡайтамы?

– Туйға хәтлем төҙәлер әле, – тине Вәсил, иҫе лә китмәй.

– Бирһен Хоҙай! – тип көлөмһөрәне уҡытыусы.

* * *

– Мөхәммәт менән Илһөйәр ташлашҡандар!

– Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тиҙәр. Дөрөҫ икән.

– Араларынан ел дә үтерлек түгел ине лә баһа!

Ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа күскән был хәбәр Алинаға ла килеп етте. Ишеткәс, шаңҡып ҡалды: ышанырғамы, ышанмаҫҡамы? Үткән тәнәфестә генә күрҙе үҙҙәрен. Эйе, икеһе бергә түгел ине. Мөхәммәт һәр ваҡыттағыса егеттәргә нимәлер һөйләп көлдөрә, Илһөйәр иһә уҡытыусылар бүлмәһенән сығып килә ине. Уны күргәс, Илһөйәрҙең төҫө үҙгәрҙе, сәләмен дә теләр-теләмәҫ алды. «Хәлдәрең нисек?» – тип белешкәс: «Бер көйө», – тине лә класс бүлмәһенә инеп китте. Сырайының бошонҡолоғона әһәмиәт бирмәгәйне Алина, күңелһеҙ хәбәрҙе ишеткәс, уйлана төштө. Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге һиҙгер, Алина ла бер ғилләһен килтереп сығарҙы. «Илһөйәр үҙен ниңә дорфа тотто һуң әле? Әллә?.. – Уның тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. – Әллә егете менән аралары боҙолоуҙа мине ғәйепләйме?!» Ғәйепләһә лә, урынлы. Компьютерын төҙәткәс, шаталаҡланып, Мөхәммәтте үбеп алғайны. Шуны берәйһе Илһөйәрҙең ҡолағына тишкәндер. Эргәлә Фирүзәнән башҡа кеше юҡ ине. Үҙе берәүгә лә һөйләнеп йөрөмәне. Тимәк, Фирүзә! Уның асыҡтан-асыҡ, егетем юҡ, тип зарланғанын, Мөхәммәт кеүек аҫыл егет менән дуҫлашһаң икән ул, тип уфтанғанын иҫенә төшөрҙө, һуңғы осорҙа тегенең үҙен сәйер тотоуын да иҫләп ҡуйҙы.

Фирүзә башта барыһын да кире ҡаҡты. «Уларҙың араһын бутарға башыма тай типкәнме ни?!» – тип кенә ебәрҙе. Кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр килтереп, стенаға терәгәс кенә һынды.

– Егетем булмағанға уларҙан көнләштем шул... Көнләштем... – тине, күҙ йәштәренә быуылып. – Ниңә улайтҡанмындыр, үҙемә-үҙем аптырайым.

Үкһеп илап ебәрмәҫ өсөн ирендәрен ҡымтыған әхирәтен ҡыҙғанманы Алина, уҫалланғандан-уҫалланды. Нисә йыл бергәләр, холҡон белеп бөткән. Уға йүкә сөй ҡағыу ҡыйын, үҙенән яман ҡаты торорға кәрәк. Шулайтһаң ғына еңергә мөмкин.

– Ниндәй этлек ҡылдың? – Алинаның тауышы ҡырыҫ яңғыраны.

Быны көтмәгән Фирүзә, йәш тулы күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, ҡалтырана-ҡалтырана сумкаһынан ҡағыҙ тартып сығарҙы.

«Илһөйәркәйем!

Уртаҡ йәрҙәр һөйөү ялҡытманымы? Мөхәммәтең бигерәк мөхәббәтле, һинән бушаған арала Алинаның күңелен күрә. Ауыҙыңды асып ҡалма.

Һиңә яҡшылыҡ теләүсе.»

Компьютерҙа йыйылған тексты уҡығансы, Фирүзә юҡҡа сыҡҡайны.

«Аһ-аһ! Ул – кеше араһын бутаусы!.. Ну, ҡыҙыҡай, Мөхәммәт менән Илһөйәр алдында теҙ сүгеп ғәфү үтенәсәк көндәрең алда!»

Алина дәрес бөткәнен саҡ көтөп алды. XI «Б»-ларҙа һуңғы дәрес булмаған икән, класс бүлмәләре буш ине. Өйөнә лә ҡайтып тормай, Мөхәммәттәргә китте. Ғәйепһеҙҙән ғәйеп күтәргеһе килмәй ине уның.

Алинаны күргәс, Мөхәммәттең былай ҙа һытыҡ йөҙө тағы ла ҡараңғылана төштө. Ҡыҙ быға әҙер ине, шуға әллә ни иғтибар итмәне.

– Бәлки, бүлмәңә саҡырырһың?

– Эйе-эйе, – тине егет, телен саҡ әйләндереп. – Рәхим ит! Үҙем генә.

Башҡа һүҙ әйтмәне ҡыҙ. Аптыраңҡырап ҡалған егеттең ҡулына ҡағыҙ тотторҙо. Хатты уҡып сыҡҡас, Мөхәммәттең бите бер ағарҙы, бер күгәрҙе.

– Һин... мин... Мин һинең менән... – Егет фекерен туплай алмай интекте. Шунан ҡапыл ҡырыҫланды. – Һин мине шуның өсөн саҡырғайныңмы ни өйөгөҙгә?! Компьютер һылтау ғына булған икән!

– Мөхәммәт, тыныслан! – Егеттең көтмәгәндә туҙына башлауын күреп, ҡыҙ ҡурҡып китте. – Башта мине тыңла.

Ләкин уны тыйып тоторлоҡ түгел ине инде.

– Һағындым! Һинһеҙ йәшәй алмайым! – Егет ҡыҙҙың ҡаршыһына тып итеп килеп баҫты. – Әйтмәһәң дә, ни һөйләреңде белеп торам.

– Ниндәй кирегә бөткән кеше һин, Мөхәммәт! Һүҙ әйтергә лә ирек бирмәйһең. Мине тыңлап бөт. Аҙаҡ теләһә нимә эшләрһең.

Ярһыуы баҫыла төшкән егет ҡыҙҙы бүлдермәй генә тыңланы.

– ...Ошонда ике күҙем сәсрәп һытылып сыҡһын, Илһөйәрҙең ҡулында ла ошо хат.

– Һинеңсә, быны кем яҙған?

– Фирүзәнең беҙгә килгәнен үҙең күрҙең.

Егеттең ҡулындағы хат иҙәнгә төштө.

– Ах, мин – ахмаҡ! Ах, мин – иҫәр! – Башын ике ҡулы менән ҡыҫҡан Мөхәммәт арлы-бирле йөрөндө. – Илһөйәргә ниндәй генә ғәйептәр тағып бөтмәнем! Әлдә үҙенә әйтеп өлгөрмәгәнмен!

Алиналарға китер алдынан өйҙән сыға алмай ыҙаланыуы ҡылт итеп иҫенә төштө. Күңел алдан һиҙенә, тигәндәренә ышанмай ҡара шунан һуң?!

Алина егеттең иңенә ҡағылды.

– Мөхәммәт, кейен! Мине оҙатаһың да, Илһөйәр янына – шагом марш! Интектермә һөйгәнеңде, ул һине көтә.

– Индермәһә?!..

– Индерер, индерер, һөйгәненең ишеген дә астыра алмаған һин ниндәй егет!

– Ну, үҙеңдә баш, Алина! Остом ғына! – Курткаһына үрелгән егет осоноп ҡыҙ янына килде. – Егетлегеңде мәңге онотмам! — Ул көтмәгәндә Алинаны ҡосаҡлап үпте лә ашығып кейенә башланы.

– Ни эшләүең был, Мөхәммәт?! – тине аптырап ҡалған ҡыҙ.

– Шатлығымдан... Рәхмәт йөҙөнән...

Тәүге тапҡыр атҡа атланған малайҙай ҡанатланған Мөхәммәткә ҡарап тороуҙары күңелле ине. Алина уның өсөн ихлас ҡыуанды.

– Илһөйәргә минән сәләм әйт.

– Әйтермен, әйтермен.

* * *

«Һөйөклөм! Мин ҡайттым». Был хәбәрҙе Зәлиә күптән көтә ине. Кеҫә телефоны килтергән яңылыҡ уҡыуҙы онотторҙо. Үҙе дәрестә ултырһа ла, уйҙары менән һөйгәне янында ине. Йәнә ике сәғәт уҡырға. Рифат күптән килгәндер, һөйгәнен көтөп тәҡәте ҡороған егет бер ҡап сигарет тартып бөткәндер. Бакенбардына көн күрһәтмәйҙер, бөртөкләп йолҡалыр. Ҡыҙыҡ ғәҙәте бар уның: тулҡынланһа, һүҙ таба алмай интекһә, бакенбардына йәбешә. Хас та донъяның барлыҡ проблемаларын һаҡалы аша хәл иткән әкиәттәге тылсым эйәһе Хоттабыч ҡарт. Егеттең был ҡылығы башта сәйер күренә ине, һуңынан өйрәнде.

Оҙаҡ, бик оҙаҡ йөрөнө был юлы Рифат Тәҡиуллин. Ул киткәндә ер аҡ юрғанын да ябынып өлгөрмәгәйне, хәҙер урам буйлап ҡар һыуҙары аға, оҙаҡламай Ағиҙел дә ташыр. Йөрәк кенәһе нисек түҙәлер, үҙенең донъяла барлығын белдереп, бер төрлө хәбәр-маҙар ебәрмәне.

 

Өйгә шылтыратырға ярамай икән дә, ти (үҙенән күпкә оло егет менән осрашыуын ата-әсәһе белеп ҡалыуҙан шөрләп, өй телефонын бирмәгәйне), эштән бушаған арала ике-өс һүҙ сыймаҡлап хат яҙырға әллә ни күп ваҡыт та кәрәкмәй, юғиһә. Иҫенә төшөрмәйҙер, күрәһең. Зәлиәнең күңел төбөндә көнсөллөк ҡорто ла үҙен һиҙҙереп ҡуя ҡайһы саҡ. Ваҡытын заяға үткәрмәйҙер, йөрөгән ерендә әллә нисә «Зәлиә»һе барҙыр. Көнө-төнө шулар менән сыуалалыр, эш тип, уның күҙенә төтөн ебәрәлер. Бер нимә лә аңламаған елбәҙәк ҡыҙға һанайҙыр...

Фу, әллә нимәләр уйлап бөттө. Ярата! Яратмаһа, ҡайтып төшөү менән хәбәр ебәрмәҫ ине. Ике сәғәткә түҙ, хәҙер күрешерһегеҙ.

Рифат ҡыҙҙы рауза сәскәләре менән ҡаршыланы. Үҙен ни тиклем генә ҡырыҫ тоторға тырышһа ла (оҙаҡ юғалып торғаны өсөн егеткә үпкәләгән, йәнәһе), Зәлиәнең йөҙө айҙай балҡыны. Класташ ҡыҙҙары күрһә, көнләшеүҙәренән шартлар ине, береһенә лә күҙҙең яуын алырҙай бындай сәскәләрҙе бүләк иткәндәре юҡ. Ә ул гөлләмәне ҡосағына ҡыҫҡан! Рифат сәскәләргә әүрәгән ҡыҙҙы тиҙерәк машинаға әйҙәне. Сөнки мәктәп ишеге шаҡ та шоҡ асылып ябыла ине. Сығыусылар араһында Зәлиәнең һабаҡташтары, уҡытыусылар ҙа барҙыр, күҙҙәренә салынмау хәйерле.

Күп ҡатлы йорттар араһынан сығып, юлға төшкәс, егет ҡыҙҙан:

– Асыҡтыңмы? – тип һораны.

– Эйе, – тип баш ҡаҡты ҡыҙ.

– Бөгөн кафеға инмәйбеҙ, миңә барабыҙ, – тине Рифат, юлдан күҙҙәрен алмайынса. – Ризаһыңмы?

– Эйе.

– Унда шау-шыу, музыка, йүнләп һөйләшеп тә булмай. Өйҙә тыныс, бер кем ҡамасауламай, минең фатирҙы ла күрерһең. Әйтәһе һүҙҙәрем дә күбәйгән.

Рифат асып ингән фатир бер ҙә буйҙаҡтар йәшәгән урынға оҡшамағайны. Таҙа, йылы, бөхтә. Бөтәһе лә үҙ урынында, теләһә ҡайҙа туҙышып ятҡан әйбер күрмәҫһең. Ҡыҙҙың нимәгә иғтибар иткәнен самалап алған егет:

– Күрше апай йыйыштыра, мин туҙҙыра ғына беләм, – тип көлдө.

Плитаға сәйнүк ултыртҡас, ул һыуытҡысты асты:

– Ҡарайыҡ әле, бында ниҙәр бар икән?

Ресторандағы һымаҡ, колбаса менән сырҙы йоҡа ғына итеп телеп, матурлап теҙергә уйлаһа ла, килеп сыҡманы. Ҡыҙ ярҙамлашырға теләгәс, кире ҡаҡты:

– Хужабикә булғас та өлгөрөрһөң, һин – ҡунаҡ, үҙем...

Ҡыҙ ҡолаҡ остарына тиклем ҡыҙарҙы, айт тигәнгә тайт иткәне өсөн йәне көйҙө. Үҙе һағайып егетте күҙәтте: «Бигерәк ипһеҙ тотона». Ысынлап та, тулҡынланыуҙанмы, әллә әҙерҙе генә ашап өйрәнгәнгәме, Рифат албырғаланып әле бер әйбергә тотондо, әле икенсеһенә. Маташа торғас, иҙәнгә тәрилкә төшөрөп ебәрҙе.

– Ашыҡҡан – ашҡа бешкән, – тине ул, уңайһыҙланып. Сәй бешереп, тәрилкәләрҙе өҫтәлгә урынлаштырғас, ҡыҙға өндәште:

– Булды, шикелле, бары менән байрам. Ғәйепләмә. Сәй яһап, ҡунағының алдына ҡуйғас, һыуытҡыстан шампан шешәһе сығарҙы.

– Осрашыу хөрмәтенә берәр фужер күтәрәбеҙме әллә?

– Ауыҙыма ҡапҡан нәмәм түгел. Үҙең генә эс.

– Ҡуна ҡалһаң, эсәм. Ҡалмаһаң, һине илтәһе була бит әле. Эскән килеш руль тоторға ярамай.

– Нимә?! – Зәлиәнең йөҙө кинәт үҙгәрҙе, ҡорт саҡҡандай һикереп торҙо. – Минән һөйәркә яһамаҡсы булаһыңмы?!..

Йәберһенгән ҡыҙҙы саҡ тынысландырҙы Рифат. Тик рәнйеткәне өсөн ғәфү үтенеү башына ла инеп сыҡманы. Ҡылйыуғысланыуын белде.

– Шыңшыуыңды туҡтат. Күршеләр ишетер, – тине, яңынан өҫтәл янына ултырышҡас. – Иҫ китерлек нимә әйттем әле? Бер-береһен яратышҡан кешеләр араһында була торған хәл.

Тамағынан аш үтмәне Зәлиәнең. Көсләп бер сынаяҡ сәй эсте.

– Ниңә ашаманың, һөйөклөм? – Рифат тәрилкәләрҙе уның алдынараҡ күсерҙе.

– Туйҙым, – тине ҡыҙ күңелһеҙ генә.

Залға сыҡҡас, Рифат телевизорҙы ҡабыҙҙы ла, ниҙер иҫенә төшөп, кире һүндерҙе.

– Зәлиә, һиңә бер тәҡдимем бар. Тәҡдим дә түгелдер, бәлки. Үтенес тип тә әйтергә була, – тине ул, ҡулын ҡыҙҙың иңбашына һалып. – Риза булыу, риза булмау – һинең ихтыярыңда, әммә минең әйтеүем ҡиммәт.

Рифат бакенбардынан бер төк йолҡоп алды ла, күҙҙәренә яҡын килтереп ҡарағас, бармағынан тыны менән өрөп төшөрҙө. Хәбәрен нисек башлап ебәрергә белмәй аҙапланыуы ине ул бының.

– Беҙҙең фирма үҙ мәнфәғәттәрен күҙәтеү өсөн сит илдә даими вәкиллек асты. Мине шунда эшкә ебәрәләр. Үҙем менән һине лә алып киткем килә. Әлбиттә, әле үк тимәйем. Уҡыуың бөткәс ҡайтып алырмын. Ата-бабаңдың төшөнә лә инмәгән зиннәтле отелдәрҙә йәшәрһең, ресторандарҙа күңел асырһың. Донъяның атаҡлы модельерҙары теккән кейемдәр генә кейерһең. Илдән илгә сәйәхәт итерһең...

Ҡыҙ ҡыуанысынан ҡосаҡлап алыр, суп та суп үбергә тотонор, тип көткәйне Рифат. Яуабы менән бысаҡһыҙ һуйҙы ла ҡуйҙы.

– Ҡурсаҡ булғым килмәй минең! Уҡығым, һөнәр алғым килә.

Егет уның һүҙҙәрен ҡолаҡ осона ла элмәне.

– Мин ашыҡтырмайым, һөйөклөм. Йәйгә тиклем уйларға ваҡытың бар. Шуны ла белеп ҡуй: уҡыу – ҡатын-ҡыҙ эше түгел, ҡатын-ҡыҙҙың эше – ир-аттың күңелен күреү.

Һағайып ҡалған ҡыҙҙың һыңар керпеге лә һелкенмәне.

– Әйт кенә, һабаҡташ ҡыҙҙарыңдың теләгән береһе бөгөндән эйәреп китәсәк.

Был да ярҙам итмәне. Ҡыҙ бер нөктәгә текәлеп ултыра бирҙе: «Мине иҫәпкә лә алмай. Уныңса булырға тейеш барыһы ла. Тәҡдименә ризалаштым икән дә, ти. Китаптарҙан уҡып белә, сериалдарҙан ҡарап күрә – һөйәркәләрҙең яҙмышы аяныслы. Рифат та уны берҙән-бер көндө ташлап китмәҫ тип, кем ышандыра ала? Кем?!»

Егет иркәләп тә ҡараны, бар оҫталығын һалып, таҫма телләнеп тә маташты – бушҡа ғына. Ҡыҙҙың сырайы яҡтырманы. Балконға сығып, тәмәке тартып ингәндә, ул кейенгәйне.

– Илтеп ҡуй мине. Өйҙә юғалтҡандарҙыр.

Машинаны гаражға ҡуйғанда Рифат салонда алҡалар тапты. Зәлиәгә үҙе бүләк иткән алҡаларҙы...

* * *

Мәктәптә нисек тә түҙә Илһөйәр, өйҙә яңғыҙы ҡалғас ҡыйын бына. Йүгереп йөрөп бүлмәләрҙе йыйыштырған, тәмле-тәмле аштар бешергән ҡыҙҙың ҡулына эш бармай. Дәрестәрен әҙерләргә лә күңеле тартмай. Беренсенән бирле гел «бишле» билдәләренә уҡый кил дә, һуңғы йылда һынат, имеш. Алтын миҙалға дәғүә итеүселәр исемлегендә иң беренсе уның фамилияһы тора ла баһа!

Ҡыҙындағы үҙгәрешкә әсәһе Әнүзә апай ҙа иғтибар итте:

– Ни булды, балам? Һуңғы арала кәйефһеҙ йөрөйһөң.

– Өйгә эште күп бирәләр. Арыйымдыр, – тине Илһөйәр, күҙҙәрен йәшереп.

– Саф һауала күберәк булырға тырыш. Гел генә китапҡа текләп ултырма, – тип кәңәш бирҙе Әнүзә апай.

«Их, әсәй, әсәй! Эсемдә ниндәй ут-дауыл дөрләгәнен белһәң икән! Әйтһәм, ышанмаҫһың, һөйләп, һине лә хафаландырғым килмәй».

Илһөйәр бүлмәһенә инеп бикләнә лә, тубыҡтарын ҡосаҡлап, диванда уйға тала.

«Ике йөҙлө. Мине һиҙмәҫ, иҫәүән бер ҡыҙ, тип уйлай. Алинаны ла «минең яратҡан ҡыҙым» тип иркәләйҙер. Ҡасандан бирле осрашалар икән? Осрашыу өсөн сәбәбен дә табалар бит, ә? Имеш, компьютер төҙәтә. Мәктәптә генә бер-береһен күреп туя алмайҙарҙыр, күрәһең. Етте, күпме ут йотоп йөрөргә мөмкин? Барыһын да йөҙөнә бәреп әйтәм дә ҡабат әйләнеп тә ҡарамайым. Йөрөһөн, ана, Алинаһы менән, үҙенә оҡшағас. Уртаҡ йәрҙәр кәрәкмәй миңә».

Мотлаҡ әйтәм, тип бара мәктәпкә ҡыҙ көн дә. Мөхәммәтте күргәс, теле көрмәлә лә ҡуя. Әллә ниндәй һөйкөмлө һөйәге бар. Бер күрер өсөн зарығып үтерме икән ни көндәре? Ҡулынан килһә, бер генә минутҡа ла янынан ебәрмәҫ ине. Мөмкин түгел, араға яттар ингән! Яттар!!!

Шундай көндәрҙең береһендә ишектәге ҡыңғырау «телгә килде». Илһөйәр бер кемде лә көтмәй ине. Атаһы менән әсәһе эштән ҡайтырға иртә. Торор-торор ҙа китер әле. Ләкин ишектең теге яғындағы кеше ныҡыш ине, төймәгә ҡат-ҡат баҫты.

Мөхәммәтте күргәс, албырғап ҡалды ҡыҙ: «Алина менән асыуланышҡан, хәҙер миңә ярамһаҡланмаҡсы. Тиң күрмәгәс, йөрөмәһен эс бошороп. Баштараҡ уйларға ине, аҡыллы баш! Һуңланың...» Ул арала егет өйгә инеп, ишекте бикләне.

– Кит! Мин һине саҡырманым. Ҡайҙа көтәләр – шунда олаҡ! – Илһөйәр ярһығандан-ярһыны. Егет уның сәбәләнеүенә иғтибар итмәне.

– Бер нәмәне генә асыҡлайым да китермен. Бәйләп ҡуйһаң да, тормам, – тине ҡәтғи тауыш менән.

– Минең һинең менән һөйләшкем килмәй! Ишетәһеңме, килмәй!!!

Ҡыҙҙың былай туҙынғанын күргәне юҡ ине. Һулышы ҡапҡан, сырайы һытыҡ, күҙҙәрен мөлт-мөлт йомғалап ҡуя. Ҡырт боролоп бүлмәһенә йүнәлгәс, Мөхәммәт тә уның артынан ҡалманы.

– Ул әйбер һиндә лә бар, миндә лә бар. Шуны күрһәт!

– Бер нәмә лә аңламайым. – Илһөйәр ҡулдарын күкрәгенә ҡаушарҙы.

– Уны сумкаңа һалғандармы, почта менән килгәндерме – әйтә алмайым. Әммә ул һиндә бар.

Түҙемлеге бөткән егет ҡыҙға дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ һондо. Ҡағыҙ Илһөйәрҙең ҡулын бешерҙе.

– Минең сумкала аҡтарынырға һиңә кем рөхсәт итте? – Ҡыҙ йоторҙай булып Мөхәммәткә тексәйҙе, һорауы егетте мәлйерәп төшөргә мәжбүр итер тип көткәйне, ләкин тегеһенең ҡашы ла йыйырылманы. «Нисә көндәр үҙем менән йөрөткән хат уның ҡулына нисек барып эләккән?» – тигән уй Илһөйәрҙең мейеһен ярып үтте. Сумкаһынан ошондай уҡ хатты килтереп сығарғас, аптырап, бер Мөхәммәткә ҡараны, бер ҡулындағы ҡағыҙҙы әйләндерҙе. Аңы томаланғандай итте. Егеттең тауышы әллә ҡайҙан алыҫтан килгәндәй тойолдо.

– Һиңә «яҡшылыҡ теләүсе»нең кем икәнлеген беләһеңме? – Мөхәммәт ҡыҙҙың эйәген күтәреп, күҙҙәренә баҡты, һағыш, юҡһыныу, өмөт – барыһын да үҙенә һыйҙырғайны күңелгә яҡын был күҙҙәр. – Фирүзә!

Илһөйәргә хатты кемдең яҙыуы ул ҡәҙәр әһәмиәтле түгел ине инде, күңеленә ятҡаны, йәне теләгәне – янында! Ул һулҡылдап егеттең күкрәгенә ҡапланды. Мөхәммәт уның иңбаштарынан ҡосто.

– Хатты алғас та ниңә миңә күрһәтмәнең?

– Ғәрләндем...

Илһөйәр, башын күтәреп, ҡәҙерле кешеһенә күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап алды, әммә егеткә ошоһо ла еткәйне, сәстәренән иркәләне, йәш тулы күҙҙәренән үпте.

– Онотайыҡ барыһын да.

– Яңынан бындай көндәрҙе кисерергә яҙмаһын.

Араларындағы ҡая ишелеп төшкәс, икеһенә лә еңел булып китте. Түҙмәне егет, ҡыҙҙы йәнә ҡосағына алды, биленән күтәреп зыр әйләндерҙе. Илһөйәр сәбәләнде:

– Төшөр, башым әйләнә! – Үҙе иркәләнеп ҡуш ҡуллап егеттең күкрәген төйҙө.

Мөхәммәт ҡыҙҙы иҙәнгә баҫтырҙы.

– Шырпы килтер әле.

– Ниңә?

– Хәҙер күрерһең.

Лоджияға сыҡтылар. Егет үҙҙәрен төн йоҡоларынан яҙҙырған, ғазаптарға һалған теге ике ҡағыҙға ут төрттө. «Шул кәрәк һеҙгә!» Илһөйәр уттан күҙҙәрен алманы. Артабан да яуызлыҡ ҡылырға ниәттәре бар инеме, янырға теләмәгәндәй, ҡағыҙҙар башта төтәне, шунан ялҡын ялмап алды. Мөхәммәт тәҙрәне асты. Дөрләп янған ҡағыҙҙар икегә айырылды, ергә төшөп етмәҫ борон янып бөтөп, юҡҡа сыҡты...

Эпилог

Диссертация яҡлағас, ҡотлаусылар күп булды Кәримә Усман ҡыҙын. Шатлығын уҡыусылары ла уртаҡлашыр тип һис тә уйламағайны. Кемдәр бит әле, XI «Б»-лар! Класс етәкселәрен бер һөйөндөргән, бер көйөндөргән XI «Б»-лар!

Ҡайтырға йыйынып ҡына йөрөй ине, бүлмәгә кәрзин-кәрзин сәскә тотҡан кешеләр килеп тулды. Башта танымай торҙо үҙҙәрен. Нығынғандар, олпатланғандар. Дәрестә ултыралар тиерһең, йөҙҙәре етди.

Элекке һабаҡташтар, тәүге тапҡыр күргәндәй, Кәримә Усман ҡыҙынан күҙҙәрен алманы. Уҡытыусылары үҙгәрмәгән дә, үҙгәргән дә кеүек. Шул уҡ алсаҡ йөҙ, мөләйем ҡараш.

Кәримә Усман ҡыҙы алдында класс журналы ятмаһа ла, һис бер яңылышыуһыҙ уҡыусыларын барлап сыҡты.

– Иҡбаев Мөхәммәт!

– Мин!

– Пародияларың оҡшай. Телевизорҙан рәхәтләнеп ҡарайым. Концертыңа саҡырыр инең. Сәхнәгә сығып, бөтә ғәм алдында уҡыусым тип маҡтанғым, сәскәләр бүләк иткем килә.

– Мотлаҡ саҡырырмын.

– Килсенбаева Илһөйәр!

– Кәримә Усмановна, мин фамилиямды үҙгәрттем. Иҡбаева мин хәҙер.

– Ҡотлайым! Ысын күңелдән ҡолайым! Ниңә туйға саҡырманығыҙ?

– Онотҡанбыҙ... Бәпәй туйына килерһегеҙ.

– Мәжитова Фирүзә!

– Ул – дауаханала. Әсә булырға йыйына. Икенсегә.

– Арағыҙҙа ниңәлер Әбделмәнов Вәсил күренмәй.

– Университетты тамамлағандан һуң сит илдә стажировка үтә. Ҡотларға, сәләм әйтергә ҡушты.

– Мәжитова Зәлиә!

– Ғилми-тикшеренеү институтында фәнни хеҙмәткәр булып эшләйем.

Уҡытыусы мәктәп йылдарындағы һымаҡ үҙенә һынап ҡарағандай тойолдо Зәлиәгә. Уны нимә ҡыҙыҡһындырғанын күңеле менән тойҙо ул. Рифат Тәҡиуллин менән ҡабат осрашманы. Вәсил... Ул да яңғыҙ... Зәлиә лә...

– Һеҙҙең өсөн ҡыуанып бөтә алмайым, – тине Кәримә Усман ҡыҙы. Ҡулдары уҡыусылары килтергән сәскәләрҙе һаҡ ҡына һыйпаны. – XI «Б» класы — был мәктәптә минең иң тәүге сығарылыш. Шуғалырмы, һис иҫемдән сыҡмайһығыҙ, һеҙгә дәрес биргән саҡтарымды һағынам... Шуҡлыҡтарығыҙ ҙа онотолмаған... Ҡулығыҙға аттестат тотторғансы борсолоуҙарым... Хәҙер һеҙҙең өсөн күңелем тыныс. Уҡыусыларының тормошта үҙ урынын табыуын белеүҙән дә ҙур шатлыҡ юҡ икән уҡытыусыға, һеҙҙең менән осрашҡас, шуны аңланым.

– Үҙегеҙгә рәхмәт, Кәримә Усмановна! Диссертацияны уңышлы яҡлауығыҙ менән тағы ла бер тапҡыр ҡотлайбыҙ! – тине элекке һабаҡташтар, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә. – Беҙгә нисек түҙгәнһегеҙҙер, әле килеп аптырайбыҙ. Рәнйеткән булһаҡ, түбәнселек менән ғәфү үтенәбеҙ.

– Белем биргән мәктәбегеҙҙе онотмағыҙ, ошолай килеп йөрөгөҙ, – тине күҙҙәре йәшләнгән уҡытыусы.

2006

Факил МЫРҘАҠАЕВ.

Читайте нас: