Алтын тауыҡ (хикәйә)

- Рәхим итегеҙ, - тине ул, колхоз председателенә ҡағыҙ һуҙып. - Һуңғы ун биш көн эсендә кладовойҙан алынған аҙыҡ-түлек иҫәбе һәм хаҡы бөтәһе лә ошонда яҙылған. - Туғыҙ йөҙ ете һум туҡһан ете тинлек тауыҡ? Был ниндәй алйотлоҡ? Кем уйлап сығарҙы? - Ул аптырап дуҫ ҡунағы Садрыйға ҡараны… Садрый ни өсөндер ирендәрен ҡымтып ҡына йылмайып ултыра ине. Бына Садрый иптәш Кәбиров менән беҙ иҫәпләп сығарҙыҡ, - тине бухгалтер.

Алтын тауыҡ (хикәйә)Алтын тауыҡ (хикәйә)
Алтын тауыҡ (хикәйә)

Ҡолхоз председателе Шәйхетдин Мирғәлиевкә ҡаланан ҡунаҡ килеп төштө. Ниндәй ҡунаҡ бит әле: йәштән үк бергә уҡыған, бергә эшләгән йән дуҫы Садрый Кәбиров! Уларҙың дүрт йыл буйы, Мирғәлиев ошо «Яҡты юл» колхозына килгәндән бирле, осрашҡандары юҡ ине. Ҡунаҡ һәйбәт саҡта килде: колхоз өсөн иң яуаплы эш - ашлыҡ йыйыу эше -- хәҙер тамамланған инде. Хужа дуҫ ҡунағына бының өсөн дә эстән рәхмәт әйтеп ҡуйҙы. Аҡыллы кеше шул, донъяның рәтен белә. Юҡҡа ғына министерствола баш бухгалтер булып ултырмай икән. Ә башҡаларға ҡара һин! Йәйҙең янып торған осоро. Ҡыҙыу эш. Ҡырҡҡа ярылырҙай булып, етешә алмай йөрөйһөң. Ә уларҙа ял ҡайғыһы. Берәүһе, имештер, һиңә ҡоҙа, икенсеһе - әлмөсаҡтан юллап үҙенең туғанлығын күрһәтә, өсөнсөһө - һинең менән ҡайҙалыр кәңәшмәлә осрашҡан- йәнәһе таныш… Иллә шыма ҡойроҡ халыҡ та инде! Нисек бит әле. Колхозға килгәс, Шәйхетдин абзый, тип өҙөлөп кенә торалар. Ә Өфөлә күрһәң, сәләм да бирмәй, ҡырын ҡарап ҡына уҙалар. Бына бит ул ниндәй ҡоҙалар. Быйыл шулай ҙа Шәйхстдин абзаң үҙҙәрен ултыртты булһа кәрәк. Ҡоҙаларға колхоз тауыҡтарын егермешәр һум менән һыйланы. Алалар бит әле, шыма ҡойроҡтар. Аҡса күп шул, бай халыҡ. Юҡ, һеҙ хата уйламағыҙ тағы. Колхозға ял итергә килеүҙәренә асыуланмай ул Шәйхетдин. Килә бирһендәр әйҙә. Колхоз ауылы хәҙер гөл баҡсаһы бит. Тәбиғәте тиһән - Ҡырымыңа алыштырғыһыҙ. Байлыҡ бар. Ял итә бирһендәр, сыныға бирһендәр әйҙә. Уның тик колхоз кәрәк булғас ҡына, ҡоҙа ҡоҙағыйлыҡ, туған тумасалыҡ эҙләүселәргә асыуы килә.

Улар менән сағыштырғанда, Садрый дуҫының ҡәҙере тағы ла күтәрелеберәк китте. Үҙен һәйбәтләп, ҡәҙерләп ҡунаҡ итергә кәрәк. Шәйхетдин етәкселек иткән колхозды күрһен, белһен Садрый дуҫ. Зур кеше, исмаһам, ҡайтҡас маҡтап һөйләп йөрөр.

Ошондай өмөтөн алдына ҡуйып һәм ихтирам итеп, председатель ҙур урындағы бухгалтер дуҫын колхоз эше менән таныштырҙы.

Иң башта ул дуҫына иген келәттәрен күрһәтте. Бында инде: «Аласаҡбыҙ, буласаҡ, эшләнәсәк», тип вәғәҙә менән һыйлайһы юҡ: байлыҡ күҙгә бәрелеп күренеп тора. Арышы һәм бойҙайы ла, һолоһо һәм тарыһы ла күҙ алдында. Эйе, колхоз ашлыҡты яҡшы үҫтергән.

- Дәүләткә тейешлеһе һатылған. Ул яҡтан тулы тәртип, - тип Шәйхетдин ҡунағын тынысландырып ҡуйҙы. Орлоҡҡа ҡалдырылыуын да, хеҙмәт көндәренә күпме биреләсәген дә анлатты.

Нимә тиһен инде ҡунаҡ? Эш һәйбәт. Күп көс һалынған. Маҡтаны, әлбиттә.

Фермалар менән таныштылар.

- Әйтергә кәрәк: һөт өсөн, май өсөн көрәш енел булманы, - тип аңлатты хужа. - Башта һәр бер һыйырҙың ҡойроғона тағылып йөрөнөк, тиһәк тә хата булмаҫ. Ә хәҙер ҡәнәғәтбеҙ. Һәр һыйырҙан өс мең ярым литр. Дөрөҫ… юғарыға ҡарап фекер ит, тигән һүҙ бар. Фекер итәбеҙ, әлбиттә. Ләкин, түбәнгә ҡарап шөкөр ит, тигәнен дә онотмайбыҙ.

- Һәйбәт, - тине ҡунаҡ, бында ла маҡтаны. Хужа ҡунағын ҡошсолоҡ фермаһына алып барҙы. Һи-и-и, бына ҡайҙа тынғыһыҙ донъя! Һыйыр менән быҙау тигәнең «ҡырт-ҡырт» килеп үлән ҡайсылауын ғына белә ине. Ә бында! Ҡытҡылдаш та кикрикүк, ҡытҡылдаш та кикрикүк!

- Күңелле концерт, - тип көлдө ҡунаҡ.

- Күңелле, күңелле, - тип риза булды хужа ла. - Ләкин ҡарап тороу өсөн генә күңелле. Асылына килгәндә, шайтан нәмә икән был тауыҡ тигәнең. Йомортҡа һалдырып булмай. Ашатаһың, һыйлайһың, тәрбиәләйһең - һалмай ҙа ҡуя. - Шәйхетдин түш ҡайҡайтып, пыр туҙып һуғышып йөрөгән һалпы кикриктәргә күрһәтте.

- Тауыҡ тип тәрбиәләгән себешең әтәс булып сыға. Күберәген иткә ебәрәбеҙ.

-Уныһы ла кәрәк, - тип хупланы ҡунаҡ. - Тауыҡ ите тауыҡ ите инде ул. Унан бер ҡайҙа ла баш тартмайҙар.

- Кәрәген кәрәк тә бит… Әтәс -- әтәс инде ул…

Хужаның ҡунаҡ алдында маҡтанырлыҡ тағы бер эше бар ине әле. Уныһын ул юрый иң аҙаҡҡа ҡалдырҙы. Эш шунда тора: колхозға килеү менән Шәйхетдин иҫәп-хисап эшенә, бухгалтерия эшенә бик ныҡ иғтибар бирҙе. Һәр нәмәгә үҙе ҡыҫылды, һәр нәмәне үҙе тикшерҙе, үҙе иҫәп алып барҙы. Мәсьәлә ышанмауҙа түгел, бухгалтерияға ышана ул. Ләкин, иҫәп-хисап эше буталдымы - бөтә нәмә лә буталды, тигән һүҙ. Ҡайҙа нәмә барлығын, ҡайҙа нәмә эшләнеүен хужа кеше белеп торорға тейеш. Был - закон. Шуға күрә лә иҫәп-хисап эшен өлгө булырлыҡ итеп ҡуйҙы. Бына хәҙер Шәйхетдин абзаң был эше менән дуҫы алдында, министерствоның баш бухгалтере алдында, маҡтана ала инде.

Ҡунаҡ ҡараны, танышты, күрҙе: ысынлап та, бөтә нәмә ялт итеп тора. Ни тиһен инде? Ул дуҫының был эшен дә маҡтаны, Хужаның өмөтө хәҙер ысынлап та үтәләсәк: ҡунаҡ ҡайтыр һәм дуҫының эшен маҡтап-маҡтап һөйләр. Ә министерствоның баш бухгалтеренән маҡталыу һәр кемгә эләкмәй ул…

Ҡунаҡ -- ҡунаҡ бит әле. Ул колхоз эшен тикшерергә килмәгән. Уға ихтирам кәрәк, уға һый-хөрмәт кәрәк. Шуны иҫкә алып, колхоз председателе ҡунағгын һый-хөрмәт итә башланы.

Их, көҙгө байлыҡка ни етә! Йәнеңә ни кәрәк - бөтәһе лә бар: теләйһең икән - бал да май, теләйһең икән ит тә мит - бөтәһенән дә ауыҙ ит. Ҡайнап торған эш осоро түгел, хужа үҙе лә ҡунағының күңелен асырға ваҡыт таба.

Шәйхетдин Садрый дуҫының: «Тауыҡ ите - тауыҡ ите инде ул, тигән һүҙен дә онотманы. Колхоз кладовщиген саҡырып алды ла: «Еңгәң һорағанда, тауыҡты йәлләмә»,- тип күрһәтмә бирҙе. Күҙ ҡыҫып ҡына: «Әлбиттә, ял итергә килеүсе ҡоҙаларға һатҡан хаҡ менән иҫәпләмәҫһең. Предселатель кешегә үҙ хаҡы менән иҫәпләрһең», - тип иҫкәртеп тә ҡуйҙы.

Шулай итеп, бухгалтер Садрый председатель дуҫында һәйбәт ҡунаҡ булды, һәм ике аҙна ваҡыт һиҙҙермәйенсә үтеп тә китте. Бына хәҙер ҡунаҡты оҙатырға кәрәк. Шәйхетдин, боронғо йола буйынса, дуҫына юлға мул ғына күстәнәс әҙерләргә ҡушты. Яҡшы кешегә йәлме ни, исмаһам, бер маҡтап һөйләр.

Шул ниәт менән председатель бухгалтерияға хеҙмәт хаҡы алырға инде. Касса янына барҙы, ведомосте һораны. Кассир ведомость менән бергә «приходной ордер» ҙа тотторҙо. Хужа ордергә ҡараны ла бер нәмә лә аңламаны:

- Нәмә был? Ниндәй бурыс? Ҡайҙан килгән 1367 һум 56 тин! - тип һораны ул һәм бухгалтерияла ултырған Садрый дуҫына ҡарап алды ла шым гына: -- Әллә төшөрөп килдеңме? - тип кассиргә күҙҙәре менән генә шелтә яһап ҡуйҙы. Һүҙгә колхоз бухгалтере лә ҡушылды.

- Рәхим итегеҙ, - тине ул, колхоз председателенә ҡағыҙ һуҙып. - Һуңғы ун биш көн эсендә кладовойҙан алынған аҙыҡ-түлек иҫәбе һәм хаҡы бөтәһе лә ошонда яҙылған.

- Туғыҙ йөҙ ете һум туҡһан ете тинлек тауыҡ? Был ниндәй алйотлоҡ? Кем уйлап сығарҙы? - Ул аптырап дуҫ ҡунағы Садрыйға ҡараны… Садрый ни өсөндер ирендәрен ҡымтып ҡына йылмайып ултыра ине. Бына Садрый иптәш Кәбиров менән беҙ иҫәпләп сығарҙыҡ, - тине бухгалтер.

Председатель тағы ла ҡунағына ҡараны. Садрый ҡулбаштарын күтәреп куйҙы ла:

- Үҙегеҙ ҡушҡанһығыҙ бит, - тине. - Кладовщиккә әйткәнһегеҙ: миңә тауыҡты үҙ хаҡына һатығыҙ, тигәнһегеҙ. Үҙ хаҡы шулай килеп сыға. Был ни хәл? Шаярыумы, көлөүме был?

Артабан халыҡ алдында һөйләшеү ҡыйын ине, улар Садрый менән икәүләп кабинеткә инделәр. Садрый председатель дуҫына бөтәһен дә аңлатып бирҙе:

- Мине гәфү ит, - тине, - мин ҡунаҡ ҡына булып ята алманым. Беләһең, бухгалтер кешенең ҡулы ҡысып тора. Мин дә һеҙ эшләп сығарған байлыҡтың үҙҡиммәте менән ҡыҙыҡһындым. Бына шулай килеп сыға: бында тауыҡтарға ашатылған бөтә нәмә лә иҫәпләнгән: көнбағышы ла, бойҙайы ла, ите лә, башҡаһы ла. Күпме хеҙмәт һалынған улары ла иҫәпләнгән. Һүҙем юҡ: иҫәп-хисап эшен яҡшы ҡуйғанһығыҙ. Был бик ярҙам итте. Ләкин күпме хеҙмәт түгелә - уға иғтибар итмәйһегеҙ. Тауыҡ итенең килограмы 53 һум 11 тин.

- Ни бысағыма алдым мин ул тауыҡты, - тип ҡыҙып китте колхоз председателе. - Хәҙер үк үҙ тауыҡтарымды һуйҙырам да кире ҡайтарам. 15 тауығың уҙа барһа 150 һум.

- Шуның менән эш тә бөттөмө? - тип һораны Садрый. - Һинеке йөҙ илле һум, ә колхоздыҡы ни өсөн туғыҙ йөҙ ете һум һуң? Был һине борсомаймы? - тип һораны Садрый.

Был һорау председателдең башына таяҡ менән килтереп һуҡҡан кеүек булды.

- Ни эшләп һуң беҙ уға иғтибар итмәгәнбеҙ? Ресторан хаҡы бит! -- тине ул асынып.

- Һин өйөңдәге тауыҡ кетәген ҡарағаның бармы? - тип һораны Садрый председатель дуҫынан.

- Юҡ.

- Ҡара әле һин, ҡыҙыҡһын. Тауыҡҡа ни кәрәген бисәң һинән яҡшыраҡ белә бит.

- Аңламайым. Элек минең әсәйҙең тауыҡтары сүплек башында тибенеп тә туя торғайнылар. Ә былар? Дөгө бутҡаһы ашатырга түгелдер бит инде?

- Ашатма. Әйтәм бит, үҙ тауыҡтарыңды ҡара. Унда электр ҙә индерелгән, тәҙрә лә ҡуйылған. Ә ферма тауыҡтары нисек йәшәй? Ҡараңғы мунсаға биклән ҡуйғанһығыҙ бит. Хужа башын баҫып, аптырап, уйға ҡалып ултырҙы:

-Ун биш тауыҡ туғыҙ йөҙ һум. Алтын тауыҡмы ни? Ә мин, шыма ҡойроҡтарҙы алданым, тигән булам. Әҙәм мәсхәрәһе.

Ҡунаҡ, ғәфү үтенгән һымаҡ, тыйнаҡ ҡына йылмайҙы ла, Шәйхетдин эргәһенә яҡын уҡ барып:

- Эйе, мин һиңә бик ҡыйбатҡа төштөм,- тип ҡуйҙы.

- Зарар юҡ, - тип көрһөндө хужа. - Миңә ҡыйбатҡа төшһәң дә, колхозға файҙа ғына яһаның. Күҙем асылды. Хәҙер эште шунан башлап ебәрергә кәрәк…

1957

Шәкир НАСЫРОВ

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас