ПАР АЛМА

Хикәйә

ПАР АЛМАПАР АЛМА
ПАР АЛМА

ХИКӘЙӘНЕҢ БАШЫ ОШОНДА

ххх

Иренең күптәнән бәйләнешкә сыҡмауына Рәйлә аптырауҙан нимә эшләргә лә белмәне. Иҫән генә йөрөһөн инде. Ә бер көндө, таңға табан уны төшөндә күреп,  тертләп уянып китте. Һыу ашаһында, Рәйләгә нимәлер тип ҡысҡыра. Ә ул ишетмәй. Ярҙам һораған кеүек.

“Бер нәмә лә ишетмәйем, был яҡ ярға сыҡ“– тип ул күпер яғына ишаралай. Тегеһе иһә аяғына күрһәтеп, урынынан ҡуҙғала алмай тик тора.

Хәйерлегә була күрһен инде, тип бисмилла итеп, ян-яғына төкөрөп, ҡабат ятып ҡарағайны ла, ҡайҙа инде, йоҡоһо бөтөнләй ҡасты ла ҡуйҙы. Йөрәге ҡыҫып-ҡыҫып алды. Нимәлер булған иренә. Ниндәй ярҙам кәрәк икән?  Ул урынынан тороп ултырҙы. Өй ҙә һыуынып киткән. Мейесенә ут яғып, сәй ҡуйып ебәрҙе. Телевизорын ҡабыҙып ҡарағайны ла йүнле бер нәмә лә булмағас, кире һүндерҙе. Иренә шылтыратып ҡарарға уйланы ла, сәғәткә ҡарап, кире булды. Иртәрәк икән.

Сәй эсеп алыуға көн дә яҡтырҙы.  Рәйлә, ғәҙәтенсә,  тәҙрә яңағына килеп һөйәлде. Ярата ул ауылдың уянғанын шулай ҡарап торорға. Бына-бына һелкетә баҫып ире ҡайтып керер төҫлө. Их, шулай ғына булһасы. Тора торғас кинәт кенә күҙҙәре ҡарт алмағасҡа төштө. Нимә күрһен! Аҫтараҡ бер ботаҡта ҡыҙарып бешкән алма эленеп тора түгелме? Әллә күҙенә генә күренәме? Ҡатын донъяһын онотоп, кофтаһын ғына эләктерҙе лә тышҡа сығып йүгерҙе.  Эйе, ысынлап та алма шул. Япраҡтар араһынан күренмәй торған, күрәһең.  Үрелеп кенә алырға уйлағайны, буйы етмәне. Таяҡ менән һуғып төшөрһә, йәнселер тип, бер бүкәнде тәгәрләтеп килтерҙе лә шуға баҫып ипләп кенә өҙөп алды. Әллә нимә тапҡандай ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫты. Илдусының ҡайтыуына һаҡлаясаҡ. Шуны иренең нисек ашағыһы килгәйне.  Их, парлы булһалар икән, тигән уй мейеһен ярып үтте шул саҡ. Ярай, быныһы ла яраған. Хәҙер үк сироп яһап, бәләкәй банкаға компот итеп ябайым. Хужаһының ҡайтҡанын көтөп ултырһын. Ашар ризығы кешене тарта, тиҙәр бит.  

Иртәнге шул кәйефе көн буйына етте лә ҡуйҙы ҡатындың. Күңелендә ниндәйҙер өмөт сатҡылары уянды. Ә кискә табан ире шылтыратты. Бына бит, шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ. Күпме һөйләшмәй торғандан һуң...

–Нишләп улай оҙаҡ хәбәрең булманы ул? – тип телефонын ҡулына алғас та илап ебәрҙе. – Әллә нимәләр уйлап бөттөм бит.

–Ярай, тыныслан. Барыһы ла яҡшы, бәйләнеш булманы. Әле госпиталдәмен.

–Гопиталдә?  Нимә булды?

–Яраландым.

–Хәлең нисек һуң? Мин иртәгә үк юлға сығам. Ниндәй госпиталдәһең?

–Әлегә килергә кәрәкмәй. Операция яһарға тейештәр. Шунан ҡарарбыҙ.

–Уй-й, яраң шулай ауырмы ни?

–Нормально, улай өтәләнмә әле, тыныс ҡына була  торғайның даһа. –Тубыҡтан аяғын киҫеүҙәре тураһында Илдус ләм-мим өндәшмәне. Былай ҙа тоҡанып китергә генә тора ҡатыны, ҡайтҡас барыһын да күрер. Юғиһә, хыялый буласаҡ.

Рәйлә тағы билдәһеҙлектә ҡалды. Донъяла шунан да ҡыйынырағы юҡ икән. Иренең янына барырға ярамай. Госпиталдән ҡасан төҙәлеп сығыры билдәһеҙ. Ә унан һуң йәнә һуғышҡа алып китһәләр? Бер нәмәгә ҡарамай әллә сығырға ла китергәме? Ауыр ваҡытында янында булыр ине, исмаһам. Өтәләнмә, ти ишеү. Тыныс булырың бында.

 Ярай, йөрөмә тигәс, бармай торайым әле. Шулай кәрәктер. Уның ҡарауы, хәҙер ире менән көн дә һөйләшеп, хәлдәрен белешеп торалар. Барыбер күңелгә тынысыраҡ. Кәйефе лә күтәренке. Йорт, баҡса тирәһен тәртипкә килтерҙе.  Ҡарт алмағас янына еткәс,  уны яратып һыйпап алды. Ҡышты матур ғына сығырға яҙһын, бирешмә йәме, тип шыбырлап, ҡарашын алмағастың осона йүнәлтте.  Үҙҙәре менән бергә ул да ҡартайҙы. Уңышты ла әҙ бирә хәҙер, ләкин тәме үҙенекенә башҡа, бигерәк татлы.

Инде боролоп китәйем тигәндә генә Рәйләне нимәлер әйләнеп ҡарарға мәжбүр итте. Ул үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Иң өҫкө ботаҡтарҙың береһендә тағы ла бер алма эленеп тора! Бына был, исмаһам, мөғжизә! Теге ваҡыт  икәү булмағанға бер аҙ хафаланып  ҡуйғайны. Эй, Тәңрем рәхмәт. Былай булғас, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Күңеленән шулай юраны ҡатын. Тик нисек итеп был алманы  өҙөп алырға?  Бигерәк өҫтә бит. Ул ипләп кенә алмағасты һелкетеп ҡараны. Әҙерәк мәшәҡәтләнгәс,  ҡәҙерле емеш тып итеп  ергә килеп төштө. Саҡ ҡына ҡарая башлаған икән... Рәйләнең йөрәге тағы ла сәнсеп ҡуйҙы. Ҡарая башлаған шул. Ярай, был тимгә тиклем шулай торғас та һәйбәт инде.  Боҙолған урындарын киҫеп алып, тегеһе һымаҡ ябып ҡуйһа, бер нәмә лә булмаҫ.

ххх

Илдус госпиталдә оҙаҡ ятты. Рәйләнең бер ваҡытта ла телефонын алмайынса  йөрөгәне юҡ ине. Был юлы әллә нимә уйлап өйҙә ҡалдырып сыҡҡансы. Ире әллә нисә тапҡыр шылтыратҡан, ә ул тышта йөрөп ҡалған.  Алыусы булмағас, СМС-хәбәр  ебәргән. “Көт. Беҙ Азат менән юлға сыҡтыҡ, иртәгә өйҙә булабыҙ”, –тигән.

Нисек Азат менән? Ә мин нишләп бер нәмә лә белмәйем. Ҡабаттан шалтыратып ҡарағайны, бәйләнеш  булманы. Эй, йүнһеҙ, ишетмәй ҡалған бит. Ҡайтып киләләр...Ҡыуаныслы хәбәрҙән Рәйлә бер аҙ шаңҡып ултырҙы. Азат  ни эшләп бер нәмә лә әйтмәне икән? Шунда: “Әсәй, мин атайым янына киттем, алып ҡайтам”,– тип кенә яҙып ебәр инде. Юҡ, әйтмәй-нитмәй сыҡ та кит. Мин әҙерләнер инем, исмаһам. Бергә барып алып ҡайтһаҡ та булыр ине. Йә, ярай, шундай матур көндө боҙоп, үпкәләп ултырмайым әле. Юлда йонсоп йөрөмәһен, тигәндәрҙер. Ары һуғылып, бире бәрелеп йөрөнө лә, аш-һыу яғын ҡайғыртырға тотондо. Матур итер әҙерләнергә кәрәк.

Улының машинаһы килеп туҡтауға, ике күҙен тәҙрәнән алмай көткән Рәйлә уларға ҡаршы йүгереп сыҡты. Кәстел таяҡтарына таянып, һыңар аяғында ғына баҫып торған ирен күреп, башта  туҡтап ҡалды. Һыңар аяҡта ғына... Ҡайһылай ныҡ бирешкән, ябыҡҡан... Ул үҙен тиҙ генә ҡулға алып,  иренә ҡаршы атланы. Барып күкрәгенә һыйынғас ҡына үкһеп илап ебәрҙе. Иҫәнһең, Аллаға шөкөр.

–Аллаға шөкөр, әсәһе, был көндәрҙе лә күрәһем бар икән, – тип Илдус ҡатынының сәстәренән һыйпап, күкрәгенә  ҡыҫты. Һине борсомаҫ өсөн алдан бер нимә лә әйтмәй торҙоҡ. Үпкәләмә инде, йәме. Азат та, кейәү ҙә яныма бер нисә тапҡыр килеп киттеләр. Үҙем һиңә һөйләмәй торорға ҡуштым.

–Ярай, ярай, барыһы ла артта инде хәҙер.

Яңы йыл алдынан ғына ҡайтып төштө Илдус. Бар халыҡ байрамға әҙерләнә. Рәйлә лә ире ҡайтыу хөрмәтенә туғандарын йыйып алырға булды. Яңы йылды бергәләп ҡаршыларҙар. Матур итеп табын әҙерләне. Ейәндәрен алып, балалары ҡайтты.  Шәп итеп Яңы йылды ҡаршыланылар. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Күберәк Илдусты тыңланылар. Иҫән-һау ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алманылар.

Төн уртаһында ҡунаҡтарҙы оҙатып, өйгә кергәс, Рәйлә кинәт кенә  юҡ булып торҙо.  Ә бер аҙҙан ике ҡулына бәләкәйерәк ике банка тотоп килеп инде. Уларҙы ҡәҙерләп кенә өҫтәлгә ҡуйҙы ла тын ҡалды.  Быны күреп ире аптырап уға ҡараны.

–Берәй тәмлекәсеңде онотоп ултыртмай ҡалдырғанһыңмы әллә, кәләш?

–Онотманым, быныһы икебеҙ генә ултырып  ашай торған ризыҡ. –Рәйлә банкаларҙы ҡулында өйрөлтөп алды. Нимә тип уйлайһың?

–Алма киҫәктәре шикелле. Компотҡа оҡшаған.

–Дөрөҫ. Ә ниндәй алманан?

–Әллә үҙебеҙҙекеләр? – Илдус урынынан ҡуҙғала биреп, ҡатынына төбәлде.

–Үҙебеҙҙекеләр шул...  Ҡарт алмағастыҡы... Ике генә бөртөк алмаһы булды. Һинең бәхетеңә. Ҡайтыуыңды көттөләр. Шул алмаларҙы күргәс, нисек ҡыуанғанымды белһәң икән! Күңелгә  өмөт, ышаныс биреп,  нисек йәнде йылытып ултырыуҙарын үҙем генә беләм. Эсем бошҡанда баҙға төшә һалып, ҡарап-ҡарап алам,  ярылып-фәлән ҡуймаһын, тип аяп ҡына торҙом үҙҙәрен.  Һинең шуларҙы ауыҙ итә  алмай киткәнеңә ныҡ эсең бошҡайны. Аллаға шөкөр, бына, юрағаным юш килде. Үҙең ҡайтҡас, икәүләп ултырып ашарбыҙ, тинем.

–Береһен генә асайыҡ. Беҙгә етә ул.

–Юҡ инде. Парлы булғас, парлы булһын. Икеһен дә асабыҙ. – Рәйлә ике банканы ла асып, алма киҫәктәрен матур гәлсәр һауытҡа ауҙарҙы. Бер киҫәген алып иренә һондо, икенсеһен – үҙенә.  

–М-м-м, шул тәме. Рәхмәт, Рәйләкәйем. Һинең шулай көтөүең миңә көс биргәндер ҙә.  Киткән егеттәребеҙҙең һәр береһен ана шулай көтөп торған ризығы тартып торһон, иҫән-имен ҡайтһындар, яҡындарының өмөттәре һүнмәһен.

–Амин, шулай ғына була күрһен.

–Илебеҙгә тыныслыҡ килер, Алла бирһа. Көтөргә күп ҡалманы инде. Ә мин  киләсәктә үҙебеҙҙең ауылды ап-аҡ алма баҡсаһына әйләндергем килә. Бының өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын. Ә һин миңә ярҙам итерһең. Күп итеп шуларҙы ултыртайыҡ әле.  Яҙғыһын тирә-яҡ ап-аҡ сәскәләргә күмелеп ултырһын. Килештекме?

–Килештек.

Хәлиҙә Чембарисова.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас