ЯҘМЫШ БҮЛӘГЕ (хикәйә)

Тегеһе сәбәләнеп ҡаршылашырға ла уйламаны, егеттең муйынына һарылды. Өй ишеге шығырлауға ғына айнып киттеләр ҙә, бер-береһенең ҡосағынан ысҡынырға мәжбүр булдылар. Хистәрҙең ысынлап та уртаҡ булыуынан, үҙенең дә ҡоҙасаға оҡшауын аңлауҙан йәш ҡоҙаның башы әйләнде. Тегеһенең ире шунда йөрөүе, теләһә ҡайһы мәлдә низағ башланыу ҡурҡынысы, икеһенең дә ҡыл күпер өҫтөндә тороуҙары – барыһы ла йөрәктең ярһыуын арттыра ғына, туйға мажаралар көҫәп килгән йәш кешенең ҡанын ҡыҙҙыра ғына ине.

Тыуған көн көтөлгәндән арыуыраҡ уҙҙы. Тәүҙә ғаилә менән йортта билдәләнеләр. Атай-әсәй ғәҙәттәренсә, һаулыҡ, оҙон ғүмергә ҡушып үҙҙәренә тиҙерәк килен килтереп, олатай-өләсәй итеүенә баҫым яһанылар. Шараптан тел сиселгәс, бигерәк тә атаһы ныҡлап тотондо.

– 25 йәш әҙ ғүмер түгел! Мин әрменән ҡайтҡанда 22 йәш тулып китте, ҡартайып барыла, тиҙерәк өйләнә һалырға тип, ҡыр ғәләмәт кәләш эҙләй инем. Әсәйеңде күреү менән, һуҙылып, бер-беребеҙҙе һынайыҡ әле тигән уй башҡа ла килмәне.

Үҙемдең милләттән, артыҡ йәш түгел тинем дә, яусы ла ебәрҙем. Ә һине өйләндерергә лә шулайтыр инем, бер ҙә генә күҙең төшкән ҡыҙ күрмәнем, һаман төн йөҙөндә клуб ти ҙә сабаһығыҙ, хәмер еҫе лә буйтым аңҡый, сыуалған ҡыҙ-ҡырҡындың иҫәбе-һаны юҡ... Әллә береһе менән дә икенсегә осрашмайһың? Йә, ҡасанға тиклем беҙҙе зарыҡтырырға уйлайһың?

– Һеҙгә ниндәйе кәрәк һуң: тартҡанымы, эскәнеме?

– Барыһы ла ундай түгелдер, йүнлеһе юҡмы ни?

– Хәҙер ҡыҙҙар балалар баҡсаһында ғына бар ул, атай, башты ҡатырма.

Атаһы йәне көйөүенә түҙмәй тағы берҙе һалып эсте лә, башҡа был хәбәрҙе ҡуҙғатманы.

Шәмбе кис менән инде күнегелгән компания һәр байрамдағыса йәштәрсә бергәләп күңел асты. Ҡаланан ситтә, тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ял йортонда иркенләп типтерҙеләр. Был юлы Яңы йыл ҡаршылағанда кәйефте ҡырғыс мажаралар булманы.

Эйе, кәбисә йылы үҙенең аяуһыҙлығын бар тулылығында һемертмәксе булды, буғай, Илшатҡа. Байрамды атай-әсәй, туғандар менән бергә уҙғармағаны өсөн буйтым үкенергә тура килде, һаман ошо компания менән ҡала ситенә сыҡҡайнылар. Сәғәт ун икене һуҡҡансы күңелле генә ултырҙылар, аҙаҡ салют аттырғанын ҡарарға ҡалаға йыйындылар. Ҡуҙғалыуҙарына нисә генә метр булғайны, Илшаттың машинаһының тәгәрмәсе шартланы. Һүгенә-һүгенә байтаҡ ҡына ваҡыт алмаштырып хитланырға тура килде. Ҡалаға керер саҡта юл хеҙмәткәрҙәренең ниндәйҙер йоҡламаҫтай, эшкә ҡаныҡҡан бәндәләренең тороуы күренде. Уйланып торҙолар ҙа, араларында руль тота белгән бер кемдең дә яңы йылды хәмер тотмай ҡаршыламағанын аңлағас, теләкһеҙ генә кире боролдолар. Инде һөйләшке, шаярышҡы ла килмәй, байрам кәйефе лә китте. Шунан һуң Илшат та башҡа байрамдарҙы өйҙә ҡаршылармын тип эстән генә үҙенә һүҙ биргәйне. Яҙмышыңа яҙылғандан ҡасып ҡотолоп булмай, тип дөрөҫ әйтәләр, ахыры, яңы йыл төнөндә тотолмаһа ла, бер нисә аҙнанан барыбер юлдағы буйлы таяҡ тотоп тороусыларға тотолдо һәм «права»нан йыл ярымға мәхрүм ҡалды. Ҡала эсендә генә барыбер йөрөнө – һәр мөйөш таныш бит инде. Ҡайҙа торасаҡтарын самалайһың. Әммә элекке азатлыҡ байтаҡ ҡыҫылды. Кемгәлер кәрәккәндә йыраҡ йомош-юлға йөрөп ала ине, аҡмаһа ла тама тигәндәй. Тәүҙә эше булғанда ул тиклем ҡайғырырлыҡ түгел ине, бына уныһынан ҡолаҡ ҡаҡҡас, үҙ хәленең аяныслығын төшөнә башланы. Башҡа һөнәрҙәре буйынса эш табыуы ауыр булып сыҡты. Тағы ла Себер-фәләнгә сығып китер ине, шофер танытмаһы юҡ. Дуҫтар-таныштар буйлап та, туғандар кәңәше менән дә эш эҙләп сабауылларға тура килә. Тирә-яҡта буйтым төҙөлөш тә бара, хатта сит илдәрҙән килеп тә ошонда йән аҫрарлыҡ ем табалар, ә ошо ерҙә йәшәп, әзмәүерҙәй кәүҙәң, ҡулыңда һөнәрең булып та эшһеҙ интек инде. Шундай күңел төшөнкөлөктәренә бирелеп нишләргә белмәй йөрәге янып барғанда ғына керҙе ул интернет селтәренә. Аккаунты байтаҡтан бирле бар инде, компьютер артында тексәйеп ултырыуҙың мәғәнәһен күрмәй. Битенә әллә ни яңылыҡтар ҙа ҡуйғаны юҡ – үҙенең өс-дүрт фотоһы ла, дуҫтарҙан юҡ-бар байрамдар менән ҡотлап ебәрелгән открыткалар ғына бар. Берәй арыуыраҡ кино ҡарарғамы әллә тип кенә асҡайны, фотоһына бер «лайк» өҫтәлгәнен күрҙе. Башҡаларын кем ҡуйғаны билдәле – бер нисә дуҫ һәм танышлыҡты артабан дауам итергә теләгән «бер төнлөк» ҡыҙҙарҙың береһе. Ә был ниндәйҙер сәйер аватаркалы бәндә. Исем-шәрифтәре лә таныш түгел. Интернет селтәре шуның менән дә уңайлы, һә тигәнсе үҙең менән ҡыҙыҡһыныусы кешене табып, кем икәнен асыҡлап, теләһәң, дуҫ итеп, теләһәң, башҡа битеңә кермәҫлек итеп бикләп ҡуйырға ла була. Кереүсе менән бер уртаҡ дуҫтары бар булып сыҡты – ике туған ҡустыһы. Уның менән һирәк осрашалар, аралашып бармайҙар. Хәйер, икеһе ике ҡалала йәшәйҙәр, уныһы ла бар.

Интернетта ултырыусыларҙың төрлө типтары бар. Берәүҙәр үҙе хаҡында мәғлүмәтте иғлан урынына ҡуя. Ҡарайһың да, барлыҡ туған-тыумасаһын, байрамдарын, йорто-машинаһы, ҡайҙа уҡыуы, ял итеүе хаҡында көҙгөләге шикелле күреп тораһың. Икенсе төрлөләре, Илшаттың ҡунағы шул типҡа ҡарай, үҙе хаҡында мәғлүмәтте ҡуйған да, ҡуймаған да һымаҡ... Фотоларын ҡарап уның шәхси тормошон түгел, үҙ йөҙөн дә тиҙ генә табып булмай. Башлыса, тәбиғәт күренештәре, хайуандар йәки ҡоштар тормошонан ҡыҙыҡлы ғына сәхнәләр, кәмит мемдар, цитаталар ҡуйылған. Шулай ҙа бер фотоһы табылды. Компьютер экранын ҙурайтҡас, Илшат таныш күҙҙәрҙе күреп, хайран ҡалды. Ҡара һин уны! Нисә йыл үткәс, ниндәй осрашыу! Фотоның бер мөйөшөндәге һандар уның күптән түгел, ярты йыл самаһы элек кенә төшкәнен күрһәтә. Дә-ә-ә... Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ шарап һымаҡ – ваҡыт үткән һайын баһаһы арта ғына бара тигән һүҙҙе ишеткәне бар. Ошолор инде. Матурайып киткән һымаҡ тағы ла. Нисә йәш самаһы һуң әле уға? Хәйер, нисә йыл күрешмәнеләр һуң әле, тигән һорау ябайыраҡ булыр. Ике туған ағаһының туйында булды был хәл. Йыраҡ ҡына бер ауылдан тапҡайны кәләште. Улар бер-береһенә ҡоҙа менән ҡоҙаса булып сығалар. Хәҙер ағайҙың тәтелдеге сығып йүгереп йөрөгән ҡыҙы бар, бер нисә айҙан малай ҙа көтәләр, һы... Өс йыл үтеп киткән! Ниндәйҙер мөғжизә менән күңеленә ныҡ ҡына инеп ултырған булған ҡоҙаса, аҙаҡ телефон номерын да һораштырып ҡарағайны, тапманылар. Ҡыҙыҡ. Бына ошо уртаҡ «дуҫ» ҡустыһынан һорағайны, тегеһе вәғәҙә лә биргәйне, буғай. Хәйер, ниәтен етди үтенес тип ҡабул итмәгәнгә табып бирмәне инде ул. Ни тиһәң дә, Илшат яңы армиянан ҡайтҡан егет, шаян, һөйкөмлө, ҡоҙаса ике балалы ирле ҡатын, йәш кәләштең еңгәһе... Ниндәй уртаҡлыҡ булыуы мөмкин? Илшаттың йөрөгән ҡыҙы юҡ инде унда, күҙенә эләккән һәр итәк артынан спортсы ҡыҙыҡһыныуы менән йүгергән сағы. Әле лә шулай инде, тик хәҙер ҡыҙыҡ түгел, ялҡытҡан. Ниндәйҙер тотороҡло бәйләнеш булдырғы килә, танышҡан көндә үк түшәк бүлешкәндәр менән ниндәйҙер мөхәббәт тыуыуы икеле. Хәйер, барлығына ла шикләндерә башланы инде. Тәү ҡараштан бер кемгә лә күңеле елкенеп күҙе төшкәне юҡ ине, ә бына ҡоҙасаға... Юҡ, уға ла тәү күреүҙән түгел, тегеһенең үткер телле, янып торған ҡарашлы, сылтыр көлөүенә әүрәне. Әллә ниндәй уйындар уйнатып, барыһының да кәйефтәрен күтәреп, бер-береһен тәүгә күргән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы бер-береһенә эҫендереп, һәр кемдең күңелен асып йөрөүенә иғтибар иткәйне. Шулай итеп ҡыҙыҡһынып китте. Шунда йөрөгән ире, балалары ла ниндәйҙер кәртә һымаҡ күренмәне. Ҡоҙаларҙың ихлас һыйынан, түрҙәге парҙың матурлығынан, үҙенән-үҙе туйҙы алып барыусыға әйләнгән ҡоҙасаның йорлоғона ла, күңелсәклегенә лә иреп киткән Илшаттың атаһының иҫерә биргәс тауышы көрәйеп, теле сиселеп китте:

– Ошо ҡоҙасаны килен итеп алып ҡайтам! Оҡшаның, бөттө-китте, вәссәләм! Бигерәк матур алып бараһың туйҙы, матур һөйләйһең... Килен итеп алам! Бына минең малай! – тип уларҙы таныштырмаҡсы уҡ булып китте.

Ҡоҙаса матур итеп кенә көлдө, Илшатты ҡултыҡлап: «Нисек, килешәбеҙме?» – тип башҡаларға күрһәтеп шаярҙы. Шунда ул күңелендә икенсегә һоҡланыу тойғоһо уяныуын һиҙҙе. Ниндәй генә көтөлмәгән ваҡиға булһын, һәр саҡ уны шаярыу менән, ир-аттың ыңғайына һыпырып ҡына үткәреп ебәрә белә икән. Ә бит әле иҫерек атаһын шулай матурлап үткәреп ебәрмәһә, ҡуштан ҡатын кеүек иренә берәй төрлө ошаҡлаһа, тегеһе ысынға алып көнләшеүҙән йоҙроҡ күтәрһә, туйҙың бөтә йәме китә ине. Ә былай уйынға алып шарҡылдап бер көлдөләр ҙә, мәжлесте дауам иттеләр. Ә Илшатҡа әллә нимә булды – беләген ҡыҫып тотоп һыйыша баҫҡан ҡатындың ипкененән айный алманы ла ҡуйҙы. Кейәү менән кәләш ултырған машина хужаһы булғас, туйҙа бөтөнләй эсмәне ул. Шуға күрә башы әйләнеп китеүен хәмергә һылтай алмай. Кисенә туй киске уйынға клубҡа сыҡты. Нимәлер тигәне шунда булды... Ҡыҙҙар менән танышырға ла, бейергә лә теләге, ҡыҙыҡһыныуы уянмай бер ситтә тора ине, елт-елт баҫып башын ғорур күтәргән ҡоҙаса дискозалға килеп керҙе... Башҡалар юҡ булды... Юҡ, сығып китмәнеләр, бейеүҙән дә туҡтаманылар, ни бары Илшаттың күҙенә улар салыныуҙан туҡтаны. Ә тегеһе шуны күргән-белгән һымаҡ, туп-тура егеттең ҡаршыһына килеп баҫты ла, уның яурынына һалырға була ҡулын күтәрҙе... Буйһонмаҫмы шундуҡ... Шулай итеп талғын көйгә бейергә төштөләр... Ҡунаҡтар таралып бөткәс тигәндәй, кейәү егете нөгәрҙәре менән ҡоҙаса араһында кәләшкә уйынлы-ысынлы талаш та булып алды. Бикәсен еңел генә тоттороп сығармаҫҡа маташҡан булды тегеһе, былары төрлөсә юхалап, шаярып, кәләште тартып алдылар. Шундағы ҡый-сый мәл менән файҙаланып Илшат ҡоҙасаны күтәреп тә алды. Еңел генә, йылы ғына ине ул, асыуланманы, йөҙ сирманы, көлөштөләр барыһы ла.

Иртәгәһенә туй ҡаршы яҡҡа күсте. Ҡоҙаса унда ла түңәрәктең уртаһында ине. Башҡорт туйҙарында кәләш менән кейәүҙең еңгәләренең вазифаһы ла, тотҡан урыны ла бик ҙур икән. Йолаһын шартына килтергәнсе ныҡ ныҡышты. Ғөрөф-ғәҙәтте тулыһынса үтәмәй, заманына, һауа торошона һылтап ябайлаштырмаҡсылар ине, теге һүҙен һүҙ итте – кәләш һандығын да һатты, ласҡылдап торған батҡаҡ кисеп һыуына ла барҙылар, тағы әллә ниндәй йолаларын үтәнеләр. Бер кем ҡаршы һүҙ әйтергә баҙнат итмәне, тәүҙә мыжып алһалар ҙа аҙаҡ, ысынлап та, туйҙа йола үтәүҙең үҙенсә йәме, ҡыҙығы булыуын күреп, тымдылар, хатта ҡоҙасаның үҙ һүҙен һүҙ итеп, ныҡышҡанына харап рәхмәтле лә булдылар. Үҙенең еңгәлек бурысын үтәгәс кенә ябай ҡунаҡ булып өҫтәл артына ҡунаҡланы ҡоҙаса. Был яҡтағы табынды алып барыусы ла кисәгенекенән кәм булмаҫҡа тырышты. Байтаҡ ҡыҙыҡлы уйындар әҙерләгән икән. Ниндәй осраҡ хәл иткәндер: уларҙы парға ҡуйып уйнаттылар. Әллә нимә төрттөрөп тә маташтылар, ә Илшатҡа бергә булыу рәхәт ине, береһенең дә һүҙен ишетмәне. Ҡараңғы ла төштө, мәжлес ҡыҙа барҙы. Ниндәйҙер бер арауыҡта улар икеһе лә тышта аулаҡта тап булыштылар. Шунда ике көн буйы күҙ ҡарашы, арлы-бирле ҡағылыуҙарҙан тоҡанып киткән һәм көсәйә барған хистәр ялҡыны тышҡа бәрелеп сыҡты: күтәрмәгә һауа алыштырырға сыҡҡан ҡоҙасаның тал сыбығындай нескә биленән тотоп күтәреп алды ла, ирендәренә үрелде Илшат. Тегеһе сәбәләнеп ҡаршылашырға ла уйламаны, егеттең муйынына һарылды. Өй ишеге шығырлауға ғына айнып киттеләр ҙә, бер-береһенең ҡосағынан ысҡынырға мәжбүр булдылар. Хистәрҙең ысынлап та уртаҡ булыуынан, үҙенең дә ҡоҙасаға оҡшауын аңлауҙан йәш ҡоҙаның башы әйләнде. Тегеһенең ире шунда йөрөүе, теләһә ҡайһы мәлдә низағ башланыу ҡурҡынысы, икеһенең дә ҡыл күпер өҫтөндә тороуҙары – барыһы ла йөрәктең ярһыуын арттыра ғына, туйға мажаралар көҫәп килгән йәш кешенең ҡанын ҡыҙҙыра ғына ине. Икенсе тапҡырында Илшат «табышын» еңел генә күтәреп машинаһына алып китте. Шунда ғына бер-ике ауыҙ һүҙ һөйләшеп алдылар. Исемен, нисә йәштә булыуы, йөрөгән ҡыҙы бармы-юҡмы икәнен генә һораны ҡоҙаса. Юҡ булғас юҡ инде, йөрөгән ҡыҙы әле лә юҡ Илшаттың. Ошо йәшенә етеп бер генә оҙайлы осрашыуы булды, һәр бер ваҡ-төйәк өсөн дә бәхәсләшә, талаша торғас, дуҫ булырға килешеп айырылыштылар. Телефонында таныш номерҙы күреп, шылтыратҡыһы килеп байтаҡ ҡарап ултыра әле лә. Ул да шулаймы икән – арлы-бирле хәл һорашып шылтыратып ала. Ә ҡоҙаса менән осрашҡанда был роман күңел тарихында яҙыла ла башламағайны әле, яуабы ихлас булды. «Мине йөрөмтәл тип уйлайһыңдыр инде?» – тине тегеһе. «Юҡсы», – тине Илшат, ә үҙенең эстән генә бар ҡатын-ҡыҙ ҙа бер иш – аҙғын күңелле тигән асыулы уйы ҡабарып килеп сыҡты, һәр береһе лә шундай! Арлы-бирле үбеп, һыйпаштырғанға алданып баралар. Бөгөн берәү, иртәгә икенсе менән төн ҡунып йөрөүе оҡшаймы икән ни үҙҙәренә? Ышанып күңел сисерлек түгел, тоғролоҡ, ғорурлыҡ тигән сифаттары юҡ! Бына был ҡоҙасаһына ғына ҡара – ире менән ҡунаҡ булып йөрөй, имеш, йәнәһе. Теге бер ни ҙә белмәй өҫтәл артында шешә төбө тикшереп ултыра, ҡатыны бында бер йәш егет менән типтерә. Илшат кеүек бер ҡатлы тинтәктәр әҙ булғандыр тиһеңме ни уның тормошонда... Алдаҡсы, алдаҡсы барыһы ла... Хәйер, нимәгә уйланып китте һуң әле? Ул үҙе лә туйға ата-әсәһен килтереп, кейәү-кәләште йөрөтөүсе булыуҙан бигерәк, мажара теләп килгәйне түгелме ни? Бына, теләгәнен тапты ла, тағы нимә кәрәк? Шундай уйҙар менән ҡабат үбергә үрелгәйне, тегеһе «хәҙер туй лотереяһы уйната башлаясаҡтар», тип һылтау итеп, ҡосағынан сығып ысҡынды. Башҡа осрашыу мөмкинлеге булманы. Илшат уның эргәһендә күпме генә мәғәнәле ҡараш ташлап һырпаланып йөрөмәһен, тегеһе иғтибар итмәне. Йырлап-уйнап, ҡаршы ҡоҙасалары менән әллә нимә көлөп һөйләшеп тик йөрөнө. Төн уртаһы таң яғына ауышҡас, иң ныҡлы ҡоҙалар ҙа ҡайтырға йыйынды. Шунда ғына ул Илшатҡа элеккесә йылмайҙы, ҡапҡаға тиклем етәкләшеп атланылар, хушлашҡанда үбергә битен ҡуйҙы, нимәлер әйтергә уйланымы икән, көтөп ялҡҡан ире бер һүҙ ҙә әйтмәй килеп ҡатынын етәкләп тартып алды ла китте. Илшат, нимә булғанын да аңламай, тороп ҡалды. Ҡыҙыҡ. Ире лә сәйер генә бәндә икән бит бының. Асыуланыу, көнләшеү түгел, хатта Илшаттың барлығын иғтибарға ла алманы. Тиҙ генә онотор һымаҡ ине был ваҡиғаны. Нишләптер улай килеп сыҡманы. Ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ, әйтелмәгәнлек күңелдә бер йөй булып тороп ҡалды.

Туйҙан һуң ай самаһы ваҡыт уҙғас та әле, аңлашҡыһы килеп, ҡустыһынан тегенең телефон номерын табып биреүен үтенгәйне, бына нисек килеп сыҡты. Өс йыл тигәндә, интернет донъяһында табыштылар. Иҫләйме икән Илшатты? Ниндәй тип иҫендә ҡалдырҙы икән? Уның ғүмер юлында осраған күптәрҙән бер нимәһе менән дә айырылмаған ҡом бөртөгө генәме, әллә... Әллә ысын хистәр ҡабындымы, осрашыуҙары яҙмыш инеме?

Ҡарап ултырҙы ла Илшат «дуҫ булырға» тигән яҙыуға баҫты. Интернет-ғариза бирелде. Яуап бирергә тейешле кеше «онлайн»да, йәғни әлеге ваҡытта селтәрҙә булмағас, көтөргә ҡала. Тормошта бер ни ҙә үҙгәрмәгән һымаҡ булһа ла, ниндәйҙер һиҙелер-һиҙелмәҫ нур барлыҡҡа килде. Мөғжизә көтөү. Бер-ике көндән компьютерҙы асҡас, ғаризаның ҡаралғанлығы һәм Илшатҡа яңы «дуҫ» өҫтәлгәнлеге мәғлүм булды. Бәлки, берәй һүҙ яҙыр тип көткән өмөтө генә аҡланманы – хәбәр-фәлән юҡ ине. Кем белә инде, әллә ул Илшатты былай ғына, тап ул булған өсөн түгел, иҫәп өсөн генә ҡушҡандыр... Шулай ҙа май байрамы еткәнлеген иҫәпкә алып, ул «сәләм, байрам менән!» тип ҡыҫҡа ғына хәбәр ебәрҙе. Яуап бирһә, артабан ни эшләргә икәнен күҙ күрер. Элек айҙар буйы инмәгән интернетҡа «аяҡ баҫыу»ҙар йышайҙы. Төнгө ун икеләр тирәһендә ҡапыл йөрәкһеп китеп компьютерын тоҡандырғайны, ысынлап та, ябай ғына «рәхмәт, һине лә, хәлдәрең нисек?» тигән яуап көтөп тора ине. Тиҙ генә дуҫтарын барлап сыҡты, һуң булһа ла, ысынлап «онлайн»да ултыра. Тағы сәләм ебәреп, яуап килеү-килмәүен көтә башланы. Оҙаҡ ғазаплатманы, экранға яңы хәбәр килеп тә етте. Тимәк, аралашыуға ҡаршы түгел, бәлки, иҫләйҙер, ә, бәлки, яҡшы яҡтан да хәтерләйҙер. «Ни эшләп һаман йоҡламай, интернетта ултыраһың?» тигәнгә «һине көттөм» тип яҙған. Мыҫҡыл итәме, ысынды әйтәме? Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла шикләндерә. Былай яҙышып бер ни ҙә асыҡлап булмай инде ул, исмаһам, тауышын ишетергә кәрәк, һүҙҙәр ниндәй генә булмаһын, тап ниндәй интонация менән әйтелеүе генә уларҙың ысын мәғәнәһен аса. «Һине көттөм»дө – һин генә етмәгәйнең бында баш ҡатырырға, тип тә аңлап була бит әле, юғиһә... «Ышандырмай» тиеүенә «ҡасан алдағаным булды һуң?» тигән яуап алып, хатта көлкөһө килде. Эйе, ҡасан алдай алһын? Уларҙың бит һөйләшкәндәре лә булманы. Үтенесенә ун һан яҙылған хәбәр килде. «Хәҙер шылтыратһам яраймы?» «Ярай». Юҡ, алдап яҙмаған номерын, оҙон гудок китте һәм ҡайҙалыр теге яҡ оста «сәләм» тигән наҙлы, йомшаҡ тауыш ишетелде.

...Нимә хаҡындалыр ике сәғәт гәпләштеләр ҙә ҡуйҙылар. Йоҡларға ятҡанында сәғәт төнгө өсөнсө киткәйне, унда ла түҙмәйенсә «һинең хаҡта уйлайым, нимә булды миңә, аңламайым», тип смс ебәрҙе. «Мин дә» тигән ҡыҫҡа ғына яуап алғандан һуң яйлап ойоп китте. Шунан башланды ниндәйҙер виртуаль роман. Көнөнә әллә нисә шылтырата, смс алышалар, интернетта социаль селтәрҙәге биткә лә инеп бер-береһе менән фотомы, открыткамы алмашалар. Күпмелер ваҡыт шулай барыһы ла күңелле барҙы. Бәғеренең торған һайын иреп, ҡайһы бер дуҫтарына ла һөйләмәҫтәй серҙәрен аса башлағас, һиҫкәнеп китте ул. Ни хәл был? Ниндәйҙер ят ҡатын-ҡыҙ заты яйлап ҡына уның йөрәгенә инеп ултырырға маташа түгелме? Дуҫтары менән тәбиғәт ҡосағында ял итеп күңел асҡанда ла, әленән-әле уларҙан ситләшеп телефон ҡосаҡлап йөрөй башланы түгелме? Береһе асыҡтан-асыҡ:

– Бисә-сәсә халҡын башыңа мендерһәң – бөттө инде ул! Унда барма, эсеп йөрөмә, дуҫтарың артыҡ күп, төндә клубҡа сыҡма, икенсе ҡыҙҙарға ҡырын күҙ ҙә һалма... Ҡоллоҡ инде, бер һүҙ менән әйткәндә. Баштан уҡ үҙеңде «мин – мужик, әйттем – бөттө, һүҙем – һүҙ», тип ҡурҡытып ҡуймаһаң, йомшаҡ булһаң, аҙағы бер – сепрәкбашҡа әйләнәһең. Нимә, нимә, Илшат, бына һин шундайға әйләнерһең тип көтмәгәйнем! – тине.

Кемдер:

– Ярай, бер ауыҙ бешкәнсе була инде ундай ғына хәлдәр, – тип ҡуйҙы.

Араларынан берәү:

– Дөрөҫ әйтәһең, ҡатын-ҡыҙ артынан һеперелеп йөрөр заман түгел, хәҙер беҙҙең һымаҡ ысын ир-егеттәр дефицит, – тип ҡуйҙы. – Ә Илшатҡа бөтөнләй бошонаһы түгел – һәр береһе муйынына аҫылынырға тора... Ауыҙын асып йөрөһә инде, берәй кәнтәйе ҡапҡанға ҡаптырҙы-ҡуйҙы...

Шунан һуң бер туҡтауһыҙ һүҙгә килешеүҙәр башланды. Илшат үҙенсә хаҡлы һымаҡ, минең холҡома һин яраҡлашырға тейеш, тигән талап ҡуйҙы. Тегеһе шарҡылдап көлдө лә, ә мин һине тотмайым, ҡасан теләһәң, шунда мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә рөхсәт итәм, тине. «Рөхсәт итәм», имеш. Нисегерәк эре сирттерә!.. Инәлтергә була, шылтыратыуҙарҙы кәметеп ҡараны.

Тегеһе инәлмәне, смс та яҙманы, тик «эх һин, бала-саға», тип шелтәләп кенә алды. Быныһы ла асыуҙы ҡуптарырға сәбәп ине. Уҙа барһа, ете-һигеҙ йәшкә генә олораҡ, ә донъя күргән Илшатты кәмһетә. Байтаҡ ҡына әрләшеп алалар шулай. Ҡайһы берҙә уға күңелен асҡыһы, ныҡ итеп осрашҡыһы килеүен әйтергә уйлап шылтырата ла, йомшаҡлығына үҙенең йәне көйөп, тупаҫ ҡына хәбәр әйтеп ташлай. Тегеһе лә ниндәйҙер йылы һүҙҙәр көтөп өмөтө аҡланмағас, «бәлки, бер-беребеҙҙе йонсотмаҫбыҙ. Һин шылтыратмаһаң, мин яуап бирмәйем, яҙмайым бит. Ғүмеремдә лә берәү артынан йүгермәнем, борсолма, һине лә ниҙер талап итеп йонсотмаҫмын», ти. Был һүҙҙәрҙән һуң Илшатҡа ҡыйын, уның бына шул берәү булғыһы, уны буйһондорғоһо, йөрәгенә хужа булғыһы килә... Ғашиҡ үҫмерҙәр кеүек ҡыланабыҙ, ысынлап та, тип ҡайһы саҡ аҡыл кереп киткәндә, кешесә, һәүетемсә оҙаҡ ҡына һөйләшәләр. Эш табыу ауырлығын да, ҡыҙҙар менән оҙайлы мөнәсәбәт ҡора алмауын да, атай-әсәйҙең ҡолаҡ итен сәйнәп маҙаға тейеүен дә, был донъяла үҙ урынын таба алмай ғазапланыуын, нимә хаҡына йәшәүен аңламай ғажиз булғанлығын, береһен дә ҡалдырмай асып бирә. Ике йөҙ илле саҡрым йыраҡлыҡтағы икенсе бер йөрәк менән күренмәҫ ниндәйҙер бәйләнеш һуҙылған һымаҡ була шул ваҡытта, һине аңлаған бер кешенең булыуы, һинең ҡайғың менән ҡайғырыуы, йыуатыуы – йөрәккә ял бирә. Тыныс йоҡо теләгәндән һуң да әле, үҙенең тупаҫлыҡтары өсөн ғәфү үтенеп, смс яҙып ташлай. Иртәгәһенә артыҡ асылып киткәне өсөн яңынан асыуы килә, кисә генә серҙәш булған кешеһенә нисек тә нығыраҡ ауырттырырға тырыша.

– Һиңә саҡ ҡына йомшағыраҡ булырға кәрәк, Илшат, – ти тегеһе. – Күҙеңә аҡ-ҡара күренмәй, бәхетеңде таный алмай ҡаласаҡһың бит, аңла инде...

– Ниңә береһенә лә минең холҡом оҡшамай һуң ул? Нисек бармын – шулаймын, үҙгәрмәйәсәкмен. Мине нисек бар шулай яратырға тейештәр!

– Уф, бала-саға... Ҡасан аңлайһың инде? Ысын ир-егет һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла, бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләй! Етлекмәгән малай-шалай ғына һәр нәмәгә «юҡ!» тип ҡысҡырып өҫтәл аҫтында үсегеп ултыра.

– Юҡ! Мин ысын ир-егет, әйттем-бөттө. Һиңә минең менән ауыр буласаҡ. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ ир-аттың холҡона яраҡлашырға тейеш!

Беренсе шылтыратҡан төндә бер уртаҡ һүҙгә килгәйнеләр: Илшат үҙенең ҡыҙҙарын һөйләмәй, тегеһе – ирен. Килешеүҙе егет яғы боҙҙо. Кистән шылтыратмағанының сәбәбен аңлатып:

– Клубҡа сыҡтым, ҡыҙҙар тоттом, шунан аңлайһың инде, йәш буйҙаҡ егет нимә менән шөғөлләнә ала төндә?

– Әлбиттә, аңлайым, ирле йәш ҡатын нимә менән шөғөлләнһә, шуның менән! – тигән зәһәр яуап алды.

Әллә нисек, бөтә ситуацияны ла үҙ файҙаһына бороп әйтә белә шул әңгәмәсеһе. Кем тип атарға һүҙ ҙә табып булмай, һөйәркә тиер ине, яҡын да килмәй был аңлатмаға мөнәсәбәттәре. Мөхәббәт тиһәң, бөтөнләй көлкө. Дуҫлыҡ тиһәң – башҡа һыймаҫлыҡ төптө юҡ хәбәр. Тегеһе лә шунда уҡ әйтте: ҡасандыр бер генә йөрөп алған егет менән хатта интернетта ла «дуҫ» түгелмен, тине. Ҡушыуҙы һорап ғариза бирһәләр ҙә, кире ҡайтарам, тормошта бөтөнләй аралашмайым, тигәйне. Әле лә мөхәббәттәрен аңлатыусылар етерлек тигән һүҙе Илшатҡа бысаҡ булып ҡаҙалды. Ул май байрамдарында яҡшы ғына эскәс, төнгө клубта оҙаҡ ҡына күңел асҡандан һуң, иҫерек баштан шылтыратҡайны. Йоҡо аралаш тигәндәй мөхәббәтен аңлатып маташты, алйот... Исмаһам, тегеһе лә асыҡламаны: борсолма, мин һине һүҙендән шунда уҡ азат иттем, күңелемә яҡын алманым, тине. Харап бит. Илшаттың башҡа бер кемгә лә асмаған хистәрен мыҫҡыл итеп көләлер, уның күңеле менән сысҡан уйнатҡан бесәй һымаҡ уйнап, тәм табалыр... Ниндәй ике йөҙлө һуң был ҡатын-ҡыҙ заты? Уйнашсы заттар, алдаҡсылар... Нисәнсе тапҡыр һүҙ тағы теге туйға барып теркәлде.

– Ниңә мин өсөнсө тапҡыр эргәңә сыҡманым, белгең киләме?

– Ну... Ирең шунда, ҡунаҡтар бер туҡтауһыҙ инеп-сығып йөрөй, һин дә ап-аруҡ булғайның инде...

– Юҡ, сәбәп унда түгел, һинең аҙаҡҡы үбеүеңдә мин асыҡтан-асыҡ презрение тәме тойҙом, һин, әлбиттә, мине йөрөмтәл ҡатын тип уйланың, эйеме? Һиңә уның өсөн үпкәләргә хаҡым да юҡ, мин үҙемде шулайыраҡ тоттом бит инде, дөрөҫ. Ышанаһыңмы-юҡмы, минең менән беренсе тапҡыр шулай. Беҙ ирем менән ун биш йыл бергә бит инде, бер ҡасан да хыянат иткәнем булманы. Ул ваҡытта нимәгә баш әйләнеп киткәндер инде... Үбергә үрелгәндәре була торғайны, кеше араһында үҙемде бик үткер, хаяһыҙ тотҡанымды күрҙең бит. Ҡылансыҡланам да, һүҙгә лә аптырамайым, әҙәп эйәһе булып күренергә маташҡан да юҡ. Әммә... аулаҡта осрашмайым, тура килһә, үҙемә яҡын да килтермәйем, ҡосаҡлатыу түгел... Ләкин әйтәһе һүҙем икенсе нимә тураһында, һинең миңә әллә ниндәй ҡаршылыҡлы мөнәсәбәтең тураһында уйланып ултырҙым да, беләһеңме, нимә иҫемә төштө? Һин былай презрение менән ҡараған беренсе кеше булмағанһың икән. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, тәүгеһе – ирем ине. Беҙ осрашҡанда 17 йәшлек сабый ғына инем әле. Уҙа барһа, бер-ике үбешеп ҡараған булғанмындыр, ә инде ниндәйҙер яратып ҡағылыуҙарға килгәндә... бөтөнләй тәнемә ҡул һуҙҙырмай инем, әсәй ҡаты тотҡандырмы, бәлки, үҙем дә һалҡын ҡанлы булғанмындыр. Шулай килеп сыҡты – ирем ныҡ оҡшай ине, бер-беребеҙгә тап килеүебеҙҙе күңелем менән шунда уҡ һиҙҙем. Тәүге осрашыуҙа уҡ ярағандан күберәк рөхсәт итеп ташлағанмын. Ә ул иһә минең хискә бирелеүемде тәжрибәлелек тип баһалаған икән. Мөнәсәбәт асыҡлап аңлашҡансы бер-беребеҙҙең ҡанын күп боҙҙоҡ инде. Быны һинең йәнгә тейер өсөн һөйләмәйем мин, әллә нимә уйлама. Киләсәгең өсөн борсолам. Бәлки, һиңә лә яҙмышыңда һәйбәт ҡыҙ осрағандыр, бәлки, оҙаҡламай осрар. Ә һин әлеге тиҫкәрелегең, иғтибарһыҙлығың, ҡатын-ҡыҙ хаҡындағы бер яҡлы фекерең менән уны күрмәй ҡалыуың да ихтимал бит, аңлайһыңмы?

Нимәлер аңлаған һымаҡ булды ул, ысынлап та. Был телефон аша булған мөнәсәбәттәр һаман дауам итә алмаясаҡ. Осрашайыҡ, тип ныҡышҡан ине тәүҙә, был фекерҙең алйотлоғона тора-бара икеһе лә ышанды. Машина менән елдерергә водитель танытмаһы юҡ, ҡаланан ул төпкөлгә тура автобус рейсы ла йөрөмәй. Ике туған ағаһының ҡайны-ҡәйнәһенә ҡунаҡ булып барып төшә алмай бит инде. Етмәһә, өс йыл буйы буйтым һыу аҡҡан, ел иҫкән. Ҡатын-ҡыҙ утыҙҙан һуң һаман йәшәрә бармай инде... Күрешерҙәр ҙә, бер-береһенән күңелдәре ҡайтып, яҡты хәтирәләрҙе бысратҡандарына үкенерҙәр. Хәйер, быныһына үҙе лә ышанмай, тегеһе шулай үҙен яманлаған була. Ул тик матурыраҡ, яҡшыраҡ, ымһындырғысырыҡ ҡына була ала... Бүтән нәмә тота икеһен дә... Ул ғаиләһен ташлап китмәйәсәк... Ә Илшаттың ата-әсәһенә балалы, улдарынан оло килен кәрәкмәй... Ә осрашһалар, хәлдәр тик ҡатмарлашасаҡ ҡына. Айырыуса ысынтылап ғашиҡ булһа... Әле иҫерек баштан яратам тип әйтеүе – шул көслө хистәрҙе кисергеһе килеүенән бит. Яратылғы килә... Ихлас итеп... Ҡоҙаса бит бушҡыуыҡтар затынан түгел, ярата белә ул, яраттыра белә... Бер сираттағы күңел бошоноуына түҙә алмай төн йөҙөндә шылтыратты. Беренсе гудоктан уҡ алды трубканы, көткән тиерһең. Осрашыуҙарын иҫләнеләр. Бер ни ҙә һөйләшмәйенсә үбешкәндәренә ғәжәпһенделәр, улар бит хатта бейеү аҙағына саҡ таныштылар... Нисектер һорау ҙа биреп маташмай ул, Илшат үҙенән-үҙе асыла уға, аңлайым тимәһә лә, уның аңлауын, тойоуын һиҙә. Ҡыҙ-ҡырҡынға мөнәсәбәтен дә, фекерен дә һөйләп бөтә... Бер заман әңгәмәсеһенең дә шул заттан икәнен иҫкәреп, егеттең күп һүҙҙәре уны үпкәләтергә лә мөмкин икәне аңына барып етә, шымып ҡала...

Тегеһе аңлай уны, үпкәләмәй. Башҡа ваҡыт, бәхетеңде табырһың, тип йыуата ла торғайны хатта. Был юлы шулай шымғас, ипле генә һорай ҡуйҙы:

– Әсәйең менән мөнәсәбәтең нисек ул, Илшат? Икәү генә һөйләшеп ултырғанығыҙ бармы?

– Һәйбәт, – тине Илшат, – әсәйҙәр менән насар булырға тейеш түгел инде...

Тегеһе башҡа һораманы, үҙе лә һөйләмәҫ ине... Бәләкәй сағын иҫенә төшөрөргә яратмай ул. Әсәһе эштән бер бушаманы, нишләптер. Илшатты сабый ғына сағынан биш көнлөккә балалар баҡсаһына алып барып тапшыралар ҙа, ялға ғына алып ҡайталар. Ялдан һуң баҡсаға барғыһы килмәй, эй, илай Илшат. Әсәһе, бөгөн кискә үк килеп алам тип әүрәтеп ҡалдыра... һәм бер ҡасан да килмәй... һәр ваҡыт шулай уға ышанды һәм алданды. Уҡырға төшкәс тә өйҙә йәшәмәне, интернатта уҡыны. Үҫкән сағында ныҡ баҫалҡы булды ул. Тәртип боҙманы, һуғышманы, тәмәке тартманы... Тик барыбер әсәһе уны түгел, шайлаҡ, үткер, башы мажаранан сыҡмаған оло улын яҡыныраҡ күрҙе. Әле лә тегеһе ҡатыны менән әрләшһә лә, эшендә ауырлыҡ булһа ла, нисек кенә ярҙам итергә белмәй өлтөрәй. Уның балаларын Илшат та ярата былай... Ә әсәйгә килгәндә... Юҡ, һөйләшеп ултырып булмай уның менән. Илшаттың бәләкәй генә ғәйебе булһа ла онотмай, йылдар буйы иҫләп, үпкәләп йәненә тейә... Ирле бисәгә әүрәп, ошолай төндәр буйы йоҡламай аҡса бөтөргәнен белһә, нишләр ине... Эргәлә һәм ирекле булһын ине, исмаһам, ҡоҙасаһы! Йәше иҫкә лә төшмәй, үҙе хәтерләтеп тиктемәһә бала-саға, тип Илшатты... Ике ай дауам итте был һөйләшеү-асыҡлашыуҙар. Бер кем менән дә бығаса булмағанса...

Яҙмыштың ғилләләрен урап үтеп, бәхетле булырға өмөт ҡалманы... Был мөнәсәбәттәрҙең бер мәғәнәһе лә юҡ бит, бер! Осрашырға мөмкин түгел, бергә булырға ярамай. Мөхәббәт тик һыҙланыу ғына килтерәсәк... Икеһенә лә тик һыҙланыу ғына... һыуынырға, оноторға кәрәк уны... Шуларҙы уйлап ҡаты ғына бәрелде. Бер ауыртыр ҙа онотор. Ғүмер буйы һуҙырғамы ни... Иртәгәһенә үк үкенеп, ҡабат шылтыратырға уйлағайны, саҡ тыйылды. Оҙаҡ түҙә алмаҫ ине инде, ярай әле, атаһы ҡотҡарҙы – Илшатты үҙе менән икенсе яҡҡа төҙөлөшкә эшкә алып китте. Яңы ер, яңы таныштар, яңы шөғөл... Шул яңылыҡҡа әүрәп, һағышынан, үкенесенән арына алды. Яҙғы тәбиғәттең ҡотороп сәскә атҡан, башты әйләндергес еҫкә төрөнгән сағында тыуған сәйер мөнәсәбәт, шулай итеп, яйлап үҙенән-үҙе төҫһөҙләнә, юйыла башланы. Теге лә шылтыратып үҙен иҫләтмәне, компьютер ҙа өйҙә ятып ҡалды. Ҡайһы берҙә телефон экранындағы таныш һандарға текәлеп, саҡырыуға баҫырҙай булып зарығып йонсоно йонсоуын. Бигерәк тә тәүге айында. Аҙаҡ бер юлын тапты – күңеленең ныҡлығы ҡаҡшағанына сыҙарлыҡ булмай башлаһа, тота ла берәйһенә шылтыратып юҡ-бар һөйләшә. Шулай итеп, ҡасандыр йылы хистәр уятҡан ҡыҙ – Розалия менән йышыраҡ аралаша башланылар.

– Онотаһың иҫке дуҫтарҙы, шылтыратып хәл дә белмәйһең, – тип кенә сылтырлағайны тегеһе, Илшаттың күңеленә ҡылт итеп ҡоҙаса әйткәндәр иҫенә төштө. «Ул бит асыҡтан-асыҡ үҙенең һинең өсөн «иҫке» лә, «дуҫ» ҡына ла булғыһы килмәгәнлеген әйткән, ә һин шуны аңламағанһың, – тигәйне ул. – Ҡатын-ҡыҙ бер нимә уйлай, икенсене һөйләй, ә ир-егет шул хәбәр араһында дөрөҫлөктө айырып ишетеп өлгөрөргә тейеш. Ә уның һәр бер «контакт»та ҡушылған ҡатын-ҡыҙ затынан көнләп йәненә тейеүе – үҙенә ышанмауы, һинең хистәрҙең ысынлығынан шикләнеүе ул... Асыуланма уның өсөн һәм айырыуса аҡланма... Тегеләрҙе оҡшамай тимә, ә һин генә оҡшайһың, тиң... Бер ҡасан да башҡалар хаҡында һүҙ ҡуйыртма, хәбәрҙе гел үҙенә бор... Шунда күрерһең, ҡыҙҙар яратыуҙан нисек сәскә ата башлай... Һиҙгерерәк бул, йөрәгеңде тыңла».

Ә Илшаттың йөрәге күптән инде холҡон күрһәткән – һәр береһенә ғашиҡ була алмай. Тимәк, күңеленә ятҡан ошо кеше донъяла бар икән – ҡәҙерен белергә кәрәк. Оҡшамаған яҡтары бар барлығын, әммә улайға китһә, егет үҙе лә, холҡо ла бүләк түгел, күптән тыҡый барыһы ла шул турала. Розалия менән ҡабат эҫенешеп киттеләр. Элек аңлаша алмаған темаларҙы хәҙер күберәк уртаға һалып һөйләшергә, асыҡларға тырыша башланылар. Ҡыҙ ҙа хәҙер юҡҡа-барға көнләп, илап, үсегеп егеттең йәнен ҡыймай, иғтибарлыраҡ, аңлаусаныраҡ һымаҡ. Яңыраҡ ҡыйыр-ҡыймаҫ:

– Һин хәҙер үҙгәргәнһең, үҫкәнһең һымаҡ. Үҙемде һинең эргәлә яҡлаулы, ышаныслы тоя башланым, – тине.

Ә Илшатҡа нисектер Розалия үҙгәргән һымаҡ. Наҙлыраҡ, йылыраҡ, күңелгә тыныслыҡ биреүсәнерәк. Ҡыҙыу табала бейегән һымаҡ түгел инде был мөнәсәбәт, аҙашҡанда йылыһы менән арбап яҡтыртып торған усаҡ шикелле. Йәй ҙә, көҙ ҙә шулай эш һәм Розалия араһында һиҙелмәй үтеп китте. Ҡышҡа кергәндә объектты тапшырып, ҡалаға, өйгә ҡайттылар. Атаһы ла Илшаттан бик ҡәнәғәт. Буласаҡ килен менән танышырға тура килеүе бар, тип әсәһенең дә ҡолағына тишеп ҡуйған, буғай. Бәлки, ошо хәйерһеҙ кәбисә йылын оҙатҡанда теләктәре тормошҡа ла ашыр. Эйе, бала-саға түгел хәҙер Илшат, башлы-күҙле булһа ла бик ваҡыт.

Ҡасандан бирле ҡулланылмаған интернетҡа аҡса һалып, үҙенең битенә инде. Дуҫтарының яңылыҡтарын да күрергә, яңы фотолар ҡуйырға, Розалияға матур бүләктәр ебәрергә кәрәк. Бәлки, статусын да «ғашиҡ» йәки «никахлы» тип үҙгәртеп ебәрер, күпме «әүҙем эҙләүсе» ролендә торорға була? Байтаҡ хәбәрҙәр килгән. «Ҡайҙа юғалдың?» тип һорағандар, ҡыҙ-ҡырҡындан «шылтырат, көтәм» тигәндәре лә бар, уларын асмай ҙа «сүп биҙрәһенә» ырғытырға мөмкин инде. Шулай эшләне лә, тик береһе генә ҡалды. Ҡоҙасанан. Ебәрелеү ваҡыты – ярты йыл самаһы элек. Ни эшләп смс ҡына ебәрмәне икән, ваҡытында уҡыған, яуап биргән булыр ине әле.

«Кисә шылтыратҡанда байтаҡ рәнйетерлек һүҙҙәр әйтеп ташланың, Илшат. Үҙең төн уртаһында кәйефем хаҡында һорайһың, үҙең һин миңә кәрәк түгел, тиһең. Оҙаҡ ҡына уйланып ята торғас, әле яуап бирергә булдым. Кеше кешегә ни өсөн кәрәк? Ғүмер юлында осраған һәр кеше һиңә ниндәйҙер һабаҡ өсөн бирелгән. Үҙеңдән башҡаны фәрештә итеп бел, тигәндәр бит. Беҙҙең ошо телероманды уйлап ултырҙым да, бер нәмәне аңланым – һиңә рәхмәт әйткем килә. Ысын күңелдән рәхмәт һиңә, Илшат! Яҙмышымдың тап ошо боролошонда осраған өсөн рәхмәт! Һин шылтыратҡанда мин үҙемдең оҙаҡ ваҡытҡа дауаханаға китеремде белә инем инде. Ниндәй аяуһыҙ күңелһеҙ ваҡыт көткәнен аңлауҙан йөрәгемә ҡан һауған. Тормоштан төңөлгәнмен. Үҙемдең ҡатын-ҡыҙ, донъя йәме, ғаиләмә ныҡ кәрәкле кеше икәнемде онотҡанмын. Ул арауыҡта бер кем менән дә һөйләшмәй инем. Туған-тыумаса, дуҫ-таныштарҙы ғына түгел, хатта әсәйемдең, иремдең дә шылтыратып хәл һорауҙарын ишетә алмай инем. Көндәр буйы түшәмгә текләп, битараф тик ятам. Һәм шул ваҡытта һинең шылтыратыу бер мөғжизә ине. Минең ҡаты сирем хаҡында белмәйһең, йәшлек тилелеге менән осрашыуға саҡыраһың, һоҡланғыс саҡтарымды ғына иҫләйһең, иҫләтәһең... Һин шул тиклем юҡ-бар менән башымды ҡатырҙың... Көнләштерергә, көнләшергә маташыуҙарың, үҙеңдең холҡоңа буйһондорорға тырышыуың, хатта таңғы биштә мөхәббәтеңде аңлатып, иртәгәһенә үк һүҙеңдән ваз кисеүең... Үҙем дә һиҙмәҫтән, был уйынға бирелеп киттем, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуым ҡабат тыуа башланы... Кисә һин «миңә кәрәкмәйһең» тинең... Бәлки, шулайҙыр. Әммә ошо бер-беребеҙ менән аралашыу миңә кәрәк булған, аңлайһыңмы? Мин кире йәшәүгә ҡайттым. Өс көн булды инде, ирем, балаларым, әсәйем, әхирәттәрем менән бәйләнешкә сыға башланым, бәғерем йомшаны... Ниндәй генә яҡшылыҡ эшләйем икән һиңә шуның өсөн? Бик әҙ генә – ысын күңелдән һиңә рәхмәттәр уҡып, бәхет теләргә... Матурым, аҡыллым минең... Шуны белеүеңде теләйем: һин – яҙмыш бүләге... Күңелең төңөлөп киткән мәлдәрҙә иҫеңә төшөр ҙә, үҙеңде хаталарың өсөн ғәфү итеп, тыныслыҡ тап. Ғәжәп инде, һиңә бында аҡыл өйрәткән булам, ә үҙем күп нәмәне һинең арҡылы төшөндөм... Күптән операцияға ризалыҡ бирмәй ятып үлергә булып киткәйнем бит... Бер кемгә лә кәрәкмәйем һымаҡ, йәшәү-йәшәмәүем бер ниҙе лә үҙгәртмәй... Һин миңә шылтыратаһың да шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләйһең... Ә үҙең йәш, матур, көслө, сәләмәтһең.... Үҙеңдең атай-әсәйеңә, туғандарыңа нисек кәрәклегеңде, киләсәктә һәйбәт ҡыҙ менән ғаилә ҡороп, матур балаларға атай буласағыңа ышанмауыңды күреп йәнем көйә. Һиңә хаталаныуыңды нисек итеп аңлатырға белмәй ғажиз булдым... Шул ваҡытта башҡа һуҡҡан кеүек айнып киттем... Бәй, мин үҙем дә шулай ҡыланам түгелме ни? Ҡартайған атай-әсәйемдең мине юғалтыуҙан мандый алмаҫтарын белә-күрә, балаларым алдындағы бурыстарымды үтәп бөтмәй, иремдең минән башҡаны ярата алмаясағын, һынасағын тоя килеш нимә ҡыланып ятам?! Яҙмышҡа үпкәләүем, үҙемде-үҙем йәлләүем һыпырып ташлаған кеүек булды. Хәҙер йәшәгем килә... Рәхмәт, матурым... миңә күҙемде асҡан кеүек, Хоҙай Тәғәлә һиңә лә бәхет асҡыстары бирә күрһен ине... Иртәгә операция, барыһы ла яҡшы булыр тип ышанам. Әйткәнеңә үкенеп, үҙеңде ерле юҡҡа битәрләп, ғәйепләп ултырма, йәме. Беләм мин һине, тупаҫ, йөрәкһеҙ күренергә маташып теләһә нәмә һөйләйһең дә, аҙаҡ төнө буйы ғәфү үтенеп маҙамды ҡоротаһың... Мин бит һине бөтәһе өсөн дә алдан уҡ ғәфү итеп ҡуйғанмын, аңла инде шуны... Бүләгем минең... Хуш...»

Уҡығанынан шаңҡып байтаҡ ултырҙы Илшат. Нисек шулай туң йөрәк була алған һуң ул? Кешенең хәл эсендә сағында үҙенең юҡ-бар ҡайғыһын һөйләп борсоп йөрөгән! Күҙ алдына ап-асыҡ булып ҡоҙасаһының яҡты ҡараштары сағылды, ҡолағына йомшаҡ көлөү ишетелгәндәй булды... Барыһын да ҡайтарырға теләпме, телефонға йәбеште... Юҡ, номер һүндерелгән, йәки блокта... Компьютер төймәләренә баҫҡыланы – юҡ инде, ул аккаунт юҡ ителгән, аватарка урынында – арҡыры-торҡоро һыҙылған стандарт һүрәт...

Әллә нимәһенә тиҫкәреләнеп ғәфү үтенеп шылтыратманы бит шунда! «Һағындыңмы?» тип һорауына йәне көйөп ҡыҙҙы ла китте, йәнәһе, кем һуң ул шул тиклем Илшат өсөн... Бығаса йәшәне, бынан һуң да йәшәр... Үҙенең бөтә серҙәрен һөйләп, кәңәш һорап, аңлау көтөп баҡҡан кешеһен нисек итеп оятһыҙ рәүештә кәмһетте... Уф-ф-ф... Йөрәгендә әсеттереп ҡайнап киткән ғәйеп тойғоһон баҫырға була аш бүлмәһенә араҡы эҙләп сығыр ерҙән кире боролдо. Ванна бүлмәһенә кереп һалҡын душ аҫтына баҫты. Эстәге янар ут баҫылғандай булғас, ҡабат компьютер артына ултырҙы. Хәбәрҙе ҡабат яй ғына итеп уҡыны. Шул тиклем һиҙгер кеше булған да инде ҡоҙасаһы... Илшаттың нисек ғазапланыуына тиклем белеп торған... һуңғы мәлдә лә, үҙен түгел, Илшаттың күңелен уйлаған бит әле... Яҙмыш бүләге, имеш... Баш ауырыуы – бына ул кем... Нисек бәйләнешкә сығырға һуң уның менән? Нисек?.. Тороп тор. Нимә әйтергә теләй һуң уға? Ғәфү итеүен һорарғамы? Ул кисергән бит инде, Илшат ҡына үҙ-үҙен ғазаплай... Бәлки... бәлки, әйтелмәгән рәхмәте шулай тынғы бирмәйҙер? Ысын! Бик рәхмәтле бит ул ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡты биләгән, осрашыу тиһәң, осрашыу түгел, ниндәйҙер был хәлгә... Ҡоҙасаның аҡыл өйрәтеүҙәре ярҙам итте бит Розалия менән икеһенә. Атаһы менән дә һүҙгә килешкән һайын ошо шылтыратыуҙар йыуатты, сабырлыҡҡа өндәне. Әсәһенә лә иғтибарлыраҡ булып китте шунан бирле. Әллә кем булған инде ул Илшаттың яҙмышында, үҙе лә һиҙмәҫтән... Әллә кем тип ни... Үҙе бүләк булып сыҡҡан бит ул! Яҙмыш бүләге...

Рәйлә САБИТОВА.

Читайте нас