

Туҡмалыусылар, таҙа кәүҙәле, көслө егеттәр, бирешмәй маташтылар, погонлыларҙың бер-икеһенә ныҡ ҡына эләктереп тә өлгөрҙөләр. Әммә тегеләр күмәк һәм оҫталар, бүрене йыҡҡан эттәр шикелле ҡыланалар. Туҡмалыусылар ҙа, туҡмаусылар ҙа йәш яғынан бер самала, шуға ла милиционерҙарға тегеләрҙе бәргесләү айырата ләззәт ине. Тимәк, мин һинән көслөрәк, мин һине еңәм! Тотҡондарҙың көс-ғәйрәте ташып тора ла бит, аяҡ-ҡул бәйләүле, ҡаршылашыр әмәл юҡ. Алға бөгөлә биреп алғандар ҙа, тик ултыралар. Үҙҙәре, ике ауылдан килгән әҙәмдәрҙәй, икеһе ике ҡиәфәттә: береһе һап-һары сәсле, сағыу зәһәр күҙле, икенсеһе тау ситенән табылған таштан юнып яһалғандай, ҡара һоро төҫтә һәм шул таш шикелле үк дәү кәүҙәле.
Һары сәслеһенең күлдәге йыртылып киткән дә аҡ тәне йылтырап тора. Тәне шундай таҙа, ниҙәндер бешекләп яһалған, тип торорһоң. Погонлылар ауыр итектәре менән типкәндә йәш тән, ныҡ тултырылған резина туп һымаҡ, йәмшәймәй ҙә, аяҡтар ғына ҡаҡлығып китә төҫлө. Шуға ауыртмайҙыр ҙа инде. Ауыртыуын ауырталыр, әлбиттә, тере тән бит, тик туҡмалыусы һиҙҙермәй, ауыҙың тулы ҡан булһа ла, дошманың алдында төкөрмә, типтер, ыңғырашмай ҙа, ялбармай ҙа, өҙлөкһөҙ һүгенә генә. Һүгенеүен оҫта һүгенә, нигеҙҙә, русса һүгенә, ара-тирә татарса ла ысҡындыра. Сығыу менән туҡмаусыларҙан үс аласағын, ҡон ҡайтарасағын әйтә. Ә тегеләр уның һайын нығыраҡ бирә: "Ты еще ума не набрал? Вот тогда!"
Икенсеһе, ҡара, яҫы битлеһе, тынысыраҡ, күҙгә эләктереп ҡуймаһындар типтер инде, башын ныҡ эйгән дә тештәрен генә шығырлата. Түҙергә тырыша. Күрәһең, көрәш, һуғыш спорты менән шөғөлләнгән кеше: тәне тик тарамыштан ғына. Тегеләр типкәндә йөҙө сирылып китә, әммә тауыш сығармай, тик ҡара күҙҙәренән ап-аҡ осҡондар сәсрәй.
Тотҡондар әлегә ауыртыныуҙы һиҙмәй шикелле: берҙән, икеһе лә арыу ғына төшөргән, икенсенән, ныҡ ярһыуҙан тәндәренең иҫе бөткән. Әлегә генә шулай, хәтәре аҙаҡ булыр. Хәйер, тотҡондарҙа алдағының ҡайғыһы юҡ, тиҙерәк бер-бер ҡарарға килһендәр, былай яфаламаһындар ине. Ни эшләтеп ҡуйырҙар: бер төн ҡундырырҙар ҙа сығарып ебәрерҙәрме, әллә ун биш көнгә ябырҙармы? Улайтһалар - харап бит, тота ла хәбәр итәләр инде эшеңә лә, өйөңә лә.
Ярар, эште артыҡ ҙурға ебәрмәҫтәр әле. Урлашмағандар, кеше таламағандар, үҙҙәре килеп бәйләнгәс, ҡаршылаштылар инде. Ошо кәүҙәләре менән шул салагаларҙан туҡмалып торһондармы!
Әммә тегеләр эште йәһәт кенә хәл итергә ашыҡманы, башта күңелдәре булғансы туҡманылар, шунан исем-фамилияларын, ҡайҙан икәнен генә яҙҙылар ҙа икеһен ике камераға илтеп яптылар. Хатта һорау-фәлән алып та торманылар. Следователгә саҡыртһалар, үҙҙәрен нисек туҡмауҙары тураһында һөйләй алырҙар ине.
Күпме үткәндер, ниһайәт, икеһен дә бер бүлмәгә килтерҙеләр. Капитан погонындағы следователь бите-башы күгәренгән, кейемдәре йыртҡыланған, яраларынан ҡан һарҡырап торған был байғоштарға, көтөүенән имен ҡайтҡан малын ҡаршылаған хужа шикелле, иҫе китмәй генә ҡараны ла: "Капитан Голубь", - тип үҙе менән таныштырҙы. Шунан, ултырығыҙ тигәнде аңлатып, ике яҡ стена буйындағы ике ултырғысҡа күрһәтте. Папкаһынан, асып, ҡағыҙҙар алды, ручкаһын сығарҙы, бер ниндәй асыуһыҙ-ниһеҙ һары сәскә ҡараны:
- Исемең, фамилияң, эш урының?
- Бер тапҡыр яҙҙылар бит инде! - Егеттең кәйеф шәп түгел, араҡы шауҡымы үтеп маташа, ауыҙ кипкән, тән һыҙлай.
Следователь тыныс, әммә баяғынан ҡатыраҡ итеп:
- Исемең, фамилияң, эшең, торған урының? - тип ҡабатланы. Тауышынан, әйткәнде үтә, юғиһә, насар булыр, тигән ым аңлашылып тора.
- Ну, Кальметов Мәснәүи, ти! Өфөнөкө, заводчанин...
Капитан үҙ ғүмерендә бындай әҙәмдәрҙе күп күргән, күп һорау алған, шуға ла, барыбер сиселерһең, сисербеҙ, тигән шикелле, үҙен тыныс, ышаныслы тота. Һорашты-һорашты, яҙҙы-яҙҙы ла, күҙҙәрен был икәүҙән алмайынса ултырған ҡара сәсле егеткә ҡараны.
- Ә һин? - Капитан уға тупаҫыраҡ өндәште, сөнки быныһының кейеме, һын-ҡиәфәте, хатта күҙ ҡарашынан уҡ ситтән - ауыл тирәһенән килгәнлеге күренеп тора ине. Ә тотҡон, капитан хәҙер үҙҙәрен йоҙроҡ төйөп әрләй башлар тип шөрләп ултырған кеше, офицерҙың һин дә мин генә һорашыуын күргәс, бер аҙ иркенәйҙе:
- Мин - Буранбаев Ишмырҙа булам, Баймаҡ районыныҡы. Баяғы, шул колхозда витаминный мука әҙерләйем... - тине. "Баймаҡ районынан" тигән һүҙҙе ул бер дәрәжә менән әйтте. Яҡын-тирәлә, хатта Өфөлә генә лә түгел, ә бөтә донъяла Баймаҡтың да, баймаҡтарҙың да алданыраҡ йөрөгәнен, һәр хәлдә, үҙҙәренең шулай уйлағанын яҡшы белә ине. Ғөмүмән, Буранбаев, теге һары сәс шикелле, ҡаршы әйтеп маташманы, һорағандарына теүәл яуап биреп кенә ултырҙы. "Эйелгән башты ҡылыс сапмай, ауыҙын ҡайыр, башҡа был капитанды күрәһең бармы, күңеле булһын да тиҙерәк сығарып ебәрһен", - тип уйланы.
- Ниңә йәмәғәт тәртибен боҙҙоғоҙ? Ниңә һуғыштығыҙ? - Следователь быяла һымаҡ күҙҙәрен йүгертеп алды ла, һин башла, тигәнде аңлатып, Кальметов тигәненә ҡараны. Боланың башы ошо әҙәмдә кеүек күренде, ахырыһы. Ә һары сәс бирешеп барырҙайҙарҙан түгел, ирененән һарҡырап торған ҡанды һөртөп алды ла өндәшмәй ултыра бирҙе.
- Кальметов, нимә, ишетмәйһеңме? Ниңә һуғыштығыҙ?
- Нимә, мин уң яғыма һуҡҡанда, һул яғымды ҡуйып торорға тейеш что ли! Кем башлаған бит!
- До этого еще дойдем! - тине капитан Голубь. - Ниңә ҡала майҙанында кеше күп йыйылған ерҙә һуғыш сығарҙығыҙ? Икәү башлағанһығыҙ. Бына уның менән! - Капитан Ишмырҙа яғына баш һелкте. - Ниндәй маҡсатта янъял сығарҙығыҙ?
- Ул миңә "татар" тине... - Һары сәс ҡаршыһында ултырған егеткә нәфрәт менән ҡарап алды. Следователь бындай яуапты көтмәгәйне шикелле, аптырап ҡалғандай итте, әммә эсендәген тышҡа сығарманы.
- Татар тине? - тип ҡабатланы. - Ә үҙең кем һуң?
- Ну, татар!..
- Һуң, татар булғас?..
Мәснәүи өндәшмәне, следователь яуап таптырып торманы, эстән генә ниҙер уйланы ла ҡуйҙы, шикелле. Шунан Ишмырҙаға боролдо:
- Ни өсөн һуғыштың?
- Ул миңә "башҡорт" тине.
- Ә һин полякмы ни? - Капитан быны мыҫҡыл менәнерәк әйтте. Ишмырҙа, әлбиттә, капитан Голубтың тел төбөн аңламай түгел ине, бите тартышҡандай итте, күҙҙәренән осҡон ялтланы, нисек тә ыңғайға торорға тырышҡан әзмәүерҙең төҫө ҡарайҙы. Ниндәйҙер бер Голубь мыҫҡыл итеп маташа түгелме үҙен!
- Башҡорт! - Ишмырҙа ҡаты итеп әйтте. - Мин уның шикелле... - Буранбаев һары сәскә ҡараны, - милләтемде әйткәнгә ғәрләнмәйем, ғорурланып ҡына китәм!
- Ә ғорурланғас, ниңә "башҡорт" тигәнгә һуғыша башланың?
- Ул килеп йәбешкәс, мин ҡарап торорға тейешме? Үҙ илемдә теләһә кемдән туҡмалып торорға! - Ишмырҙа тигәненең йөҙө ҡомһарылып китте. Күрәһең, былай ғына йомшаҡ күренә, сәменә тейҙеләрме, оҙаҡ уйлап тормай торған кеше.
- Үҙ илеңдә? - Капитандың күҙҙәре сысҡан күргән бесәйҙеке шикелле булды, мыйығы тороп ултырғандай итте. - Үҙ илеңдәме? Ә мин, бына был Кальметов, кемдең, һинең илеңдә йәшәйбеҙ булып сығамы?
Ишмырҙа ярамаған һүҙ ысҡындырғанын, был урында һәр һүҙең өсөн яуап бирергә тура киләсәген төшөндө шикелле:
- Һеҙҙе белмәйем, мин үҙ илемдә йәшәйем, - тип шымалап ҡуйҙы. Следователь егеттәге зиһенде һиҙҙе, һүҙҙе сәйәси яҡҡа борорға теләмәне.
- Өфөгә ниндәй маҡсат менән килдең?
Был һорау ҙа асыуына тейҙелер, һаман киреләнә бирҙе:
- Ниңә, килергә ярамаймы ни? Өфө беҙҙең баш ҡалабыҙ!
- Һин һорағанға яуап бир, Буранбаев. Бында "Ҡыҙыл Байраҡ" колхозының контораһы түгел. Килеүеңдең маҡсаты барҙыр бит?
- Маҡсатмы? - Теге кинәйәле өндәште: - Беҙ үҙебеҙгә суверенитет алырға килдек!
- Суверенитет? - Капитан быға мыҫҡыллы ҡарап алды. - Шунан, алдыңмы суверенитетты?
Башҡорт өндәшмәне, ни әйтергә белмәне, күрәһең. Маңлайына йәбешкән сәсен һыпырҙы, яраһынан ҡан аға башланы.
- Электән таныштар инегеҙме? - Капитан күҙен теге байғоштарға йүгертте.
Өндәшмәнеләр.
- Бығаса бер-берегеҙҙе белә инегеҙме? - Тәфтишсе ҡатыраҡ өндәште.
- Белмәйем, белергә лә теләмәйем! - Яуапты Мәснәүи бирҙе. - Мин - Өфөнөкө, ә ул ана ҡайҙан килгән. Мин: "Татарларга азатлык!" - тип ҡысҡырғанда килде лә яғанан алды.
Башҡорт урынынан тороп баҫты, ҡалын ҡаштарын төйөп, быға текәлде.
- Нимә алдайһың! Наоборот, мин: "Башҡортостанға - суверенитет!" - тип ҡысҡырғанда, үҙең килеп йәбештең! Шунда ауыҙыңды йырырға кәрәк булған да бит!
Мәснәүи ырғып торҙо:
- Вот, нахал башҡорт! Һеҙ йөрөнөгөҙ бит унда: "Суверенитет тик башҡорттарға ғына!" - тип!
Баш-биттәре күгәргән, ауыҙ-морондары ҡанға туҙған был ике ҡурҡыныс әҙәм күҙ уҡтары менән бер-береһен атып үлтерерҙәй булып бер-береһенә ҡарашты. Осҡон ғына кәрәк, милиция бар, тип тормаҫтар.
- Сержант! - Капитан ишек яғына ҡысҡырҙы. Шуны ғына көтөп торғандарҙыр, ике әзмәүер килеп баҫты.
- Еще не протрезвели. Охладите!
Офицерҙың бойороуы булды, сержанттар, ҡуянға һөсләткән һунар эттәре шикелле, килеп тә йәбеште:
- Руки назад!
Егеттәр ғорур, үҙ теләктәре менән ҡулдарын артҡа ҡуйып йөрөргә өйрәнмәгәндәр, һинең арҡала, тигән шикелле, бер-береһенә ҡарап алдылар ҙа тора бирҙеләр:
- Что, не слышите? - Әзмәүерҙәр йәлт иттереп быларҙың ҡулдарын артҡа шаҡарҙылар, ыңғайына тубыҡтары менән арт һандарына типтеләр.
- Марш!
Оҫталар. Хәйер, уларҙың эше шул: тәртипһеҙҙәрҙе тәртипкә ултыртыу, именлек урынлаштырыу, законды тотоу. Ә уның өсөн көс, оһоллоҡ кәрәк.
Коридорҙа тағы ике милиционер тора ине, дүртәү булып киттеләр. Береһе - алдан, шунан Ишмырҙа, тағы милиционер, шунан Мәснәүи бара. Арттан икәүҙәр, немецтарҙы эләктергәндәрме ни!
Бер аҙ барҙылар ҙа уңға боролдолар. Тимер ишеккә еткәс, алдағыһы камераны асты. Ҡулдарын шаҡарып тотоп килгән сержант әллә ни арала аяғын ишеккә арҡыры ҡуйҙы ла Ишмырҙаның елкәһенә төртөп ебәрҙе: "Иди в Башкортостан!" Шундай көс менән төрттө, манаралай оҙон егет йөҙө менән бетон иҙәнде һөрөп барып ятты. Тимер ишек шалтырап ябылды.
Татар быны күреп торҙо: тимәк, үҙен дә шул уҡ хәл көтә. Тауышын йомшағыраҡ сығарырға тырышып:
- Слушай, син үзебезнең җигеткә ошагансың... - тине.
- Молчи! - Сержанттың бәләкәй йәшел күҙҙәре йыландыҡылай мызлай. Ҡулы йылт итеп кенә ҡалды, ул-былға әҙер торған Мәснәүи ҙә бөгөлөп төштө.
- Сиңарға азатлык ана шунда! - Сержант был һүҙҙәрен татарса әйтте. Ишекте япҡас, янындағы йәшерәк милиционерға ҡараны:
- Ну, ничек?
- Оста-а! - Теге һоҡланыуын йәшермәне.
- Афганец! - Өлкән сержант тәкәббер йылмайҙы. - Әйдә тартып алабыз.
Улар оло эш бөтөргән ҡиәфәттә тышҡа сығып киттеләр. Бөгөн артыҡ ҙур эш булмаҫтыр, митингыға килеүселәр таралышҡан, бола бөткән.
...Мәснәүи камераға бикләүҙәре менән тимер ишекте типкеләргә тотондо:
- Ах, мин сезне!.. Чыгыйм гына әле, жиде буын аналарыгызның җиде йөз җитмеш җиде ел яткан кабер такталарын... Бөтен токым-затларыгыз белән! Башым Себер китсә китәр, чукындырмый калмам! Сволочь, мөртәт, үзе татар бит әле! Чукынган татар! Җүнле адәм милициядә эшлиме! Ә мин шушыларга азатлык алып бирәм дип йөргән булам! Ничего, чыгыйм гына әле, төсеңне таныдым мин синең! - Ул һүгенде-һүгенде лә тағы типкеләргә, дөбөрләтергә тотондо. Тыштан кемдер: "Эй, ты там, еще надо что ли!" - тип екергәс, стена буйындағы тар һәндерәгә барып ятты. Үҙе эстән генә: "Ныу, теге башкортка нык эләкте! Анысы шәп булды да ул!" - тип бер аҙ үсен ҡандырып, ҡәнәғәтлек кисерҙе. Мәснәүи татар шулай дыуланы, ә Ишмырҙа башҡорт бая ауған килеш бетон иҙәндә ята бирҙе. Камера һалҡын, кейемдәр еүеш - тышта октябрь, ямғыр ине. Әммә унда ҡайғы юҡ, бетон һалҡынлығы ла беленмәй. Утыҙға ла етмәгән урҙалай егет үҙенең ҡасан илағанын да онотоп бөткәйне, бына күҙҙән йәш аға шикелле, танау мыш-мыш килә, тамаҡ төбөнә ҡаты төйөр ултырған.
Ишмырҙа туҡмалыуҙан да, тәндәре һыҙланыуҙан да түгел, ә ғәрлегенән илай ине. Илауын иламай, тештәрен генә ҡыҫа. Ошо кәүҙәң, ошо ғәйрәтең менән шул маңҡаларҙан туҡмалып торсо! Иректә тура килһә, бер ниндәй ҡоралһыҙ-ниһеҙ уларҙың унауһын әйләндереп һала ла инде! Юҡҡа ғына өйрәттеләрме ни армияла! Атайың туҡмаһа йә армияла "дед"тар бәргеләһә, әллә ни ғәрлеге юҡ. Атайың инде тейеше өсөн бирә, "дед"тар үҙ-үҙеңде яҡлай алмағанға мыҫҡыллай. Ә былар? Маңҡа мильтондар! Аңғармағандараҡ эләктереп алдылар шул. Баймаҡта бәйләнһендәр ине үҙенә!
Их, кисә генә бөтөнләй икенсе донъя ине! Ишмырҙа бит үҙен ауылда ғына түгел, донъяла хужа итеп тоя. Ни теләй, шуны эшләй, ҡайҙа кәрәк, шунда сыға ла китә! Ана, килеп әйттеләр, Өфөгә барырға, тип, ултырҙы ла китте. Гел уның кеүек көслө, ғәйрәтле егеттәр йыйылған. Өр-яңы матур автобус бирҙеләр - баймаҡтар ҙа инде улар! Автобус алдына Зәки Вәлидиҙең йәшелле-күкле әләмен ҡаҙанылар. Ирәндеккә етеү менән йырлап та ебәрҙеләр:
Башҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды күк Урал. Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал.
Күңелле барҙылар, күмәк булғас, ҡыҙып та алғас, оҙон юл да бик ҡыҫҡа күренде. Өфөгә иртән һигеҙҙә үк килеп еттеләр. Депутаттар йыйылып һөйләшә торған ҙур һарайҙың алдына халыҡ тулған. Төрлө-төрлө флагтар, лозунгылар яҙылған таяҡтар тотҡандар. Күпселеге Ишмырҙа кеүек йәштәр. Депутаттар үткән һайын ҡысҡырып ҡалалар: "Суверенитет!", "Башҡортостан!", "Азатлыҡ!" Башҡорто - башҡортса, русы - русса, татары татарса ҡысҡыра. Мәрәкә инде, бындайҙы күреү түгел, ишеткән дә юҡ. Халыҡ дыу килә, береһен дә тотоп алып китмәйҙәр, шуғалыр, тағы ла нығыраҡ һөрәнләйҙәр. Әйтерһең, ҡараңғыла бикләп тотҡандар ҙа ҡапыл яҡтыға сығарғандар, шунан былар нишләргә белмәй ҡаңғырыша. Бында ҡыҙыҡ бөткәс, майҙанға барып, митинг яһанылар. Һөйләнеләр, ҡысҡырҙылар, һыҙғырҙылар. Береһе һөйләгәнде икенсеһе ишетмәне, тыңларға ирек бирмәне. Ишмырҙа ла ҡысҡырҙы: "Азатлыҡ!", "До-лой!", "Отставка!" Уның тауышы шәп, әллә ҡайҙарға китә. Әйҙә, ҡысҡырып ҡалһын, ҡасан тура килә әле бындай эш. Ҡайтҡас, ҡыҙыҡ итеп һөйләр. Төнгә тиклем йөрөрҙәр ине лә, ямғыр яуа бит. Автобустарына инеп, "йылынғылап" алдылар. Уныһын да күреүсе, тыйыусы булманы. Хәйер, хәҙер хөрриәт, демократия, тиҙәр.
Эш һәйбәт кенә бара ине шулай, әллә ҡайҙан бынау Мәснәүи тигән бәндәһе килеп сыҡты. Янына килде лә һөйләнә башланы: "Башкортлар килгән, фәлән-төгән..." Эсеп тә алған. Ишмырҙаның йәне көйҙө лә китте. Ул да ҡыҙмаса бит инде. "Килһә, нимә булған!" - тине. Шунан әрепләшеп киттеләр, әллә ни арала яғаларынан эләктерештеләр. Кем башлағанын да белерлек түгел. Ярай һуғыша башламанылар. Ишмырҙалағы көс - бер һуғыуҙа аҫау айғырҙы үлтерә лә инде! Ул арала арттан килеп ҡайырып алдылар ҙа машинаға илтте лә тыҡтылар. Былар хатта аңғармай ҙа ҡалды. Милиция-фәлән күренгән кеүек тә түгел ине, шуға үҙҙәре лә иркен ҡыланды. Әллә былай кейем кейеп йөрөгәндәр, әллә Ишмырҙа кеүектәрҙе һағалап торғандар. Илтеп тыҡтылар ҙа милицияға алып та киттеләр. Бына һиңә демократия! Ишмырҙа һөйләнеп маташҡайны ла, екереп кенә ҡуйҙылар.
Машинанан төшкәс, икеһе бер булып, милиция менән айҡашыуын айҡаштылар инде. Ниңә көпә-көндөҙ ерле юҡҡа шуларҙан мыҫҡыл ителеп торорға! Шунан инде ҡулдарына бығау һалдылар ҙа кинәнгәнсе бирҙеләр. Бына хәҙер ята иҙәндә... Иптәштәре ҡайтып киттеме икән инде? Әллә һаман йөрөйҙәрме икән? Ташлап китмәҫтәр, баймаҡтар ҙа инде улар! Ишмырҙаны нисек сығарырға тип юллап йөрөйҙәрҙер әле. МВД-ла үҙҙәренең районынан бер башҡорт майоры эшләй, тиҙәр ине, шуны эҙләйҙәрҙер. Бөгөн табыуын таба алмаҫтарҙыр, хәҙер һуң инде, моғайын, иртәгә килерҙәр. Майор булғас, әйттениһә, сығаралар ҙа ебәрәләр инде. Әрләүен әҙерәк әрләрҙәр, ныу штраф һалһындар, ти! Ерунда!..
Ҡатыны Нәзифә, барма, йөрөмә шунда, тип күпме ялынғайны. "Горбачев яһай алмаған перестройканы һин яһармын тиһеңме! Әллә ниндәй бәләләргә ҡалып ҡуйырһың!" - тине. "Ҡалмабыҙ! - тине Ишмырҙа. - Хәҙер застой заманы түгел, хөкүмәт үҙе беҙҙең кәүектәрҙән ҡурҡып тора!" Балаларға кейем, күстәнәс апҡайтырмын тип, аҡса ла алғайны. Алдың! Кеҫәләре буп-буш. Әй, аҡсаһы суҡынып китһен дә, нисек тә тиҙерәк сығып ысҡынырға ине.
Ғүмерҙә лә бик эсендә ултырғаны юҡ уның. Нәҫел-нәсәбендә булған эш түгел. Хәтәр икән дә! Әле һаман ышанып етмәй, бөтәһе лә яңылыштыр, бәлки, төш кенәлер, ул ауылында, өйөндә яталыр һымаҡ. Шуға ышанып ҡыбырлап ала. Ҡыбырланымы, ҡулы һалҡын бетонға тейә, күҙен астымы, бейектә янған тоноҡ ҡына шәм күренә. Тәҙрә лә, ишек тә юҡ. Ишеге бар ҙа, асылмай. Күңел жыулай ҙа китә. Нисек төндө үткәрергә? Тиҙерәк яҡтырһын ине. Яҡтырһын да теге майор килеп алып китһен үҙен. Ай, оҙаҡ үтә ваҡыт!..
* * *
Ә эш Ишмырҙа уйлағанса ғына түгел ине. Теге ерән капитан Кальметов менән Буранбаевтан тағы бер тапҡыр һорау алды ла, шунан Гоголь урамы төбөндәге төрмәгә илттеләр ҙә яптылар. Төрмә тигәс тә, ысын төрмә түгел икән был, халыҡ белмәйенсә генә шулай әйтә, имеш. Бында уны "изолятор" тип йөрөтәләр. Судҡа тиклем ултырғандарҙы шунда тоталар икән. Ишмырҙаның тыштан ғына ҡарап үткәне бар ине, бына эсен дә күрергә тура килде. Тимәк, эш ҙурға китте.
Бында эштәр хәтәр: сығармайҙар ҙа, эш тә эшләтмәйҙәр, бикле тик тоталар. Камераның эсе тулы гел бер төҫлө халыҡ, хәс тә йөнө туналған һарыҡтар. Саҡыртһалар, һорау алыу өсөн генә килеп алалар. Унда ла ҡулдарын артҡа ҡуйҙырып, һаҡ аҫтында ғына килтерәләр. Шул ҡиәфәттә алып китәләр. Ошоноһо бигерәк ғәрлек. Тиҙерәк хөкөм итеп ҡуйһындар ҙа инде... Нимәһенә кешенең башын ҡаңғыртырға!
Ишмырҙа суд көнөнә тиклем өмөттә торҙо. Моғайын, был килеш ҡалдырмаҫтар уны, колхоз председателе менән райком секретары килеп йолоп алыр. Бик өлгөлө кеше, колхозға кәрәк кеше, тиерҙәр, унһыҙ эш бармай, тиерҙәр. Райком секретары уны белергә тейеш, Ишмырҙаны бит бер түгел, ике тапҡыр район газетаһында маҡтап яҙҙылар. Председатель дә, райком секретары ла төрмә начальнигы менән генә түгел, хатта министрҙың үҙе менән дә һөйләшә ала. Ишмырҙа шулай коридорҙа аяҡ тауышы ишетелгән, шалтырап ишек асылған һайын тилмереп көттө. Һорау алырға тиҙерәк саҡырғандарын көттө. Барып инеү менән следователь: "Буранбаев, һинең эшең туҡтала, бар, ҡайтып кит тә эшеңә тотон", - тип әйтер һымаҡ ине. Юҡ, булманы, хыянат иттеләр. Айҙан ашыу ултыра, председатель түгел, иптәштәре лә килеп күренмәне, хатта күстәнәс тә ебәрмәнеләр. Ишмырҙа үҙе булһамы, төрмә нигеҙен ҡаҙып булһа ла килеп инер ине. Бөтә кеше лә уның кеүек түгел икән шул! Һай, "ашап-эскәндә дуҫтар күп, башыңа бәлә төшһә, береһе лә юҡ", тип юҡҡа йырламағандарҙыр борон-борондан. Ә ул ана шулар өсөн ғазап сигеп ултыра, ахмаҡ!
Аптырағас, Ишмырҙа үҙен үҙе йыуатып ала. Урлашып йә кеше талап ултырмаған да инде, башҡортомдоң ирекле тормошо өсөн, тип йөрөгән. Ана, Ленин менән Сталин, Дзержинскийҙар ҙа ултырған. Бер генә тапҡыр түгел, әллә нисәмә рәт ултырып сыҡҡандар. Барыбер сыҡҡандар. Ниндәй ҙә кеше булып киткәндәр. Бәлки, берәй заман Ишмырҙа Буранбаев тураһында ла шулай һөйләп йөрөрҙәр, хатта китапҡа ла яҙырҙар. Хәҙер түгел инде, берәй заман, үҙе үлгәс. Башҡорттоң азатлығы өсөн ултырған төрмәлә, үҙе теге Буранбай нәҫеленән булған, тиерҙәр. Килештерерҙәр, өҫтәп-өҫтәп яҙырҙар...
Ә теге татар бирешмәйҙер әле, Өфө кешеһе бит. Әллә кемдәре барҙыр, милицияла бит, ҡайҙа ҡарама, татарҙар ултыра. Иллә шәп иттеләр үҙен, ныҡ бирҙеләр тегегә! Юғиһә, әллә кем булып йөрөй ине! Айырманылар инде, икеһенә лә бер сама эләктерҙеләр.
Нишләп шул милиция тигән ерендә башҡорттар эшләмәй икән? Бына ошондай ваҡытта кәрәк бит улар. Ят - ярлыҡамай, үҙеңдеке - үлтермәй, тигәндәр. Ишмырҙа үҙе шул тирәлә йөрөһәме, бөтә башҡорттарға ярҙам итеп ултырыр ине... Ишмырҙа Буранбаев ниндәй генә хыялдарға бирелмәһен, береһе лә ысынға сыҡманы: ике ай изоляторҙа тоттолар ҙа шартлатып хөкөм иттеләр ҙә ҡуйҙылар. Судта суверенитет-фәлән тураһында һүҙ булманы, уголовный енәйәт тип таптылар. Баштараҡ Ишмырҙа, бәлки, үҙҙәрен политик тотҡон итерҙәр, тип өмөтләнгәйне, унда шарттар һәйбәтерәк була, арыуыраҡ ашаталар ҙа, имеш, тиҙәр ине, улай яһаманылар, йәмәғәт тәртибен боҙған, милицияға ҡул күтәргән өсөн, тип сығарҙылар хөкөмдө. Ярай, бәлки, хәйерлегә булғандыр, политика өсөн дә оҙаҡҡа ябырҙар, йә каторгаға уҡ ебәреп ҡуйырҙар ине. Ә былай ике йыл бирҙеләр ҙә холоҡ төҙәтеү һәм хеҙмәт лагерына яптылар.
Теге Мәснәүи татар менән башҡаса күрешмәнеләр, күрәһең, икеһен ике яҡҡа олаҡтырҙылар.
2
Колония тигәндәре изоляторҙан алдыныраҡ икән дә: арыуыраҡ ашаталар, эшләтәләр, һарайҙан ялан кәртәгә сыҡҡан мал шикелле, шул ихата алдына сығып йөрөп тә була. Хат яҙырға ла рөхсәт бар, хатта кино ла күрһәтәләр икән.
Иң ҡотҡарғаны эш инде. Юғиһә, изоляторҙа саҡта аҫылынып ҡына үлерҙәй булды ла баһа! Бер ни генә лә ҡылыр әмәл юҡ: ятаһың һаҫыҡ камерала һуҡыр сысҡанға оҡшап. Бында, исмаһам, кеше итеп тояһың үҙеңде.
Ишмырҙалар мясорубка яһай. Цехы ла ошонда кәртә эсендә икән, көн дә һанап, ҡарап үткәрәләр. Бер завод һымаҡ үҙенсә. Ишмырҙа ни, тимер-томор араһында йөрөгән кеше, формовкаһына ла, станогына ла тиҙ өйрәнде. Аҙна-ун көн тигәндә, ҡуйылған нормаларын тултыра, тағы бер аҙҙан арттырып та ебәрә башланы. Эшләгәнде ни бында ла яраталар.
Шуныһы ғына яман: мясорубкаһы әҙер булдымы, билмән ашағы килә лә китә. Өйҙә саҡтар, ит әйләндергән, күмәкләп ултырып билмән яһаған, шунан ошо билмәнде алҡынғансы ашаған ваҡыттар күҙ алдына килә. Аш аллығы ла була торғайны. Ашап туйғас, күмәкләп ултырып телевизор ҡарайҙар, шунан балалары йоҡлап киткәс, кәләшенең эҫе тәненә һырығып, юрған аҫтына сума...
Булған бит замандар! Хәҙер хатта ышанғы ла килмәй. Ныу, сығып алһа, белер ине ҡәҙерен. Бындағы ашты бит улар эттәренә лә бирмәй торғайны. Ысын! Ундай ашты күргәне юҡ ғүмерҙә лә.
Ни хәл итәһең, килеп эләккәс, түҙергә генә ҡала, башҡа әмәле юҡ.
Ярар, бына шулай әйткәндәрен тыңлап, ҡушҡандарын эшләп, шым ғына көн күреп ята әле. Өҫтәүенә, бер шөғөл дә табып алды. Бер көн ҡулына "Ағиҙел" журналы килеп эләкте. Күрәһең, уға тиклем дә бер башҡорт ултырған. Сыҡҡанда ҡалдырып киткәндер. Хатта ҡыуанды ул журналға. Башҡортса бит! Туғаның, ауылдашың менән осрашҡан кеүек булып китте. Тауышы сыҡмаһа ла, теле бар.
Ауылда саҡта алдырғаны ла, уҡығаны ла юҡ ине быны. Ҡатыны "Крестьянка" менән "Башҡортостан ҡыҙы"н, ә үҙе "За рулем" менән "Подвиг"ты алдырҙы. Форсат ҡалмай бит уҡырға, йәйен дә, ҡышын да шул эш тип йүгерә. Ә бында ваҡыт бар. Яҙҙырып та була икән, киләһе айҙан үҙенә алдыра башлар. Ә ҡайтҡас инде мотлаҡ яҙыласаҡ. Хәҙер бер яҡын дуҫы булды ла ҡуйҙы ошо зәңгәр тышлы китап.
Ишмырҙа башта биттәрен ҡутарып, ҡараштырып сыҡты, мөхәббәт, ғаилә тормошо тураһындараҡ яҙылғандарын эҙләне. Матур яҙылғандарын ғына уҡырға ине, ире төрмәгә эләгеп, ҡатыны ауылда ҡалып, боҙолоп киткән эштәр тураһында булып ҡуймаһын!
Ишмырҙа ике-өс бит уҡығас та шөрләй төштө: ах, тап уның ише әҙәм тураһында яҙылған түгелме? Хатта исеме лә оҡшаш - Иштуған. Иштуған шофер булып эшләгән, ҡалала - Өфөлә йәшәгәндәр. Ҡатыны, балаһы булған. Шунда машинаһы менән юл йөрөй торғас, Иштуған бер йәш ҡатын менән танышып, эскегә, уйнашҡа һалыша. Быны үҙ бисәһе белеп ҡала. Ығы-зығы, янъял тыуа, был сығып китергә мәжбүр була. Аҙаҡ сиктә барып төрмәгә эләгеп ҡуя. Ишмырҙа ундай кеше түгел, ул бит бөтөнләй икенсе - изге юлда йөрөп эләкте. Ә теге - ахмаҡ, ниңә ирекле тормоштоң ҡәҙерен белеп кенә йәшәмәҫкә инде! Ишмырҙа шуларҙы уйлап ултыра-ултыра ла, ярар, бер тамағың менән бер артыңа баш булмағас, әйҙә ят ҡаңғырып, тип үсәп тә ҡуя.
Ошонда, Ишмырҙалар колонияһында, түгелме икән ул әҙәм? Бәлки, осрап та ҡуйыр. Хәйер, яҙыусылар кешеләрҙең исемен бутап яҙа, ти, бит ул. Ҡотолоп сыҡҡас, Өфөлә яҙыусыһын эҙләп, Иштуған тураһында һорашыр әле.
Нәзифәһе нисек йәшәп ятҡан була икән унда? "Зэк бисәһе" тип ҡаңғырталармы икән бахырҙы? Нәзифә бит алыҫтан, бөтөнләй икенсе райондан төшкән килен, ауылда туған-ырыуы, серләшер кешеһе лә юҡ, яңғыҙы йөрөйҙөр ҡаңғырып. Бергә йәшәгәндә былары беленмәне, хәҙер һиҙҙертәлер. Былай уҫаллығын уҫал ғына инде, әллә ни бирешеп тә бармайҙыр, шулай ҙа...
Нәзифәнең эше ир-ат янында - колхоз бухгалтерияһында кассир. Айына ике-өс тапҡыр аҡса алырға тип районға бара. Күберәк председатель шоферы алып китә. Ул бушамағанда, икенселәре лә йөрөтә. Парткомды йөрөткән төлкө танау Кинйәбулат Нәзифәгә күҙҙәрен йылтыратҡылай, имеш, тиҙәр ине. Иманы юҡ бит ул бәндәнең, эсеп алһа, әбейҙәргә лә йәбешер! Ул-был булып, белеп ҡалһамы!
Нәзифәһе төҫкә бик сибәр - Мәснәүи кеүек үк һап-һары сәсле. Шундай һары, көнбағыш сәскәһен ураған башына тип торорһоң. Ә күҙе - зәп-зәңгәр. Ҡараһаң, үҙ күҙҙәрең ҡамашыр. Баймаҡ яғында бит ундайҙар юҡ, шуға ла ауылда ят яландан күсереп килтереп ултыртылған сәскә кеүек кенә күренә. Ҡайтҡан көн урамдан үтеп киттеләр юрамал, бөтә ауыл ҡарап ҡалды. Иртәгеһенә үк хәбәр таралған: ныу, Ишмырҙа тапҡан бит кәләште!
Аптырарһың, Ишмырҙа малайҙары, ата-әсәһенә ҡарағанда ла кәләшен һағынып ҡаңғыра. Асия! Быны әйтеүе түгел, уйлауы ла оят, әммә шулай булғас, шулай инде. Һылыу ғына түгел, уңған да бит кәләше: эшләмәгән эше, бешермәгән ашы юҡ. Әҙ генә лә тик тормай, гел генә юрғалап йөрөп ята. Йүгерә-йүгерә йонсоп та китәлер - колхоз эше, йорт эше, бала-саға. Аҡса таратыуға ғына күпме нервы! Ят ирҙәр ҡайғыһы тиһеңме унда! Саба-сабалыр ҙа, инәлер ҙә тәгәрәйҙер.
Кәләше тураһында шулай яман уйлағаны өсөн үҙен әрләп ала, күңеленән булһа ла ғәфү үтенә. Шунан хат яҙырға тотона. Бына бер аҙҙан, Алла бирһә, күстәнәстәрен тейәп үҙе лә килеп етер әле. Икеһен бер бүлмәгә, бер карауатҡа һалып, тыштан бикләп китерҙәр. Һәйбәт йөрөгән кешеләрҙе ҡатындары менән шулай осраштыралар ҙа! Был төн тәү ҡушылған төндән дә татлыраҡ буласаҡ! Йә, төрмә һынлы төрмәлә ҡатының менән ҡосаҡлашып ятсы! Башҡа һыйырлыҡ түгел! Әйтһәң, ышанмаҫтар ҙа! Быны уйлап тапҡан кеше бик һәйбәт кешелер. Ҡасан килә инде ошо мәл!
...Көндәр шулай һағышлы ла, өмөтлө лә уйҙар, хистәр менән үтә торҙо. Ишмырҙа теге журналды түшәге аҫтына йәшереп тота. Сере бар: бер ағыраҡ битенә һыҙыҡ һыҙып бара. Бер көн үткән һайын - бер һыҙыҡ. Һыҙыҡты ул кис, ятыр алдынан ғына һыҙа. Был - үҙенсә бер тантаналы мәл: тимәк, тағы бер көн үтте, рәшәткә эсе тағы бер тәүлеккә ҡыҫҡарҙы, тигән һүҙ. Тик ошо мәлде - кисте көтөп алыуы ғына ауыр. Ҡайһы берҙә түҙмәйенсә иртән үк һыҙып ҡуя. Иртән һыҙһаң инде, кискелеккә шатлыҡ ҡалмай, буш күңел менән ятып йоҡлаған кеүек була.
Һәр көн таяҡтарҙы һанап ҡарай. Әлбиттә, иҫәбен былай яттан да белә, әммә һанап ҡуйһаң, тынысыраҡ. Таяҡтар ҡайһы берҙә артығыраҡ та сыға. Ишмырҙа ҡыуанып, йөҙө яҡтырып китә: әллә яңылышып йөрөгән дә, срогы бер көнгә булһа ла ҡыҫҡарып ҡуйғанмы? Шунда уҡ яңынан иҫәпләргә тотона. Юҡ инде, алдай алмаҫһың донъяны!
Ишмырҙа төрмәнән йәй, август айында, сығырға тейеш. Бөтәһе лә күҙ алдына килә. А-а, ул бит һауала осҡан бөркөт, арҡаларҙа елдергән болан кеүек йәшәгән кеше! Ҡайһылайыраҡ йөрөй ине ауылында! Ҡайҙа ғына бармаһын - үҙ иле! Үҙ иле, үҙ кешеләре, дуҫ-иштәре, бөтәһе лә күтәреп алырҙай булып тора.
Ә ундағы көс, оһоллоҡ! Көрәштә арҡаһы бер ваҡытта ла ер күрмәне. Тегеләр аһ та уһ килә, ә был тир ҙә сығармай, йәпле мәлен генә самалап йөрөй ҙә, ала ла елгәрә. Һабантуй һайын тәкәһеҙ ҡайтмай ине. Ҡайтмай тигәс тә, өйгә алып ҡайтып тормай инде, ҡайҙан килгән, шунда китә - Ирәндектең иң күркәм еренә баралар ҙа усаҡ яғалар, тәкәне һуйып шашлыҡ бешерәләр.
Шулай үҙ алдына уйлана-уйлана ғына йәшәп ята ине әле, көтмәгәндә бер хәл килеп сыҡты. Ҡәҙимге көн, эш ваҡыты. Бер-береһенә оҡшаш әҙәмдәр цехта эштәре менән була. Берәүҙәр, көн уҙһын, сабата туҙһын, тип йөрөй, Ишмырҙа кеүектәр, эшләгәс, эш булһын, тип тырыша. Шулай донъя һин дә мин торғанда, цехтың арғы башында ғауға ҡупты ла китте. "Зэк"тар үҙ-ара һуғыша. Улар һуғышһа инде - хәтәр, йә үҙе бөтә, йә үҙен бөтөрәләр - икенең бере. Яман алышалар. Береһе тондора ла, икенсеһе сәсрәп барып төшә, шунан тороп тегеһе тондора. Ә ауыҙҙарынан сыҡҡан һүҙҙе тик төрмәлә генә ишетергә мөмкин. Ҡурҡыныс! Икәү дөмбәҫләшә, ҡалғандары ҡыҫылмай, ҡарап тора. Бында закон шулай, әйҙә бәхәсте, гладиаторҙар һымаҡ, үҙ-ара хәл итһендәр.
Ишмырҙа янъялды күрмәмешкә һалышты: барып ҡыҫылырға атам туғаны, инәм ҡәрендәше түгелдер әле. Төрмәгә лә шул бола арҡаһында килеп ҡапты, ҡыҫылһаң, йә тағы бәләгә эләгеп ҡуйырһың.
Ул ҡапыл терт итеп ҡалды: таныш тауыш! Ныҡ таныш! Ҡайҙан таныш? Тотто ла янъял яғына йүгерҙе. Бәй, Мәснәүи түгелме? Шул бит? Ҡайҙан килеп сыҡҡан бында?
Ишмырҙа уны-быны уйлап торманы, формовка менән Мәснәүиҙең башын яра һуғырға торған Оҙон "зэк"тың муйынынан һыға тотоп алды. Шундай ҡыҫты, Оҙон бер-ике тыпырсынды ла хырылдап ҡулын төшөрҙө. Был ғына ла етмәне, тегене үҙ яғына бора бирҙе лә, башын аҫҡа баҫып, эйәгенә тубығы менән тондорҙо. Әле генә ғәйрәт ороп торған Оҙон иҙәнгә шылды ла төштө.
"Цыган" ҡушаматлы был блатнойҙы колонияла бөтәһе лә белә. Бында ул батша, хаким! Үҙе хаким, үҙе йәлләт. Бөтәһе лә унан ҡурҡа, әйткәнен үтәп кенә тора. Үҙе бер ни эшләмәй, хатта эшкә лә сыҡмай, бына тигән йәшәй: ашарына ла, эсеренә лә һәр ваҡыт бар. Табып килтереп торалар. Хатта контролерҙар ҙа иҫәпләшә уның менән, ҡаршы төшмәйҙәр.
Ишмырҙа бына ошо кешегә ҡул күтәрҙе. Мәснәүиҙе күргәс, уны-быны уйлап торманы инде. Тотонғанһың икән, артҡа сигенеү юҡ, юғиһә, бөттөң, тигән һүҙ. Һине берәү ҙә яҡлашмаясаҡ, теге һине йә үлтерәсәк, үлтермәһә, артабан хайуан хәлендә тотасаҡ, бында инде көс менән генә еңергә кәрәк.
Мәснәүи эште төшөндө, бар яһиллығы менән Оҙонға килеп йәбеште. Әммә шул ваҡыт өсөһөн дә арттан килеп шаҡарып алдылар. Тотоноуҙарына ҡарағанда контролерҙар булырға тейеш - ҡаршылашырға ярамай. Шулайтып, былар бер ни аңғарып өлгөрмәне, алды ла киттеләр.
"Зэк"тарҙың күҙе тик Ишмырҙала: ҡара һин уны, шым ғына йөрөгән әҙәм ине, ҡайһылай яман булып сыҡты. "Цыган" һынлы "Цыган" ды әйләндерҙе лә һалды бит! Тимәк, хәҙер блатной булып ошо ҡалыр. Төрмәнең законы шундай, кем еңә, кем көслө, шул башлыҡ. Ә Ишмырҙа үҙен хәҙер ни көткәнен һиҙһә лә, эстән генә әллә кем ине. Берҙән, үҙенең кемлеген күрһәтте, икенсенән, яҡташын ҡотҡарып ҡалды. Башҡорт түҙә-түҙә лә, шунан бер ҡыҙҙырһаң, ауыҙын йырыр ул, тип маҡтанды эстән. Төрмәлә ундай абруй ҙа кәрәк.
Колонияның режим буйынса начальник урынбаҫары оҙаҡ һөйләшеп торманы. Эштең ниҙә икәнен белеште лә, "Цыган"ға ҡарап:
- Ун биш тәүлек! - тине.
Уныһы ун биш көнгә штраф изоляторы тигәнде аңлата. Был инде төрмә эсендәге төрмә була - сығармайҙар ҙа, йүнләп ашатмайҙар ҙа, үлмәҫлек кенә бирәләр.
Начальник урынбаҫары алдындағы ҡағыҙҙарҙы ҡарап ултырҙы ла ҡапыл Мәснәүигә боролдо:
- Ә һин, Кальметов, ҡайҙан килеп эләктең бында?
- Ҡайҙан килеп эләккәнде һеҙ яҡшыраҡ беләһегеҙ, гражданин начальник: янға ҡораллы һаҡсылар ҡуйҙылар ҙа ултырттылар ҙа ебәрҙеләр. - Мәснәүи һаман да шул икән, үҙенсә телләште. Ә теге бындай һөйләшеүҙәрҙе күп ишеткәндер, алдында торған байғоштоң дорфалығына иҫе китмәне, Ишмырҙаға ҡараны:
- Ә һин, Буранбаев? - Ишмырҙаға ул йомшағыраҡ өндәште, шуның менән был "зэк"ты үҙерәк күреүен дә, һин арыу ғына әҙәм инең түгелме һуң, тигәнде лә тоҫмаллатты.
- Мин ни, баяғы, цехта эшләп тора инем... - Ишмырҙа эштең нисек булғанын аңлатты.
- Икегеҙгә лә бишәр тәүлек! - тине начальник. - Ә һин, Кальметов, юлға әҙерлән!..
- Гражданин начальник, минең ни...
- Молчать! Һеҙ, Буранбаев, Кальметов - "подельниктар", тәртипте беләһегеҙҙер, не первый раз замужем! Бөттө! Алып китегеҙ! - тине.
Былар үҙ-ара һөйләшеү түгел, йүнләп бер-береһенә ҡарашып та өлгөрмәнеләр, карцерға алды ла киттеләр.
Ә эш былай булған. Мәснәүи Кальметов ике көн генә элек этап менән элекке ултырған еренән ошо колонияға килгән. Дөрөҫөрәге, килтергәндәр. Эшкә сыҡҡан. Яңы кешене күреүе менән "вор" Мәснәүиҙән эшен үҙ исеменә яҙҙырып барырға ҡушҡан. Колонияла шулай инде, "вор" ҙа, көслөрәктәре лә эшләмәй, эшләргә теләмәй, ә аҡса, эш хаҡы кәрәк. Шуға ла улар йомшағыраҡтарҙы ҡурҡытып, эш хаҡтарын үҙҙәренә яҙырға ҡуша. Ишмырҙаны ла ярты йыл буйына шулай интектергәйне. Бындай хәлдәрҙе контролерҙар ҙа, колония начальнигы ла белә, тик белмәмешкә һалыша. Юғарыға ялыу-фәлән булмаһа, теләһә нишләһендәр. Бына шул "Цыган" Мәснәүиҙе ҡурҡытып маташҡан. Ә теге күп уйлап тормаған, һалған да ебәргән. Киткән һуғыш.
Ишмырҙа килеп сыҡмаһа, әллә ниҙәр булыуы бар ине. Бында һөйләшеү, аңлашыу түгел, йүнләп бер-береһенә ҡарарға ла өлгөрмәнеләр, "шизо"ға илтте лә яптылар. Хәҙер ултыр япа-яңғыҙың еүеш камерала бер стакан һалҡын һыу эсеп. Әлеге шул татар арҡаһында, тип йәне көйөп алды Ишмырҙаның. Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул бында? Осрашыуҙары шәп тә ул, "подельник" булһалар ҙа, яҡташтар ҙа инде, татар менән башҡорттар. Исмаһам, һөйләшеп йөрөрҙәр ине. Дошманлыҡтары үтте бит инде. Дошман тип, ниндәй дошман булһындар инде, ахмаҡтар улар. Тиҙерәк осрашырға ине. Ә биш көнө йылдан да оҙағыраҡ.
3
Мәснәүи менән Ишмырҙаны бер үк ваҡытта сығарҙылар. Тик ҡапыл булды - ҡара-ҡаршы тап булыштылар ҙа телһеҙ ҡалдылар. Хәҙер нишләйбеҙ инде, тигәндәй, бер аҙ ҡарашып торҙолар. Күҙҙәр яна, ә тел әйләнмәй, арала ниндәйҙер кәртә ята. Әллә нимәһенә янъялға килә лә ҡаба бит!
- Нихәл, Ишморза! - Беренсе булып Мәснәүи өндәште.
- Һаумы...
Улар ҡул ҡыҫышты. Ҡаты итеп ҡыҫыштылар. Мәғәнәһе аңлашыла: был һиңә Өфө түгел, хәл хәтәр, бер-беребеҙгә терәк булайыҡ! Ҡапыл ғына һөйләшер һүҙ ҙә юҡ һымаҡ. Һүҙ бар, хатта күп, тик ҡайһыһынан башларға?
"Подельник"тар, ашыҡмайыҡ әле, тәмлеһен аҙаҡ иркенләп ашарбыҙ, тигәндәй, тынсыу, ҡараңғы коридор буйлап өнһөҙ генә атлайҙар. Биш көнлөк карцер егеттәрҙең кәрен ныҡ ҡайтарған, шулай ҙа шаттар. Был атлауҙарынан уҡ күренә. Бер кинәнес менән баралар.
Бына улар яҡтыға сыҡты. Йәнә бер-береһенә ҡаранылар. Йонсоу күҙҙәренә нур һирпелде, ауыҙҙары йырылды. Тағы бер аҙ ҡарашып торҙолар. Шунан ҡапыл ҡосаҡлаштылар. Ҡыҫып, оҙаҡ итеп ҡосаҡлаштылар.
- Шуннан, Ишморза? - Мәснәүи зәңгәр күҙҙәрен балҡытып яҡташына ҡараны.
- Әйҙә миңә сәй эсергә! - тине Ишмырҙа.
- Чәйең бармы? - Мәснәүиҙең йөҙө тағы ла яҡтырып китте. - Мин монда яңа кеше.
- Бар, бар, әйҙә! - Яҡташын сәйгә саҡырыу Ишмырҙа өсөн бер кинәнес ине. Улар, оло мәжлескә саҡырылған кешеләрҙәй, дәртләнешеп, сәй эсергә киттеләр. Төрмәлә сәй эсеү, сәйгә саҡырыу оло һый, оло дәстәрхан. Ә бөгөн бына биш көн штраф изоляторында ултырып сыҡҡан кешеләр өсөн сәйҙән артыҡ тағы ни кәрәк!
"Зэк"тар сәйҙе колония магазинынан яҙҙырып ала. Төрмә тигәс тә, бында сәйе-шәкәре, шырпы-тәмәкеһе лә бар, эшләгән эшең хаҡына бирәләр. Күптәре сәйҙе алыу менән чифирь итеп эсеп бөтәләр ҙә йөрөйҙәр кеше күҙенә ҡарап. Ә Ишмырҙа, бәләкәйҙән сәй эсеп үҫкән кеше, уның ҡәҙерен белә. Әлдә шул бар әле, бик ауырға төшөр ине. "Төрмә" сәйе сәйме ни инде!
Бына Ишмырҙа оло кинәнес менән ҡаты итеп сәй бешерергә тотондо. Танауҙы ҡытыҡлап, хуш еҫе таралды. Иректә булһалар, бындай ҡунаҡ итеүгә көлөп кенә ҡуйырҙар ине лә, бында башҡаһы кәрәкмәгән дә һымаҡ.
Яҡташтар кәнфит ҡабып, эҫе сәйҙе эһелдәшеп эсергә тотондо. Хатта араҡы эскәндәге шикелле, кәйефтәре күтәрелде, ҡыҙарышып киттеләр.
- Орлашмыйлармы? - тине Мәснәүи.
- Юҡ, ул яҡтан беҙҙә тәртип ҡаты. Берәү генә урлашып маташҡайны ла, аҡылға тиҙ ултырттылар. Башҡа бер әҙәмдең ҡулы ҡыбырлағаны юҡ.
- Дөрес, орлашырға государственный милекме ни ул? Беләсеңме, Ишморза дус, мин бит тегендә бөтә колонияны кулымда тотоп тордым. План үтәлми башласа, колония начальнигы чакыртып ала иде. Чакыртып ала да: "Давай, Кальметов, помоги, Родина не забудет!" - ди. Үзең беләсең, алардан да план сорыйлар бит инде. Минем бер кычкыру ғына җитә, какуй, кычкырып та тормыйм, бер генә карап алсам, барсы да башын басып эшкә тотына. Сездәге кебек "цыган"нарны тиз акылга утырттым! Кара син, мин эшкә чыгып җитмәгән, килде дә: "Эш хакыңны миңа яздырасың!" - ди. Бер пешмәгән олух дип уйлагандыр инде. Ә мин аның кемлеген цехка кергәч тә күреп алдым. Күп уйлап тормадым, салдым да җибәрдем. Менә шуннан китте. Ярый син килеп катнаштың, югыйсә, бөтерә идем мин аны!..
Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ.