ДИҢГЕҘ АҠСАРЛАҒЫ (хикәйә)

...

– Йәгеҙ, егеттәр, аш аҫтына һалып ҡуяйыҡ әле, – тип, өҫтәл тирәләй ултырған ҡунаҡтарҙы ҡыҫтай-ҡыҫтай, Әхнәф, «минән ҡалышмағыҙ» тигәнсәрәк, рюмканы түңкәреп ҡуйҙы ла, боролоп: – Бибинур, әйҙә беҙҙең менән, бына, тот! – тип ҡулына икенсе рюмканы алды. Бәләкәй бүлмәнән түр яҡҡа аш килтергән ҡатын сыҡты ла, үҙенә һонған рюмкаға төртөлгән шикелле, артҡа сигенде.

– Юҡ, был нәмәне ҡапмайым бит мин... – тине лә, ни өсөн һыйҙан баш тартыуының сәбәбен аңлатҡан төҫлө: – Давление ыҙалата... – тип моңһоу күҙҙәре менән табын артындағы ҡунаҡтарҙы әҙәпле генә барлап сыҡты, һурпанан һуң өҫтәлгә бик оҫталыҡ менән әҙерләнгән ит бәрәмәстәре, тултырылған тауыҡ, тағы ла әллә нисә төрлө ят ашамлыҡтар ултыртты.

Ҡунаҡтар һыйҙан ҡәнәғәт ине, ә уларҙан да бигерәк ашнаҡсының оҫталығына, табынды матур әҙерләй белеүенә, таҙалыҡ-бөхтәлегенә Әхнәф һөйөнөп бөтә алманы.

Һуң, шулай булмай, ауылға командировкаға килгән кешене ҡайҙа төн йоҡлатып ебәрергә, ҡайҙа тамағын туйҙырырға, тип элегерәк баш вата торғайны Әхнәф. Ризыҡ юҡлыҡтан түгел, колхоз хәҙер бай, килгән ҡунаҡты һыйларға ғына хәле етә. Тик бешереп-төшөрөүсеһе генә юҡ ине. Партком секретары итеп һайланған йылда тәүге мәлдәрҙә үҙенең өйөнә алып ҡайтҡылаштыра ине лә, Мәфтуха кешеләрҙән бик тиҙ биҙҙе.

– Өйөмдө пастаялый дворға өйләндерҙең инде. Ҡунаҡтарыңды теләһә ҡайҙа алып бар, ҡабат мин аш бешереп, самауыр ҡайнатып торор тип өмөтләнмә. Ана, гостиница төҙөүҙе йәһәтләп, ашхана астыр, мысыр хәйерсеһе кеүек йөрөмәгеҙ темеҫкенеп, – тип ҡырт киҫте.

Колхозды бай тигәс тә, уның сығып барған аҡсаһы бар тип уйлаймы икән ул, аңра бисәкәй? Килгән доходтың байтағын запчасҡа тығаһың, иллеләп тракторың, тиҫтәләп машинаң шул аҡсаға һатып алғанды яндыра. Ашаған белмәй, тураған белә, тигәндәре шулдыр инде.

Колхозға гостиница ла, ашхана ла, тағы бик күп нәмәләр кәрәк тә бит, ҡоро теләк менән генә уларҙы төҙөп булмай. Әлегә шул иркенерәк өйлөләргә инәлергә тура килә.

Мәфтуханың әсе һүҙҙәренән һуң Әхнәф колхоз идараһын йыйыштырыусы инәйгә күҙ терәгәйне лә, өлкән кешенең аш бешереү оҫталығы самалы булып сыҡты.

– Калдауайҙан биргән итегеҙҙе бешереп, киҫәкле көйө ҡунаҡтарыңдың алдына ултыртырмын, туҡмас ҡырҡҡан булырмын, ҡатыҡлап-ҡоротлап һурпа эсерермен. Артығы минең ҡулымдан килмәй, – тип алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйғайны. Тап шулай булып сыҡты ла.

– Исмаһам, ошо ғүмер йәшәп, ит бәлеше лә бешерә белмәйһеңме ни, инәй? – тип Әхнәф әйтеп ҡарағайны ла, Өммикамал инәй бөтөнләй баш тартты.

– Мин бешергән аш-һыуҙы оҡшатмағас, әләйһәң, теге, Хисаметдин килене, балыҡсы Бибинурҙы ҡушаһың инде был эшкә. Яңыраҡ ҡына ауыл әбейҙәрен сәйгә саҡырғайны, шунда күрҙем аш-һыуға оҫталығын. Турыт тиҙәрме әле, өҫтөн семәрләп, шуныһына тиклем бешергән. Башҡа ниғмәттәрен әйтеп тораһы ла түгел, ауыҙға ҡаптыниһәң ирей, – тип Өммикамал инәй тамшана-тамшана кәңәш бирҙе.

Был хаҡта Әхнәф үҙе лә уйлап йөрөй ине, тик Бибинурға әйтергә генә баҙнаты етмәне. Яңғыҙы ғына йәшәгән ҡатын өйөнә нисек кеше алып бараһың? Ауыл ерендә әллә ниндәй ғәйбәт таратыуҙары ихтимал. Бына ошо шикләнеүҙәрен Өммикамал инәйгә лә әйтте Әхнәф.

– Был донъяла ғәйбәттән ҡурҡһаң, бөтөнләй йәшәмәҫкә кәрәк! – тип Өммикамал әбей ҡыҙҙы ла китте. – Моғайын, һин үҙеңдең көнсөл Мәфтухаңдан шөрләңкерәйһеңдер әле, – тип, күрәҙә шикелле, дөрөҫөн ярҙы ла һалды. Уйламағанда-көтмәгәндә Бибинурҙың ауылда тороп ҡалыуына Әхнәфтең һис ҡыҫылышы юҡ ине, шулай ҙа Мәфтуха уйынлы-ысынлы әйтһә лә: «Колхоз быуаһына балыҡ ебәрәбеҙ, беҙгә балыҡсылар ҙа кәрәк, тип һин өгөтләп ҡалдырғанһың икән», – тип төрттөрә торған булып китте. Бисәһенең шиген арттырмаҫ өсөн дә Әхнәф Бибинурға эш тәҡдим итергә үҙе бармаҫҡа теләгәйне. Өммикамал инәй битәрләгәс, тәүәккәлләне. Бер һүҙһеҙ риза булды Бибинур, хатта колхозға ярҙам итә алыуына шатланды. Бына хәҙер тәмле аштары менән күпме кешене һөйөндөрә, уның оҫта ашнаҡсы икәне әллә ҡайҙарға таралды. «Ҡайҙан ҡулға төшөрҙөгөҙ шундай оҫтаны?» – тип һорамаған кеше юҡ.

Бибинур ошо ауылдың килене булһа ла, бында йәшәгән кешеләр өсөн бөтөнләй сит ине. Хисаметдин ҡарттың Алыҫ Көнсығышта матрос булып хеҙмәт иткән, аҙаҡтан Сахалинда балыҡ тотоуҙа эшләгән кинйә улы отпускыға ҡайтҡанда алып килде Бибинурҙы. Ҡала ҡыҙы, тинеләр. ЗАГС-ҡа ошо ҡайтҡанда ауыл советында яҙылыштылар. «Нәдир бик аҡсалы ҡайтҡан, туйыма тотош ауылды йыям, тип әйтә икән» тигән хәбәр ҙә таралғайны. Мул һый өмөт итеп, күптәрҙең ауыҙҙары епшегәндер, бәлки. Ә Нәдир ҡунаҡ саҡырырға ашыҡманы. Яҙылышҡан көндә туғайҙан муйыл ҡаҙып алып ҡайтып үҙҙәренең өй алды баҡсаһына ултыртты ла, икенсе көнөнә йәш кәләше менән китеп тә барҙы. Ай күрҙе, ҡояш алды, тигән һымаҡ булды ла ҡуйҙы уларҙың ауылда күренеп китеүҙәре. Атай менән әсәй кешенең танһыҡтары ла ҡанмағандыр әле. «Нәдирҙең бисәһе ауылды яратмаған, был алама ҡыуыш кеүек өйҙә нисек йәшәйҙәрҙер, әллә диңгеҙ киңлегенә өйрәнгәнгә, бында тыным ҡыҫыла, өс-дүрт көндө саҡ үткәрҙем, тип зарланған икән», – тип һөйләп тә сығарҙылар.

Яҡшылап танышып та өлгөрмәгән килененә лә, үҙенең кинйә улына ла һүҙ тейҙергеһе килмәй:

– Диңгеҙҙә самай балыҡ тотоу сезоны башлана, караптары диңгеҙгә сығып китмәҫ борон ҡайтып етергә ашыҡтылар, – тип аңлатып ҡараны Хисаметдин ҡарт. Ашығыуҙарының тағы ла бер сәбәбен өҫтәп әйтеп ҡуя: – Килен дә Нәдир эшләгән карапта балыҡ тоҙлап, тимер кәнсиргә тултырыу эшенә урынлашырға тейеш икән...

Ата-баба күрмәгән-белмәгән һөнәрҙе һайлап, ер аяғы-ер башы океанда балыҡ һөҙөп йөрөгән Нәдиргә ауылдыҡылар ғәжәпһенә ине. Уның артынан йәш кенә ҡатынының да эйәреп китеүен ишеткәс, бөтөнләй ах-вах иттеләр.

– Гел генә һыу өҫтөндә нисек йәшәмәк кәрәк? Нәдир, нисәмә йыл матрос булып хеҙмәт иткән кеше, бирешмәҫ, ә Бибинурының башҡынаһы әйләнмәҫме икән?! – тип бигерәк тә ҡатындар хайран ҡалды.

Бына шулай күренеп кенә киткәйне Бибинур ауылда. Өйләнгәнгә тиклем Нәдир отпускыға ҡайтҡылаштыра ине әле. Бибинурҙы алып киткәс, бөтөнләй туҡтаны ла ҡуйҙы. Бында ғәйептең йыуан осо килен өҫтөнә төштө.

«Матур бисәһе эргәһендә булғас, атай-әсәй онотола инде ул», – тип ҡарттарҙы йәлләнеләр. Тымыҡ океандан алып Уралға тиклем юлдың алыҫлығын да, балыҡсы хеҙмәтенең мәшәҡәттәрен дә, Нәдирҙең бригадир итеп үрләтелеүен дә иҫәпкә алыусы булманы. «Океанға бер сығып китһәң, өсәр ай буйына ҡоро ергә аяҡ баҫмайбыҙ», – тип йәйге айҙарҙа отпускыға ҡайта алмауҙарының сәбәбен аңлатып яҙһалар ҙа, ғәйепте Бибинурға яптылар. Хәйер, тәүге ике-өс йыл ғына шулай булды, аҙаҡтан ауыл халҡы Нәдирҙе һирәкләп кенә иҫенә төшөрҙө, ә Бибинурҙың хатта төҫөн дә онотҡайны.

Ҡарттар иҫән саҡта Нәдир ултыртҡан муйылды ҡараусы-тәрбиәләүсе бар ине әле. Бигерәк тә әсәһе, улы менән килененең иҫтәлеге типмелер, муйылды ҡәҙерләп һаҡланы, төбөн йомшартты, ҡоролоҡло йылдарҙа иртәле-кисле, бөксәнләп булһа ла, һыу ташып ҡойҙо. Яҙ сығыу менән, Хисаметдин ҡарт та иң тәүҙә өй алды баҡсаһының ҡыш тирелгән кәртәләүен кәзә-һарыҡ башын тыға алмаҫлыҡ итеп йышайтырға ғәҙәтләнеп китте. Шулай итмәһә, имен ҡалыр инеме ни Нәдир ултыртып киткән муйыл? Моғайын, кәзә кимереп ҡоротор ине ул ағасты. Кәзә генә тиһеңме? Туғайҙа муйыл бөткәндәй, яҙ сәскә атһа, ошо ишек алдын йәмләп ултырған муйылды аяуһыҙ тунарға ҡыҙығыусы кешеләр ҙә табылды. Ә инде тәлгәш-тәлгәш булып, ҡара ҡурғаштай һәлмәк емеше бешкән ваҡытта бала-саға ботаҡтарын ҡайырҙы. Әбей менән бабай, әллә ниндәй хазина һаҡлағандай, алмаш-тилмәш ҡарауылда торор ине. Емеште йәлләгәндән түгел, ағасты имгәтмәһендәр тип шулай ҡурсалайҙар ине.

Океанға балыҡ тота сығып киткән саҡтарына тура килгәндерме, Нәдир әсәһен ерләргә лә ҡайта алманы. Хисаметдин ҡарт, нигеҙемде һыуындырмайым, тип тырышҡайны ла, яңғыҙлыҡ үтте үҙәгенә, бик тиҙ етемһерәне. Өлкәнәйгән кешегә үҙенең өҫ-башын йыуыу ҙа, тамағына бешереү ҙә ауыр булғандыр. Өйөнөң тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта сәйләп, ишеген йоҙаҡланы ла совхозда йәшәгән өлкән улына күсенеп китте.

Ҡасан ғына әле гөрләп торған йорт шым ғына ултырҙы ла ҡалды. Ишек алдын йәйҙәрен үлән, ҡыштарын ҡалын көрт баҫты. Өйҙөң ҡыйығынан да бейегерәк булып, икегә тарбаҡланып үҫеп киткән муйыл ғына яҙ һайын ап-аҡ сәскәгә молҡоп, бөтә урамға тигәндәй иҫерткес хуш еҫен аңҡытып, ташландыҡ төйәккә йәшәү төҫө бирә ине. Тик шуныһы: ҡарауылсыһы булмағанлыҡтанмы, әллә хужаһыҙ типме, үткән-һүткән береһе муйылға үрелде, уның болот булып ултырған сәскәләрен еҫкәп кенә ҡәнәғәтләнмәйенсә, ҡосаҡ-ҡосаҡ һындырып алып киткеләне. Йылға ике тапҡыр, сәскә атҡанда һәм муйылы бешкәндә, имгәнеп ҡалыр ине Нәдир ултыртҡан ағас. Шулай булһа ла, ниндәй генә ҡөҙрәт менәндер тағы ирәбеләнә муйыл, яҙ еткәс, тағы шау сәскә генә булып, күҙҙәрҙең яуын ала ине. Әйтерһең, үҙен ултыртып киткән кешеләрҙе көтә: «Бына, ҡарағыҙ, мин ниндәй матур булып үҫеп киттем!» – тип маҡтанырға теләй...

Хисаметдин ҡарт та оҙаҡ йәшәмәне. Уның өлкән улына: «Атайыңдың өйөн йә күсереп ал, йә берәйһенә һат. Урынығыҙ һәйбәт, баҡса-ерегеҙ иркен, һатып алыусы тиҙ табылыр», – тип кәңәш тә биреп ҡарағайнылар. Уның үҙенең, механизатор кешенең, йорт-ҡураһы элекке байҙарҙыҡынан мең артыҡ. Иҫкегә иҫ китәме ни. «Атай нигеҙе кинйә улдыҡы булырға тейеш. Ана, Нәдир ҡусты үҙе ҡайтып торамы, һатып китәме, теләһә ни эшләтһен, атайҙан уға ҡалған мираҫ», – тигән Хисаметдин ҡарттың өлкән улы. Бына шул һүҙ буйынса хужаһыҙ торҙо ла торҙо был йорт. «Нәдирҙең пенсияға сыҡҡанын көтәлер инде», – тип уға нисектер йәлләберәк ҡарай ине урамдан үткән кешеләр.

Нәдиргә ҡабат тыуған тупрағына аяҡ баҫырға, атай йортоноң тупһаһын аша атлап инергә яҙмаған икән: ул көслө шторм ваҡытында океанда һәләк булған. «Нәдирҙе судно палубаһынан тулҡын алып киткән, ҡайнап торған океанда ҡотҡара алмағандар» тигән шомло хәбәр килде. Хисаметдин ҡарттың өйө бөтөнләй етемһерәп ҡалды, ҡыйыҡ асамайы, ҡышҡы ауыр ҡарҙы күтәрә алмай, ләпшәйеп ятты. Өйҙөң түбә ябыуы ла иҫкергән булғандыр, ямғыр үтте. Һылаулы стена буйлап юлаҡ-юлаҡ ямғыр һыуы аҡҡан эҙҙәр күберсеп ҡалды.

– Хисаметдин ҡарттың нигеҙе юғалыр былай булғас, – тип, ауыл халҡы был өйҙөң мөрйәһенән ҡабат төтөн сығыр тигән өмөттө өҙгәйне. Бына шул саҡта, уйламағанда-көтмәгәндә, Сахалиндан Бибинур ҡайтып төштө. Май баштары ине, көндәр һалҡыныраҡ торғанғамы, ишек алдындағы муйыл сәскәгә тумалһа ла, яҙылып китмәй генә ултыра ине.

Нәдир иҫән саҡта үҙен түгел, күләгәһен дә күрһәтмәгән килендең япа-яңғыҙы ҡалғас ҡына ауылға килеп сығыуы, әлбиттә, күптәрҙе аптыратты.

– Ҡарттың өйөн һатырға ҡайтҡан икән. Моғайын, аҡсаһын бүлешмәҫкәлер инде, совхоздағы ҡайнағаһына ла һуғылып тормаған, поездан төшкән дә туп-тура ауылға Хисаметдин ҡарттың бикле өйөнә юл тотҡан, – тип «йүкә телефон» өйҙән өйгә хәбәр таратып өлгөрҙө. Йорт ҡаралтыларынан да бигерәк, яйлы урынына, иркен баҡса еренә ҡыҙығып йөрөүселәр Бибинур янына аҡса тотоп килә лә башлаған, тинеләр.

Колхоздың парторгы булғас, Әхнәф тә ҡыҙыҡһынды был хәбәр менән. Хисаметдин ҡарттың йорт урынын теләһә кемгә түгел, берәй алдынғы механизаторға һатып алыу яғын ҡарарға кәрәк, тип уйланы ул. Бына ошо ниәт менән үҙенең йәштәше Нәдирҙең бисәһен күреп һөйләшергә барғайны. Мәфтуха көнләшер тип башына ла килтермәне. Бибинур менән ҡырыҫ ҡына һөйләшергә әҙерләнеп барҙы Әхнәф. Тәү ҡайтҡанында ауылды яратмай киткән, аҡса туҙҙырмаҫ өсөн Нәдирҙе отпускыға ла ҡайтармаған, тигән имеш-мимеште иҫенә төшөрҙө. Ул донъя малына, сепрәк-сапраҡҡа ҡаныҡҡан, таш бәғерле ҡатынды осратырға әҙерләнде. Ә бына Хисаметдин ҡарттарҙың ишек алдындағы былтырғы ҡыу үләндәрҙе тырмалап йөрөгән Бибинурҙы алыҫтан уҡ күреү менән, ни өсөндөр Әхнәфтең күңеле йомшарҙы ла ҡуйҙы. «Иҙел күрмәй, итек сисмә, дошманды күрмәй, күҫәк күтәрмә» тигән мәҡәл ҡылт итеп иҫенә төштө.

Ташландыҡ ояны яңыртырға алыҫ-алыҫтан ҡайтҡан ҡошҡа оҡшағайны Бибинур. Юҡ, юҡ, ғүмере диңгеҙҙә, океан тулҡындары өҫтөндә бәүелеп үткән был ҡатын ниңә бында оя йүнәтә ти. Ул – диңгеҙ аҡсарлағы! Ишен юғалтып, алыҫтағы диңгеҙ яғынан аҙашып килеп сыҡҡан яңғыҙ аҡсарлаҡ... Йорт һатыр өсөн килгәнгә һис оҡшамаған...

Әхнәф ниндәй маҡсат менән килгәнен дә онотто шул саҡ. Ҡаты ғына һөйләшергә ниәтләгән кеше, ни тип һүҙ башларға ла белмәйенсә:

– Нәдир менән ҡайтҡанығыҙҙа киске уйында ғына осрашҡайныҡ... Мине танымайһығыҙҙыр ҙа... – тип килеп күреште ул. Башҡа урында күрһә, Әхнәф үҙе лә Бибинурҙы һис танымай уҙып китер ине. Нисә йылдар үтте бит инде. Бында беренсе тапҡыр килгәндә, ел өрһә осороп алып китерлек еңел кәүҙәле, көлөп кенә ҡараған йөҙлө ҡыҙ ине Бибинур. Нәдире эргәһендә имән янындағы нәҙекәйбил ҡайынға оҡшағайны. Хәҙер кәүҙәгә ҡалынайған, күҙ тирәләрен һырҙар семәрләгән. Гел диңгеҙҙә йәшәгәнгәлер, йөҙө ҡояшта янған, елдәргә елһенгән.

Бибинур ауылда бер кемде лә танымағанын әйтте лә, ауыр һулап:

– Мин танығандар үлеп бөткәндер шул... Нәдир иҫән саҡта ҡайтып булманы. Быйыл бергәләп отпускы алырбыҙ, ауылға ҡайтып ҡымыҙ эсербеҙ, тип матур-матур ниәт менән йәшәй инек тә... Беҙ уйлағанса булып сыҡманы, – тине. Үҙенең бында яңғыҙы буш йорт уртаһында баҫып тороуына уңайһыҙланғандай итте: – Килен булып төшкән өйҙө ситтән генә ҡарармын да бер кемгә лә күренмәй китермен, тигәйнем. Ауылда йоҡлап та тормаҫҡа ине иҫәбем. Аҙаҡтан, туҡта, бер кискә ҡалайым, тип уйланым. Үҙем тыуып үҫкән нигеҙҙән дә ҡәҙерлерәк күренде. Әле бына үтә ташландыҡ ултырмаһын өсөн генә сүп-сарҙан таҙартырға тотонғайным, – тип өҫтәп ҡуйҙы.

Хушлашырға ла китергә лә барырға ине Әхнәфкә шул саҡ. Юҡ, ниҙер тотто уны ошо ташландыҡ ишек алдында, тырмаға ике ҡулы менән таянып баҫып торған Бибинурҙың янынан китергә көсө етмәне.

– Ниңә ул тиклем ашығаһығыҙ? Бына бөгөнмө-иртәгәме сәсеүҙе тамамлайбыҙ ҙа бейәләрҙе ҡымыҙға ҡуясаҡбыҙ. Аҙна-ун көнгә булһа ла ҡалығыҙ. Был өйҙә яңғыҙығыҙға ҡыйын тиһәгеҙ, башҡа өй бөткәнме ни. Нәдирҙең ҡатынына, шундай алыҫ Сахалиндан ҡайтҡан ҡунаҡҡа, ауылда һәр кемдең ишеге асыҡ, – тип Әхнәф ҡалырға ҡыҫтаны. Тик ул саҡта Бибинур:

– Рәхмәт яҡшы һүҙегеҙгә, иртәгә таңдан уҡ китәм. Өфөлә туғандарымды ла күрәһем бар, – тип тороп ҡалғайны. Әхнәф үҙе лә уның ҡалырына ышанмағайны. «Аҡсарлаҡҡа диңгеҙ кәрәк шул, уны ҡымыҙға ғына әүрәтеп буламы ни!» тип күңелһеҙ генә уйлап хушлашҡайны.

Шул көнө кискә табан ҡапыл йылытып ебәрҙе. Иртәгәһенә йоҡонан уяныуға, Әхнәф, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, бер төн эсендә йәшелләнгән донъяға хайран ҡалды. Хисаметдин ҡарттарҙың ишек алдындағы муйыл ҡылт итеп ни өсөндөр иҫенә төштө, «Һыуыҡтан шоҡрайып, сәскә ата алмай ғына ултыра ине... Төнгө йылыла сәскәһен яҙҙымы икән?» тип уйланы. Башҡа йылдарҙа сәсеү мәшәҡәттәренә әүрәп, муйылдың ҡасан сәскә атҡанын күрмәй ҙә, белмәй ҙә ҡала торғайны. Уның өсөн Хисаметдин ҡарттың ишек алдында муйыл бармы-юҡмы барыбер ине. Ә был юлы, идараға барышлай, шул муйылдың сәскә бөрккәнме, юҡмы икәнен күрер өсөн генә аҫҡы урамға ыңғайланы. Бына ғәжәп! Бер төн эсендә муйыл күпереп сәскә атҡайны! Шул мөғжизәне күргәс тә Әхнәфтең башында: «Бибинур бөгөн таң менән китәм, тигәйне, был матурлыҡты күреп кенә китә алһа ярар ине!» тигән борсолоу уянды. Ошо уға байтаҡ ҡына тынғы бирмәне: «Их, Бибинур ғына күреп китә алһа ярар ине!» тип ул трактористар янына барғанда ла, хатта райкомға сәсеү барышы тураһында телефондан хәбәр биргәндә лә уйланы. Кис яландан һуңлатып ҡына ҡайтҡас, һүҙ араһында ғына:

– Бер нәмәгә ғәжәпләндем әле мин... Хисаметдин ҡарттарҙың өйө эргәһендәге муйыл кисә генә туң ине, бөгөн ап- аҡ булып сәскә атып ултыра... Нәдирҙең ҡатыны күреп китә алдымы икән? – тип Мәфтуханан һораны Әхнәф.

Мәфтуха иренең тауышындағы борсолоуҙы оҡшатманы шикелле.

– Ниңә шул тиклем үкенәһең? Ул бисәгә муйыл сәскәһе хәжәт тиһеңме? Күрергә теләһә, Нәдир иҫән саҡта бер ҡайтыр ине, исмаһам, – тип тырт-мырт һөйләшеп, Әхнәфтең ҡыҙыҡһыныуына шикләнеп ҡуйҙы. Бәлки, шул саҡта көнләшә башлағандыр ҙа әле ул. Уның Бибинурға ҡаты бәрелеүен Әхнәф оҡшатманы, ҡабат бер һүҙ һөйләшкеһе килмәй, шым ғына ашарға ла йоҡларға ине иҫәбе. Байрам ваҡыты түгел, тағы таңдан тороп яланға китергә.

Мәфтуханың наһырҙы ҡороторлоҡ итеп ҡаты һүҙ әйтә лә, бер аҙҙан, кире ҡайтауыллап, йомшаҡ телләнә торған ғәҙәте бар. Был юлы ла үҙенең ҡаты һуғылғанын аңланы шикелле, Әхнәфтең ҡаршыһына ултырып алды ла:

– Йә инде, уфтанма шул тиклем. Күҙе булһа, күргәндер. Көтөү ҡыуғанда бөтә ауыл бисәләре аптырашып ҡарап торҙоҡ, быйыл ҡапыл сәскә атҡан шул. Еҫенән иҫерерлек хатта, – тип ярамһаҡланды. Был да күңелен иретмәне Әхнәфтең, юҡтан ғына турһайғанын аңлаһа ла, күтәрелеп ҡарағыһы ла, һөйләшкеһе лә килмәне. Мәфтуха ла, ауыҙына һыу уртлаған шикелле, йоҡларға ятҡансы шым ғына йөрөнө. Әхнәф инде йоҡоға талдым тигәндә генә:

– Китмәгән әле балыҡсы Нәдирҙең бисәһе... Нисә көнгәлер ауылда ҡалған, – тип мөңгөрләне ҡолаҡ төбөндә Мәфтуха.

Түшәктән саҡ һикереп торманы Әхнәф, үҙе ҡолағына үҙе ышанманы. Ҡабатлап һорашыр ине, былай ҙа ниҙер һиҙенгән Мәфтуханың тағы шикләнеүен, «Ниңә ул ҡатын менән бик ҡыҙыҡһынаһың әле?» – тип төпсөнөүен теләмәне.

Ысынын ғына уйлағанда, Мәфтуха шикләнергә бик хаҡлы ине. Бибинур ауылдан китһә ни ҙә, ҡалһа ни, муйыл сәскәһен күрҙе ни ҙә, күрмәне ни! Барыбер түгелме ни Әхнәф өсөн? Ошо һорауҙарҙы үҙ алдына ҡуйҙы ла Әхнәф, был турала уйламаҫҡа тырышып, күҙҙәрен йомдо. Тик был төндә йоҡоһо ҡасты уның. Күҙ алдына алҡынып-тулҡынған океан киңлектәре, унда сауҡылдашып осҡан аҡсарлаҡтар килеп баҫты. Ҡара диңгеҙ буйына ялға барғанда Әхнәф шул күренештәрҙе ҡарарға ярата ине...

Мәфтуха дөрөҫөн әйткән икән, иртәнсәк, таң алдынан ғына йомолған күҙҙәрен асып, Әхнәф тағы аҫҡы урамдан идараға барғанда күрҙе Бибинурҙы. Ишек алдындағы сүп- сарҙы таҙартып бөткәйне, ахырыһы, хәҙер оҙаҡ бикле тороп бөкһөгән өйҙө елләтергә теләптерме, иртүк тәҙрәләрҙе шар асҡан Бибинур булған ҡаралдыларҙы, биҙәкле балаҫтарҙы киптерергә кәртәгә элеп йөрөй...

Бына шулай ҡалды Бибинур ауылда. Тәүҙәрәк, отпускыһы бөткәнсе торасаҡ икән, тинеләр. Ун көн дә үтте, ай ҙа үтте, Бибинур китмәне. Бына хәҙер колхозға районданмы, ҡалананмы килгән кешеләрҙе ашатып ебәреү өсөн аш-һыу ҙа бешерә, сөгөлдөргә лә йөрөй.

Бер кем дә белмәй Бибинурҙың ни өсөн ауылда тороп ҡалғанын. Мәфтуха ғына: «Белмәмешкә һалышҡан булаһың. Һин өгөтләп, кире Сахалинына ебәрмәгәнһең бит, ана, йәтеш эш тә табып бирҙең үҙенә. Айҡалып-сайҡалып диңгеҙҙә балыҡ тотоп этләнеү түгел инде», – тип Әхнәфте төртмә теле менән төкөмгә ала.

Мәфтуха нимә генә тимәһен, Әхнәф тә белмәй Бибинурҙың ни өсөн ауылда, һис бер уңайлыҡтары булмаған иҫке өйҙә йәшәргә ҡалғанын.

Бибинур үҙе генә белә.

...Иртә таңдан китергә тип әҙерләнгән май төнөндә Бибинурҙың күҙенә йоҡо ҡунманы. Уның хәлендә кем йоҡлай алыр ине икән? Нәдире ултыртҡан муйыл төбөндә төн үткәрҙе Бибинур. Бәхетенән, ҡапыл йылытты кистән, ерҙең төнгө һулышы йомшаҡ, яғымлы ине. Бибинур ошо йылыға кинәнгән муйыл сәскәләренең шыптыр-шыптыр яҙылғанын ишетеп ултырҙы.

Ағас та серҙәш була икән кешегә! Бибинур үҙенең Нәдир менән бик бәхетле йәшәгәнен, ситтә йөрөһәләр ҙә, Уралды, тыуған ерҙе һәр ваҡыт иҫтән сығармағандарын, ап-аҡ күбектәр сәсрәтеп ҡайнаған океан тулҡындарына ҡараған һайын, Нәдирҙең: «Беҙҙең муйыл да сәскә аталыр инде», – тип иҫкә алыуын ошо төндә муйылға һөйләп бирҙе, үҙенең ҡайғыһын ошолай бүҫкәртте.

Ә төн ҡараңғылығы шыйыҡланып, тирә-яҡ асыҡ күренә башлағас, Бибинур хайран ҡалды: уның Нәдире ултыртҡан муйыл ошо ҡыҫҡа төн эсендә ап-аҡ күбеккә күмелгән! Хуш еҫе ниндәй бит әле уның! Ошо хозурлыҡты ташлап, нисек китәһең...

Бибинур сумаҙанын да тотоп сыҡты, ҡапҡаға еткәс, муйылға тағы бер тапҡыр һирпелеп ҡарағайны, ары бер аҙым да атларға хәле булманы. Ап-аҡ сәскәлә ултырған муйылда ул Нәдиренең ғүмере дауам итеүен йөрәге менән тойҙо, үҙе йәшәгән саҡта иренең ошо иҫтәлеген күҙ ҡараһындай итеп, ел-дауылдарҙан, насар ниәтле әҙәмдәрҙең ҡул һуҙыуынан һаҡларға тейешлеген аңланы.

Кешеләргә был хаҡта һөйләйһеңме ни? «Сахалинда өс бүлмәле квартираһы бар, Владивостокта ҡыҙы менән кейәүе лә үҙҙәре янына торорға саҡыралар икән», – тип, Бибинурҙың шулай булһа ла ауылда ҡалыуына ғәжәпһенәләр. «Яңғыҙына ҡыйын түгелме икән?» – тиҙәр.

Яңғыҙлыҡты тоймай Бибинур. Яҙҙар һайын, донъя йәмләп, муйылы сәскә ата, әйтерһең, Нәдире иҫән, яҙҙың бер таңында ул бүләк итә ошо хуш еҫ бөрккән муйыл сәскәләрен...

Аҡсарлаҡтар, бәлки, океан-диңгеҙҙәрҙе ташлап китмәйҙер, Бибинур ҙа шулай төштәрендә тулҡындарҙа бәүелә, ул, әйтерһең, диңгеҙ аҡсарлағы, муйыл сәскәһендә аҡ күбектәр сәсрәткән тулҡындар ҡосағында үҙенең ишен эҙләй, бергәләп зәңгәр киңлектәрҙә талпынырға саҡыра.

Шакир ЯНБАЕВ.

Читайте нас