АЛДАНЫУ (хикәйә)

...

Ауылдашым, элекке һабаҡташым Марселдең: «Материал юҡ, шаҡ ҡатырырлыҡ берәй нәмә яҙырға ине», – тиеүенә, «Ана, атайың һуғышта ҡатнашҡан бит, һөйләт тә яҙ. Һуғыш – бер ҡасан да иҫкермәй торған тема, һәр ваҡыт актуаль», – тип кәңәш иттем. Ошо һөйләшеүҙән һуң ул байтаҡ ваҡытҡа юғалды ла ҡуйҙы. Шылтыратманы ла, күренмәне лә, таныш-тоноштоң да күҙенә салынмаған, һәм бына аҙаҡҡы күреүҙән ярты йыл самаһы үткәс, бер көн кис өйгә шылтырата.

– Иртәгә эшендә булаһыңмы?

– Булам.

– Барып сығырға ине.

– Кил.

– Ҡасаныраҡ?

– Әйҙә, төштән һуң. Берәй нәмә булмағандыр бит?

– Ниңә улай тип һорайһың?

– Күптән шылтыратҡаның юҡ та. Шуға ла бер-бер хәл булдымы икән әллә, тим.

– Әйтерһең, һин көн дә шылтыратып тораһың. Юҡ, бөтәһе лә тәртиптә. Әлегә. Йә, нисәлә киләйем? Редакция халҡының ваҡыты һәр саҡ самалы бит.

– Ну... төштән һуң, сәғәт өҫтәргә рәхим ит.

– Яҡшы.

Иртәгәһенә килде был, иҫәнләшеп-күрештек, ғаилә хәлдәре, туған-тыумаса, класташ, курсташтар хаҡында һүҙ ҡуйырттыҡ. Кәйефе һәйбәт ине, ниндәйҙер оло эштең осона сыҡҡандай ҡәнәғәт, ултырып сыҙамай, уҡлауҙай тура, оҙон кәүҙәһен һығылдырып-бөгөлдөрөп, тегеләй-былай әйләнә, шыма ҡара сәстәрен һыйпай, ара-тирә шап та шоп портфеленә һуҡҡылап ала.

– Мин теге әйберҙе осланым бит, – тине ул, ниһайәт.

– Ниндәй әйберҙе?

– Бәй, үҙең, яҙыр материал таба алмаһаң, атайыңдың һуғышта булғанын яҙ, тигәйнең бит, шуны инде. Оноттоңмо ни?

– Ә-ә, иҫтән сыҡҡан. Ауылда уҡығанда, атайың мәктәпкә килеп, 23 февралдә, 9 майҙа Ҡырым тирәһендә оборонала ятыуҙарын һөйләй торғайны.

– Эйе, атайҙың төп һуғышы шул инде.

– Очеркмы?

– Ниндәй очерк? Юғарыраҡ ал, Заһир дуҫ!

Класташымдың ҡаштары сөйөлөп, һорауымдан ҡәнәғәтһеҙлеге йөҙөнә сыҡты, йоҡа ирендәре үпкәсел ҡыҫылды, яңаҡ мускулдары тартышып ҡуйҙы.

– Әллә повесмы?

– Роман!

Былай ғына әйткәйнем, дөрөҫөрәге, повесҡа уҡ тотонорға ҡыйыулығы етмәҫ, тип төрттөрөүем ине ғәмәлдә, ә ул күҙ ҙә йоммай «роман» тип тора! Быға тиклем рецензия, нәҫер, ҡыҫҡа хикәйә, очерк ҡына яҙһын да, мә һиңә – роман. Аптырарһың да шул. Был инде кисәге көнгә тиклем оҙонлоҡҡа биш метрға, бөгөн ун метрға һикергән спортсы һымаҡ. Хәйер, кем белә, исеменә есеме тура килгән әҫәр ҙә тыуҙыра алғандыр, ҡәләме бөтөнләй юҡ түгел, байтаҡтай бирле яҙыша лаһа. Ярты йылдан ашыу тауыш-тыны сыҡманы, күҙгә-башҡа күренмәне, тимәк, шуны яҙып ултырған булып сыға.

– Ҡасан уҡытаһың?

– Ул бәхеткә бөгөн үк ирешә алаһың, Заһир дуҫ. Алып килдем, – йәнә ҡабарынҡы портфеленә шапылдатып һуҡты, йәнәһе, ана ҡайҙа ята ул әҫәр! Әйтәм, һөйләшеү барышында ара-тирә һуҡҡылап алғыланы шул портфеленә.

– Шулай уҡмы? – Был юлы ысынлап аптыраным, сөнки яҙып бөтәүе бер эш, уны уҡып, редакторлап, эшләп сыҡҡандан һуң машинканан йәки компьютерҙан үткәреүе – үҙе күп ваҡытты ашай торған оло мәшәҡәт. Уҡып ҡарамағас, әлегә сифаты хаҡында һүҙ йөрөтөүе ҡыйын, әммә роман һынлы роман яҙыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Һәр кемдең ҡулынан килмәй. Әүәле, бынан 20-25 йылдар элек, роман баҫтырыу ҙур эш һанала, автор шөһрәтле премиялар ала, исем-шәрифе докладтарҙа, дөйөм йыйылыштарҙа, биш йылға бер үткәрелгән съездарҙа иң беренселәрҙән булып атала торғайны. Роман яҙғанһың икән, һин – ысын яҙыусы. Хәҙер романдар ҙа күбәйҙе, жанрҙың да бәҫе төштө, шунлыҡтан роман тамамлау Гагарин космосҡа осҡандағы һымаҡ шаҡ ҡатырғыс ваҡиға рәүешендә ҡабул ителмәй. Шулай ҙа... Бына мин үҙем, мәҫәлән, тотонорға һаман ҡурҡам, яҙғандарым – хикәйә йә повесть. Ултырһам, килтереп сығарып та булыр ине, яуаплылыҡ, икеләнеүҙәр ҡулды бәйләй. Бер мәшһүр әҙип әйтмешләй, күләм – шулай уҡ талант күрһәткесе.

– Ҡана бир, бәхетле ит, улайһа.

Һабаҡташым портфелен алды – роман ғына йөрөтә торған «һауыт» – уны ҡабаланып асты ла эсенән кирбес ҡалынлығындағы папка тартып сығарҙы, уны ҡулында өйөрөлтөп, алдыма һалды. Артист! Күрмәһәң күр, йәнәһе, ваҡ-төйәк жанрҙа ғына түгел, ҙурырағында ла эшләй алам! Магазиндан бөгөн генә алған өр-яңы папка тышына эре итеп «Марсель Әхмәтов. Еңеүселәр. Роман» тип яҙып та ҡуйған. Йыбанмай яҙып ултырғанын әйт әле. Яҙыуына, папкаһына ҡарағанда, эсендә кәмендә «Һуғыш һәм солох» йәки «Тымыҡ Дон» ише ҡулъяҙма ятырға тейеш.

– Да-а-а, тиҙ эшләнең, һөйләшеүебеҙ яңы ғына булғайны түгелме һуң?

– Ҡайҙан яңы ғына? Һинең тәүге әйтеүеңә ике йыл, артабан бер нисә мәртәбә иҫкә төшөрҙөк, – Әхмәтов саҡ ҡына пауза яһаны, шунан, үрәпсеп, бүлмә буйлап йөрөштөрҙө. – Унан килеп, мин психологик яҡтан уға әҙер инем: атайҙан әллә күпме һөйләттем... Үҙең әйтеп тораһың бит: 9 май, 23 февралдә гел бер үк ваҡиғаны һөйләй торғайны, тип. Оҙаҡ уҡырһыңмы икән?

– Роман – хикәйә түгел. Етмәһә, журналдың киләһе һанына уҡыйһы әйберҙәр ҙә бар.

– Һин мине «һәм башҡалар» исемлегенә индермә инде, йәме. Беҙ ауылдаштар, класташ-курсташтар, ташлама булырға тейеш. Өҫтәүенә, әҫәр һинең заказ рәүешендәрәк яҙылды лаһа, ә заказды тәү сиратҡа ҡуялар.

– Ярай, аҙна-ун көн эсендә уҡырмын.

– Шулай тиң. Шылтыратырһың. Хуш хәҙергә.

Класташымдың һөжүм бәрәбәрендәге һөйләшеүе мине бер ни тиклем аптыратһа ла, тәүге ҙур әҫәре хаҡында мөмкин тиклем тиҙерәк фекер ишетергә теләүе аңлашыла ине. Сөнки ул һаман ижад ҡомарынан арынмаған, яҙған ваҡыттағы күтәренкелек менән йәшәй. Ә был – ҙур тойғо, оло тойғо, мин уҡып фекер әйткәнсе, шул кәйефендә йәшәйәсәк. Һәр әҙәбиәтсегә таныш халәт был.

Әхмәтов менән мәктәптән үк яҙыша башлаған кешеләр беҙ. Яҙыша башлаған, тип әйтеү, әлбиттә, – үтә ҙурҙан ҡубыу, шулай ҙа мәктәптә үткән теге йәки был сараны, уҡыусыларҙың колхозға ярҙам итеүҙәрен, яҡшы уҡыусылар, уҡытыусыларҙы тыуған көндәре менән ҡотлау һымаҡ мәғлүмәттәрҙе мәктәп гәзитенә, район, хатта республика балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаларына, нигеҙҙә, беҙ икәү яҙа торғайныҡ. «Йәш хәбәрселәр» тип йөрөттөләр, класташтар алдында ла, уҡытыусылар алдында ла абруйыбыҙ ҙур булды. Бер йыл мине, икенсе йылына Марселде республика йәш хәбәрселәре делегацияһы менән хатта «Артек»ка ла ебәрҙеләр. Унда билдәле журналистарҙың, сәйәсмәндәрҙең лекцияларын тыңлап, Бөтә Союздан йыйылған тиҫтерҙәр менән аралашып, бихисап тәьҫораттар алып ҡайттыҡ һәм, әйтергә кәрәк, ул сәфәр тағы ла әүҙемерәк яҙышырға дәрт өҫтәне. Марсель шул саҡтан уҡ минән күберәк, йышыраҡ яҙырға, теге йәки был ваҡиғаны алданыраҡ «эләктерергә» тырыша торғайны – бармаҡтарын тырпайтып, усын партаға һала ла ҡәтғи тауыш менән «быны мин яҙам», ти. Хәтеремдә, бер йыл мәктәптең шәкәр сөгөлдөрө баҫыуына ике көн эшкә килмәгән Сәғиҙә исемле класташыбыҙҙы, социалистик ярышта ҡатнашмай, класты артҡа һөйрәй, ундайҙарға беҙҙең арала урын юҡ, тип мәктәптең «Молния»һына яҙып сыҡты. Ә Сәғиҙәнең әсәһе аяғын һындырып ятҡан, өйҙә – үҙенән башҡа өс һеңлеһе, бер ҡустыһы, уларҙы ҡарарға, мал-тыуарҙы йыйырға, һауырға, иртәнсәк көтөүгә ҡыуырға кәрәк. Шулай булғас, ул нисек эшкә сыға алһын?.. Белмәй, тикшермәй яҙғаны өсөн Сәғиҙә үпкәләп тә, аптырап та йөрөгәйне, ә Марселдең иҫе лә китмәне. Ул үҙен мәктәптең иң шәп хәбәрсеһе тип иҫәпләне. Мин бигүк ашыҡманым, холҡом баҫалҡыраҡ булдымы, әллә һәлкәүлекме... Тәүҙә яҙыр һәр ваҡиғаның сәбәбен, маҡсатын, яҙыуым ниндәй һөҙөмтәләр бирәсәген аңларға тырыштым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Ғәлимйәновнаның, Марселдә оперативлыҡ, һиндә логик фекерләү бар, тип әйткәне хәтерҙә. Икебеҙ ҙә университеттың филология факультетына уҡырға индек. Инеүе ҡыйын булманы, сөнки беҙҙе имтихан алыусы уҡытыусылар матбуғат биттәре аша белә ине, береһе хатта «Ишәй менән Ҡушай килгән дәһә» тип үк ебәрҙе. Бер курста, хатта бер төркөмдә уҡыныҡ, ҡәләм тибрәтеүҙе дауам иттек, әңгәмә, һүрәтләмә, репортаждарыбыҙ яйлап нәҫер, рецензияға етеп «үҫте», әҙәби түңәрәккә йөрөнөк, университетҡа, дөйөм ятаҡҡа сығыш яһарға килгән шағир, яҙыусы ағай-апайҙар менән таныштыҡ, тора-бара улар эшләгән редакцияларға барып аралаштыҡ һәм ҡурҡып ҡына уларға үҙебеҙҙең яҙмаларҙы күрһәттек... Әйберҙәр түңәрәктең даими сығып килгән журналдарында, коллектив йыйынтыҡтарҙа күренгеләй башланы. Марсель егәрле ине – яҙыуҙа ла, ағайҙар менән аралашыуҙа ла. Бер заман әҙәби түңәрәктең старостаһы ла булып алды, уҡытыусылар менән «һин» тип кенә аралашты. Шул шағир, теге яҙыусы ағай бүлмәгә килде, йәки өйөнә оҙатып ҡуйҙым, тип маҡтанды ла ҡай саҡ.

Университетты тамамлағас, мин республика баҫмаларының береһендә эшкә ҡалдым – һуңғы курстарҙа уҡығанда рецензиялар яҙып, күҙәтеүҙәр яһап, башҡа йомоштарын үтәп йөрөгәйнем. Ә Марсель үҙебеҙҙең районға уҡытырға ҡайтты. Ифрат ауыр ҡабул итте яҙмышының ошо боролошон, сөнки быны һис тә көтмәгәйне, ҡулынан тотоп етди баҫмаларҙың береһенә килтереп ултыртырҙар, тип өмөтләнгәйне. Балалар гәзите менән һөйләшеп-килешеп бөткәс, мөхәррир уға вәғәҙә иткән урынға үҙенең кешеһен алған да ҡуйған. Районға ҡайтты, уҡыта башланы, уҡытыусы ҡыҙға өйләнде, яҙышыуын ташламаны. Ҡәләме бар ҙа һымаҡ ине, тик әллә үтә ҡабаланды, әллә нимәнелер аңлап- төшөнөп етмәне, асыла алмаған һымаҡ күрә инем мин уны. Яҙғандары нисектер «йәнһеҙ» ине, мәғлүмәт бирә, тик һуты юҡ, ҡоро. Күберәк аҡыл һатыу, китапса яҙыуға ҡоролған ҡатмарлы стиль. Әйберҙәрен баҫмаһалар, үҙен аңламауҙарына, юл бирмәүҙәренә һылтаны, талантты ҡыҫалар, тип аҙарынды һәм күпселек редакция халҡы менән тәмһеҙләшеп тә бөттө.

Районға ҡайтыуын ауыр ҡабул итеүенең икенсе сәбәбе минең Өфөлә ҡалыуымдыр ҙа әле. Хәйер, был турала бер ҙә асыҡтан-асыҡ өндәшмәне, әммә шулай икәнен һиҙә инем. Бергә уҡы-уҡы ла, ул ауылға ҡайтып китһен, ә әшнәһе баш ҡалала ҡалһын, имеш! Ғәҙелһеҙлек бит был!

Осрашҡылап торҙоҡ. Районға ҡайтҡанда күрергә тырыштым, дәртләндерҙем, бер нәмәгә ҡарамай яҙ, тип өгөтләнем. Өҙгөләнде, ауылға ҡайтыуына үкенде. «Редакция тирәһе булмаһа ни, берәй ергә эләгергә ине, һуңынан күҙ күрер әле...» Зарланды. «Үҙ күләгәләренән үҙҙәре ҡурҡышып ултыралар. Ләкин барыбер әҙәби күренеш булырлыҡ әйбер яҙасаҡмын!» Йылдар үтә торҙо, ҡорған пландары тормошҡа ашманы йәки алдағы йылдарға күсерелә килде. Октябрь түңкәрелешенә тиклем беҙҙең тарафтарҙа данлыҡлы ат ҡарағы булған, шуның тураһында материал йыйҙы, быяла заводының тарихы менән ҡыҙыҡһынды, үткән быуаттың 20-се йылдарында төҙөлөп, 60-сы йылдарға тиклем бер нисә ауылды электр уты менән тәьмин иткән станция тарихын яҙам, тип тә хыялланды. Шулай ҙа бер ынтылышы тормошҡа ашты – ғаиләһе менән Өфөгә күсте. Бөйөк Еңеү байрамы уңайы менән атаһы, Хәйбулла бабай, фронтовик булараҡ, фатир юллап алды, һәм Марселдең ғаиләһе лә шунда урынлашты. Редакциялар ҙа яҡын, әйҙә, баҫыл ғына.

Һәм бына өс йөҙ битлек роман яҙып килтергән. Прозала күренеш булырлыҡ, уҡыусыны ла, профессиональ әҙиптәрҙе лә шаҡ ҡатырырлыҡ әҫәре, бәлки, ошолор?

Вәғәҙә иткәнсә, ун көн эсендә уҡып сыҡтым романды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өмөт аҡланманы. Марсель бар ваҡиғаны атаһы нисек һөйләгән, шулай теҙгән дә сыҡҡан, башы ла, аҙағы ла юҡ, тигәндәй. Ошо рухта йәнә өс йөҙ бит һуҙырға була. Хәрби частары нисек ойоша, нисек училищела уҡый башлайҙар, Ҡырым ярымутрауына немецтарҙың бәреп инеү ҡурҡынысы килеп тыуғас, уларҙы ашығыс рәүештә поезға тейәп, Керчь янына алып килеүҙәре, юлда дошман самолеттарының бомбаға тотоуҙары, көскә барып етеп, оборонаға ятыуҙары һәм башҡа ваҡиғалар хронологик көндәлек һымаҡ хикәйәләнә. Әлбиттә, улар барыһы ла кәрәк, әммә бик оҙон һәм ялҡытҡыс тасуир ителә, ваҡиғалар бер епкә теҙелмәгән, бәйләнеш юҡ, лирик сигенеүҙәр күп...

Шылтыраттым. Килде.

– Ҙур эш башҡарғанһың, иптәш Әхмәтов, – тим, күрешеп, хәл-әхүәл һорашҡас.

– Ярай, «Әхмәтов»лап торма инде, – тип түҙемһеҙләнә класташым. Башын борғолай, оҙон ҡулына урын таба алмай. Ә мин эстән генә көлөмһөрәйем, сөнки беҙ, группалаштар, уға фамилияһы менән өндәшергә өйрәнгәнбеҙ. Әле лә шул ғәҙәт онотолмаған, үҙе лә беҙҙе тыйманы, исем менән генә өндәшегеҙ, тигәне булманы, тимәк, оҡшатҡан, ҡабул иткән. Ә уның тарихы былай.

Университетҡа ҡабул итеү имтихандары мәлендә ул үҙен барыһы менән дә «Әхмәтов» тип таныштырып йөрөнө. Берәүҙәр аптырай, икенселәр иғтибар итмәй, өсөнсөләр... әммә береһе лә ниңәлер исемен һорамай. Бергә имтихан тотҡан егет һәм ҡыҙҙарҙың байтағы студент булып киткәс, Марселде фамилияһы менән атап алдылар ҙа киттеләр. Тәүҙә был ихтирам билдәһе һымаҡ ине, бүлмә ишегенә лә фамилияһын ғына яҙҙыртты. Дәрестәрҙә бергә ултыра, дөйөм ятаҡтың кухняһында бергә картуф ҡыҙҙыра башлағас (бәй, ул да үҙҙәре һымаҡ, имеш, быйыл ғына унды бөткән, тәмәке тарта, мөмкинлек тыуһа, эсеүҙән дә баш тартмай, уҡыуға ла әллә ни шәп тип әйтмәҫһең), фамилияһы ҡушамат рәүешендәрәк мәғәнә алды ла ҡуйҙы. Әлбиттә, исеме менән өндәшеүселәр ҙә булды. Әммә күпселек өсөн ул барыбер Әхмәтов булып ҡалды, һуңынан, университетты тамамлағас, йәшлек ҡылығынан үҙе оялыбыраҡ та йөрөнө шикелле.

Минең әлеге өндәшеүем дә шул осорҙан килә. Күпселектә, әлбиттә, исеме менән өндәштем, ә был юлы һөйләшеүгә рәсмилек бирергә теләүҙән – дуҫ тигәс тә, етди журналдың проза бүлеге мөдире бүлмәһендә ултырғанын онотмаһын, йәнәһе.

– Эйе, Марсель, ҙур эш башҡарғанһың. Мин бит һиңә Хәйбулла бабай тураһында мотлаҡ яҙырға кәрәк, тип күптән әйтә килдем. Шундай материалды файҙаланмау – үҙе бер гонаһ, – тинем башлаған хәбәремде ҡабатлап. – Уныһы маҡтауға лайыҡ, һуңлап булһа ла тотондоң, тик әҫәреңде был көйө роман тип булмай.

– Нишләп? – Һорау мылтыҡтан атҡан шикелле, шартлап яңғыраны.

– Сөнки... художестволы әйбер түгел. Дөйөмләштереү юҡ...

– Нисек художестволы түгел? Атай нисек һөйләгән, шулай яҙҙым.

– Ана шуның өсөн дә художестволы түгел, һөйләгәнде эшкәртергә, ҡайһы бер ваҡиғаларҙы үҫтерергә, ҡайһыларын алмаҫҡа ине, ә һин факттарҙы теҙгәнһең дә сыҡҡанһың. Был форма бармай, һәр нәмәнең үҙ тәртибе. Нисектер бер епкә теҙергә кәрәк. Иң мөһиме, арҡа һөйәге, әҫәрҙе тотоп торған ҙур ваҡиға юҡ.

– Киреһенсә, ваҡиға өҫтөнә ваҡиға, тиң. Поезда барыу, бомбаға тотолоу, һәләк булған иптәштәрен эҙләү, уларҙы ерләү, катакомбаға еткәс, уны героик обороналау үҙе ваҡиға түгелме ни? – Марсель ултырған еренән тороп китте, оҙон ҡулдарын һелтәп ебәрҙе.

– Улар – тормош ваҡиғалары, һин шуларҙы әҙәби тасуир итә алмағанһың, теҙеп һөйләгәнһең дә сыҡҡанһың. Тәбиғәттә игеҙәк тау булмаған һымаҡ, әҫәрҙәге ваҡиғалар ҙа бер үк дәүмәлдә булмай. Бәләкәйҙәре ана шул хәл иткес ҙур ваҡиғаны, йәғни геройҙың характерын аса торғанын әҙерләргә тейеш. Һинең төп ваҡиғаң – катакомбаны обороналау. Тимәк, курсанттарҙың училищела уҡыуы, поезда барыуҙары, бомбежка ваҡытында һәләк булыуҙары – ярҙамсы ғына ваҡиғалар, әҙерлек ваҡиғалары, шуға уларға күп урын кәрәкмәй, фокус әлеге катакомбаға төшөргә, уның героик оборонаһын, һуғышсыларҙың батырлығын тасуирлауға төшөргө тейеш. Һиндә бына ошо пропорция боҙола. Материал бар, ә бына техник яҡтан эшләнмәгән. Фәлсәфә юҡ, итһеҙ һөйәк кимергән кеүек...

– Иң яратмағаным – ҡанун-закондарға йәбешеп ятыу. Һәр кем үҙенсә яҙырға тейеш. Әҫәрҙе һис тә әҙер рамкаға индерергә түгел. Индергән өсөн дә прозабыҙ инкубатор себештәре кеүек бер төрлө әҫәрҙәр менән тулы.

– Беҙ ике төрлө нәмә тураһында һөйләйбеҙ, Марсель. Һәр кем үҙенсә яҙырға тейеш, тигәнең менән килешәм, әммә мотлаҡ үтәй торған ҡағиҙәләр бар. Әҙәбиәт тарихы меңәр йылдар менән билдәләнә, шул ваҡыт эсендә уның үҙ традициялары, ҡағиҙәләре, тәртибе барлыҡҡа килгән, классик тип иҫәпләнгән әҫәрҙәр ижад ителгән. Беҙ шуларҙан өлгө алабыҙ, үҙебеҙ яҙғанда шуларға таянабыҙ – һәр кем велосипед уйлап сығарырға түгел, ә үҙенә тиклем барлыҡҡа килгәнде үҫтерергә, камиллаштырырға тейеш. Шуға ла сюжет, композиция, конфликт, кульминацион нөктә, сиселеш тигән төшөнсәләрҙе инҡар итеү үҙе бер иҫәрлек булыр ине. Уларҙы нисегерәк ҡулланыу, файҙаланыу – уныһы инде икенсе мәсьәлә.

– Билдәле нәмәләр...

– Билдәле булғас, ниңә инҡар итәһең һуң?

– Тимәк, әйбер юҡ?

– Мин улай тимәнем. Материал бар, тик өр-яңынан эшләргә кәрәк. Теге көн, очеркмы, тип юҡҡа һораманым бит, миңә ҡалһа, ошо материалды тәүҙә очерк итеп эшләп ҡарарға ине, шунан ғына – романға тотонорға.

– Бер үк нәмәне ниңә ике тапҡыр тылҡырға?

– Беренсенән, ваҡиғаларҙы һайларға өйрәтер, икенсенән, ҡәләмең сарланыр, тәжрибә туплар инең, өсөнсөнән, очерк сыҡһа, атайың тураһында белерҙәр ине. Тәүҙә очерк яҙып, шул уҡ материал нигеҙендә хикәйә, повесть, хатта роман яҙған миҫалдар бар бит әҙәбиәттә. Мәҫәлән...

– Эт йүгерә тип, бет сапҡан...

– Ну һин, бигерәк... Бөтә нәмәне лә кире ҡағыуы еңел, үҙендекен тыуҙырыуы ауыр.

– Кире ҡағаһың инде?

– Ҡаҡмайым, ҡайтанан эшләргә бирәм. Йәнә бер теләк: беренсе заттан һөйләмә, өсөнсө заттан тасуирла. Юҡһа, оҙон бер монолог һымаҡ ҡабул ителә. Бындай форма очеркка баралыр ҙа, романға – ай-һай. Атайың һөйләгән ваҡиғаларҙың бәләкәйенән алып иң көсөргәнешле, драматик ваҡиғаға тиклем, совет патриотизмын, һалдаттың бер ҡарыш ғәзиз ере өсөн дә һуңғы тамсы ҡанына тиклем алышырға әҙер булыуын күрһәт. Сөнки ул әлеге бәләкәй ер артында иле, халҡы, ҡатыны, балалары, ата-әсәһе йәшәгән оло ер барлығын белеп һуғыша.

Марселдең кәйефе төшкәндән-төшә барҙы, хәҙер урынынан тороп йөрөмәне, шыма сәсен һыйпаманы, ултырғысҡа һеңеп тик ултырҙы.

– Эш йәнә һуҙыла икән. Атай уңарса гүргә инмәһә ярар ҙа. Һөйләгәндәренең ташҡа баҫылғанын бик күргеһе килгәйне.

– Очерк яҙ ҙа берәй гәзиттә баҫтыр.

– Ике эш менән йонсоғо килмәгәйне, тим дә...

Белмәйем, ижад эше йонсотамы икән ни? Шәхсән мин йонсомайым да, арымайым да, ялҡмайым да, эшләгән һайын эшләге килә. Ул бит байрам, ләззәт, кинәнес... Һүҙҙәргә йәнә бәйләнер, тип өндәшмәнем. Марсель алдымдағы папканы алды ла ҡалын портфеленә тыҡты, өнһөҙ генә ҡулды ҡыҫып сығып китте. Ә мин һөйләшеүҙән ниндәйҙер еңеллек кисерҙем, сөнки аңлашыуҙың ауыр буласағын алдан самалай инем. Әлбиттә, тағы килер, бәхәсләшер, ул үҙенекен тылҡыр, мин үҙемдекен. Кем белә, бәлки, килтереп тә сығарыр...

Әхмәтов тағы бер йыл самаһы күҙгә салынманы. Тәүге мәлдәрҙә әллә ни иҫкә төшмәһә лә, яйлап уйландыра башланы, бәлки, очеркы нәшер ителер тип көттөм – гәзит-журналда уныһы ла күренмәне. Холоҡ-фиғеленең сәйерлеге, кешене ниндәйҙер ҡылығы менән шаҡ ҡатырырға ынтылышы бар инде, бар, нишләйһең.

Бер көндө шылтыратмай-нитмәй, ҡойон һымаҡ килеп керҙе.

– Сәләм! Эшләнем бит, – тине ул бүлмәгә инеү менән. – Йөҙ биткә ҡыҫҡарҙы. Жанрын документаль повесть тип ҡуйҙым. Шулай ҙа һиңә оҡшарына тулы ышаныс юҡ – теге саҡ ныҡ өркөтөп ҡайтарҙың. Яҙғанда йөрәктән шул мандраж сыҡманы ла ҡуйҙы.

– Мандраж түгел ул, Марсель, яуаплылыҡ. Ярай, эшләнгән эшләнгән булыр әле, йөҙ бит алып ташланыуы ла яҡшығалыр. Бушаҡ урындары байтаҡ ине бит, динамизм етмәй ине.

– Дөрөҫөн әйткәндә, Заһир дуҫ, тотоноуыма үкенеп тә ҡуям. Ауыр тема булып сыҡты – күпме көс, ваҡыт сарыф ителде, әллә нисәмә хикәйә, очерк яҙып, баҫтырып булыр ине шул ваҡыт эсендә. Ташлап ҡуйһаң, атай алдында оят. Инде ышанмай ҙа шикелле осона сығырыма.

– Ташларға ярамай. Был ҡәҙәрен эшләгәс, мотлаҡ осона сығырға кәрәк. Уҡыйыҡ.

Был юлы өс көн китте әҫәрҙе уҡыуға – Марселдең нимәләр эшләгәнен тиҙерәк белге килеү теләге көслө ине. Әҫәр, ысынлап та, бер ни тиклем ыҡсымланған, атап әйткәндә, курсанттарҙың поезда барыуҙары, уларҙың һәр ҡайһыһына тиерлек оҙон характеристика биреү, немец самолеттарының составты бомбаға тотоу мәлендә асыҡ яланға һибелешкән һуғышсыларҙың бер-береһен эҙләүҙәре сағыштырмаса әҙ урынды ала, иң мөһиме – ваҡиғалар Хәйбулла бабай ауыҙынан түгел, автор – Марсель Әхмәтов тарафынан, йәғни өсөнсө заттан тасуир ителә. Йәнә ыңғай яҡ – катакомбаны обороналауға ҙур урын бирелгән, һөҙөмтәлә, әҫәрҙә көсөргәнешлек артҡан. Ошо һәм башҡа ыңғай яҡтарын әйтеп, артыҡ, йәғни эшләнеп бөтмәгән яҡтарын билдәләнем:

– Һин сәселәһең. Үткән һөйләшеүҙә әйттемме икән, юҡмы, онотҡанмын: Сталин ставкаһына ла инеп китәһең, Гитлерҙы ла һүрәтләйһең, уҡыусыны фронт, дивизия штабтарына ла алып йөрөйһөң, катакомбаға ла ҡайтаһың. Ҡырым ярымутрауындағы бәләкәй генә ер киҫәгендә барған алыш – Икенсе Бөтә донъя һуғышының тырнаҡ осондай ғына өлөшө. Был локаль һуғышҡа полк, уҙа барһа, дивизия йәлеп ителә. Сталиндың, Верховный Главнокомандующий булараҡ, уны белмәүе лә ихтимал. Совет һуғышсыларының оборона тотоуы тураһында хәбәр иткәс, Гитлер енләнә, үлтерергә, ҡырырға, газ менән тонсоҡторорға, тип ярһый. Ышандырмай. Гитлер булғас, уны мотлаҡ ҡоторған эт рәүешендә күрһәтергәме ни? Һин уҡыусы иғтибарын ситкә йүнәлтәһең. Рәсәй әҙәбиәтендә, әүәлерәк Бөтә Союз әҙәбиәтендә шундай тенденция бар ине: һалдат прозаһы, офицер прозаһы, генерал прозаһы... Бөгөн яҙыусы булып киткән элекке һалдат – һалдаттар тормошо, офицер – үҙ даирәһе, ә генерал инде күберәк дивизия, фронт тураһында яҙа. Йәғни һәр ҡайһыһы үҙҙәре белгән, үҙҙәре ҡайнаған, аралашҡан кимәлдә, ә һинең төп геройың һалдат, тимәк, нигеҙҙә, ошо даирәне тасуирларға ине.

– Да-а-а, был юлы, пожалуй, хаҡлыһыңдыр.

Тағы байтаҡ нәмәләр әйттем Марселгә. Хаҡлыһыңдыр, тиһә лә, күп нәмә менән килешмәне, бәхәсләште, үҙенең фекерен яҡланы, ләкин нигеҙле дәғүәләр менән иҫбатлағас, сигенергә, һис юғы өндәшмәҫкә мәжбүр булды. Мин дә һинең ише университет бөткән, тормош тәжрибәм бар, журналда сыҡҡан прозаны ҡалдырмай уҡып барам, һин улай әллә кем булып китмә әле, тип шәхескә лә күскеләне. Ахырҙа, биғәйбә, һинеңсә булһын, тағы бер эшләп сығам, шунда ла кире ҡаҡһаң, баш мөхәрриргә инәм, тип сығып китте.

Был юлы йылдан ашыуға юғалды. «Юғалды» тип әйтеү дөрөҫ үк булмаҫ, сөнки һирәкләп осрашып торҙоҡ. Шылтыратыштыҡ, бер нисә мәртәбә уртаҡ дуҫтарҙа мәжлестә лә булдыҡ, үҙҙәрен саҡырып алдыҡ, ләкин әҫәре хаҡында ләм-мим. Үҙе элеккесә ҡала мәктәптәренең береһендә тел һәм әҙәбиәттән уҡытты, яҙыусыларҙың юбилей кисәләренә йөрөнө, һирәкләп хәбәрҙәр, мәҡәлә, бер нисә ҡыҫҡа рецензия баҫтырҙы, яҙыусылар йыйылыштарында, проза секцияһы ултырыштарында күренде; бер күрешкәндә, кәйефләнеп китеп, икенсе әйбергә тотондом әле, тип ысҡындырҙы һәм оҙаҡламай йәштәр гәзитендә өс һанда бер мөхәббәт тарихын тасуирлаған повесынан өҙөк баҫылды. Үҙенең ғибрәтле мөхәббәте хаҡында ине ул. Повесть, өҙөгө буйынса фекер йөрөткәндә, бик тарҡау, һаман шул унда-бында һуғылып тасуирлау менән аҡһай ине. Уҡыныңмы, нисек, тип һорағайны ла, тулы килеш уҡымағас, әйтеүе ҡыйын, тиеү менән генә сикләндем. Ә былай, ваҡиғаларҙы үҫтергәндә, ҡыҙыҡлы бер нәмә килтереп сығарырға материал бар. Тик Әхмәтов уға өлгәшә алмаҫ шул, ҡулынан килһә, тәүҙә үк эшләр ине.

Романдың, хәҙер инде документаль повестың, өсөнсө варианты менән танышыу ҙа ҡәнәғәтлек килтермәне. Минең кәңәш-төңәшкә иғтибар иткән былай, әммә яҡшы яҡҡа үҙгәреш самалы ине. Етмәһә, барырҙай урындарын боҙған, урыны-урыны менән һалпайтҡан, яңы ваҡиғалар өҫтәгән. Фекеремде әйткәйнем:

– Һин минән көләһең, үҙең роман яҙа алмағас, көнләшәһең! – тине лә ебәрҙе. Бына һиңә мә! Мин уға ихлас ярҙам итергә тырышам, ә ул көнләшеүҙә ғәйепләмәксе.

– Марсель, журналда әллә күпме роман баҫыла, һәр яҙыусынан көнләшә башлаһам, миңә күптән бында эшләмәҫкә кәрәк йә шартлап үлергә тейешмен.

– Бында – икенсе көнләшеү. Беҙ – курсташтар, бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймаған кеүек, бер ауылдан ике яҙыусы булырға тейеш түгел, һинеңсә.

– Әкиәт һөйләмә!

– Әкиәт булмағас, ниңә үткәрмәйһең? Бөтә әҫәр ҙә нишләп һинеңсә булырға тейеш һуң? Әҙәбиәт – субъектив әйбер, һиңә оҡшамаһа, икенсе берәүгә оҡшауы ихтимал.

– Минең өсөн төп критерий – художестволылыҡ. Бында тормош материалы бар, әммә шуны әҙәбиәт материалына әйләндерә алмағанһың. Быны аңлатыуы ҡыйын, әммә яҙыусының яҙыусылығы тап шунда. Әлбиттә, уҡыусыһы булыр. Ләкин камил түгел әйберҙе ниңә тәҡдим итергә? Ояты үҙеңә, миңә түгел.

– Барыбер ҙә тенденциоз ҡарайһың, ниңәлер ҡабул итмәйһең. Өс тапҡыр эшләп, баҫырлыҡ кимәлдә түгеллегенә мин просто ышанмайым. Үткәрмәйһең инде?

– Юҡ.

– Улайһа, баш мөхәрриргә инәм.

– Хаҡың бар, Әхмәтов.

– Һаман «Әхмәтов»...

Марсель матур папканы алдымдан елтерәтеп алды ла ҡойон етеҙлеге менән бүлмәнән сығып китте. Баш мөхәррир шул көндө үк саҡыртып алыр, тип көтһәм дә, ниңәлер саҡыртманы. Аҡыллы кеше булараҡ, беҙҙе, ауылдаштарҙы, ҡара-ҡаршы ултыртып, Марселде лә, мине лә уңайһыҙ хәлгә төшөргөһө килмәгәндер. Иртәгәһенә, төш етер алдынан ғына, үҙе бүлмәгә инеп, саҡырып сыҡты.

– Әхмәтовтың повесы бөтөнләй барырлыҡ түгелме?

Күҙ ҡараштары тыныс, хәбәре тигеҙ, тимәк, миңә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлеге юҡ. Кем белә, бәлки, кисә булған асыуы бөгөн үткәндер.

– Түгел.

– Өс тапҡыр эшләтте, ауылдан берҙән-бер яҙыусы булып йөрөгөһө килә, үҙе роман яҙа алмағас, көнләшә, ти ҙәһә.

– Ул әйтер. Беренсенән, әҫәре роман жанрына тартмай. Икенсенән, уға бер ниндәй ҙә тенденциоз ҡарашта тормайым. Ауылдаш булһа ла, мөнәсәбәтем башҡа авторҙарға ҡараған һымаҡ. Минең өсөн иң беренсе нәүбәттә – әҫәр.

– Ниңәлер бик агрессив ниәттә. Миңә лә уҡып сығырға тура килә инде. Эш олоға китһә, икәүләп яуап тоторбоҙ. Фекерҙәреңде яҙып индер.

Шуның менән бөттө баш мөхәррир кабинетындағы һөйләшеү. Шулай ҙа ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек ҡалды класташымдың хужаға инеп, минең турала йәмһеҙ һүҙ әйтеүенән. Тимәк, миңә ышанмай, биргән кәңәштәрем, әйткән фекерҙәрем уның өсөн – буш хәбәр, баш мөхәррир уҡыр ҙа журналға үткәрер, тип уйлай. Хәйер, ҡат-ҡат эшләп тә әҫәрен ҡабул итмәгәс, уның да хәлен аңларға була – күпме көс, күҙ нуры түгелгән, роман тамамланым, тип күпме кешегә һөйөнсөләгән, нәшер ителерен атаһы көтә...

Әҫәрҙе баш мөхәррир ҙә оҡшатманы. Өсөнсө вариантын бит әле, тәүгеһен уҡыһа, ни тиер ине икән? Был факт минең күңелгә ниндәйҙер еңеллек килтерҙе – хужа «барырлыҡ» тиһә, Әхмәтов миңә ябырылыр, ғүмер буйы үсләшеп йөрөр ине.

Ифрат ауыр ҡабул итте ауылдашым баш мөхәррирҙең фекерен. Шылтыратып ошо хаҡта әйткәс, байтаҡ өнһөҙ торҙо, шунан ҡапыл трубканы ташланы.

– Шулай ҙа, әҫәр бар, тип иҫәпләйем, – тине ул, аҙна аҙағында редакцияға килгәс. – Һин дә, редакторың да аңламағанһығыҙ. Ул, моғайын, уҡып та тормаған, һинең һөйләүең буйынса ғына фекер йөрөтә.

– Баш мөхәррирҙең әҫәрҙе уҡымай тороп фекер йөрөтөү ғәҙәте юҡ.

– Бик шикләнәм. Икегеҙ ҙә бер ҡалыптан инде. Мафия! Мин былай ғына ҡалдырмайым, союз председателенә барам. Ул да уҡыһын.

– Һинең хоҡуҡ, иптәш Әхмәтов...

– Һаман «Әхмәтов»... Доиграешься! Ә һеҙ рәсми яуап яҙығыҙ.

Ә яуап, йәғни әҫәргә баһалама, әҙер ине. Бындай ситуацияларҙа теше төшкән тәжрибәле баш мөхәррир минең яҙғандарға үҙенең фекерҙәрен дә өҫтәп, редакция бланкыһына йыйҙырырға бирҙе. Текст йыйылғас, ҡултамғаһын ҡуйып, ҡулъяҙмаһы менән Марселгә тапшырырға ҡушты.

Идара рәйесе үҙе танышҡас, әҫәрҙе бер урынбаҫарынан, проза секцияһы етәксеһенән уҡытҡан һәм бер көн, беҙҙең баш мөхәррирҙе лә саҡыртып, йыйылыш үткәргән. Бәхәсле, хатта ғауғалы үткән был йыйылыш ҡулъяҙманы кире ҡаҡҡан. Марсель барыһын да «тенденциозлыҡта» ғәйепләп, талантлы прозаға «юл бирмәгән консерватив, мафиоз көстәр» тип атап бөткән йыйылғандарҙы.

– Әшәке кеше булып сыҡты һинең ауылдашың, юҡ әйберен бар итергә тырыша. Әҫәр артынан автор йөрөргә тейеш түгел, ә әҫәр матбуғат биттәренә үҙе юл ярырға тейеш тәһә, – тине аҙаҡ баш мөхәррир берсә көлөмһөрәп, берсә үртәлеп. Баҡһаң, Әхмәтов тағы ла юғарыраҡ органдарға барырға ниәтләнә икән.

Аҙна-ун көн уҙғас килде Марсель. Кәйефе юҡ, был арала ныҡ ҡына эсеп алған кешегә лә оҡшай, гел генә шыма йөрөгән сәсе туҙынҡы, ҡырынмаған, портфелһеҙ.

– Ҡул артың еңел булды, ауылдаш, – тине ул, тишерҙәй итеп ҡарап, – еңдең, маҡсатыңа ирештең. Ә олоға ебәрмәй үткәрә ала инең. Минеке кимәлендәге әйберҙәр сығып тора бит. Эҙләһәң, үҙеңдең хикәйә, повестарыңда ла әллә күпме сатаҡлыҡтар табырға мөмкин. Беребеҙ ҙә гений түгел!

– Беренсенән, союздағы һөйләшеүҙе ауырға алырға ярамай. Беләһең, үҙең дә ҡатнашҡаның бар, проза секцияһы йыш ҡына шулай аяуһыҙ үтә. Һөйләшеү конструктив икән – автор өсөн файҙаға ғына. Икенсенән, мин үткәрҙем дә, ти, минән башҡа яуаплы сәркәтип, урынбаҫар, баш мөхәррир бар бит. Уларҙы һин бөтөнләй дүрәк тип уйлайһыңмы ни? Союз председателенә лә үҙең барҙың...

– Союзда файҙалы фекер әйтелде тип уйлайһыңмы? Ҡайыш сыбыртҡы менән ярҙылар ҙа сығарҙылар. Аңламайым, художестволы әйберҙең нимә икәнен белмәйем, йәнәһе. Фәлән дә фәсмәтән... Улар белгәнде генә мин белмәй, тип уйлайҙар әллә? Шулай түгелме ни?

Мин яурын һикерттем дә тышҡа ҡараным.

– Мәктәптән бирле яҙышабыҙ, унда мин алдан йөрөһәм, хәҙер һин алға сыҡтың. Бүлек мөдире, союз ағзаһы, уҡымлы хикәйәләр, повестар авторы, тәнҡит маҡтай, китаптар сыға. Ә мин... бер кем дә түгел, иң төп хатам – университеттан һуң ауылға ҡайтмаҫҡа, нисек тә бында ҡалырға ине. Ғүмеремдең ҡара көндәре... Йүнләп яҙа алманым. Төрлө әтрәгәләм менән аралашып, алған белем, ҡәләм юҡҡа сыҡты, үҫеш булманы, әҙәби мөхит етмәне, һөйләшер кеше лә юҡ ауылда, – Марсель ултырғыстан ҡапыл күтәрелеп, тәҙрә алдына барып баҫты – һәм бына һөҙөмтә. Тәүҙән үк ошонда ҡайнаһам, күптән союз ағзаһы ла, романист та булыныр ине. Араларында йөрөмәгәс, бергә эсмәгәс, ҡабул итмәйҙәр, танырға теләмәйҙәр.

Марсель быларҙы әллә аҡланыу өсөн һөйләне, әллә үҙ алдына һөйләнде. Һаман да өндәшмәү йәпһеҙ ине, шуға «бәлки» тигән генә һүҙ ҡыҫтырҙым.

– «Бәлки» түгел, точно. Һин йөрөйһөң бит, мин дә йөрөр инем. Һинән ҡайһы ерем кәм?

– Артығыраҡ хатта.

– Мин бының менән генә туҡталмаҫҡа булдым. Пан или пропал. Нисә йыл буйы яҙылған хеҙмәт ятып ҡалырға тейеш түгел. Дәғүә менән министрға, хөкүмәткә барам. Журнал редакцияһындағы, союздағы порочный кругты өҙөргә, фашларға кәрәк, юҡһа, йәш һәм башлап яҙыусыларға юл ябыҡ. Туҙҙырырға, ысын йөҙөгөҙҙө асырға кәрәк.

– Мәйелең, Әхмәтов.

– Йәнә «Әхмәтов»! Ташла шул маймылланыуыңды! Мин һинең менән етди һөйләшәм, – элекке һабаҡташым балағына ут ҡапҡандай урынынан һикереп торҙо, ҡулдарын һелтәп ебәрҙе. – Яуап бирергә тура килә башлаһа, Әхмәтов тип ауыҙ йырмаҫһың, ә Марсель Хәйбуллович тип өндәшәсәкһең, белдеңме?

– Ҡыҙма, Марсель, һине рәнйетерлек мин бер нәмә лә әйтмәнем. Үҙеңдең...

– Пошел ты... Минеке һымаҡ әйбер юҡ беҙҙең прозала. Сыға ҡалһа, дәүләт премияһы алырлыҡ әҫәр ул. Хәйер, алмаясаҡ, сөнки ул комиссияла союз председателе менән һинең хужаң да ултыра. Әллә руссаға тәржемә итергә лә Мәскәү журналдарының береһенә алып барырғамы икән? – Марселдең йөҙө яҡтырҙы, күҙҙәре баҙланы. Бының әллә аҡылына зәғифлек килдеме, тип ҡурҡа төштөм. Үҙебеҙҙә үтмәгән әйберҙе нисек Мәҫкәү нәшер итһен инде? Ошоно яҙам, журналға үткәрәм тип талашып йөрөп, һәтәүләнеүе лә ихтимал.

Күпмелер ваҡыттан һуң Марселдең мәҙәниәт министрлығына, матбуғат идаралығына барғаны ишетелде. Мәсьәләне асыҡлау һәм үҙҙәренә яуап алыр өсөн улар хатты союзға төшөрә. Йәнә барҙы баш мөхәррир, әҫәр журналда баҫырлыҡ түгел, ҡулъяҙма ныҡлап эшләүҙе талап итә, тигән фекер менән хатты өҫкә илткәндәр.

Килер, йәнә туҙыныр, әрләр, үпкәләр, тип көтһәм дә, Марсель күренмәне. Үҙем барайым, һис юғы шылтыратайым тип тә йыйындым, тик гел генә нимәлер тыя торҙо. Үҙемдә бер ниндәй ҙә ғәйеп һиҙмәгәс, беренсе булып Марсель үҙе тауыш бирергә тейеш һымаҡ ине. Шулай ҙа, түҙмәй, бер көн шылтыраттым өйҙәренә. «Өйҙә юҡ, балниста бит ул, – тине ҡалын ғына тауыш. «Хәйбулла бабай, һеҙме әллә?» – «Мин. Ә үҙегеҙ кем булаһығыҙ?» Мин исемемде атаным. «Шулаймы ни? – тип шатлығынан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе Марселдең атаһы. – Балниста шул». – «Нимә булды? Ҡасандан бирле? Бына тигән ине лә». – «Айҙан ашты инде». – «Нимә булды, тим?» – «Булды ла, булманы ла инде... Телефон аша оҙаҡ, аңлата башлаһам, ваҡытың булһа, яныңа инеп сығайым. Әйтәһе һүҙ ҙә бар». – «Ауыр хәл түгелдер бит?» – «Юҡ». – «Килегеҙ, адрес... телефон...» – «Яҡшы. Иртәнге сәғәттәрҙә булырмын».

Заманында ауылда иң күп гәзит-журнал алдырып уҡыған, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, ауыл советы сәркәтибе булып эшләгән кеше ул Хәйбулла бабай. Иртәгәһенә иртүк килгәс, тәүге һорауым Марселдең хәле тураһында булды.

– Һөйләһәң – һүҙ, төртһәң – күҙ, ти. Анау яҙмалары менән алйыны бит. Ҡайҙан һөйләнем. Килтереп сығармаҫтай булғас, ташларға ла ҡуйырға ине. Шул ғына башына етте.

– Нисек? – Мин ғәжәпләндем.

– Яҙманы һеҙ яраҡһыҙ тип тапҡас, юғарыға шикәйәт яҙҙы, унан да кире яуап алғас, тәүҙә ярһыны, унан төшөнкөлөккә бирелде, бер нисә көн эсеп алды, килен менән талашты, һеҙҙең халыҡты әрләне. Ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө сүрәткә инә торғас, ҡолаҡҡа яҡмаған нәмәләр һөйләй башланы. Бер көн миңә былай ти: Швеция короле шылтыратты, һинең турала яҙған романыма Нобель премияһы биргәндәр, барам, алам, бындағыларҙың танауҙарына сиртәм, ти. Шолохов, Пастернак, тағы бер фамилия әйтә ине, онотҡанмын...

– Бродскиймы?

– Эйе, шул, дүртәүләп бергә барабыҙ, унда, премия тапшырыуҙан тыш, башҡа лауреаттарҙы ла йыялар, йәнәһе. Бына шулай тынғы бирмәй башлағас, килен дауаханаға шылтыратырға мәжбүр булды инде. Махсус бригада килде лә иҫәрҙәр йортона алып китте.

– Улай икән... Ҡара, һис уйламағанда. Хәйбулла бабай, әйбере, ысынлап та, журналға бирерлек түгел, һеҙ, бәлки, мин быны юрый эшләгән, тип уйлайһығыҙҙыр?

– Юҡ, улай уйламайым. Ул өлкәнән алыҫ кеше булһам да, нимәһендер килтереп сығара алмағанын аңлайым инде. Марсель үҙен үҙе ашаны. Тыныс ҡына уҡытып йөрөһә, был хәлгә лә төшмәҫ ине. Бәләкәйҙән сәмсел, ғәрсел булды бит, малай сағында, мәктәптә бик һиҙелмәне, хатта яҡшы һыҙат тип тә уйлай торғайным, үҫә килә кире яҡтары нығыраҡ күренде, мин беренсе булырға тейеш, тип йөрөнө бит гел. Сиренән имен-аман ғына ҡотолһа ярай ҙа, – хәл йыйырға теләпмелер, бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы уҙаман, шунан күңеллерәк тауыш менән йәнә дауам итте. – Яҙғандарыңды уҡып барам, бигерәк тә тел, милләт, милләттең иртәгәһе көнөн ҡайғыртып яҙған хикәйә, очерктарың оҡшай. Артабан да шул рухта дауам ит, сөнки ул тема даими яҡтыртылып барырға тейеш... Минең килеүемдең төп сәбәбе, улым, шунда: осона сыҡһаң ине Марселдең әйберенең. Һин булдыра алаһың, ҡулыңдан килә. Хеҙмәте ятып ҡалмаһын, хәҙер уны үҙе эшләй алмаҫтыр. Нәшер ителгәнен күрһә, кем белә, бәлки, аяғына ла баҫыр. Миңә лә, фронтовикка, бер бүләк булыр – әллә ни батырлыҡ ҡылмаһам да, шул мәхшәрҙә ҡатнашып, бүтәндәр күргәнде күрҙем бит. Хәҙер фронтовиктар тураһында күп яҙалар, еңеү байрамдарын да ҙурҙан үткәрәләр. Минең хаҡта ла яҙҙылар, тип күкрәк киреп йөрөр инем.

Аҡһаҡалдың фекере минең өсөн яңылыҡ булманы, һуңғы арала был хаҡта үҙем дә уйлаша инем. Марсель барыбер уны еренә еткерә алмаҫ, аңы буталғас, бигерәк тә, ә материал бар, йыйылған.

– Ул турала үҙем дә уйлай башлағайным инде, – тинем. Бабай ҡыуанып китте, хатта арҡанан ҡағып ҡуйҙы.

– Тотон, Заһир улым, сауап булыр, рәхмәт уҡырмын. Үҙең дәртләндергәнһең дәһә заманында Марселде.

Элекке ауылдаш менән йылы хушлаштыҡ. Эшкә тотонор алдынан дауаханаға барып килергә булдым. Өс кешелек палатала ята икән Марсель. Бүлмәләре ҡола ялан, өҫтәл, койка, тумбочканан башҡа йыһаз юҡ. Кергәндә иҙәнгә текәлеп карауатында ултыра ине. Хәле шәптән түгелдер – тартылып, һурылып киткән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, күҙҙәре эскә батҡан, сикәләренә сал төшкән.

Сәләмде алманы, хатта күтәрелеп тә ҡараманы, һөйләшергә тырышыу ҙа һөҙөмтә бирмәне. Байтаҡ ултырып, булмаҫтыр, тип сығырға ҡалҡынғас ҡына: «Романды һин сығарманың, ә уға Нобель премияһы бирҙеләр, – тине. – Премияны тапшырыу церемонияһына саҡырыу килгән, уныһын да бирмәй йонсоталар, барырға кәрәк – сығармайҙар, фрак тегергә бисә аҡса бирмәй...»

Үҙе миңә эйәреп сыҡты, ишекте артынан ныҡ ябып: «Романды беҙҙән барып ал, яндыр, яуыз, шул ғына башыма етте», – тине лә оҙон коридорҙың ҡаршы осона атланы.

Романын барып алдым, яңынан уҡып сыҡтым, тасуирланған ваҡиғаларҙың ҡайһы берҙәрен Хәйбулла бабайҙан яңынан һөйләттем, отпуск алдым да... әҫәрҙе өр-яңынан яҙырға ултырҙым. Ныҡ эшләргә тура килде, отпускым саҡ етеп ҡалды. Компьютерҙа йыйҙырыу, яңынан ҡарап, хаталарын төҙәтеү йәнә айға һуҙылды. Бер көндө, ниһайәт, уны баш мөхәррир алдына һалдым. Отпускыны тап ошо әйберҙе еренә еткереүгә алыуымды белһә лә, етеҙлегемә аптырағандай итте һәм, ярайһы тиҙ уҡып, ыңғай баһа бирҙе.

Әҫәр ярты йылдан донъя күрҙе. Журналды тотоп, больницаға киттем. Марсель был юлы ла карауатында иҙәнгә текәлеп ултыра ине. Шулай ҙа күҙ ҡарашы менән мине шәйләгәнен самаланым. Ул теге килгәндән дә нығыраҡ һурыҡҡайны, сәстәре тотош ағарған, күҙ ҡараштарында нур, өмөт ҡалмаған. Иҫәнләштем дә журналды өҫтәлгә һалдым. Марсель башын һеләүһен етеҙлегендә журналға күсерҙе, ҡарашында ут-осҡондар хасил булды, берауыҡ шым ултырҙы. Шунан киҫкен хәрәкәт менән журналды һирпеп төшөрҙө.

Өндәшмәнем. Ишек төбөнә тиклем осҡан журналды ла барып алманым, сөнки был иҫәр ҡылығы түгел, ә журналды, мине күрә алмаған нормаль кеше реакцияһы ине.

– Ләйлә апай үлгән бит, – тине байтаҡ иҙәнгә текәлеп ултырғас Марсель.

– Ниндәй Ләйлә апай?

– Беҙҙең уҡытыусы һуң. Әҙәбиәт уҡытыусыһы.

– Уның үлеүенә ун йыллап бит инде...

– Миңә бөгөн иртәнсәк кенә әйттеләр. Ерләшергә ҡайтайым тигәйнем дә, сығарманылар. Концлагерға ултыртып ҡуйҙылар ҙа. Атай Ҡырым ярымутрауын немецҡа бирмәйем тип зерә һуғышҡан, немецҡа бирһәләр, лутсы булыр ине. Унда концлагерҙар юҡ.

Мин журналды алып, әҫәре башланған битте асып алдына һалдым.

– Марсель, әҫәрең сыҡты бит, бына, ҡара.

Марсель ҡарашын журналға күсерҙе, әммә йөҙө битараф ҡалды. Шунан ситкә боролдо, карауатына ауҙы ла миңә арҡаһын ҡуйып ятты. Торор, берәй һүҙ әйтер, тип оҙаҡ ҡына көтөп ултырҙым, тик ул ҡымшанманы. Миңә сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Бер нисә көндән Хәйбулла бабай килде, журналды уҡыған, әҫәрҙе оҡшатҡан, рәхмәтен әйтте, оло бер ҡәнәғәтлек менән арҡанан ҡаҡты. Марсель уҡый алдымы икән һуң, тигәс:

– Уҡыған, түгелеп-түгелеп иланы. Аҡылы үҙ яйына ҡайтҡан сағы булғандыр инде. Шунан үҙе тағы, барыбер ҙә шәп әйбер яҙғанмын, бына бит аҙаҡта минең исем-фамилия тора, ти.

– Уҡый алғас, ярай инде, – тинем, күңелемдә ниндәйҙер еңеллек кисереп.

– Бына был әҫәр, исмаһам, шулай яҙырға кәрәк ине шул, ти. Ә бөгөн иртәнсәк барһам, кисәге шатлығының эҙе лә юҡ. Мин, баҡһаң, ғүмер буйы үҙемде алдап йөрөткәнмен: талантым булмаған, художестволы әҫәр ошолай була, быны Заһир яҙған, уның стиле, уның манераһы, тип ултырасы...

– Йүнәлә, тимәк?

– Эйе, йүнәләлер.

– Бирһен Хоҙай...

Әмир ӘМИНЕВ.

2005

Читайте нас