ШИРКӘЙ (Хикәйә)

...

Беҙҙән юл аша ғына бәләкәй генә өй, фәҡир генә йорт бар ине. Бәрәңге баҡсаһы ситән үреп, өй алды текмә тотоп уратылған. Күренеш күрекһеҙ генә. Мәгәр йорт эсе таҙа итеп һеперелгән, әйбер-ҡара йыйыштырылған, өй, мунса ап-аҡ итеп аҡланған. Беҙ үҫмер саҡта, алтмышынсы йылдарҙа, ошо иҫке йортта ике ҡатын менән холоҡ-ғәҙәте ҡыҙыҡ ҡына ҡәрҙәшебеҙ йәшәне. Ике бисә менән тороуын Совет власы, түрәләр нисек тыймағандыр, уныһы миңә, малай кешегә, ҡараңғы. Әммә шуны күреп тә һәм ишетеп тә беләм: үҙ-ара талашмайҙар, тартышмайҙар, яҡшы мөнәсәбәттәләр. Ана, бер-ике өй аша – көн һайын тиерлек ыҙғыш. Ыҙғыш ҡынамы? Миңлебикә ҡарсыҡ хатта төн уртаһында: «Разбой! Разия үлтерә... » – тип бөтә ауылға һөрән һала. Көпә-көндөҙ таш бәрешеп, сәс йолҡошоп һуғышҡандарын беҙ малайҙар ирмәк ҡылып ҡарап торабыҙ. Ә мөхәббәттәре уртаҡ, көндәш ҡатындар бер инәнән тыуған ҡыҙҙарҙай татыу. Ҡатындарҙың береһе – Баныу, икенсеһе – Маруся, мәрйә. Мәрйә булһа ла башҡортса һәләк һәйбәт һөйләшә, беҙгә иркәләп кенә өндәшә.

Ошо ҡатындар менән донъя көткән ауылдашыбыҙҙы олоһо ла, кесеһе лә Ширкәй тип йөрөтә. Бала саҡта уның исеме шулай тип уйлай инем. Үҫә төшкәс кенә ысын исеме Таһир, фамилияһы Шириязданов икәнен белдем. Ширияздан – башҡортса тәңренең арыҫланы була икән. Мәгәр Ширкәй тәңренең арыҫланына оҡшамаған: ҡатын-ҡыҙ тауышлы, һаҡал-мыйыҡ та сыҡмай, балалары ла юҡ... Малайҙарҙың кемдәрҙәндер ишетеп һөйләүенсә, йәнәһе, Ширкәй үҙе лә бисә икән, бәпәй яһай торғаны юҡ икән, пленда ниместәр киҫеп алған икән... Иҫ-еҫ белгәндәр, егет ҡорона ингәндәр иһә, ике бисә менән йәшәгәс, Ширкәйҙе бик елле, ҡәһәр итеп тасуирлай.

Шундай серле кеше булды Ширкәй. Серле генә түгел, сәйер ҙә, мәҙәк тә ине ул. Бер ваҡыт атайым йөрәк дарыуы алып ҡайтты. Ширкәй бәләкәй генә шешәне яҡтыға ҡуйып ҡараны ла:

– Айыу ҡаны бит был... Эсмә, Миңлеәхмәт, – тине.

Ул һәр нәмәгә үҙенсә ҡарай, баһаһы ла башҡаса һәм ҡыҙыҡ. Атайым күршебеҙ Нурулла бабайҙы:

– Аһа-һай, шәп тә инде. Һис кенә лә тик тормай, эш өсөн генә тыуған, – тип маҡтаһа, Ширкәй быны бик үк килештермәй, үҙ хәбәрен теҙә:

– Хуш күрерлек әллә нәмәһе юҡ: мунса башы Ғәләү эшләпәһенә оҡшаған, бағанаһы япраҡ ярған, ситәне сәскә атҡан, бал ҡорттары Хажи ҡартты саҡҡан...

Ысынлап та, Нурулла бабайҙың таҡта менән тигеҙһеҙ итеп көпләнгән мунса башы ғүмер буйы кейелеп туҙған иҫке эшләпәне күҙаллата, ҡабығы әрселмәй ултыртылған имән бағаналарының бер нисәһе йәшәреп ултыра. Ә бал ҡорттарының Хажи ҡартты сағыуы малай-шалайға үҙе бер мәрәкә булды.

Миңлекәй әбей менән Хәйбулла бабай бесәнгә иртә төшә лә, шул ыңғайы һалам башлы лапаҫтары эргәһенә килтертеп өйҙөртөп тә ҡуя. Шулай бесән ташып, кәбән һалып яталар ине. Хажи ҡарт башта тора. Шул саҡ Нурулла бабайҙың геү килеп ҡорто айыра башланы. Инә ҡорт барып ҡунды микән, күҙ асып йомған арала ҡаҡайып баҫып торған Хажиҙы күс һырып алды. Эй сәбәләнә, эй үрһәләнә бахыр ҡарт, ҡулдары менән ҡыжмырлап торған ҡорттарҙы һуғып иҙмәксе итә... Ҡыҙыу ҡуҙға баҫҡандай тажылдығы сығып үрле-ҡырлы һикерә, ҡыжҡылдап бесәнгә сумып сыуала. Ҡорт сағыуға сыҙай алмай тулап-тулап, кәбән башынан тәгәрәп килеп төштө. Ухылдап, уфылдап, беҙ ғүмерҙә лә ишетмәгән әллә ниндәй тауыштар сығарып ерҙә аунай, тәкмәс-түкмәс ата. Шул саҡ кемдеңдер аҡылы етеп, Хажи ҡартҡа бер-ике биҙрә һыу ҡойоп ебәрҙе, ҡорттар йыуылып төштө... Ширкәй кешеләргә үҙенсә шик-шөбһә һалды:

– Миңлекәйҙең лапаҫына ен эйәләшкән. Ана, күрәһегеҙме, лапаҫы эргәһендә – шайтан таяғы, тарбаҡланып тороп шайтан үләне үҫеп сыҡҡан. Үҙен дә ен алмаштырмағайы. Кисә, Хажи ҡартты «Ҡорт саҡҡыры!» тип әрләй ине. Бөгөн ендәре ҡорттарҙы ҡуҙғытып, ана ниндәй мәхшәр ҡуптарҙы, тамаша ойошторҙо. Улар ҡорттарҙы тағы ла ҡорсотор әле.

Әллә Ширкәй әүлиә микән, ҡорттар иртәгеһен дә ҡуҙғыны. Нурулла бабайҙың әбейе умарта ҡапҡасын шаҡ та шоҡ килтереп асыуы булды, тракторҙа ирәйеп ултырып ер ҡаҙыған Ғамирҙың ҡотон алып «ен ҡорсотҡан» ҡорттар ярһып безелдәшә лә башланы. Ҡобараһы осҡан Ғамир урам буйлап йүгерә лә, туңҡайып ята, йүгерә лә туңҡайып ята. Ҡорттар бер тотам ҡалмай баҫтыра. Шәмсинур әбей, Ғамирҙың инәһе, халыҡҡа яр һалып ҡысҡыра:

– Ҡотҡарығыҙ! Ҡорт талай... Ғамирҙы ҡорт талай...

Нурулла бабайҙың әбейе йүгереп йөрөп, туңҡанлаған Ғамирҙы төтәткесе менән төтәтә, ҡорттарҙы ҡыуа. Шәмсинур әбейҙең һаман сырылдығы сыға... Ширкәй бабай беҙҙе ғәжәпләндереп:

– Кеше ҡалай бахыр, себендән дә ҡото алына, – ти.

Ул әллә, ысынлап та, Тәңренең арыҫланы микән?.. «Кеше ҡалай бахыр», – ти бит. Кис ултырғанда әбейҙәрҙең дә: «Был фани донъяла кешеләр үҙҙәре берен-бере бахыр итә», – тигәндәрен ишеткән бар. Әйткәндәре раҫ булһа, харап бит! Бахыр – бик меҫкен, ҡыҙғаныс, өтәләнгән тауыҡ һымаҡ зат, тиҙәр. Бахырға ҡалыу шөрләтә, Ширкәй ҙә шөрләтә...

Бына дүртәүләп ат арбаһында һелкенеп һалҡын шишмә буйына бесәнгә ашҡынабыҙ. Атайым, инәйем, мин һәм Ширкәй. Ауыр эшкә ярамағас, атайым кәбән һалышырға Ширкәйҙе алып бара. Һуғышта ҡаты яраланған шул ул, күлдәген сискәндә арҡаһында тимер ҡалаҡ ҙурлығы йәрәхәт эҙҙәре күренеп ҡала. Йә мин ныҡлап эшкә ярамағанмын, беләгемә көс ултырмаған. Бесән сабам сабыуын. Күбә лә тарттырам. Кәбән ҡойорға хәлем етеңкерәмәй.

Ололарҙың хәбәре донъя көтөү, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тирәләй урала. Инәйем тауыҡтарына зарлана:

– Ҡәһәр һуҡҡырҙар, ҡыу томшоҡтар баҡсанан сыға белмәй тибенә. Көс-хәл менән күмгән бәрәңгене асып бөтәләр инде.

– Көн буйы суҡыналар, тамаҡтары һис кенә лә туймай шул «ҡорт-ҡорт»тарҙың, – тип, инәйемә ҡушыла Ширкәй. – Миңлеәхмәт, ниңә шул һөйәк ауыҙҙарыңа, һәнәк тәпәйҙәреңә берәй сара күрмәйһең?

– Ни ҡылайым? Тауыҡ – тауыҡ инде. Хоҙай уны тибенер өсөн яралтҡан.

– Тыша... Ҡырға киткәндә мин ул монтоҡтарҙы гел тышап китәм.

– Ә нисек күкәй һалалар? – тип аптырай инәйем.

– Ятҡан ерҙәрендә кем уҙарҙан ҡытаҡлашып һалып яталар.

– Әстәғәфирулла тәүбә...

Ширкәйҙең сәйер холҡо, ҡылыҡтары бала-сағаға ғына түгел, ололарға ла ғәжәп тойола. Әле бесәндә лә ирмәк булды. Кәбәнде яртылағас, ныҡ сарсап, сәй эсергә ултырҙыҡ. Мәтрүшкә ҡушылған таҡта сәйҙең хуш еҫе күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. Рәхәтләнеп, туймаҫтай булып эсәбеҙ. Инәйем ҙур сәйгүндән сөңкәләргә мөлдөрәмә яһап биреп тора. Ҡыр сәйе шул тиклем тәмле. Ширкәй, сәйхур кеше, сөңкәгә ҡайнар сәйҙе өҫтәтеп-өҫтәтеп, айырыуса ләззәтләнеп эсә. Үҙе инәйемде маҡтай:

– Киленкәйем, ғүмеркәйең оҙон булғыры, Хоҙайҙың мең рәхмәте төшкөрө, йөҙөм һалып ҡайнатҡан. Күптән йөҙөм тәмләгән юҡ ине.

Инәйем уңайһыҙланып ҡына:

– Йөҙөм юҡ та ул беҙҙең, Таһир ҡайнаға, – тигән була. Ҡайнаға ирендәрен супылдатып ауыҙынан ниҙер килтереп сығарҙы. Һағыҙаҡ ҙурлығы йәшкелт себен... Шуны имеп ултырған. Ширкәйҙең көн ҡыҙыуынан, ҡайнар сәйҙән ҡыҙарған йөҙө ҡапыл ағарып китте лә аяғүрә баҫып, «Ҡәһәр төшкөрө!» тип, сәйгә төшкән себенде әрләп, сөңкәне әллә ҡайҙа бырағытты. Мин ауыҙымды ҡулым менән ҡапланым да бит, мәгәр сыҙаша алмай «пырх» итеп көлөп ебәрҙем.

– Сеү, балам, сеү, – тине инәйем. – Оло кешенән көлөү килешмәй.

Бала саҡтағы күп ваҡиғалар онотолған. Бәлки, ҡәҙимге күренештәр әллә ни кисерешһеҙ, хис-тойғоһоҙ ҡабул ителгәнгәлер. Ә бына Ширкәйгә бәйле хәл-ваҡиғалар күңелгә уйылған. Моғайын, ҡыҙыҡ, кәмит, мәрәкә булғанғалыр... Ширкәй ҡиәфәте, холоҡ-ғәҙәте, ҡыланыштары, йәшәү рәүеше, донъяға ҡарашы менән башҡаларҙан айырылып торғанғалыр... Ҡатындарының һыйышып ғәйәт тыныс ғүмер итеүенә Ширкәйҙең ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәте тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, тип уйлата. Баныуҡайы кеше көнөнә ҡалғас, уны һуңғы сәғәттәренә тиклем Маруся ҡараны, байтаҡ йылдар түшәктә ятҡан, хәжәте аҫтында булған көндәшен иң-иң яҡын кешеһендәй тәрбиәләне. Ә уландары, килендәре бер ауылда йәшәгән Шәйхә ҡарсыҡ, өйөндә япа-яңғыҙы ятып, һаҫып, ҡортлап үлде. Бына нисек ул яҙмыш, нәҫел-нәсәп, ғаилә, туғандар араһында мөнәсәбәттәр. Ололар тапҡыр әйтмешләй, ил тигәндең кеме юҡ, кеме юҡ та, ние юҡ... Ширкәй, ҡатыны Маруся иһә Хоҙайҙың изге бәндәләре булғандыр.

Етмешкә еткән мәлендә Ширкәй бер көн дә ауырып ятмай был фани донъянан көн менән кәкүк төнө алмашынғанда китеп барҙы. Көтөү ҡайтҡас, мал-тыуарҙы барлағанда, күршеләре уның кәзәләрен әрләгән яңғырауыҡлы тауышын ишетте:

– Көн оҙоно йөрөп үлән төйөп тамағығыҙ туймай. Ҡорһағығыҙ ҡаптай, ә һаман ары ла сабаһығыҙ, бире лә сабаһығыҙ, тауыҡтарға тигән емде күҙ менән ҡаш араһында йылт иттергәнһегеҙ. Һаҡалығыҙ бар ҙа бит, аҡылығыҙ юҡ. Көзә, көзә, мәлғүндәр... Иртән көтөү көткәндә бөтә күрше-күлән аптырашып үҙ-ара хәбәрләште:

– Бынағайыш, Ширкәй үлеп ҡуйған тиме? Кисә кис кенә елпелдеге сығып йөрөп ята ине.

– Әжәлең етһә, әмәлең юҡ, ауырымай ҙа үләһең инде. Килгән йәнгә китем хаҡ.

– Олоғайған сағында сырхап интегеп ятһа, Ширкәйҙе әйтәм, кем ҡарар ине. Был фани донъянан баҡыйлыҡҡа еңел күсте.

– Эйе, бала бирмәгәс, исмаһам, Хоҙай тере үлек булып ятыуҙан ярлыҡаны, яҡшы үлем бирҙе. Ширкәйҙең бәхеткәйе бар икән...

Интегеп әжәл көтөп ятмай, башҡаларҙы интектермәй ер ҡарынына, гүргә инеү ҙә үҙенә күрә бәхет-ҡыуаныс икән.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.

Читайте нас